Тоғро булыу Алланың хуплауына килтерә
«Иман һәм түҙемлек аша үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде мираҫ итеп алыусылар өлгөһөнә эйәрегеҙ» (ЕВР. 6:12).
ЙЫРҘАР: 3, 54
1, 2. Ифтах һәм уның ҡыҙы ниндәй ауырлыҡҡа юлыҡҡан?
НИҺАЙӘТ борсолоп көткән ваҡыт үтеп китте. Атаһының һуғыштан иҫ китерҙәй еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуын күреп, ҡыҙ шатланып уның ҡаршыһына йүгерә. Ләкин, ҡыҙының йырлап-бейеүенә ҡушылыу урынына, атай кеше үҙенең һуғыш кейемен йыртып: «Эй ҡыҙым! Һин йөрәгемде селпәрәмә килтерҙең», — тип ҡысҡырып ебәрә. Уның шунан һуң әйткән һүҙҙәре ҡыҙының тормошон бөтөнләйгә үҙгәртә, ғаилә бәхетенә өмөттәрен һәм хыялдарын емерә. Әммә ҡыҙы, бер ҙә шикләнмәйенсә, атаһын Йәһүәгә биргән вәғәҙәһе буйынса эш итергә дәртләндерә. Яуабынан уның иманы бик көслө булыуы күренә. Был ҡыҙ Йәһүәнең, нимә генә һораһа ла, үҙенә иң яҡшыһын ғына теләгәнен белә (Хөк. 11:34—37). Атаһының күңеле шатлыҡлы ғорурлыҡ менән тула, сөнки ҡыҙҙың буйһонорға әҙер булыуы Йәһүәнең күңеленә хуш килә.
2 Ифтах һәм уның ҡыҙы Йәһүәгә тулыһынса таянған. Улар Алла юлдарынан барыу, ҡайһы саҡ был хатта ауыр булғанда ла, үҙҙәренә файҙа ғына килтереүенә һис тә шикләнмәгән. Улар Алланың
хуплауын алыр өсөн һәр төрлө ҡорбандарға барырға була икәнен аңлаған.3. Ни өсөн Ифтах менән уның ҡыҙының үрнәге беҙҙең өсөн файҙалы?
3 Беҙ беләбеҙ: Йәһүәгә һәр ваҡыт тоғро булып ҡалыу еңел түгел. Инжилдә әйтелгәнсә, беҙгә «иманды яҡлап алып» ҡалыр өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға кәрәк (Йәһ. 3). Был кәңәш буйынса эш итер өсөн, әйҙәгеҙ, Ифтах менән уның ҡыҙы ниндәй ауырлыҡтарға осрағанын һәм уларҙы нисек уңышлы еңеп сыҡҡанын ҡарап сығайыҡ. Улар нисек Йәһүәгә тоғро булып ҡалған?
ДОНЪЯНЫҢ ТӘЬҪИРЕНӘ ҠАРАМАҪТАН, ТОҒРО БУЛЫП ҠАЛЫУ
4, 5. а) Израилдәр Вәғәҙә ителгән ергә ингән саҡта, Йәһүә уларға нимә эшләргә ҡушҡан? б) Зәбур китабының 106-сы мәҙхиәһендә әйтелгәнсә, израилдәрҙең Аллаға тыңламаусанлығы ниндәй һөҙөмтәләргә килтергән?
4 Ифтах менән уның ҡыҙы Йәһүәгә ҡарата тоғролоҡһоҙ булыу ниндәй һәләкәтле эҙемтәләргә килтергәнен көн һайын күргән. Яҡынса 300 йыл элек Йәһүә уларҙың ата-бабаларына Вәғәҙә ителгән ерҙә йәшәгән бөтә мәжүси халыҡтарҙы ҡырып бөтөрөргә ҡушҡан (Ҡан. 7:1—4). Әммә израилдәр Аллаға буйһонмаған. Һөҙөмтәлә уларҙың күбеһе, ҡынаандарға хас боҙоҡ йәшәү рәүешен үҙләштереп, боттарға табыныу һәм әхлаҡһыҙлыҡ тоҙағына эләккән. (Зәбур 106:34—39-ҙы уҡығыҙ *.)
