Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

35-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Бер-берегеҙҙе нығытып тороғоҙ

Бер-берегеҙҙе нығытып тороғоҙ

«Бер-берегеҙҙе дәртләндереп һәм нығытып тороғоҙ» (1 ФЕС. 5:11, ЯДТ).

90-СЫ ЙЫР Бер-беребеҙҙе дәртләндерәйек

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. 1 Фессалоникаларға 5:11-ҙәге һүҙҙәр беҙҙе нимәгә дәртләндерә?

 ЙЫЙЫЛЫШЫҒЫҘ ҡасан да булһа Батшалыҡ залын төҙөүҙә йә уны ремонтлауҙа ҡатнашҡан булһа, һеҙ был залдағы беренсе осрашыуҙы, моғайын, бер ҡасан да онотмаҫһығыҙ. Һеҙҙең күңелегеҙ Йәһүәгә ҡарата рәхмәт хисе менән ташып торғандыр. Ә беренсе йырҙы йырлағанда, күҙҙәрегеҙ йәш менән тулғандыр. Беҙҙең матур залдарыбыҙ Йәһүәне данлай, әммә беҙ уға тағы ла күберәк дан килтергән эштә ҡатнаша алабыҙ. Ул эш букваль төҙөлөшкә ҡарағанда күпкә мөһимерәк һәм үҙ эсенә ошо залдарға килгән кешеләрҙе нығытыуҙы ала. Тап шуның тураһында илсе Павел 1 Фессалоникаларға 5:11-ҙә b (уҡығыҙ) яҙған. Грек теленән «нығытығыҙ» тип тәржемә ителгән һүҙҙе «төҙөгөҙ» тип тә тәржемә итеп була. Тимәк, башҡаларҙы нығытҡанда, беҙ мөһим эштә, рухи төҙөлөштә ҡатнашабыҙ, тип әйтеп була.

2. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

2 Илсе Павел башҡаларҙы рухландырыуҙа һәм нығытыуҙа яҡшы үрнәк ҡалдырған. Ул кеше хәлен яҡшы аңлай белгән. Был мәҡәләлә беҙ уның ҡәрҙәштәргә: 1) һынауҙарҙы йырып сығырға, 2) бер-береһе менән татыулыҡ һаҡларға һәм 3) Йәһүәгә имандарын нығытырға нисек ярҙам иткәнен ҡарап сығырбыҙ. Әйҙәгеҙ, Павелдан үрнәк алып, ҡәрҙәштәрҙе нисек рухландырып һәм нығытып булғанын беләйек (1 Кор. 11:1).

ПАВЕЛ ҠӘРҘӘШТӘРГӘ ҺЫНАУҘАРҘЫ ЕҢЕП СЫҒЫРҒА ЯРҘАМ ИТКӘН

3. Павелдың үҙ вазифаларына дөрөҫ ҡарашы нимәнән күренгән?

3 Павел ҡәрҙәштәрен бик яратҡан. Ул үҙе лә ауыр шарттар менән осрашҡан. Шуға күрә һынауҙар аша үткән мәсихселәрҙең хәленә инә белгән һәм уларға шәфҡәтлек сағылдырған. Бер тапҡыр Павел бөтөнләй аҡсаһыҙ ҡалған. Үҙен һәм юлдаштарын тәьмин итер өсөн уға эшләргә кәрәк булған (Ғәм. 20:34). Ул, Коринфҡа килеп еткәс, тәүҙә Акила һәм Прискилла менән эшләгән, сөнки улар бер төрлө эш башҡарған — палатка теккән. Әммә һәр шәмбе ул еврейҙарға һәм гректарға вәғәзләгән. Һуңыраҡ Сила менән Тимофей килгәс, ул «бөтә ваҡытын... вәғәз һөйләүгә» бағышлаған (Ғәм. 18:2—5). Павел тормошоноң төп маҡсатын — Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе — бер ҡасан да онотмаған. Ул эштә лә, хеҙмәттә лә тырыш булған, шуға күрә уның үрнәге ҡәрҙәштәрҙе рухландыра алған. Павел уларға еңел түгел икәнен һәм уларҙың күбеһенә ғаиләләре хаҡында ҡайғыртырға кәрәклеген аңлаған. Шулай ҙа Павел уларҙы «иң яҡшыларҙы», йәғни Йәһүәгә табыныу менән бәйле нәмәләрҙе һайлай белергә өндәгән (Флп. 1:10).

