Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

30-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүә ғаиләһендәге урынығыҙҙы ҡәҙерләгеҙ

Йәһүә ғаиләһендәге урынығыҙҙы ҡәҙерләгеҙ

«Һин уны фәрештәләрҙән саҡ ҡына түбәнерәк итеп яраттың, уның башына дан һәм шөһрәт тажы кейҙерҙең» (ЗӘБ. 8:5).

123-СӨ ЙЫР Алла урынлаштырған тәртипкә буйһонабыҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Йәһүә барлыҡҡа килтергән Ғаләмдең ҙурлығы тураһында уйланыу һеҙҙә ниндәй хистәр уята?

БЕҘ Йәһүә барлыҡҡа килтергән Ғаләмдең ҙурлығы тураһында уйланғанда, мәҙхиә йырлаусы Дауыт һымаҡ хистәр кисерәбеҙҙер. Ул үҙ доғаһында былай тип әйткән: «Ҡулдарың башҡарған эштәреңә — күктәреңә, һин булдырған айға һәм йондоҙҙарға ҡарайым да уйланам: кем һуң ул үлемле кеше?! Шулай ҙа һин уны иҫеңдә тотаһың. Әҙәм улы — кем һуң ул? Шулай ҙа һин уның хаҡында ҡайғыртаһың» (Зәб. 8:3, 4). Эйе, йондоҙҙар һәм галактикалар менән сағыштырғанда, беҙ туҙан бөртөгө һымаҡ ҡына. Шулай ҙа Йәһүә беҙгә иғтибар итә, һәм был ғәжәпләндерә! Ул беренсе кешеләрҙе барлыҡҡа килтереп кенә ҡалмаған, ә улар хаҡында ҡайғыртҡан һәм хатта уларҙы үҙ ғаиләһенә ҡабул иткән.

2. Йәһүә ерҙәге беренсе балаларына ниндәй йөкләмә биргән?

2 Әҙәм менән Һауа — Йәһүәнең ерҙәге беренсе балалары, ә Йәһүә улар өсөн күктәге ҡайғыртыусан Атай булған. Ул уларға бындай йөкләмә биргән: «Үрсегеҙ, күбәйегеҙ, ер өҫтөндә таралығыҙ һәм уға хужа булығыҙ» (Баш. 1:28). Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, улар бала табырға һәм үҙҙәре йәшәгән урындары — ер тураһында ҡайғыртырға тейеш булған. Әҙәм менән Һауа, Йәһүәнең ихтыярын үтәп, уға тыңлаусан булған булһа, улар үҙҙәре лә, тоҡомдары ла Алла ғаиләһендә мәңгегә ҡалыр ине.

3. Ни өсөн, Йәһүә үҙ ғаиләһендә Әҙәм менән Һауаға хөрмәтле урын биргән, тип әйтеп була?

3 Йәһүә Әҙәм менән Һауаға үҙ ғаиләһендә хөрмәтле урын биргән. Изге Яҙмала Алланың кешене барлыҡҡа килтергәне тураһында былай тип әйтелә: «Һин уны фәрештәләрҙән саҡ ҡына түбәнерәк итеп яраттың, уның башына дан һәм шөһрәт тажы кейҙерҙең» (Зәб. 8:5). Әлбиттә, беҙ фәрештәләр һымаҡ көслө, аҡыллы һәм һәләтле түгелбеҙ, шулай ҙа кешеләр ҡөҙрәтле «фәрештәләрҙән саҡ ҡына түбәнерәк» итеп яратылған (Зәб. 103:20). Беренсе кешеләр алдында ниндәй иҫ киткес мөмкинлектәр асылған булғанын күҙ алдына ғына килтерегеҙ!

