Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

33-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Данилдың ҡыйыулығын һәм тоғролоғон өлгө итеп алығыҙ

Данилдың ҡыйыулығын һәм тоғролоғон өлгө итеп алығыҙ

«Һин ҡәҙерле кеше» (ДАН. 9:23).

73-СӨ ЙЫР Беҙгә ҡыйыулыҡ бир

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Ни өсөн вавилондар Данилға иғтибар иткән?

 ДАНИЛДЫ үҫмер сағында туған яҡтарынан айырып, алыҫ Вавилонға әсирлеккә алып киткәндәр. Унда уға шунда уҡ күҙ һалғандар. Бөтәһе лә Данилдың «бер ниндәй кәмселекһеҙ, күркәм килеш-килбәтле» һәм мирзалар нәҫеленән булыуына иғтибар иткән. Шуға күрә вавилондар уны батша һарайында юғары вазифа биләргә әҙерләй башлаған (Дан. 1:3, 4, 6; 1 Сам. 16:7).

2. Йәһүә Данилға нисек ҡараған? (Йәзәкил 14:14).

2 Йәһүә Данилды тышҡы ҡиәфәте йә йәмғиәттәге дәрәжәһе өсөн түгел, ә ысын күңелдән уны һөйөндөрөргә теләгәне өсөн яратҡан. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: Данилға 20 йәш самаһы булғанда, Йәһүә уны үҙенә тиҫтәләгән йылдар тоғро хеҙмәт иткән бөйөк хеҙмәтселәре Нух һәм Әйүп менән бер рәткә ҡуйған! (Баш. 5:32; 6:9, 10; Әйүп 42:16, 17; Йәзәкил 14:14-те уҡығыҙ). Йәһүә Данилды уның бөтә ғүмере дауамында яратҡан (Дан. 10:11, 19).

3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Был мәҡәләлә Данилды Йәһүә алдында ҡәҙерле иткән ике сифатҡа иғтибар итербеҙ. Тәүҙә, был сифаттарҙың һәр береһенә иғтибар итеп, Данилдың уларҙы нисек сағылдырғанын ҡарап сығырбыҙ. Артабан Данилға был сифаттарҙы үҫтерергә нимә ярҙам иткәнен белербеҙ. Был мәҡәлә йәштәргә тәғәйенләнгән булһа ла, бөтәбеҙ ҙә Данилдан өйрәнә алабыҙ.

ДАНИЛДЫҢ ҠЫЙЫУЛЫҒЫН ӨЛГӨ ИТЕП АЛЫҒЫҘ

4. Данил нисек ҡыйыулыҡ сағылдырған?

4 Ҡыйыу кешеләр ҙә ҡурҡыуға бирелергә мөмкин. Әммә улар ҡурҡыуға үҙҙәрен солғап алырға юл ҡуймай. Данил йәш булһа ла, бик ҡыйыу кеше булған. Быны уның тормошонда булған ике осраҡ раҫлай. Беренсеһе, вавилондар Иерусалимды емергәндән һуң, күрәһең, ике йыл үткәс булған. Вавилон батшаһы Набуҡаднизарға ҡурҡыныс нәмә төшөнә кергән. Ул ҙур һынды күргән. Батша үҙенең бөтә аҡыл эйәләренә, шул иҫәптән Данилға, әгәр улар был төштө һөйләп бирмәһәләр һәм уның мәғәнәһен аңлатмаһалар, уларҙы үлем көтә, тип әйткән (Дан. 2:3—5). Данилға кисектермәйенсә эш итергә кәрәк булған, сөнки күп кешеләрҙең ғүмере ҡурҡыныс аҫтында булған. Шуға күрә «Данил, батша янына барып, унан төштө юрау өсөн ваҡыт биреүен» һораған (Дан. 2:16). Бының өсөн уға ҡыйыулыҡ һәм иман кәрәк булған. Изге Яҙмала, Данил быға тиклем төштәр юрай алған, тип бер ерҙә лә әйтелмәй. Ул үҙенең дуҫтарын — Сидрах, Мисах һәм Әбдинәхте «күктәр Аллаһына был серҙе асып, мәрхәмәт күрһәтеүе тураһында доға ҡылырға» һораған (Дан. 2:18). Йәһүә был доғаға яуап ҡайтарған. Уның ярҙамында Данил Набуҡаднизарҙың төшөн аңлата алған. Шулай итеп Данил үҙе лә, уның дуҫтары ла үлемдән ҡотолоп ҡалған.

