Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

34-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәргә төшөнөгөҙ

Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәргә төшөнөгөҙ

«Төшөнөүсән кешеләр иһә аңлар» (ДАН. 12:10).

98-СЕ ЙЫР Изге Яҙма — Алла Һүҙе

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе тикшереүҙән ҡәнәғәтлек табырға һеҙгә нимә ярҙам итер?

 БЕН исемле йәш ағай-ҡәрҙәш: «Миңә Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе тикшереү бигерәк оҡшай», — ти. Һеҙ уның менән ризалашаһығыҙмы? Әллә һеҙгә уларҙы аңлау ауыр биреләме? Ә бәлки, һеҙгә пәйғәмбәрлектәрҙе тикшереү күңелһеҙҙер. Әммә Йәһүәнең уларҙы Изге Яҙмаға ни өсөн индергәне тураһында күберәк белһәгеҙ, моғайын, ҡарашығыҙ үҙгәрер.

2. Был мәҡәләлә нимә ҡарала?

2 Был мәҡәләлә беҙ тәүҙә Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе ни өсөн тикшерергә кәрәклеген һәм быны нисек эшләп булғанын ҡарап сығырбыҙ. Шунан беҙ Данил китабынан ике пәйғәмбәрлеккә иғтибар итербеҙ һәм улар беҙҙең өсөн ниндәй яҡтан файҙалы икәнен күрербеҙ.

НИ ӨСӨН ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ ПӘЙҒӘМБӘРЛЕКТӘРҘЕ ТИКШЕРЕРГӘ КӘРӘК?

3. Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе аңлар өсөн нимә эшләргә кәрәк?

3 Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе аңлар өсөн беҙгә ярҙам кәрәк. Бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Әйтәйек, һеҙ таныш булмаған ергә килгәнһегеҙ, ти. Әммә, бәхеткә ҡаршы, янығыҙҙа был ерҙе яҡшы белгән дуҫығыҙ бар. Ул һеҙҙең хәҙер ҡайҙа торғанығыҙҙы һәм һәр юлдың ҡайҙа алып барғанын яҡшы белә. Йәһүә шундай дуҫҡа оҡшаш. Ул беҙҙең тарихтағы ниндәй өҙөктә йәшәгәнебеҙҙе һәм киләсәктә беҙҙе нимә көткәнен яҡшы белә. Тимәк, Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе аңлар өсөн, беҙгә кеселекле булырға һәм Йәһүәнән ярҙам һорарға кәрәк (Дан. 2:28; 2 Пет. 1:19, 20).

Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе тикшереү беҙгә киләһе ваҡиғаларға әҙер булырға ярҙам итер (4-се абзацты ҡарағыҙ.)

4. Ни өсөн Йәһүә Изге Яҙмаға пәйғәмбәрлектәрҙе яҙҙыртҡан? (Иремия 29:11). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

4 Һәр яҡшы атай-әсәй үҙ балаһына бәхетле киләсәк теләй. Йәһүә тап шундай атай. (Иремия 29:11-ҙе уҡығыҙ.) Ләкин кешеләрҙән айырмалы булараҡ, Алла буласаҡ ваҡиғаларҙы алдан уҡ теүәл әйтә ала. Беҙ киләсәктә буласаҡ мөһим ваҡиғалар тураһында белһен өсөн, ул Изге Яҙмаға пәйғәмбәрлектәрҙе яҙҙыртҡан (Ишағ. 46:10). Тимәк, пәйғәмбәрлектәр — беҙҙе яратҡан күктәге Атайыбыҙҙың бүләге. Ләкин ни өсөн беҙ Изге Яҙмала яҙылғандарҙың үтәләсәгенә ышана алабыҙ?

5. Макстың осрағы йәш ҡәрҙәштәрҙе нимәгә өйрәтә?

5 Мәктәптә балаларыбыҙ менән бергә уҡыған йәштәрҙең күбеһе Изге Яҙманы хөрмәт итмәй. Уларҙың һүҙҙәре һәм тәртибе йәш ҡәрҙәштәребеҙҙең уйҙарында шиктәр тыуҙырырға мөмкин. Макс исемле ҡәрҙәш менән нимә булғанына иғтибар итәйек. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Үҫмер сағымда мин атай-әсәйемдең дине хаҡ булыуына һәм Изге Яҙма Алланан булыуына шикләнә башланым». Уның ата-әсәһе быға нисек ҡараған? «Улар ныҡ борсолһа ла, тыныс булып ҡалды», — ти ул. Макстың бөтә һорауҙарына улар Изге Яҙманан яуап биргән. Әммә ул үҙе лә ҡул ҡаушарып ултырмаған. Макс былай тип аңлата: «Мин үҙем Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе тикшерҙем һәм белгәндәрем хаҡында йыйылыштағы дуҫтарым менән фекер алыштым». Был ниндәй һөҙөмтәләргә килтергән? «Мин Изге Яҙманың Алла тарафынан рухландырылғанына инандым», — ти Макс.

