34-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
Һеҙ — йыйылыштың ҡәҙерле ағзаһы!
«Мәсих — күп ағзаларға эйә булған тән кеүек; тән күп ағзаларҙан торһа ла, бер бөтөндө тәшкил итә» (1 КОР. 12:12).
101-СЕ ЙЫР Берҙәмлектә хеҙмәт итәбеҙ
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *
1. Беҙгә ниндәй хөрмәт күрһәтелгән?
ЙӘҺҮӘ йыйылышының ағзаһы булыу — беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт! Ҡәрҙәштәр менән бергә хеҙмәт итеп, беҙ сағыштырғыһыҙ тыныслыҡ һәм шатлыҡ кисерәбеҙ. Йәһүә йыйылышта беҙгә ниндәй роль бүлгән?
2. Илсе Павел үҙенең ҡайһы бер хаттарында ниндәй миҫал килтергән?
2 Был һорауға яуап алыр өсөн, әйҙәгеҙ, илсе Павелдың бер нисә хатында килтерелгән миҫалды ҡарап сығайыҡ. Алла тарафынан рухландырылып, Павел үҙенең хаттарында йыйылышты — кеше тәне менән, ә мәсихселәрҙе тәндең ағзалары менән сағыштырған (Рим. 12:4—8; 1 Кор. 12:12—27; Ефес. 4:16).
3. Был мәҡәләлә беҙ нимә ҡарап сығырбыҙ?
3 Йәһүәнең йыйылышында һәр беребеҙҙең милләткә, байлыҡҡа, белемгә, мәҙәниәткә ҡарамаҫтан, мөһим роле бар. Һәм бөтәбеҙ ҙә йыйылышты нығыта алабыҙ. Был мәҡәләлә Павелдың миҫалынан ниндәй мөһим һабаҡтар алып булғаны ҡаралыр. Беренсенән, Йәһүә йыйылышында ни өсөн һәр беребеҙ ҡәҙерле икәнен белербеҙ. Икенсенән, әгәр йыйылышта үҙ ролебеҙ ниндәй икәнен аңламаһаҡ, нимә эшләп булғанын ҡарап сығырбыҙ. Һәм, өсөнсөнән, ни өсөн Йәһүә беҙгә йыйылышта биргән йөкләмәне үтәү мөһим икәне тураһында уйланырбыҙ.
ҺӘР БЕРЕБЕҘ ЙЫЙЫЛЫШТА МӨҺИМ РОЛЬ УЙНАЙ
4. Римдарға 12:4, 5-тәге һүҙҙәрҙән нимәгә өйрәнеп була?
4 Павелдың миҫалынан алып булған һабаҡтарҙың беренсеһе: Йәһүәнең ғаиләһендә һәр беребеҙҙең мөһим урыны бар. Павел үҙенең миҫалын бындай һүҙҙәр менән башлай: «Тәнебеҙҙә ағзалар күп, бөтөн ағзалар ҙа бер үк эш башҡармаған кеүек, беҙ ҙә, күп булһаҡ та, Мәсихтә бер тән тәшкил итәбеҙ, тик һәр беребеҙ айырым-айырым бер-беребеҙҙең ағзалары булып торабыҙ» (Рим. 12:4, 5). Павел нимә әйтергә теләгән? Йыйылышта ролдәребеҙ төрлө булһа ла, Йәһүә өсөн һәр беребеҙ бик ҡәҙерле.
5. Йәһүә йыйылышҡа ниндәй «бүләктәр» биргән?
5 Йыйылыштағы төрлө ролдәр тураһында әйткәндә, беҙ, моғайын, шунда уҡ яуаплы ағай-ҡәрҙәштәр тураһында уйлайбыҙҙыр (1 Фес. 5:12; Евр. 13:17). Йәһүә уларҙы йыйылышҡа Мәсих аша бирелгән «бүләк» тип һанай (Ефес. 4:8). Улар араһында Етәксе кәңәшмәнең ағзалары, уларҙың ярҙамсылары, филиал комитеттарының ағзалары, район күҙәтеүселәре, теократик мәктәптәрҙең уҡытыусылары, өлкәндәр һәм хеҙмәт ярҙамсылары. Улар бөтәһе лә, йыйылыштарҙы нығытыр өсөн һәм Йәһүәнең ҡәҙерле һарыҡтарын ҡайғыртыр өсөн, изге рух менән билдәләнгән (1 Пет. 5:2, 3).
6. 1 Фессалоникаларға 2:6—8-ҙән күренеүенсә, изге рух менән билдәләнгән ағай-ҡәрҙәштәр нимә эшләргә тырыша?
