32-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
Йәштәр, һыуға сумдырылғандан һуң да рухи яҡтан үҫеүегеҙҙе дауам итегеҙ!
«Ярашлы рәүештә һәр яҡтан үҫәйек» (ЕФЕС. 4:15).
56-СЫ ЙЫР Хәҡиҡәтте тормош юлың ит
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a
1. Күп кенә йәштәр хәҡиҡәт юлында инде нимәгә өлгәшкән?
ЙЫЛ һайын меңләгән йәш мәсихсе һыуға сумдырыла. Әгәр һин уларҙың береһе булһаң, Йәһүә һәм ҡәрҙәштәрең һинең өсөн бик шат! (Ғиб. һүҙ. 27:11). Әйҙә, хәҡиҡәт юлында һинең инде нимәгә өлгәшкәнеңде иҫкә төшөрәйек. Һин, бәлки, бер нисә йыл тырышып Изге Яҙманы өйрәндең. Был һине Изге Яҙманың Алла Һүҙе икәненә ышандырҙы. Ә иң мөһиме, һин был изге китаптың Яҙыусыһы менән таныштың һәм уны ярата башланың. Һәм бына һин үҙеңде Йәһүәгә бағышланың һәм һыуға сумдырылдың. Тормошоңда һин иң дөрөҫ һайлау яһаның!
2. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
2 Әлбиттә, әле һыуға сумдырылғанға тиклем, төрлө ауырлыҡтар һинең Йәһүәгә тоғролоғоңдо һынаған. Үҫә барған һайын, юлыңда яңы кәртәләр булыр. Шайтан Йәһүәгә ҡарата яратыуыңды һыуытырға һәм һине унан алып китергә тырышыр (Ефес. 4:14). Быға юл ҡуйма! Йәһүәгә тоғро булып ҡалырға һәм бағышланыу анты буйынса йәшәргә һиңә нимә ярҙам итер? Өлгәшкәнеңдә туҡтама, етлеккән мәсихсе булырға ынтыл (Евр. 6:1). Бының өсөн нимә кәрәк? Әйҙә, ҡарап сығайыҡ.
НИСЕК ЕТЛЕККӘН МӘСИХСЕ БУЛЫП КИТЕРГӘ?
3. Бөтә мәсихселәргә һыуға сумдырылғандан һуң да нимә эшләргә кәрәк?
3 Һыуға сумдырылғандан һуң беҙҙең барыбыҙға ла илсе Павелдың Ефестағы имандаштарына биргән кәңәше буйынса эш итергә кәрәк. Павел уларҙы «балиғ кеше» булырға дәртләндергән (Ефес. 4:13, ЯДТ). Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, уларға артабан да рухи яҡтан үҫергә кәрәк булған. Павел рухи үҫеште баланың үҫеүе менән сағыштырған. Атай-әсәй үҙ балаһын ныҡ ярата һәм уның менән ғорурлана. Шулай булһа ла, ул мәңге сабый булып ҡала алмай. Ваҡыт үтеү менән уға сабыйҙарға хас сифаттарын ҡалдырырға кәрәк (1 Кор. 13:11). Тап шуны уҡ мәсихселәр тураһында ла әйтеп була. Һыуға сумдырылғандан һуң беҙгә бер урында тапанып торорға түгел, ә алға ынтылырға кәрәк. Был яҡтан беҙгә нимә ярҙам итер? Әйҙәгеҙ, бер нисә кәңәште ҡарап сығайыҡ.
4. Һиңә рухи яҡтан үҫергә нимә ярҙам итер? Аңлат. (Филиптарға 1:9).
