Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

31-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Һеҙ Йәһүәне көтөргә әҙерме?

Һеҙ Йәһүәне көтөргә әҙерме?

«Мин... Алламды сабырлыҡ менән көтәм» (МИҠ. 7:7).

128-СЕ ЙЫР Ахырғаса сыҙам булайыҡ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. Был мәҡәләлә нимә ҡарап сығырбыҙ?

КҮҘ алдына килтерегеҙ: һеҙ билдәләнгән көнгә бик кәрәкле әйбер менән посылка көтәһегеҙ, ти, ә ул юҡ та юҡ. Был күңелһеҙләндерә, шулай бит? Ғибрәтле һүҙҙәр 13:12-лә: «Оҙаҡ ғәмәлгә ашмаған өмөт йөрәкте әрнетә», — тип бушҡа ғына яҙылмаған. Әммә һеҙ был посылканың һаман да килмәгәненә етди сәбәптәр бар икәнен белеп ҡалһағыҙ, нимә эшләрһегеҙ? Моғайын, хәҙер һеҙ көткәндә түҙемлерәк булырһығыҙ.

2 Был мәҡәләлә беҙ сабырлыҡ менән көтөргә ярҙам иткән бер нисә принципты ҡарап сығырбыҙ (Миҡ. 7:7). Шунан Йәһүәнең эш иткәнен көтөргә кәрәк булған ике өлкәгә иғтибар итербеҙ һәм Йәһүәне түҙемлек менән көткәндәрҙең ниндәй фатихалар аласағын белербеҙ.

ТҮҘЕМЛЕ БУЛЫРҒА ӨЙРӘТКӘН ПРИНЦИПТАР

3. Ғибрәтле һүҙҙәр 13:11-ҙә яҙылған һүҙҙәрҙең мәғәнәһе нимәлә?

3 Түҙемлектең мөһимлеген аңларға ярҙам иткән фекер Ғибрәтле һүҙҙәр 13:11-ҙә яҙылған. Унда былай тиелгән: «Тиҙ йыйылған байлыҡ кәмер, ә әҙ-әҙләп йыйыусының милке арта барыр». Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе нимәлә? Аҡыллы кеше бар эштәрен ашыҡмайынса эшләй, аҙымдарын үлсәп атлай.

4. Ғибрәтле һүҙҙәр 4:18-ҙәге принцип нимәне аңлата?

4 Ғибрәтле һүҙҙәр 4:18-ҙә былай тип яҙылған: «Тәҡүәләр юлы иһә таң яҡтыһы һымаҡ: көн яҡтыһы еткәнсе, яҡтырғандан-яҡтыра бара». Йыш ҡына был һүҙҙәрҙе беҙ Йәһүә үҙ ниәттәрен әкренләп асҡанын күрһәтер өсөн ҡулланабыҙ. Ә киң мәғәнәлә был һүҙҙәрҙе мәсихсенең рухи үҫешенә ҡулланып була. Был үҫеште тиҙләтеп булмай, ул ваҡыт талап итә. Әгәр беҙ Йәһүәнең үҙенең Һүҙе һәм ойошмаһы аша биргән кәңәштәренә етди ҡараһаҡ һәм уларҙы ҡулланһаҡ, беҙ әкренләп Мәсихкә оҡшаш була барырбыҙ. Шулай уҡ беҙҙең Алла тураһындағы белемебеҙ арта барыр. Әйҙәгеҙ, Ғайсаның был фекерҙе нисек аңлатҡанына иғтибар итәйек.

Үҫемлек яйлап ҡына үҫкән кеүек, хәҡиҡәтте ҡабул иткән кеше лә рухи яҡтан яйлап үҫә (5-се абзацты ҡарағыҙ.)

5. Кешенең рухи үҫешен Ғайса нимә менән сағыштырған?

5 Ғайса Батшалыҡ тураһындағы хәбәрҙең эскерһеҙ кешенең йөрәгендә яйлап ҡына үҫкәнен күрһәтер өсөн бер миҫал килтергән. Ул былай тип әйткән: «Орлоҡ [Батшалыҡ тураһындағы хәбәр] шытып сыға, үргә тартыла. Кеше [сәсеүсе] бының нисек булыуын белмәҫ тә. Ер үҙенән-үҙе уңыш бирә: тәүҙә һабаҡ, унан башаҡ үҫтерә, аҙаҡ башаҡ тулы орлоҡ ярала» (Марк 4:27, 28). Был һүҙҙәрҙе әйткәндә, Ғайса нимәне күҙ уңында тотҡан? Үҫемлек яйлап ҡына үҫкән шикелле, кешенең дә рухи үҫеше бәләкәй аҙымдарҙан тора. Кеше Йәһүәгә яҡынлашҡан һайын, уның яҡшы яҡҡа үҙгәргәне асыҡ күренә башлай (Ефес. 4:22—24). Әммә шуны онотмайыҡ: был бәләкәй орлоҡто Алла үҫтерә (1 Кор. 3:7).

