Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Тарҡау донъяла нейтралитет һаҡлағыҙ

Тарҡау донъяла нейтралитет һаҡлағыҙ

«Алланыҡын Аллаға бирегеҙ» (МАТ. 22:21).

ЙЫРҘАР: 33, 137

1. Беҙ нисек Аллаға ла, кешелек хөкүмәттәренә лә буйһона алабыҙ?

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘ кешелек хөкүмәттәренә тыңлаусан булырға әмер бирелә, шул уҡ ваҡытта унда, кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға кәрәк, тип әйтелә (Ғәм. 5:29; Тит. 3:1). Бында ниндәй ҙә булһа ҡапма-ҡаршылыҡ бармы? Һис тә юҡ! Сағыштырмаса буйһоноу принцибы беҙгә был бойороҡтарҙы аңларға һәм уларға буйһонорға ярҙам итә. Ғайса был принципты ошондай һүҙҙәр менән белдергән: «Ҡайсарҙыҡын — ҡайсарға, ә Алланыҡын Аллаға бирегеҙ» [1] (Мат. 22:21). Беҙ нисек Ғайсаның ошо күрһәтмәһе буйынса эш итә алабыҙ? «Ҡайсарҙыҡын — ҡайсарға» бирер өсөн, беҙ үҙебеҙ йәшәгән илдең ҡанундарын үтәйбеҙ, хакимиәт вәкилдәренә хөрмәт күрһәтәбеҙ һәм һалым түләйбеҙ (Рим. 13:7). Ләкин, хөкүмәт Алланы тыңламаҫҡа ҡушһа, беҙ әҙәпле генә итеп быны эшләүҙән баш тартабыҙ.

2. Беҙҙең донъяның сәйәси эштәрендә ҡатнашмауыбыҙ нимәнән күренә?

2 «Алланыҡын Аллаға» биреү өлөшләтә донъяның сәйәси эштәрендә ҡатнашмайынса нейтралитет һаҡлауҙы аңлата (Ишағ. 2:4). Беҙ Йәһүә идара итергә юл ҡуйған кешелек хөкүмәттәренә ҡаршы сыҡмайбыҙ, шулай уҡ патриотик һәм милли хәрәкәттәргә булышлыҡ күрһәтмәйбеҙ (Рим. 13:1, 2). Беҙ дәүләт етәкселәренә баҫым яһамайбыҙ, һайлауҙарҙа тауыш бирмәйбеҙ, дәүләт вазифаларына дәғүә итмәйбеҙ һәм хөкүмәттең алмашыныуы өсөн көрәшмәйбеҙ.

3. Ни өсөн беҙ нейтралитет һаҡларға тейеш?

3 Алла беҙҙән нейтралитет һаҡлауҙы талап итә. Изге Яҙмала быға бер нисә сәбәп килтерелә. Мәҫәлән, беҙ Алланың Улы Ғайса Мәсихтең үрнәгенә эйәрәбеҙ һәм ул өйрәткәнсә йәшәйбеҙ. Ғайса «донъяныҡы булмаған» кеүек, беҙ ҙә сәйәсәттә һәм һуғыштарҙа ҡатнашмайбыҙ (Яхъя 6:15; 17:16). Беҙ шулай уҡ, Алла Батшалығының тоғро граждандары булырға теләгәнгә, нейтралитет һаҡлайбыҙ. Юғиһә, һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләгәндә, саф выждан менән, Алла Батшалығы ғына кешелектең проблемаларын хәл итәсәк, тип иғлан итә алыр инекме? Өҫтәүенә, сәйәсәттә ҡатнашып үҙенең эйәрсендәре араһында бүленештәр тыуҙырған ялған диндәрҙән айырмалы булараҡ, хаҡ ғибәҙәт беҙгә нейтралитет һаҡларға ярҙам итеп бөтә донъя ҡәрҙәшлегебеҙҙе берләштерә (1 Пет. 2:17).

4. а) Нейтралитет һаҡлауы киләсәктә тағы ла ауырыраҡ булып китерен беҙ ҡайҙан беләбеҙ? б) Ни өсөн беҙ нейтралитет һаҡларға инде хәҙер әҙерләнергә тейеш?