4 Йәһүәгә ҡарата мөхәббәтеңде нығыт. Һин Йәһүәне былай ҙа инде ныҡ яратаһың. Әммә уға ҡарата мөхәббәтең тағы ла нығыраҡ булып китә ала. Нисек итеп? Был һорауға илсе Павел филиптарға яҙған хатындағы һүҙҙәр менән яуап бирә. (Филиптарға 1:9-ҙы уҡығыҙ.) Ул Филипптағы мәсихселәрҙең мөхәббәте «артҡандан-арта барһын» тип доға ҡылған. Тимәк, беҙҙең дә Йәһүәгә ҡарата яратыуыбыҙ көсәйә ала. Бының өсөн беҙгә Алланың ихтыярын белергә һәм уны тәрән аңларға кәрәк. Йәһүәне күберәк белгән һайын, беҙ уны нығыраҡ яратабыҙ, шулай уҡ уның сифаттарын һәм эштәрен ҡәҙерләйбеҙ. Алланы шатландырырға теләгебеҙ үҫә барғанға, беҙ уны күңелһеҙләндергән эштәр ҡылмайбыҙ. Уның беҙҙән нимә көткәнен аңларға һәм ул хуплағанса йәшәргә тырышабыҙ.
5, 6. Йәһүәне нығыраҡ яратырға беҙгә нимә ярҙам итер? Аңлат.
5 Беҙ, Ғайса менән яҡшыраҡ танышып, Йәһүәне тағы ла нығыраҡ ярата башлайбыҙ, сөнки ул Атаһының сифаттарын камил рәүештә сағылдырған (Евр. 1:3). Ғайса тураһында күберәк белер өсөн, Инжилдең беренсе дүрт китабын уҡып сығырға була. Әгәр һинең Изге Яҙманы көн һайын уҡырға ғәҙәтең булмаһа, ни өсөн быны бөгөн үк башламаҫҡа? Изге Яҙманан Ғайса тураһында уҡығанда, уның сифаттарына айырыуса иғтибар ит. Ғайса алсаҡ булған. Уға бәләкәй балаларҙы килтергәндә, ул уларҙы ҡосаҡлаған һәм алдына алып ултырған (Марк 10:13—16). Шәкерттәренә лә уның менән еңел булған. Улар нимә уйлағандарын ҡурҡмайынса асыҡ һөйләй алған (Матф. 16:22). Был яҡтан Ғайса үҙенең күктәге Атаһынан өлгө алған. Йәһүә лә бик алсаҡ: ул беҙҙең доғаларыбыҙҙы иғтибар менән тыңлай. Беҙ уға күңелебеҙҙә булғандың барыһын һөйләй алабыҙ. Һәм ул беҙҙе хөкөм итер тип ҡурҡмайбыҙ. Күктәге Атабыҙ беҙҙе ярата һәм беҙҙең хаҡта ҡайғырта (1 Пет. 5:7).
6 Ғайса кешеләрҙең хәленә инә белгән. Илсе Матфей уның тураһында былай тип яҙған: «Ул, халыҡ төркөмдәрен күреп, йәлләне, сөнки улар көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡтар һымаҡ йонсоу һәм ярҙамға мохтаж инеләр» (Матф. 9:36). Ә Йәһүә үҙен беҙҙең менән нисек тота? Ғайса былай тигән: «Һеҙҙең Күктәге Атағыҙ ҙа шулай: түбән заттарҙың береһенең дә һәләк булыуын теләмәй» (Матф. 18:14). Был һүҙҙәр күңелебеҙҙе йылыта! Ғайсаны күберәк белгән һайын, беҙ Йәһүәне нығыраҡ яратабыҙ.
7. Ни өсөн рухи яҡтан етлеккән ҡәрҙәштәр менән аралашыу файҙалы?
7 Һиңә Йәһүәгә ҡарата яратыуыңды нығытырға һәм рухи яҡтан үҫергә тағы нимә ярҙам итер? Йыйылышыңдағы көслө иманлы ҡәрҙәштәрҙең үрнәге. Улар менән яҡынданыраҡ танышырға тырыш. Иғтибар ит, улар ни тиклем шатлыҡлы. Йәһүәгә хеҙмәт итергә ҡарар иткәндәренә улар бер ҙә үкенмәй. Уларҙың хәҡиҡәт юлында булған осраҡтары менән бүлешеүҙәрен һора. Шулай уҡ, берәй мөһим ҡарар ҡабул итергә кәрәк булғанда, уларҙан кәңәш һора. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «кәңәшселәр күп булғанда, уңыш килә» (Ғиб. һүҙ. 11:14).
