Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

15-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Ғайсанан өлгө алып, йән тыныслығы һаҡлағыҙ

Ғайсанан өлгө алып, йән тыныслығы һаҡлағыҙ

«Һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе... һаҡлар» (ФЛП. 4:7).

112-СЕ ЙЫР Йәһүә — тыныслыҡ Аллаһы

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. Ни өсөн Ғайса борсолған?

ЕРҘӘГЕ тормошоноң һуңғы көнөндә Ғайса бик ныҡ борсолған. Тиҙҙән яуыз кешеләр уны язалы үлемгә дусар итергә тейеш булған. Әммә, үлем тураһындағы уйҙарҙан тыш, башҡа нәмәләр Ғайсаны тағы ла нығыраҡ борсоған. Ул Атаһын бик ныҡ яратҡан һәм уны ҡыуандырырға теләгән. Ғайса шуны белгән: был ауыр һынауҙа тоғро ҡалһа, ул Йәһүә исеменең аҡланыуына өлөш индерәсәк. Ғайса шулай уҡ кешеләрҙе яратҡан һәм уларҙың мәңге йәшәү өмөтө уның тоғро ҡалыуынан тора икәнен аңлаған.

2 Ҙур стресс кисерһә лә, Ғайса йән тыныслығын юғалтмаған. Ул илселәренә: «Үҙемдең тыныслығымды һеҙгә бирәм», — тигән (Яхъя 14:27). Ғайса «Алла именлегенә» — Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәрҙән килгән тыныслыҡ тойғоһона эйә булған. Был тыныслыҡ Ғайсаға айыҡ ҡараш һаҡларға ярҙам иткән (Флп. 4:6, 7).

3. Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

3 Беҙҙең беребеҙгә лә Ғайса кисергән көслө баҫымды үҙ башыбыҙҙан үткәрергә тура килмәҫ, әммә уның бөтә шәкерттәре лә һынауҙарға дусар буласаҡ (2 Тим. 3:12; Яхъя 15:20). Ғайса кеүек, беҙ ҙә ҡайһы саҡта борсолоуға биреләбеҙ. Сиктән тыш борсолмаҫҡа һәм йән тыныслығын юғалтмаҫҡа беҙгә нимә ярҙам итер? Әйҙәгеҙ, Ғайсаға нимә ярҙам иткәнен ҡарап сығайыҡ һәм, һынауҙар менән осрашҡанда, унан нисек өлгө алып булғанын беләйек.

ҒАЙСА ӨҘЛӨКҺӨҘ ДОҒА ҠЫЛҒАН

Доға ҡылыу беҙгә тыныс булып ҡалырға ярҙам итә (4—7-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

4. 1 Фессалоникаларға 5:17-не иҫәпкә алып, Ғайсаның ерҙәге тормошоноң һуңғы көнөндә йыш доға ҡылғанын күрһәткән миҫалдар килтерегеҙ.

4 1 Фессалоникаларға 5:17-не уҡығыҙ. Ерҙәге тормошоноң һуңғы көнөндә Ғайса Йәһүәгә йыш мөрәжәғәт иткән. Мәҫәлән, үҙенең үлемен иҫкә алыу кисәһен ғәмәлгә индергәндә, ул илселәргә икмәк һәм шарап тапшырыр алдынан доға ҡылған (1 Кор. 11:23—25). Ҡотҡарылыу байрамын үткәргән йорттан сығыр алдынан да Ғайса шәкерттәре менән доғала Аллаға мөрәжәғәт иткән (Яхъя 17:1—26). Шул төндө шәкерттәре менән Зәйтүн тауына килгәс, ул бер нисә тапҡыр доға ҡылған (Матф. 26:36—39, 42, 44). Һәм үлеме алдынан әйткән иң һуңғы һүҙҙәрен дә ул Атаһына мөрәжәғәт итеп әйткән (Лука 23:46). Ғайса шул көндө булған бөтә ваҡиғалар тураһында Йәһүәгә һөйләгән.

5. Ни өсөн илселәргә ҡыйыулыҡ етмәгән?

5 Ни өсөн Ғайса һынауҙарҙа ныҡ булып ҡалған? Сәбәптәрҙең береһе: ул Атаһына йыш доға ҡылған һәм унан ярҙам һораған. Илселәр иһә шул төндө, доға ҡылыу урынына, йоҡлап киткән. Һөҙөмтәлә һынау ваҡытында уларға ҡыйыулыҡ етмәгән (Матф. 26:40, 41, 43, 45, 56). Беҙ, һынауҙар менән осрашҡанда Ғайсанан үрнәк алып өҙлөкһөҙ доға ҡылһаҡ ҡына, тоғро булып ҡала алырбыҙ. Ә нимә тураһында доға ҡылырға һуң?

