Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

31-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

12-СЕ ЙЫР Йәһүә — бөйөк Алла

Кешеләрҙе гонаһтан һәм үлемдән ҡотҡарыр өсөн Йәһүә нимә эшләгән?

Кешеләрҙе гонаһтан һәм үлемдән ҡотҡарыр өсөн Йәһүә нимә эшләгән?

«Алла донъяны шул тиклем яратты... Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе» (ЯХЪЯ 3:16).

ТӨП ФЕКЕР

Йәһүә беҙгә гонаһ менән көрәшергә нисек ярҙам итә һәм беҙ киләсәктә гонаһтан азат булып мәңге йәшәй алһын өсөн ул нимә эшләгән?

1, 2. а) Гонаһ нимә ул һәм нисек беҙ уны еңә алабыҙ? («Аңлатманы» ла ҡарағыҙ.) б) Был һәм киләһе мәҡәләләрҙә нимә ҡаралыр? (Был сығарылыштағы «Уҡыусыға мөрәжәғәт» тигән мәҡәләне лә ҡарағыҙ.)

 ЙӘҺҮӘНЕҢ һеҙҙе ни тиклем ныҡ яратҡанын белергә теләр инегеҙме? Бының өсөн Изге Яҙманы өйрәнергә кәрәк. Унан Алланың һеҙҙе гонаһтан һәм үлемдән ҡотҡарыр өсөн нимә эшләгәнен белерһегеҙ. Гонаһ a — беҙ үҙ көсөбөҙ менән еңә алмаған аяуһыҙ дошман. Беҙ бөтәбеҙ ҙә көн һайын гонаһ ҡылабыҙ һәм гонаһ арҡаһында үләбеҙ (Рим. 5:12). Ләкин Йәһүәнең ярҙамы менән беҙ гонаһты еңә алабыҙ һәм быға бер ҙә шикләнмәйбеҙ!

2 Йәһүә Алла инде 6 000 йыл дауамында кешеләргә гонаһ менән көрәшергә ярҙам итә. Ни өсөн ул быны эшләй? Ул беҙҙе бик ныҡ ярата. Ул кешеләрҙе барлыҡҡа килтергәндән бирле ярата, шуға күрә был көрәштә ярҙам итер өсөн күпте эшләгән. Алла гонаһтың үлемгә килтергәнен белә. Ул беҙҙең үлеүебеҙҙе түгел, ә мәңге йәшәүебеҙҙе теләй (Рим. 6:23). Был мәҡәләлә өс һорау ҡарап сығырбыҙ: 1) Йәһүә гонаһлы кешеләргә ниндәй өмөт биргән? 2) Боронғо ваҡытта кешеләр нисек Йәһүәнең хуплауын алған? 3) Ғайса кешеләрҙе ҡотҡарыр өсөн нимә эшләгән?

ЙӘҺҮӘ ГОНАҺЛЫ КЕШЕЛӘРГӘ НИНДӘЙ ӨМӨТ БИРГӘН?

3. Әҙәм менән Һауа нисек гонаһлы булып киткән?

3 Йәһүә, беренсе ир менән ҡатынды барлыҡҡа килтереп, уларҙың бәхетле булыуҙарын теләгән. Ул уларға матур йорт, никахта булыу бүләген һәм иҫ киткес ҡыҙыҡлы йөкләмә биргән. Улар үрсергә һәм бөтә ерҙе Эден баҡсаһына оҡшаш ожмахҡа әйләндерергә тейеш булған. Йәһүә уларға бер ябай ғына әмер биргән. Ул, был әмерҙе боҙоу үлемгә килтерә, тип киҫәткән. Артабан нимә булғанын беҙ яҡшы беләбеҙ. Алланы ла, кешеләрҙе лә яратмаған бер яуыз фәрештә беренсе кешеләрҙе гонаһҡа ҡотортҡан. Әҙәм менән Һауа, ҡайғыртыусан Аталарына түгел, ә Шайтанға ышанып, гонаһ ҡылған. Белеүебеҙсә, Йәһүәнең һүҙҙәре үтәлгән. Шул көндән башлап, улар ҡартая башлаған һәм ахыр сиктә үлгән (Баш. 1:28, 29; 2:8, 9, 16—18; 3:1—6, 17—19, 24; 5:5).

4. Ни өсөн Йәһүә гонаһты нәфрәт итә? (Римдарға 8:20, 21).