8. Изге Яҙмалағы тәғлимәттәргә ҡарата шиктәрең тыуһа, нимә эшләргә?
8 Шиктәрең менән көрәш. 2-се абзацта әйтеп кителгәнсә, Шайтан һиңә рухи яҡтан үҫергә ҡамасаулар. Мәҫәлән, ул, эволюция теорияһын ҡулланып, Изге Яҙмалағы тәғлимәттәргә ҡарата шиктәр тыуҙырырға тырыша. Бәлки, һин бәләкәй саҡта эволюция теорияһы тураһында бер нәмә лә ишетмәгәнһеңдер. Әммә хәҙер мәктәптә, моғайын, һине быға өйрәтәләрҙер. Был теорияға өйрәткәндә, уҡытыусыларҙың һүҙҙәре ышаныслы һәм логик булып күренергә мөмкин. Улар Барлыҡҡа килтереүсе тураһындағы дәлилдәрҙе, бәлки, бер ваҡытта ла ентекләп тикшермәгәндер. Ғибрәтле һүҙҙәр 18:17-лә нимә яҙылғанын иҫеңә төшөр. Унда былай тип әйтелә: «Судта беренсе булып һөйләүсе хаҡ булып күренә, әммә икенсе яҡ килә лә уны фаш итә». Мәктәптә әйтелгәндәрҙең барыһына ла шунда уҡ ышаныр урынына, Алла Һүҙендә яҙылғандарҙы ентекләп тикшер. Баҫмаларыбыҙҙа кәрәкле мәғлүмәттәр эҙлә. Элек эволюция теорияһына ышанған ҡәрҙәштәр менән һөйләш. Уларҙан, ни өсөн һин хәҙер Барлыҡҡа килтереүсегә ышанаһың, тип һора. Шундай аралашыуҙар һиңә Алланың барлығына тағы ла күберәк дәлилдәр табырға ярҙам итер.
9. Мелиссаның миҫалы һине нимәгә өйрәтә?
9 Мелисса b исемле апай-ҡәрҙәш барлыҡҡа килтерелеүгә ҡағылышлы дәлилдәрҙе тәрән тикшергән, һәм был уға шиктәренән арынырға ярҙам иткән. Ул былай ти: «Мәктәптә эволюция тураһында шул тиклем ышаныслы итеп һөйләйҙәр. Тәүҙә миңә был һорауҙы тәрән тикшереү ҡурҡыныс булып күренде. Иманым ҡаҡшар, тип борсолдом. Әммә һуңынан минең башыма бындай фекер килде: „Ә бит Йәһүә беҙҙең уға уйламайынса хеҙмәт итеүебеҙҙе теләмәй“. Шуға күрә мин был теманы яҡшыраҡ тикшерергә булдым. Мин „Ҡайғыртыусан Барлыҡҡа килтереүсе бармы?“ тигән китапты, „Тормош яратылған булғанмы?“ һәм „Тормош яралыуы. Иғтибарға лайыҡ биш һорау“ тигән брошюраларҙы уҡып сығырға булдым. Бына тап ошо миңә кәрәк ине! Тик быны иртәрәк эшләмәгәнемә үкенәм».
10, 11. Һиңә әхлаҡи яҡтан таҙа булып ҡалырға нимә ярҙам итер? (1 Фессалоникаларға 4:3, 4).
