Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Сыҙамлыҡ үҙ эшен еренә еткерһен

Сыҙамлыҡ үҙ эшен еренә еткерһен

«Сыҙамлыҡ, һеҙҙең имен һәм бер ниндәй ҙә кәмселекһеҙ камил булыуығыҙ өсөн, үҙ эшен еренә еткерергә тейеш» (ЯҠ. 1:4).

ЙЫРҘАР: 24, 139

1, 2. а) Гидеон менән уның 300 кешеһенең сыҙамлығынан беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.) б) Лука 21:19-ҙа яҙылғанса, ни өсөн сыҙам булыу үтә мөһим?

ҺУҒЫШ бик көсөргәнешле булған. Төнө буйы израиль һуғышсылары Гидеон етәкселеге аҫтында мәдйәндәрҙе һәм уларҙың союздаштарын 30 саҡрым самаһы ара баҫтырып барған! Артабан нимә булғанын Изге Яҙма былай тип тасуирлай: «Унан һуң Гидеон, Үрҙүн янына килеп, уның аша сыҡты. Ул үҙе лә, уның менән булған 300 кеше лә арыған ине». Әммә ул ваҡытта еңеү тураһында уйларға әле иртәрәк булған, сөнки дошмандың 15 000 тирәһе һуғышсыһы иҫән ҡалған. Израилдәр мәдйән халҡының иҙеүе аҫтында күп йылдар буйы йәшәгән һәм хәҙер бөгөлөп төшә торған ваҡыт түгел икәнлеген яҡшы аңлаған. Шунлыҡтан, еңер өсөн, «улар дошмандарын ҡыуа барған». Һөҙөмтәлә мәдйәндәр израилдәргә буйһонорға мәжбүр булған (Хөк. 7:22; 8:4, 10, 28).

2 Беҙ ҙә көсөргәнешле һуғыш алып барабыҙ, тип әйтеп була. Беҙҙең дошмандарыбыҙ — Шайтан, уның донъяһы һәм үҙебеҙҙең камил булмауыбыҙ. Ҡайһы берәүҙәребеҙ был көрәште тиҫтәләгән йылдар буйына алып бара, һәм Йәһүәнең ярҙамы менән беҙ күп еңеүҙәргә өлгәштек. Ваҡыт-ваҡыт беҙ дошмандарыбыҙ менән көрәшеп һәм был донъяның ахырын көтөп арып китәбеҙ. Әммә беҙ тулыһынса еңмәгәнбеҙ әле. Ғайса, һуңғы көндәрҙә йәшәгән кешеләр ауыр һынауҙар һәм аяуһыҙ эҙәрләүҙәргә дусар буласаҡ, тип киҫәткән. Ләкин ул шулай уҡ, еңеү сыҙамлыҡтан тора, тигән. (Лука 21:19-ҙы уҡығыҙ.) Сыҙамлыҡ нимә ул? Сыҙамлы булырға нимә ярҙам итә ала? Сыҙамлы булып ҡалғандарҙан беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ? Һәм ниндәй мәғәнәлә сыҙамлыҡ «үҙ эшен еренә еткерергә тейеш»? (Яҡ. 1:4)

СЫҘАМЛЫҠ НИМӘ УЛ?

3. Сыҙамлыҡ нимә ул?

3 Изге Яҙма буйынса, сыҙамлыҡ ауырлыҡтар менән һынауҙарҙы кисереп сығыу ғына түгел, ул үҙ эсенә күберәкте ала. Ул беҙҙең аҡылыбыҙ, йөрәгебеҙ, ауырлыҡтарҙы нисек кисереүебеҙ менән бәйле. Сыҙамлы кеше ҡыйыулыҡ, рух ныҡлығы һәм түҙемлек сағылдыра. Бер белешмәлә әйтелгәнсә, сыҙамлыҡ — «ауырлыҡтарҙы күндәм генә түгел, ә ҡайнар өмөт менән кисерә белеү. Был сифат кешегә ҡаршы ел иҫкәндә аяғөҫтө ҡалырға ярҙам итә. Ул иң ҡаты һынауҙы ла данлыға әйләндерә ала, сөнки ауыртыу артында маҡсатты күрергә ярҙам итә».

