33-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәрен күҙәтеп тора
«Йәһүәнең күҙҙәре үҙен тәрән хөрмәт итеүселәрҙе... күҙәтә» (ЗӘБ. 33:18).
4-СЕ ЙЫР «Йәһүә — Көтөүсем минең»
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a
1. Ни өсөн Ғайса Йәһүәнән үҙенең шәкерттәрен яҡлауын һораған?
ҮЛЕМЕ алдынан һуңғы төндә Ғайса күктәге Атаһына шәкерттәре хаҡында доға ҡылған һәм уларҙы яҡлауын һораған (Яхъя 17:15, 20). Әлбиттә, Алла һәр ваҡыт үҙенең хеҙмәтселәрен күҙәтеп тора. Ул улар хаҡында ҡайғырта һәм уларҙы яҡлай. Әммә Ғайса Шайтандың уның шәкерттәрен эҙәрләйәсәген һәм улар менән аяуһыҙ мөғәмәлә итәсәген белгән. Бынан тыш, шәкерттәре Йәһүәнең ярҙамы менән генә Шайтандың һөжүменә ҡаршы тора алырын ул яҡшы аңлаған.
2. Ни өсөн беҙгә бәләләрҙән һәм ғазаптарҙан ҡурҡырға кәрәкмәй? (Зәбур 33:18—20).
2 Шайтандың донъяһы ысын мәсихселәргә бик ҙур баҫым яһай. Бәләләр һәм ғазаптар өҫтөбөҙгә ауыр йөк булып ятырға һәм хатта Йәһүәгә тоғролоғобоҙҙо һынарға мөмкин. Әммә беҙгә бер нәмәнән дә ҡурҡырға кәрәкмәй. Йәһүә беҙҙе күҙәтеп тора. Ул һәр ауырлығыбыҙҙы күрә һәм ярҙамға килергә әҙер. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «Йәһүәнең күҙҙәре үҙен тәрән хөрмәт итеүселәрҙе... күҙәтә». (Зәбур 33:18—20-не b уҡығыҙ.) Әйҙәгеҙ, быға ҡағылышлы ике миҫалды ҡарап сығайыҡ.
ҮҘЕБЕҘҘЕ ЯҢҒЫҘ ХИС ИТКӘНДӘ
3. Ниндәй саҡта беҙ үҙебеҙҙе яңғыҙ итеп тоябыҙ?
3 Яныбыҙҙа ҡәрҙәштәребеҙ күп булһа ла, ҡайһы саҡта беҙ үҙебеҙҙе яңғыҙ тоябыҙ. Мәҫәлән, йәштәр мәктәптә синыфташтары алдында үҙҙәренең ҡараштары тураһында һөйләгәндә, яндарында нығытып тороусы бер кем дә юҡ. Шул саҡта улар үҙҙәрен яңғыҙ итеп тойорға мөмкин. Шулай уҡ яңы йыйылышҡа күскән үҫмерҙәргә лә яңғыҙлыҡ тойғоһо таныш. Бәлки, кемдер тиҫкәре хистәр менән көрәшәлер, һәм был көрәште үҙем алып барырға тейешмен тип уйлайҙыр. Ҡайһы саҡта беҙ үҙебеҙҙең борсолоуҙарыбыҙ тураһында башҡаларға һөйләргә ҡурҡабыҙ. Улар беҙҙе аңламаҫ, тип уйлайбыҙ. Яңғыҙлыҡ арҡаһында беҙ үҙебеҙҙе бер кемгә лә кәрәкмәй кеүек, көсһөҙ һәм меҫкен итеп тоябыҙ. Әммә, ҡәҙерле ҡәрҙәштәр, зинһар, шуны онотмағыҙ: Йәһүә беҙҙең ундай хистәргә бирелеүебеҙҙе теләмәй. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ?
4. Ни өсөн Ильяс пәйғәмбәр: «Мин бер үҙем генә ҡалдым», — тип әйткән?