5 Тоғролоҡһоҙлоҡ арҡаһында улар, Йәһүәнең хуплауын юғалтып, уның яҡлауынан мәхрүм ҡалған (Хак. 2:1—3, 11—15; Зәб. 106:40—43). Был йылдар дауамында Йәһүәне тәрән хөрмәт иткән ғаиләләргә тоғролоҡ һаҡлауы ни тиклем ауыр булғандыр! Шулай ҙа, Изге Яҙманан күренгәнсә, Ифтах менән уның ҡыҙы, шулай уҡ Илкана, Һанна һәм Ишмуил кеүек тоғро кешеләр Алланың хуплауын юғалтмаҫ өсөн бар көстәрен һалған (1 Иш. 1:20—28; 2:26).
6. Бөгөнгө донъяла ниндәй фекер йөрөтөү һәм тәртип таралған, шунлыҡтан беҙ нимә эшләргә тейеш?
6 Беҙ боронғо ҡынаандар кеүек фекер йөрөткән һәм улар кеүек эш иткән кешеләр араһында йәшәйбеҙ. Уларҙың тормошо енси яҡынлыҡ ҡылыу, көс ҡулланыу һәм мал-мөлкәт артынан ҡыуыу тирәһендә әйләнә. Боронғо Израиль көндәрендәге кеүек, бөгөн Йәһүә беҙгә насар йоғонтонан һаҡлаған аныҡ киҫәтеүҙәр бирә. Израилдәрҙең хаталарынан ниндәй һабаҡ алып була? (1 Кор. 10:6—11) Беҙ боронғо ҡынаандарҙың фекер йөрөтөүенә хас һәр ҡайһы уй-теләкте алып ташларға тейеш (Рим. 12:2). Тоғролоҡ күрһәтеп, шулай эшләрбеҙме?
ӨМӨТТӘР АҠЛАНМАУҒА ҠАРАМАҪТАН, ТОҒРО БУЛЫП ҠАЛЫУ
7. а) Ифтахтың халҡы уның менән нисек мөғәмәлә иткән? б) Ифтах нисек эш иткән?
7 Ифтах көндәрендә израилдәр үҙҙәренең тыңламаусанлығы арҡаһында филистиҙәр һәм амундар иҙеүе аҫтында ыҙаланып йәшәгән (Хөк. 10:7, 8). Дошман халыҡтарҙан тыш, Ифтахтың үгәй ҡустылары һәм Израиль башлыҡтары ла уның тормошонда ауырлыҡтар тыуҙырған. Көнләшкәнгә һәм нәфрәт иткәнгә, ҡустылары Ифтахты өйҙән ҡыуып сығарған һәм законһыҙ рәүештә уны беренсе тыуған улға бирелергә тейешле мираҫтан мәхрүм иткән (Хөк. 11:1—3). Ифтах уларҙың шәфҡәтһеҙ мөнәсәбәтенә үҙенең күңелен ағыуларға юл ҡуймаған. Халыҡ өлкәндәре ярҙам һорағас, ул үсәп уларҙы кире ҡаҡмаған, ә ярҙамға килгән (Хөк. 11:4—11). Ифтахты рухи кеше кеүек эш итергә нимә этәргән?
8, 9. а) Муса ҡанунындағы ниндәй принциптар, күрәһең, Ифтахҡа ярҙам иткән? б) Ифтах өсөн иң мөһиме нимә булған?
*; Левиттар 19:17, 18-ҙе уҡығыҙ *.)
8 Ифтах батыр һуғышсы ғына түгел, ә шулай уҡ Алла үҙенең халҡы менән нисек эш иткәне хаҡында тәрән уйланған кеше лә булған. Ифтах Израиль халҡының тарихын бик яҡшы белгән, шуға күрә Йәһүә ҡарашында нимә дөрөҫ, ә нимә дөрөҫ түгел икәнен асыҡ аңлаған (Хөк. 11:12—27). Муса ҡануны нигеҙендә ятҡан принциптар Ифтахтың фекер йөрөтөүен һәм күңелен тәрбиәләгән. Ифтах Йәһүәнең асыу тотоуҙы хупламағанын һәм үҙ халҡына бер-береһен яратырға ҡушҡанын белгән. Ҡанун шулай уҡ кешеләрҙе мохтаж булғандарға, хатта үҙҙәрен күрә алмаусыларға ла, ярҙам күрһәтергә өйрәткән. (Сығыш 23:59 Ифтахҡа шулай уҡ Йософтоң үрнәге тәьҫир итә алған. Йософтоң ағалары уны нәфрәт итһәләр ҙә, ул уларға шәфҡәтлелек күрһәткән (Баш. 37:4; 45:4, 5). Шуға оҡшаш миҫалдар хаҡында уйланыу Ифтахҡа, дөрөҫ эш итеү юлын һайлап, Йәһүәнең күңелен табырға ярҙам иткәндер. Ҡустыларының ғәҙелһеҙлеге уның йөрәген әрнетһә лә, Ифтах Йәһүәгә һәм уның халҡына хеҙмәт итеүҙән баш тартмаған (Хөк. 11:9). Уның өсөн Йәһүә исемен яҡлап көрәшеү шәхси ҡаршылыҡтарға ҡарағанда күпкә мөһимерәк булған. Ифтахтың Йәһүәгә тоғро булыуы уның үҙенә лә, башҡаларға ла файҙа килтергән (Евр. 11:32, 33).