4. Ни өсөн, сыҙамлыҡ күрһәтергә мөхәббәт дәртләндерә, тип әйтеп була?

4 Мәсихселәргә хас булған сыҙамлыҡ күрһәтергә беҙҙе мөхәббәт дәртләндерә. (1 Коринфтарға 13:4, 7-не уҡығыҙ.) Йәһүәне яратҡанға, беҙ, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, сыҙамлыҡ менән уның ихтыярын үтәйбеҙ (Лука 22:41, 42). Имандаштарыбыҙҙы яратыу уларҙың кәмселектәренә түҙергә ярҙам итә (1 Пет. 4:8). Тормош иптәшебеҙҙе яратыу, хатта бәхетле ғаиләләрҙә була торған ауырлыҡтарҙы яйға һалып, никах бәйләнештәрен нығытырға ярҙам итә (1 Кор. 7:28).

СЫҘАМЛЫ БУЛЫРҒА НИМӘ ЯРҘАМ ИТӘ?

5. Ни өсөн Йәһүә генә беҙгә сыҙамлы булыр өсөн барыһын бирә ала?

5 Йәһүәнән көс һорағыҙ. Йәһүә — «сабырлыҡ һәм йыуаныу сығанағы булған Алла» (Рим. 15:5). Ул ғына ауырлыҡтарыбыҙҙы бик яҡшы белә. Улай ғына ла түгел, Йәһүә шулай уҡ беҙҙең шарттар, хис-тойғолар һәм хатта гендар беҙгә нисек тәьҫир иткәнен тулыһынса аңлай. Шулай итеп, ул ғына беҙгә сыҙамлы булыр өсөн барыһын бирә ала. «Ул үҙен тәрән хөрмәт итеүселәрҙең теләктәрен үтәй, ярҙам һорап үтенеүҙәрен ишетеп, уларҙы ҡотҡара», — тип әйтелә Изге Яҙмала (Зәб. 145:19). Әммә, беҙ сыҙамлы булыр өсөн көс һорағанда, Алла доғаларыбыҙға нисек яуап бирә?

6. Изге Яҙмала вәғәҙә ителгәнсә, Йәһүә беҙгә һынауҙарҙы «үтеү юлын» нисек күрһәтә ала?

6 1 Коринфтарға 10:13-тө уҡығыҙ. Һынау менән осрашҡанда Йәһүәнән ярҙам һораһаҡ, ул беҙгә «уны үтеү юлын... күрһәтәсәк». Йәһүә, берәй нәмәне үҙгәртеп, һынауҙы юҡҡа сығарырмы? Бәлки. Әммә йыш ҡына ул беҙгә «һынауҙы йырып сыға алыу[быҙ]» өсөн уны үтеү юлын күрһәтә. Эйе, беҙ «бөтә ауырлыҡтар алдында түҙемле һәм сабыр бул[һын] өсөн», Йәһүә беҙҙе нығыта (Кол. 1:11). Ул физик, аҡыл һәм эмоциональ мөмкинлектәребеҙҙең сиген бик яҡшы белә, шуға күрә ауыр хәлдең тоғролоғобоҙҙо һаҡлай алмаҫлыҡ дәрәжәгә етеүен бер ҡасан да рөхсәт итмәйәсәк.

7. Ни өсөн беҙгә сыҙам булып ҡалыр өсөн рухи аҙыҡ кәрәк?

7 Иманығыҙҙы рухи аҙыҡ менән туҡландырығыҙ. Донъялағы иң бейек тауға — Эверестҡа менгән альпинистар көнөнә яҡынса 6 000 калория сарыф итә, был кешенең ғәҙәттәге ихтыяжынан 3—4 тапҡырға күберәк. Тауҙың башына менеп етер өсөн, альпинистарға мөмкин тиклем күберәк калория кәрәк. Шуның шикелле, беҙгә лә, мәсихсе юлында ҡалып, маҡсатыбыҙға ирешер өсөн, даими рәүештә мөмкин тиклем күберәк рухи аҙыҡ менән туҡланырға кәрәк. Үҙ-үҙеңә хужа була белеү уҡыуға, шәхси өйрәнеүгә һәм йыйылыш осрашыуҙарына йөрөүгә ваҡыт бүлеп ҡуйырға ярҙам итер. Шундай эштәрҙә мәшғүл булыу иманыбыҙҙы «мәңгелек тормош бирә торған фани булмаған ризыҡ» менән туҡландыра (Яхъя 6:27).