4 Ильяс пәйғәмбәр менән нимә булғанын иҫебеҙгә төшөрәйек. Ул уны үлтерергә ант иткән Иезавелдән 40 көн ҡасып йәшенеп йөрөгән (1 Бат. 19:1—9). Ахыр сиктә, мәмерйәлә ҡасып ултырғанда, ул Йәһүәгә: «Мин бер үҙем генә ҡалдым», — тип әйткән (1 Бат. 19:10). Ысынында башҡа пәйғәмбәрҙәр ҙә булған. Мәҫәлән, Авдий яуыз Иезавелдән 100 пәйғәмбәрҙе ҡотҡарған (1 Бат. 18:7, 13). Ни өсөн Ильяс үҙен шул тиклем яңғыҙ тойған? Ул, Авдий ҡотҡарған пәйғәмбәрҙәр инде тере түгелдер, тип уйлағанмы? Йә ул, Кармил тауында булған ваҡиғаларҙан һуң Йәһүәгә инде бүтән бер кем дә хеҙмәт итмәй тип уйлап, үҙен ташланған итеп тойғанмы? Ә, бәлки, Ильяс уға ниндәй ҡурҡыныс янағанын бер кем дә белмәй йә уның тураһында бөтәһе лә онотҡан тип уйлағандыр? Изге Яҙмала ни өсөн Ильястың шундай хистәре булғаны ентекләп аңлатылмай. Ләкин Йәһүә Ильястың үҙен ни өсөн шулай яңғыҙ тойғанын яҡшы аңлаған һәм нисек ярҙам итеп булғанын белгән.
5. Йәһүә Ильясты ул бер үҙе түгел икәненә нисек ышандырған?
5 Йәһүә Ильяс өсөн нимә эшләгән? Ул уны һөйләштерергә тырышҡан. Алла унан ике тапҡыр: «Ильяс, һин бында нимә эшләйһең?» —тип һораған (1 Бат. 19:9, 13). Һәм пәйғәмбәр уға күңелендә булғанын һөйләгәндә, Йәһүә уны иғтибар менән тыңлаған. Шунан һуң Алла пәйғәмбәрҙең янында булғанын белдерер өсөн уға үҙ көсөн асыҡ итеп күрһәткән. Алла Ильясты ул бер үҙе түгел икәненә ышандырған һәм уның менән бергә күп израилдәр хеҙмәт иткәне тураһында әйткән (1 Бат. 19:11, 12, 18). Йәһүәгә күңелен бушатҡас һәм яуап алғас, Ильясҡа ни тиклем еңел булып киткәндер! Шулай уҡ Алла Ильясҡа бер нисә мөһим йөкләмә биргән. Ул Хазаилды — Сурия батшаһы итеп, Яхыйҙы — Израиль батшаһы итеп, ә Елисейҙы пәйғәмбәр итеп майларға ҡушҡан (1 Бат. 19:15, 16). Йәһүә, Ильясҡа был йөкләмәләрҙе биреп, уның иғтибарын ыңғай нәмәләргә йүнәлткән. Алла шулай уҡ уға яҡшы дуҫ һәм хеҙмәттәш итеп Елисей пәйғәмбәрҙе ебәргән. Ә беҙ үҙебеҙҙе яңғыҙ итеп тойғанда, Йәһүәнең ярҙамын нисек күрәбеҙ?
6. Үҙеңде яңғыҙ итеп тойғанда, һин нимә тураһында доға ҡыла алаһың? (Зәбур 62:8).
