36-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
Үҙ йөгөгөҙҙө йөрөтөгөҙ, ә артығынан арынығыҙ
«Юлыбыҙҙа торған бөтөн ауырлыҡтарҙы... алып ташлайыҡ һәм алда торған ярыш юлын сыҙамлыҡ менән йүгереп үтәйек» (ЕВР. 12:1).
33-СӨ ЙЫР Йөгөңдө Йәһүәгә һал
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a
1. Еврейҙарға 12:1-ҙә әйтелгәнсә, финишҡа тиклем барып етер өсөн һәм бүләккә мәңгелек тормош алыр өсөн нимә эшләргә кәрәк?
ИЗГЕ ЯҘМАЛА мәсихселәр тормошо ярыш менән сағыштырыла. Финиш һыҙығына уңышлы барып еткән йүгереүселәр бүләк итеп мәңгелек тормош аласаҡ (2 Тим. 4:7, 8). Беҙгә йүгереүебеҙҙе яйлатмаҫ өсөн, бар көсөбөҙҙө һалырға кәрәк, сөнки финиш бөгөн элеккегә ҡарағанда күпкә яҡыныраҡ. Илсе Павел ярыш юлын уңышлы үткән һәм беҙгә был ярышта еңергә нимә ярҙам иткәнен әйткән. Ул былай тип яҙған: «Юлыбыҙҙа торған бөтөн ауырлыҡтарҙы... алып ташлайыҡ һәм алда торған ярыш юлын сыҙамлыҡ менән йүгереп үтәйек». (Еврейҙарға 12:1-ҙе уҡығыҙ.)
2. «Юлыбыҙҙа торған бөтөн ауырлыҡтарҙы... алып ташлайыҡ» тигән һүҙҙәр нимә аңлата?
2 Павелдың «юлыбыҙҙа торған бөтөн ауырлыҡтарҙы... алып ташлайыҡ» тигән һүҙҙәре нимә аңлата? Ул өҫтөбөҙҙә ятҡан артыҡ йөктө ташлауҙы күҙ уңында тотҡан. Ташламаһаҡ, был йөк йүгереүебеҙҙе яйлатыр, һәм беҙ ныҡ арырбыҙ. Бер нигә ҡарамаҫтан финишҡа тиклем барып етер өсөн, беҙгә нимә ҡамасаулағанын тиҙерәк билдәләргә һәм унан арынырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙ йөрөтөргә тейеш булған йөктө — вазифаларыбыҙҙы — ташларға теләмәйбеҙ. Юғиһә, беҙ «еңеү тажына» лайыҡ булмаясаҡбыҙ (2 Тим. 2:5). Үҙебеҙ йөрөтөргә тейеш булған йөк нимә ул?
3. а) Галаттарға 6:5-тә әйтелгәнсә, беҙ ниндәй йөгөбөҙҙө күтәреп йөрөтөргә тейеш? б) Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр һәм ниндәй маҡсат менән?
3 Галаттарға 6:5-те уҡығыҙ. «Һәр кем үҙ йөгөн үҙе күтәрергә тейеш», — тип яҙған Павел. Бында беҙҙең урынға бер кем дә үтәй алмаған Алла алдындағы вазифаларыбыҙ тураһында һүҙ бара. Был мәҡәләлә беҙ «үҙ йөгөбөҙ» нимә аңлатҡанын һәм уны нисек күтәреп йөрөтә алғаныбыҙҙы ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ ниндәй артыҡ йөктән арынырға кәрәк икәнен билдәләрбеҙ. Үҙ йөгөбөҙҙө күтәреп йөрөтһәк һәм артыҡ йөктән арынһаҡ, финишҡа тиклем барып етә алырбыҙ.
