Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Уҡыусыға мөрәжәғәт

Уҡыусыға мөрәжәғәт

Ҡәҙерле уҡыусы!

«Күҙәтеү манараһының» был сығарылышында дөйөм темаға берләштерелгән биш өйрәнеү мәҡәләһе бар.

  • Беренсе мәҡәләнән Йәһүәнең үҙенең ерҙәге улдарына һәм ҡыҙҙарына гонаһ менән көрәшергә нисек ярҙам иткәнен белербеҙ.

  • Икенсе мәҡәләнән тәүбә итеүҙең нимә икәнен һәм Йәһүәнең гонаһ ҡылыусыға тәүбәгә килергә нисек ярҙам иткәнен ҡарап сығырбыҙ.

  • Өсөнсө мәҡәләлә Кәринт йыйылышындағы тәүбә итмәгән кешегә ҡағылышлы ниндәй күрһәтмәләр бирелгәне аңлатыла.

  • Дүртенсе мәҡәләлә аҡһаҡалдарҙың етди гонаһ ҡылған мәсихсегә нисек ярҙам итеүҙәре хаҡында һүҙ барыр.

  • Бишенсе мәҡәләнән аҡһаҡалдарҙың һәм ҡәрҙәштәрҙең йыйылыштан сығарылған мәсихсегә нисек яратыу һәм ҡыҙғаныу сағылдыра алыуын белербеҙ.