8, 9. а) Әйүп 2:4, 5-тә яҙылғанса, һынауҙарға дусар булғанда, нимәне иҫтә тоторға кәрәк? б) Һынауҙарға осрағанда нимәне күҙ алдына килтереп була?

8 Бәхәсле һорауҙы иҫтә тотоғоҙ. Йәһүәнең хеҙмәтсеһе һынауға дусар булғанда, һүҙ бер кешенең ғазап сигеүе тураһында ғына бармай. Һынауҙар ваҡытында үҙебеҙҙе тотошобоҙҙан Йәһүәне Иң Юғары Хаким итеп һанайбыҙмы, юҡмы икәне күренә. Алла хакимлығының дошманы Шайтан Йәһүәне былай тип мыҫҡыллаған: «Үҙ йәне өсөн кеше үҙендә булған бөтә нәмәһен бирәсәк. Ә бына ҡулыңды һуҙып уның [Әйүптең] һөйәктәренә һәм тәненә ҡағылһаң, ул һине асыҡтан-асыҡ ҡәһәрләйәсәк» (Әйүп 2:4, 5). Шайтандың әйтеүенсә, бер кем дә Йәһүәгә рыяһыҙ яратыуҙан сығып хеҙмәт итмәй. Был һүҙҙәрҙе әйткәндән бирле Шайтан үҙгәргәнме? Һис тә юҡ! Күп быуаттар үткәс, күктән ҡыуылғанда, Шайтан һаман да «көнө-төнө Аллабыҙ алдында имандаштарыбыҙҙы ғәйепләүсе» тип аталған булған (Асыл. 12:10). Шайтан сафлыҡ хаҡындағы бәхәсле һорауҙы онотмаған. Ул һынауҙарҙа бирешеүебеҙҙе һәм Алла хакимлығын яҡлауҙан туҡтауыбыҙҙы күрергә бик ныҡ теләй.

9 Шуға күрә ғазаптар кисергәндә бындай күренеште күҙ алдына килтерегеҙ: Шайтан һәм уның ендәре бер яҡта тора, улар һеҙҙең турала, һынауҙарға бирешеп бөгөлөп төшәсәк, ти. Икенсе яҡта — Йәһүә, уның идара итеүсе Улы, терелтелгән майланғандар һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ фәрештәләр. Улар һеҙҙең өсөн көйәләнә һәм Йәһүәнең хакимлығын көн һайын яҡлауығыҙҙы күреп ҡыуана. Йәһүәнең: «Улым, аҡыллы бул һәм йөрәгемде һөйөндөр; шул саҡ мин мыҫҡыллаусыма яуап ҡайтара алырмын», — тип шәхсән рәүештә үҙегеҙгә әйтеүен күҙ алдына килтерегеҙ (Ғиб. һүҙ. 27:11).

10. Сыҙамлыҡҡа килгәндә, беҙ Ғайсанан нисек өлгө ала алабыҙ?