10. Бөгөн Изге Яҙмалағы принциптар беҙгә мәсихсе кеүек эш итергә нисек ярҙам итә ала?
10 Ифтахтың үрнәге йөрәгебеҙгә тәьҫир итерме? Бәлки, беҙҙең өмөттәребеҙ аҡланмағандыр, йә берәй ҡәрҙәш беҙҙең менән насар мөғәмәлә иткәндер. Ундай хәлдәр беҙгә йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә, Йәһүәгә хеҙмәт итергә һәм йыйылыш эштәрендә тулыһынса ҡатнашырға ҡамасауларға тейеш түгел. Әйҙәгеҙ, Ифтахтан өлгө алып, Алланың принциптарын ҡулланайыҡ. Был беҙгә кире хистәрҙе еңергә һәм тәртибебеҙ менән башҡаларға яҡшы өлгө күрһәтергә ярҙам итер (Рим. 12:20, 21; Кол. 3:13).
ҠОРБАНДАРҒА ӘҘЕР БУЛЫУ ИМАНЫБЫҘҘЫ КҮРҺӘТӘ
11, 12. Ифтах ниндәй вәғәҙә биргән, һәм был вәғәҙә нимәне үҙ эсенә алған?
11 Ифтах Алла ярҙамынан тыш Израиль халҡын амундарҙан азат итә алмаясағын аңлаған. Ул Йәһүәгә, еңеү бирһәң, һуғыштан ҡайтҡанда йортомдан мине ҡаршы алырға сыҡҡан беренсе кешене һиңә «яндырыу ҡорбаны» итеп килтерәм, тип вәғәҙә биргән (Хөк. 11:30, 31). Ифтах нимәне күҙ уңында тотҡан?
12 Кешеләрҙе ҡорбанға килтереү Йәһүә өсөн ерәнгес. Шуға күрә Ифтахтың кешене ҡорбанға килтерергә йыйынмағаны ап-асыҡ (Ҡан. 18:9, 10). Муса ҡануны буйынса, яндырыу ҡорбаны итеп килтерелгән хайуан тотош яндырылырға тейеш булған. Ифтах та, күрәһең, шул кешене Йәһүәгә хеҙмәт итеүгә тулыһынса бағышлаясағы хаҡында әйткән. Был вәғәҙә буйынса, кеше ғүмере буйы изге сатырҙа хеҙмәт итергә тейеш булған. Йәһүә, Ифтахтың шарттарын ҡабул итеп, уны бөйөк еңеү менән фатихалаған. Ифтах, дошмандарын тар-мар итеп, уларҙы буйһондорған (Хөк. 11:32, 33). Әммә «яндырыу ҡорбаны» итеп биреләсәк кеше кем булыр?
13, 14. Хөкөмсөләр 11:35-тән Ифтахтың иманы хаҡында нимә беләбеҙ?
