Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

17-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүәнең ярҙамы менән яуыз рухтарға ҡаршы тороғоҙ

Йәһүәнең ярҙамы менән яуыз рухтарға ҡаршы тороғоҙ

«Беҙ... күктәге шаҡшы рухи көстәргә ҡаршы көрәшәбеҙ» (ЕФЕС. 6:12).

48-СЕ ЙЫР Көн һайын Йәһүә юлында йөрөйбөҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Ефестарға 6:10—13-тә яҙылғанса, Йәһүә беҙҙең хаҡта нисек ҡайғырта? Аңлатығыҙ.

ЙӘҺҮӘ үҙенең хеҙмәтселәре хаҡында төрлөсә ҡайғырта. Мәҫәлән, ул беҙгә дошмандарыбыҙға, ә иң беренсе сиратта, Шайтан Иблискә һәм уның ендәренә ҡаршы торорға ярҙам итә. Йәһүә беҙҙе уларҙың ни тиклем көслө булыуы хаҡында киҫәтә һәм уларға ҡаршы көрәшер өсөн бөтә кәрәкле ҡоралдар бирә. (Ефестарға 6:10—13-тө уҡығыҙ.) Йәһүәнең ярҙамын ҡабул итһәк һәм уға тулыһынса таянһаҡ, беҙ Иблискә ҡаршы тора алырбыҙ һәм, илсе Павел кеүек: «Алла беҙҙең яҡлы булғас, кем беҙгә ҡаршы һуң?» — тип әйтә алырбыҙ (Рим. 8:31).

2. Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

2 Ысын мәсихселәр булараҡ, беҙ Шайтан һәм уның ендәре менән ҡыҙыҡһынмайбыҙ, ә бөтә иғтибарыбыҙҙы Йәһүә тураһында белем алыуға һәм уға хеҙмәт итеүгә туплайбыҙ (Зәб. 25:5). Шулай ҙа беҙгә Иблистең кешеләрҙе алдар өсөн ниндәй алымдар ҡулланыуын белергә кәрәк. Ни өсөн? Был беҙгә уның мәкерле тоҙаҡтарына эләкмәҫкә ярҙам итер (2 Кор. 2:11). Был мәҡәләлә беҙ яуыз рухтарҙың уңышлы бер алымын ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ уларға ҡаршы торор өсөн нимә эшләп булғанын белербеҙ.

ЯУЫЗ РУХТАР КЕШЕЛӘРҘЕ НИСЕК АЛДАЙ?

3, 4. а) Спиритизм нимә ул? б) Сихырсылыҡҡа ышаныу ни тиклем киң таралған?

3 Иблис һәм ендәр кешеләрҙе йыш ҡына спиритизм аша алдай. Спиритизм менән шөғөлләнеүселәр, башҡа кешеләр белмәгән һәм эшләй алмаған нәмәләрҙе беләбеҙ һәм эшләй алабыҙ, тип әйтә. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр күрәҙәлек йә астрология ярҙамында киләсәкте күрергә тырыша. Башҡалар, үлгәндәр менән һөйләшә алабыҙ, тип раҫлай. Ә кемдер кешеләрҙе сихырлай йә өшкөрә *.

4 Спиритизмға ышаныу ни тиклем киң таралған? Кариб бассейны һәм Латин Америкаһындағы 18 илдә үткәрелгән бер һорау алыу буйынса, ҡатнашыусыларҙың яҡынса өстән бер өлөшө сихырсылыҡҡа ышана, һәм шунса уҡ кеше, рухтар менән аралашыу мөмкин, тип һанай. Ә Африканың 18 илендә үткәрелгән башҡа һорау алыу буйынса, уртаса алғанда ҡатнашыусыларҙың яртыһынан күберәге сихырсылыҡтың көсөнә ышана. Әлбиттә, ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, беҙ спиритизмдан һаҡланырға тейеш, сөнки Иблис «бөтә донъяны» юлдан яҙҙырырға тырыша (Асыл. 12:9).

5. Йәһүә спиритизмға нисек ҡарай?

5 Йәһүә — «хәҡиҡәт Аллаһы» (Зәб. 31:5). Ул спиритизмға нисек ҡарай? Ул уны күрә алмай! Йәһүә израилдәргә былай тигән: «Һинең араңда үҙ улын йә ҡыҙын утта яндырыусы, күрәҙәлек итеүсе, сихырсылыҡ ҡылыусы, фал асыусы, башҡаларға әпсен менән тәьҫир итеүсе, рухтар саҡырыусыға йә бағымсыға барыусы йә үлгәндәр менән һөйләшеүсе булмаһын. Сөнки шулай эшләгән һәр кем Йәһүә өсөн ерәнес» (Ҡан. 18:10—12). Мәсихселәр Йәһүәнең израилдәргә биргән ҡануны буйынса йәшәмәй. Әммә беҙ Алланың сихырсылыҡҡа мөнәсәбәте үҙгәрмәгәнен беләбеҙ (Мал. 3:6).

