32-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
Йәһүәгә тыйнаҡлыҡ һәм баҫалҡылыҡ менән хеҙмәт итегеҙ
«Ул... Аллаң юлында тыйнаҡ йөрөүеңде теләй!» (МИҠ. 6:8).
31-СЕ ЙЫР Алла юлында йөрө!
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *
1. Дауыт Йәһүәнең баҫалҡылығы тураһында нимә әйткән?
ЙӘҺҮӘ баҫалҡылыҡ сағылдырамы? Әлбиттә. Дауыт бер ваҡыт былай тип әйткән: «Һин мине ҡалҡаның менән яҡлайһың, баҫалҡылығың мине бөйөк итә» (2 Сам. 22:36; Зәб. 18:35). Дауыт, бәлки, был һүҙҙәрҙе әйткәндә, Самуилдың уларҙың өйөнә килгәнен һәм Израилдең буласаҡ батшаһын майлағанын иҫенә төшөргәндер. Дауыт һигеҙ малайҙың иң кесеһе булһа ла, Йәһүә уны Шаул батша урынына һайлаған (1 Сам. 16:1, 10—13).
2. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
2 Бер мәҙхиә йырлаусы Йәһүә тураһында бындай һүҙҙәр яҙған: «Ул күк менән ерҙе күҙҙән кисереү өсөн эйелә, ябай кешене тупраҡтан күтәрә. Ярлыны көл өйөмөнән торғоҙа, уны кенәздәр... менән ултырт[а]» (Зәб. 113:6—8). Дауыт, һис шикһеҙ, уның һүҙҙәре менән ризалашыр ине. Был мәҡәләлә беҙ Йәһүәнең нисек баҫалҡылыҡ күрһәткәнен белербеҙ һәм беҙ унан нимәгә өйрәнә алғаныбыҙҙы ҡарап сығырбыҙ. Унан һуң беҙ Шаул батша, Данил пәйғәмбәр һәм Ғайса Мәсихтең миҫалдарынан тыйнаҡлыҡ сифаты тураһында күберәк белербеҙ.
БЕҘ ЙӘҺҮӘНӘН НИМӘГӘ ӨЙРӘНӘ АЛАБЫҘ?
3. Йәһүә беҙҙең менән нисек мөғәмәлә итә, һәм был нимәне күрһәтә?
3 Камил булмаған хеҙмәтселәре менән нисек мөғәмәлә итеүенән Йәһүәнең баҫалҡылығы күренә. Ул ғибәҙәт ҡылыуыбыҙҙы ҡабул итеүҙән тыш, беҙҙе хатта үҙенең дуҫтары тип һанай (Зәб. 25:14). Уның менән дуҫлашырға мөмкинлегебеҙ булһын өсөн, ул үҙенең Улын беҙҙең хаҡҡа ҡорбан итеп биргән. Йәһүә беҙгә ҡарата шундай мәрхәмәтле һәм ҡыҙғаныусан!
4. Йәһүә беҙгә нимә биргән һәм ни өсөн?
4 Йәһүә сағылдырған баҫалҡылыҡтың тағы бер яғын ҡарап сығайыҡ. Тормош биреүсе булараҡ, Йәһүә беҙҙе һайлау ирке бирмәйенсә барлыҡҡа килтерә алыр ине. Ләкин Йәһүә улай эшләмәгән. Ул беҙҙе үҙенә оҡшатып яратҡан һәм тормошта үҙ юлыбыҙҙы һайларға мөмкинлек биргән. Йәһүә менән сағыштырғанда әһәмиәтһеҙ булып күренһәк тә, ниндәй ҡарарҙар ҡабул итеүебеҙ уның өсөн бик мөһим. Беҙ Йәһүәне яратҡанға һәм тыңлаусанлыҡ файҙа килтергәнен аңлағанға хеҙмәт итһәк, ул быны хуплай (Ҡан. 10:12; Ишағ. 48:17, 18). Беҙ Йәһүәгә шундай баҫалҡы булғаны өсөн бик рәхмәтлебеҙ!