4 Бәлки, беҙ йәшәгән ерҙә сәйәси мөхит тыныстыр һәм, ситтән ҡарағанда, кешеләр хаҡ ғибәҙәткә ҡарата түҙемле булып күренәлер. Әммә, Шайтан донъяһы үҙенең ахырына яҡынлашҡан һайын, нейралитет мәсьәләһе тағы ла етдирәк булып китер, тип фараз итеү аҡыллы. Бөгөн бер-береһе менән «һыйыша алмаған» һәм «дыуамал» кешеләр бик күп, шуға күрә ваҡыт уҙыу менән донъя тағы ла тарҡауыраҡ була барасаҡ (2 Тим. 3:3, 4). Ҡайһы бер илдәрҙә, сәйәси мөхит ҡапыл үҙгәреп китеү сәбәпле, ҡәрҙәштәребеҙ нейтралитет һаҡлау менән бәйле көтөлмәгән ауырлыҡтарға дусар булған. Һеҙ ни өсөн беҙгә нейтралитет һаҡларға тәүәккәллекте инде хәҙер көсәйтергә кәрәклеген аңлайһығыҙмы? Әгәр ауыр хәлгә эләккәнсе көтөп ултырһаҡ, нейтралитет һаҡламайынса ҡараштарыбыҙҙан баш тартыуыбыҙ ихтимал. Тарҡау донъяла нейтралитет һаҡларға нисек әҙерләнеп була? Әйҙәгеҙ, уңышлы булырға ярҙам иткән дүрт кәңәште ҡарап сығайыҡ.

ХӨКҮМӘТТӘРГӘ ЙӘҺҮӘ КЕҮЕК ҠАРАҒЫҘ

5. Йәһүә кешелек хөкүмәттәре тураһында нимә уйлай?

5 Нейтралитет һаҡларға ярҙам иткән беренсе кәңәш — сәйәси структураларға Йәһүә кеүек ҡарарға. Ҡайһы бер хөкүмәттәр ғәҙел булып күренһә лә, кешеләрҙең башҡа кешеләр өҫтөнән идара итеүе бер ҡасан да Йәһүәнең ниәтенә инмәгән (Ирм. 10:23). Кешеләр урынлаштырған хөкүмәттәр кешелек ғаиләһен тарҡатҡан милләтселек рухын алға һөрә. Хатта иң яҡшы етәкселәр ҙә бөтөн булған проблемаларҙы сисә алмай. Өҫтәүенә, 1914 йылдан алып кешелек хөкүмәттәре Алла Батшалығына ҡаршы тора. Оҙаҡламай иһә был Батшалыҡ, халыҡтарҙы юҡ итеп, сығарған хөкөмөн башҡарасаҡ. (Зәбур 2:2 *, 7—9-ҙы уҡығыҙ *.)

6. Беҙ хакимлыҡҡа эйә булған кешеләр менән нисек мөғәмәлә итергә тейеш?

6 Йәһүә сәйәси структураларға йәшәп килергә рөхсәт итә, сөнки улар күпмелер дәрәжәлә тотороҡлолоҡ һәм тәртип һаҡлай, ә был, үҙ сиратында, беҙгә Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә мөмкинлек бирә (Рим. 13:3, 4). Алла хатта беҙгә хакимлыҡҡа эйә булған кешеләр өсөн, айырыуса уларҙың ҡарарҙары ғибәҙәт ҡылыуыбыҙға тәьҫир итә алған саҡта, доға ҡылырға ҡуша (1 Тим. 2:1, 2). Илсе Паул һымаҡ, беҙ ҙә, ғәҙел мөғәмәлә итеүҙәрен һорап, дәүләт етәкселәренә мөрәжәғәт итәбеҙ (Ғәм. 25:11). Изге Яҙмала Алла дошманы Шайтандың сәйәси система өҫтөнән хакимлығы бар тип әйтелһә лә, унда, ул һәр бер етәксе йә сәйәсмән менән туранан-тура идара итә, тигән фекер юҡ (Лука 4:5, 6). Шуға күрә беҙгә, Шайтан билдәле бер етәксене үҙ көйөнә бейетә, тип фараз итеүҙән һаҡланырға кәрәк. Беҙ бер кемде лә, шул иҫәптән етәкселәрҙе һәм хакимлыҡҡа эйә булған кешеләрҙе лә яманламайбыҙ (Тит. 3:1, 2).

7. Беҙ ниндәй фекер йөрөтөүҙән һаҡланырға тейеш?