6. а) Спиритизм нимәһе менән ҡурҡыныс? б) Вәғәзсе 9:5 буйынса, үлгәндән һуң, кеше менән нимә була?

6 Йәһүә спиритизмдың ни тиклем зыянлы булыуын белә, шуға күрә беҙҙе уның менән шөғөлләнеүҙән тыя. Шайтан, спиритизмды ҡулланып, ялған тәғлимәттәр тарата, мәҫәлән, кешеләрҙе үлгәндәрҙең теге донъяла йәшәүен дауам иткәненә ышандыра. (Вәғәзсе 9:5-те уҡығыҙ *.) Бынан тыш, спиритизм ярҙамында Шайтан кешеләрҙе ҡурҡыуҙа тота һәм уларҙы Йәһүәнән ситләштерергә тырыша. Ул спиритизм менән шөғөлләнгән кешеләрҙең Йәһүәгә түгел, ә яуыз рухтарға таяныуын теләй.

ЯУЫЗ РУХТАРҒА НИСЕК ҠАРШЫ ТОРОРҒА?

7. Йәһүә беҙгә нисек яуыз рухтарға ҡаршы торорға ярҙам итә?

7 Юғарыла әйтелгәнсә, Йәһүә беҙгә Шайтан менән ендәрҙең мәкерле тоҙаҡтарына эләкмәҫ өсөн нимә эшләргә кәрәклеген аңлата. Әйҙәгеҙ, яуыз рухтарға ҡаршы көрәштә ярҙам итә алған бер нисә кәңәште ҡарап сығайыҡ.

8. а) Яуыз рухтарға ҡаршы торор өсөн ниндәй мөһим ысул бар? б) Зәбур 146:4-тә яҙылған һүҙҙәр Шайтандың ялғанын нисек фашлай?

8 Алла Һүҙен уҡыу һәм уның өҫтөндә уйланыу — яуыз рухтар таратҡан ялғанды кире ҡағыр өсөн төп ысул. Алла Һүҙе, үткер ҡылыс һымаҡ, хәҡиҡәтте Шайтандың ялғанынан айыра (Ефес. 6:17). Мәҫәлән, Изге Яҙмала, үлгәндәр тере кешеләр менән аралаша алмай, тип асыҡтан-асыҡ әйтелә. (Зәбур 146:4-те уҡығыҙ *.) Алла Һүҙе шулай уҡ Йәһүә генә киләсәктә нимә буласағын әйтә ала икәнен иҫебеҙгә төшөрә (Ишағ. 45:21; 46:10). Изге Яҙманы даими уҡыһаҡ һәм уның өҫтөндә уйланһаҡ, беҙ яуыз рухтарҙың ялғанын кире ҡағырбыҙ һәм уны нәфрәт итербеҙ.

9. Беҙ спиритизм менән бәйле ниндәй эштәрҙән ситтә торабыҙ?

9 Спиритизм менән бәйле бөтә нәмәне кире ҡағығыҙ. Мәсихселәр булараҡ, беҙ спиритизмдың һәр ҡайһы төрөнән дә ситтә торабыҙ. Мәҫәлән, беҙ медиумдарға йөрөмәйбеҙ һәм башҡа ысулдар ҡулланып та үлгәндәр менән бәйләнешкә инмәйбеҙ. Үткән мәҡәләлә әйтелгәнсә, беҙ үлгәндәр йәшәүен дауам итә тигән ышаныуға нигеҙләнгән ерләү йолаларында ҡатнашмайбыҙ. Шулай уҡ, киләсәкте белер өсөн, астрология йә күрәҙәселек менән ҡыҙыҡһынмайбыҙ (Ишағ. 8:19). Беҙ бөтә был эштәрҙең бик ҡурҡыныс булғанын беләбеҙ, сөнки улар арҡаһында Шайтан һәм ендәр менән туранан-тура бәйләнешкә инеүебеҙ ихтимал.