6 Йәһүә һинең уға доғала күңелеңде бушатыуыңды бик теләй. Ул һинең бөтөн ауырлыҡтарыңды күрә һәм һәр ваҡыт һине иғтибар менән тыңларға әҙер (1 Фес. 5:17). Алла өсөн хеҙмәтселәренең доғалары бик ҡәҙерле (Ғиб. һүҙ. 15:8). Үҙеңде яңғыҙ итеп тойғанда, һин нимә тураһында доға ҡыла алаһың? Ильяс һымаҡ, Йәһүәгә күңелеңдә нимә булғанын һөйлә. (Зәбур 62:8-ҙе c уҡығыҙ.) Уға үҙеңдең бөтә проблемаларың тураһында һәм улар ниндәй хистәр тыуҙырғаны хаҡында асыҡ итеп әйт. Насар хистәр менән нисек көрәшеп булғанын аңларға ярҙам итеүен һора. Әгәр мәктәптә вәғәзләргә ҡурҡыныс булһа һәм яныңда ярҙам итер кешең булмаһа, Йәһүәгә ҡыйыулыҡ һорап доға ҡыл. Һин хатта, дөрөҫ һүҙҙәр табырға һәм матур итеп яуап бирергә ярҙам ит, тип һорай алаһың (Лука 21:14, 15). Әгәр насар уйҙар һине солғап алһа, Йәһүәгә, миңә рухи яҡтан етлеккән берәй ҡәрҙәш менән һөйләшеп алырға ярҙам ит һәм ул миңә ҡарата аңлаусан һәм ҡыҙғаныусан булһын ине, тип доға ҡыл. Йәһүәгә күңелеңдә нимә булғаны тураһында һөйләргә оялма. Ул доғаларыңа нисек яуап биргәнен күрергә тырыш һәм башҡаларҙың ярҙамынан баш тартма. Шул саҡта һиңә әллә ни яңғыҙ булмаҫ.
7. Маурисио ҡәрҙәштең миҫалынан һин үҙеңә ниндәй файҙалы һабаҡ алдың?
7 Йәһүә беҙҙең барыбыҙға ла мөһим эш тапшырған. Ул һинең йыйылышта һәм хеҙмәттә башҡарған эштәреңде ҡәҙерләгәненә бер ҙә шикләнмә (Зәб. 110:3). Аллаға ашҡынып хеҙмәт итеү һиңә яңғыҙлыҡ тойғоһон еңергә нисек ярҙам итер? Маурисио d исемле йәш ағай ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Ул һыуға сумдырылғандан һуң күп тә үтмәҫтән, уның яҡын дуҫтарының береһе хәҡиҡәткә һыуына башлаған. Маурисио былай тип иҫенә төшөрә: «Уның Йәһүәнән йыраҡлашыуы минең үҙемә ышанысымды ҡаҡшатты. Мин былай тип уйлап ҡуйҙым: „Ә мин Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡлап ҡала алырмынмы? Йәһүәнең ғаиләһендә ҡалырға мин лайыҡ булырмынмы?“ Мин бер үҙем һәм мине бер кем дә аңламай кеүек тойолдо». Маурисиоға нимә ярҙам иткән? «Мин йышыраҡ вәғәзләй башланым, — тип әйтә ул. — Был миңә иғтибарымды үҙемә тупламаҫҡа һәм борсолоуҙарҙан арынырға ярҙам итте. Ҡәрҙәштәр менән хеҙмәт итеү миңә шатлыҡ өҫтәне, һәм мин яңғыҙлыҡ тойғоһонан арындым». Өйҙән-өйгә йөрөп хеҙмәт итмәһәк тә, бергә хаттар яҙыу һәм телефон аша хеҙмәт итеү көс өҫтәй. Маурисиоға тағы нимә ярҙам иткән? Ул былай тип дауам итә: «Мин йыйылыштың эштәрендә күберәк ҡатнаша башланым. Уҡыусыларҙың йөкләмәләрен мин тырышып әҙерләнем. Улар менән сығыш яһағанда, Йәһүәнең һәм ҡәрҙәштәрҙең мине ҡәҙерләгәнен тойҙом».
ТОРМОШОБОҘҘА ЕТДИ АУЫРЛЫҠТАР БУЛҒАНДА
8. Ауыр һынауҙар ваҡытында беҙ нимә хис итәбеҙ?
8 Беҙ һуңғы көндәрҙә йәшәйбеҙ, шуға күрә һынауҙар буласаҡ (2 Тим. 3:1). Шулай ҙа ҡайһы саҡта беҙҙең өсөн улар көтөлмәгән була. Мәҫәлән, аҡса менән бәйле ауырлыҡтар, насар диагноз йә яҡын кешебеҙҙең үлеүе. Шундай саҡта беҙ көслө стресс кисерәбеҙ, бигерәк тә ауырлыҡтар бер-бер артлы тыуғанда йә бер юлы ябырылғанда. Ләкин, әйҙәгеҙ, Йәһүәнең беҙҙе ҡалдырмаясағын иҫтә тотайыҡ. Уның ярҙамы менән беҙ һәр һынауҙы еңеп сыға алырбыҙ.