7 Беҙҙең мәнфәғәттәрҙе яҡлайҙармы, юҡмы, беҙ бер ҡасан да берәй сәйәсмәнде йә сәйәси партияны икенсеһенән өҫтөн ҡуймайбыҙ. Шундай ҡараш һаҡлап, беҙ Йәһүәгә тыңлаусанлыҡ күрһәтәбеҙ. Бындай осраҡта нейтралитет һаҡлап ҡалыу еңел булмаҫҡа мөмкин. Әйтәйек, берәй илдә, фетнә ҡубып, Алла халҡына ла күп ғазап килтергән аяуһыҙ режимды бәреп төшөрөргә йыйыналар, ти. Әлбиттә, беҙ уларҙың фетнәһенә ҡушылмаҫ инек, әммә эстән улар яҡлы булмаҫ инекме? (Ефес. 2:2) Беҙ һүҙҙә һәм эштә генә түгел, ә йөрәгебеҙҙә лә нейтралитет һаҡларға тейеш.

«АҠЫЛЛЫ», ШУЛ УҠ ВАҠЫТТА «ЭСКЕРҺЕҘ» БУЛЫҒЫҘ

8. Нейтралитет һаҡлауы ауыр булғанда, беҙ нисек «аҡыллы» һәм шул уҡ ваҡытта «эскерһеҙ» була алабыҙ?

8 Нейтралитет һаҡларға ярҙам иткән икенсе кәңәш — «йылан һымаҡ аҡыллы һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булы[рға]». (Матфей 10:16, 17-не уҡығыҙ.) Хәүеф-хәтәрҙе алдан абайлап, беҙ «аҡыллы», йәғни һаҡ булғаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Ә ауыр шарттар баҫымы аҫтында имандан баш тартмаһаҡ, беҙ «эскерһеҙ», йәғни саф булып ҡалабыҙ. Әйҙәгеҙ, тыуа алған ҡайһы бер ауыр хәлдәрҙе ҡарап сығайыҡ һәм шул хәлдәрҙә нисек нейтралитет һаҡлап булғанына иғтибар итәйек.

9. Кешеләр менән һөйләшкәндә, беҙ нимәлә һаҡ булырға тейеш?

9 Һөйләшеүҙәр. Берәйһе менән һөйләшкәндә сәйәси һорауҙар күтәрелһә, беҙгә «аҡыллы» булырға кәрәк. Мәҫәлән, Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙе вәғәзләгәндә, берәй сәйәсмәндең йә партияның эштәрен маҡтауҙан йә тәнҡитләүҙән һаҡланығыҙ. Берәй проблеманың ниндәй ҙә булһа сәйәси сиселешенә түгел, ә проблеманың үҙенә иғтибар итеп, өй хужаһы менән уртаҡ нигеҙ табырға тырышығыҙ. Шунан Изге Яҙманан Алла Батшалығы нисек шул проблеманы тулыһынса һәм мәңгегә хәл итәсәген күрһәтегеҙ. Әгәр бер енесле кешеләрҙең никахы һәм аборт кеүек бәхәсле темаларға ҡағылышлы һүҙ сыҡһа, Алланың нормаларын яҡлағыҙ һәм үҙегеҙҙең нисек улар буйынса йәшәргә тырышыуығыҙҙы аңлатығыҙ. Шул темалар хаҡында әңгәмәләшкән ваҡытта сәйәси йәһәттән тулыһынса нейтраль булып ҡалығыҙ. Ниндәй закондар ҡабул ителергә йә ғәмәлдән сығарылырға, ә ниндәйҙәре үҙгәртелергә тейешлегенә килгәндә, беҙ бер яҡты ла яҡламайбыҙ һәм башҡаларға үҙ ҡарашыбыҙҙы көсләп таҡмайбыҙ.

10. Берәй мәғлүмәт ҡарағанда йә уҡығанда нейтраль булып ҡалыр өсөн нимә эшләргә?

10 Киң мәғлүмәт саралары. Яңылыҡтарҙа мәғлүмәттәр йыш ҡына боҙоп һәм бер яҡлы итеп күрһәтелә. Ҡайһы берҙә киң мәғлүмәт саралары сәйәсәттә ҡорал булып хеҙмәт итә. Киң мәғлүмәт саралары дәүләт контроле аҫтында булған илдәрҙә яңылыҡтар тапшырыуҙары бөтөнләй объектив булмаҫҡа мөмкин. Мәсихселәргә, хатта ирекле тип аталған илдәрҙә йәшәһәләр ҙә, комментаторҙың ҡарашын үҙләштереүҙән һаҡ булырға кәрәк. Үҙегеҙгә бындай һорау бирегеҙ: «Тапшырыуҙы алып барыусының сәйәси ҡараштары күңелемә хуш килгәнгә, миңә уны тыңлау оҡшаймы?» Улайһа, һеҙ теүәлерәк мәғлүмәт сығанағын эҙләп ҡарай алаһығыҙ. Һәр хәлдә, сәйәси һорауҙарҙы яҡтыртҡан сығанаҡтарҙан мәғлүмәт алыуҙы сикләү һәм ишеткәндәрегеҙ Изге Яҙмалағы «хаҡ тәғлимәт[кә]» тура киләме, юҡмы икәнен тикшереү аҡыллы булыр ине (2 Тим. 1:13).