6 Изге рух менән билдәләнгән ағай-ҡәрҙәштәр төрлө вазифалар үтәй. Тәндең төрлө ағзалары, мәҫәлән, аяҡтар һәм ҡулдар тән файҙаһына эш иткән һымаҡ, был ағай-ҡәрҙәштәр ҙә йыйылыштың файҙаһына тырышып хеҙмәт итә. Улар үҙҙәренә дан эҙләмәй. Киреһенсә, улар ҡәрҙәштәрҙе нығытырға һәм рухландырырға тырыша. (1 Фессалоникаларға 2:6—8-ҙе уҡығыҙ.) Беҙ Йәһүәгә шундай фиҙаҡәр һәм рухи яҡтан етлеккән ҡәрҙәштәр өсөн бик рәхмәтле!
7. Тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнашҡан ҡәрҙәштәр ниндәй фатихалар ура?
7 Бөтә донъя буйынса йыйылыштарҙа миссионерҙар, махсус һәм даими пионерҙар хеҙмәт итә. Улар тормоштарын тулы ваҡытлы хеҙмәткә бағышлаған. Шулай эшләп, улар күп кешеләргә Ғайса Мәсихтең шәкерттәре булып китергә ярҙам иткән. Матди яҡтан бай булмаһалар ҙа, уларҙың тормоштары Йәһүәнең фатихаларына бай (Марк 10:29, 30). Беҙ шундай ҡәрҙәштәрҙе бик яратабыҙ һәм уларҙың тырышлыҡтарын ҡәҙерләйбеҙ.
8. Ни өсөн һәр вәғәзсе Йәһүә өсөн ҡәҙерле?
8 Яуаплы ағай-ҡәрҙәштәр һәм тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнашҡан мәсихселәр генә йыйылышта мөһим роль уйнай, тип әйтеү дөрөҫмө? Әлбиттә, юҡ! Йыйылыштың төп маҡсаттарының береһе — Ғайса Мәсихтең шәкерттәрен әҙерләү (Матф. 28:19, 20; 1 Тим. 2:4). Йыйылыштағы һәр вәғәзсе — һыуға сумдырылғандар ҙа, сумдырылмағандар ҙа — был эште тормоштарында беренсе урынға ҡуйырға тырыша (Матф. 24:14). Шуға күрә һәр вәғәзсе Алла һәм йыйылыш өсөн бик ҡәҙерле (Рим. 10:15; 1 Кор. 3:6—9).
9. Ни өсөн беҙ апай-ҡәрҙәштәрҙе ҡәҙерләйбеҙ?
9 Йәһүә апай-ҡәрҙәштәргә лә йыйылышта мөһим роль бүлгән. Ул кейәүҙә булған ҡатындар, әсәйҙәр, тол ҡатындар һәм кейәүгә сыҡмаған ҡәрҙәштәрҙең тоғро хеҙмәтен юғары баһалай. Изге Яҙмала ныҡ иманлы ҡатындар тураһында күп яҙылған. Улар зирәклек, иман, ҡыйыулыҡ, йомартлыҡ һәм яҡшы эштәре өсөн маҡтап телгә алына (Лука 8:2, 3; Ғәм. 16:14, 15; Рим. 16:3, 6; Флп. 4:3; Евр. 11:11, 35; Яҡ. 2:25). Бөгөн дә йыйылыштарҙа шундай матур сифаттар сағылдырған апай-ҡәрҙәштәр бик күп. Беҙ улар өсөн Йәһүәгә бик рәхмәтлебеҙ!
10. Ни өсөн беҙ оло йәштәге ҡәрҙәштәрҙе ҡәҙерләйбеҙ?
10 Йыйылыштағы оло йәштәге ҡәрҙәштәр беҙҙең өсөн ҙур фатиха. Уларҙың ҡайһы берҙәре Йәһүәгә ғүмер буйы тоғро хеҙмәт итә. Башҡалары иһә күптән түгел генә хәҡиҡәткә килгән. Нисек кенә булһа ла, оло йәштәге ҡәрҙәштәребеҙ насар һаулыҡ йә ҡартлыҡ менән бәйле ауырлыҡтарҙан интегә. Шуға күрә йыйылыш эштәрендә һәм вәғәздә күп ҡатнаша алмай. Шулай ҙа улар хеҙмәттә көстәренән килгәндең барыһын эшләй, шулай уҡ башҡаларҙы нығытыр һәм өйрәтер өсөн күп тырышлыҡ һала! Беҙ уларҙың тәжрибәһенән күп нәмәгә өйрәнә алабыҙ. Йәһүә өсөн дә, беҙҙең өсөн дә улар бик ҡәҙерле (Ғиб. һүҙ. 16:31).