4. Павел менән Тимофей ҡаршылыҡтар менән осрашҡан ҡәрҙәштәргә нисек ярҙам иткән?

4 Мәҫәлән, Фессалоника ҡалаһында бына ниндәй хәл булған. Унда йыйылыш ойошторолғандан һуң күп тә үтмәҫтән, яңы ғына һыуға сумдырылған мәсихселәр етди ҡаршылыҡтар менән осрашҡан. Ҡаршы килеүселәр, Павел менән Силаны таба алмағас, ҡайһы бер ҡәрҙәштәрҙе «ҡала башлыҡтары янына һөйрәп алып» килгән һәм, «улар барыһы ла ҡайсарҙың әмерҙәренә ҡаршы» сыға, тип ҡысҡырған (Ғәм. 17:6, 7). Был ваҡиғаларҙың яңы шәкерттәрҙе ни тиклем шаҡ ҡатырғанын күҙ алдына ғына килтерегеҙ. Бөтә ҡала уларға ҡаршы булған! Бының арҡаһында уларҙың Йәһүәгә хеҙмәт итеү теләктәре кәмей алған. Ләкин Павел быны шул килеш ҡалдырмаған. Уға Сила менән ҡаланан китергә тура килһә лә, улар яңы йыйылыш хаҡында ҡайғыртыр өсөн бар көстәрен һалған. Һуңыраҡ Павел Фессалоникалағы мәсихселәргә былай тигән: «Эҙәрлекләүҙәр арҡаһында берегеҙ ҙә борсолмаһын өсөн, һеҙҙе нығытыу, иманығыҙҙа дәртләндерергә тигән маҡсат менән... Тимофейҙы һеҙҙең янға ебәрҙек» (1 Фес. 3:2, 3). Тимофей Листра ҡалаһынан булған, шуға күрә ул, моғайын, эҙәрләүҙәр нимә икәнен яҡшы белгән. Ул Павелдың Листра ҡалаһында ҡәрҙәштәрҙе нығытҡанын күргән. Йәһүәнең Павелды нисек нығытҡанын күргәнгә, Тимофей яңы ҡәрҙәштәрҙе барыһы ла яҡшы буласағына ышандыра алған (Ғәм. 14:8, 19—22; Евр. 12:2).

5. Бер өлкән нисек итеп Брайантҡа ярҙам иткән?

5 Павел имандаштарын тағы нисек нығытҡан? Ул Варнава менән бергә Листра, Икония һәм Антиохия ҡалалары аша үткәндә, ундағы йыйылыштарҙа өлкәндәрҙе билдәләгән (Ғәм. 14:21—23). Әлбиттә, шул өлкәндәр йыйылыштар өсөн дәрт сығанағы булып киткән. Бөгөн дә өлкәндәр ҡәрҙәштәрҙе нығыта. Брайант исемле ағай-ҡәрҙәш бына нимә тип һөйләй: «Миңә 15 йәш булғанда, атайым беҙҙе ташлап китте, ә әсәйемде йыйылыштан сығарҙылар. Мин үҙемде бер кемгә лә кәрәкмәгән итеп тойҙом». Брайантҡа шул ауыр ваҡыттарҙа нимә ярҙам иткән? Ул былай тип дауам итә: «Йыйылышыбыҙҙағы Тони исемле өлкән минең менән осрашыуҙа ла, башҡа ваҡытта ла аралашып торҙо. Ул миңә һынауҙарҙа шатлыҡтарын юғалтмаған ҡәрҙәштәр тураһында һөйләне. Тони миңә 27-се мәҙхиәләге 10-сы аятты күрһәтте. Шулай уҡ ул Езекия тураһында һөйләне. Атаһының насар үрнәгенә ҡарамаҫтан, Езекия Йәһүәгә тоғро булып ҡалған». Өлкәндең ҡайғыртыуы Брайантҡа нисек ярҙам иткән? «Тониҙың рухландырыуы миңә ваҡыт үтеү менән тулы ваҡытлы хеҙмәт башларға ярҙам итте. Был хеҙмәт миңә сағыштырғыһыҙ ҡәнәғәтлек килтерҙе!» Өлкәндәр, Брайант һымаҡ «яҡшы һүҙгә» мохтаж булған ҡәрҙәштәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ (Ғиб. һүҙ. 12:25).