9. Әйүп ниндәй һынауҙар менән осрашҡан?
9 Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең үҙенең тоғро хеҙмәтсеһе Әйүпкә нисек ярҙам иткәнен иҫебеҙгә төшөрәйек. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Әйүптең тормошонда бер нисә аяныс ваҡиға булған. Бер көндө ул мал-мөлкәтен, хеҙмәтселәрен һәм иң ҡурҡынысы — яратҡан балаларын юғалтҡан (Әйүп 1:13—19). Күп тә үтмәҫтән, Әйүп ҡаты һәм ерәнес сир менән ауырып киткән (Әйүп 2:7). Ҡайғыһынан түҙә алмай Әйүп: «Тормошомдо нәфрәт итәм, бүтән йәшәгем килмәй», — тип әйткән (Әйүп 7:16).
10. Әйүп һынауҙарҙа сыҙам булып ҡала алһын өсөн, Йәһүә уға нисек ярҙам иткән? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)
10 Әммә Йәһүә Әйүп артынан яратыу менән күҙәтеп торған. Ул үҙенең хеҙмәтсеһен бик яратҡан, шуға күрә уға һынауҙарҙы уңышлы еңеп сығыр өсөн барыһын биргән. Йәһүә Әйүп менән һөйләшеп алған. Ул үҙенең сикһеҙ зирәклеген һәм барлыҡҡа килтерелгәндәре хаҡында ҡайғыртып торғанын уның иҫенә төшөргән. Алла Әйүпкә күп иҫ киткес хайуандар тураһында һорауҙар биргән (Әйүп 38:1, 2; 39:9, 13, 19, 27; 40:15; 41:1, 2). Шулай уҡ Алла Әйүпте йыуатыр һәм нығытыр өсөн Илуй исемле йәш егетте ебәргән. Илуй уны, Йәһүә сыҙам булған хеҙмәтселәрен һәр ваҡытта ла бүләкләй, тип ышандырған. Бынан тыш, Йәһүә Илуйҙы Әйүпкә йомшаҡ итеп кәңәш бирергә дәртләндергән. Илуй Әйүпкә үҙ шарттарына киңерәк ҡарарға ярҙам иткән һәм Ғәләмде Барлыҡҡа килтереүсе алдында ул ни тиклем бәләкәй икәнен иҫенә төшөргән (Әйүп 37:14). Өҫтәүенә, Алла Әйүпкә йөкләмә биргән. Ул Йәһүәгә ҡаршы гонаһ ҡылған өс дуҫы өсөн доға ҡылырға тейеш булған (Әйүп 42:8—10). Ә беҙ һынауҙар менән осрашҡанда Алла беҙгә нисек ярҙам итә?
11. Ауырлыҡтар менән осрашҡанда, Изге Яҙма беҙгә нисек ярҙам итә ала?
11 Йәһүә бөгөн беҙҙең менән Әйүп менән һөйләшкән кеүек һөйләшмәй. Әммә беҙ Изге Яҙманы уҡығанда, уның тауышын ишетәбеҙ, тип әйтеп була (Рим. 15:4). Киләсәккә өмөт биреп, ул беҙҙе йыуата. Әйҙәгеҙ, һынауҙар ваҡытында беҙҙе йыуата алған бер нисә фекергә иғтибар итәйек. Йәһүә беҙҙе бер нәмә лә, хатта ҡаты һынауҙар ҙа уның «мөхәббәтенән... айыра алмаясағына» ышандыра (Рим. 8:38, 39). Ул шулай уҡ, «ялбарыусыларҙың һәммәһенә яҡын» булырмын, тип вәғәҙә итә (Зәб. 145:18). Йәһүә, әгәр һеҙ миңә таянһағыҙ, һәр төрлө һынауҙы шатлыҡ менән йырып сыға алырһығыҙ, тип әйтә (1 Кор. 10:13; Яҡ. 1:2, 12). Изге Яҙма шулай уҡ һынауҙарыбыҙҙың ваҡытлыса һәм ҡыҫҡа булыуын иҫебеҙгә төшөрә (2 Кор. 4:16—18). Йәһүә беҙгә бөтә һынауҙарыбыҙҙың төп сәбәбен — Шайтанды һәм уның яғында булған яуыз кешеләрҙе — юҡ итәсәгенә ышаныслы өмөт бирә (Зәб. 37:10). Ни өсөн беҙгә киләсәктәге һынауҙарҙа сыҙам булырға ярҙам иткән бер нисә аятты ятлап алмаҫҡа?