6. Шиктәр тыуһа, нимә эшләргә кәрәк һәм ни өсөн?

6 Һеҙ ҙә, Макс кеүек, хәҡиҡәттең Изге Яҙмала булыуына шикләнә башлаһағыҙ, үҙегеҙҙе ғәйепләмәгеҙ. Әммә быны иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай, сөнки шиктәр тут кеүек. Әгәр уға иғтибар итмәһәң, ул яйлап ҡына бик ҡиммәтле нәмәне ашай ала. Иманығыҙҙың тутыҡмағанын аңлар өсөн, үҙегеҙгә: «Изге Яҙмала киләсәк тураһында нимә әйтелгәненә ышанаммы?» — тигән һорау бирегеҙ. Ныҡлы ышаныс менән эйе тип әйтә алмаһағыҙ, тимәк, һеҙгә үтәлгән пәйғәмбәрлектәрҙе тикшерергә кәрәк. Быны нисек эшләп була?

ПӘЙҒӘМБӘРЛЕКТӘРҘЕ НИСЕК ТИКШЕРЕРГӘ?

Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе дөрөҫ ниәттәр менән тырышып өйрәнһәк һәм кеселекле булһаҡ, Йәһүәгә ҡарата ышанысыбыҙ Данилдыҡы кеүек булыр (7-се абзацты ҡарағыҙ.)

7. Пәйғәмбәрлектәрҙе тикшергәндә Данилдан нисек өлгө алып була? (Данил 12:10). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

7 Пәйғәмбәрлектәрҙе тикшереү тураһында әйткәндә, Данил беҙгә бик яҡшы өлгө ҡалдырған. Ул хәҡиҡәтте белергә теләгән, шуға күрә пәйғәмбәрлектәрҙе дөрөҫ ниәттәрҙән сығып тикшергән. Шулай уҡ Данил үҙен кесе итеп тотҡан. Ул Йәһүәнең үҙен белгәндәргә һәм уның ҡанундары буйынса йәшәгәндәргә генә аңлау һәләтен биргәнен аңлаған (Дан. 2:27, 28; Данил 12:10-ды уҡығыҙ). Данил кеселекле кеше булған, шуға күрә һәр ваҡыт Йәһүәнән ярҙам һораған (Дан. 2:18). Ә шулай уҡ Данил бик тырыш тикшереүсе булған. Ул үҙе йәшәгән ваҡытта булған Яҙмаларҙы тырышып өйрәнгән (Ирем. 25:11, 12; Дан. 9:2). Һеҙ Данилдан нисек өлгө ала алаһығыҙ?

8. Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәргә ышанмай, әммә беҙ нимә эшләргә тейеш?

8 Ниәттәрегеҙ өҫтөндә уйланығыҙ. Һеҙ ни өсөн Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе тикшерәһегеҙ? Хәҡиҡәтте белергә теләйһегеҙме? Улайһа, Йәһүә һеҙгә ярҙам итер (Яхъя 4:23, 24; 14:16, 17). Ә ниндәй ниәттәр дөрөҫ булмаҫ ине? Ҡайһы берәүҙәр, Изге Яҙма Алланан түгел, ти, һәм быны иҫбатлар өсөн пәйғәмбәрлектәрҙе тикшерә. Улар, нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен үҙем хәл итә алам, тип уйлай. Ә беҙҙең ниәттәребеҙ дөрөҫ булырға тейеш. Бынан тыш, Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе аңлар өсөн, беҙгә бер мөһим сифат кәрәк.

9. Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе аңлар өсөн ниндәй сифат кәрәк? Аңлатығыҙ.

9 Үҙегеҙҙе кесе итеп тотоғоҙ. Йәһүә үҙҙәрен кесе итеп тотҡандарға ярҙам итә (Яҡ. 4:6). Шуға күрә унан ярҙам һорарға кәрәк. Шунһыҙ беҙ Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе аңлай алмаҫбыҙ. Шулай уҡ беҙгә үҙ ваҡытында рухи аҙыҡ биргән тоғро һәм аҡыллы хеҙмәтсенең ярҙамы кәрәк (Лука 12:42). Йәһүә тәртипте ярата, шуға күрә үҙенең Һүҙендәге хәҡиҡәттәрҙе тик шул хеҙмәтсе аша ғына аңлата (1 Кор. 14:33; Ефес. 4:4—6).