10 Иғтибарығыҙҙы сыҙамлыҡ килтергән фатихаларға туплағыҙ. Күҙ алдына килтерегеҙ: һеҙ, оҙон тоннелдән китеп барғанда, уның уртаһында туҡтайһығыҙ. Тирә-яҡта дөм-ҡараңғы. Шуға ҡарамаҫтан, һеҙ һис тә шикләнмәйһегеҙ: юлығыҙҙы дауам итһәгеҙ, мотлаҡ яҡтылыҡҡа барып сығасаҡһығыҙ. Шуның шикелле, ҡайһы ваҡыт һеҙгә ауырлыҡтарҙың иге-сиге юҡ кеүек тойолорға мөмкин. Хатта Ғайса ла, бәлки, шуға оҡшаш хистәр кисергәндер. Ул «гонаһлылар тарафынан... дошманлыҡ хисе» кисергән, хурланған һәм хатта яфаланыу бағанаһында ғазапланған. Һис шикһеҙ, был уның ерҙәге тормошоноң иң ҡараңғы осоро булған! Әммә Ғайса «киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына» барыһын да кисереп сыҡҡан (Евр. 12:2, 3). Ул иғтибарын сыҙамлығы килтерәсәк фатихаларға туплаған, айырыуса үҙенең Алла исемен изгеләндереүгә һәм Йәһүәнең хакимлығын аҡлауға индерәсәк өлөшө хаҡында уйланған. Ғайса ғазап сиккән ҡараңғы осор ваҡытлыса ғына булған, ә уның күктәге әжеренең яҡтылығы мәңге буласаҡ. Беҙҙең бөгөнгө һынауҙарыбыҙ бик ауыр булырға мөмкин, ҡайһы саҡта уларҙың хатта түҙә алмаҫлыҡ булып тойолоуы ихтимал. Ләкин шуны онотмағыҙ: ғазаптар — мәңгелек тормошҡа алып барған юлдың бәләкәй генә бер өлөшө.

«ТҮҘЕМЛЕК КИСЕРГӘНДӘР»

11. Ни өсөн «түҙемлек кисергәндәрҙең» үрнәктәрен ҡарап сығыу файҙалы?

11 Беҙ бер үҙебеҙ генә сыҙамлыҡ күрһәтмәйбеҙ. Шайтан тыуҙырған ауырлыҡтарға юлыҡҡан мәсихселәрҙе сыҙамлы булырға дәртләндерер өсөн, Петер былай тигән: «Имандаштарығыҙҙың донъяла шундай уҡ ғазаптарға дусар ителеүен белеп, Иблискә ныҡлы иман менән ҡаршы баҫығыҙ» (1 Пет. 5:9). «Түҙемлек кисергәндәрҙең» үрнәктәре беҙҙе ҡаҡшамаҫ булырға өйрәтә, уңышҡа өлгәшә алыуыбыҙға ышандыра һәм тоғролоғобоҙ мотлаҡ фатихаланасағын иҫебеҙгә төшөрә (Яҡ. 5:11). Әйҙәгеҙ, бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ [1].

12. Эден баҡсаһы янына ҡуйылған кирубтарҙан беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ?

12 Кирубтар. Кешеләргә беренсе булып күренгән был юғары дәрәжәләге рухи заттарҙың үрнәгенән беҙ ауыр йөкләмә алған саҡта нисек сыҙам булып ҡалырға икәнлеген белә алабыҙ. Йәһүә Алла, «ғүмер ағасына илткән юлды һаҡлау өсөн, Эден баҡсаһының көнсығыш яғына кирубтар һәм әйләнеп тороусы утлы ҡылыс ҡуй[ған]» [2] (Баш. 3:24). Әлбиттә, кирубтар ундай йөкләмә өсөн барлыҡҡа килтерелмәгән булған, сөнки гонаһ менән фетнә Йәһүәнең кешеләргә ҡарата ниәтенә инмәгән. Ләкин бер ҡайҙа ла кирубтарҙың, бындай йөкләмә беҙҙең юғары дәрәжәбеҙгә тура килмәй, тип зарланғандары хаҡында әйтелмәй. Улар, был йөкләмәнән ялҡып китеп, урындарын ҡалдырмаған. Киреһенсә, улар, күрәһең, Туфан еткәнгә хәтлем, 1 600 йылдан ашыу ваҡыт дауамында, тыңлаусанлыҡ күрһәтеп, был йөкләмәне сыҙамлыҡ менән ахырына тиклем үтәгән!

13. Әйүпкә һынауҙарҙы сыҙамлы үткәрергә нимә ярҙам иткән?