5. Данилға тағы ниндәй осраҡта ҡыйыулыҡ сағылдырырға кәрәк булған?

5 Күпмелер ваҡыт үткәндән һуң Данилдан яңынан ҡыйыулыҡ талап ителгән. Набуҡаднизар тағы бер ҡурҡыныс төш күргән. Был юлы Набуҡаднизар төшөндә ҙур ағас күргән. Данил ҡыйыулыҡ менән батшаның был төшөн дә юрап биргән, ул хатта Набуҡаднизарға ваҡытлыса аҡылын юғалтасағы һәм батшалыҡ итеүҙән туҡтаясағы тураһында әйтергә ҡурҡмаған (Дан. 4:25). Батша, фетнә күтәрергә йыйына тип уйлап, Данилды үлем язаһына тарттыра алған. Ләкин Данил бирешмәгән, ул ҡыйыулыҡ менән төштө аңлатҡан.

6. Данилға ҡыйыу булып ҡалырға нимә ярҙам иткән?

6 Данилға ғүмер буйы ҡыйыу булып ҡалырға нимә ярҙам иткән? Ул бәләкәй саҡтан уҡ ата-әсәһенең яҡшы өлгөһөнә эйәргән. Улар, һис шикһеҙ, Йәһүәнең ата-әсәләргә бирелгән күрһәтмәләре буйынса эш итеп, улдарын Алланың ҡанунына өйрәткән (Ҡан. 6:6—9). Данил, Ун әмер кеүек төп ҡанундарҙы ғына түгел, ә уларҙың нескәлектәрен дә аңлаған. Мәҫәлән, ул израилдәргә нимә ашарға ярай, ә нимә юҡ икәнен белгән (Лев. 11:4—8; Дан. 1:8, 11—13) b. Данил шулай уҡ үҙ халҡының тарихы менән яҡшы таныш булған һәм Йәһүәгә тыңламаусанлыҡ ниндәй аяныс эҙемтәләргә килтергәнен күргән (Дан. 9:10, 11). Данил үҙенең оҙайлы ғүмерендә Йәһүәнең һәм уның фәрештәләренең нығытыуын күп тапҡыр тойған һәм ниндәй генә хәл булһа ла, улар уны ҡалдырмаясағына ышанған (Дан. 2:19—24; 10:12, 18, 19).

Данил ҡыйыу булған, сөнки Яҙмаларҙы тырышып өйрәнгән, Йәһүәгә доға ҡылған һәм уға ышанған (7-се абзацты ҡарағыҙ.)

7. Данилға ҡыйыу булырға тағы нимә ярҙам иткән? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

7 Данил Алла пәйғәмбәрҙәренең яҙмаларын, шул иҫәптән Иремияның пәйғәмбәрлеген тикшергән. Бының ярҙамында ул йәһүдтәрҙең тиҙҙән Вавилондан азат ителәсәген билдәләгән (Дан. 9:2). Һис шикһеҙ, Яҙмаларҙағы пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлеүе Данилдың Йәһүәгә ышанысын нығытҡан. Ә Аллаға ныҡ ышанған кеше иҫ киткес ҡыйыу була ала (Римдарға 8:31, 32, 37—39 сағыштырығыҙ.) Иң мөһиме, Данил Аллаға йыш доға ҡылған (Дан. 6:10). Ул уға үҙ гонаһтарын асҡан һәм үҙ хистәрен белдергән. Шулай уҡ ул Алланан ярҙам һораған (Дан. 9:4, 5, 19). Данил беҙҙең кеүек кеше булған, ул ҡыйыу булып тыумаған. Яҙмаларҙы тикшереп, Йәһүәгә доға ҡылып һәм уға ҡарата ышанысын үҫтереп, ул ҡыйыу булып киткән.

8. Беҙ нисек ҡыйыулыҡҡа өйрәнә алабыҙ?

