Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

36-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүәнең хеҙмәтселәре тәҡүәлекте ярата

Йәһүәнең хеҙмәтселәре тәҡүәлекте ярата

«Тәҡүәлеккә асыҡҡандар һәм һыуһағандар бәхетле» (МАТФ. 5:6, ЯДТ).

9-СЫ ЙЫР Йәһүә — беҙҙең Батшабыҙ!

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Йософ ниндәй һынау менән осрашҡан һәм нисек эш иткән?

 ЯҠУПТЫҢ улы Йософ ауыр һынау менән осрашҡан. Бер мәкерле ҡатын Йософҡа үҙе менән ятырға тәҡдим иткән. Был уның хужаһы Потифарҙың ҡатыны булған. Йософ уйлап та тормайынса баш тартҡан. Кемдер бөгөн, нисек ул ныҡ ҡала алды икән, тип ғәжәпләнер. Потифар өйҙә булмаған бит. Өҫтәүенә, Йософ ҡол булған, ә ризалашмаһа, был ҡатын уның тормошон боҙа алған. Шулай ҙа Йософ был ныҡышмалы ҡатындың тәҡдимдәрен ҡат-ҡат кире ҡаҡҡан. Ни өсөн? Ул: «Шундай золомдо ҡылып, Алла алдында гонаһлы булайыммы?» — тигән (Баш. 39:7—12).

2. Алла зина ҡылыуҙы «золом» тип һанағанын Йософ ҡайҙан белгән?

2 Йософ Алланың зина ҡылыуҙы «золом» тип һанағанын ҡайҙан белгән? Муса ҡанунында: «Зина ҡылма», — тип тура әйтелгән (Сығ. 20:14). Әммә ул ваҡытта был Ҡанун әле булмаған, уны Йәһүә 200 йыл үткәс кенә биргән. Шулай ҙа Йософ Йәһүәне яҡшы белгән, шуға күрә әхлаҡһыҙ тәртипкә Алла нисек ҡарағанын аңлаған. Мәҫәлән, Йософ, Йәһүәнең ниәте буйынса, никахта бер ир һәм бер ҡатын ғына булырға тейеш икәнен белгән. Шулай уҡ ул, ҡарт өләсәһе Сараға башҡа ирҙәрҙең күҙе төшкәндә, Йәһүәнең уны ике тапҡыр нисек яҡлағаны тураһында ишеткән. Исхаҡтың ҡатыны Рабиға менән дә оҡшаш осраҡ булған (Баш. 2:24; 12:14—20; 20:2—7; 26:6—11). Шундай осраҡтар тураһында уйланып, Йософ Алланың нимәне дөрөҫ, ә нимәне дөрөҫ түгел тип һанағанын аңлай алған. Йәһүәне яратҡанға, ул уның тәҡүәлек нормаларын да яратҡан һәм улар буйынса йәшәгән.

3. Беҙ нимәне ҡарап сығырбыҙ?

3 Һеҙ тәҡүәлекте яратаһығыҙмы? Әлбиттә, яратаһығыҙ. Беҙ быға бер ҙә шикләнмәйбеҙ. Әммә шуны танырға кәрәк: беҙ камиллыҡтан бик ныҡ йыраҡлашҡанбыҙ. Әгәр һаҡ булмаһаҡ, был донъяның яҡшылыҡ менән яманлыҡҡа ҡарашы беҙгә тәьҫир итергә мөмкин (Ишағ. 5:20; Рим. 12:2). Шуға күрә, әйҙәгеҙ, тәҡүәлектең нимә икәнен һәм ни өсөн уны яратыу мөһим икәнен ҡарап сығайыҡ. Ә шунан һуң Йәһүәнең нормаларына яратыу үҫтерергә ярҙам иткән өс аҙым тураһында беләйек.

ТӘҠҮӘЛЕК НИМӘ УЛ?

4. Күптәр тәҡүәлекте нисек күҙ алдына килтерә?