ҮҘ ЙӨГӨБӨҘҘӨ ҮҘЕБЕҘ КҮТӘРЕП ЙӨРӨТӘБЕҘ
4. Ни өсөн Аллаға хеҙмәт итеү ҡулыбыҙҙан килә? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
4 Йәһүәгә хеҙмәт итеү вәғәҙәбеҙ. Беҙ Аллаға бағышланғанда уға мәңге хеҙмәт итергә һәм уның ихтыярын үтәргә вәғәҙә иттек. Шуға күрә беҙгә үҙ вәғәҙәбеҙҙе үтәргә кәрәк. Был вәғәҙә буйынса йәшәү етди яуаплылыҡ булһа ла, ҡулыбыҙҙан килә. Алла беҙҙе уның ихтыярын үтәр өсөн барлыҡҡа килтергән бит (Асыл. 4:11). Йәһүә беҙҙе үҙенә оҡшатып барлыҡҡа килтергән һәм уны белеү теләген һалған. Һөҙөмтәлә беҙ уға яҡынлаша алабыҙ һәм уның ихтыярын үтәүҙә шатлыҡ табабыҙ (Зәб. 40:8). Ә шулай уҡ Аллаға тыңлаусан булыу һәм уның Улының эҙҙәренән барыу беҙгә көс өҫтәй (Матф. 11:28—30).
5. Йәһүәгә биргән вәғәҙәгеҙҙе үтәргә нимә ярҙам итер? (1 Яхъя 5:3).
5 Ошо йөктө күтәреп йөрөтөргә нимә ярҙам итер? Беренсенән, Йәһүәгә ҡарата яратыу үҫтереүегеҙҙе дауам итегеҙ. Бының өсөн хәҙерге һәм киләсәктә буласаҡ фатихалар тураһында уйланығыҙ. Аллаға ҡарата мөхәббәтегеҙ көслөрәк булған һайын, уға тыңлаусан булыуы ла еңелерәк булыр. (1 Яхъя 5:3-тө уҡығыҙ.) Икенсенән, Ғайсанан үрнәк алығыҙ. Уға Алла ихтыярын үтәргә нимә ярҙам иткән? Ул Йәһүәгә ярҙам һорап доға ҡылған һәм ҡарашын бүләккә туплаған (Евр. 5:7; 12:2). Ғайса кеүек Йәһүәгә көс һорап доға ҡылығыҙ һәм ул бирәсәк бүләкте — мәңгелек тормошто — иҫтә тотоғоҙ. Әгәр Аллаға ҡарата мөхәббәтегеҙ үҫһә һәм уның Улына эйәрһәгеҙ, һеҙ Йәһүәгә вәғәҙә иткәндәрҙе үтәй алырһығыҙ.
6. Ни өсөн ғаиләләге вазифаларҙы үтәргә кәрәк? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
6 Ғаиләләге вазифаларыбыҙ. Мәсихселәр Йәһүәне һәм Ғайсаны туғандарына ҡарағанда нығыраҡ яратырға тейеш (Матф. 10:37). Әлбиттә, был яҡындарыбыҙҙы иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярай тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, Алла һәм Мәсих беҙҙе хуплаһын өсөн, ғаиләбеҙ алдында булған вазифаларыбыҙҙы үтәргә кәрәк (1 Тим. 5:4, 8). Был беҙҙе бәхетле итер. Йәһүә бит үҙе ғаиләләргә был бәхет серен асҡан: ирле-ҡатынлылар бер-береһен яратырға һәм хөрмәт итергә, ата-әсәләр балаларын яратырға һәм өйрәтергә, ә балалар ата-әсәләрен тыңларға тейеш (Ефес. 5:33; 6:1, 4).
7. Ғаиләлә үҙ вазифаларығыҙҙы үтәргә нимә ярҙам итер?
