Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Тормош иптәшегеҙ порнография ҡараһа, нимә эшләргә?

Тормош иптәшегеҙ порнография ҡараһа, нимә эшләргә?
  • «Мин үҙемде ирем миңә бер нисә тапҡыр хыянат иткәндәй тойҙом».

  • «Мин үҙемде йәмһеҙ, түбәнһетелгән, булдыҡһыҙ итеп хис иттем».

  • «Мин был хаҡта бер кемгә лә һөйләй алманым, шуға күрә бер һүҙһеҙ ғазапландым».

  • «Миңә, Йәһүә мине яратмай, кеүек тойолдо».

Был һүҙҙәрҙән күренеүенсә, иренең порнография ҡарауы ҡатынды бик ныҡ әрнетә. Һәм ире был ғәҙәтен айҙар, йә хатта йылдар буйы йәшереп йөрөгән булһа, ҡатынына уға ышаныуы бик ауыр булырға мөмкин. Бер апай-ҡәрҙәш былай тип бүлешә: «Мин үҙ иремде бөтөнләй белмәйем икән. Ул минән тағы нимә йәшерә икән?»

Ошо мәҡәлә ирҙәре порнография ҡарауға әүәҫләнеп киткән ҡатындар өсөн яҙылған a. Был мәҡәләләге фекерҙәр шундай ҡатындарҙы йыуата, Йәһүәнең яратыуына ышандыра, рухи яҡтан нығыта һәм уларҙың күңел яраларын дауалай ала b.

ҒӘЙЕПҺЕҘ ТОРМОШ ИПТӘШЕ НИМӘ ЭШЛӘЙ АЛА?

Һеҙ, әлбиттә, ирегеҙҙең һәр аҙымын контролдә тота алмаҫһығыҙ. Шулай ҙа борсолоуҙарҙы кәметә алған һәм йән тыныслығы һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән кәңәштәр бар. Әйҙәгеҙ, уларҙы ҡарап сығайыҡ.

Үҙегеҙҙе ғәйепләмәгеҙ. Ирегеҙҙең порнография ҡарауында, бәлки, һеҙ үҙегеҙҙе ғәйепләйһегеҙҙер. Алиса c иренең уның менән ҡыҙыҡһынмай икәнен тойған. «Ни өсөн иремә миңә түгел, ә башҡа ҡатындарға ҡарау оҡшай?» — тигән һорау уға тынғы бирмәгән. Бәлки, һеҙ үҙегеҙҙе хистәргә бирелеүҙә ғәйепләйһегеҙҙер. Йәки һеҙ: «Минең үҙемде нисек тотоуым хәлде насарайта ғына», — тип уйлайһығыҙҙыр. Даниэ́лла былай ти: «Асыуҙы тотоу еңел түгел ине, һәм миңә никахыбыҙҙы үҙем тарҡатам кеүек тойола ине».

Әгәр һеҙ ҙә шундай хистәр кисерһәгеҙ, шуны иҫтә тотоғоҙ: Йәһүә ирегеҙҙең ҡылыҡтары өсөн һеҙ яуаплы тип һанамай. Яҡуб 1:14-тә: «Һәр кемде үҙенең гонаһлы теләктәре мауыҡтыра һәм ымһындыра», — тип әйтелгән (Рим. 14:12). Йәһүә һеҙҙе ғәйепләмәй. Ул һеҙҙең тоғролоғоғоҙҙо ҡәҙерләй (2 Йыл. 16:9).

Ирегеҙ порнография ҡарай икән, был һеҙҙең насар булыуығыҙҙы аңлатмай. Был теманы тикшергән эксперттарҙың әйтеүенсә, порнография бер ҡатын да ҡәнәғәтләндерә алмаған әшәке теләктәр үҫтерә.

Сиктән тыш борсолмағыҙ. Кэ́трин, иремдең порнография ҡарауы башымдан сыҡмай, ти. Ә Фра́нсес былай тип бүлешә: «Иремдең ҡайҙа икәнен белмәһәм, мин борсола башлайым, йәнем көйә». Ҡайһы бер мәсихсе ҡатындарға иренең проблемаһы тураһында белгән ҡәрҙәштәр араһында булыу бик уңайһыҙ. Башҡалары иһә, уларҙың хәлен бер кем дә аңлай алмай, тип уйлағанлыҡтан бойоға.

Шундай хистәр тәбиғи. Әммә бының тураһында сиктән тыш күп уйлау борсолоуҙарҙы тик көсәйтә генә. Иғтибарығыҙҙы Йәһүә менән дуҫлығығыҙға туплағыҙ. Был һеҙгә көс өҫтәр (Зәб. 62:2; Ефес. 6:10).

Изге Яҙмала ауыр саҡта Йәһүәгә доға ҡылған һәм йыуатыу алған ҡатындар тураһында әйтелә. Уларҙың миҫалдары өҫтөндә уйланығыҙ. Алла уларҙың бөтә проблемаларын хәл итмәһә лә, һәр ваҡыт йән тыныслығы биргән. Мәҫәлән, Һаннаның миҫалын иҫкә төшөрәйек. Йөрәге әрнегәндә ул Йәһүәгә оҙаҡ итеп доға ҡылған. Хәле яҡшы яҡҡа үҙгәрерме-юҡмы икәнен белмәһә лә, ул бүтән борсолмаған (1 Сам. 1:10, 12, 18; 2 Кор. 1:3, 4).