13 Әйҙәгеҙ, мәҡәләнең башында тасуирланған ваҡиғаны иҫкә төшөрәйек. Һуғыштан ҡайтҡас, Ифтахты ҡаршы алырға яратҡан ҡыҙы — берҙән-бер балаһы сыҡҡан! Ифтах
вәғәҙәһенә тоғро ҡалырмы? Һүҙендә тороп, ҡыҙын ғүмере буйына изге сатырҙа хеҙмәт итеүгә тапшырырмы?14 Был осраҡта ла Алла Һүҙендәге принциптар Ифтахҡа дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ярҙам иткән. Бәлки, ул Сығыш 23:19-ҙа әйтелгән һүҙҙәрҙе иҫенә төшөргәндер. Унда, Алла халҡы үҙендә булғандың иң яҡшыһын Йәһүәгә теләп бирергә тейеш, тип яҙылған. Ҡанунда шулай уҡ, ант биргән кеше мотлаҡ һүҙендә торорға тейеш, тип әйтелгән. Һандар 30:2-лә былай тиелгән: «Әгәр берәй ир кеше Йәһүәгә нәҙер әйтһә... ул һүҙен тоторға тейеш. Ул нимә эшләргә нәҙер әйткән, шуны эшләһен». Ифтах, күрәһең замандашы Һанна кеүек, анты үҙенең һәм ҡыҙының киләсәген үҙгәртәсәк икәнен аңлаһа ла, антын үтәргә тейешлеген белгән. Ифтахтың башҡа балалары булмаған, шунлыҡтан ҡыҙы ғына уның нәҫелен дауам иттереүсе вариҫ тыуҙыра алған, был вариҫ Ифтахтың исемен һәм мираҫын һаҡлап ҡала алыр ине (Хөк. 11:34). Шуға ла ҡарамаҫтан, Хөкөмсөләр 11:35-тә яҙылғанса, Ифтах бындай һүҙҙәр әйткән: «Мин бит Йәһүәгә вәғәҙә бирҙем һәм уны боҙа алмайым». Бик ҙур ҡорбанға барырға тура килһә лә, Ифтах, тоғро булып ҡалып, Йәһүәнең хуплауына һәм фатихаларына ирешкән. Ифтах урынында булһағыҙ, һеҙ шундай уҡ ҡарар ҡабул итер инегеҙме?
15. Күбебеҙ ниндәй ант биргән, һәм беҙ нисек тоғролоҡ күрһәтә алабыҙ?
15 Ғүмеребеҙҙе Йәһүәгә бағышлап, беҙ бер һүҙһеҙ уның ихтыярын үтәргә ант иттек. Был вәғәҙә буйынса йәшәү фиҙаҡәрлек талап итәсәген беҙ белә инек. Әммә беҙгә оҡшап етмәгән берәй эш башҡарыуыбыҙҙы һораһалар, тоғролоғобоҙ һыналырға мөмкин. Шундай ҡорбандарға барһаҡ һәм кәрәк саҡтарҙа уңайлы шарттарҙан баш тартып Аллаға хеҙмәт итһәк, тоғро булыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Ҡайһы бер ҡорбандар еңел бирелмәҫкә мөмкин, ләкин фатихаларыбыҙ һәр төрлө ҡорбанды ҡаплай (Мал. 3:10). Ә Ифтахтың ҡыҙы тураһында нимә әйтеп була?
16. Ифтахтың ҡыҙы атаһының вәғәҙәһенә нисек ҡараған? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)
16 Ифтахтың ҡыҙына атаһы биргән анттың эҙемтәләрен ҡабул итеү еңел булмағандыр. Был ант Һаннаның антынан айырылып торған, ул улы Ишмуилды нәҙир булып изге
сатырҙа хеҙмәт итеүгә бағышларға вәғәҙә иткән (1 Иш. 1:11). Нәҙир, өйләнеп, ғаилә ҡора алған. Әммә Ифтахтың ҡыҙы, тотош килтерелгән «яндырыу ҡорбаны» булараҡ, ундай шатлыҡтарҙан баш тартырға тейеш булған (Хөк. 11:37—40). Ғәйрәтле башлыҡтың һәм Израиль етәксеһенең ҡыҙы булғанға, ул иң яҡшы кешегә кейәүгә сыға алыр ине. Ләкин хәҙер ул баҫалҡы ғына итеп изге сатырҙа хеҙмәт итергә тейеш булған. Йәш ҡыҙ быға нисек ҡараған? Ул былай тигән: «Атайым, һин Йәһүәгә вәғәҙә биргәнһең икән, минең менән вәғәҙәң буйынса эш ит» (Хөк. 11:36). Был һүҙҙәр менән Ифтахтың ҡыҙы Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе тормошонда беренсе урынға ҡуйғанын күрһәткән. Хаҡ ғибәҙәт ҡылыуға булышлыҡ итер өсөн, ул үҙенең тәбиғи теләктәрен, атап әйткәндә, кейәүгә сығыу һәм балалар табыу теләген ҡорбан иткән. Беҙ уның фиҙаҡәрлек рухынан нисек өлгө ала алабыҙ?17. а) Беҙ Ифтах һәм уның ҡыҙының иманынан нисек өлгө ала алабыҙ? б) Еврейҙарға 6:10—12-лә яҙылған һүҙҙәр нисек беҙҙе фиҙаҡәрлек рухы күрһәтергә дәртләндерә?