4 Беҙҙең файҙаға Йәһүә был ҡайғылы ваҡиғаны Изге Яҙмаға яҙҙыртҡан. Ул беҙгә Йәһүәнең ни өсөн гонаһты шул тиклем нәфрәт итеүен аңларға ярҙам итә. Гонаһ беҙҙе Атайыбыҙҙан йыраҡлаштыра һәм үлемгә килтерә (Ишағ. 59:2). Бына ни өсөн Шайтан гонаһты ярата, ә Алланы һәм кешеләрҙе нәфрәт итә. Шуға күрә ул Әҙәм менән Һауаны Йәһүәгә ҡаршы ҡотортҡан һәм һаман да бөтә кешеләрҙе ҡотортоп тора. Моғайын, Шайтан, Эден баҡсаһында еңеү яуланым, тип уйлағандыр. Ләкин ул Йәһүәнең кешеләрҙе ни тиклем ныҡ яратҡанын күҙҙән ысҡындырған. Алла Әҙәм менән Һауаның балаларына ҡарата ниәтен бер ҡасан да үҙгәртмәйәсәк. Ул кешеләрҙе ярата. Шуға күрә уларға өмөт биргән. (Римдарға 8:20, 21-ҙе уҡығыҙ.) Йәһүә ҡайһы бер кешеләрҙең уны ярата башлаясағын һәм уға табынасағын белгән. Атай һәм Барлыҡҡа килтереүсе булараҡ, ул уларға гонаһтан арынырға һәм уға яҡынлашырға мөмкинлек биргән. Бының өсөн ул нимә эшләгән?

5. Йәһүә ҡасан гонаһлы кешеләргә беренсе тапҡыр өмөт биргән? Аңлатығыҙ (Башланмыш 3:15).

5 Башланмыш 3:15-те уҡығыҙ. Йәһүә Шайтанға хөкөм ҡарары сығарып кешеләргә өмөт биргән. Алла «тоҡом» тураһында пәйғәмбәрлек иткән. Был «тоҡом» кешеләрҙе ҡотҡарырға, Шайтандың башын иҙергә һәм ул килтергән бар зыянды юҡ итергә тейеш булған (1 Яхъя 3:8). Ләкин тәүҙә Шайтан «уның үксәһен» сағырға, йәғни уны үлтерергә тейеш булған. Әлбиттә, был Йәһүәгә ҙур ҡайғы килтергән. Ләкин был сара бихисап күп кешене гонаһтан һәм үлемдән ҡотҡарған!

БОРОНҒО ВАҠЫТТА ГОНАҺЛЫ КЕШЕЛӘР НИСЕК ЙӘҺҮӘНЕҢ ХУПЛАУЫН АЛА АЛҒАН?

6. Һабил, Нух һәм башҡа тоғро хеҙмәтселәр Йәһүәгә яҡынлашыр өсөн нимә эшләгән?

6 Быуаттар дауамында Йәһүә гонаһлы кешеләрҙең уға нисек яҡынлаша алғандарын яйлап аса барған. Әҙәм менән Һауаның икенсе улы Һабил Эден баҡсаһындағы фетнәнән һуң Йәһүәгә табынған беренсе кеше булған. Һабил Йәһүәне яратҡанға, уны һөйөндөрөргә һәм уның дуҫы булырға теләгәнгә, үҙ көтөүенән бер нисә йәш бәрәсте алып, уларҙы Йәһүәгә ҡорбан итеп килтергән. Йәһүә быға нисек ҡараған? Изге Яҙмала Алла «Һабилды һәм уның бүләген хуш күрҙе» тип яҙылған (Баш. 4:4). Ваҡыттар үткәс, Йәһүә башҡа хеҙмәтселәренең дә яратыуҙан сығып килтергән ҡорбандарын ҡабул иткән. Мәҫәлән, уларҙың береһе Нух булған (Баш. 8:20, 21). Был ҡорбандарҙы ҡабул итеп Йәһүә шуны күрһәткән: гонаһлы кешеләр, уның хуплауын яулап, уға яҡынлаша ала b.

7. Ибраһимдың үҙ улын ҡорбанға килтерергә әҙер булыуы беҙҙе нимәгә өйрәтә?

7 Йәһүә үҙенең тоғро хеҙмәтсеһе Ибраһимдан улы Исхаҡты ҡорбанға килтереүен һораған. Ибраһим өсөн был ни тиклем ҙур ҡайғы булғанын күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Шулай ҙа ул Йәһүә әйткәнсә эшләгән. Ләкин һуңғы мәлдә Алла уны туҡтатҡан. Был осраҡ Аллаға ышанған бөтә кешеләрҙе мөһим хәҡиҡәткә өйрәтә: әгәр Йәһүә үҙенең һөйөклө Улын ҡорбанға бирергә әҙер булған икән, тимәк, ул кешеләрҙе бик ныҡ ярата (Баш. 22:1—18).

8. Ҡанун буйынса килтерелгән ҡорбандар нимәнең күләгәһе булып торған? (Левиттар 4:27—29; 17:11).