6. Павел, Алланың тоғро хеҙмәтселәре тураһында һөйләп, ҡәрҙәштәрен нисек рухландырған?

6 Боронғо ваҡытта күп тоғро хеҙмәтселәр Алла ярҙамы менән етди ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан. Павел ҡәрҙәштәргә бының тураһында яҙған, сөнки шундай миҫалдар ҡәрҙәштәргә ҡыйыулыҡ өҫтәгән (Евр. 12:1). Бынан тыш, шундай осраҡтар уларға ҡараштарын «тере Алла ҡалаһына» йүнәлтеп йәшәргә ярҙам иткән (Евр. 12:22). Улар беҙгә лә файҙалы. Йәһүәнең Гедеонға, Варакка, Дауытҡа, Самуилға һәм башҡа хеҙмәтселәренә ярҙам иткәне тураһында уҡыу беҙгә көс өҫтәмәйме ни? (Евр. 11:32—35). Шулай уҡ бөгөнгө көндәрҙәге хеҙмәтселәрҙең миҫалдары тураһында ла онотмағыҙ. Уларҙың биографиялары күп ҡәрҙәштәрҙе нығыта, һәм ойошмабыҙҙың баш идаралығына бының турала йыш ҡына хаттар килә.

ПАВЕЛ ҠӘРҘӘШТӘРГӘ ТАТЫУ БУЛЫРҒА ЯРҘАМ ИТКӘН

7. Павелдың Римдарға 14:19—21-ҙә яҙылған кәңәше беҙгә ниндәй файҙа килтерә?

7 Һүҙҙәребеҙ һәм эштәребеҙ йыйылыштың берҙәмлеген һаҡларға ярҙам итә икән, тимәк, беҙ ҡәрҙәштәребеҙҙе нығытабыҙ. Кем менәндер уртаҡ фекергә килә алмаһаҡ та, беҙ бер-беребеҙҙән йыраҡлашмайбыҙ. Әгәр Изге Яҙмалағы принциптар боҙолмаһа, үҙ һүҙебеҙҙә ныҡышып тормайбыҙ. Әйҙәгеҙ, бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Беренсе быуатта Римдағы мәсихселәр йыйылышында еврейҙар ҙа, башҡа халыҡ кешеләре лә булған. Муса ҡануны ғәмәлдән сыҡҡас, ризыҡҡа ҡағылышлы сикләүҙәр көсөн юғалтҡан (Марк 7:19). Шул ваҡыттан алып еврей халҡынан булған ҡайһы бер мәсихселәр, һәр төрлө ризыҡты ашай алабыҙ, тип һанаған. Ә шул уҡ еврей халҡынан булған башҡа мәсихселәр бының менән ризалашмаған. Шуның арҡаһында йыйылышта етди бәхәстәр тыуған. Павел йыйылыштарҙа тыныслыҡ һаҡлауҙың мөһимлеге тураһында былай тип яҙған: «Ит ашамауың, шарап эсмәүең, имандашыңдың абыныуына килтерерлек башҡа нәмәләр эшләмәүең яҡшы». (Римдарға 14:19—21-ҙе уҡығыҙ.) Күреүебеҙсә, Павел ҡәрҙәштәргә бәхәсләшеүҙең айырым кешеләргә лә, бөтә йыйылышҡа ла зыян килтергәнен аңларға ярҙам иткән. Ул үҙе лә башҡаларға абыныу ташы булмаҫ өсөн үҙгәрергә әҙер булған (1 Кор. 9:19—22). Шулай уҡ беҙ ҙә шәхси ҡараштарыбыҙ арҡаһында бәхәсләшмәһәк, башҡаларҙы нығытырбыҙ һәм йыйылышта тыныслыҡ һаҡларға ярҙам итербеҙ.