8 Ҡыйыу булыр өсөн беҙгә нимә эшләргә кәрәк? Атай-әсәйҙәребеҙ беҙҙе ҡыйыу булырға дәртләндерә ала, әммә улар был сифатты беҙгә мираҫ итеп бирә алмай. Беҙҙең үҙебеҙгә, берәй һөнәргә өйрәнгән кеүек, ҡыйыу булырға ла өйрәнергә кәрәк. Өйрәнеү ысулдарының береһе — уҡытыусының нимә эшләгәнен күҙәтеп уның артынан ҡабатлау. Ҡыйыу булырға өйрәнер өсөн башҡаларҙың был сифатты нисек сағылдырғанына иғтибар итеү һәм улар кеүек эш итеү мөһим. Беҙ Данилдан нимәгә өйрәнәбеҙ? Беҙгә Алла Һүҙен яҡшы белергә кәрәк. Шулай уҡ беҙ Йәһүәгә йыш доға ҡылып һәм уға күңелебеҙҙе бушатып, уның менән дуҫлығыбыҙҙы нығытырға тейеш. Өҫтәүенә, Йәһүәнең беҙҙе ҡалдырмаясағына ышанысыбыҙҙы үҫтерергә кәрәк. Шулай эш итһәк, киләсәктә иманыбыҙ һыналғанда, беҙ ҡыйыу булып ҡала алырбыҙ.

9. Ни өсөн беҙгә ҡыйыулыҡ кәрәк?

9 Ҡыйыу булыу беҙҙең өсөн бик мөһим. Германияла йәшәгән Бен исемле ағай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Ул уҡыған мәктәптә бөтәһе лә эволюцияға ышанған һәм Изге Яҙмалағы барлыҡҡа килтереү тураһындағы хәбәрҙе уйҙырма тип һанаған. Бер көндө Бендың донъяның барлыҡҡа килтерелгәненә ышаныуын класс алдында аңлатырға мөмкинлек тыуған. Ул үҙ ҡараштары тураһында ҡыйыулыҡ менән һөйләгән. Был ниндәй һөҙөмтәгә килтергән? Бен былай ти: «Уҡытыусы мине иғтибар менән тыңланы, ә шунан һуң мин сығышымда ҡулланған материалдың күсермәләрен яһап, бөтә синыфташтарыма таратты». Ә синыфташтары уның сығышына нисек ҡараған? Ул дауам итә: «Күптәр мине ҡыҙыҡһынып тыңланы һәм һуңынан улар минең менән һоҡланыуҙары тураһында әйтте». Бендың осрағынан күренеүенсә, ҡыйыу кешеләрҙе йыш ҡына хөрмәт итәләр. Шулай уҡ ҡыйыу булһаҡ, беҙ эскерһеҙ кешеләргә Йәһүә менән танышырға ярҙам итә алырбыҙ. Эйе, ҡыйыулыҡты үҫтерер өсөн беҙҙең бөтә сәбәптәребеҙ бар.

ДАНИЛДЫҢ ТОҒРОЛОҒОН ӨЛГӨ ИТЕП АЛЫҒЫҘ

10. Тоғролоҡ нимә ул?

10 Изге Яҙмалағы «тоғролоҡ» йәки «тоғро мөхәббәт» тип тәржемә ителгән еврей һүҙе йыш ҡына Алланың үҙ хеҙмәтселәренә ҡарата йылы һәм тәрән хистәрен һүрәтләй. Алла хеҙмәтселәре араһында булған мөхәббәтте һүрәтләр өсөн шул уҡ һүҙ ҡулланыла (2 Сам. 9:6, 7). Ваҡыт үтеү менән тоғролоғобоҙ нығый ала. Данилдың миҫалынан был яҡшы күренә.

Йәһүә Данилды тоғролоғо өсөн бүләкләгән. Ул, фәрештәһен ебәреп, уны арыҫландарҙан яҡлаған. (11-се абзацты ҡарағыҙ.)