8 Быуаттар үткәс, Йәһүә исраилдарға ҡанун биргән. Был ҡанун буйынса, улар үҙ гонаһтары өсөн ҡорбандар килтерергә тейеш булған. (Левиттар 4:27—29; 17:11-ҙе уҡығыҙ.) Ул ҡорбандар киләсәктә ҙурыраҡ ҡорбан килтереләсәгенә күләгә булып торған. Пәйғәмбәрҙәр, Алла тарафынан рухландырылып, вәғәҙә ителгән тоҡомдоң — Алла Улының — ғазап сигәсәге һәм үләсәге тураһында әйткән. Ул бәрәс кеүек ҡорбанға килтерелергә тейеш булған (Ишағ. 53:1—12). Уйлап ҡына ҡара: Йәһүә кешеләрҙе, шул иҫәптән һине лә, гонаһ һәм үлемдән ҡотҡарыр өсөн үҙенең яратҡан Улын ҡорбанға килтергән!

КЕШЕЛӘРҘЕ ҠОТҠАРЫР ӨСӨН ҒАЙСА НИМӘ ЭШЛӘГӘН?

9. Сумдырыусы Яхъя Ғайса тураһында нимә тигән? (Еврейҙарға 9:22; 10:1—4, 12).

9 Беренсе быуатта Алланың хеҙмәтсеһе Сумдырыусы Яхъя Ғайса тураһында: «Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе!» — тигән (Яхъя 1:29). Был һүҙҙәр Ғайсаның вәғәҙә ителгән тоҡом булғанын күрһәткән. Тап ул үҙ ғүмерен ҡорбан итергә тейеш булған. Ниһайәт, кешеләрҙең гонаһтан һәм үлемдән тулыһынса ҡотолорға өмөтө бар! (Еврейҙарға 9:22; 10:1—4, 12-не уҡығыҙ.)

10. Ғайса «гонаһ ҡылыусыларҙы тәүбәгә саҡырырға килгәнен» нисек күрһәткән?

10 Ғайса үҙ гонаһтары арҡаһында интеккән кешеләргә айырыуса иғтибар иткән һәм уларҙы үҙенең артынан эйәрергә саҡырған. Ул бөтә ауырлыҡтарҙың сәбәбе гонаһта икәнен белгән. Шуға күрә ул гонаһ ҡылып йөрөгән ирҙәргә һәм ҡатындарға ярҙам итергә теләгән. Ғайса: «Табип һау кешеләргә түгел, ауырыуҙарға кәрәк», — тигән. Артабан ул: «Мин тәҡүәләрҙе түгел, гонаһ ҡылыусыларҙы тәүбәгә саҡырырға килдем», — тип өҫтәгән (Матф. 9:12, 13). Ғайса быға өйрәтеп кенә ҡалмаған, үҙе лә шулай эшләгән. Бер ваҡыт ул күҙ йәштәре менән уның аяғын йыуған ҡатынды йыуатҡан һәм уның гонаһтарын кисергән (Лука 7:37—50). Шулай уҡ ҡоҙоҡ янында Самария ҡатынына, уның әхлаҡһыҙ тормош алып барғанын белһә лә, мөһим хәҡиҡәттәрҙе һөйләгән (Яхъя 4:7, 17—19, 25, 26). Алла Ғайсаға гонаһтың һөҙөмтәһе — үлемде юҡ итергә көс биргән. Ғайса был көстө нисек ҡулланған? Ул ирҙәрҙе һәм ҡатындарҙы, ололарҙы һәм балаларҙы терелткән (Матф. 11:5).

11. Ни өсөн гонаһлы кешеләр Ғайсаға тартылған?

11 Хатта гонаһҡа батҡан кешеләрҙең дә Ғайсаға тартылғаны ғәжәп түгел. Ул уларға ҡарата шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан булған. Уның янында улар үҙҙәрен тыныс һәм имен хис иткән (Лука 15:1, 2). Ғайса ундай кешеләрҙе уға ышанғаны өсөн маҡтаған һәм фатихалаған (Лука 19:1—10). Шулай итеп ул мәрхәмәтле Атаһының камил сағылышы булып торған (Яхъя 14:9). Һүҙҙәре һәм эштәре менән Ғайса Атаһының шәфҡәтле булыуын, кешеләрҙе яратҡанын һәм уларға гонаһтан арынырға ярҙам итергә теләгәнен күрһәткән. Ғайса гонаһлы кешеләргә үҙ юлдарын үҙгәртергә һәм уның артынан барырға ярҙам иткән (Лука 5:27, 28).

12. Ғайса үҙ үлеме тураһында нимә һөйләгән?