8. Йыйылыштағы тыныслыҡ ҡурҡыныс аҫтында булғанда, Павел үҙен нисек тотҡан?

8 Етди һорауҙарҙа ҡараштары ныҡ айырылып торған ҡәрҙәштәр менән дә Павел татыу булырға тырышҡан. Мәҫәлән, ҡайһы бер мәсихселәр башҡа халыҡтарҙан булған яңы мәсихселәрҙе сөннәткә ултыртыуҙарын талап иткән. Бәлки, улар еврейҙар тәнҡитләмәһен тип шулай эшләргә ҡушҡандыр (Гал. 6:12). Павел бындай ҡараш менән бөтөнләй ризалашмаған. Шулай ҙа ул башҡаларҙы үҙенең яғына ауыштырмаған. Киреһенсә, ул баҫалҡылыҡ менән был һорауҙы Иерусалимдағы илселәргә һәм өлкәндәргә ебәргән (Ғәм. 15:1, 2). Шулай эш итеү йыйылышта шатлыҡ һәм тыныслыҡ һаҡларға ярҙам иткән (Ғәм. 15:30, 31).

9. Беҙ Павелдан ниндәй үрнәк ала алабыҙ?

9 Етди ҡаршылыҡтар тыуһа, кәңәш һорап өлкәндәргә мөрәжәғәт итеү яҡшы булыр. Йәһүә уларҙы йыйылыштар хаҡында ҡайғыртырға билдәләгән. Йыш ҡына Изге Яҙмаға нигеҙләнгән күрһәтмәләрҙе Алла ойошмаһы сығарған әҙәбиәттә табып була. Әгәр үҙ ҡарашыбыҙҙы таҡмаһаҡ, ә шул күрһәтмәләр буйынса эш итһәк, беҙ йыйылыштағы тыныслыҡҡа үҙ өлөшөбөҙҙө индерербеҙ.

10. Йыйылышта тыныслыҡ булһын өсөн, Павел тағы нимә эшләгән?

10 Павелды тыныслыҡ булдырыусы тип атап була, сөнки ул ҡәрҙәштәрҙең етешһеҙлектәренә түгел, ә күркәм сифаттарына иғтибар иткән. Мәҫәлән, уның Римдарға яҙған хатын алайыҡ. Хатын тамамлағанда, Павел күп мәсихселәрҙең исемдәрен иҫкә төшөрә һәм улар тураһында яҡшы һүҙҙәр яҙа. Унан нисек өлгө алып була? Беҙгә ҡәрҙәштәрҙең яҡшы сифаттары тураһында һөйләргә оялырға кәрәкмәй. Йылы итеп әйтелгән маҡтау һүҙҙәре йыйылышта дуҫлыҡ һәм яратыу бәйләнештәрен нығыта.

11. Бәхәстәр тыуғанда, нисек тыныслыҡ урынлаштырырға?