4 «Тәҡүә кеше» тигән һүҙбәйләнеште ишеткәндә, күптәр бөтәһен дә тәнҡитләгән һәм үҙен башҡаларҙан яҡшыраҡ тип һанаған, сиктән тыш етди һәм талапсан монафиҡ кешене күҙ алдына килтерә. Ләкин Аллаға бындай сифаттар бер ҙә оҡшамай. Ғайса үҙ көндәрендәге дин етәкселәрен хөкөм иткән, сөнки улар үҙҙәренең тәҡүәлек нормаларын урынлаштырған (Вәғ. 7:16; Лука 16:15). Ысын тәҡүәлек һәм үҙ-үҙеңде тәҡүә тип һанау — ҡапма-ҡаршы төшөнсәләр.

5. Изге Яҙма буйынса, тәҡүәлек нимәне аңлата? Миҫалдар килтерегеҙ.

5 Тәҡүәлек — бик күркәм сифат. Ябай ғына әйткәндә, был — Йәһүә дөрөҫ тип һанағанды эшләү. Изге Яҙмала «тәҡүәлек» тип тәржемә ителгән һүҙҙәр иң юғары нормалар — Йәһүә нормалары буйынса йәшәүҙе аңлата. Мәҫәлән, Йәһүә сауҙагәрҙәргә үҙҙәрен намыҫлы тоторға ҡушҡан. Ул: «Һиндә теүәл һәм дөрөҫ гер... булһын», — тигән (Ҡан. 25:15). «Дөрөҫ» тип тәржемә ителгән боронғо еврей һүҙен шулай уҡ «тәҡүә» һәм «намыҫлы» тип тәржемә итеп була. Тимәк, мәсихсе Алла ҡарашында тәҡүә булырға теләһә, ул үҙен эштә лә, эш менән бәйле һорауҙарҙа ла намыҫлы тоторға тейеш. Тәҡүә кеше шулай уҡ ғәҙеллекте ярата. Әгәр берәйһе менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә итһәләр, ул быны нәфрәт итә. Ысындан да тәҡүә кеше Йәһүәнең «күңеленә ятышлы булып» йәшәргә теләй (Кол. 1:10). Шуға күрә ҡарарҙар ҡабул итер алдынан, ул Йәһүә ҡарашын иҫәпкә ала.

6. Ни өсөн Йәһүә урынлаштырған яҡшылыҡ менән яманлыҡ нормалары буйынса йәшәргә кәрәк? (Ишағыя 55:8, 9).

6 Йәһүә — тәҡүәлек Сығанағы. Шуға күрә ул Изге Яҙмала «тәҡүәлектең йәшәү урыны» тип атала (Ирем. 50:7). Барлыҡҡа килтереүсе булғанға, уның ғына яҡшылыҡ менән яманлыҡ нормаларын урынлаштырырға хоҡуғы бар. Кешеләрҙең ҡарашына йыш ҡына камилһыҙлыҡ һәм гонаһ тәьҫир итә. Әммә Йәһүә камил. Шуға күрә уның яҡшылыҡ менән яманлыҡҡа ҡарашы беҙҙекенән күпкә юғары (Ғиб. һүҙ. 14:12; Ишағыя 55:8, 9-ҙы b уҡығыҙ). Аллаға оҡшаш итеп барлыҡҡа килтерелгәнгә, беҙ уның тәҡүә нормалары буйынса йәшәй алабыҙ (Баш. 1:27). Шундай тормош беҙгә бик оҡшай! Күктәге Атабыҙҙы яратҡанға, беҙ уға тағы ла нығыраҡ оҡшарға тырышабыҙ (Ефес. 5:1).

7. Ни өсөн тормошобоҙҙоң төрлө өлкәләрендә беҙгә ышаныслы нормалар кәрәк? Миҫалдар килтерегеҙ.