6. Иман беҙгә нисек йән тыныслығын юғалтмаҫҡа ярҙам итә?

6 Беҙ Йәһүәнән: «Иманыбыҙҙы арттыр», — тип һорай алабыҙ (Лука 17:5; Яхъя 14:1). Иман беҙгә бик кәрәк, сөнки Шайтан Ғайсаның бөтә шәкерттәрен дә һынай (Лука 22:31). Хатта ауырлыҡтар бер-бер артлы тыуып торғанда ла, иман беҙгә нисек йән тыныслығын юғалтмаҫҡа ярҙам итә ала? Ауырлыҡты хәл итер өсөн хәлебеҙҙән килгәнде эшләһәк, иман беҙгә барыһын Йәһүәгә ышанып тапшырырға һәм бүтән борсолмаҫҡа ярҙам итер. Алла ауырлыҡтарыбыҙҙы беҙгә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ хәл итә ала. Быны белеү беҙҙе тынысландыра (1 Пет. 5:6, 7).

7. Роберттың миҫалынан нимәгә өйрәнеп була?

7 Доға беҙгә, бер ниндәй һынауҙарға ҡарамаҫтан, йән тыныслығы һаҡларға ярҙам итә. Әйҙәгеҙ, 80-дән уҙған Роберт исемле тоғро өлкәндең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Ул былай ти: «Филиптарға 4:6, 7-ләге һүҙҙәр миңә тормошомдағы бөтә ауырлыҡтарҙы кисереп сығырға ярҙам итте. Минең матди ауырлыҡтар булды, шулай уҡ бер ни тиклем ваҡытҡа өлкән булыу хөрмәтен юғалтҡан инем». Роберт нисек йән тыныслығы һаҡлап ҡала алған? «Мин, борсола башлауымды һиҙһәм, шунда уҡ доға ҡылам, — ти ул. — Шуға инандым: мин ни тиклем йышыраҡ һәм ихласыраҡ доға ҡылһам, шул тиклем күберәк тыныслыҡ тоям».

ҒАЙСА АШҠЫНЫП ВӘҒӘЗЛӘГӘН

Вәғәздә ҡатнашыу беҙгә йән тыныслығын юғалтмаҫҡа ярҙам итә (8—10-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

8. Яхъя 8:29-ҙа әйтелгәнсә, Ғайса йән тыныслығын юғалтмаҫ өсөн тағы нимә эшләгән?

8 Яхъя 8:29-ҙы уҡығыҙ. Хатта эҙәрләүҙәр менән осрашҡанда ла, Ғайса тыныс булып ҡалған, сөнки үҙенең тоғролоғо менән Атаһын ҡыуандырыуын белгән. Тыңлаусан булыу ауыр булғанда ла, Ғайса Йәһүәгә буйһонған. Ул Атаһын бик яратҡан һәм уға хеҙмәт итеүҙе тормошонда иң беренсе урынға ҡуйған. Ергә килмәҫ борон, Ғайса Алланың «оҫта һөнәрсеһе» булған (Ғиб. һүҙ. 8:30). Ә ерҙә йәшәгәндә, ул ашҡынып кешеләрҙе Алла тураһындағы хәҡиҡәткә өйрәткән (Матф. 6:9; Яхъя 5:17). Был эш Ғайсаға ҙур шатлыҡ килтергән (Яхъя 4:34—36).

9. Вәғәз эшендә әүҙем ҡатнашыу нисек йән тыныслығын юғалтмаҫҡа ярҙам итә?

9 Йәһүәгә буйһоноп һәм хеҙмәттә бар көсөбөҙҙө һалып, беҙ Ғайсанан үрнәк алабыҙ (1 Кор. 15:58). Вәғәз эшендә әүҙем ҡатнашыу иғтибарыбыҙҙы ауырлыҡтарға тупламаҫҡа ярҙам итә (Ғәм. 18:5). Мәҫәлән, вәғәздә осраған кешеләр йыш ҡына беҙҙекенә ҡарағанда етдиерәк ауырлыҡтар кисерә. Әммә, Йәһүәне яратырға өйрәнеп, уның кәңәштәрен ҡуллана башлағандан һуң, улар бәхетлерәк булып китә, һәм уларҙың тормошо яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Шундай осраҡтарҙы күргән һайын, Йәһүәнең үҙебеҙ хаҡында ҡайғыртыуына ышанысыбыҙ нығый бара. Һәм был ышаныс беҙгә йән тыныслығын юғалтмаҫҡа ярҙам итә. Үҙ-үҙен түбән баһалаған һәм ғүмере буйы депрессия менән көрәшкән бер апай-ҡәрҙәш быны үҙ тәжрибәһенән белә. Ул былай ти: «Хеҙмәт менән мәшғүл булғанда, мин үҙ хистәремде контроль аҫтында тота алам һәм үҙемде бәхетлерәк хис итәм. Вәғәзләгәндә үҙемде Йәһүәгә яҡыныраҡ тойғанға шулайҙыр, тип уйлайым».