7 Ошо йөктө күтәреп йөрөтөргә нимә ярҙам итер? Ирҙәр, ҡатындар, балалар, Изге Яҙмалағы аҡыллы кәңәштәргә ышаныс үҫтерегеҙ. Хистәргә, ғөрөф-ғәҙәттәргә һәм ғаилә тормошо буйынса белгестәрҙең белемдәренә таянмағыҙ (Ғиб. һүҙ. 24:3, 4). Ойошмабыҙ тәҡдим иткән материалдарҙы тулыһынса ҡулланығыҙ. Унда Изге Яҙмалағы принциптарҙы нисек ҡулланып булғаны тураһында яҡшы кәңәштәр бирелә. Мәҫәлән, «Ғаилә өсөн ярҙам» тигән мәҡәләләр йыйынтығында ирле-ҡатынлылар, ата-әсәләр һәм үҫмерҙәр осрашҡан ауырлыҡтар ҡарала b. Ғаиләгеҙҙә башҡалар Изге Яҙмалағы принциптар буйынса йәшәмәһә лә, һеҙ йәшәргә тырышығыҙ. Был бөтә ғаиләгә файҙа килтерер, ә һеҙ Йәһүәнең хуплауын тойорһоғоҙ (1 Пет. 3:1, 2).
8. Ҡарарҙарыбыҙ тормошобоҙға ниндәй йоғонто яһай ала?
8 Ҡарарҙар өсөн яуаплылыҡ. Йәһүә беҙгә ихтыяр ирке бүләк иткән һәм ул беҙҙең яҡшы ҡарарҙар ҡабул итеүҙә шатлыҡ тойоуыбыҙҙы теләй. Әммә ул беҙҙе насар ҡарарҙарҙың эҙемтәләренән һаҡламай (Гал. 6:7, 8). Шуға күрә беҙгә насар һайлауҙарыбыҙҙың, уйламаған һүҙҙәребеҙҙең һәм ҡабаланып ҡабул иткән ҡарарҙарыбыҙҙың эҙемтәләре менән йәшәргә тура килә. Бына ни өсөн беҙҙе выждан ғазапларға мөмкин. Ләкин ҡарарҙарыбыҙ өсөн яуаплылыҡ тойһаҡ, беҙ гонаһтарыбыҙҙы танырбыҙ, хаталарыбыҙҙы төҙәтербеҙ һәм бүтән уларҙы ҡабатламаҫбыҙ. Был беҙгә ярыш юлынан тайпылмаҫҡа ярҙам итер.
9. Хата ҡылған булһағыҙ, нимә эшләргә? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
9 Ошо йөктө күтәреп йөрөтөргә нимә ярҙам итер? Хата ҡылһағыҙ һәм бер нәмәне лә үҙгәртеп булмаһа, килеп сыҡҡан хәл менән ризалашығыҙ. Үткәндәрҙе кире ҡайтарып булмағанын аңлағыҙ. Килеп сыҡҡан хәлдә үҙегеҙҙе аҡлар өсөн йә башҡаларҙы ғәйепләр өсөн ваҡытығыҙҙы һәм көсөгөҙҙө әрәм итмәгеҙ. Бының урынына хатағыҙҙы танығыҙ һәм әлеге шарттарҙа көсөгөҙҙән килгәндең барыһын эшләгеҙ. Ҡылған хатағыҙ өсөн ғәйеп хисе борсоһа, Йәһүәгә доға ҡылығыҙ һәм унан кисереү һорағыҙ (Зәб. 25:11; 51:3, 4). Үҙегеҙ рәнйеткән кешенән ғәфү үтенегеҙ. Кәрәк булһа, йыйылыш өлкәндәренә мөрәжәғәт итегеҙ (Яҡ. 5:14, 15). Үҙ хаталарығыҙҙан һабаҡ алығыҙ һәм уларҙы инде бүтән ҡабатламаҫҡа тырышығыҙ. Һис шикһеҙ, шул саҡта Йәһүә һеҙгә мәрхәмәт күрһәтер һәм кәрәкле ярҙам бирер (Зәб. 103:8—13).
АРЫНЫРҒА КӘРӘК БУЛҒАН ЙӨК
10. Ни өсөн ғәмәлгә ашмаған өмөттәр — ауыр йөк? (Галаттарға 6:4).