7 Йәһүәнең яҡшылыҡ менән яманлыҡ нормалары буйынса йәшәү беҙгә файҙа килтерә. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Мәҫәлән, илдең һәр ҡалаһы үҙенең юл ҡағиҙәләрен уйлап сығарһа, нимә булыр ине? Тәртипһеҙлек булыр ине. Әгәр табиптар кешеләрҙе дауалағанда дөйөм ҡабул ителгән стандарттарҙы иҫәпкә алмаһа, күп кеше үлер ине. Күреүебеҙсә, ышаныслы стандарттар беҙҙе яҡлай. Шуның шикелле, Йәһүәнең дә яҡшылыҡ менән яманлыҡ нормалары беҙҙе яҡлай.

8. Тәҡүә булған кешеләрҙе ниндәй бүләк көтә?

8 Йәһүә уның нормалары буйынса йәшәргә тырышҡан кешеләрҙе бүләкләй. Ул былай тип вәғәҙә итә: «Тәҡүәләр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм унда мәңге йәшәйәсәк» (Зәб. 37:29). Уйлап ҡына ҡарағыҙ: бөтә кешеләр Алла нормалары буйынса йәшәгәндә, ерҙә ниндәй берҙәмлек, тыныслыҡ һәм бәхетле тормош булыр! Йәһүә беҙҙең өсөн тап шундай тормош теләй ҙә. Ысынлап та, тәҡүәлекте яратыр өсөн беҙҙең бөтә сәбәптәребеҙ бар. Был сифатҡа ҡарата артабан да яратыу үҫтерергә беҙгә нимә ярҙам итер? Әйҙәгеҙ, өс аҙымды ҡарап сығайыҡ.

ЙӘҺҮӘНЕҢ НОРМАЛАРЫНА ЯРАТЫУ ҮҪТЕРЕГЕҘ

9. Тәҡүәлекте яратырға беҙгә нимә ярҙам итер?

9 1-се аҙым. Яҡшылыҡ менән яманлыҡ нормаларын Урынлаштырыусыны яратығыҙ. Тәҡүәлекте яратыр өсөн беҙгә яҡшылыҡ менән яманлыҡ нормаларын урынлаштырған Шәхескә яратыу үҫтерергә кәрәк. Беҙ Йәһүәне нығыраҡ яратҡан һайын, уның тәҡүә ҡанундары һәм принциптары буйынса йәшәргә теләгебеҙ ҙә үҫәсәк. Әгәр Әҙәм менән Һауа Йәһүәне яратҡан булһа, улар уны һәр ваҡыт тыңлар ине (Баш. 3:1—6, 16—19).

10. Ибраһимға Йәһүәне яҡшыраҡ аңларға нимә ярҙам иткән?

10 Әҙәм менән Һауаның хатаһын ҡабатламаҫ өсөн беҙ нимә эшләй алабыҙ? Артабан да Йәһүә тураһында белем алырға, уның сифаттарын ҡәҙерләргә һәм уның фекер йөрөтөү рәүешен аңларға тырышырға кәрәк. Шул саҡта беҙҙең Аллаға ҡарата яратыуыбыҙ үҫә барыр. Ибраһим менән шулай булған да. Ул Йәһүәне бөтөн йөрәге менән яратҡан. Хатта Алланың ҡарарҙарын аңлауы ауыр булғанда ла, Ибраһим зарланмаған. Киреһенсә, ул Йәһүәне яҡшыраҡ белергә тырышҡан. Мәҫәлән, Алла Содом менән Аморраны юҡ итергә йыйынғас, Ибраһим борсолоп былай тигән: «Бөтә ерҙең Хөкөмдары» «яуыздар менән бергә тәҡүәлеләрҙе лә юҡ» итерме? Ибраһим өсөн был аҡылға һыймаҫлыҡ булған. Шуға күрә ул баҫалҡылыҡ менән Йәһүәгә бер нисә һорау биргән, ә Алла түҙемлек менән уға яуап ҡайтарған. Һөҙөмтәлә Ибраһим Йәһүәнең һәр кешенең йөрәген күргәнен һәм ғәйепһеҙҙе язаға тарттырмағанын аңлаған (Баш. 18:20—32).