17 Бөгөн меңләгән йәш мәсихсе бар көсөнә Йәһүәгә хеҙмәт итергә теләй. Шул сәбәптән улар, бер ни тиклем ваҡытҡа ғына булһа ла, ғаилә ҡороуҙан һәм бала табыуҙан баш тарта. Теократик төҙөү проекттарында ҡатнашыр өсөн йәки, Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбендә уҡып сығып, вәғәзселәргә ҙур ихтыяж булған ерҙәргә күсенер өсөн, ҡайһы бер ололар ҙа балалары йә ейәндәре менән үткәрә алған ваҡытты ҡорбан итә. Башҡалар иһә Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһе үткән осорҙа булған кампанияларҙа ҡатнашыр өсөн шәхси эштәрен бер аҙға ҡалдырып тора. Был ҡәрҙәштәрҙең шундай эскерһеҙ хеҙмәте Йәһүәгә ҙур шатлыҡ килтерә. Ул хеҙмәтселәренең эштәрен һәм уға күрһәткән мөхәббәттәрен бер ҡасан да онотмаясаҡ. (Еврейҙарға 6:10—12-не уҡығыҙ.) Ә һеҙ, Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итер өсөн, өҫтәмә ҡорбандарға бара алаһығыҙмы?
БЕҘҘЕҢ ӨСӨН ҺАБАҠТАР
18, 19. Ифтах менән уның ҡыҙы хаҡындағы хәбәрҙән нимәгә өйрәнеп була, һәм беҙ уларҙан нисек өлгө ала алабыҙ?
18 Тормошо ауырлыҡтар менән тулы булһа ла, ҡарарҙар ҡабул иткәндә Ифтах Йәһүәнең ҡарашына таянып эш иткән. Ул донъяның тәьҫиренә ҡаршы торған. Башҡалар арҡаһында өмөттәре аҡланмаһа ла, уның тоғро булып ҡалырға теләге һүрелмәгән. Йәһүә Ифтахты һәм уның ҡыҙын ҡорбандары өсөн фатихалаған һәм икеһен дә хаҡ ғибәҙәт ҡылыуға булышлыҡ итер өсөн ҡулланған. Башҡалар Алланың ҡанундарын кире ҡаҡһа ла, Ифтах һәм уның ҡыҙы, киреһенсә, уларға ныҡ итеп тотонған.
19 Изге Яҙма беҙҙе «иман һәм түҙемлек аша үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде мираҫ итеп алыусылар өлгөһөнә» эйәрергә дәртләндерә (Евр. 6:12). Ифтах һәм уның ҡыҙының өлгөһө беҙҙе бындай үҙгәрмәй торған хәҡиҡәт буйынса йәшәргә өйрәтә: тоғро булыу Алланың хуплауына килтерә.
[Төшөрмәләр]
^ 4 абз. Зәбур 106:34—39: «Йәһүә бойорһа ла, улар халыҡтарҙы ҡырып бөтөрмәгән, ә халыҡтар менән ҡушылып китеп, уларҙың юлдарын үҙләштергән. Уларҙың боттарына табынған, һәм был улар өсөн тоҙаҡ булып киткән. Улар үҙ улдарын һәм ҡыҙҙарын ендәргә ҡорбан итеп килтергән. Улар ғәйепһеҙ кеше ҡанын — Ҡынаан боттарына ҡорбан килтергән улдарының һәм ҡыҙҙарының ҡанын түккән, һәм ер йөҙө ҡан ҡойоуҙан нәжесләнгән. Улар үҙ ғәмәлдәре арҡаһында нәжес булып киткән, эштәре менән уға хыянат иткән».
^ 8 абз. Сығыш 23:5: «Әгәр үҙегеҙҙе күрә алмаған кешенең ишәге йөк ауырлығынан йығылғанын күрһәгеҙ, күрмәмешкә һалышып, уны ҡалдырып китмәгеҙ. Уға ишәктәге йөктө бушатырға ярҙам итегеҙ».
^ 8 абз. Левиттар 19:17, 18: «Күңелеңдә ҡәрҙәшеңә ҡарата нәфрәт һаҡлама. Яҡының менән бергә гонаһта ғәйепле булмаҫ өсөн, уны фаш ит. Үс алма һәм үҙ халҡың улдарына асыу тотма, яҡыныңды үҙеңде яратҡандай ярат. Мин — Йәһүә».