10 Ғәмәлгә ашмаған өмөттәр. Әгәр беҙ үҙебеҙҙе башҡалар менән сағыштыра башлаһаҡ һәм үҙебеҙҙән сиктән тыш күпте көтһәк, өҙлөгөп китеүебеҙ бар. (Галаттарға 6:4-те уҡығыҙ.) Башҡаларҙың уңыштары тураһында һәр ваҡыт уйлаһаҡ, көнсөл булып китеүебеҙ һәм улар менән ярыша башлауыбыҙ ихтимал (Гал. 5:26). Һәләттәребеҙ, шарттарыбыҙ төрлө булыуын иҫәпкә алмайынса улар эшләгәнде эшләргә тырышһаҡ, беҙ үҙебеҙгә зыян килтерербеҙ. «Оҙаҡ ғәмәлгә ашмаған өмөттән йөрәк» әрнеһә, бер ҡасан да ғәмәлгә ашмаған өмөт йөрәкте телгеләй! (Ғиб. һүҙ. 13:12). Улар арҡаһында беҙҙең хәлдән тайыуыбыҙ һәм йүгереүебеҙҙе яйлатыуыбыҙ бар (Ғиб. һүҙ. 24:10).
11. Аҡланмаған өмөттәрҙән һеҙҙе нимә һаҡлар?
11 Был йөктән нисек арынырға? Үҙегеҙҙән Йәһүә көткәндән артыҡты талап итмәгеҙ. Ул беҙ бирә алмағанды түгел, ә бирә алғанды көтә (2 Кор. 8:12). Шикләнмәгеҙ, Йәһүә һеҙҙе башҡалар менән сағыштырмай (Матф. 25:20—23). Ул һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙе, һеҙҙең тоғролоғоғоҙҙо һәм һеҙҙең сыҙамлығығыҙҙы ҡәҙерләй. Сәләмәтлек, ҡартлыҡ йә башҡа шарттар арҡаһында элеккегеләй күпте эшләй алмағанығыҙҙы танығыҙ. Оло йәштә булһағыҙ һәм һаулығығыҙ булмаһа, Барзилай кеүек ниндәйҙер эштәрҙән баш тартырға әҙер булығыҙ (2 Сам. 19:35, 36). Мөмкинлек булғанда, Муса пәйғәмбәр кеүек башҡаларҙың ярҙамын ҡабул итегеҙ һәм улар менән вазифаларығыҙҙы бүлешегеҙ (Сығ. 18:21, 22). Тыйнаҡ булһағыҙ, үҙегеҙҙән мөмкин булмағанды көтмәҫһегеҙ һәм артабан йүгерергә көсөгөҙҙө һаҡлап ҡала алырһығыҙ.
12. Беҙ башҡаларҙың дөрөҫ булмаған ҡарарҙары өсөн яуаплымы? Аңлатығыҙ.
12 Башҡаларҙың ҡарарҙары өсөн яуаплылыҡ. Беҙ башҡалар өсөн ҡарарҙар ҡабул итә алмайбыҙ һәм уларҙы хаталарының эҙемтәләренән яҡлай алмайбыҙ. Мәҫәлән, кемдеңдер улы йә ҡыҙы Йәһүәнән китергә ҡарар итер. Әлбиттә, шундай ҡарар ата-әсәләрҙең күңелен өҙгөләй. Ләкин ата-әсәләр тыуған хәлдә үҙҙәрен ғәйепләй башлаһа, елкәләренә ауыр йөк һала. Ә Йәһүә уларҙың шундай йөк аҫтында интегеүҙәрен теләмәй (Рим. 14:12).
13. Бала дөрөҫ булмаған ҡарар ҡабул итһә, ата-әсәләргә нимә эшләргә?
