Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ни өсөн беҙ ғибәҙәт ҡылыу өсөн бергә йыйылырға тейеш?

Ни өсөн беҙ ғибәҙәт ҡылыу өсөн бергә йыйылырға тейеш?

«Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, ...бергә йыйылыуҙан баш тартмайыҡ» (ЕВР. 10:24, 25).

ЙЫРҘАР: 20, 27

1—3. а) Мәсихселәр бергә йыйылырға ашҡынып тороуҙарын нисек күрһәтәләр? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.) б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

КОРИННАҒА 17 генә йәш булғанда, уның әсәһен, ҡулға алып, совет лагерына ебәргәндәр. Һуңыраҡ уның үҙен дә тыуған өйөнән меңләгән саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Себергә һөргәндәр. Улар менән ҡолдарса мөғәмәлә иткәндәр һәм, йылы кейемдәре булмаһа ла, ҡайһы саҡта тышта ҡаты һыуыҡта эшләткәндәр. Шундай ауыр шарттарға ҡарамаҫтан, Коринна бер апай-ҡәрҙәш менән йыйылыш осрашыуына барырға булған.

2 Коринна былай тип һөйләй: «Кискеһен беҙ эштән сығып киттек тә тимер юл станцияһына тиклем 25 саҡрым барҙыҡ. Поезд төнгө икелә китергә тейеш ине. Поезда алты сәғәт барғандан һуң, 10 саҡрым араны осрашыу үткән урынға тиклем йәйәүләп үттек». Уларҙың тырышлыҡтары бүләкләнгәнме? «Йыйылышта беҙ „Күҙәтеү манараһын өйрәндек һәм Батшалыҡ йырҙарын йырланыҡ. Был беҙҙе бик дәртләндерҙе һәм иманыбыҙҙы нығытты», — ти Коринна. Апай-ҡәрҙәштәр кире эшкә өс көндән һуң ғына ҡайтһалар ҙа, бригадир уларҙың үҙ урынында булмауын абайламаған.

3 Йәһүәнең хеҙмәтселәре бергә йыйылыу мөмкинлеген һәр ваҡыт ҡәҙерләгән. Мәсихселәр йыйылышы ойошторолоу менән, Ғайсаның шәкерттәре Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыр өсөн бергә йыйыла башлаған (Ғәм. 2:42). Һеҙгә лә йыйылыш осрашыуҙарына даими йөрөү оҡшайҙыр, моғайын. Әммә бөтә мәсихселәр ҡыйынлыҡтар менән осраша. Донъяуи эш, тығыҙ график йә көндәлек мәшәҡәттәр арҡаһында хәлдән тайыу сәбәпле, йыйылыштарға йөрөү ауыр булырға мөмкин. Шундай ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан йыйылыш осрашыуҙарына даими йөрөргә беҙҙе нимә дәртләндерә ала? [1] Өйрәнеүселәргә һәм башҡаларға йыйылыш осрашыуҙарының мөһимлеген аңларға нисек ярҙам итеп була? Был мәҡәләлә Аллаға ғибәҙәт ҡылыу өсөн бергә йыйылырға кәрәклеген раҫлаған һигеҙ сәбәп ҡарала. Уларҙы өс төркөмгә бүлеп була: үҙебеҙгә, башҡаларға һәм Йәһүәгә ҡағылышлы сәбәптәр [2].

ҮҘЕБЕҘГӘ НИНДӘЙ ФАЙҘА КИЛТЕРӘ?

4. Осрашыуҙар беҙгә Йәһүәне яҡшыраҡ белергә нисек ярҙам итә?