11. Ибраһимдың Алланы яратҡанын һәм уға ышанғанын беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

11 Йәһүә менән һөйләшеү Ибраһимға ныҡ тәьҫир иткән. Хәҙер ул үҙенең күктәге Атаһын тағы ла нығыраҡ ярата һәм хөрмәт итә башлаған. Йылдар үткәс, Ибраһимдың Аллаға ҡарата ышанысы етди һыналған. Йәһүә уның һөйөклө улы Исхаҡты ҡорбанға килтереүен һораған. Әммә Ибраһим хәҙер Алланы яҡшы белгән, шуға күрә уға бер һорау ҙа бирмәгән. Ул Йәһүә нимә әйткән, шуны эшләгән. Ибраһим Алланың теләгәнен үтәргә йыйынғанда, уның йөрәге бик әрнегәндер. Моғайын, ул Йәһүә хаҡында белгәндәре тураһында тәрән уйланғандыр. Ул уның ғәҙелһеҙ һәм аяуһыҙ эш итмәйәсәген белгән. Илсе Павел әйтеүенсә, Ибраһим Йәһүәнең уның ҡәҙерле улын терелтәсәгенә ышанған (Евр. 11:17—19). Йәһүә Исхаҡҡа, бөйөк халыҡтың атаһы булырһың, тип вәғәҙә иткән бит, ә ул ваҡытта Исхаҡтың балалары әле булмаған. Ибраһим Йәһүәне яратҡан, шуға күрә күктәге Атаһының һәр ваҡыт дөрөҫ эш иткәненә бер ҙә шикләнмәгән. Бик ауыр булһа ла, ул иман күрһәткән һәм Аллаға тыңлаусан булып ҡалған (Баш. 22:1—12).

12. Беҙ Ибраһимдан нисек үрнәк ала алабыҙ? (Зәбур 73:28).

12 Беҙ Ибраһимдан нисек үрнәк ала алабыҙ? Беҙгә лә Йәһүә тураһында белемдәребеҙҙе арттырырға кәрәк. Шул саҡта беҙ уға тағы ла яҡыныраҡ булып китербеҙ һәм уны тағы ла нығыраҡ яратырбыҙ. (Зәбур 73:28-ҙе c уҡығыҙ.) Шулай уҡ өйрәтелгән выжданыбыҙ Алланың фекер йөрөтөүен сағылдырыр (Евр. 5:14). Был ниндәй емештәр килтерер? Әгәр кемдер беҙҙе насар эшкә этәрергә маташһа, беҙ ризалашмаҫбыҙ. Күктәге Атабыҙҙы рәнйеткән һәм уның менән дуҫлығыбыҙға зыян килтергән нәмәләр тураһында уйлау ҙа беҙҙең өсөн ерәнес булыр. Беҙ тағы нисек тәҡүәлекте ярата алабыҙ?

13. Беҙ нисек тәҡүәлеккә ынтыла алабыҙ? (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:9).

13 2-се аҙым. Тәҡүәлеккә яратыуығыҙҙы көндән-көн үҫтерегеҙ. Даими күнегеүҙәр ярҙамында мускулдарҙы нығытҡан һымаҡ, беҙ Йәһүәнең тәҡүә нормаларына яратыуыбыҙҙы көн һайын нығыта алабыҙ. Йәһүә көсөбөҙҙән килмәгәнде талап итмәй (Зәб. 103:14). Ул беҙҙе, «тәҡүәлеккә ынтылған кешене» яратам, тип ышандыра. (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:9-ҙы d уҡығыҙ.) Ризалашырһығыҙ, Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә берәй маҡсатҡа ынтылғанда, беҙ бөтә көсөбөҙҙө һалып уға өлгәшергә тырышабыҙ. Тәҡүәлеккә ынтылғанда ла шул уҡ принцип эш итә. Ә Йәһүә түҙемлек менән беҙгә был сифатты тағы ла нығыраҡ яратырға ярҙам итер (Зәб. 84:5, 7).

14. «Тәҡүәлектең тимер кейеме» нимә ул һәм ни өсөн ул кәрәк?