11. Оло йәштә булғанда Данилдың тоғролоғо нисек һыналған? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

11 Данилдың Йәһүәгә ҡарата тоғролоғо уның бөтә ғүмере дауамында һыналған. Әммә 90 йәшендә ул иң ҙур һынауҙарҙың береһе менән осрашҡан. Ул ваҡытҡа Вавилон инде мидиялылар һәм фарсылар ҡулында булған, һәм унда Дарий батша идара иткән. Батшаға хеҙмәт иткән түрәләр Данилды нәфрәт иткән һәм ул табынған Алланы һанға һуҡмаған. Шуға күрә улар Данилды үлтерер өсөн яуыз план ҡорған. Улар Данилды, ул кемгә тоғро ҡалыр — үҙ Аллаһынамы йә батшағамы, тип һынарға булған һәм быны тикшерер өсөн батшаны фарман сығарырға күндергән. Шул фарман буйынса, оло йәштәге пәйғәмбәргә 30 көн дауамында Аллаға доға ҡылырға ярамаған. Шулай эшләһә, ул батшаға тоғролоғон күрһәтер ине һәм язанан ҡотолор ине. Ләкин Данил был фарманға буйһоноуҙан баш тартҡан. Һөҙөмтәлә уны арыҫландар соҡорона ташлағандар. Йәһүә Данилды тоғролоғо өсөн бүләкләгән һәм арыҫландарҙан һаҡлап ҡалған (Дан. 6:12—15, 20—22). Йәһүәгә ҡарата шундай уҡ ҡаҡшамаҫ тоғролоҡто нисек үҫтереп була?

12. Данил Йәһүәгә ҡарата ҡаҡшамаҫ тоғролоҡто нисек үҫтергән?

12 Юғарыла әйтелгәнсә, Йәһүәгә тоғро булыр өсөн, уға ҡарата көслө яратыу үҫтерергә кәрәк. Данил Йәһүәне бик ныҡ яратҡан. Шуға күрә күктәге Атаһына ҡаршы хыянат итеү уның өсөн аҡылға һыймаҫлыҡ булған. Данил, моғайын, шундай яратыуҙы үҫтерер өсөн, Йәһүәнең сифаттары тураһында һәм ул уларҙы нисек сағылдырғаны хаҡында уйланғандыр (Дан. 9:4). Шулай уҡ Данил Йәһүәнең үҙ халҡы һәм уның өсөн ҡылған бөтә яҡшы эштәре тураһында уйланған һәм рәхмәттәр белдергән (Дан. 2:20—23; 9:15, 16).

Әгәр һин күктәге Атаңды ныҡ яратһаң, Данил кеүек Йәһүәгә тоғро була алырһың (13-сө абзацты ҡарағыҙ.)

13. а) Йәш мәсихселәрҙең тоғролоғо нисек һыналырға мөмкин? Миҫал килтерегеҙ. (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.) б) Әгәр һеҙҙән, Йәһүә шаһиттары гомосексуалистарға нисек ҡарай, тип һораһалар, ниндәй яуап биреп була? (jw.org сайтында килтерелгән «Ысын тәҡүәлектең һөҙөмтәһе тыныслыҡ булыр» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.)

13 Данил ваҡытындағы кеүек, бөгөн дә беҙҙең йәш ҡәрҙәштәр Йәһүәне һәм уның нормаларын һанға һуҡмаған кешеләр араһында йәшәй. Ундай кешеләр Алланы яратҡандарҙы нәфрәт итә. Хатта уларҙың ҡайһы берҙәре ҡәрҙәштәребеҙҙең Алла нормаларын боҙоуҙарын теләп, уларҙы ҡурҡыта. Австралияла йәшәгән Грейм ағай-ҡәрҙәш менән бына нимә булған. Ул өлкән класта уҡыған саҡта уҡытыусы уҡыусыларҙан, дуҫығыҙ һеҙгә үҙенең гомосексуалист булғаны тураһында әйтһә, һеҙ нисек эш итер инегеҙ, тип һораған. Шунан һуң уҡытыусы дуҫының шундай эшен хуплағандарға бер яҡҡа, ә ҡалғандарына икенсе яҡҡа баҫырға ҡушҡан. Грейм былай тип иҫенә төшөрә: «Мин һәм тағы бер Йәһүә шаһитынан башҡа бөтә класс шундай йәшәү рәүешен хуплай ине». Артабан булған хәл Греймдың Йәһүәгә ҡарата тоғролоғон һынаған. Ул былай ти: «Ҡалған уҡыусылар, хатта уҡытыусы ла дәрес аҙағына тиклем беҙҙән көлдөләр һәм беҙҙе мыҫҡылланылар. Мин тыныс ҡалырға һәм үҙ иманымды яҡлар өсөн аҡыллы дәлилдәр килтерергә тырыштым. Әммә улар мине тыңларға теләмәне». Был һынау Греймға нисек тәьҫир иткән? Ул былай тип дауам итә: «Әлбиттә, синыфташтарымдың мыҫҡыллауҙарын түҙеү еңел булманы. Әммә Йәһүәгә тоғро ҡала алғаныма һәм үҙ ҡараштарымды яҡлай алғаныма мин бик бәхетлемен».