Беренсе быуаттағы мәсихселәрҙән өлгө алып, оккультизм менән бәйле бөтә нәмәнән ҡотолоғоҙ һәм спиритизмға ҡағылышы булған күңел асыуҙарҙан баш тартығыҙ (10—12-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

10, 11. а) Беренсе быуатта йәшәгән ҡайһы бер кешеләр, хәҡиҡәтте белгәс, нимә эшләгән? б) 1 Коринфтарға 10:21 буйынса, ни өсөн уларҙан үрнәк алыу мөһим, һәм беҙ быны нисек эшләй алабыҙ?

10 Оккультизм менән бәйле бөтә әйберҙәрҙән ҡотолоғоҙ. Беренсе быуатта Ефес ҡалаһында йәшәгән ҡайһы бер кешеләр спиритизм менән шөғөлләнгән. Хәҡиҡәтте белгәс, улар тәүәккәл эш иткән. Изге Яҙмала былай тиелгән: «Сихырсылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең күбеһе бөтәһе алдында үҙҙәренең китаптарын йыйып яндырҙы» (Ғәм. 19:19). Улар яуыз рухтарға ҡаршы торор өсөн барыһын эшләгән. Магия буйынса китаптары бик ҡыйбат булһа ла, улар, китаптарын башҡаларға биреү йә һатыу урынына, уларҙы яндырған. Был мәсихселәр китаптарҙың ни тиклем ҡыйбат булғаны тураһында түгел, ә Йәһүәне нисек ҡыуандырып булғаны хаҡында уйлаған.

11 Беҙ беренсе быуаттағы мәсихселәрҙән нисек өлгө ала алабыҙ? Оккультизм менән бәйле бөтә әйберҙәрҙән ҡотолоу аҡыллы булыр ине. Мәҫәлән, амулеттар, талисмандар һәм яуыз рухтарҙан һаҡланыр өсөн ҡулланылған башҡа әйберҙәрҙән ҡотолоу мөһим. (1 Коринфтарға 10:21-ҙе уҡығыҙ.)

12. Күңел асыуҙар һайлағанда, ниндәй һорауҙар өҫтөндә уйланыу яҡшы булыр ине?

12 Күңел асыуҙар һайлағанда, һаҡ булығыҙ. Үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: «Күңел асыуҙарым спиритизм менән бәйле түгелме? Мин оккультизм тураһында китаптар, журналдар йә интернет-мәҡәләләр уҡымайыммы? Ә мин ҡараған фильмдар һәм телетапшырыуҙар, тыңлаған йырҙар һәм уйнаған видеоуйындар тураһында нимә әйтеп була? Унда вампирҙар, зомбиҙар йә паранормаль күренештәр һүрәтләнмәйме? Ә магия, сихыр йә ҡарғыш төшөрөү зыянһыҙ һәм ҡыҙыҡлы нәмә итеп күрһәтелмәйме?» Әлбиттә, фантастика йә әкиәт күрһәтелгән бөтә күңел асыуҙар ҙа спиритизм менән бәйле түгел. Күңел асыуҙар һайлағанда, Йәһүә нәфрәт иткән бөтә нәмәнән дә ситтә тороғоҙ. Беҙ Алла алдында «саф выждан» һаҡлар өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләргә теләйбеҙ (Ғәм. 24:16) *.

13. Беҙ нимә тураһында һөйләргә теләмәйбеҙ?

13 Ендәр тураһында күп һөйләмәгеҙ. Был йәһәттән Ғайса Мәсих яҡшы өлгө ҡалдырған (1 Пет. 2:21). Ергә килер алдынан, Ғайса күктә йәшәгән һәм Шайтан менән ендәр тураһында күпте белгән. Әммә ул яуыз рухтарҙың ниндәй эштәр ҡылып йөрөүе хаҡында һөйләмәгән. Ғайса, Шайтанға реклама яһау урынына, Йәһүәнең шаһиты булырға теләгән. Беҙ, Ғайсанан өлгө алып, ендәр тураһында төрлө осраҡтар һөйләмәйбеҙ. Һүҙҙәребеҙҙән күңелебеҙҙе «яҡшы һүҙ», йәғни хәҡиҡәт тибрәткәне күренһен (Зәб. 45:1).

Беҙгә яуыз рухтарҙан ҡурҡырға кәрәкмәй. Йәһүә, Ғайса һәм фәрештәләр уларҙан күпкә көслөрәк (14, 15-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

14, 15. а) Ни өсөн беҙгә яуыз рухтарҙан ҡурҡырға кәрәкмәй? б) Йәһүәнең үҙ халҡын яҡлауы нимәнән күренә?