Иргә лә, ҡатынға ла өлкәндәрҙең ярҙамы кәрәк булыр

Өлкәндәрҙән ярҙам һорағыҙ. Улар һеҙҙең өсөн «елдән йәшеренер урын кеүек, дауыллы ямғырҙан һыйыныу урыны кеүек булыр» (Ишағ. 32:2). Бәлки, улар һеҙ ышана алған һәм һеҙҙе йыуата алған апай-ҡәрҙәш менән һөйләшеп алырға тәҡдим итер (Ғиб. һүҙ. 17:17).

ҺЕҘ ИРЕГЕҘГӘ ЯРҘАМ ИТӘ АЛЫР ИНЕГЕҘМЕ?

Һеҙ ирегеҙгә порнография ҡарау ғәҙәтенән арынырға ярҙам итә алырһығыҙмы? Бәлки. Изге Яҙманан күренеүенсә, берәй проблеманы хәл иткәндә йә дошманға ҡаршы көрәшкәндә, «икәү булыу яңғыҙ булыуға ҡарағанда яҡшыраҡ» (Вәғ. 4:9—12). Тикшеренеүҙәр шуны күрһәтә: иренең насар ғәҙәте менән бергә көрәшкән һәм никахта ышаныс торғоҙорға тырышҡан парҙар йыш ҡына уңышҡа өлгәшә.

Әлбиттә, күп нәмә ирегеҙҙең был ғәҙәтен ҡалдырырға теләгенән һәм көс һалырға әҙерлегенән тора. Ул Йәһүәгә нығытыу һорап доға ҡылғанмы йә өлкәндәргә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәнме? (2 Кор. 4:7; Яҡ. 5:14, 15). Порнография ҡарарға теләге тыуһа, ул нисек эш итәсәген алдан ҡарар иткәнме? Мәҫәлән, ул электрон яйланмаларҙы нисек ҡулланыу тураһында үҙенә ҡағиҙәләр ҡуйғанмы һәм ҡотҡоға этәрә алған осраҡтарҙан ҡасырға тырышамы? (Ғиб. һүҙ. 27:12). Ярҙамығыҙҙы ҡабул итергә һәм артабан да үҙен һеҙҙең менән намыҫлы тоторға әҙерме? Әгәр шулай булһа, һеҙ уға ярҙам итә алырһығыҙ.

Нисек итеп? Әйҙәгеҙ, Фели́сияның миҫалын ҡарап китәйек. Уның ире И́тан бала саҡта уҡ порнография ҡарау тоҙағына эләккән булған. Фелисия ирен аңларға тырыша һәм һәр ваҡыт уның менән һөйләшергә әҙер. Шуға күрә иренең порнография ҡарарға теләге тыуһа, ул был хаҡта Фелисияға һөйләргә тартынмай. Бына Итан үҙе нимә ти: «Мин ҡатыныма асыҡтан-асыҡ барыһын да һөйләйем. Интернет менән ҡулланғанда, ул миңә сиктәр ҡуйырға һәм ҡотҡоға бирелмәҫкә ярҙам итеп, яратыу сағылдыра». Әлбиттә, Итандың порнографияға бәйлелеге Фелисияның йөрәген әрнетә. «Ләкин мин асыу һәм ҡәнәғәтһеҙлек күрһәтһәм, был уға ярҙам итмәйәсәген беләм, — ти Фелисия. — Беҙ ирем менән уның ауырлыҡтары тураһында һөйләшеп алһаҡ, уға миңә эмоциональ ярҙам күрһәтеүе еңелерәк».

Шундай аралашыуҙар иргә насар ғәҙәте менән көрәшергә ярҙам итә. Бынан тыш, улар ҡатынға ла файҙа килтерә. Ире ҡатынына үҙенең көсһөҙ яҡтары тураһында һәм көн дауамында ҡайҙа һәм нимә эшләгәне тураһында һөйләһә, ҡатынына уға ышаныуы еңелерәк.

Һеҙ ошо кәңәштәрҙе ҡулланып ҡарарға әҙерме? Әҙер булһағыҙ, ирегеҙгә ошо мәҡәләне бергә уҡып сығырға һәм фекер алышырға тәҡдим итегеҙ. Уға порнографиянан арынырға һәм һеҙҙең ышанысығыҙға лайыҡ булырға маҡсат ҡуйырға кәрәк. Был проблема тураһында һөйләшкәндә, ул, асыуланыр урынына, һеҙҙең ниндәй ауыртыу тойғанығыҙҙы аңлаһа, яҡшыраҡ булыр ине. Ә һеҙ ирегеҙгә таяныс булығыҙ һәм уның был ғәҙәтте ташлаясағына өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ. Һеҙҙең икегеҙгә лә кеше порнография ҡарау ғәҙәтенә нисек эйәләшә алғанын һәм был ғәҙәт менән нисек көрәшеп булғанын тикшерергә кәрәк d.

