Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Берәйһен «киҫәтеү аҫтында» тоторға кәрәк икәнен кем хәл итә: аҡһаҡалдармы йә һәр мәсихсе үҙе шәхси ҡарар ҡабул итәме? (2 Тисалуникаларға 3:14, ЯДТ).

Илсе Пауыл Тисалуникалағы мәсихселәргә: «Ә инде берәйһе был хатта әйтелгәнгә буйһонмаһа... уны киҫәтеү аҫтында тотоғоҙ», — тип яҙған (2 Тис. 3:14, ЯДТ). Элек беҙ, был аяттағы күрһәтмәләр аҡһаҡалдар өсөн яҙылған, тип әйтә инек. Берәйһе, бер нисә тапҡыр кәңәш биреүгә ҡарамаҫтан, Изге Яҙмалағы принциптарҙы кире ҡаҡһа, аҡһаҡалдар йыйылыш алдында киҫәтеүсе телмәр менән сығыш яһай алған. Шунан һуң мәсихселәр ул кеше менән дуҫтарса аралашыуын өҙгән.

Хәҙер беҙ 2 Тисалуникаларға 3:14-те башҡаса аңлайбыҙ. Пауылдың кәңәше, күрәһең, йыйылыштағы мәсихселәрҙең шәхси ҡарарына ҡағыла. Шуға күрә аҡһаҡалдарға киҫәтеүсе телмәр менән сығыш яһарға кәрәкмәй. Ни өсөн ундай үҙгәреш яһалған? Пауыл кәңәшенең контексын ҡарап сығайыҡ.

Пауыл Тисалуникалағы йыйылышта ҡайһы берәүҙәрҙең «өйрәткәндәр буйынса» йәшәмәгәндәрен абайлап ҡалған. Улар Алланан бирелгән күрһәтмәләргә буйһонмаған. Пауыл үткән тапҡыр уларҙа булғанда: «Кем эшләргә теләмәй, шул ашамай», — тигән бойороҡ биргән. Ләкин ҡайһы берәүҙәр, көстәренән килһә лә, барыбер эшләргә теләмәгән. Улар шулай уҡ кеше эшенә ҡыҫылған. Мәсихселәр үҙҙәрен шулай итеп тотҡан имандаштары менән нисек мөғәмәлә итергә тейеш булған? (2 Тис. 3:6, 10—12).

«Уны киҫәтеү аҫтында тотоғоҙ», — тигән Пауыл. «Киҫәтеү аҫтында тотоғоҙ» тип тәржемә ителгән грек һүҙе ундай кеше менән һаҡ булырға кәрәк икәнен аңлатҡан. Пауыл был күрһәтмәне аҡһаҡалдар өсөн генә түгел, ә бөтә йыйылыш өсөн биргән (2 Тис. 1:1; 3:6). Шуға күрә ҡәрҙәштәр ундай мәсихсенең Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе кире ҡаҡҡанын һәм «өйрәткәндәр буйынса» йәшәмәгәнен абайлап ҡалһа, уның менән аралашмаҫҡа тигән шәхси ҡарарға килә алған.

Пауылдың күрһәтмәһе ул кешегә йыйылыш «үҙ араһынан» сығарған кешегә кеүек ҡарарға кәрәк тигәнде аңлатҡанмы? (1 Кәр. 5:13). Юҡ. Пауыл артабан: «[Уны] имандашығыҙҙай итеп киҫәтегеҙ», — тип өҫтәгән бит. Шуға күрә ҡәрҙәштәр уның менән йыйылыш осрашыуҙарында аралаша алған һәм вәғәзгә йөрөй алған. Ләкин уның менән бергә ваҡыт үткәреү һәм ял итеү дөрөҫ булмаған. Ни өсөн? «Уға оят булып китһен өсөн», — тигән Пауыл. Башҡаларҙың уның менән дуҫтарса аралашмауҙарын күреп, ундай мәсихсе үҙ тәртибенән оялып, үҙгәрә алған (2 Тис. 3:14, 15).

Бөгөн мәсихселәр был күрһәтмәне нисек ҡуллана ала? Тәүҙә был кешенең «өйрәткәндәр буйынса» йәшәйме-юҡмы икәнен тикшерергә кәрәк. Пауыл шәхси йә выжданға ҡағылышлы ҡараштарҙа беҙҙән айырылып торған мәсихселәр тураһында әйтмәгән. Шулай уҡ беҙҙе рәнйеткән ҡәрҙәштәрҙе лә күҙ уңында тотмаған. Пауыл был аяттарҙа Изге Яҙмалағы аныҡ кәңәштәрҙе кире ҡаҡҡан мәсихселәр тураһында әйткән.

Әгәр беҙ мәсихсенең шундай тыңламаусанлыҡ a күрһәтеүен һиҙһәк, беҙгә кемдеңдер, уның менән бергә ял итеүе дөрөҫ түгел, тип әйтеүен көтөргә кәрәкмәй. Беҙ үҙебеҙ шундай ҡарар ҡабул итәбеҙ. Был шәхси ҡарар булғанлыҡтан, беҙ был хаҡта ғаилә ағзаларынан башҡа бер кемгә лә әйтмәҫбеҙ. Ләкин ундай ҡәрҙәш менән йыйылыш осрашыуҙарында аралашырбыҙ һәм вәғәзгә йөрөрбөҙ. Ә инде ул үҙ тәртибен үҙгәртһә, беҙ уның менән элеккесә аралаша башларбыҙ.

a Мәҫәлән, мәсихсе көсөнән килһә лә, эшләргә һәм үҙен тәьмин итергә теләмәһә; белә тороп хәҡиҡәттә булмаған кеше менән осрашып йөрөһә; үҙ һүҙҙәре менән йыйылышта бүленештәр тыуҙырһа һәм зыянлы ғәйбәт таратһа (1 Кәр. 7:39; 2 Кәр. 6:14; 2 Тис. 3:11, 12; 1 Тим. 5:13). Тап шундай мәсихселәр тураһында «өйрәткәндәр буйынса йәшәмәй» тип яҙылған.