Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һин күҙ алдына килтерә белеү һәләтеңде аҡыллы итеп ҡулланаһыңмы?

Һин күҙ алдына килтерә белеү һәләтеңде аҡыллы итеп ҡулланаһыңмы?

УНЫҢ ауырлығы ни бары килограмм ярым самаһы ғына, әммә уны «Ғаләмдә әлегә асылған нәмәләрҙең иң ҡатмарлыһы» тип атайҙар. Нимә ул? Был кешенең баш мейеһе. Уның төҙөлөшө тәрән ихтирам уята. Мейе тураһында күберәк белгән һайын, беҙҙә Йәһүәнең «ғәжәп» эштәре өсөн рәхмәт тойғоһо арта бара (Зәб. 139:14). Әйҙә, мейенең бер үҙенсәлегенә иғтибар итәйек, ул да булһа — күҙ алдына килтереү һәләте.

Нимә ул күҙ алдына килтерә белеү һәләте? Бер һүҙлек буйынса, был «уйҙарҙа яңы һәм тулҡынландырғыс образдар йәки бер ҡасан да кисермәгән нәмәләр барлыҡҡа килтереү һәләте». Ризалашырһыңдыр, беҙ күҙ алдына килтереү һәләтен йыш ҡулланабыҙ. Мәҫәлән, һинең үҙең бер ҡасан да булмаған урындар тураһында уҡығаның йә ишеткәнең барҙыр, моғайын. Әммә был һиңә ошо урындарҙы күҙ алдына килтерергә ҡамасауланымы? Ысынлап та, үҙебеҙ бер ҡасан да күрмәгән, ишетмәгән йәки татып, тейеп, еҫкәп ҡарамаған нәмәләр тураһында уйлағанда, беҙ күҙ алдына килтереү һәләтен ҡулланабыҙ.

Изге Яҙмала әйтелгәнсә, кешеләр Аллаға оҡшатып барлыҡҡа килтерелгән (Баш. 1:26, 27). Был Йәһүәнең үҙенең дә ниндәйҙер мәғәнәлә күҙ алдына килтереү һәләтенә эйә булыуын аңлатмаймы? Алла беҙҙе шундай һәләт менән барлыҡҡа килтергән икән, тимәк, ул беҙҙең ошо һәләтте үҙенең ихтыярына төшөнөү өсөн ҡулланыуыбыҙҙы теләй (Вәғ. 3:11). Күҙ алдына килтереү һәләтен нисек аҡыллы итеп ҡулланырға? Уны аҡылһыҙ итеп ҡулланыуҙан нисек һаҡланырға?

КҮҘ АЛДЫНА КИЛТЕРӘ БЕЛЕҮ ҺӘЛӘТЕН АҠЫЛҺЫҘ ҠУЛЛАНЫУ

1. Тейешһеҙ ваҡытта йәки тейешһеҙ нәмәләр хаҡында хыялланыу.

Дөйөм алғанда, хыялланыу насар түгел. Уның хатта файҙалы була алыуына дәлилдәр бар. Әммә, Вәғәзсе 3:1-ҙә әйтелгәнсә, «һәр эштең үҙ ваҡыты бар». Тимәк, беҙҙең ниндәйҙер эште тейешһеҙ ваҡытта эшләүебеҙ ихтимал. Мәҫәлән, йыйылыш осрашыуы йә шәхси өйрәнеү ваҡытында буш хыялдарға бирелеп ултырһаҡ, күҙ алдына килтерә белеү һәләте беҙгә ярҙам йә тотҡарлыҡ булырмы? Бер ваҡыт Ғайса, шәкерттәренә етди кәңәш биреп, уларҙы әхлаҡһыҙ хыялдар кеүек насар уйҙарға бирелеү ҡурҡынысынан киҫәткән (Мат. 5:28). Беҙҙең ҡайһы бер нәмәләрҙе күҙ алдына килтереүебеҙ Йәһүәгә һис тә оҡшамай. Әхлаҡһыҙ уйҙар әхлаҡһыҙ эштәргә килтереүсе беренсе аҙым була ала. Бер ҡасан да күҙ алдына килтереү һәләтегеҙ һеҙҙе Йәһүәнән ситкә алып китмәһен!

2. Матди байлыҡ именлек бирә ала тип уйлау.

