Уҡыусыларҙың һорауҙары
Һәр майланған мәсихсегә Алла тарафынан ниндәй «билдә» һәм «мисәт» бирелә? (2 Кор. 1:21, 22)
Билдә. Бер белешмә буйынса, 2 Коринфтарға 1:22-лә «билдә» тип тәржемә ителгән грек һүҙе «хоҡуҡи өлкәлә һәм коммерцияла ҡулланылған техник термин» булған. Был төшөнсә «беренсе взнос, залог, беренсе түләү, йәғни һөйләшелгән хаҡтың бер өлөшөн алдан түләү» тигәнде аңлатҡан, шулай итеп ул «билдәле бер әйбергә законлы хоҡуҡты раҫлаған йә килешеүгә юридик көс биргән». Майланған мәсихселәр осрағындағы тулы түләү, йәғни әжер 2 Коринфтарға 5:1—5-тә һүрәтләнә. Унда майланғандарҙың күктәге серемәҫ тәнгә эйә буласаҡтары хаҡында әйтелә. Әжер шулай уҡ бүләк итеп биреләсәк үлемһеҙлекте лә үҙ эсенә ала (1 Кор. 15:48—54).
Хәҙерге грек телендә шуға оҡшаш һүҙбәйләнеш никах балдағы мәғәнәһен йөрөтә. Был Мәсихтең символик ҡатынының өлөшө булып китеүселәрҙе һүрәтләү өсөн бик тә урынлы миҫал (2 Кор. 11:2; Асыл. 21:2, 9).
Мисәт. Элек мисәтте милеккә хоҡуҡты, берәй нәмәнең дөрөҫлөгөн йә килешеүҙе раҫлау өсөн тамға итеп ҡулланғандар. Образлы итеп әйткәндә, майланғандар изге рух тарафынан Алланың милке булараҡ «мөһөрлән[әләр]», йәғни тамғаланалар (Ефес. 1:13, 14). Әммә был мисәтләнеү мәңгегә түгел. Тоғро булып ҡалған майланған мәсихселәр мәңгегә йә үлерҙәренән аҙ ғына алдараҡ, йә ҙур афәт башланырҙан алдараҡ мисәтләнә (Ефес. 4:30; Асыл. 7:2—4).