4 Йыйылыш осрашыуҙарында беҙ рухи белем алабыҙ. Һәр йыйылыш осрашыуы Йәһүә Алланы яҡшыраҡ белергә ярҙам итә. Мәҫәлән, бер нисә йыл элек беҙ йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү осрашыуында «Алла мөхәббәтендә ҡалығыҙ» тигән китапты өйрәнгән инек. Шик тә юҡ, Алланың сифаттарын тикшереү һәм ҡәрҙәштәрҙең эскерһеҙ яуаптары күктәге Атабыҙға ҡарата яратыуыбыҙҙы нығытты. Шулай уҡ телмәрҙәр, сәхнәләштереүҙәр һәм Изге Яҙма уҡыуҙарҙы иғтибар менән тыңлап, беҙ Алла Һүҙе менән яҡшыраҡ танышабыҙ (Ниҡ. 8:8). Һәр аҙна йыйылыш осрашыуҙарына әҙерләнгәндә һәм Изге Яҙманан иғтибарға лайыҡ фекерҙәр ишеткәндә, күпме рухи ынйы табылыуы хаҡында уйлап ҡына ҡарағыҙ!

5. Осрашыуҙар нисек һеҙгә Изге Яҙманан белгәндәрегеҙҙе тормошта ҡулланырға һәм хеҙмәтегеҙҙе яҡшыртырға ярҙам итте?

5 Осрашыуҙарҙа беҙ Изге Яҙмалағы принциптарҙы тормоштоң бөтә өлкәләрендә ҡулланырға өйрәнәбеҙ (1 Фес. 4:9, 10). Өйрәнеү мәҡәләләре Алла халҡының ихтыяждарына яраҡлаштырылып яҙылған. Уларҙы өйрәнеү һеҙҙе маҡсаттарығыҙҙы яңынан ҡарап сығырға, ҡәрҙәшегеҙҙе кисерергә йә доғаларығыҙҙың сифатын яҡшыртырға дәртләндергәне бармы? Аҙна уртаһында үткәрелгән осрашыу беҙгә хеҙмәттә уңышлы булырға ярҙам итә. Унда беҙ һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә һәм Изге Яҙмалағы принциптарҙы башҡаларға оҫтараҡ аңлатырға өйрәнәбеҙ (Мат. 28:19, 20).

6. Осрашыуҙар нисек беҙҙе рухландыра һәм ныҡ булып ҡалырға ярҙам итә?

6 Осрашыуҙар беҙҙе рухландыра. Был донъя төҙөлөшө беҙҙе рухи һәм эмоциональ яҡтан ҡаҡшатырға тырыша. Йыйылыш осрашыуҙары иһә беҙҙе рухландыра һәм нығыта. (Ғәмәлдәр 15:30—32-не уҡығыҙ.) Күп осрашыуҙарҙа Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлеше ҡарала. Был беҙҙе Йәһүәнең киләсәккә ҡағылышлы вәғәҙәләре үтәләсәгенә тағы ла нығыраҡ инандыра. Әлбиттә, беҙҙе, сәхнәнән яңғыраған һүҙҙәрҙән тыш, шулай уҡ имандаштарҙың яуаптары һәм ысын күңелдән йырлауҙары ла рухландыра (1 Кор. 14:26). Йыйылыш алдынан һәм унан һуң ҡәрҙәштәр менән аралашыу беҙҙе яҡынлаштыра һәм рухыбыҙҙы тынысландыра (1 Кор. 16:17, 18).

7. Ни өсөн йыйылыш осрашыуҙарында булыу шул тиклем мөһим?

7 Осрашыуҙарҙа беҙгә изге рух тәьҫир итә. Данлы Ғайса Мәсих: «Рухтың берҙәмлектәргә [йыйылыштарға] әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен», — тигән (Асыл. 2:7). Эйе, Ғайса мәсихселәр йыйылышы менән изге рух ярҙамында етәкселек итә. Ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн, ҡыйыу һәм оҫта итеп вәғәзләр өсөн, шулай уҡ аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итер өсөн, беҙгә изге рух кәрәк. Шуға күрә беҙ, изге рух алыр өсөн, рухи яҡтан нығытҡан һәр саранан файҙаланырға, шул иҫәптән һәр йыйылыш осрашыуына йөрөргә тырышабыҙ.

БАШҠАЛАРҒА НИСЕК ТӘЬҪИР ИТӘ?