13 Был йөктән нисек арынырға? Йәһүә бөтәбеҙгә лә ихтыяр ирке бүләк иткән. Ул һәр кешегә үҙенә оҡшаған ҡарарҙар, шул иҫәптән уға хеҙмәт итергәме-юҡмы тигән ҡарарҙы ҡабул итергә мөмкинлек бирә. Ата-әсәләр камил түгел. Йәһүә һеҙҙең бөтә нәмәне лә камил рәүештә башҡара алмағанығыҙҙы белә. Алла һеҙҙең көсөгөҙҙән килгәнде генә эшләүегеҙҙе теләй. Балағыҙҙың ҡарары өсөн һеҙ түгел, ә ул үҙе яуаплы (Ғиб. һүҙ. 20:11). Шулай ҙа һеҙ балағыҙҙы тәрбиәләгән ваҡытта яһаған хаталарығыҙ арҡаһында борсолаһығыҙҙыр. Шул саҡта Йәһүәгә күңелегеҙҙе бушатығыҙ һәм кисереү һорағыҙ. Ул үткәндәргә ҡайта алмауығыҙҙы һәм хаталарҙы үҙгәртә алмауығыҙҙы белә. Ул, балағыҙҙы ҡабул иткән ҡарарҙарының эҙемтәләренән яҡларһығыҙ, тип көтмәй. Онотмағыҙ, балағыҙ Йәһүәгә ҡайтырға булһа, Йәһүә уны шатланып ҡабул итер (Лука 15:18—20).
14. Ни өсөн, артыҡ ғәйеп хисе — арынырға кәрәк булған йөк, тип әйтә алабыҙ?
14 Артыҡ ғәйеп хисе. Гонаһ ҡылған кеше үҙен ғәйепле итеп хис итә, һәм был тәбиғи. Ләкин Йәһүә артыҡ ғәйеп хисенең беҙҙе ғазаплауын теләмәй. Беҙгә был йөктән арынырға кәрәк. Үҙебеҙҙе сәбәпһеҙ ғазаплайбыҙ икәнен нисек аңларға? Гонаһтарыбыҙҙы таныһаҡ, уларҙан тәүбә итһәк һәм уларҙы ҡабатламаҫ өсөн барыһын эшләһәк, Йәһүәнең беҙҙең кисереүенә ышана алабыҙ (Ғәм. 3:19). Йәһүә беҙҙең был аҙымдарҙы яһағандан һуң үҙебеҙҙе ғазаплауыбыҙҙы теләмәй, сөнки был кешене бик ныҡ ҡаҡшата икәнен белә (Зәб. 31:10). Әгәр беҙ ҡайғыға батһаҡ, ярыш юлынан тайпылыуыбыҙ бар (2 Кор. 2:7).
15. Артыҡ ғәйеп хисенән нисек арынып була? (1 Яхъя 3:19, 20). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
15 Был йөктән нисек арынырға? Һеҙҙе артыҡ ғәйеп хисе борсоһа, онотмағыҙ, Йәһүә — «кешеләрҙе ихлас күңелдән» кисергән Алла (Зәб. 130:4). Тәүбә иткәндәргә ул: «Гонаһтарын инде иҫемә төшөрмәм», — тип әйтә (Ирем. 31:34). Тимәк, Йәһүә һеҙҙең үткәндә ҡылған гонаһтарығыҙҙы иҫенә төшөрмәй. Шуға күрә гонаһтарығыҙ арҡаһында ауырлыҡтар кисерһәгеҙ, был Алланың һеҙҙе ғәфү итмәгәнен аңлатмай. Хаталарығыҙ арҡаһында йыйылышта вазифаларығыҙҙы юғалтһағыҙ, үҙ-үҙегеҙҙе бөтөрмәгеҙ. Йәһүә гонаһтарығыҙҙы онотҡан, һеҙгә лә уларҙы оноторға кәрәк. (1 Яхъя 3:19, 20-не уҡығыҙ.)