12. Йәһүә беҙҙе нимәгә дәртләндерә?
12 Йәһүә беҙҙе Изге Яҙманы регуляр рәүештә уҡыр өсөн һәм уҡығандарыбыҙ өҫтөндә етди уйланыр өсөн ваҡыт бүлергә өндәй. Белгәндәребеҙҙе ҡулланғанда, иманыбыҙ нығый һәм беҙ күктәге Атабыҙға тағы ла яҡыныраҡ булып китәбеҙ. Был беҙгә ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә. Бынан тыш, Изге Яҙмаға ышанған кешеләргә Йәһүә үҙенең изге рухын бирә. Һәм беҙ һәр һынауҙа сыҙам булып ҡала алһын өсөн, был рух «саманан тыш ҙур ҡөҙрәт» бирә (2 Кор. 4:7—10).
13. «Ышаныслы һәм аҡыллы» хеҙмәтсе биргән ниндәй рухи аҙыҡ беҙгә һынауҙарҙа ныҡ ҡалырға ярҙам итә?
13 Йәһүә «ышаныслы һәм аҡыллы» хеҙмәтсе аша беҙгә ныҡлы иман үҫтерергә һәм рухи яҡтан уяу булырға ярҙам иткән бик күп мәҡәләләр, видеояҙмалар һәм йырҙар сығара (Матф. 24:45). Бындай мөмкинлектән тулыһынса файҙаланырға кәрәк! Американан булған бер апай-ҡәрҙәш рухи аҙыҡ өсөн рәхмәтле булғаны тураһында былай ти: «Мин Йәһүәгә 40 йыл хеҙмәт итәм һәм ошо йылдарҙа минең тоғролоғом ҡаҡ-ҡат һыналды». Был апай-ҡәрҙәш тормошонда күп ҡаты һынауҙар менән осрашҡан: уның олатаһы иҫерек водитель арҡаһында вафат булған, ата-әсәһе ҡаты ауырыуҙан үлгән, ә үҙе ике тапҡыр рак ауырыуынан дауаланған. Уға бирешмәҫкә нимә ярҙам иткән? Ул былай тип аңлата: «Йәһүә минең хаҡта һәр ваҡыт ҡайғыртып торҙо. Ул ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе аша биргән рухи аҙыҡ миңә ныҡ ҡалырға ярҙам итә. Бына ни өсөн мин үҙемде „үлгәнсе үҙ сафлығымдан баш тартмам“ тип әйткән Әйүп һымаҡ хис итәм» (Әйүп 27:5).
14. Һынауҙар ваҡытында Йәһүә ҡәрҙәштәр аша беҙҙе нисек нығытып тора? (1 Фессалоникаларға 4:9).
14 Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәрен ауыр ваҡыттарҙа бер-береһен яратырға һәм йыуатырға өйрәтә (2 Кор. 1:3, 4; 1 Фессалоникаларға 4:9-ҙы уҡығыҙ). Илуй һымаҡ, ҡәҙерле ҡәрҙәштәребеҙ беҙ «иманда ныҡ» торһон өсөн беҙгә ярҙамға килергә әҙер (Ғәм. 14:22). Мәҫәлән, Диананың ире ҡаты ауырып киткәс, йыйылыш уға Йәһүәнән йыраҡлашмаҫҡа ярҙам иткән. Ул былай тип һөйләй: «Беҙгә бик ауыр булды. Ләкин был интектергес айҙарҙа беҙ Йәһүәнең көсөн һәм яратыуын тойҙоҡ. Ул беҙҙе күтәреп йөрөткәндәй булды. Ҡәрҙәштәребеҙ һәр ваҡыт яныбыҙҙа ине. Улар беҙгә шылтыратып торҙо, килеп йөрөнө һәм беҙҙе ҡосаҡланы. Быларҙың барыһы ла беҙгә бирешмәҫкә ярҙам итте. Мин үҙем машина йөрөтмәйем, шуға күрә ҡәрҙәштәр мине йыйылыш осрашыуҙарына йә хеҙмәткә үҙҙәре менән бергә ала торғайны». Шундай ҡайғыртыусан ғаиләнең ағзаһы булыу бик ҡыуаныслы!