6, 7. Йәһүәнең ерҙе нисек барлыҡҡа килтергәненән нимәгә өйрәнеп була?

6 Йәһүә нимә генә эшләһә лә, сабырлыҡ сағылдыра һәм эшен башҡарыр өсөн етерлек ваҡыт бүлә. Шулай эшләп, ул үҙенең исемен данлай һәм башҡаларҙың именлеге хаҡында ҡайғырта. Был Йәһүәнең ерҙе нисек итеп барлыҡҡа килтергәненән күренә.

7 Изге Яҙма буйынса, Алла ер шарын барлыҡҡа килтергәндә, «уның үлсәмдәрен» билдәләгән, «мөйөш ташын» ҡуйған һәм уны ныҡлы «нигеҙгә» һалған (Әйүп 38:5, 6). Ерҙе барлыҡҡа килтергәндә, ул хатта үҙенең эштәренә баһа бирер өсөн ваҡыт бүлгән (Баш. 1:10, 12). Йәһүәнең яңы нәмәләрҙе барлыҡҡа килтергәнен күргәндә, фәрештәләрҙең нимә хис иткәнен күҙ алдына килтереп кенә ҡарағыҙ. Йәһүәнең эштәре уларға шул тиклем ҙур шатлыҡ килтергән, хатта улар ҡыуанып ҡысҡырған (Әйүп 38:7). Беҙ бынан нимәгә өйрәнә алабыҙ? Ғаләмде барлыҡҡа килтерер өсөн меңәрләгән йылдар кәрәк булһа ла, Йәһүә үҙенең эштәренә ҡарап: «Ул бик яҡшы», — тип әйткән (Баш. 1:31).

8. Беҙ хәҙер нимәне ҡарап сығырбыҙ?

8 Күреүебеҙсә, Изге Яҙмала түҙемлектең мөһимлеген күрһәткән күп кенә принциптар бар. Ә хәҙер беҙ ниндәй ике өлкәлә Йәһүәне түҙемлек менән көтөргә кәрәк икәнен белербеҙ.

НИНДӘЙ ОСРАҠТАРҘА ЙӘҺҮӘНЕ КӨТӨРГӘ КӘРӘК?

9. Ниндәй осраҡтарҙа беҙгә Йәһүәнең эш итеүен көтөргә кәрәк?

9 Ҡайһы ваҡыт беҙгә доғаларыбыҙға яуапты көтөргә тура килә. Һынауҙар ваҡытында бирешмәҫ өсөн йә етешһеҙлектәребеҙҙе еңеп сығыр өсөн беҙ Йәһүәнән көс һорайбыҙ. Әммә ҡайһы саҡта доғаларыбыҙ яуапһыҙ ҡалған һымаҡ тойола. Ни өсөн Йәһүә доғаларыбыҙға шунда уҡ яуап бирмәй?

10. Доғаларыбыҙға яуап көткәндә, ни өсөн сабыр булырға кәрәк?

10 Беҙ доға ҡылғанда, Йәһүә иғтибар менән тыңлай (Зәб. 65:2). Эскерһеҙ доғаларыбыҙ уның өсөн иманыбыҙҙың билдәһе булып тора (Евр. 11:6). Йәһүә шулай уҡ доғаларыбыҙ буйынса йәшәргә һәм уның ихтыярын үтәргә әҙер булғаныбыҙҙы күрергә теләй (1 Яхъя 3:22). Әйтәйек, беҙ ниндәйҙер етешһеҙлекте еңергә йә насар ғәҙәттән арынырға ярҙам итеүен һорайбыҙ, ти. Ул саҡта беҙгә был көрәштә түҙемле булырға һәм үҙебеҙгә тырышлыҡтар һалырға кәрәк. Йәһүәнең һәр бер доғабыҙға шунда уҡ яуап бирмәйәсәген күрһәтер өсөн, Ғайса былай тигән: «Һорағыҙ — һәм һеҙгә бирерҙәр; эҙләгеҙ — һәм табырһығыҙ; шаҡығыҙ — һәм һеҙгә асырҙар. Сөнки һәр һораған кеше ала, эҙләгән таба һәм шаҡығанға асалар» (Матф. 7:7, 8). Әгәр беҙ, был кәңәш буйынса эш итеп, һәр ваҡыт доға ҡылһаҡ, Йәһүә доғаларыбыҙҙы яуапһыҙ ҡалдырмаясаҡ (Кол. 4:2).