14. Беҙ Йәһүәгә ҡаҡшамаҫ тоғролоҡто нисек үҫтерә алабыҙ?

14 Күктәге Атабыҙға мөхәббәтебеҙҙе тәрәнәйтһәк, беҙ Данил кеүек уға тоғро була алырбыҙ. Ундай яратыуҙы беҙ Йәһүәнең сифаттарын тикшереп үҫтерә алабыҙ. Ә уларҙы уның ижади эштәренән күреп була (Рим. 1:20). Был йәһәттән беҙгә «Тәбиғәт мөғжизәләре» тигән рубрикалағы мәҡәләләр һәм видеояҙмалар ярҙам итер. Улар ярҙамында беҙ Йәһүәгә ҡарата яратыуыбыҙҙы тәрәнәйтербеҙ һәм уны күберәк хөрмәт итә башларбыҙ. Шулай уҡ «Тормош яратылған булғанмы?» (тат.) һәм «Тормош яралыуы. Иғтибарға лайыҡ биш һорау» (тат.) тигән брошюраларҙы ла уҡып була. Был брошюралар тураһында Данияла йәшәгән Э́стер исемле бер йәш апай-ҡәрҙәш бына нимә ти: «Унда килтерелгән дәлилдәр иҫ китерлек! Был брошюралар һиңә нимәгә ышанырға кәрәклеген таҡмай. Унда факттар ғына килтерелә, ә һығымтаны һин үҙең яһайһың». Өҫтә иҫкә алынған Бен былай ти: «Был брошюралар минең иманымды бик нығытты. Тормошто Алла барлыҡҡа килтергәненә минең бер шигем дә ҡалманы». Был материалды өйрәнеп һеҙ, моғайын, Изге Яҙмалағы бындай һүҙҙәр менән ризалашырһығыҙ: «Раббы Аллабыҙ, Һин дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлыһың, сөнки бар нәмәне Һин яраттың» (Асыл. 4:11) c.

15. Йәһүә менән яҡын дуҫлыҡ үҫтерергә тағы нимә ярҙам итә?

15 Йәһүәгә ҡарата тәрән яратыу үҫтерер өсөн тағы бер ысул — уның Улының тормошон ентекләп тикшереү. Германияла йәшәгән Самира исемле йәш апай-ҡәрҙәш тап шулай эш иткән дә. Ул былай ти: «Ғайса тураһында уҡып, мин Йәһүәне яҡшыраҡ белдем». Бала сағында Самираға Йәһүәнең хистәре бар икәнен күҙ алдына килтереү ауыр булған, ә бына Ғайсаның миҫалы менән еңелерәк булған. Самира былай тип өҫтәй: «Ғайса миңә бик оҡшай ине, сөнки ул игелекле булған һәм балаларҙы яратҡан». Ғайса тураһында күберәк белгән һайын, Самираның Йәһүә менән дуҫлығы нығыған. Нисек итеп? Ул былай тип аңлата: «Ваҡыт уҙыу менән мин Ғайсаның бөтә нәмәлә лә тап Атаһы кеүек эш иткәнен күрҙем. Улар бер-береһенә бик оҡшаш. Мин Йәһүәнең ни өсөн Ғайсаны ергә ебәргәнен аңланым. Шулай итеп кешеләр Йәһүәне яҡшыраҡ белә алған бит» (Яхъя 14:9). Әгәр һеҙ Йәһүә менән дуҫлығығыҙҙы нығытырға теләһәгеҙ, Ғайса тураһында күберәк белер өсөн ваҡыт йәлләмәгеҙ. Был һеҙгә Йәһүәне тағы ла нығыраҡ ярата башларға һәм уға ҡарата тоғролоҡ үҫтерергә ярҙам итер.