8. Йыйылыш осрашыуҙарына йөрөүебеҙ, унда биргән яуаптарыбыҙ һәм йырлауыбыҙ ҡәрҙәштәргә ниндәй файҙа килтерә? («Йыйылыштан һуң ул үҙен гел яҡшыраҡ тоя» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)

8 Йыйылыш осрашыуҙары — ҡәрҙәштәребеҙгә яратыу күрһәтер өсөн яҡшы мөмкинлек. Йыйылыштағы ҡәрҙәштәрҙең ниндәй ауырлыҡтар кисереүе хаҡында тәрән уйланығыҙ. Илсе Паулдың: «Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ», — тип яҙғаны бер ҙә ғәжәп түгел. Әммә беҙ быны нисек эшләй алабыҙ? Паул былай тип дауам иткән: «Бергә йыйылыуҙан баш тартмайыҡ» (Евр. 10:24, 25). Осрашыуҙарға йөрөп, һеҙ ҡәрҙәштәрҙе ҡәҙерләүегеҙҙе, улар өсөн ваҡыт һәм иғтибар бүлергә әҙер булыуығыҙҙы күрһәтәһегеҙ. Өҫтәүенә, ихлас күңелдән бирелгән яуаптарығыҙ һәм эскерһеҙ йырлауығыҙ имандаштарҙы дәртләндермәй ҡалмай (Кол. 3:16).

9, 10. а) Ғайсаның Яхъя 10:16-ла яҙылған һүҙҙәре нисек беҙгә ҡәрҙәштәр менән бергә йыйылыуҙың мөһимлеген аңларға ярҙам итә? б) Осрашыуҙарға даими йөрөһәк, ғаиләһе кире ҡаҡҡан ҡәрҙәшкә нисек ярҙам итә алабыҙ?

9 Осрашыуҙар беҙҙе имандаштар менән берләштерә. (Яхъя 10:16-ны уҡығыҙ.) Ғайса үҙен — көтөүсе менән, ә шәкерттәрен һарыҡ көтөүе менән сағыштырған. Әйтәйек, ике һарыҡ — ҡалҡыулыҡта, тағы икеһе — үҙәндә, ә береһе башҡа ерҙә утлап йөрөй, ти. Был биш һарыҡты көтөү тип атап буламы? Юҡ, сөнки һарыҡтар, ғәҙәттә, бер көтөү булып бергә йөрөй, һәм көтөүсе улар хаҡында ҡайғырта. Шуның шикелле, беҙ ҙә, белә тороп ҡәрҙәштәрҙән ситләшһәк, Көтөүсебеҙ артынан бара алмайбыҙ. Бер көтөүсенең бер көтөүендә булыр өсөн, беҙгә башҡа мәсихселәр менән бергә йыйылырға кәрәк.

10 Осрашыуҙарға йөрөп, беҙ ҡәрҙәшлектең берҙәмлегенә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ (Зәб. 133:1). Ҡайһы бер имандаштарҙан ата-әсәләре һәм бер туғандары ваз кискән. Әммә Ғайса уларға ҡайғыртыусан рухи ғаилә бирергә вәғәҙә иткән (Марк 10:29, 30). Осрашыуҙарға даими йөрөһәгеҙ, һеҙ ундай ҡәрҙәштәрҙең береһе өсөн, образлы итеп әйткәндә, атай, әсәй, ағай йә апай була алаһығыҙ! Был беҙҙе бөтә осрашыуҙарға ла йөрөр өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға дәртләндермәйме ни?

ЙӘҺҮӘЛӘ НИНДӘЙ ХИСТӘР УЯТА?

11. Ни өсөн осрашыуҙарға йөрөү — Йәһүәгә тейешлеһен бирер өсөн яҡшы мөмкинлек?

11 Осрашыуҙарға йөрөп, беҙ Йәһүәгә тейешлеһен бирәбеҙ. Барлыҡҡа Килтереүсе булараҡ, Йәһүә маҡтау, дан, рәхмәт һәм хөрмәт ҡабул итергә лайыҡ. (Асылыш 7:12-не уҡығыҙ.) Осрашыуҙарҙа доға ҡылып, маҡтау йырҙары йырлап һәм Йәһүә тураһында һөйләп, беҙ уға тейешлеһен бирәбеҙ — уға ғибәҙәт ҡылабыҙ. Беҙҙең өсөн шул тиклем күп эштәр башҡарған Шәхескә ихтирам күрһәтеү мөмкинлектәрен беҙ бик ҡәҙерләйбеҙ.