11, 12. Йыйылыштағы йәштәрҙең үрнәге һеҙҙе нисек рухландыра?
11 Йәш ҡәрҙәштәребеҙ тураһында ла уйланып алайыҡ. Шайтандың идеялары менән тулған яуыз донъяла улар төрлө ауырлыҡтар менән осраша (1 Яхъя 5:19). Быға ҡарамаҫтан, улар йыйылыш осрашыуҙарында ҡатнаша, вәғәзләй, ҡыйыулыҡ менән үҙ ҡараштарын яҡлай һәм бының менән беҙҙе бик шатландыра. Эйе, йәш мәсихселәр, һеҙ Йәһүәнең йыйылышында мөһим роль уйнайһығыҙ! (Зәб. 8:2).
12 Шулай ҙа ҡайһы бер ҡәрҙәштәр йыйылышта үҙҙәренең ҡәҙерле булыуҙарына шикләнә. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, бындай һорауҙы ҡарап сығайыҡ: ни өсөн йыйылышта һәр беребеҙ ҡәҙерле?
ҺЕҘ ЙЫЙЫЛЫШ ӨСӨН ҠӘҘЕРЛЕ
13, 14. Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен йыйылыштың ҡәҙерле ағзаһы тип һанамай?
13 Павел килтергән миҫалдан беҙ тағы нимәгә өйрәнә алабыҙ? Ул бөгөнгө көндә киң таралған проблемаға иғтибар иткән: күп мәсихселәр үҙҙәрен йыйылыштың ҡәҙерле ағзаһы тип һанамай. Павел былай тип яҙған: «Әгәр аяҡ: „Мин, ҡул булмағанлыҡтан, 1 Кор. 12:15, 16). Был һүҙҙәр нимәне аңлата?
тәндеке түгел“, — тиһә, шуның өсөн генә тәндең бер ағзаһы булыуҙан туҡтармы? Йәиһә ҡолаҡ: „Мин, күҙ булмағанлыҡтан, тәндеке түгел“, — тиеү менән генә тән ағзаһы булып тормаҫмы?» (14 Әгәр үҙегеҙҙе башҡа ҡәрҙәштәр менән сағыштырһағыҙ, һеҙ бойоға башларға мөмкин. Йыйылышта оҫта уҡытыусылар, яҡшы ойоштороусылар йә ҡайғыртыусан көтөүселәрҙе күреп, һеҙ, бәлки үҙегеҙ тураһында, мин шундай була алмайым, тип уйлайһығыҙҙыр. Был һеҙҙең тыйнаҡ һәм баҫалҡы булыуығыҙҙы күрһәтә (Флп. 2:3). Ләкин һаҡ булығыҙ, әгәр һәр саҡ үҙегеҙҙе һәләтлерәк ҡәрҙәштәр менән сағыштырһағыҙ, үҙегеҙҙе түбән баһалай башлауығыҙ ихтимал. Һеҙ хатта, Павел киҫәткәнсә, миңә йыйылышта урын юҡ, тип уйларға мөмкин. Шундай хистәрҙе еңергә нимә ярҙам итер?
15. 1 Коринфтарға 12:4—11-ҙән күренеүенсә, үҙ һәләттәребеҙгә нисек ҡарарға кәрәк?
15 Бына нимә тураһында уйланып алайыҡ: беренсе быуатта Йәһүә ҡайһы бер мәсихселәргә мөғжизәле рәүештә һәләттәр биргән, әммә был һәләттәр бөтәһенең дә бер төрлө булмаған. (1 Коринфтарға 12:4—11-ҙе уҡығыҙ.) Йәһүә уларҙы төрлө һәләттәр менән бүләкләһә лә, уның өсөн һәр мәсихсе бик ҡәҙерле булған. Бөгөн беҙгә изге рух ярҙамында шундай ғәжәп һәләттәр бирелмәй. Ләкин шул уҡ принцип ҡала: һәләттәребеҙ төрлө булһа ла, Йәһүә өсөн бөтәбеҙ ҙә ҡәҙерле.
16. Илсе Павелдың ниндәй кәңәше буйынса эш итергә кәрәк?
16 Үҙебеҙҙе башҡалар менән сағыштырыу урынына, илсе Павелдың Алла тарафынан рухландырылып әйткән бындай кәңәшенә ҡолаҡ һалырға кәрәк: «Һәр кем үҙ эшен һынап ҡараһын, шул саҡта үҙен башҡалар менән сағыштырмайынса үҙ хеҙмәте менән ғорурлана алыр» (Гал. 6:4).