11 Ҡайһы саҡта хатта етлеккән мәсихселәр ҙә төрлө ҡарашта булырға һәм бер-береһе менән бәхәсләшергә мөмкин. Павел һәм уның яҡын дуҫы Варнава менән тап шундай хәл булған. Маркты киләһе миссионер сәйәхәтенә алырғамы, юҡмы тигән һорауҙа улар бер ҡарарға килә алмаған. Изге Яҙмала: «Павел менән Варнава араһында етди ризаһыҙлыҡ тыуҙы һәм улар икеһе ике яҡҡа китергә булды», — тип әйтелә (Ғәм. 15:37—39). Әммә һуңыраҡ Павел, Варнава һәм Марк татыулашҡан. Шулай итеп улар йыйылышта тыныслыҡты һәм берҙәмлекте ҡәҙерләгәндәрен күрһәткән. Һуңыраҡ Павел үҙенең хаттарында Варнава менән Марк тураһында яҡшы һүҙҙәр яҙған (1 Кор. 9:6; Кол. 4:10, 11). Беҙгә лә ҡәрҙәштәр менән һәр төрлө бәхәсте яйға һалырға кәрәк һәм артабан да уларҙың яҡшы сифаттары тураһында уйларға кәрәк. Шулай эшләп, беҙ тыныслыҡҡа һәм берҙәмлеккә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ (Ефес. 4:3).

ПАВЕЛ ҠӘРҘӘШТӘРҘЕҢ ИМАНЫН НЫҒЫТҠАН

12. Ҡәрҙәштәребеҙгә ниндәй һынауҙар менән осрашырға тура килә?

12 Ҡәрҙәштәргә Йәһүәгә ҡарата имандарын нығытырға ярҙам итһәк, беҙ уларҙы дәртләндерәбеҙ һәм нығытабыҙ. Уларға ниндәй һынауҙар менән осрашырға тура килә? Ҡайһы бер ҡәрҙәштәрҙән туғандары, эштәге хеҙмәттәштәре йә синыфташтары мыҫҡыллап көлә. Башҡа ҡәрҙәштәр ҡаты ауырыу менән көрәшә йә күңел яраларынан интегә. Ә кемдер Аллаға инде күп йылдар хеҙмәт итә һәм был донъяның ахырын зарығып көтә. Шундай саҡтарҙа мәсихсенең иманы ҡаҡшарға мөмкин. Әммә оҡшаш һынауҙар менән беренсе быуаттағы мәсихселәр ҙә осрашҡан. Павел ул ҡәрҙәштәрҙе нисек нығытҡан?

Илсе Павел һымаҡ, беҙ башҡаларҙы нисек нығыта алабыҙ? (13-сө абзацты ҡарағыҙ.) c

13. Павел мәсихселәргә үҙ ҡараштарын яҡларға нисек ярҙам иткән?

13 Павел ҡәрҙәштәрен Изге Яҙма ярҙамында нығытҡан. Бына бер миҫал. Беренсе быуатта еврей халҡынан булған мәсихселәрҙең туғандары, динегеҙ йәһүд диненән ҡалыша, тип әйтә алған. Бәлки, шул саҡта ҡәрҙәштәребеҙ нимә тип яуап бирергә белмәгәндер. Шуға күрә Павелдың еврейҙарға яҙған хаты бик урынлы булған (Евр. 1:5, 6; 2:2, 3; 9:24, 25). Хәҙер уларҙың шундай кешеләр менән һөйләшкәндә көслө дәлилдәре булған. Бөгөн беҙ ҡәрҙәштәребеҙгә Изге Яҙмаға нигеҙләнгән баҫмаларыбыҙҙы аҡыллы ҡулланырға һәм үҙ ҡараштарын дөрөҫ яҡларға ярҙам итә алабыҙ. Ә йәш ҡәрҙәштәребеҙҙән мәктәптә барлыҡҡа килтерелеүгә ышанғандары өсөн мыҫҡыллап көлһәләр, беҙ уларҙы нисек нығыта алабыҙ? Ниңә уларға ҡараштарын яҡларға ярҙам иткән мәғлүмәт табырға ярҙам итмәҫкә? Мәҫәлән, «Тормош яратылған булғанмы?» һәм «Тормош яралыуы. Иғтибарға лайыҡ биш һорау» тигән брошюраларҙы (тат.) ҡулланығыҙ.