4. Әҙәм менән Һауаның тыңламаусанлығы нимәгә килтергән, һәм был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

 4 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әҙәм менән Һауа Йәһүәнең ғаиләһендә ҡалырға хоҡуҡтарын юғалтҡан. Был уларҙың тоҡомдарына ла аяныс эҙемтәләр килтергән. Әммә Йәһүәнең ниәте үҙгәрмәгән. Ул тыңлаусан кешеләрҙең мәңге үҙенең балалары булыуын теләй. Йәһүә беҙгә ниндәй хөрмәт күрһәтә? Йәһүәнең ғаиләһендә булырға теләгәнебеҙҙе нисек күрһәтеп була? Алланың ерҙәге балаларын киләсәктә ниндәй иҫ киткес фатихалар көтә? Әйҙәгеҙ, был һорауҙарға яуаптарҙы ҡарап сығайыҡ.

ЙӘҺҮӘ БЕҘГӘ НИНДӘЙ ХӨРМӘТ КҮРҺӘТКӘН?

Йәһүә кешеләргә ниндәй хөрмәт күрһәткән? (5—11-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

5. Йәһүәгә оҡшатып барлыҡҡа килтерелгәнебеҙ өсөн рәхмәтле булғаныбыҙҙы нисек күрһәтеп була?

5 Йәһүә беҙҙе үҙенә оҡшатып барлыҡҡа килтергән (Баш. 1:26, 27). Шуға күрә беҙ Йәһүәнең мөхәббәт, шәфҡәтлек, тоғролоҡ һәм тәҡүәлек кеүек күркәм сифаттарын үҫтерә һәм сағылдыра алабыҙ (Зәб. 86:15; 145:17). Йәһүәгә оҡшарға тырышып, беҙ уны данлайбыҙ һәм рәхмәтле булыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ (1 Пет. 1:14—16). Күктәге Атабыҙ теләгәнде эшләгәндә, беҙ бәхет кисерәбеҙ. Йәһүәгә оҡшатып барлыҡҡа килтерелгәнгә, беҙ Йәһүә үҙ ғаиләһендә күрергә теләгән кеше була алабыҙ.

6. Ерҙе барлыҡҡа килтергәндә, Йәһүә кешеләргә нисек хөрмәт күрһәткән?

6 Йәһүә беҙгә ғәжәп матур йорт бүләк иткән. Алла кешеләрҙе барлыҡҡа килтерер алдынан уларға ерҙә йәшәү урыны әҙерләгән (Әйүп 38:4—6; Ирем. 10:12). Ерҙә йәшәү беҙгә ҙур ҡәнәғәтлек килтерә, сөнки игелекле һәм йомарт Аллабыҙ барыһын да мул итеп биргән (Зәб. 104:14, 15, 24). Йәһүә, Ер шарын барлыҡҡа килтергәндә, ваҡыт-ваҡыт үҙ эштәре тураһында уйланған һәм, уларҙың яҡшы икәнен күреп, ҡәнәғәтлек кисергән (Баш. 1:10, 12, 31). Ул шулай уҡ, үҫемлектәр һәм йәнлектәр өҫтөнән хакимлыҡ биреп, кешеләрҙе хөрмәт иткәнен күрһәткән (Зәб. 8:6). Алланың ниәте буйынса, камил кешеләр уның ижади эштәре хаҡында ҡайғыртырға һәм мәңге шатланып йәшәргә тейеш булған. Һеҙ Йәһүәгә шундай матур вәғәҙәләре өсөн йыш рәхмәт әйтәһегеҙме?

7. Ешуа 24:15-тәге һүҙҙәр кешенең ихтыяр ирке бар икәнен нисек күрһәтә?

7 Йәһүә беҙгә ихтыяр ирке биргән. Беҙ нисек йәшәргә икәнен үҙебеҙ һайлай алабыҙ. (Ешуа 24:15-те * уҡығыҙ.) Беҙҙең ҡайғыртыусан Аллабыҙ үҙенә хеҙмәт итергә теләгәнебеҙҙе күргәндә шатлана (Зәб. 84:11; Ғиб. һүҙ. 27:11). Тормошобоҙҙоң башҡа өлкәләрендә лә дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итер өсөн, беҙ һайлау иркебеҙҙе ҡуллана алабыҙ. Был яҡтан Ғайса беҙгә үрнәк күрһәткән.

8. Һайлау иркен ҡулланыуҙа Ғайсанан нимәгә өйрәнеп була?