10. Бренданың осрағынан нимәгә өйрәнеп була?

10 Бренда исемле апай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Ул үҙе лә, ҡыҙы ла тарҡау склероз ауырыуынан интегә. Бренда инвалид коляскаһында ултыра, һәм уның физик көстәре сикле. Хәле булғанда, ул өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләй, әммә күбеһенсә хаттар аша шаһитлыҡ бирә. Бренда былай ти: «Был донъяла хәлемдең инде яҡшырмаясағын аңлағас һәм шул уйға күнгәс, мин бөтә иғтибарымды хеҙмәткә туплай алдым. Вәғәзләгәндә, мин ауырлыҡтарым тураһында онотам һәм йыйылышымдың территорияһында йәшәгән кешеләргә нисек ярҙам итә алыуым тураһында уйланам. Ә был, үҙ сиратында, миңә киләсәккә өмөтөмдө иҫтә тоторға ярҙам итә».

ҒАЙСА ДУҪТАРЫНЫҢ ЯРҘАМЫН ҠАБУЛ ИТКӘН

Яҡшы дуҫтар менән аралашыу беҙҙе тынысландыра (11—15-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

11—13. а) Илселәр һәм башҡа кешеләр Ғайсаға ысын дуҫ булыуҙарын нисек күрһәткән? б) Дуҫтар менән аралашыу Ғайсаға ниндәй йоғонто яһаған?

11 Ғайсаның ерҙәге хеҙмәте дауамында тоғро илселәр уның ысын дуҫтары булған. Улар «бер туғандан да яҡыныраҡ дуҫ була» тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн раҫлаған (Ғиб. һүҙ. 18:24). Ғайса шундай дуҫлыҡты бик ҡәҙерләгән. Ул ерҙә хеҙмәт иткән осорҙа бер туған ҡустыларының береһе лә уға ышанмаған (Яхъя 7:3—5). Бер ваҡыт туғандары хатта уның хаҡында аҡылдан яҙған тип уйлаған (Марк 3:21). Уларҙан айырмалы рәүештә, илселәр Ғайса өсөн терәк булған. Ерҙәге тормошоноң һуңғы төнөндә Ғайса уларға: «Һеҙ Минең бар һынауҙарымда ла Минең менән бергә ҡала бирҙегеҙ», — тип әйткән (Лука 22:28).

12 Ваҡыт-ваҡыт илселәр Ғайсаны күңелһеҙләндергән, әммә ул иғтибарын уларҙың хаталарына тупламаған, ә уларҙың иман итеүен ҡәҙерләгән (Матф. 26:40; Марк 10:13, 14; Яхъя 6:66—69). Үлеме алдынан һуңғы төндө Ғайса был тоғро ирҙәргә: «Мин һеҙҙе дуҫтарым тип атаным, сөнки Атамдан ишеткәндәремдең барыһын да һеҙгә еткерҙем», — тигән (Яхъя 15:15). Һис шикһеҙ, дуҫтары Ғайсаны бик рухландырған. Уларҙың хеҙмәттә күрһәткән ярҙамы Ғайсаға ҙур шатлыҡ килтергән (Лука 10:17, 21).

13 Илселәрҙән башҡа, Ғайсаның бүтән дуҫтары ла булған. Был ирҙәр һәм ҡатындар уға вәғәз эшендә ярҙам иткән һәм башҡа яҡтарҙан да булышлыҡ күрһәткән. Ҡайһы берәүҙәр Ғайсаны үҙ йорттарында ҡунаҡ иткән (Лука 10:38—42; Яхъя 12:1, 2). Башҡалар уның менән сәйәхәт иткән һәм үҙҙәрендә булған нәмәләр менән бүлешкән (Лука 8:3). Ғайса үҙе яҡшы дуҫ була белгән, шуға күрә уның яҡшы дуҫтары булған. Ул уларға игелек ҡылған һәм уларҙан сиктән тыш күпте көтмәгән. Ғайса, үҙе камил булһа ла, камил булмаған дуҫтарына ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәтле булған. Шик тә юҡ, улар уға йән тыныслығы һаҡларға ярҙам иткән.

14, 15. Яҡшы дуҫтарҙы нисек табып була, һәм улар беҙгә нисек ярҙам итә ала?