Иман менән өҙлөкһөҙ доға ҡылыу Йәһүәне көтөргә ярҙам итә (11-се абзацты ҡарағыҙ.) *

11. Доғабыҙға яуап һуңлаған кеүек тойолһа, 1 Петр 5:6, 7-ләге һүҙҙәр беҙгә нисек ярҙам итә ала?

11 Ҡайһы ваҡыт Йәһүә доғаларыбыҙға яуап бирергә ашыҡмаған һымаҡ тойолһа ла, ысынында, ул үҙ ваҡытында яуап бирә. (1 Петр 5:6, 7-не уҡығыҙ.) Үҙебеҙ теләгәнсә тиҙ яуап алмаһаҡ, бының арҡаһында Йәһүәне бер ваҡытта ла ғәйепләмәйек. Мәҫәлән, кешеләр тиҫтәләгән йылдар буйы, Алла Батшалығы килеп яуызлыҡты бөтөрһөн, тип доға ҡыла. Ғайса хатта, бының тураһында доға ҡылырға кәрәк, тип әйткән (Матф. 6:10). Әммә яңы донъяның кешеләр көткән ваҡытта килмәгәне арҡаһында иманды юғалтыу аҡылһыҙ булыр ине! (Аб. 2:3; Матф. 24:44). Йәһүәгә артабан да доға ҡылып һәм уның яуап биреүен көтөп, беҙ зирәклек сағылдырабыҙ. Был донъяның ахыры үҙ ваҡытында киләсәк, сөнки Йәһүә уның көнөн һәм сәғәтен инде билдәләп ҡуйған. Һәм был барыһы өсөн дә иң яҡшы ваҡыт буласаҡ (Матф. 24:36; 2 Пет. 3:15).

Йософ нисек сабырлыҡ күрһәткән, һәм беҙ унан нимәгә өйрәнә алабыҙ? (12—14-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

12. Ниндәй өлкәлә түҙемлек сағылдырыуы еңел булмаҫҡа мөмкин?

12 Ҡайһы ваҡыт беҙгә ғәҙеллектең урынлаштырылғанын көтөргә тура килә. Был донъяла күптәр башҡа енес, раса, милләт йә мәҙәниәт кешеләренә кире ҡарашта тора. Шулай уҡ физик йә психик яҡтан кәмселеге булған кешене түбәнһетәләр. Ҡайһы бер Йәһүә шаһиттары ла Изге Яҙмаға ышанғандары арҡаһында ғәҙелһеҙлеккә дусар була. Әгәр беҙҙең менән шулай мөғәмәлә итһәләр, Ғайсаның «ахырғаса сыҙаған кеше ҡотоласаҡ» тигән һүҙҙәрен иҫтә тоторға кәрәк (Матф. 24:13). Ә ҡайһы ваҡыт һеҙ йыйылышта кемдеңдер етди гонаһ ҡылғанын белеп ҡалырға мөмкин. Шул саҡта һеҙ үҙегеҙҙе нисек тоторһоғоҙ? Был хәл өлкәндәргә билдәле булғас, һеҙ барыһын да Йәһүәнең ҡулына тапшырырһығыҙмы? Өлкәндәр был осраҡта Йәһүә ҡушҡанса эшләр, тип өмөтләнерһегеҙме?

13. Йыйылышта берәйһе етди гонаһ ҡылһа, өлкәндәр нимә эшләргә тейеш?