12. Беҙ, Йәһүәнең әмеренә буйһоноп, осрашыуҙарҙы ҡалдырмағанда, ул нимә хис итә?

12 Йәһүә шулай уҡ беҙҙең үҙенә буйһоноуыбыҙға лайыҡ. Ул беҙгә йыйылыш осрашыуҙарын ҡалдырмаҫҡа ҡушҡан, донъя үҙ ахырына яҡынлашып барғанда был айырыуса мөһим. Беҙ был әмергә буйһонғанда, Йәһүә шатлана (1 Яхъя 3:22). Ул һәр осрашыуға барыр өсөн һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы күрә һәм ҡәҙерләй (Евр. 6:10).

13, 14. Осрашыуҙарҙа беҙ нисек Йәһүәгә һәм Ғайсаға яҡынлашабыҙ?

13 Осрашыуҙарға йөрөп, беҙ Йәһүәгә һәм уның Улына яҡынлашырға теләүебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Йыйылыш осрашыуҙарында Бөйөк Нәсихәтсебеҙ үҙенең Һүҙе Изге Яҙма аша беҙҙе дөрөҫ яҡҡа йүнәлтә (Ишағ. 30:20, 21). Хатта Йәһүә Шаһиты булмаған кешеләр ҙә, осрашыуҙарыбыҙға килгәс, ҡайһы саҡ: «Алланың һеҙҙең арағыҙҙа булыуы хаҡ», — тиҙәр (1 Кор. 14:23—25). Йәһүә үҙенең изге рухы менән осрашыуҙарҙы фатихалай һәм Изге Яҙмаға нигеҙләнгән уҡытыу программаһы менән әүҙем етәкселек итә. Осрашыуҙарҙа беҙ Йәһүәнең тауышын ишетәбеҙ, уның яратыуын һәм ҡайғыртыуын тоябыҙ. Шулай итеп беҙ Йәһүәгә яҡынлашабыҙ.

14 Ғайса: «Минең хаҡҡа икәүләп йәки өсәүләп йыйылһалар, Мин дә улар араһында буласаҡмын», — тигән (Мат. 18:20). Был һүҙҙәрҙе беҙҙең осрашыуҙарға ла ҡулланып була. Йыйылыштың башы булараҡ, Ғайса Мәсих Алла халҡының йыйылыштарын күҙәтә (Асыл. 1:20—2:1). Уйлап ҡына ҡарағыҙ: Йәһүә һәм Ғайса беҙҙе йыйылыш осрашыуҙары аша нығытыуҙа әүҙем ҡатнаша! Һеҙҙеңсә, Йәһүә, беҙҙең үҙенә һәм Улына яҡынлашырға ашҡынып тороуыбыҙҙы күргәндә, ниндәй хистәр кисерә?

15. Йыйылыш осрашыуҙарына йөрөп, беҙ нисек Аллаға буйһонорға теләүебеҙҙе күрһәтәбеҙ?

15 Осрашыуҙарға йөрөп, беҙ Алла хакимлығын яҡлауыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Осрашыуҙарға йөрөргә ҡушһа ла, Йәһүә беҙҙе был әмергә буйһонорға мәжбүр итмәй (Ишағ. 43:23). Шунлыҡтан Йәһүәне ни тиклем ныҡ яратыуыбыҙ һәм уның хакимлығы яғында ни тиклем ныҡ тороуыбыҙ үҙебеҙҙән тора (Рим. 6:17). Әйтәйек, эш биреүсе беҙгә осрашыуҙар үткән ваҡытта эшләргә ҡуша, ти. Йәиһә хөкүмәт, Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыу өсөн бергә йыйылыуҙы тыйып, беҙгә штраф түләтеү, төрмәгә ултыртыу йә тағы ла ҡатыраҡ яза менән янай икән, ти. Йәки осрашыуға барыу урынына ял итергә теләк тыуырға мөмкин. Шундай саҡтарҙа беҙ нимә эшләрбеҙ? Бындай һайлау яһарға кәрәк: беҙ кемгә хеҙмәт итербеҙ? (Ғәм. 5:29) Йәһүә хакимлығын яҡларға ҡарар иткәндә, беҙ уның йөрәген һөйөндөрәбеҙ (Ғиб. һүҙ. 27:11).