5. Йәһүә беҙҙе нисек итеп баҫалҡылыҡҡа өйрәтә? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)
5 Йәһүә үҙен беҙҙең менән нисек тотҡанынан беҙ баҫалҡылыҡҡа өйрәнәбеҙ. Йәһүә — Ғаләмдәге иң аҡыллы шәхес. Ул бер кемдең дә кәңәшенә мохтаж түгел, шулай ҙа ул башҡаларҙың тәҡдимдәрен иҫәпкә ала. Мәҫәлән, ул үҙенең Улына бөтөн нәмәне барлыҡҡа килтереүҙә ярҙамсы булырға мөмкинлек биргән (Ғиб. һүҙ. 8:27—30; Яхъя 1:3). Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе булһа ла, Йәһүә үҙ хакимлығы менән бүлешә. Мәҫәлән, ул Ғайса Мәсихте Батша итеп билдәләгән һәм 144 000 кешегә Батшалыҡта Ғайса менән бергә идара итергә хакимлыҡ биргән (Лука 12:32). Әлбиттә, Йәһүә Ғайсаны Батша һәм Баш рухани булып хеҙмәт итергә өйрәткән (Евр. 5:8, 9). Ул шулай уҡ Ғайса менән бергә идара итәсәк хеҙмәтселәрен дә өйрәтә. Йәһүә уларҙың һәр аҙымын күҙәтеп тормаясаҡ, сөнки улар уның ихтыяры буйынса эш итеүҙәренә ышана (Асыл. 5:10, ЯДТ).
6, 7. Ғаилә башлыҡтары, өлкәндәр һәм ата-әсәләр Йәһүәнән нисек үрнәк ала ала?
6 Бер кемдең дә ярҙамына мохтаж булмаған Ишағ. 41:10). Хакимлыҡҡа эйә булған кешеләр Йәһүәнән тағы нимәгә өйрәнә ала?
күктәге Атабыҙ үҙ хакимлығы менән бүлешә икән, беҙ бигерәк тә шулай эш итергә тейеш. Мәҫәлән, һеҙ ғаилә башлығы йә йыйылыш өлкәне булһағыҙ, Йәһүәнән өлгө алып, башҡалар менән үҙ вазифаларығыҙҙы бүлешегеҙ һәм уларҙың һәр аҙымын күҙәтеп тормағыҙ. Шулай эшләп, һеҙ күпте өлгөрөрһөгөҙ, башҡаларҙы яҡшыраҡ өйрәтерһегеҙ һәм уларҙың үҙҙәренә ышаныстарын нығытырға ярҙам итерһегеҙ (7 Изге Яҙманан күренеүенсә, Йәһүә үҙенең рухи улдарының — фәрештәләрҙең фекерҙәре менән ҡыҙыҡһына (1 Бат. 22:19—22). Ата-әсәләр, һеҙ нисек Йәһүәнән үрнәк ала алаһығыҙ? Урынлы булғанда, балағыҙҙан эште нисек яҡшыраҡ эшләп булғанын һорағыҙ һәм уларҙың ҡараштарын иҫәпкә алығыҙ. Уларҙың тәҡдиме яҡшы булһа, уны ҡулланығыҙ.
8. Йәһүә Ибраһим менән Сараға нисек түҙемлек күрһәткән?
8 Йәһүәнең баҫалҡылығы шулай уҡ уның түҙемле булыуында ла сағыла. Мәҫәлән, тоғро хеҙмәтселәр Алла ҡарарҙарының дөрөҫ булыуында шикләнгәндә һәм быны хөрмәт күрһәтеп белдергәндә, Йәһүә уларға ҡарата түҙемле булған. Ибраһим Содом менән Аморра ҡалаларының юҡ ителеүе тураһында борсолғанда, Йәһүә уны иғтибар менән тыңлаған (Баш. 18:22—33). Ә Ибраһимдың ҡатыны Сара менән Йәһүә нисек мөғәмәлә иткән? Ул олоғайған Сараға бала табасағы тураһында вәғәҙә иткәс, Сара көлөп ҡуйған. Шулай ҙа Йәһүә быға мыҫҡыллауға ҡарағандай ҡарамаған һәм асыуланмаған (Баш. 18:10—14). Киреһенсә, ул Сараға хөрмәт күрһәткән.
9. Ата-әсәләр һәм өлкәндәр Йәһүәнән нимәгә өйрәнә ала?