13 Йыйылышта берәй ҡәрҙәш етди гонаһ ҡылһа, өлкәндәр доғала «юғарынан килгән аҡыл» һорай, сөнки бөтә нәмәгә Йәһүә ҡарағандай ҡарарға теләй (Яҡ. 3:17). Уларҙың маҡсаты — гонаһ ҡылған мәсихсене «ялған юлдан» хәҡиҡәткә кире ҡайтарыу (Яҡ. 5:19, 20). Шулай уҡ улар йыйылышты яҡлар өсөн һәм гонаһ ҡылған мәсихсенән зыян күргәндәрҙе йыуатыр өсөн барыһын эшләй (2 Кор. 1:3, 4). Шундай эштәр ҡаралғанда, өлкәндәр беренсе сиратта бөтә факттарҙы тикшерә, ә был күпмелер ваҡыт талап итә. Шунан улар доға ҡыла, Изге Яҙманы тикшереп, тура килгән аяттарҙы һайлай һәм гонаһ ҡылыусыға ҡарата «тейешле дәрәжәлә» төҙәтеү сараларын күрә (Ирем. 30:11). Өлкәндәр был һорауҙы оҙаҡҡа һуҙмай, шул уҡ ваҡытта ашығып та эш итмәй. Уларҙың Алла күрһәтмәләренә буйһоноп эш итеүе бөтә йыйылышҡа файҙа килтерә. Әммә өлкәндәр барыһын дөрөҫ эшләһә лә, гонаһ ҡылыусынан зыян күргән ҡәрҙәштәрҙең күңелдәре барыбер әрнергә мөмкин. Шундай хистәр кисерһәгеҙ, һеҙгә нимә ярҙам итер?

14. Беҙҙе берәйһе рәнйетһә, Изге Яҙмалағы ниндәй миҫал беҙгә ярҙам итә ала?

14 Һеҙҙе берәйһе ныҡ рәнйеткәне бармы? Ә, бәлки, рәнйеткән кеше — ҡәрҙәшегеҙҙер. Изге Яҙмала оҡшаш хәлгә осраған Алланың ҡайһы бер хеҙмәтселәренең миҫалдары килтерелә. Улар Йәһүәне көткән һәм барыһын да уның ҡулына тапшырған. Уларҙың миҫалдары беҙҙе йыуата ала. Мәҫәлән, Йософто иҫкә төшөрәйек. Ағалары уның менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә итһә лә, ул ҡаты бәғерле булып китмәгән. Бының урынына, ул бөтә иғтибарын Йәһүәгә хеҙмәт итеүгә туплаған, һәм Йәһүә уны сабырлығы һәм сыҙамлығы өсөн мул итеп фатихалаған (Баш. 39:21). Ваҡыт үтеү менән Йософ үҙенә ҡайғы килтергән ағаларын ғәфү итә алған һәм Йәһүәнең был хәлде нисек итеп сискәнен күргән (Баш. 45:5). Йәһүәнең ғәҙеллек урынлаштырғанын көткән арала уға яҡынлашырға тырышһаҡ, беҙ, Йософ кеүек, йыуаныс табырбыҙ (Зәб. 7:17; 73:28).

15. Бер апай-ҡәрҙәшкә ғәҙелһеҙ мөғәмәләгә түҙергә нимә ярҙам иткән?

15 Моғайын, беҙ кисергән ғәҙелһеҙлек Йософтоҡо кеүек түгелдер. Әммә һәр насар мөғәмәлә күңелде әрнетә. Беҙҙе рәнйеткән кеше Йәһүәгә хеҙмәт итәме, юҡмы Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланыу беҙгә файҙа килтерер (Флп. 2:3, 4). Бер апай-ҡәрҙәш менән булған осраҡты ҡарап сығайыҡ. Уның исеме Яна булһын. Уның менән бергә эшләгән хеҙмәттәше уның тураһында нигеҙһеҙ насар һүҙҙәр әйткән. Был Янаға ауыртыу килтерһә лә, ул ҡыҙыулыҡ менән эш итмәгән. Ғайса Мәсихтең миҫалы тураһында уйланыу уға ярҙам иткән. Изге Яҙмала Ғайса тураһында былай тип әйтелә: «Мыҫҡыл ителгән ваҡытта Ул мыҫҡыл менән яуап ҡайтарманы» (1 Пет. 2:21, 23). Шуға күрә Яна хеҙмәттәшенең һүҙҙәренә иғтибар итмәҫкә ҡарар иткән. Һуңыраҡ ул теге ҡатындың һаулығы менән бәйле етди ауырлыҡтары булғанын һәм шуның арҡаһында ныҡ борсолғанын белеп ҡалған. Апай-ҡәрҙәшебеҙ бындай һығымтаға килгән: күрәһең, теге ҡатын уйламайынса ауыр һүҙҙәр әйткән булған. Түҙемлек Янаға үҙен дөрөҫ тоторға ярҙам иткән, һәм ул быға бик шатланған. Ваҡыт үтеү менән әсе хистәрҙең эҙе лә ҡалмаған.

16. Ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда, ниндәй фекер һеҙҙе йыуата ала? (1 Петр 3:12).