14 Йәһүә тәҡүә булыуы ауыр түгел икәнен беҙгә йомшаҡ ҡына итеп иҫебеҙгә төшөрә (1 Яхъя 5:3). Уның нормалары буйынса йәшәү көн һайын беҙҙең өсөн яҡлау булып тора. Павелдың рухи хәрби кейемдәр тураһында әйткәненә иғтибар итәйек (Ефес. 6:14—18). Хәрби кейемдәрҙең ниндәйе мәсихсенең йөрәген һаҡлай? Йәһүәнең тәҡүә нормаларын символлаштырған «тәҡүәлектең тимер кейеме». Тимер кейем ысын йөрәкте һаҡлаған һымаҡ, Йәһүә нормалары символик йөрәгебеҙҙе — эске булмышыбыҙҙы һаҡлай ала. Шуға күрә рухи хәрби кейемдәрҙе кейгәндә, тәҡүәлектең тимер кейемен дә кейеү бик мөһим (Ғиб. һүҙ. 4:23).

15. Тәҡүәлектең тимер кейемен нисек кейергә?

15 Тәҡүәлектең тимер кейемен нисек кейергә? Көн һайын ҡарарҙар ҡабул иткәндә, Алланың нормаларын иҫәпкә алһаҡ, тәҡүәлектең тимер кейемен кейәбеҙ, тип әйтеп була. Нимә тураһында һөйләргә, ниндәй музыка тыңларға, нимә ҡарарға йә ниндәй китаптар уҡырға икәнен хәл иткәндә, тәүҙә үҙ-үҙегеҙҙән һорағыҙ: «Мин йөрәгемде нимә менән туҡландырырға йыйынам? Был Йәһүәгә оҡшармы? Был Йәһүә ҡарашынан насар булған нәмәләрҙе — әхлаҡһыҙлыҡты, көс ҡулланыуҙы, ҡомһоҙлоҡто, эгоизмды — яҡшы итеп күрһәтмәйме?» (Флп. 4:8). Әгәр ҡарарҙарығыҙ Йәһүәнең ихтыярына тура килһә, уның тәҡүә нормалары йөрәгегеҙҙе һаҡлар.

Һинең тәҡүәлегең «диңгеҙ тулҡындары һымаҡ» була ала (16, 17-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

16, 17. Ишағыя 48:18-ҙә яҙылған һүҙҙәр Йәһүәнең тәҡүә нормалары буйынса көн һайын йәшәй алырыбыҙға нисек ышандыра?

16 Алланың тәҡүә нормалары буйынса йылдар буйы йәшәй алырмынмы икән, тип борсолғанығыҙ булдымы? Шундай саҡта Алла килтергән сағыштырыуҙы иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Ул Ишағыя 48:18-ҙә e (уҡығыҙ) яҙылған. Йәһүә тәҡүәлегебеҙ «диңгеҙ тулҡындары һымаҡ» булыр тип вәғәҙә иткән. Күҙ алдына килтерегеҙ, һеҙ сикһеҙ диңгеҙ буйында тораһығыҙ һәм тулҡындарҙың бер-бер артлы ярға килеп бәрелгәнен күҙәтәһегеҙ. Был матурлыҡҡа ҡарап торғанда, һеҙ ҡасандыр тулҡындар ҡапыл туҡтар тип борсолаһығыҙмы? Әлбиттә, юҡ! Сөнки улар инде меңәрләгән йылдар дауамында туҡтауһыҙ ярға килеп тора, һәм һеҙ артабан да шулай булырына бер ҙә шикләнмәйһегеҙ.

17 Һеҙҙең тәҡүәлегегеҙ ҙә диңгеҙ тулҡындары кеүек була ала. Ниндәй мәғәнәлә? Һеҙ көн һайын Алланың тәҡүә принциптары буйынса йәшәй алаһығыҙ. Был яҡтан һеҙгә нимә ярҙам итер? Ҡарар ҡабул итер алдынан тәүҙә Йәһүәнең һеҙҙән нимә көткәне тураһында уйланығыҙ, ә һуңынан эш итегеҙ. Ҡабул итергә йыйынған ҡарарығыҙ ни тиклем генә ауыр булһа ла, онотмағыҙ: ҡайғыртыусан Атайығыҙ һеҙҙең янығыҙҙа, һәм ул һеҙгә уның тәҡүә нормалары буйынса йәшәргә көн һайын ярҙам итеп торасаҡ (Ишағ. 40:29—31).