Бәлки, һеҙ һөйләшкән саҡта хистәр өҫтөн сығыр тип ҡурҡаһығыҙҙыр. Шулай булһа, икегеҙ ҙә ышанған өлкәндән һөйләшеүегеҙ ваҡытында һеҙҙең менән булыуын һорағыҙ. Ирегеҙ үҙ ғәҙәтен ҡалдырғандан һуң уға яңынан ышана башлағансы күп ваҡыт үтергә мөмкин. Әммә бирешмәгеҙ. Яҡшы яҡҡа килтергән бәләкәй генә үҙгәрештәргә лә иғтибар итегеҙ. Түҙемле булығыҙ һәм никахығыҙ бәхетле буласағына өмөтләнегеҙ (Вәғ. 7:8; 1 Кор. 13:4).

ПРОБЛЕМА ХӘЛ ИТЕЛМӘҺӘ, НИМӘ ЭШЛӘРГӘ?

Әгәр ирегеҙ яңынан порнография ҡарай башлаһа, был уның тәүбә итмәгәнен йә ул ғәҙәтен ҡалдыра алмаясағын аңлатамы? Юҡ. Ләкин ул ныҡ әүәҫләнеп киткән булһа, бәлки, уға был ғәҙәт менән ғүмер буйы көрәшергә тура килер. Күп йылдар үткәндән һуң да уның порнография ҡарай башлауы бар. Шулай килеп сыҡмаһын өсөн, уға үҙенә ҡәтғи сиктәр ҡуйырға кәрәк һәм, ғәҙәтте еңдем тигән хәлдә лә, ҡуйған сиктәр буйынса артабан да эш итеү мөһим (Ғиб. һүҙ. 28:14; Матф. 5:29; 1 Кор. 10:12). Ирегеҙгә яңы фекер рәүешен үҫтерергә һәм порнография ҡарауҙы, ә шулай уҡ мастурбация кеүек әшәке ғәҙәттәрҙе нәфрәт итергә өйрәнергә кәрәк (Ефес. 4:23; Зәб. 97:10; Рим. 12:9). Ул шундай көрәш алып барырға әҙерме? Әҙер булһа, уның уңышҡа өлгәшәсәгенә мөмкинлектәре бар e.

Иғтибарығыҙҙы Йәһүә менән мөнәсәбәттәрегеҙгә туплағыҙ

Ирегеҙ был проблема менән көрәшергә теләмәһә, нимә эшләргә? Моғайын, һеҙ ваҡыт-ваҡыт өмөтһөҙлөк, асыу хисе тояһығыҙҙыр. Йә кемдер һеҙгә ҡаршы хыянат иткән кеүек тойолалыр. Шул саҡта Йәһүәнән йыуаныс эҙләгеҙ. Үҙ борсолоуҙарығыҙҙы уға йөкмәтегеҙ. Ул һеҙгә йән тыныслығын табырға ярҙам итер (1 Пет. 5:7). Алла Һүҙен өйрәнеп һәм Йәһүәгә доға ҡылып уның менән яҡын мөнәсәбәттәр үҫтерегеҙ. Уның да һеҙгә яҡынаясағына бер ҙә шикләнмәгеҙ. Ишағыя 57:15-тә Алла: «Мин... кеселеклеләрҙең рухын күтәрер өсөн, иҙелгәндәрҙең йөрәген йәнләндерер өсөн, шундайҙар менән дә йәшәйем», — ти. Мәсихселәргә хас сифаттар үҫтерегеҙ һәм Йәһүәгә иң яҡшыһын бирегеҙ. Өлкәндәрҙән ярҙам һорағыҙ. Ирегеҙҙең үҙгәрергә теләйәсәгенә өмөтөгөҙҙө юғалтмағыҙ (Рим. 2:4; 2 Пет. 3:9).

a Был мәҡәләлә порнографияны ирҙәр ҡараған осраҡтар килтерелһә лә, ундағы принциптарҙы порнографияны ҡатындар ҡараған осраҡтарҙа ла ҡулланып була.

b Порнографияны ҡарау айырылышырға сәбәп бирмәй (Матф. 19:9).

c Исемдәр үҙгәртелгән.

d Күберәк мәғлүмәтте jw.org сайтында һәм баҫмаларыбыҙҙа табырға була. Мәҫәлән, jw.org сайтында «Порнография — никахтың дошманы» тигән мәҡәләне (тат.), 2014 йылдың 1 апрелдә сығарылған «Күҙәтеү манараһының» (тат.) 10—12-се биттәрендәге «Вәсүәсәгә бирешмәгеҙ!» тигән мәҡәләне һәм 2013 йылдың 1 августа сығарылған «Күҙәтеү манараһының» (тат.) 3—7-се биттәрендәге «Порнография зыянһыҙмы йә зыянлымы?» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

e Порнографияны ҡарау бәйлелеккә килтергәнен аңлап, ҡайһы бер парҙар рухи ярҙам күрһәткән өлкәндәрҙән тыш, белгестәргә мөрәжәғәт итергә булған.