11. Мөлкәт күңелебеҙҙә мөһим урын биләп торһа, ни өсөн нейтралитет һаҡлауы ауыр булыуы ихтимал?

11 Материализм. Күңелебеҙ мөлкәткә бәйләнгән булһа, һынауҙарҙа нейтралитет һаҡламайынса иманыбыҙға хыянат итеүебеҙ ихтимал. Малавиҙа йәшәгән Рут исемле апай-ҡәрҙәш 1970-се йылдарҙа эҙәрләүҙәргә дусар булған бер нисә Йәһүә Шаһитының шулай эш иткәнен күргән. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Уларға уңайлы тормоштарын ҡалдырып китеүе ауыр ине. Ҡайһы берәүҙәр, тәүҙә беҙҙең менән илдән ҡасып китһәләр ҙә, һуңыраҡ, сәйәси партияға ҡушылып, өйҙәренә ҡайттылар, сөнки ҡасаҡтар лагерындағы ауырлыҡтарға түҙергә теләмәнеләр». Уларҙан айырмалы булараҡ, Алла хеҙмәтселәренең күпселеге, матди ауырлыҡтар йә хатта бөтә мал-мөлкәтен юғалтыуға ҡарамаҫтан, нейтралитет һаҡлай алған (Евр. 10:34).

12, 13. а) Йәһүә кешеләр тураһында нимә уйлай? б) Илебеҙ менән сиктән тыш ғорурлана башламағанбыҙмы икәнен нисек белергә?

12 Урынһыҙ ғорурлыҡ. Кешеләр йыш ҡына үҙ милләтен, ҡәбиләһен, мәҙәниәтен, ҡалаһын йә халҡын сиктән тыш маҡтай. Әммә, белеүебеҙсә, ундай урынһыҙ ғорурлыҡ Йәһүәнең хөкүмәттәргә һәм кешелеккә ҡарашына ҡаршы килә. Әлбиттә, Алла беҙҙән үҙ сығышыбыҙ һәм мәҙәниәтебеҙҙе онотоуҙы талап итмәй. Ысынбарлыҡта милләт айырмалыҡтары кешелек ғаиләһенең иҫ китмәле төрлөлөгөн һүрәтләй. Шулай ҙа Алла күҙендә бөтә кешеләр бер тигеҙ икәнен иҫтә тотайыҡ (Рим. 10:12).

13 Тыуып үҫкән еребеҙ менән сиктән тыш ғорурланыу милләтселектең нигеҙе булып тора, был һыҙат имандан баш тартыуға беренсе аҙым булырға мөмкин. Мәсихселәргә лә шундай ғорурлыҡ йоғоуы бар. Мәҫәлән, беренсе быуатта хатта ҡайһы бер мәсихселәр икенсе милләттән булған ҡәрҙәштәре менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә иткән (Ғәм. 6:1). Урынһыҙ ғорурлыҡ беҙҙең йөрәктә лә тамыр йәймәгәнме икәнен нисек белергә? Әйтәйек, икенсе илдән килгән берәй ағай йә апай-ҡәрҙәш һеҙгә кәңәш бирә, ти. Беҙ быны үҙебеҙ ҙә беләбеҙ тип уйлап, кәңәште шунда уҡ кире ҡағырһығыҙмы? Бының урынына, бөтәбеҙгә лә «күндәм булып, башҡаларҙы өҫтөн күрегеҙ» тигән кәңәш буйынса эш итергә кәрәк (Флп. 2:3).

ЙӘҺҮӘНӘН ЯРҘАМ ЭҘЛӘГЕҘ

14. Доға беҙгә нисек ярҙам итә ала, һәм Изге Яҙмалағы ниндәй миҫал быны раҫлай?