16 Әгәр һеҙ ғәҙелһеҙлек йә башҡа сәбәптәр арҡаһында ауыртыу кисерһәгеҙ, «Йәһүә яралы күңеллеләргә яҡын» икәнен онотмағыҙ (Зәб. 34:18). Ул һеҙҙе түҙемлек сағылдырғанығыҙ өсөн һәм уға таянғанығыҙ өсөн ярата (Зәб. 55:22). Ул — бөтә ерҙең Хакимы. Уның ҡарашынан бер нәмә лә йәшенә алмай. (1 Петр 3:12-не уҡығыҙ.) Шуға күрә ауыр хәлдән сығыу юлын белмәһәгеҙ, сабырлыҡ менән Йәһүәне көтөгөҙ.

ЙӘҺҮӘНЕ КӨТКӘНДӘР ӨСӨН БӨТМӘҪ ФАТИХАЛАР

17. Ишағыя 30:18 буйынса, Йәһүә беҙгә нимә вәғәҙә итә?

17 Тиҙҙән Алла Батшалығы күктәге Атабыҙ вәғәҙә иткәндәрҙең барыһын тормошҡа ашырасаҡ. Ишағыя 30:18-ҙә былай тип яҙылған: «Йәһүә һеҙгә илтифат күрһәтер өсөн сабырлыҡ менән көтөп тора, һеҙгә шәфҡәтлелек күрһәтергә тип күтәрелер. Йәһүә — ғәҙеллек Аллаһы бит. Уны көткәндәрҙең барыһы ла бәхетле». Йәһүәгә таянғандарҙы һәм уны көткәндәрҙе хәҙер һәм яңы донъяла күп фатихалар көтә.

18. Беҙҙе ниндәй фатихалар көтә?

18 Яңы донъяла Алла хеҙмәтселәренең бүтән бер ниндәй ҙә ауырлыҡтары һәм борсолоуҙары булмаҫ. Ғәҙелһеҙлек килтергән ауыртыу мәңгегә юҡҡа сығыр (Асыл. 21:4). Бер кем дә бер нәмәгә лә мохтаж булмаҫ, сөнки бөтә ерҙә муллыҡ булыр (Зәб. 72:16; Ишағ. 54:13). Эйе, беҙҙе иҫ киткес бүләк көтә!

19. Йәһүә беҙҙе нимәгә әҙерләй?

19 Бөгөн Йәһүә, беҙгә насар һыҙаттарҙан арынырға һәм күркәм сифаттар үҫтерергә ярҙам итеп, киләсәктәге тормошҡа әҙерләй. Беҙҙе иҫ киткес тормош көтә, шуға күрә бирешмәгеҙ! Әйҙәгеҙ, артабан да сабыр булайыҡ һәм Алла вәғәҙәләренең үтәлеүен көтәйек!

118-СЕ ЙЫР «Иманыбыҙҙы арттыр»

^ 5 абз. Оло йәштәге ҡәрҙәштәрҙең: «Армагеддонға тиклем ҡартайырмын тип уйламаған инем», — тип әйткәндәрен ишеткәнегеҙ барҙыр. Әлбиттә, беҙ барыбыҙ ҙа был яуыз донъянан арыныҡ һәм Йәһүәнең уны тиҙерәк юҡ итәсәген теләйбеҙ. Шулай ҙа беҙгә түҙемле булырға өйрәнергә кәрәк. Был мәҡәләлә көтөргә ярҙам иткән Изге Яҙмалағы принциптарға иғтибар итербеҙ. Шулай уҡ ниндәй ике өлкәлә Йәһүәне түҙемлек менән көтөргә кәрәк икәнен белербеҙ. Һәм түҙемлек сағылдырырға әҙер булғандарҙы ниндәй фатихалар көткәнен ҡарап сығырбыҙ.

^ 56 абз. РӘСЕМДӘ: апай-ҡәрҙәшебеҙҙең бала саҡтан уҡ доға ҡылыу ғәҙәте бар. Уны быға ата-әсәһе өйрәткән. Йәш саҡта ул пионер хеҙмәтен башлаған һәм Йәһүәнән йыш ярҙам һораған. Һуңыраҡ ире ҡаты ауырып киткәс, ул Йәһүәнән көс һорап үтенгән. Хәҙер тол булып ҡалғас, ул Йәһүәгә өҙлөкһөҙ доға ҡыла. Ул Йәһүәнең яуап бирәсәгенә бер ҙә шикләнмәй, сөнки Алла уның доғаларына ғүмер буйы яуап биргән.