9 Ата-әсәләр һәм өлкәндәр, һеҙ Йәһүәнән нимәгә өйрәнә алаһығыҙ? Балаларығыҙ йә йыйылыштағы ҡәрҙәштәр һеҙҙең ҡарарҙарығыҙ менән ризалашмағанда, үҙегеҙҙе нисек тотаһығыҙ? Һеҙ уларҙы шунда уҡ төҙәтә башлайһығыҙмы? Йә уларҙың ҡарашын аңларға тырышаһығыҙмы? Әгәр һеҙ, Йәһүә кеүек, хакимлыҡты дөрөҫ ҡулланһағыҙ, был ғаиләгеҙгә лә, йыйылышҡа ла файҙа килтерер. Шулай итеп, беҙ Йәһүәнең баҫалҡылығынан нимәгә өйрәнеп булғанын ҡарап сыҡтыҡ. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, Алла Һүҙендәге башҡа миҫалдар беҙҙе нисек тыйнаҡлыҡҡа өйрәтә алғаны тураһында уйланайыҡ.
ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ МИҪАЛДАР БЕҘҘЕ НИМӘГӘ ӨЙРӘТӘ?
10. Йәһүә, башҡа кешеләрҙең миҫалдарын ҡулланып, беҙҙе нисек өйрәтә?
10 «Бөйөк Нәсихәтсебеҙ» Йәһүә, беҙҙе өйрәтер өсөн, Изге Яҙмаға төрлө миҫалдар яҙҙыртҡан (Ишағ. 30:20, 21). Алланың күңеленә хуш килгән сифаттарҙы, шул иҫәптән тыйнаҡлыҡ сифатын сағылдырған кешеләрҙең үрнәктәре беҙҙе күп нәмәгә өйрәтә ала. Был сифаттарҙы сағылдырмаған кешеләрҙең миҫалынан да һабаҡтар алып була (Зәб. 37:37; 1 Кор. 10:11).
11. Шаулдың осрағынан нимәгә өйрәнеп була?
11 Шаул батша менән нимә булғанын ҡарап сығайыҡ. Йәш саҡта ул тыйнаҡ кеше булған. Ул үҙ мөмкинлектәренең сикле икәнен аңлаған һәм хатта үҙенә күберәк яуаплылыҡ алырға баҙнат итмәгән (1 Сам. 9:21; 10:20—22). Әммә ваҡыт үтеү менән Шаул үҙенә артыҡ ышана башлаған. Батша булып киткәндән һуң күп тә үтмәҫтән, уның был алама һыҙаты асыҡ күренгән. Бер ваҡыт, Самуил пәйғәмбәрҙе көткәндә, ул түҙемлеген юғалтҡан. Йәһүәнең үҙ халҡын яҡлаясағына ышаныу урынына, Шаул үҙенә сиктән тыш таянған һәм, хаҡы булмай тороп, ҡорбан килтергән. Һөҙөмтәлә Шаул Йәһүәнең хуплауын юғалтҡан, һәм ахыр сиктә унан батшалыҡ тартып алынған (1 Сам. 13:8—14). Әйҙәгеҙ, был осраҡтан һабаҡ алып, үҙебеҙгә сиктән тыш таянмайыҡ!
12. Данил нисек тыйнаҡлыҡ сағылдырған?
12 Ә хәҙер Данил пәйғәмбәрҙең үрнәгенә иғтибар итәйек. Ғүмере буйына ул баҫалҡы һәм тыйнаҡ булған һәм һәр ваҡыт Йәһүәнән күрһәтмәләр эҙләгән. Бер мәл Йәһүә Данилға Набуҡаднизарҙың төшөн аңларға ярҙам иткән. Әммә пәйғәмбәр, был төштөң мәғәнәһенә мин үҙем төшөндөм, тип әйтмәгән. Ул, тыйнаҡлыҡ сағылдырып, бөтә данды Аллаға ҡайтарған (Дан. 2:26—28). Был беҙҙе нимәгә өйрәтә? Ҡәрҙәштәргә телмәрҙәребеҙ оҡшаһа йә хеҙмәттә уңышлы булһаҡ, бының барыһы өсөн Йәһүәне данлайыҡ. Тыйнаҡлыҡ беҙгә шуны аңларға ярҙам итә: Аллаһыҙ беҙ был уңыштарға өлгәшә алмаҫ инек (2 Кор. 4:7). Шундай ҡараш һаҡлап, беҙ шулай уҡ Ғайсанан өлгө алабыҙ. Ни өсөн улай тип әйтеп була?