10 Үҙеңде гонаһтан һаҡла. Үҫмер саҡта енси теләктәр көслө булырға мөмкин. Шулай уҡ һине, бәлки, енси мөнәсәбәттәргә инергә өгөтләйҙәрҙер. Шайтан насар теләктәреңә бирелеүеңде көтә. Һиңә әхлаҡи таҙалыҡ һаҡлап ҡалырға нимә ярҙам итер? (1 Фессалоникаларға 4:3, 4-те уҡығыҙ.) Йәһүәгә нимә хис иткәнеңде асыҡтан-асыҡ һөйлә һәм унан көс һора (Матф. 6:13). Онотма: Йәһүә хөкөм итергә түгел, ә һиңә ярҙам итергә теләй (Зәб. 103:13, 14). Шулай уҡ Изге Яҙманы уҡып, һин нығына алаһың. Үткән абзацта иҫкә алынған Мелисса насар фекерҙәр менән көрәшкән. Ул былай тип бүлешә: «Әгәр мин көн һайын Изге Яҙманы уҡымаһам, мин бирешер инем. Изге Яҙма минең Йәһүәнеке икәнемде һәм уға хеҙмәт итергә теләгәнемде иҫемә төшөрөп торҙо» (Зәб. 119:9).
11 Бер үҙең көрәшергә маташма. Ауырлыҡтарың тураһында атай-әсәйең менән һөйләш. Әлбиттә, ундай сетерекле һорауҙар тураһында һөйләү еңел түгел, әммә был бик мөһим. Мелисса былай тип дауам итә: «Мин ҡыйыулыҡ һорап доға ҡылдым һәм үҙемдең ауырлыҡтарым тураһында атайыма һөйләнем. Уның менән һөйләшкәндән һуң, миңә шул тиклем еңел булып китте. Йәһүә минең менән ғорурлана, мин быны беләм».
12. Нисек дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә?
12 Изге Яҙмалағы принциптар буйынса эш ит. Өлкәнәйә барған һайын, иреклегең дә күбәйә, һәм һин үҙең ниндәйҙер ҡарарҙар ҡабул итә алаһың. Шулай ҙа һинең тормош тәжрибәң әле әҙерәк. Йәһүә менән дуҫлығыңды емерә алған хаталарҙан нисек һаҡланырға? (Ғиб. һүҙ. 22:3). Кари исемле апай-ҡәрҙәш үҙенә дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә нимә ярҙам иткәне тураһында һөйләй. Ул етлеккән мәсихсегә һәр көнгә ҡағиҙәләр эҙләргә кәрәкмәгәнен яҡшы аңлаған. Кари былай тип бүлешә: «Ҡағиҙәләрҙе эҙләү түгел, ә Изге Яҙмалағы принциптарҙы аңлау мөһим». Изге Яҙманы уҡығанда үҙеңдән былай тип һора: «Был өҙөк миңә Йәһүәнең фекер йөрөтөүе тураһында нимәне асыҡлай? Был өҙөктә миңә дөрөҫ эш итергә ярҙам иткән принциптар бармы? Уларҙы ҡулланһам, улар миңә ниндәй файҙа килтерер?» (Зәб. 19:7; Ишағ. 48:17, 18). Әгәр Изге Яҙманы уҡыһаң һәм уның принциптары өҫтөндә уйланһаң, һиңә Йәһүәне ҡыуандырған ҡарарҙар ҡабул итергә еңелерәк булыр. Рухи яҡтан етлеккән була барған һайын, һин Йәһүәнең фекер йөрөтөүен яҡшыраҡ аңларһың, һәм һәр осраҡҡа айырым ҡағиҙә инде кәрәкмәҫ.
13. Яҡшы дуҫтар һиңә нисек ярҙам итә ала? (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20).