БЕҘ ЙӘҺҮӘНЕҢ ЯРАТЫУЫ ҺӘМ ҠАЙҒЫРТЫУЫ ӨСӨН РӘХМӘТЛЕ
15. Ни өсөн беҙ һынауҙарҙы еңә алғаныбыҙға ышанабыҙ?
15 Иртәме, һуңмы барыбыҙ ҙа һынауҙар менән осрашабыҙ. Әммә күреүебеҙсә, беҙ яңғыҙ түгел. Ҡайғыртыусан Атайыбыҙ Йәһүә беҙҙе күҙәтеп тора. Ул һәр ваҡыт яныбыҙҙа, доғаларыбыҙҙы тыңлай һәм ярҙамға килергә әҙер (Ишағ. 43:2). Һис шикһеҙ, беҙ Йәһүә менән һәр төрлө һынауҙарҙы еңеп сыға алабыҙ. Ул беҙгә бының өсөн барыһын мул итеп бирә. Алла беҙгә доға ҡылыу мөмкинлеген бүләк иткән. Ул беҙгә Изге Яҙма һәм мул рухи аҙыҡ биргән. Ә шулай уҡ беҙгә ауыр ваҡыттарҙа ярҙам иткән ҡайғыртыусан ҡәрҙәштәребеҙ бар.
16. Йәһүәнең яратыуын һәм ҡайғыртыуын һәр ваҡыт тойор өсөн нимә эшләргә кәрәк?
16 Беҙҙе күҙәтеп торған күктәге Атабыҙҙың булыуы беҙҙең өсөн ҙур бәхет! «Күңелдәребеҙ уға бик һөйөнә» (Зәб. 33:21). Әгәр Йәһүәнең яратыуын һәм ҡайғыртыуын ҡәҙерләһәк, беҙ ул биргән һәр нәмәгә рәхмәтле булырбыҙ. Ул беҙҙең хаҡта артабан да ҡайғыртһын өсөн беҙгә нимә эшләргә кәрәк? Һәр ваҡыт уны тыңларға һәм ул хуплаған эштәр башҡарырға. Шул саҡта беҙ уның ҡайғыртыуын мәңге тоя алырбыҙ! (1 Пет. 3:12).
30-СЫ ЙЫР Йәһүә — Атам, Яҡлаусым, Дуҫым
a Бөгөнгө күп ауырлыҡтарҙы Йәһүәһеҙ еңеп булмай. Был мәҡәлә беҙгә Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәрен күҙәтеп торғанын иҫебеҙгә төшөрә. Ул бер ауырлығыбыҙҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай һәм уларҙы еңергә ярҙам итер өсөн бар кәрәклеһен бирә.
b Зәбур 33:18—20: «Бына, Йәһүәнең күҙҙәре үҙен тәрән хөрмәт итеүселәрҙе, тоғро мөхәббәтенә өмөт бағлаусыларҙы күҙәтә. 19 Ул уларҙы үлемдән ҡотҡарыр өсөн, аслыҡ ваҡытында иҫән ҡалдырыр өсөн шулай эшләй. 20 Беҙ Йәһүәне көтәбеҙ. Ул беҙҙең ярҙамсыбыҙ һәм ҡалҡаныбыҙ».
c Зәбур 62:8: «Эй кешеләр, һәр саҡ уға таянығыҙ. Уға күңелдәрегеҙҙе бушатығыҙ. Алла — беҙҙең өсөн һыйыныу ул».
d Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.