8 Ғайса һымаҡ, беҙ ҙә үҙебеҙ тураһында түгел, ә күберәк башҡалар тураһында уйлай алабыҙ. Бер көндө Ғайса һәм илселәре ныҡ арыған, шуға күрә тыныс ҡына ергә барып ял итеп алырға булған. Әммә улар теләгәнсә килеп сыҡмаған. Ҙур халыҡ төркөмө, Ғайсаны тыңларға теләп, уларҙы эҙләп тапҡан. Әммә Ғайса уларға асыуланмаған. Бының урынына, ул уларҙы йәлләгән һәм күп нәмәгә өйрәтә башлаған (Марк 6:30—34). Беҙ, Ғайса һымаҡ, ваҡытыбыҙҙы һәм көсөбөҙҙө башҡалар өсөн сарыф иткәндә, күктәге Атабыҙҙы данлайбыҙ (Матф. 5:14—16). Ә шулай уҡ Йәһүәгә уның ғаиләһендә булырға теләгәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ.

9. Ата-әсәләр нимәне иҫтә тоторға тейеш?

9 Йәһүә кешеләрҙе бала табыу һәләте менән барлыҡҡа килтергән. Ул шулай уҡ ата-әсәләргә балаларында үҙенә ҡарата яратыу үҫтерергә яуаплылыҡ биргән. Ата-әсәләр, һеҙ был ҡиммәтле бүләкте ҡәҙерләйһегеҙме? Йәһүә фәрештәләргә күп һәләттәр бирһә лә, улар бала таба алмай. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, Барлыҡҡа килтереүсе кешеләргә, бала табыу һәләтен биреп, ҙур хөрмәт күрһәткән. Балаларҙы Йәһүә ҡушҡанса тәрбиәләү һәм өйрәтеү — ата-әсәләрҙең изге бурысы (Ефес. 6:4; Ҡан. 6:5—7; Зәб. 127:3). Ата-әсәләргә ярҙам итер өсөн Йәһүәнең ойошмаһы Изге Яҙмаға нигеҙләнгән күп баҫмалар, видеояҙмалар, йырҙар һәм интернет-мәҡәләләр сығара. Эйе, Йәһүә лә, Ғайса Мәсих тә балаларыбыҙҙы бик ярата (Лука 18:15—17). Ата-әсәләр, Йәһүәгә таянып, балалары тураһында наҙлап ҡайғыртһа, был Йәһүәне бик шатландыра. Алланы тыңлаған ата-әсәләр балаларына мәңгегә Йәһүәнең ғаиләһенә ҡушылырға мөмкинлек аса.

10, 11. Йәһүә биргән ҡорбан ярҙамында ниндәй мөмкинлек асылған?

10 Беҙ Йәһүәнең ғаиләһендә була алһын өсөн, ул үҙенең ҡәҙерле Улын биргән.  Дүртенсе абзацта әйтелгәнсә, Әҙәм менән Һауа үҙҙәрен генә түгел, ә тоҡомдарын да Алла ғаиләһендә булыу мөмкинлегенән мәхрүм иткән (Рим. 5:12). Әҙәм менән Һауа белә тороп Алланы тыңламаған. Шуға күрә Йәһүә, уларҙы үҙ ғаиләһенән ҡыуып сығарып, ғәҙел эш иткән. Ә уларҙың тоҡомдары тураһында нимә әйтеп була? Йәһүә, яратыу сағылдырып, тыңлаусан кешеләргә үҙенең ғаиләһенә ҡайтырға мөмкинлек асҡан. Бының өсөн ул үҙенең берҙән-бер Улының ғүмерен ҡорбан итеп биргән (Яхъя 3:16; Рим. 5:19). Ғайсаның йолом ҡорбаны ярҙамында Йәһүә 144 000 тоғро хеҙмәтсеһен үҙенең балалары итеп ҡабул итә (Рим. 8:15—17; Асыл. 14:1).