БҮЛӘКТЕ АЛА АЛЫРЛЫҠ ИТЕП ЙҮГЕРЕГЕҘ
16. Йүгереүебеҙҙе уңышлы дауам итер өсөн нимә эшләргә кәрәк?
16 Беҙгә бүләкте ала алырлыҡ итеп йүгерергә кәрәк (1 Кор. 9:24). Әгәр беҙ ниндәй йөктө күтәрергә, ә ниндәй йөктән арынырға кәрәк икәнен аңлаһаҡ, быға өлгәшә алырбыҙ. Был мәҡәләлә беҙ бер нисә генә миҫал ҡарап сыҡтыҡ. Башҡалары тураһында ла әйтеп китергә була. Мәҫәлән, Ғайса беҙгә «саманан тыш ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ» тип әйткән (Лука 21:34). Изге Яҙмалағы ошо һәм башҡа аяттар беҙгә йүгереүебеҙҙе уңышлы дауам итер өсөн ниндәй үҙгәрештәр яһарға кәрәк икәнен күрергә ярҙам итә.
17. Ни өсөн беҙ ярыш юлын үтә алыуыбыҙға бер ҙә шикләнмәйбеҙ?
17 Йәһүә беҙгә кәрәкле көс бирә, шуға күрә финишҡа барып етә алыуыбыҙға бер ҙә шикләнмәйбеҙ (Ишағ. 40:29—31). Йүгереүегеҙҙе яйлатмағыҙ! Илсе Павелдан өлгө алығыҙ. Ул бүләк алыр өсөн бар көсөн һалған (Флп. 3:13, 14). Ярыш юлығыҙҙы һеҙҙең урынға бер кем дә үтмәҫ. Әммә Йәһүәнең ярҙамы менән һеҙ булдыра алырһығыҙ. Ул һеҙгә йөгөгөҙҙө күтәрешергә һәм артыҡ булғандан арынырға ярҙам итер (Зәб. 68:19). Йәһүә менән һеҙ бирешмәйенсә ярыш юлын үтеп еңә алырһығыҙ!
65-СЕ ЙЫР Алға бар!
a Беҙ бөтәбеҙ ҙә ярышта ҡатнашабыҙ. Ярыш юлының аҙағында беҙҙе бүләк — мәңгелек тормош көтә. Әммә йүгереүселәрҙән айырмалы булараҡ, беҙ еңелсә йүгермәйбеҙ. Һәр беребеҙ үҙ йөгөн алып бара. Был — мәңге хеҙмәт итергә бирелгән вәғәҙәбеҙ, ғаиләләге вазифаларыбыҙ һәм ҡабул иткән ҡарарҙарыбыҙ өсөн яуаплылыҡ. Шул уҡ ваҡытта беҙгә йүгерергә ҡамасаулаған артыҡ йөктән арынырға кәрәк. Был мәҡәләнән беҙ йүгерергә нимә ҡамасаулағанын һәм ярыш юлын нисек уңышлы үтеп булғанын белербеҙ.
b jw.org сайтыбыҙҙа «Ғаилә өсөн ярҙам» тигән мәҡәләләр йыйынтығында, шулай уҡ «Никах һәм ғаилә» һәм «Үҫмерҙәр» тигән һылтанмаларҙа ирле-ҡатынлыларға, ата-әсәләргә һәм үҫмерҙәргә арналған темалар бар. Мәҫәлән, ирле-ҡатынлылар өсөн: «Наҙлы хистәрҙе нисек белдерергә?», «Асыуҙы нисек йүгәнләргә?»; ата-әсәләр өсөн: «Балалар менән иҫерткес эсемлектәр тураһында нисек һөйләшергә?», «Балаға уңышһыҙлыҡтарҙы кисереп сығырға нисек ярҙам итеп була?»; һәм үҫмерҙәр өсөн: «Һүгенеү насармы?», «Әгәр һиңә күңелһеҙ булһа, нимә эшләргә?».