14 Нейтралитет һаҡларға ярҙам иткән өсөнсө кәңәш — Йәһүәнән ярҙам эҙләргә. Түҙемле һәм тотанаҡлы булыр өсөн, доға ҡылып Алланан изге рух һорағыҙ. Бындай сифаттар беҙгә бигерәк тә хөкүмәт коррупцияға бирелгән һәм ғәҙелһеҙ эш иткән осраҡта кәрәк. Шулай уҡ Йәһүәнән зирәклек һорағыҙ. Зирәклек, нейтралитет боҙорға этәрә алған хәлдәрҙе алдан күреп, уларҙы кисереп сығырға ярҙам итәсәк (Яҡ. 1:5). Әгәр һеҙ төрмәлә ултыраһығыҙ йәки Аллаға тоғролоҡ һаҡлаған өсөн тағы берәй нисек ғазап сигәһегеҙ икән, иманығыҙҙы ҡыйыулыҡ менән яҡларға һәм һәр төрлө һынауҙарҙы сыҙамлы үткәрергә көс һорап доға ҡылығыҙ. (Ғәмәлдәр 4:27—31-ҙе уҡығыҙ.)

15. Изге Яҙма беҙгә нисек нейтралитет һаҡларға ярҙам итә ала? («Алла Һүҙе уларға ышаныуҙарында ныҡ торорға ярҙам иткән» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

15 Йәһүә беҙҙе үҙенең Һүҙе аша нығыта ала. Һынауҙар ваҡытында нейтралитет һаҡларға ярҙам итәсәк шиғырҙар өҫтөнән уйланығыҙ. Уларҙы инде хәҙер ятлап алығыҙ, шул саҡта, һуңыраҡ Изге Яҙмаһыҙ ҡалһағыҙ, улар һеҙҙе нығытып торор. Алланың Һүҙе шулай уҡ киләсәктәге Батшалыҡ фатихаларына өмөтөгөҙҙө яңыртып ебәрә ала. Әгәр эҙәрләүҙәрҙә сыҙам булып ҡалырға теләһәк, ундай өмөт үтә лә кәрәк (Рим. 8:25). Үҙең зарығып көткән фатихаларҙы һүрәтләгән шиғырҙарҙы һайлап ал да, ожмахта шул фатихаларға кинәнеүеңде күҙ алдыңа килтер.

ТОҒРО БУЛЫП ҠАЛҒАНДАРҘАН ҮРНӘК АЛЫҒЫҘ

16, 17. Алланың нейтралитет һаҡлаған тоғро хеҙмәтселәренән нимәгә өйрәнә алабыҙ? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

16 Нейтралитет һаҡларға ярҙам иткән дүртенсе кәңәш — Йәһүәгә тоғро булып ҡалғандарҙан үрнәк алырға. Улар күрһәткән өлгө беҙгә сыҙам булыр өсөн зирәклек һәм көс өҫтәр. Мәҫәлән, Сидрах, Мисах һәм Әбдинәх Бабил дәүләтен символлаштырған ботҡа табыныуҙан баш тартҡан. (Данил 3:16—18-ҙе уҡығыҙ *.) Уларҙың тәүәккәл булыуы хаҡында уҡыу бөгөнгө Йәһүә Шаһиттарына дәүләт флагына честь бирмәҫкә ҡыйыулыҡ өҫтәй. Шулай уҡ Ғайса ла донъяның сәйәси һәм ижтимағи конфликтарында бөтөнләй ҡатнашмаған. Ул үҙенең үрнәге башҡаларға яҡшы йоғонто яһай алғанын белгән, шуға күрә шәкерттәренә былай тигән: «Ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем!» (Яхъя 16:33)

17 Хәҙерге ваҡытта ла күп Йәһүә Шаһиттары бер нәмәгә ҡарамаҫтан нейтралитет һаҡлай. Ҡайһы берәүҙәр үҙ иманы өсөн төрмәлә ултыра һәм мәрхәмәтһеҙ мөғәмәләгә йә хатта үлемгә дусар була. Уларҙың миҫалдары, Төркиәлә йәшәүсе Барешҡа ярҙам иткән һымаҡ, һеҙгә лә ярҙам итә ала. Ул былай тигән: «Франц Райтер исемле йәш ағай-ҡәрҙәш Гитлер армияһына ҡушылыуҙан баш тартҡаны өсөн язалап үлтерелгән булған. Үлеренә бер көн ҡалғас әсәһенә яҙған хатында уның ғәжәп иманы һәм Йәһүәгә таянысы сағыла. Оҡшаш һынауҙар менән осрашҡанда, мин уның иманын өлгө итеп алырға теләйем» [2].