14 Яуыз рухтарҙан ҡурҡмағыҙ. Бөгөнгө донъяла беҙ төрлө бәлә-ҡазаларға тарырға мөмкин. Беҙҙең көтөлмәгәндә фажиғаға дусар булыуыбыҙ, ауырып китеүебеҙ йә хатта үлеүебеҙ ихтимал. Ләкин, бөтә шундай ваҡиғаларҙа күҙгә күренмәгән рухтар ғәйепле, тип уйлау дөрөҫ булмаҫ ине. Изге Яҙмала аңлатылғанса, һәр кеше «көтөлмәгән ваҡытта осраҡлы хәлгә» эләгергә мөмкин (Вәғ. 9:11). Нисек кенә булһа ла, Йәһүә ендәрҙән күпкә көслөрәк. Мәҫәлән, Алла Шайтанға Әйүпте үлтерергә рөхсәт итмәгән (Әйүп 2:6). Ә Муса көндәрендә Йәһүә Мысырҙың магия менән шөғөлләнгән руханиҙарынан күпкә ҡеүәтлерәк булғанын күрһәткән (Сығ. 8:18; 9:11). Бынан тыш, Йәһүә Ғайсаға Иблис һәм ендәр өҫтөнән хакимлыҡ биргән, һәм Ғайса уларҙы күктән ергә бәреп төшөргән. Ә тиҙҙән улар упҡынға ырғытыласаҡ, унда улар бер кемгә лә зыян килтерә алмаясаҡ (Асыл. 12:9; 20:2, 3).

15 Йәһүә үҙ халҡын яҡлай, һәм быға күп дәлилдәр бар. Уйлап ҡарағыҙ: беҙ бөтә донъя буйынса вәғәзләйбеҙ һәм кешеләрҙе хәҡиҡәткә өйрәтәбеҙ (Матф. 28:19, 20). Шулай эшләп, беҙ Иблистең яуыз эштәрен фашлайбыҙ. Әлбиттә, Иблис эшмәкәрлегебеҙҙе туҡтатырға теләй, әммә ул быны эшләй алмай. Шунлыҡтан беҙгә яуыз рухтарҙан ҡурҡырға кәрәкмәй. Беҙ шуны беләбеҙ: «Йәһүә, үҙенең көс-ҡеүәтен күңелдәре тулыһынса үҙенә тоғро булғандар файҙаһына күрһәтер өсөн, бөтә ер йөҙөн күҙҙән кисерә» (2 Йыл. 16:9). Йәһүәгә тоғро булһаҡ, ендәр беҙгә төҙәтә алмаҫлыҡ зыян килтерә алмаясаҡ.

ЙӘҺҮӘ ҮҘЕНӘ ТАЯНЫУСЫЛАРҘЫ ФАТИХАЛАЙ

16, 17. Яуыз рухтарға ҡаршы тороуҙа ҡыйыулыҡтың мөһимлеген күрһәткән миҫал килтерегеҙ.

16 Яуыз рухтарға ҡаршы торор өсөн ҡыйыулыҡ талап ителә. Ә туғандар менән дуҫтар изге ниәттәрҙән сығып беҙгә баҫым яһағанда, был сифат айырыуса кәрәк. Йәһүә ҡыйыулыҡ сағылдырған кешеләрҙе фатихалай. Гана илендә йәшәгән Эрика исемле апай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. 21 йәшендә ул Изге Яҙманы өйрәнә башлаған. Магия менән шөғөлләнгән руханиҙың ҡыҙы булараҡ, ул спиритизм менән бәйле бер йолала ҡатнашырға тейеш булған. Был йола ваҡытында үлгән ата-бабаларҙың рухтары өсөн ҡорбан итеп килтерелгән итте ашайҙар. Эрика баш тартҡас, уның туғандары быны рухтарҙы мыҫҡыл итеү тип ҡабул иткән. Улар рухтарҙың үҙҙәренә төрлө ауырыуҙар ебәреүенән ҡурҡҡан.

17 Ғаиләһе Эриканы был йолала ҡатнаштырырға тырышҡан, әммә ул бирешмәгән. Һөҙөмтәлә уға өйҙән китергә тура килгән. Ҡайһы бер Йәһүә шаһиттары уны үҙҙәренә йәшәргә саҡырған. Шулай итеп Йәһүә Эриканы яңы ғаилә менән фатихалаған. Имандаштары уның өсөн туғандар булып киткән (Марк 10:29, 30). Эриканың туғандары унан ваз кискән һәм хатта уның әйберҙәрен яндырған. Шуға ҡарамаҫтан, ул Йәһүәгә тоғро булып ҡалған, һыуға сумдырылған һәм хәҙер пионер булып хеҙмәт итә. Ул ендәрҙән ҡурҡмай. Туғандары тураһында Эрика былай ти: «Мин көн һайын, ғаиләм Йәһүә менән танышһын һәм ҡайғыртыусан Аллаға хеҙмәт итеү килтергән азатлыҡҡа кинәнһен ине, тип доға ҡылам».