13 Ырыу башлығы Әйүп. Әгәр һеҙ дуҫығыҙҙың йә туғанығыҙҙың ауыр һүҙҙәре арҡаһында төшөнкөлөккә бирелһәгеҙ, ҡаты ауырыуҙан интекһәгеҙ йә ғәзиз кешегеҙҙе юғалтҡанға ҡайғырһағыҙ, Әйүптең миҫалынан йыуаныс таба алаһығыҙ (Әйүп 1:18, 19; 2:7, 9; 19:1—3). Ауырлыҡтарының сәбәбен белмәһә лә, Әйүп өмөтһөҙлөккә бирелмәгән. Ни өсөн? Иң тәүҙә, ул «Аллаға ҡурҡыу-хөрмәт күрһәткән» (Әйүп 1:1). Әйүп уңайлы һәм уңайһыҙ шарттарҙа ла Йәһүәнең күңелен табырға тырышҡан. Йәһүә изге рухы ярҙамында уның иғтибарын үҙенең инде башҡарған бөйөк эштәренә йүнәлткән. Был эштәр хаҡында уйланып, Әйүп Йәһүәнең үҙ ваҡытында ғазаптарын бөтөрәсәгенә тағы ла нығыраҡ инанған (Әйүп 42:1, 2). Тап шулай булған да. Изге Яҙмала былай тиелә: «Йәһүә уны бөтә ҡайғы-хәсрәттәренән азат итте һәм уның бар милкен торғоҙҙо. Йәһүә уға элеккегә ҡарағанда ике мәртәбә күберәк мал-мөлкәт бирҙе». Әйүп, тормошонан ҡәнәғәт булып, бик оҙаҡ йәшәгән (Әйүп 42:10, 17).

14. 2 Коринфтарға 1:6-ла әйтелгәнсә, Паулдың сыҙамлығы башҡаларға нисек ярҙам иткән?

14 Илсе Паул. Һеҙ ҡаты ҡаршылыҡтарға йә хатта хаҡ ғибәҙәт ҡылыуға ҡаршы тороусылар ойошторған эҙәрләүҙәргә осрайһығыҙмы? Йәки, өлкән йә район күҙәтеүсеһе булараҡ, иңдәрегеҙҙә ятҡан вазифаларҙың ауырлығын тояһығыҙмы? Ул саҡта Паул ҡалдырған өлгө хаҡында уйланығыҙ. Ул күп тапҡыр ярһыу эҙәрләүҙәргә дусар булған һәм һәр ваҡыт йыйылыштарҙың именлеге хаҡында борсолған (2 Кор. 11:23—29). Шулай ҙа Паул бирешмәгән, һәм уның үрнәге башҡаларға көс өҫтәгән. (2 Коринфтарға 1:6-ны уҡығыҙ.) Ауырлыҡтарҙы сыҙамлы үткәрәһегеҙ икән, үрнәгегеҙ башҡаларҙы сыҙам булып ҡалырға рухландырғанын онотмағыҙ.

СЫҘАМЛЫҠ ҺЕҘҘӘ «ҮҘ ЭШЕН» ЕРЕНӘ ЕТКЕРЕРМЕ?

15, 16. а) Сыҙамлыҡ ниндәй эште еренә еткерергә тейеш? б) Сыҙамлыҡ нисек беҙҙә «үҙ эшен» еренә еткерә алғанына миҫалдар килтерегеҙ.

15 Алла тарафынан рухландырылып, Яҡуп: «Сыҙамлыҡ... үҙ эшен еренә еткерергә тейеш», — тип әйткән. Ә ни өсөн был кәрәк? Ул былай тигән: «Һеҙҙең имен һәм бер ниндәй ҙә кәмселекһеҙ камил булыуығыҙ өсөн» (Яҡ. 1:4). Йыш ҡына һынауҙар кәмселектәребеҙҙе һәм шәхесебеҙҙең яҡшыртыуға мохтаж булған яҡтарын асыҡлай. Һынауҙарҙа ныҡ булып ҡалһаҡ, мәсихсе шәхесебеҙ камилыраҡ булып китә, йәғни таҙара. Мәҫәлән, беҙ түҙемлерәк, рәхмәтлерәк һәм шәфҡәтлерәк булып китә алабыҙ.