13 Йәһүәне яратҡан дуҫтар һайла. Юғарыла әйтеп кителгәнсә, дуҫтарың һинең рухи үҫешеңә ныҡ тәьҫир итәсәк. (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20-не c уҡығыҙ.) Сара исемле апай-ҡәрҙәш менән шундай хәл булған. Ул шатлығын юғалта башлаған. Бәхетенә ҡаршы, ул тормошта яҡшы дуҫтар тапҡан. Ул былай тип һөйләй: «Мин яҡшы дуҫтарҙы иң кәрәкле ваҡытта таптым. Бер апай-ҡәрҙәш менән беҙ аҙна һайын „Күҙәтеү манараһын“ өйрәндек. Ә икенсеһе миңә йыйылыш осрашыуҙарында комментарийҙар бирергә ярҙам итте. Улар миңә шәхси өйрәнеүгә һәм доға ҡылыуға етдиерәк ҡарарға ярҙам итте. Минең Йәһүә менән дуҫлығым нығынды, һәм мин яңынан шатлыҡлы булып киттем».
14. Джулиен ҡәрҙәш нисек яҡшы дуҫтар тапҡан?
14 Һиңә яҡшы йоғонто яһаған дуҫтарҙы ҡайҙан табырға? Джулиен исемле өлкән, үҙенең йәш сағын иҫенә төшөрөп, былай тип һөйләй: «Яҡшы дуҫтарҙы мин хеҙмәттә ҡатнашҡанда таптым. Уларҙың ашҡынып тороуы миңә хеҙмәттең ни тиклем күңелле була алыуын күрергә ярҙам итте. Мин тулы ваҡытлы хеҙмәт башларға маҡсат ҡуйҙым. Шулай уҡ мин йәштәштәрем менән генә аралашып күпте ҡулдан ысҡындырғанымды аңланым. Һуңыраҡ мин Вефилдә хеҙмәт итә башланым һәм унда ла яҡшы дуҫтар таптым. Уларҙың үрнәге миңә күңел асыуҙарҙы дөрөҫ һайларға ярҙам итте. Ә был мине Йәһүәгә тағы ла нығыраҡ яҡынайтты».
15. Аралашыу тураһында әйткәндә, Павел Тимофейҙы нимәнән киҫәткән? (2 Тимофейға 2:20—22).
15 Йыйылышта кемдеңдер һиңә насар тәьҫир итеүен абайлаһаң, нимә эшләргә? Беренсе быуатта ла йыйылыштарҙа ҡайһы бер мәсихселәр рухи яҡтан һүлпән булған. Илсе Павел быны аңлаған, шуға күрә Тимофейҙы ундай кешеләрҙән ситтәрәк торорға өндәгән. (2 Тимофейға 2:20—22-не уҡығыҙ.) Беҙҙең Йәһүә менән дуҫлығыбыҙ бик ҡәҙерле. Беҙ уны тырышып үҫтерҙек. Шуға күрә бер кемгә лә был дуҫлыҡты боҙорға рөхсәт итмә (Зәб. 26:4).
НИ ӨСӨН РУХИ МАҠСАТТАР ҠУЙЫУ МӨҺИМ?
16. Һин ниндәй маҡсаттар ҡуя алаһың?
16 Яҡшы маҡсаттар ҡуй. Иманыңды нығытҡан һәм һине яҡшы кеше иткән маҡсаттар һайла (Ефес. 3:16). Мәҫәлән, шәхси өйрәнеүгә һәм Изге Яҙманы уҡыуға күберәк ваҡыт бүлергә була (Зәб. 1:2, 3). Шулай уҡ тағы бер маҡсат — йышыраҡ һәм ысын күңелдән доға ҡылыу. Ә, бәлки, һиңә күңел асыуҙарҙы дөрөҫ һайларға һәм ваҡытты аҡыллы ҡулланырға өйрәнергә кәрәктер (Ефес. 5:15, 16). Һинең рухи яҡтан үҫергә тырышҡаныңды күреп, Йәһүә шатлана.
17. Ни өсөн башҡаларға ярҙам итергә кәрәк?