11 Майланғандарҙан тыш, миллионлаған башҡа тыңлаусан кешеләр ҙә тулы мәғәнәлә Алла ғаиләһенең ағзалары булып китәсәк. Был Мәсихтең Меңйыллыҡ идара итеүенең аҙағында һуңғы һынауҙан һуң буласаҡ (Зәб. 25:14; Рим. 8:20, 21). Ундай өмөткә эйә булғанға күрә, улар инде хәҙер Барлыҡҡа килтереүсене, Йәһүәне, Атабыҙ тип атай (Матф. 6:9). Терелтелгәндәргә лә Алланың нормаларын белергә мөмкинлек бирелер. Әгәр улар, шул нормалар буйынса йәшәһә, һөҙөмтәлә Алла ғаиләһенең ағзалары булып китә алыр.

12. Беҙ хәҙер ниндәй һорауҙы ҡарап сығырбыҙ?

12 Беҙ инде ҡарап сыҡҡансы, Йәһүә кешеләргә үҙ хөрмәтен төрлөсә күрһәткән. Майланған мәсихселәрҙе ул үҙенең балалары итеп ҡабул итә, ә «бихисап күп халыҡҡа» яңы донъяла мәңге йәшәргә өмөт бүләк итә (Асыл. 7:9). Йәһүәнең ғаиләһендә мәңге булырға теләгәнебеҙҙе нисек күрһәтеп була?

ЙӘҺҮӘНЕҢ ҒАИЛӘҺЕНДӘ БУЛЫРҒА ТЕЛӘГӘНЕГЕҘҘЕ КҮРҺӘТЕГЕҘ

13. Алла ғаиләһенең ағзаһы булып китер өсөн, беҙгә нимә эшләргә кәрәк? (Марк 12:30).

13 Йәһүәне яратығыҙ һәм уға бөтә йөрәктән хеҙмәт итегеҙ. (Марк 12:30-ҙы уҡығыҙ.) Йәһүә беҙгә биргән иң ҡәҙерле бүләктәрҙең береһе — уға ғибәҙәт ҡылыу мөмкинлеге. Йәһүәнең әмерҙәрен үтәп, беҙ уны яратҡаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ (1 Яхъя 5:3). Ғайса, Алланың исеменән һөйләп, беҙгә шәкерттәр әҙерләргә һәм уларҙы һыуға сумдырырға ҡушҡан (Матф. 28:19). Шулай уҡ ул, һеҙ бер-берегеҙҙе яратырға тейеш, тип әйткән (Яхъя 13:35). Йәһүәнең әмерҙәрен үтәһәк, ул беҙҙе төрлө милләттән торған ғаиләһенә ҡабул итәсәк (Зәб. 15:1, 2).

14. Беҙ башҡаларға нисек итеп яратыу күрһәтә алабыҙ? (Матфей 9:36—38; Римдарға 12:10).

14 Кешеләрҙе яратығыҙ. Мөхәббәт — Йәһүәнең төп сифаты (1 Яхъя 4:8). Беҙ Йәһүәне әле белмәгәндә ул инде беҙҙе яратҡан (1 Яхъя 4:9, 10). Әгәр беҙ башҡаларға яратыу күрһәтһәк, беҙ унан үрнәк алабыҙ (Ефес. 5:1). Яратыу күрһәтер өсөн иң яҡшы мөмкинлек — әле ваҡыт булғанда, кешеләргә Йәһүә тураһында белем алырға ярҙам итеү. (Матфей 9:36—38-ҙе уҡығыҙ.) Шулай итеп беҙ уларға Алланың ғаиләһенә ҡушылырға мөмкинлек бирәбеҙ. Кеше һыуға сумдырылғандан һуң да, беҙ уны яратырға һәм хөрмәт итергә тейеш (1 Яхъя 4:20, 21). Мәҫәлән, ҡәрҙәшебеҙҙең ни өсөн былай йә тегеләй эшләгәнен аңламаһаҡ та, беҙ уның тураһында насар уйламаҫбыҙ. Киреһенсә, беҙ, уны үҙебеҙҙән өҫтөн күреп, хөрмәт күрһәтербеҙ (Римдарға 12:10-ды уҡығыҙ; Флп. 2:3).

15. Беҙ кемгә ҡарата шәфҡәтле һәм игелекле булырға тейеш?