10. Эстерҙың осрағы һеҙҙе нимәгә өйрәтә?

10 Тырышып өйрәнегеҙ. Тәүҙә үҙегеҙгә ҡыҙыҡлы булған пәйғәмбәрлекте һайлағыҙ һәм уны тырышып өйрәнегеҙ. Э́стер исемле апай-ҡәрҙәш Мәсихтең килеүе тураһындағы пәйғәмбәрлектәрҙе белергә теләгән. Ул былай ти: «15 йәшемдә мин был пәйғәмбәрлектәрҙең Ғайсаның тыуыуына тиклем яҙылғанына дәлилдәр табырға булдым». Үле дингеҙ төргәктәре тураһындағы белемдәр Эстерҙың иманын нығытҡан. Ул былай тип аңлата: «Төргәктәрҙең ҡайһы берҙәре Мәсихтең килеүенә тиклем яҙылған булған, тимәк, унда яҙылған пәйғәмбәрлектәр Алланан булған. Төшөнөр өсөн миңә бер үк мәғлүмәтте бер нисә тапҡыр уҡып сығырға тура килде», — тип таный Эстер. Тырышлыҡтар һалыуына ул бер ҙә үкенмәй. Изге Яҙмалағы бер нисә пәйғәмбәрлекте ентекләп тикшереп, ул бындай һығымта яһаған: «Хәҙер мин Изге Яҙманың дөрөҫлөгөнә тулыһынса ышанам!»

11. Ни өсөн беҙгә Изге Яҙмала яҙылғандар дөрөҫ икәненә ышаныу бик мөһим?

11 Ҡайһы бер пәйғәмбәрлектәрҙең инде үтәлгәнен күреү Йәһүәгә ҡарата иманыбыҙҙы нығыта, һәм беҙ ул күрһәткән юлдан ҡыйыулыҡ менән барабыҙ. Бынан тыш, пәйғәмбәрлектәр, һынауҙарыбыҙға ҡарамаҫтан, киләсәккә ышаныс менән ҡарарға ярҙам итә. Әйҙәгеҙ, Данил китабында яҙылған һәм бөгөн үтәлгән ике пәйғәмбәрлекте ҡыҫҡаса ғына ҡарап сығайыҡ. Уларҙы аңлаһаҡ, беҙ аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итә алырбыҙ.

БАЛСЫҠ ҠАТЫШ ТИМЕРҘӘН БУЛҒАН ТАБАНДАР ҺЕҘГӘ НИСЕК ҠАҒЫЛА?

12. «Балсыҡ ҡатыш тимерҙән» булған табандар нимәне символлаштыра? (Данил 2:41—43).

12 Данил 2:41—43-тө уҡығыҙ. Набуҡаднизар төшөндә ҙур һын күргән. Был һындың табандары «балсыҡ ҡатыш тимерҙән» булған. Был пәйғәмбәрлекте Данил һәм Асылыш китаптарының башҡа пәйғәмбәрлектәре менән сағыштырһаҡ, шундай һығымтаға киләбеҙ: табандар хәҙерге ваҡытта идара иткән иң ҡеүәтле Англия-Америка державаһын символлаштыра. Был держава тураһында Данил «был батшалыҡ яртылаш ҡаты, яртылаш ыуалыусан буласаҡ» тип әйткән. Ни өсөн ул «яртылаш ыуалыусан»? Сөнки балсыҡ менән сағыштырылған ябай кешеләр был державаның тимер кеүек ҡаты көсөн кәметә b.

13. Һын тураһындағы пәйғәмбәрлекте аңлаһаҡ, ниндәй мөһим хәҡиҡәттәрҙе белербеҙ?

13 Данилдың был һынды, айырыуса уның табандарын нисек һүрәтләүенән беҙ бер нисә мөһим хәҡиҡәтте беләбеҙ. Беренсенән, Англия-Америка бөтә донъя державаһы ҙур көскә эйә һәм үҙ көсөн бер нисә тапҡыр күрһәткән. Мәҫәлән, ул бөтә донъя һуғыштарының икеһендә лә еңеү яулауҙа ҙур роль уйнаған. Ләкин был державаны үҙ граждандары көсһөҙләндерә. Улар хөкүмәткә ҡаршы сыға һәм үҙ-ара дошманлаша. Һәм был хәл үҙгәрәсәк тип, бер ҡайҙа ла әйтелмәй. Икенсенән, Алла Батшалығы кешелек хөкүмәттәрен юҡ иткәндә, тап был держава идара итәсәк. Башҡа хөкүмәттәр был державаның урынын яуларға тырышһа ла, уңышһыҙ булыр. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? Алла Батшалығын символлаштырған «таш» Бөйөк Британия менән Америка берләшмәһен символлаштырған һындың табандарына килеп бәреләсәк (Дан. 2:34, 35, 44, 45).