Илсе Павел һымаҡ, беҙ башҡаларҙы нисек нығыта алабыҙ? (14-се абзацты ҡарағыҙ.) d

14. Вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә күп ҡатнашһа ла, Павел тағы нимә эшләгән?

14 Павел яратыуҙы эштәр менән күрһәтергә дәртләндергән (Евр. 10:24). Ул ҡәрҙәштәр өсөн үҙен йәлләмәгән. Йәһүҙиәлә ныҡ аслыҡ булғанда, Павел унда гуманитар ярҙам алып барырға ярҙам иткән (Ғәм. 11:27—30). Павел вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә күп ҡатнашһа ла, мохтаждарға ярҙам итеү мөмкинлеген һәр ваҡыт эҙләгән (Гал. 2:10). Шулай эшләп, ул имандаштарының Йәһүәнең улар хаҡында ҡайғыртасағына ышанысын нығытҡан. Беҙ ҙә, Павелдан өлгө алып, ҡәрҙәштәребеҙҙең иманын нығыта алабыҙ. Бер мөмкинлек — ваҡытыбыҙҙы һәм көсөбөҙҙө йәлләмәйенсә, тәбиғәт афәттәренән зыян күргәндәргә ярҙам итеү. Бынан тыш, беҙ бөтә донъя эшмәкәрлегебеҙгә иғәнәләрҙе даими бирә алабыҙ. Әлбиттә, башҡа мөмкинлектәр ҙә бик күп. Шулай эшләп, беҙ ҡәрҙәштәрҙең Йәһүәнең уларҙы бер ҡасан да ташламаясағына ышанысын нығытабыҙ.

Илсе Павел һымаҡ, беҙ башҡаларҙы нисек нығыта алабыҙ? (15, 16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) e

15, 16. Имандары ҡаҡшаған ҡәрҙәштәр менән нисек мөғәмәлә итергә кәрәк?

15 Павел имандары ҡаҡшаған ҡәрҙәштәрҙе өмөтһөҙ тип һанамаған. Ул уларға ҡарата шәфҡәтле булған. Шулай уҡ улар менән игелекле итеп һәм яҡшы нәмәләр тураһында һөйләшкән (Евр. 6:9; 10:39). Мәҫәлән, еврейҙарға яҙған хатында илсе Павел йыш ҡына «беҙ», «беҙҙе», «беҙгә» тигән һүҙҙәр ҡулланған. Шулай эшләп, ул хатын уҡыған кешеләрҙән үҙен айырмағанын һәм биргән кәңәштәре уның үҙенә лә ҡағылғанын күрһәткән (Евр. 2:1, 3). Беҙ ҙә иманда көсһөҙләнгән ҡәрҙәштәрҙе өмөтһөҙ тип һанамайбыҙ. Киреһенсә, беҙ улар менән эскерһеҙ ҡыҙыҡһынабыҙ һәм уларҙы нығытырға тырышабыҙ. Шул саҡта улар яратыуыбыҙҙы тоя алыр. Уларҙы һүҙҙәребеҙ генә түгел, ә йомшаҡ һәм яғымлы тауышыбыҙ ҙа нығыта ала.

16 Павел ҡәрҙәштәрен Йәһүә уларҙың һәр игелекле эшен күреп тора икәненә ышандырған (Евр. 10:32—34). Беҙ ҙә имандары ҡаҡшаған ҡәрҙәштәр менән шулай уҡ мөғәмәлә итә алабыҙ. Уларҙан хәҡиҡәтте нисек белгәндәре тураһында һорашығыҙ йәки тормоштарында Йәһүәнең ярҙамын күргән осраҡтарҙы һөйләүҙәрен һорағыҙ. Шулай эшләп, беҙ Йәһүәнең уларҙың мөхәббәтен һәм хеҙмәтен онотмағанына һәм уларҙы бер ҡасан да ташламаясағына ышандыра алабыҙ (Евр. 6:10; 13:5, 6). Шундай һөйләшеүҙәр ҡәрҙәштәребеҙҙе дәртләндерә һәм Йәһүәгә артабан да хеҙмәт итергә көс өҫтәй.