15 Башҡаларға шәфҡәтле һәм игелекле булығыҙ. Йәһүәне Атабыҙ тип атарға хоҡуғыбыҙ булһын өсөн, беҙгә уның принциптары буйынса йәшәргә кәрәк. Мәҫәлән, Ғайса, беҙ бар кешеләргә, шул иҫәптән дошмандарға ла шәфҡәтле һәм игелекле булырға тейеш, тип өйрәткән (Лука 6:32—36). Был еңел түгел, шуға күрә беҙгә Ғайса һымаҡ уйларға һәм эш итергә өйрәнергә кәрәк. Йәһүәнең кәңәштәре буйынса йәшәр өсөн һәм Ғайсанан үрнәк алыр өсөн бар көсөбөҙҙө һалһаҡ, беҙ күктәге Атабыҙҙың ғаиләһендә мәңге булырға теләгәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ.

16. Беҙ Йәһүә ғаиләһенең абруйын нисек һаҡлай алабыҙ?

16 Йәһүә ғаиләһенең абруйын һаҡлағыҙ. Ғаиләлә, ғәҙәттә, бәләкәй балалар өлкәнерәктәренән үрнәк ала. Мәҫәлән, ағай кеше Изге Яҙмалағы принциптары буйынса йәшәһә, ҡустыһына яҡшы үрнәк була ала. Һәм киреһенсә, әгәр ул боҙоҡ тормош алып барһа, ҡустыһы ла уға эйәрергә мөмкин. Йәһүәнең ғаиләһендә лә шундай хәл була ала. Ҡайһы ваҡыт тоғро булған мәсихсе мөртәт булып китә ала йә әхлаҡһыҙ тормош алып бара башлай. Уға ҡарап, ҡайһы берәүҙәр уның насар үрнәгенә эйәрә һәм үҙҙәренең тәртибе менән Йәһүә ғаиләһенең абруйына тап төшөрә (1 Фес. 4:3—8). Әйҙәгеҙ, бер ҡасан да боҙоҡ тормош алып барған кешеләрҙең үрнәгенә эйәрмәйек һәм бер нәмәгә лә беҙҙе ҡайғыртыусан күктәге Атабыҙҙан йыраҡлаштырырға рөхсәт итмәйек.

17. Беҙгә ниндәй фекер йөрөтөү рәүешенән ҡасырға кәрәк һәм ни өсөн?

17 Аҡсаға һәм мал-мөлкәткә түгел, ә Йәһүәгә таянығыҙ. Әгәр беҙ, тормошобоҙҙа Алла ихтыярын беренсе урынға ҡуйып, Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәһәк, ул беҙҙе ризыҡ, кейем һәм йәшәү урыны менән тәьмин итергә вәғәҙә итә (Зәб. 55:22; Матф. 6:33). Был вәғәҙәгә ышанған мәсихселәр, был донъя тәҡдим иткән нәмәләр бәхет һәм яҡлау бирә, тип уйламаҫ. Йәһүәнең ихтыярын үтәү генә ысын күңел тыныслығы килтерә (Флп. 4:6, 7). Хатта күп нәмәләр һатып алырға мөмкинлегебеҙ булһа ла, үҙебеҙгә шундай һорауҙар бирергә кәрәк: «Был әйберҙәр хаҡында ҡайғыртыр өсөн һәм улар менән ҡулланыр өсөн ваҡытым һәм көсөм етерме? Мин был әйберҙәргә бөтә күңелем менән бирелеп китмәҫменме?» Йәһүә беҙгә — үҙенең ғаилә ағзаларына — мөһим йөкләмәләр биргән һәм беҙҙән уларҙы тырышып үтәүебеҙҙе көтә. Шуға күрә беҙгә иғтибарыбыҙҙы теләһә нәмәгә йүнәлтергә кәрәкмәй. Беҙ Инжилдә иҫкә алынған бай йәш кеше һымаҡ булырға теләмәҫ инек. Ул үҙенең байлығын шул тиклем яратҡан, хатта Йәһүәгә хеҙмәт итеп уның улы булып китеү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырған (Марк 10:17—22).