18. Ни өсөн башҡаларҙы үҙебеҙ теләгәнсә хөкөм итергә ярамай?

18 3-сө аҙым. Хөкөм итеүҙе Йәһүәнең ҡулына тапшырығыҙ. Беҙ Йәһүәнең тәҡүә нормалары буйынса йәшәр өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ. Әммә беҙгә башҡаларҙы хөкөм итергә һәм үҙ күҙебеҙҙә тәҡүә булырға ярамай. Әйҙәгеҙ, кешеләргә өҫтән ҡарамайыҡ һәм уларҙы үҙебеҙ теләгәнсә хөкөм итмәйек. Бының урынына «бөтә ерҙең Хөкөмдары» Йәһүә икәнен иҫтә тотайыҡ (Баш. 18:25). Ул беҙгә шундай хоҡуҡ бирмәгән. Шуға күрә Ғайса: «Хөкөм итмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә хөкөм ителмәҫһегеҙ», — тип әйткән (Матф. 7:1) f.

19. Йософтоң хөкөм итеүҙе Йәһүәнең ҡулына тапшырғаны нимәнән күренә?

19 Тәҡүә Йософтоң миҫалына ҡайтайыҡ. Ул башҡаларҙы, хатта үҙҙәрен уның менән аяуһыҙ тотҡан кешеләрҙе лә, хөкөм итмәгән. Ағалары уны туҡмаған, ҡоллоҡҡа һатып ебәргән һәм аталарына, ул үлде, тип хәбәр еткергән. Күп йылдар үткәс, Йософ улар менән тағы осрашҡан. Хәҙер ул, ҡөҙрәтле идарасы булараҡ, уларҙан үс ала алыр ине. Ағалары, ҡылған эштәренә үкенһә лә, Йософтоң уларҙан үс алыуынан ҡурҡҡан. Әммә Йософ уларҙы: «Ҡурҡмағыҙ... Һеҙҙе хөкөм итергә мин Алламы ни?» — тип тынысландырған (Баш. 37:18—20, 27, 28, 31—35; 50:15—21). Ул баҫалҡылыҡ менән хөкөм итеүҙе Йәһүәнең ҡулына тапшырған.

20, 21. Үҙ күҙеңдә тәҡүә булып китмәҫ өсөн нимә эшләргә?

20 Йософ һымаҡ, беҙ хөкөм итеүҙе Йәһүәгә ҡалдырабыҙ. Мәҫәлән, беҙ ҡәрҙәштәребеҙҙең этәргес ниәттәрен теүәл билдәләй алмайбыҙ. Беҙ кешенең йөрәгендә нимә булғанын белмәйбеҙ, тик «Йәһүә эске теләктәрҙе тикшерә» (Ғиб. һүҙ. 16:2). Алла, сығыштарына һәм мәҙәниәттәренә ҡарамайынса, бөтә кешеләрҙе ярата. Ул беҙҙе: «Йөрәктәрегеҙҙе асығыҙ», — тип дәртләндерә (2 Кор. 6:13). Шуға күрә, әйҙәгеҙ, ҡәрҙәштәребеҙҙе хөкөм итмәйек, ә яратайыҡ.

21 Шулай уҡ хәҡиҡәттә булмаған кешеләрҙе хөкөм итмәһәк, беҙ хөкөм итеүҙе Йәһүәгә ҡалдырабыҙ, тип әйтеп була (1 Тим. 2:3, 4). Һеҙ Йәһүә шаһиты булмаған туғанығыҙ хаҡында: «Ул бер ҡасан да хәҡиҡәткә килмәйәсәк», — тигән хөкөм ҡарары сығарыр инегеҙме? Был үҙ белдегеңә таяныуҙы һәм үҙ күҙеңдә тәҡүә булыуҙы күрһәтә. Йәһүә «бөтә ерҙәге барлыҡ кешеләргә тәүбә итергә» һаман да мөмкинлек бирә (Ғәм. 17:30). Бер ваҡытта ла онотмағыҙ, үҙ-үҙеңде тәҡүә тип һанау — ғәҙелһеҙлектең бер төрө.