13. Яхъя 5:19, 30-ҙан күренеүенсә, беҙ Ғайсаның тыйнаҡлығынан нимәгә өйрәнәбеҙ?
13 Ғайса, Алланың камил Улы булһа ла, һәр осраҡта уға таянған. (Яхъя 5:19, 30-ҙы уҡығыҙ.) Ул бер ҡасан да Атаһының хакимлығына ҡул һуҙмаған. Филиптарға 2:6-ла Ғайса тураһында былай тип яҙылған: «Ул булмышы менән илаһи булһа ла, Аллаға тиң булырға ынтылманы». Йәһүәнең тыңлаусан улы булараҡ, Ғайса үҙенең мөмкинлектәре сикле икәнен аңлаған һәм Атаһының хакимлығын хөрмәт иткән.
14. Башҡалар Ғайсанан хоҡуғы булмағанды эшләүен һорағас, ул үҙен нисек тотҡан?
14 Бер ваҡыт Яҡуб һәм Яхъя, үҙ әсәләре менән Ғайса янына килеп, унан хоҡуғы булмаған бер нәмәне эшләүен һораған. Ғайса икеләнмәйенсә, Батшалыҡта уң яғымда йәки һул яғымда кем ултырасағын Атам ғына ҡарар итә, тип әйткән (Матф. 20:20—23). Ғайса үҙенең хоҡуҡтары сикле икәнен таныған. Ул тыйнаҡ булған һәм эшләргә хаҡы булмаған бер нәмәне лә эшләмәгән (Яхъя 12:49). Беҙ Ғайсанан нисек өлгө ала алабыҙ?
15, 16. 1 Коринфтарға 4:6-ла яҙылған кәңәште нисек ҡулланып була?
15 «Яҙылғандан тыш аҡыл һатмаҫҡа» тигән кәңәш буйынса эш итеп, беҙ Ғайсаның тыйнаҡлығынан үрнәк алабыҙ (1 Кор. 4:6). Шуға күрә берәйһе беҙҙән кәңәш һорағанда, беҙ шәхси ҡараштарыбыҙҙы таҡмайбыҙ һәм уйға килгән беренсе фекерҙе әйтмәйбеҙ. Бының урынына, кешенең иғтибарын Изге Яҙмала һәм уға нигеҙләнгән баҫмаларҙа килтерелгән кәңәштәргә йүнәлтәбеҙ. Шулай эшләп, беҙ тыйнаҡлыҡ сағылдырабыҙ: бөтә һорауҙарға яуапты белә алмағаныбыҙҙы һәм Алланың кәңәштәре беҙҙекенән һәр ваҡыт яҡшыраҡ икәнен күрһәтәбеҙ (Асыл. 15:3, 4).
16 Беҙ, Йәһүәне данларға теләп, тыйнаҡ булырға тырышабыҙ, әммә был сифатты сағылдырыр өсөн башҡа сәбәптәр ҙә бар. Баҫалҡы һәм тыйнаҡ булыу беҙгә шатлыҡлы булырға һәм башҡалар менән татыу йәшәргә ярҙам итә. Нисек итеп?
БАҪАЛҠЫ ҺӘМ ТЫЙНАҠ БУЛЫУ НИНДӘЙ ФАЙҘА КИЛТЕРӘ?
17. Ни өсөн баҫалҡы һәм тыйнаҡ кешеләр шатлыҡ кисерә?
17 Баҫалҡы һәм тыйнаҡ булыу беҙгә шатлыҡ килтерә. Ни өсөн улай тип әйтеп була? Мөмкинлектәребеҙ сикле икәнен таныһаҡ, беҙ башҡаларҙың һәр ярҙамына рәхмәтле булырбыҙ, һәм был беҙгә шатлыҡ килтерер. Ғайса Мәсихтең махау сире менән ауырыған ун кешене һауыҡтырғанын иҫкә төшөрәйек. Уларҙың береһе генә, был интектергес ауырыуҙан үҙ көсө менән һауыға алмағанын аңлап, уға рәхмәт әйтер өсөн кире әйләнеп килгән. Был баҫалҡы һәм тыйнаҡ кеше шундай ярҙам өсөн рәхмәтле булғанға Алланы данлаған (Лука 17:11—19).