17. Павелдың кәңәшен ҡулланыу беҙгә ниндәй файҙа килтерер?
17 Әгәр Павелдың кәңәше буйынса эш итеп, үҙ уңыштарыбыҙға иғтибар итһәк, беҙҙең дә уникаль һәләттәребеҙ бар икәнен Евр. 13:2, 16). Үҙебеҙҙең көслө яҡтарыбыҙҙы күрә белһәк, йыйылыш өсөн файҙалы була алғаныбыҙҙы аңларбыҙ. Шул саҡта беҙ башҡа ҡәрҙәштәрҙең һәләттәре беҙҙекенән айырылып торғанын күреп көнләшмәҫбеҙ.
күрербеҙ. Мәҫәлән, берәй өлкән сәхнәнән һөйләргә әллә ни һәләтле булмаһа ла, шәкерттәр әҙерләүҙә бик оҫта булырға мөмкин. Йәки ул башҡа өлкәндәр һымаҡ бик үк йыйнаҡ түгелдер, әммә ҡәрҙәштәр араһында ул ҡайғыртыусан көтөүсе булараҡ билдәле һәм улар унан кәңәш һорарға ҡыйынһынмай. Ә, бәлки, был өлкән бик ҡунаҡсылдыр (18. Һеҙ өйрәтеү һәләттәрегеҙҙе нисек үҫтерә алаһығыҙ?
18 Йыйылышта ролебеҙ ниндәй генә булһа ла, һәр беребеҙ хеҙмәтебеҙҙе яҡшыртырға һәм өйрәтеү һәләттәребеҙҙе үҫтерергә тейеш. Был йәһәттән ярҙам итер өсөн, Йәһүә беҙҙе үҙенең ойошмаһы аша өйрәтә. Мәҫәлән, аҙна уртаһындағы осрашыуҙарҙа беҙгә хеҙмәт итеү оҫталығын яҡшыртырға ярҙам иткән күрһәтмәләр бирелә. Һеҙ шул осрашыуҙа бирелгән кәңәштәрҙе ҡулланырға тырышаһығыҙмы?
19. Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбендә уҡыр өсөн, һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ?
19 Һәләттәрҙе үҫтерер өсөн тағы бер яҡшы мөмкинлек — Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбендә уҡыу. Был мәктәптә 23 йәшкә еткән, әммә 65 йәштән уҙмаған һәм тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнашҡан ҡәрҙәштәр уҡый ала. Бәлки, һеҙ, был маҡсатҡа бер ҡасан да өлгәшә алмаҫмын, тип уйлайһығыҙҙыр. Әммә һеҙ был мәктәптә уҡырға ҡамасаулаған сәбәптәрҙе һанау урынына, унда ни өсөн уҡырға теләгәнегеҙҙе яҙып ҡуйығыҙ. Унан һуң был маҡсатҡа ирешергә ярҙам иткән план төҙөгөҙ. Әгәр һеҙ тырышлыҡтар һалһағыҙ, Йәһүә һеҙгә өлгәшә алмаҫлыҡ булып күренгән маҡсатҡа ирешергә ярҙам итер.
ҺӘЛӘТТӘРЕГЕҘҘЕ ЙЫЙЫЛЫШТЫҢ ФАЙҘАҺЫНА ҠУЛЛАНЫҒЫҘ
20. Римдарға 12:6—8-ҙән беҙ нимәгә өйрәнәбеҙ?
20 Павелдың миҫалынан тағы ниндәй һабаҡ алып була? Әйҙәгеҙ, Римдарға 12:6—8-ҙе (уҡығыҙ) ҡарап сығайыҡ. Бында Павел йыйылышта мәсихселәрҙең һәләттәре төрлө икәненә ҡабат иғтибар итә. Әммә был өҙөктә ул, һәләттәрҙе йыйылышты нығытыр өсөн ҡулланырға кәрәк, тип баҫым яһай.
21, 22. Роберт һәм Феличеның миҫалдары беҙҙе нимәгә өйрәтә?