Һынауҙарҙа сыҙам булып ҡалғанда, мәсихсе шәхесебеҙ камилыраҡ булып китә (15, 16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

16 Сыҙамлыҡ мәсихсе шәхесен тәрбиәләүҙә үтә мөһим эшен башҡара, шунлыҡтан беҙ һынауҙарҙан ҡотолор өсөн Изге Яҙмалағы принциптарҙы боҙмаҫбыҙ. Мәҫәлән, боҙоҡ уй-фекерҙәр менән көрәшһәгеҙ, бирешмәгеҙ! Йәһүәгә йыш доға ҡылып, әхлаҡһыҙ уйҙарҙы кире ҡағығыҙ. Шулай итеп һеҙ үҙ-үҙегеҙҙе ҡулда тоторға өйрәнерһегеҙ. Ә Йәһүәгә ышанмаған туғанығыҙ тыуҙырған ҡаршылыҡтарға осраһағыҙ, нимә эшләргә? Рух төшөнкөлөгөнә бирелмәгеҙ һәм Йәһүәгә артабан да бөтә йөрәктән хеҙмәт итеүҙә тәүәккәл булығыҙ. Һөҙөмтәлә Йәһүәгә ышанысығыҙ тағы ла артасаҡ. Сыҙамлы булып ҡына Йәһүәнең хуплауын табып булғанын онотмағыҙ (Рим. 5:3—5; Яҡ. 1:12).

17, 18. а) Ахырға тиклем сыҙам булыуҙың мөһимлеген аңлатып бирегеҙ. б) Ахыр яҡынлашҡан арала беҙ нимәгә һис тә шикләнмәйбеҙ?

17 Беҙ күпмелер ваҡыт дауамында ғына түгел, ә ахырға тиклем сыҙамлы булырға тейеш. Батып барған карапты күҙ алдына килтерегеҙ. Тере ҡалыр өсөн пассажирҙарға ярға табан йөҙөргә кәрәк. Берәйһе хәлһеҙләнеп, ярға бер нисә метр ғына ҡалғанда бирешһә, ул алданыраҡ бирешкән кеше кеүек үк үләсәк. Шуның шикелле, беҙ яңы донъя килгәнсе сыҙамлыҡ сағылдырыуҙа тәүәккәл булырға тейеш. Сыҙамлыҡтан беҙҙең ғүмеребеҙ тора. Беҙҙең ҡарашыбыҙ илсе Паулдыҡына оҡшаш, ул былай тигән: «Беҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ» (2 Кор. 4:1, 16).

18 Йәһүәнең беҙгә ахырға тиклем сыҙам булып ҡалырға ярҙам итәсәгенә тамсы ла шигебеҙ юҡ. Беҙ илсе Паулдың Римдарға 8:37—39-ҙа яҙған һүҙҙәре менән тулыһынса ризабыҙ. Ул былай тигән: «Беҙҙе Яратыусы ярҙамында тулыһынса еңеп сығабыҙ. Үлем һәм йәшәү ҙә, фәрештәләр, күренмәгән етәкселәр һәм көстәр ҙә, хәҙерге һәм киләсәктәге нәмәләр ҙә, бейеклек һәм тәрәнлек тә, бар ителгән бер нәмә лә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша күрһәткән Алла мөхәббәтенән беҙҙе айыра алмаясағына ышанам». Ысынлап та, ҡайһы ваҡыт беҙ арыйбыҙ. Шулай ҙа, әйҙәгеҙ, Гидеон менән уның кешеләренән үрнәк алып, ахырға тиклем сыҙам булайыҡ. Арыған булһалар ҙа, «улар дошмандарын ҡыуа барған» (Хөк. 8:4).

^ [1] (11-се абзац) Һеҙҙе шулай уҡ Алланың хәҙерге ваҡытта йәшәгән хеҙмәтселәренең сыҙамлығы рухландырыр. Мәҫәлән, 1992, 1999 һәм 2008 йылғы «Йыллыҡ баҫма»ларҙа Эфиопия, Малави һәм Рәсәйҙә йәшәгән ҡәрҙәштәрҙең иманды нығытҡан миҫалдары килтерелгән.

^ [2] (12-се абзац) Изге Яҙмала был йөкләмә нисә кирубҡа бирелгәне хаҡында әйтелмәй.