18. Баҫалҡы һәм тыйнаҡ булыу башҡалар менән яҡшы мөнәсәбәттә булырға нисек ярҙам итә? (Римдарға 12:10).
18 Баҫалҡы һәм тыйнаҡ кешеләргә башҡалар менән татыу йәшәүе еңелерәк, һәм уларҙың яҡын дуҫтары күберәк. Ни өсөн? Сөнки улар башҡаларға ышана һәм уларҙың яҡшы сифаттарын күрә белә. Ҡәрҙәштәр хеҙмәттә уңышҡа өлгәшкәндә, баҫалҡы һәм тыйнаҡ мәсихсе быға шатлана, уларҙы эскерһеҙ Римдарға 12:10-ды уҡығыҙ.)
маҡтай һәм хөрмәт итә. (19. Ни өсөн ғорурлыҡ менән көрәшергә кәрәк?
19 Ғорур кешеләргә башҡаларҙы маҡтауы ауыр, уларға күберәк маҡтау һүҙҙәрен ишетергә оҡшай. Улар йыш ҡына үҙҙәрен башҡалар менән сағыштыра һәм улар менән ярыша. Башҡаларҙы өйрәтеп, вазифалар менән бүлешеү урынына, улар былайыраҡ фекер йөрөтөргә мөмкин: «Эштең яҡшы итеп башҡарылыуын теләһәң, уны үҙең эшлә». Ғорур кеше, ғәҙәттә, дан һөйөүсән һәм көнсөл (Гал. 5:26). Ундай кешеләр ныҡлы мөнәсәбәттәр төҙөй алмай. Әгәр үҙебеҙҙә ғорурлыҡтың һыҙаттарын абайлаһаҡ, беҙгә, Йәһүәнән зиһенебеҙҙе яңыртыуын һорап, ҡайнар доға ҡылырға кәрәк. Шул саҡта был сифат йөрәгебеҙҙә тамыр йәйә алмаҫ (Рим. 12:2).
20. Ни өсөн беҙ тыйнаҡ һәм баҫалҡы булырға тейеш?
20 Беҙ Йәһүәгә уның үрнәге өсөн шул тиклем рәхмәтле! Йәһүә үҙ хеҙмәтселәре менән үҙен баҫалҡы тота. Быны күреү беҙҙе унан өлгө алырға дәртләндерә. Беҙ шулай уҡ боронғо ваҡытта Йәһүәгә баҫалҡылыҡ менән хеҙмәт иткән кешеләрҙән үрнәк алырға теләйбеҙ. Әйҙәгеҙ, һәр ваҡыт Йәһүәгә дан һәм хөрмәт килтерәйек, сөнки ул быға лайыҡ (Асыл. 4:11). Шул саҡта беҙ баҫалҡы һәм тыйнаҡ кешеләрҙе яратҡан Йәһүә менән мәңге дуҫ була алырбыҙ.
123-СӨ ЙЫР Алла урынлаштырған тәртипкә буйһонабыҙ
^ 5 абз. Баҫалҡылыҡ сағылдырған шәхес башҡаларға ҡарата мәрхәмәтле һәм ҡыҙғаныусан. Шуға күрә Йәһүәне баҫалҡы Алла тип атап була. Был мәҡәләлә беҙ Йәһүәнең баҫалҡылығынан нимәгә өйрәнеп булғанын ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ беҙ, Шаул батша, Данил пәйғәмбәр һәм Ғайса Мәсихтең тормоштарына иғтибар итеп, тыйнаҡлыҡ сифаты тураһында күберәк белербеҙ.
^ 58 абз. РӘСЕМДӘ: өлкән йыйылыштың участкалары өсөн яуаплы йәш ағай-ҡәрҙәште өйрәтә. Артабан өлкән был ҡәрҙәштең нисек эш итеүен күҙәтеп тормай, ә вазифаларын үҙе теләгәнсә үтергә мөмкинлек бирә.
^ 62 абз. РӘСЕМДӘ: апай-ҡәрҙәш өлкәндән сиркәүҙә үткәреләсәк туйға барырғамы, юҡмы икәне тураһында кәңәш һорай. Өлкән үҙ белдегенә таянмай, ә уның менән Изге Яҙма нигеҙендә фекер алыша.