17 Кешеләргә ярҙам итеү һиңә етлеккән мәсихсе булып китергә ярҙам итә ала. Был хаҡта Ғайса: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк» — тигән (Ғәм. 20:35). Һин башҡалар өсөн ваҡытыңды һәм көсөңдө йәлләмәһәң, тормошоң шатлыҡлыраҡ булып китер. Мәҫәлән, оло йәштәге йә ауырыған ҡәрҙәштәр хаҡында ҡайғыртырға маҡсат ҡуя алаһың. Уларға магазиндан берәй нәмә һатып алырға ярҙам итһәң йә электрон яйланмалар менән ҡулланырға өйрәтһәң, улар һиңә бик рәхмәтле булыр. Әгәр һин ағай-ҡәрҙәш булһаң, ҡәрҙәштәргә тағы ла күберәк хеҙмәт итер өсөн хеҙмәт ярҙамсыһы булырға маҡсат ҡуя алаһың (Флп. 2:4). Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе ашҡынып вәғәзләп, һин хәҡиҡәттә булмаған кешеләргә лә яратыуыңды күрһәтә алаһың (Матф. 9:36, 37). Һиңә тулы ваҡытлы хеҙмәтте башларға нимәлер ҡамасаулаймы? Әгәр юҡ икән, был маҡсат тураһында етди уйлан.
18. Тулы ваҡытлы хеҙмәт һиңә рухи яҡтан үҫергә нисек ярҙам итә ала?
18 Тулы ваҡытлы хеҙмәт һинең рухи үҫешеңде тиҙләтә ала. Уйлап ҡына ҡара, һинең алдыңда ниндәй мөмкинлектәр асыла! Әгәр һин пионер хеҙмәтен башлаһаң, Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбендә уҡый алаһың. Шулай уҡ Вефилдә хеҙмәт итә алаһың йә ойошмабыҙҙың төҙөү проекттарында ҡатнаша алаһың. Пионер булып хеҙмәт иткән Кейтлин исемле йәш апай-ҡәрҙәш былай тип һөйләй: «Тәжрибәле ҡәрҙәштәр менән хеҙмәт итеү миңә һыуға сумдырылғандан һуң рухи яҡтан үҫергә ярҙам итте. Уларҙың үрнәге мине Изге Яҙманы тәрәнерәк өйрәнергә һәм өйрәтеү һәләттәремде яҡшыртырға дәртләндерҙе».
19. Йәһүә һиңә ниндәй бүләктәр әҙерләгән?
19 Йәһүә һиңә күп бүләктәр әҙерләп ҡуйған. Әммә иң мөһиме, һиңә рухи яҡтан үҫеүеңде дауам итергә кәрәк. Шул саҡта һин йәшлегеңде бушҡа үткәрмәҫһең һәм аҡылһыҙ ҡарарҙар ҡабул иткәнеңә үкенмәҫһең (1 Яхъя 2:17). Киреһенсә, һин тормошта бәхетле һәм уңышлы булыуҙың нимә икәнен белерһең (Ғиб. һүҙ. 16:3). Һинең үрнәгең йыйылыштағы ҡәрҙәштәрҙең йәштәрен дә, ололарын да рухландырыр (1 Тим. 4:12). Ә иң мөһиме: Йәһүә һинең дуҫың булғанға күрә, күңелеңдә тыныслыҡ һәм шатлыҡ булыр (Ғиб. һүҙ. 23:15, 16).
88-СЕ ЙЫР Миңә үҙ юлдарыңды күрһәт
a Йыйылыштарҙа йәштәрҙең берәйһе һыуға сумдырылһа, Йәһүә хеҙмәтселәренең барыһы ла шатлана. Әлбиттә, һыуға сумдырылыу — хәҡиҡәт юлының башланғысы ғына. Был мәҡәләлә беҙ шуны ҡарап сығырбыҙ: күптән түгел һыуға сумдырылған йәштәр нисек итеп рухи яҡтан етлеккән булырға ынтыла ала? Был һорау бик мөһим, сөнки уларҙың рухи үҫештәре уларға ғына түгел, ә бөтә йыйылышҡа ла файҙа килтерә.
b Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.
c Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20: «Зирәктәр менән йөрөүсе зирәк булыр, ә аҡылһыҙҙар менән аралашыусы зыян күрер».