22. Ни өсөн һеҙ тәҡүәлекте яратаһығыҙ?

22 Алланың тәҡүә нормаларына ҡарата яратыуыбыҙ артабан да беҙҙе шатландырһын һәм башҡаларҙы рухландырһын. Ул кешеләрҙе беҙгә лә, Йәһүәгә лә йәлеп итһен. Әйҙәгеҙ, һәр ваҡыт тәҡүәлеккә сарсап йәшәйек (Матф. 5:6). Шикләнмәгеҙ, Йәһүә һеҙҙең бар тырышлыҡтарығыҙҙы күрә. Һәм, дөрөҫ эш иткәнегеҙҙе күргәндә, уның йөрәге шатлана. Был донъя яуызлыҡҡа батҡанға борсолмағыҙ. Шуны иҫтә тотоғоҙ: «Йәһүә тәҡүәләрҙе ярата»! (Зәб. 146:8).

139-СЫ ЙЫР Ожмахты күҙ алдына килтер

a Был донъяла тәҡүә кешеләр юҡ кеүек тойолорға мөмкин. Шулай ҙа бөгөн миллионлаған кеше тәҡүәлек юлынан бара. Һис шикһеҙ, һеҙ ҙә улар араһында. Һеҙ шул юлдан бараһығыҙ, сөнки Йәһүәне яратаһығыҙ, ә ул тәҡүәлекте ярата. Беҙгә был сифатты тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләргә нимә ярҙам итер? Был мәҡәләлә беҙ тәҡүәлек нимә икәнен һәм ни өсөн уны яратырға кәрәк икәнен белербеҙ. Шулай уҡ беҙ артабан да тәҡүәлеккә ҡарата яратыу үҫтерер өсөн ниндәй аҙымдар яһап булғанын ҡарап сығырбыҙ.

b Ишағыя 55:8, 9: «Сөнки минең уйҙарым һеҙҙең уйҙарығыҙ менән бер түгел, юлдарығыҙ ҙа минең юлдарым менән бер түгел, — ти Йәһүә. — 9 Сөнки күктәр ерҙән ни ҡәҙәр юғарыраҡ булһа, минең юлдарым да һеҙҙең юлдарығыҙҙан, уйҙарым да һеҙҙең уйҙарығыҙҙан шул ҡәҙәр юғарыраҡ».

c Зәбур 73:28: «Ә Аллаға яҡынлашыу — минең өсөн фатиха. Аллаһы Тәғәлә Йәһүәнең бөтә эштәре тураһында иғлан итер өсөн, мин уны һыйыныр урыным иттем».

d Ғибрәтле һүҙҙәр 15:9: «Йәһүә яуыздың юлынан ерәнә, ә тәҡүәлеккә ынтылған кешене ярата».

e Ишағыя 48:18: «Һин минең әмерҙәремә иғтибарлы булһаң ине! Шунда тыныслығың — йылға һымаҡ, тәҡүәлегең диңгеҙ тулҡындары һымаҡ булыр ине».

f Ҡайһы саҡта йыйылыштағы өлкәндәр етди гонаһ ҡылған кешенең эшен тикшергәндә, уның тәүбә иткәнме, юҡмы икәнен билдәләр өсөн хөкөм итергә тейеш (1 Кор. 5:11; 6:5; Яҡ. 5:14, 15). Әммә улар кешенең йөрәген күрә алмағанын һәм Йәһүә исеменән хөкөм иткәндәрен баҫалҡылыҡ менән таный. (2 Йылъяҙма 19:6 менән сағыштырығыҙ.) Улар Алланың аҡыллы, шәфҡәтле һәм ғәҙел нормалары буйынса эш итә.