18, 19. а) Йыйылыштағы ҡәрҙәштәр һеҙгә нейтралитет һаҡларға нисек ярҙам итә ала? б) Һеҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә йыйынаһығыҙ?

18 Шулай уҡ йыйылыштағы ҡәрҙәштәр беҙгә ҙур ярҙам күрһәтә ала. Өлкәндәргә нейтралитет менән бәйле һынауҙарығыҙ хаҡында һөйләгеҙ һәм уларҙан Изге Яҙмаға нигеҙләнгән төплө кәңәш һорағыҙ. Йыйылыштағы ҡәрҙәштәр, ауырлыҡтарығыҙ тураһында белһә, һеҙгә көс-дәрт өҫтәй алыр. Уларҙан үҙегеҙ өсөн доға ҡылыуҙарын һорағыҙ. Әлбиттә, ҡәрҙәштәрҙең беҙгә таяныс булыуҙарын һәм беҙҙең өсөн доға ҡылыуҙарын теләһәк, беҙ үҙебеҙ ҙә шуны уҡ эшләргә тейеш (Мат. 7:12). Сайтыбыҙҙағы «Үҙ илдәрендә имандары өсөн төрмәгә ултыртылған Йәһүә Шаһиттары» тип аталған мәҡәлә (урыҫ) һеҙгә доғала конкретыраҡ булырға ярҙам итер. Был мәҡәләне НОВОСТИ > ЮРИДИЧЕСКАЯ СИТУАЦИЯ тигән һалынмала табып була. Унда әлеге ваҡытта имандары өсөн төрмәлә ултырған Йәһүә Шаһиттарының исемлеген табырһығыҙ. Ҡайһы бер исемдәрҙе һайлап алығыҙ ҙа Йәһүәнән уларға тоғро булып ҡалыр өсөн ҡыйыулыҡ һәм көс биреүен һорап доға ҡылығыҙ (Ефес. 6:19, 20).

19 Кешелек хөкүмәттәре, үҙ ахырына яҡынлашҡан һайын, беҙҙең Йәһүәгә һәм уның Батшалығына тоғро ҡалыуыбыҙға ҡарата түҙемһеҙерәк була барһа, был беҙҙе ғәжәпләндермәҫ. Шуның өсөн, әйҙәгеҙ, инде хәҙер был тарҡау донъяла нейтралитет һаҡлау өсөн тәүәккәл булайыҡ!

[Төшөрмәләр]

^ 5 абз. Зәбур 2:2: «Ерҙәге батшалар Йәһүәгә һәм уның майланғанына ҡаршы күтәрелә, һәм идарасылар, берҙәй булып, уларға ҡаршы йыйыла».

^ 5 абз. Зәбур 2:7—9: «Мин Йәһүәнең ҡарарын иғлан итермен. Ул миңә былай тине: „Һин — минең улым, бөгөн мин һиңә ата булдым. Минән һора, һәм мин һиңә мираҫ итеп халыҡтарҙы, милек итеп бөтөн ерҙе бирермен. Һин уларҙы тимер скипетр менән тар-мар итерһең, сүлмәк һауытты ватҡандай селпәрәмә килтерерһең“».

^ 16 абз. Данил 3:16—18: «Сидрах, Мисах һәм Әбдинәх батшаға былай тине: „Эй Набуҡаднизар батша, беҙ быға яуап биреүҙе кәрәк тип тапмайбыҙ. Әгәр шулай була ҡалһа, беҙ хеҙмәт иткән Аллабыҙ беҙҙе ялҡынлы мейестән дә, һинең ҡулыңдан да ҡотҡара ала, эй батша. Хатта ҡотҡармаһа ла, һиңә, батша, шул билдәле булһын: беҙ һинең илаһтарыңа хеҙмәт итмәйәсәкбеҙ һәм һин ҡуйған алтын һынға табынмаясаҡбыҙ“».

^ [1] (1-се абзац) Ғайса көндәрендә ҡайсар иң юғары дәрәжәле хаким булған. Ҡайсар тураһында әйткәндә, Ғайса хөкүмәтте, йәғни дәүләтте күҙ уңында тотҡан.

^ [2] (17-се абзац) «Йәһүә Шаһиттары — Алла Батшалығының вәғәзселәре» тигән китаптың (урыҫ) 662 б., һәм «Алла Батшалығы идара итә!» тигән китаптың (тат.) 150 б. рамканы ҡарағыҙ.