Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Хеҙмәтең ысыҡҡа оҡшашмы?

Хеҙмәтең ысыҡҡа оҡшашмы?

БЕҘҘЕҢ хеҙмәтебеҙ бик мөһим һәм ҡәҙерле, әммә вәғәздә осраған һәр кеше улай уйламай. Кеше, хатта Изге Яҙмалағы хәбәр менән ҡыҙыҡһынһа ла, Алла Һүҙен беҙҙең менән өйрәнеүҙә мохтажлыҡ күрмәҫкә мөмкин.

Гевин исемле бер кеше осрағында шулай булған. Ул, йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй башлаһа ла, Изге Яҙманы өйрәнеүҙән йомшаҡ ҡына баш тартҡан. Ул былай ти: «Минең Изге Яҙма буйынса белемем бик әҙ ине, шуға күрә наҙанлығымды күрһәткем килмәне. Мин алданып ҡуйыуҙан һәм үҙемә ниндәйҙер өҫтәмә бурыс алыуҙан ҡурҡа инем». Һин был хаҡта нимә уйлайһың? Гевин өмөтһөҙ кеше булғанмы? Юҡ! Изге Яҙмалағы тәғлимәттәрҙең кешегә ниндәй яҡшы йоғонто яһай алыуына иғтибар итәйек. Йәһүә үҙ халҡына былай тигән: «Һүҙҙәрем ысыҡтай тамыр, сирәмгә тыныс ҡына яуған ямғырҙай... булыр» (Ҡан. 31:19, 30; 32:2). Ысыҡтың үҙенсәлектәре беҙҙең вәғәздә төрлө кешеләргә нисек яҡшыраҡ ярҙам итә алыуыбыҙҙы матур итеп һүрәтләй (1 Тим. 2:3, 4).

ҠАЙҺЫ ЯҠТАРҘАН ХЕҘМӘТ ЫСЫҠҠА ОҠШАШ?

Ысыҡ тыныс ҡына төшә. Ысыҡ аҙ-аҙлап, тамсылап ҡына томандан йыйыла. Йәһүәнең һүҙҙәре «ысыҡтай тамған», икенсе төрлө әйткәндә, ул үҙенең халҡы менән игелекле, тыныс һәм ипле генә итеп һөйләшкән. Кешенең фекерен ихтирам итеп, беҙ Алланан өлгө алабыҙ. Беҙ кешеләрҙең үҙҙәренә, уйланып, һөҙөмтәләр яһарға мөмкинлек бирәбеҙ. Шундай хөрмәт күрһәтһәк, кешеләр һүҙҙәребеҙҙе теләп ҡабул итер, һәм хеҙмәтебеҙ уңышлыраҡ булыр.

Ысыҡ еләҫләндереп көс өҫтәп ебәрә. Кешеләргә нисек яҡшыраҡ ярҙам итеп була икән тип уйланһаҡ, хеҙмәтебеҙ уларҙы еләҫләндерер һәм рухландырыр. Юғарыла иҫкә алынған Гевинды Изге Яҙманы өйрәнергә мәжбүр итмәгәндәр. Киреһенсә, уға вәғәзләгән Крис исемле ағай-ҡәрҙәш, Изге Яҙма буйынса фекер алышҡанда Гевин үҙен иркен хис итһен өсөн нимә эшләй алам, тип уйланған. Крис Гевинға, Изге Яҙманың темаһы бар һәм уны белеү һиңә йыйылыш осрашыуҙарында ишеткәндәреңде яҡшыраҡ аңларға ярҙам итәсәк, тигән. Шунан Крис Изге Яҙманың хаҡлығына уның үҙен нимә инандырыуы тураһында һөйләгән. Был һөйләшеү пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлеүе хаҡындағы бер нисә фекер алышыуға килтергән. Бындай фекер алышыуҙар, Гевинды рухландырып, уға көс өҫтәп ебәргән, һәм ахыр сиктә ул Изге Яҙманы өйрәнә башлаған.

Ысыҡ йәшәү өсөн кәрәк. Израиль ерендә бик эҫе булған, ҡайһы саҡ ҡоролоҡ осоронда айҙар буйы ямғыр яумаған. Ундай осраҡтарҙа, ысыҡ булмаһа, уңыш кибеп юҡҡа сыға. Йәһүә алдан әйткәнсә, хәҙерге ваҡытта кешеләр рухи ҡоролоҡта йәшәй (Амос 8:11). Алла майланған мәсихселәрҙең, Батшалыҡ хәбәрен иғлан итеп, «Йәһүә биргән ысыҡ кеүек» буласағын вәғәҙә иткән. Вәғәз эшендә уларға хеҙмәттәштәре — «бүтән һарыҡтар» ярҙам итә (Миҡ. 5:7; Яхъя 10:16). Беҙ һөйөнөслө хәбәрҙе Йәһүә рухи нәмәләргә һыуһыныбыҙҙы ҡандырыр өсөн биргән сараларҙың бер төрө итеп ҡәҙерләйбеҙме?

Ысыҡ — Йәһүәнең фатихаһы (Ҡан. 33:13). Беҙҙең хеҙмәтебеҙ һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул иткән кешеләр өсөн фатиха булырға мөмкин. Гевин тап шундай фатихаға эйә булған да. Изге Яҙманы өйрәнеп, ул бөтә һорауҙарына яуап алған. Ул рухи яҡтан тиҙ үҫкән һәм һыуға сумдырылған. Хәҙер ул ҡатыны Джойс менән бар көсөн ҡуйып вәғәздә ҡатнаша.

Йәһүә Шаһиттары ерҙе Батшалыҡ хаҡындағы хәбәр менән «һуғара»

ХЕҘМӘТЕҢДЕ ҠӘҘЕРЛӘ

Ысыҡ тураһында уйланыу беҙгә шулай уҡ хеҙмәткә индергән өлөшөбөҙҙө ҡәҙерләргә ярҙам итә. Нисек итеп? Айырым һыу тамсылары күп нәмәгә өлгәшә алмай, ләкин миллионлаған ысыҡ тамсыһы ерҙе һуғара. Шуның шикелле, хеҙмәттә һалған тырышлыҡтарыбыҙ беҙгә бик әһәмиәтһеҙ булып күренергә мөмкин. Әммә Йәһүәнең бөтә хеҙмәтселәренең бергәләп һалған тырышлыҡтары «барса халыҡтар[ға]» шаһитлыҡ биреүгә булышлыҡ итә (Мат. 24:14). Хеҙмәтебеҙ башҡалар өсөн фатиха булырмы? Әгәр вәғәздә кешеләр менән тыныс һәм ипле мөғәмәлә итһәк, һөйләгәндәребеҙ көс өҫтәһә һәм рухи нәмәләргә һыуһынды ҡандырһа, таратҡан хәбәребеҙ ысыҡ кеүек булыр!