16. Ни өсөн тоғро булыу мөһим? (Зәбур 18:25; Миҡай 6:8).

16 Әгәр беҙ башҡаларға ҡарата тоғро булһаҡ, яныбыҙҙа беҙҙе бер ҡасан да ташламаясаҡ ышаныслы дуҫтарыбыҙ булыр (Руф 1:14—17). Бынан тыш, Йәһүәгә тоғро булғандар йән тыныслығы тоя. Ни өсөн? Сөнки Йәһүә тоғро булғандарға тоғро. (Зәбур 18:25; Миҡай 6:8-ҙе уҡығыҙ.) Уйлап ҡына ҡарағыҙ: Сикһеҙ ҡөҙрәтле Барлыҡҡа килтереүсебеҙ беҙҙең менән көслө эмоциональ бәйләнештә булырға теләй. Әгәр Йәһүә беҙҙең иң яҡын дуҫыбыҙ икән, бер кем дә, бер нәмә лә, шул иҫәптән дошмандар, һынауҙар, хатта үлем дә беҙҙе унан айыра алмаҫ (Дан. 12:13; Лука 20:37, 38; Рим. 8:38, 39). Данилдан өлгө алыу һәм Йәһүәгә тоғро ҡалыу бик мөһим!

АРТАБАН ДА ДАНИЛДАН ӨЙРӘНЕГЕҘ

17, 18. Киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

17 Был мәҡәләлә беҙ Данил сағылдырған сифаттарҙың икеһен генә ҡарап сыҡтыҡ. Әммә беҙ Данилдан тағы күп нәмәгә өйрәнә алабыҙ. Мәҫәлән, Йәһүә уға бер нисә төш һәм күренеш күрһәткән, ә шулай уҡ пәйғәмбәрлектәрҙе аңлатыу һәләтен биргән. Был пәйғәмбәрлектәрҙең күбеһе инде үтәлгән, ә ҡалғандары киләсәктә үтәләсәк һәм уларҙың үтәлеше һәр кешегә ҡағыласаҡ.

18 Киләһе мәҡәләлә беҙ Данил яҙған ике пәйғәмбәрлекте ҡарап сығырбыҙ. Йәшебеҙгә ҡарамаҫтан уларҙы аңлау бик мөһим, сөнки улар бөгөн үк аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә. Шулай уҡ был пәйғәмбәрлектәр беҙгә ҡыйыулыҡ өҫтәр һәм Йәһүәгә тоғро ҡалырға ярҙам итер. Шулай итеп беҙ яҡын киләсәктә буласаҡ ваҡиғаларға әҙерләнә алырбыҙ.

119-СЫ ЙЫР Иманыбыҙ ныҡ булһын

a Йәш ҡәрҙәштәрҙең ҡайһы саҡта Аллаға ҡарата ҡыйыулығы һәм тоғролоғо һынала. Мәктәптә йыш ҡына уларҙан Аллаға ышанғандары өсөн көләләр. Йәиһә уларҙы, Аллаға хеҙмәт итеү һәм уның нормалары буйынса йәшәү аҡылһыҙ һәм заманса түгел, тип ышандырырға тырышалар. Әммә Данил пәйғәмбәрҙең өлгөһөнә эйәргәндәр һәм Йәһүәгә ҡыйыулыҡ һәм тоғролоҡ сағылдырғандар зирәк булыуҙарын күрһәтә.

b Данилдың вавилондар ризығын хәрәм тип һанауының өс сәбәбен килтерергә була: 1) был Ҡанун буйынса ашарға ярамаған хайуандың ите була алған (Ҡан. 14:7, 8); 2) тейешле рәүештә ҡаны сығарылмаған хайуандың ите була алған (Лев. 17:10—12); 3) был ризыҡты ашау ялған табыныуҙа ҡатнашыуҙы аңлатҡан (Левиттар 7:15-те 1 Коринфтарға 10:18, 21, 22 менән сағыштырығыҙ).

c Йәһүәгә ҡарата яратыуығыҙҙы нығытыр өсөн «Йәһүәгә яҡынлаш» тигән китапты (урыҫ) уҡып була. Унда һеҙ Йәһүә һәм уның сифаттары тураһында күберәк белерһегеҙ.