18. Йәһүәгә таяныу ниндәй фатихалар килтерә?

18 Бәлки, һәр беребеҙгә лә шундай ҡаты һынауҙар аша үтергә тура килмәҫтер. Әммә бөтәбеҙгә лә яуыз рухтарға ҡаршы торорға һәм Йәһүәгә таянырға кәрәк. Шулай эшләһәк, күп фатихалар урырбыҙ һәм Шайтандың ялғанына алданмаҫбыҙ. Бынан тыш, ендәрҙән ҡурҡыу беҙгә Йәһүәгә хеҙмәт итергә ҡамасауламаҫ. Ә иң мөһиме, беҙ Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы нығытырбыҙ. «Аллаға буйһоноғоҙ, — тип яҙған шәкерт Яҡуб, — ә Иблискә ҡаршы тороғоҙ, шул ваҡытта ул һеҙҙән ҡасыр. Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр» (Яҡ. 4:7, 8).

150-СЕ ЙЫР Ҡотолор өсөн, Хоҙайҙы эҙлә

^ 5 абз. Йәһүә, яратыу сағылдырып, беҙҙе яуыз рухтарҙың ниндәй зыян килтерә алыуы хаҡында киҫәтә. Был мәҡәләнән беҙ ошондай һорауҙарға яуап алырбыҙ: яуыз рухтар кешеләрҙе нисек алдай? Уларға ҡаршы торор өсөн, беҙ нимә эшләй алабыҙ? Йәһүә беҙгә был көрәштә нисек ярҙам итә?

^ 3 абз. АҢЛАТМА. Спиритизм үҙ эсенә ендәр менән бәйле ышаныуҙарҙы һәм шөғөлдәрҙе ала. Бынан тыш, кеше үлгәндән һуң уның йәне йәшәүен дауам итә һәм тереләр билдәле бер кеше (медиум) аша үлгәндәр менән аралаша ала, тигән ышаныу ҙа спиритизмға керә. Өҫтәүенә, спиритизм үҙ эсенә сихырсылыҡты, шулай уҡ күрәҙәлек итеүҙе һәм ҡарғыш төшөрөүҙе ала. Был мәҡәләлә сихырсылыҡ тигән һүҙ оккультизмға, йәғни тәбиғәттән өҫтөн көстәр менән бәйле шөғөлдәргә ҡарай. Әммә күңел асыу өсөн фокустар күрһәтеү спиритизмға кермәй.

^ 6 абз. Вәғәзсе 9:5: «Тереләр үләсәген белә, ә үлеләр бер нәмә лә белмәй. Уларҙың алырлыҡ әжере юҡ инде, сөнки улар хаҡындағы иҫтәлектәр юйылып бөткән».

^ 8 абз. Зәбур 146:4: «Рухы сыҡҡас, кеше кире тупраҡҡа ҡайта. Шул уҡ көндө уның уй-фекерҙәре юҡҡа сыға».

^ 12 абз. Өлкәндәр күңел асыуҙарға ҡағылышлы ҡағиҙәләр урынлаштырмай. Нимә уҡырға, ҡарарға йә ниндәй уйын уйнарға икәнен хәл иткәндә, һәр мәсихсе Изге Яҙма буйынса тәрбиәләнгән выжданы ҡушҡанса эш итергә тейеш. Аҡыллы ғаилә башлыҡтары яҡындарына Изге Яҙмалағы принциптарға ҡаршы килмәгән күңел асыуҙар һайларға ярҙам итә. (Башҡорт телендәге jw.org® сайтында БЕҘҘЕҢ ТУРАЛА > ЙЫШ БИРЕЛГӘН ҺОРАУҘАР тигән һылтанма буйынса «Йәһүә шаһиттары ниндәйҙер фильм ҡарауҙан, китап уҡыуҙан йә йыр тыңлауҙан тыямы?» тигән мәҡәләне табып була.)

^ 56 абз. РӘСЕМДӘ: Ғайса, күктәге ҡеүәтле Батша булараҡ, фәрештәләр ғәскәре менән етәкселек итә.