12 Ғайса киләсәктә уны нимә көткәнен белгән. Ул бер нисә тапҡыр шәкерттәренә, миңә хыянат итәсәктәр һәм язалап үлтерәсәктәр, тип әйткән (Матф. 17:22; 20:18, 19). Сумдырыусы Яхъя һәм пәйғәмбәрҙәр әйткәнсә, ул бөтә донъяның гонаһтарын үҙ өҫтөнә аласағын белгән. Ғайса шулай уҡ: «Мин, ерҙән күтәрелгәс, барлыҡ кешеләрҙе Үҙемә тартасаҡмын», — тип өйрәткән (Яхъя 12:32). Гонаһлы кешеләр, Ғайсаны үҙ Хужаһы итеп танып, уның эҙҙәренән барһа, Йәһүәнең хуплауын ала ала. Шулай эшләп, улар гонаһтан азат ителер ине (Рим. 6:14, 18, 22; Яхъя 8:32). Шуға күрә Ғайса икеләнмәйенсә ҡыйыулыҡ менән ғазаплы үлемгә әҙер булған (Яхъя 10:17, 18).

13. Ғайса нисек үлгән һәм уның үлеме Йәһүә тураһында нимәгә өйрәтә? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

13 Дуҫының береһе Ғайсаға хыянат иткән. Һөҙөмтәлә уны ҡулға алғандар, мыҫҡыллағандар һәм ул эшләмәгән енәйәтселектә ғәйепләгәндәр. Һуңыраҡ уны хөкөм иткәндәр һәм язаға тапшырғандар. Һалдаттар, уны язаланыу урынына алып барып, бағанаға ҡаҙаҡлағандар. Ғайса бик ныҡ ғазапланған, ә Йәһүәнең йөрәк әрнеүе күпкә көслөрәк булған. Йәһүәнең Улының ғазапланыуын туҡтатыр өсөн көсө лә булған, ләкин ул үҙен тотоп ҡалған. Ни өсөн? Ҡайғыртыусан Атайҙы шулай эш итергә мөхәббәт этәргән. Ғайса: «Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе», — тигән (Яхъя 3:16).

Улының үлеме Йәһүәгә көслө әрнеү килтергән. Әммә беҙҙе гонаһтан һәм үлемдән ҡотҡарыр өсөн, ул Ғайсаның үлеменә юл ҡуйған. (13-сө абзацты ҡарағыҙ.)


14. Ғайсаның ҡорбаны беҙҙе нимәгә өйрәтә?

14 Ғайсаның ҡорбаны Йәһүәнең кешеләрҙе яратҡанына көслө дәлил булып тора. Шулай уҡ был ҡорбан Йәһүәнең шәхсән һине ни тиклем ныҡ яратҡанын иҫбатлай. Һине гонаһтан һәм үлемдән ҡотҡарыр өсөн, Йәһүә үҙендә булғандың иң ҡәҙерлеһен — яратҡан Улын ҡорбан иткән һәм ҙур ҡайғы кисергән (1 Яхъя 4:9, 10). Эйе, ул һәр беребеҙгә гонаһ менән көрәшеүҙә еңеүсе булырға ярҙам итергә теләй!

15. Ғайсаның йолом ҡорбанынан файҙа алыр өсөн, нимә эшләргә кәрәк?

15 Алланың бүләге — уның Улының йолом ҡорбаны — беҙгә гонаһтарыбыҙҙан таҙарынырға мөмкинлек бирә. Ләкин Алланың кисереүен алыр өсөн беҙ нимәлер эшләргә тейеш. Сумдырыусы Яхъя, ә һуңыраҡ Ғайса үҙе лә: «Тәүбәгә килегеҙ, сөнки күктәр Батшалығы яҡынлашты!» — тигән (Матф. 3:1, 2; 4:17). Әгәр беҙ ысынлап та гонаһ менән көрәшергә һәм ҡайғыртыусан Атайыбыҙға яҡынлашырға теләһәк, тәүбә итеү бик мөһим. Ләкин тәүбә итеү үҙ эсенә нимәне ала һәм ул Йәһүәне һөйөндөрөргә нисек ярҙам итә? Был һорауҙарға яуап киләһе өйрәнеү мәҡәләһендә ҡаралыр.

18-СЕ ЙЫР Йолом өсөн рәхмәтлебеҙ

a АҢЛАТМА. Ҡайһы саҡта Изге Яҙмала «гонаһ» тип тәржемә ителгән һүҙ Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәмәүебеҙҙе йә насар эштәр ҡылыуыбыҙҙы үҙ эсенә ала. Гонаһ шулай уҡ камил булмаған, гонаһлы асылыбыҙҙы үҙ эсенә ала. Уны беҙ Әҙәмдән мираҫ итеп алғанбыҙ. Тап шул гонаһ үлемдең сәбәбе булып тора.

b Йәһүә боронғо ваҡытта тоғро хеҙмәтселәренең ҡорбандарын ҡабул иткән, сөнки киләсәктә Ғайса Мәсихтең ҡорбаны кешелекте гонаһтан һәм үлемдән ҡотҡарасағын белгән (Рим. 3:25).