ЙӘҺҮӘНЕҢ БАЛАЛАРЫН БӨТМӘҪ ШАТЛЫҠ КӨТӘ

18. Аллаға тыңлаусан кешеләр ниндәй ҙур хөрмәткә һәм фатихаларға эйә буласаҡ?

18 Тыңлаусан кешеләр Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыу һәм мәңге уның дуҫтары булыу хөрмәтенә эйә буласаҡ. Ерҙә йәшәргә өмөтләнгән кешеләр Йәһүә барлыҡҡа килтергән ер тураһында шатланып ҡайғырта алыр. Оҙаҡламай Алла Батшалығы ярҙамында бөтә ер ожмахҡа әйләнәсәк. Әҙәм менән Һауа, Алла ғаиләһен ҡалдырып, күп зыян килтерһә лә, Ғайса тиҙҙән был зыянды төҙәтәсәк. Йәһүә миллионлаған кешене терелтәсәк, уларға камил һаулыҡ һәм ерҙәге ожмахта мәңге йәшәргә мөмкинлек бирәсәк (Лука 23:42, 43). Йәһүәнең ерҙәге балалары камил булып киткәс, уларҙың һәр береһе тулы рәүештә «дан һәм шөһрәт» сағылдырасаҡ (Зәб. 8:5).

19. Беҙгә нимәне иҫтә тоторға кәрәк?

19 Әгәр һин «бихисап күп халыҡтың» һанынан булһаң, һине иҫ киткес киләсәк көтә. Йәһүә һине ярата һәм үҙ ғаиләһендә күрергә теләй. Шуға күрә тормошоңдоң һәр көнө менән Йәһүәне шатландырып йәшә һәм уның вәғәҙәләрен үҙ күңелеңдә һаҡла. Әйҙәгеҙ, күктәге Атабыҙға ғибәҙәт ҡылыу һәм уны мәңге данлау мөмкинлеген ҡәҙерләйек!

107-СЕ ЙЫР Алла яратыуҙа өлгө күрһәтә

^ 5 абз. Ғаилә бәхетле булһын өсөн, ғаиләлә һәр береһе үҙ ролен белергә һәм бер-береһенә ярҙам итергә тейеш. Атай — ҡайғыртыусан ғаилә башлығы, әсәй — уның ярҙамсыһы, ә балалар уларға буйһонорға тейеш. Алла ғаиләһендә лә тәртип хөкөм һөрә. Әгәр беҙ Йәһүәнең ихтыяры буйынса йәшәһәк, беҙ мәңгегә уның ғаиләһенең ағзалары булып китә алабыҙ.

^ 7 абз. Ешуа 24:15: «Ләкин Йәһүәгә хеҙмәт итеү күңелегеҙгә оҡшамаһа, үҙегеҙ өсөн кемгә хеҙмәт итергә икәнен бөгөн һайлағыҙ. Бөйөк йылғаның теге яғында ата-бабаларығыҙ хеҙмәт иткән илаһтарға йә үҙегеҙ йәшәгән ерҙәге әмөриҙәр илаһтарына хеҙмәт итерһегеҙме — үҙегеҙ һайлағыҙ. Ә мин һәм минең йортом — беҙ Йәһүәгә хеҙмәт итәсәкбеҙ».

^ 56 абз. РӘСЕМДӘ: Аллаға оҡшатып барлыҡҡа килтерелгәнгә, беҙ яратыу менән шәфҡәтлек күрһәтә алабыҙ. Ирле-ҡатынлы бер пар Йәһүәне, бер-береһен һәм үҙ балаларын ярата. Улар үҙ улдарына Йәһүәгә ҡарата яратыу һәм хеҙмәт итергә теләк үҫтерергә ярҙам итә. Видеояҙмалар ярҙамында улар балаларына ни өсөн Йәһүәгә йолом түләргә кәрәк булғанын аңлата. Ә шулай уҡ улар, киләсәктә ерҙәге ожмах һәм хайуандар тураһында мәңге ҡайғыртырбыҙ, тип һөйләй.