21 Роберт * исемле бер ағай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Ул сит илдә хеҙмәт иткән, әммә уны үҙ иленә ҡайтып Вефилдә хеҙмәт итеүен һорағандар. Ағай-ҡәрҙәштәр Робертты был үҙгәреш уның ниндәйҙер хатаһы арҡаһында булмағанына ышандырған. Ләкин ул үҙе быға башҡаса ҡараған. Роберт былай тип бүлешә: «Мин бер нисә ай бойоғоп йөрөнөм, сөнки үҙемә тапшырылған йөкләмәне үтәй алманым, тип уйлай инем. Ваҡыт-ваҡыт башыма Вефиль хеҙмәтен ҡалдырыу тураһында уйҙар килә ине». Уға шатлығын ҡайтарырға нимә ярҙам иткән? Бер өлкән уға шуны иҫенә төшөргән: Йәһүә элекке вазифаларыбыҙ ярҙамында беҙҙе бөгөнгө билдәләнеүҙәргә әҙерләгән. Роберт иғтибарын үткәнгә түгел, ә хәҙер нимә эшләй алғанына тупларға кәрәклеген аңлаған.
22 Феличе Эпископо исемле ағай-ҡәрҙәш оҡшаш хәлгә осраған. 1956 йылда ул ҡатыны менән Гилеад мәктәбен тамамлаған һәм Боливияла район күҙәтеүсеһе булып хеҙмәт итә башлаған. 1964 йылда уларҙың улы
тыуған. Феличе былай тип бүлешкән: «Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған хеҙмәтебеҙҙе ҡалдырыуы бик ауыр булды. Яҡынса бер йылды, үҙемде йәлләп йөрөп, бушҡа үткәрҙем. Әммә Йәһүә миңә бар нәмәгә башҡаса ҡарарға һәм иғтибарымды атай булыу вазифаһына йүнәлтергә ярҙам итте». Һеҙгә Роберт менән Феличеның хистәре танышмы? Элек булған вазифаларығыҙҙы бөгөн үтәй алмағанға борсолаһығыҙмы? Әгәр шулай булһа, ҡарашығыҙҙы үҙгәртеп, Йәһүә һәм ҡәрҙәштәр өсөн инде хәҙер ниндәй файҙа килтерә алғанығыҙ тураһында уйланығыҙ. Үҙ һәләттәрегеҙҙе башҡаларға ярҙам итеү һәм йыйылышты нығытыу өсөн ҡулланығыҙ, шул саҡта һеҙ шатлыҡ табырһығыҙ.23. Беҙгә нимә эшләргә кәрәк, һәм киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
23 Беҙҙең һәр беребеҙ Йәһүә өсөн ҡәҙерле. Ул беҙҙең үҙ ғаиләһенең ағзаһы итеп хис итеүебеҙҙе теләй. Быны иҫтә тотоп, ҡәрҙәштәрҙе нисек нығыта алғаныбыҙ тураһында уйланһаҡ һәм ролебеҙҙе тырышып үтәһәк, беҙ үҙебеҙҙе йыйылыштың өлөшө итеп тойорбоҙ. Әммә беҙ йыйылыштағы ҡәрҙәштәргә нисек ҡарайбыҙ? Уларҙы яратҡаныбыҙҙы һәм ҡәҙерләгәнебеҙҙе нисек күрһәтеп була? Был мөһим һорауҙар киләһе мәҡәләлә ҡаралыр.
24-СЕ ЙЫР Йәһүә тауына килегеҙ
^ 5 абз. Беҙҙең һәр беребеҙ Йәһүә өсөн ҡәҙерле булырға теләй. Әммә беҙ ҡайһы ваҡыт, мин Йәһүә өсөн нимәлер эшләй аламмы ни, тип уйларға мөмкин. Был мәҡәлә беҙгә йыйылышта һәр беребеҙҙең мөһим роле бар икәнен күрергә ярҙам итер.
^ 21 абз. Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.
^ 62 абз. РӘСЕМДӘ: өс фотоһүрәттә йыйылыш осрашыуы алдынан, осрашыу ваҡытында һәм унан һуң нимә булғаны һүрәтләнгән. 1-се рәсем: өлкән осрашыуға килгән кешене йылы ҡаршы ала; йәш ағай-ҡәрҙәш аппаратураны әҙерләй; йәш апай-ҡәрҙәш оло йәштәге апай-ҡәрҙәш менән һөйләшеп ултыра. 2-се рәсем: төрлө йәштәге ҡәрҙәштәр «Күҙәтеү манараһы»н өйрәнеүҙә ҡатнаша. 3-сө рәсем: бер пар Батшалыҡ залын йыйыштырып йөрөй; апай-ҡәрҙәш үҙенең ҡыҙына ҡайҙа иғәнә һалырға икәнен күрһәтә; йәш ағай-ҡәрҙәш әҙәбиәт торған урында саң һөртә; ағай-ҡәрҙәш оло йәштәге апай-ҡәрҙәште рухландыра.