ОСРАШЫУҘАРҘЫ БЕР ҠАСАН ДА ҠАЛДЫРМАЙЫҠ

16, 17. а) Беренсе быуаттағы мәсихселәр өсөн осрашыуҙар бик мөһим булғанын беҙ ҡайҙан беләбеҙ? б) Джордж Гангас ҡәрҙәш йыйылыш осрашыуҙары тураһында нимә тигән?

16 Беренсе мәсихселәр б. э. 33 йылының Илленсе көн байрамында булған шаҡ ҡатырғыс мөғжизәнән һуң да бергә йыйылыуын дауам иткән. Инжилдә: «Иман юлындағы был кешеләр илселәрҙең өйрәтеүе яҡлы булды, берҙәм йәшәнеләр», — тиелгән (Ғәм. 2:42). «Яҡлы булыу» тип тәржемә ителгән грек һүҙе ныҡ булыу, ҙур тырышлыҡтар һалыу һәм бирешмәү тигәнде аңлата. Рим хакимлығы аҫтында йәшәү һәм йәһүдтәрҙең дин әһелдәре ойошторған ҡаршылыҡтарға дусар булыу арҡаһында, беренсе мәсихселәргә йыйылыш осрашыуҙарына йөрөүе еңел булмаған. Шуға ҡарамаҫтан, улар бирешмәгән.

17 Бөгөн дә Йәһүәнең күп кенә хеҙмәтселәре мәсихселәр осрашыуҙарын юғары баһалай. Етәксе кәңәшмәлә 22 йыл буйы хеҙмәт иткән Джордж Гангас исемле ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Минең өсөн ҡәрҙәштәр менән осрашыу — тормоштағы иң ҙур ҡыуаныстарҙың береһе һәм дәрт сығанағы. Мөмкинселегем булғанда, Батшалыҡ Залына беренселәрҙән булып килергә һәм һуңғыларҙан булып ҡайтырға яратам. Алланың хеҙмәтселәре менән аралашҡанда, күңелем шатлыҡ менән тула. Ҡәрҙәштәр араһында мин үҙемде өйөмдә, ғаиләлә кеүек тоям, мин рухи ожмахта». Ул шулай уҡ былай тип өҫтәй: «Компас һәр ваҡыт төньяҡҡа күрһәтеп торған һымаҡ, мин дә бөтә йөрәгем һәм булмышым менән йыйылыш осрашыуҙарына ынтылам».

18. Осрашыуҙар тураһында уйлағанда, һеҙ нимә хис итәһегеҙ һәм тәүәккәллек менән нимә эшләргә йыйынаһығыҙ?

18 Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыу өсөн бергә йыйылыу һеҙҙә шундай уҡ хистәр уятамы? Улайһа, һәр төрлө ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, йыйылыш осрашыуҙарына даими йөрөр өсөн бар көсөгөҙҙө һалығыҙ. Ул саҡта, Дауыт батша кеүек, һеҙ ҙә: «Йәһүә, һин йәшәгән йортто... яратам мин», — тип әйтә алырһығыҙ (Зәб. 26:8).

^ [1] (3-сө абзац) Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр үҙҙәренән тормаған шарттар, мәҫәлән, ҡаты ауырыу арҡаһында йыйылыш осрашыуҙарына даими йөрөй алмай. Һис шикһеҙ, Йәһүә уларҙың хәлен яҡшы аңлай һәм эскерһеҙ табыныуҙарын бик ҡәҙерләй. Өлкәндәр, ундай ҡәрҙәштәр өсөн телефон аша трансляция ойоштороп йә программаны яҙҙырып, уларға рухи программанан файҙа алырға ярҙам итә ала.

^ [2] (3-сө абзац) «Ни өсөн йыйылыш осрашыуҙарына йөрөү мөһим» тигән рамканы ҡарағыҙ.