Әлбиттә, матди әйберҙәр кәрәк. Ләкин, улар ысын бәхет һәм именлек килтерә ала тип уйлай башлаһаҡ, беҙ мотлаҡ тәрән ҡәнәғәтһеҙлек кисерербеҙ. Зирәк Сөләймән батша былай тип яҙған: «Байҙың милке — уның нығытылған ҡалаһы, ул уға хыялында бейек диуарҙай булып күренә» (Ғиб. һүҙ. 18:11). Бер миҫалға иғтибар итәйек. 2009 йылдың сентябрендә Манила ҡалаһының (Филиппин) 80 проценты көслө ямғырҙар арҡаһында һыу аҫтында ҡалған. Матди әйберҙәр байҙарға берәй өҫтөнлөк биргәнме? Күп мөлкәтен юғалтҡан бер бай кеше: «Туфан, байҙарға ла, ярлыларға ла ауырлыҡтар һәм ғазаптар килтереп, улар араһындағы айырманы бөтөрҙө», — тигән. Матди әйберҙәр ысын яҡлау һәм именлек бирә, тип уйлау бик еңел. Ысынбарлыҡта иһә был улай түгел.

3. Бәлки, бер ҡасан да булмаясаҡ нәмәләр хаҡында юҡҡа борсолоу.

Ғайса сиктән тыш борсолмаҫҡа кәңәш иткән (Мат. 6:34). Бер туҡтауһыҙ борсолған кешенең күҙ алдына килтереү һәләте һәр саҡ эшләй. Булмаған йә бер ваҡытта ла булмаясаҡ проблемалар хаҡында борсолоу күп көстө алырға мөмкин. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, ундай борсолоу күңел төшөнкөлөгөнә йә хатта депрессияға килтерә ала (Ғиб. һүҙ. 12:25). Шуға күрә, Ғайсаның кәңәше буйынса эш итеп, тыуып торған көндәлек мәшәҡәттәрҙе генә хәл итеү һәм артыҡ борсолмау бик мөһим.

КҮҘ АЛДЫНА КИЛТЕРӘ БЕЛЕҮ ҺӘЛӘТЕН АҠЫЛЛЫ ИТЕП ҠУЛЛАНЫУ

1. Ҡурҡыныс ситуацияларҙы алдан күреп, уларға эләкмәҫкә тырышыу.

Изге Яҙма беҙҙе алды-артты уйларға дәртләндерә (Ғиб. һүҙ. 22:3). Күҙ алдына килтереү һәләте ярҙамында ҡабул итергә йыйынған ҡарарҙарыбыҙҙың эҙемтәләрен күрә алабыҙ. Мәҫәлән, һине ниндәй ҙә булһа кисәгә саҡырһалар, күҙ алдына килтерә белеү һәләте барырғамы, юҡмы икәнен хәл итергә нисек ярҙам итә ала? Тәүҙә, унда кемдәр саҡырылған, күпме кеше була, кисә ҡайҙа һәм ҡасан үткәреләсәк, тип уйлан. Шунан үҙеңдән, унда нимә эшләйәсәктәр, тип һора. Был кисәлә Изге Яҙмалағы принциптар иҫәпкә алынасаҡмы? Шулай эшләү һиңә буласаҡ кисәне уйыңда күҙ алдына килтерергә ярҙам итер. Күҙ алдына килтерә белеү һәләте ярҙамында һин, аҡыллы ҡарар ҡабул итеп, рухи зыян килтерә алған ситуацияларҙан ҡаса алырһың.

2. Сетерекле хәлдәрҙә үҙеңде нисек тоторға икәнен ҡат-ҡат күҙ алдына килтереү.

Күҙ алдына килтерә белеү һәләте шулай уҡ беҙгә проблемаларҙы сисергә ярҙам итә. Әйтәйек, йыйылышта һинең берәйһе менән аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡты, ти. Һин тыуған хәлде нисек яйға һалырға тырышырһың? Бында күп яҡтарҙы иҫәпкә алырға кәрәк. Был ҡәрҙәштең һөйләшеү ғәҙәте ниндәй? Тыуған проблема тураһында һөйләшер өсөн ниндәй ваҡыт иң яҡшыһы? Ниндәй һүҙҙәр ҡулланыу һәм ниндәй тонда һөйләшеү яҡшыраҡ булыр? Күҙ алдына килтереү һәләте ярҙамында һин, проблеманы төрлөсә хәл итеү юлдарын ҡат-ҡат күҙ алдына килтереп, иң яҡшы һәм иң уңышлы булғанын һайлай алырһың (Ғиб. һүҙ. 15:28). Шундай ауыр ситуацияларҙы хәл иткәндә төптән уйлап эш итеү йыйылышта тыныслыҡ һаҡларға ярҙам итер. Был, һис шикһеҙ, күҙ алдына килтерә белеү һәләтен яҡшы итеп ҡулланыу тигән һүҙ.

3. Изге Яҙманы уҡыуҙы һәм өйрәнеүҙе ҡыҙығыраҡ итеү.