14. Данил яҙған пәйғәмбәрлектәрҙе аңлау беҙгә нисек аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер?

14 Һеҙ Данилдың был пәйғәмбәрлегенең үтәлешенә ышанаһығыҙмы? Эйе булһа, был һеҙҙең тормошоғоҙҙан күренергә тейеш. Һеҙ инде оҙаҡламай тар-мар ителәсәк донъяла байлыҡ йыймаҫһығыҙ (Лука 12:16—21; 1 Яхъя 2:15—17). Был пәйғәмбәрлекте аңлау һеҙгә шулай уҡ вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү бөгөн иң мөһим эш икәнен күрергә ярҙам итер (Матф. 6:33; 28:18—20). Был пәйғәмбәрлекте тикшергәс, үҙегеҙгә: «Алла Батшалығы кешелек хөкүмәттәрен тиҙҙән юҡ итәсәгенә ышанаммы? Был минең ҡарарҙарымдан күренәме?» тигән һорауҙар бирегеҙ.

«ТӨНЬЯҠ БАТША» ҺӘМ «КӨНЬЯҠ БАТША» ҺЕҘГӘ НИСЕК ҠАҒЫЛА?

15. Кем бөгөн «төньяҡ батша», ә кем «көньяҡ батша» булып тора? (Данил 11:40).

15 Данил 11:40-ты уҡығыҙ. Данил китабының 11-се бүлегендә ике «батша», йәғни донъяла өҫтөнлөк алыр өсөн бер-береһе менән көрәшкән ике сәйәси держава тураһында әйтелә. Ошо пәйғәмбәрлекте башҡа пәйғәмбәрлектәр менән сағыштырыу «төньяҡ батша» — Рәсәй һәм уның союздаштары, ә «көньяҡ батша» был Англия-Америка бөтә донъя державаһы икәнен аңларға ярҙам итә c.

«Төньяҡ батшаның» һәм «көньяҡ батшаның» Алла халҡына һөжүм итеүе Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлеше булып тора. Быны аңлау иманды нығыта һәм кәрәкмәгән борсолоуҙарҙан һаҡлай (16—18-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

16. «Төньяҡ батшаның» ерҙәрендә йәшәгәндәр ниндәй һынауҙар менән осраша?

16 «Төньяҡ батшаның» территорияһында йәшәгән Алла хеҙмәтселәре эҙәрләүҙәргә дусар. Аллаға иман иткәндәре өсөн Йәһүә шаһиттарының ҡайһы берҙәрен туҡмайҙар һәм төрмәгә ташлайҙар. Әммә «төньяҡ батша» ҡәрҙәштәребеҙҙе ҡурҡыта алмай. Киреһенсә, уларҙың имандары тик нығый бара. Ни өсөн? Сөнки улар Данил яҙған пәйғәмбәрлектең теүәл үтәлгәнен күрә (Дан. 11:41) d. Быны иҫтә тотоп, беҙ өмөтөбөҙҙө тере килеш һаҡлайбыҙ һәм Йәһүәгә тоғро ҡала алабыҙ.

17. «Көньяҡ батшаның» ерҙәрендә йәшәгән Алла хеҙмәтселәре ниндәй һынауҙар менән осраша?

17 Элек Йәһүәнең халҡы «көньяҡ батшаның» да һөжүмдәренә дусар булған. Мәҫәлән, XX быуаттың беренсе яртыһында нейтралитет һаҡлағандары өсөн ҡәрҙәштәрҙе төрмәгә ултыртҡандар, ә ҡайһы бер Йәһүә шаһиттарының балаларын мәктәптән сығарғандар. Ә һуңғы йылдарҙа был батшаның ерҙәрендә йәшәгән Йәһүә хеҙмәтселәре башҡа төрлө һынауҙарға дусар. Был һынауҙарҙы еңел генә күреп булмай. Мәҫәлән, һайлау алдынан үткән кампания ваҡытында мәсихсенең теге йә был сәйәси партияға йәиһә кандидатҡа өҫтөнлөк бирергә теләге тыуырға мөмкин. Әлбиттә, ул һайлауға бармаҫ, әммә үҙ уйында кемдеңдер яғына баҫыуы ихтимал. Шуға күрә эштәребеҙҙә генә түгел, ә уйҙарыбыҙҙа һәм хистәребеҙҙә лә сәйәси нейтралитет һаҡлау бик мөһим! (Яхъя 15:18, 19; 18:36).