БЕР-БЕРЕГЕҘҘЕ РУХЛАНДЫРЫҒЫҘ

17. Беҙгә ниндәй яҡтан артабан да яҡшырырға кәрәк?

17 Төҙөүселәр ваҡыт үтеү менән үҙ һәләттәрен яҡшыртҡан һымаҡ, беҙ ҙә бер-беребеҙҙе рухландырыуҙа һәм нығытыуҙа яҡшыра алабыҙ. Йәһүәгә тоғро булып ҡалған хеҙмәтселәр тураһында һөйләп, ҡәрҙәштәргә һынауҙарҙы еңергә ярҙам итегеҙ. Башҡаларҙың яҡшы яҡтары тураһында һөйләп, татыулыҡҡа үҙ өлөшөгөҙҙө индерегеҙ. Татыулыҡ ҡурҡыныс аҫтында булғанда, уны һаҡлап ҡалыр өсөн бар көсөгөҙҙө һалығыҙ. Бәхәстәр тыуғанда, татыулыҡ урынлаштырығыҙ. Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәр тураһында һөйләп, эштәр менән ярҙам итеп һәм рухи яҡтан көсһөҙләнгәндәрҙе нығытып, ҡәрҙәштәрҙең иманын нығытығыҙ.

18. Был мәҡәлә һеҙҙе нимәгә дәртләндерҙе?

18 Батшалыҡ залдарын төҙөү эштәрендә ҡатнашҡан ҡәрҙәштәр үҙҙәрен шатлыҡлы хис итә. Беҙ ҙә рухи төҙөлөштә — ҡәрҙәштәрҙең имандарын нығытыу эшендә ҡатнашып, бәхет һәм ҡәнәғәтлек кисерәбеҙ. Иртәме, һуңмы һәр бина емерелә, ә хеҙмәтебеҙҙең емештәре мәңгегә ҡала. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, «бер-берегеҙҙе дәртләндереп һәм нығытып тороғоҙ» тигән һүҙҙәр буйынса йәшәйек! (1 Фес. 5:11).

100-СӨ ЙЫР Ҡунаҡсыл булайыҡ

a Был яуыз донъяла йәшәүе еңел түгел. Ҡәрҙәштәребеҙ бик етди ауырлыҡтар менән осраша. Шуға күрә уларҙы нығытыр өсөн мөмкинлектәр эҙләргә кәрәк. Был мәҡәләлә беҙ илсе Павелдың үрнәген ҡарап сығырбыҙ.

b 1 Фессалоникаларға 5:11, ЯДТ: «Шуға күрә бер-берегеҙҙе дәртләндереп һәм нығытып тороғоҙ; һеҙ шулай эшләйһегеҙ ҙә».

c РӘСЕМДӘ: атай кеше ҡыҙына Яңы йыл байрамында ҡатнашмағанын аңлатырға ярҙам итер өсөн баҫмаларыбыҙҙан кәңәштәр күрһәтә.

d РӘСЕМДӘ: бер пар тәбиғәт афәтенән зыян күргән ҡәрҙәштәргә ярҙам итер өсөн илдең башҡа өлөшөнә килгән.

e РӘСЕМДӘ: өлкән рухи яҡтан көсһөҙләнгән ағай-ҡәрҙәшкә килгән һәм уға пионер мәктәбендә бергә уҡыған ваҡытта төшкән фотоны күрһәтә; фото йылы хәтирәләрҙе иҫкә төшөрә; ағай-ҡәрҙәш Йәһүәгә хеҙмәт итеү килтергән шатлыҡты яңынан тойорға теләй; ваҡыт үтеү менән ул йыйылышҡа кире ҡайта.