Изге Яҙманы көн һайын уҡыу үтә мөһим. Әммә тексты ҡоро уҡып сығыу ғына етерлек түгел. Беҙҙең үҙебеҙ өсөн ғәмәли һабаҡтар табырға һәм уларҙы тормошта ҡулланырға теләгебеҙ булырға тейеш. Изге Яҙманы уҡыу беҙҙә Йәһүәнең эштәре өсөн рәхмәт тойғоһон арттырырға тейеш. Был йәһәттән беҙгә күҙ алдына килтерә белеү һәләте ярҙам итә ала. Нисек итеп? «Имандарын өлгө итеп алығыҙ» тигән китапҡа иғтибар итәйек. Был китапты уҡыу беҙгә, күҙ алдына килтерә белеү һәләтен көсәйтеп, Изге Яҙмала иҫкә алынған кешеләрҙе яҡшыраҡ күҙ алдына килтерергә ярҙам итә ала. Шулай итеп беҙ берәй ваҡиға булған урынды күрә, тауыштарҙы ишетә, еҫтәрҙе һиҙә алабыҙ һәм ундағы кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай алабыҙ. Һөҙөмтәлә Изге Яҙмалағы яҡшы билдәле булып күренгән өҙөктәрҙән беҙ баһалап бөткөһөҙ һабаҡтар һәм рухландырғыс фекерҙәр табырбыҙ. Күҙ алдына килтерә белеү һәләтен шул рәүешсә ҡулланыу Изге Яҙманы уҡыуҙы һәм өйрәнеүҙе ҡыҙығыраҡ итер.

4. Кеше хәленә инеү сифатын үҫтереү һәм сағылдырыу.

Кеше хәленә инә белеү — бик күркәм сифат. Уның ярҙамында беҙ башҡа кешенең әрнеүен күңелебеҙ менән тоя алабыҙ. Йәһүә менән Ғайса кеше хәленә инә белгәнгә, беҙгә уларҙан өлгө алырға кәрәк (Сығ. 3:7; Зәб. 72:13). Был сифатты нисек үҫтерергә? Иң уңышлы ысулдарҙың береһе — күҙ алдына килтерә белеү һәләтен ҡулланыу. Бәлки, беҙҙең бер ҡасан да имандашыбыҙ кисергән ауырлыҡты кисергәнебеҙ булмағандыр. Әммә һин үҙеңә бындай һорауҙар бирә алаһың: «Ундай ауырлыҡҡа осраһам, мин үҙемде нисек хис итер инем? Мин нимәгә мохтаж булыр инем?» Был һорауҙарға яуап биргәндә күҙ алдына килтереү һәләтен ҡулланһаҡ, кеше хәленә тағы ла нығыраҡ инә алырбыҙ. Ысынлап та, тормошобоҙҙоң һәр өлкәһендә, шул иҫәптән вәғәздә һәм ҡәрҙәштәр менән мөғәмәлә иткәндә кеше хәленә инеү сифатын сағылдырһаҡ, был барыһына ла файҙа килтерер.

5. Яңы донъялағы тормошто күҙ алдына килтереү.

Изге Яҙма Алла вәғәҙә иткән яңы донъяны күҙ алдына килтерергә ярҙам иткән күп сағыу нескәлектәр менән тулы (Ишағ. 35:5—7; 65:21—25; Асыл. 21:3, 4). Беҙҙең баҫмаларҙа ундай тасуирламаларға йыш ҡына матур төҫлө рәсемдәр килтерелә. Ни өсөн? Сөнки рәсемдәр күҙ алдына килтерә белеү һәләтен көсәйтә һәм вәғәҙә ителгән фатихаларҙың үтәлеүен күҙ алдына килтерергә ярҙам итә. Күҙ алдына килтереү һәләтен Барлыҡҡа Килтереүсе булараҡ, Йәһүә уның ниндәй көскә эйә булғанын бик яҡшы белә. Алланың вәғәҙәләре тураһында уйланғанда был һәләтте ҡулланыу уларҙың үтәләсәгенә иманыбыҙҙы нығыта һәм, хатта тормош михнәттәре кисереүгә ҡарамаҫтан, Аллаға тоғро булып ҡалырға ярҙам итә.

Яратыуҙан сығып, Йәһүә беҙгә иҫ киткес һәләт — күҙ алдына килтерә белеү һәләте биргән. Был һәләт беҙгә көндән-көн Аллаға тоғро хеҙмәт итергә ярҙам итә ала. Әйҙәгеҙ, был ғәжәп бүләкте һәр ваҡыт аҡыллы итеп ҡулланып, уны Биреүсегә рәхмәт белдерәйек!