18. «Төньяҡ батша» менән «көньяҡ батшаның» үҙ-ара көрәшеүенә нисек ҡарарға кәрәк? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

18 Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәргә ышанмаған кешеләр, «төньяҡ батша» менән «көньяҡ батшаның» үҙ-ара көрәшкәнен күреп, борсолорға мөмкин (Дан. 11:40). Ике батшаның да бөтә ерҙе юҡ итерлек ядро ҡоралы бик күп. Әммә беҙ беләбеҙ: Йәһүә быға юл ҡуймаясаҡ (Ишағ. 45:18). Шуға күрә «төньяҡ батша» менән «көньяҡ батшаның» тартышыуы беҙҙе ҡурҡытмай, ә киреһенсә, иманыбыҙҙы нығыта һәм донъяның ахыры яҡын икәнен раҫлай.

ПӘЙҒӘМБӘРЛЕКТӘРГӘ ТӨШӨНӨҮЕГЕҘҘЕ ДАУАМ ИТЕГЕҘ

19. Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәр тураһында әйткәндә, беҙгә нимәне аңларға кәрәк?

19 Изге Яҙмалағы ҡайһы бер пәйғәмбәрлектәрҙең нисек үтәлерен беҙ белмәйбеҙ. Хатта Данил пәйғәмбәр ҙә үҙенең нимә яҙғанын аңламаған (Дан. 12:8, 9). Ләкин ниндәйҙер пәйғәмбәрлекте тулыһынса аңламайбыҙ икән, ул үтәлмәйәсәк тигәнде аңлатмай. Беҙ бер ҙә шикләнмәйбеҙ: Йәһүә үҙ ваҡытында беҙгә кәрәк нәмәне асыр, сөнки ул һәр ваҡытта ла шулай эш иткән (Амос 3:7).

20. Тиҙҙән Изге Яҙманың ниндәй пәйғәмбәрлектәре үтәләсәк һәм беҙгә артабан да нимә эшләргә кәрәк?

20 Бер көндө кешеләр «барыһы ла тыныс һәм имен» тип иғлан итәсәк (1 Фес. 5:3). Артабан донъялағы сәйәси лидерҙар ялған дингә һөжүм итер һәм уны юҡҡа сығарыр (Асыл. 17:16, 17). Шунан һуң улар Алланың хеҙмәтселәренә ташланыр (Йәз. 38:18, 19). Ә шунан Армагеддон һуғышы башланыр (Асыл. 16:14, 16). Был ваҡиғаларҙың тиҙҙән үтәләсәгенә бер ҙә шикләнмәйбеҙ. Ә әлегә, әйҙәгеҙ, Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәргә төшөнәйек һәм башҡаларға уларҙың мәғәнәһен аңларға ярҙам итәйек. Шулай эшләп беҙ күктәге ҡайғыртыусан Атабыҙға рәхмәтебеҙҙе белдерербеҙ.

95-СЕ ЙЫР Хәҡиҡәт яҡтыһы яҡтырғандан-яҡтыра бара

a Донъялағы шарттар насарая барһа ла, беҙҙе бәхетле киләсәк көткәнен беләбеҙ. Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе тикшереү беҙгә шундай ышаныс бирә. Был мәҡәләлә беҙ Изге Яҙмала яҙылғандарҙы тикшереү ни өсөн мөһим икәнен ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ Данил яҙған ике пәйғәмбәрлек тураһында ҡыҫҡаса фекер алышырбыҙ һәм уларҙың шәхсән беҙгә ниндәй файҙа килтергәнен белербеҙ.

b «Күҙәтеү манараһы» 2012 йылдың 15 июнь сығарылышында 14—18-се биттәрендә 7—9-сы абзацтарҙа «Йәһүә „тиҙҙән нимә булырға тейешлеген“ аса» тигән мәҡәләне (тат.) ҡарағыҙ.

c «Күҙәтеү манараһы» 2020 йылдың май айының сығарылышында 12—13-сө биттәрҙә 3—4-се абзацтарҙа «Бөгөн „төньяҡ батша“ ролен кем үтәй?» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

d «Күҙәтеү манараһы» 2020 йылдың май айының сығарылышында 13—14-се биттәрҙә 7—9-сы абзацтарҙа «Бөгөн „төньяҡ батша“ ролен кем үтәй?» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.