14 Яҡшы дуҫтар беҙгә Йәһүәгә тоғро булып ҡалырға ярҙам итә. Уларҙы табыр өсөн иң яҡшы ысул — үҙеңә яҡшы дуҫ булыу (Матф. 7:12). Мәҫәлән, Изге Яҙма беҙҙе башҡаларға, ә бигерәк тә «мохтаждарға» ярҙам итер өсөн ваҡытыбыҙҙы һәм көсөбөҙҙө сарыф итергә дәртләндерә (Ефес. 4:28). Һеҙ йыйылышығыҙҙа кемдәргә ярҙам итә алыр инегеҙ? Мәҫәлән, берәй ҡәрҙәш өйҙән сыға алмаһа, магазинға барып, уға кәрәк нәмәләр һатып алырға була. Йәки матди ауырлыҡтар кисергән ғаиләне төшкө йә киске ашҡа саҡырырға мөмкин. Берәй ҡәрҙәш JW Library® ҡушымтаһы йә jw.org® сайты менән ҡуллана белмәһә, уны был ҡоралдар ярҙамында рухи хазиналар табырға өйрәтергә була. Башҡаларға ярҙам итеү менән мәшғүл булһаҡ, моғайын, күберәк шатлыҡ кисерербеҙ (Ғәм. 20:35).

15 Дуҫтар беҙгә һынауҙар ваҡытында йән тыныслығы һаҡларға ярҙам итә. Әйүп үҙенең ҡайғы-хәсрәттәре тураһында һөйләгәндә, Илуй уны тыңлаған. Шуның шикелле, беҙ борсолоуҙарыбыҙ менән бүлешкәндә, дуҫтар беҙҙе сабырлыҡ менән тыңлай (Әйүп 32:4). Беҙ дуҫтарыбыҙҙан үҙебеҙ урынына ҡарарҙар ҡабул итеүҙәрен көтмәйбеҙ. Шулай ҙа уларҙың Изге Яҙмаға нигеҙләнгән кәңәштәренә ҡолаҡ һалыу аҡыллы булыр ине (Ғиб. һүҙ. 15:22). Шуны ла иҫтә тотоғоҙ: Дауыт батша дуҫтарының ярҙамын баҫалҡылыҡ менән ҡабул иткән (2 Сам. 17:27—29). Тап шулай уҡ, мохтаж сағыбыҙҙа дуҫтар ярҙам тәҡдим иткәндә, ғорурлыҡ беҙгә ярҙамды ҡабул итергә ҡамасауламаһын. Дуҫтар — Йәһүәнең ҡиммәтле бүләге (Яҡ. 1:17).

ЙӘН ТЫНЫСЛЫҒЫН НИСЕК ҺАҠЛАРҒА?

16. Филиптарға 4:6, 7 буйынса, йән тыныслығына нисек эйә булырға? Аңлатығыҙ.

16 Филиптарға 4:6, 7-не уҡығыҙ. Ни өсөн Изге Яҙманың был урынында «Алла именлеге» һәм Ғайса Мәсих бергә иҫкә алына? Сөнки Ғайсаның Алла ниәтендә ниндәй роль уйнауын аңлаған һәм уға иман иткән кешеләр генә дауамлы тыныслыҡ кисерә ала. Мәҫәлән, Ғайсаның йолом ҡорбаны нигеҙендә Алла гонаһтарыбыҙҙы кисерә (1 Яхъя 2:12). Был беҙҙе бик йыуата! Ғайса, Алла Батшалығының Батшаһы булараҡ, Шайтан менән уның донъяһы килтергән бөтә ғазаптарҙы юҡ итәсәк (Ишағ. 65:17; 1 Яхъя 3:8; Асыл. 21:3, 4). Беҙ шул ваҡытты зарығып көтәбеҙ! Беҙгә еңел булмаған йөкләмә бирһә лә, Ғайса беҙҙе ҡалдырмай һәм был һуңғы көндәрҙә беҙгә ярҙам итеп тора (Матф. 28:19, 20). Быны белеү беҙгә ҡыйыулыҡ өҫтәй! Йыуаныс, өмөт һәм ҡыйыулыҡ йән тыныслығыбыҙҙың нигеҙ таштары булып тора.

17. а) Йән тыныслығын юғалтмаҫҡа беҙгә нимә ярҙам итер? б) Яхъя 16:33-тө иҫәпкә алһаҡ, беҙ нимәгә өлгәшә алабыҙ?

17 Шулай итеп, ҡаты һынауҙар ваҡытында йән тыныслығы һаҡларға беҙгә нимә ярҙам итер? Ғайсанан үрнәк алыу мөһим. Беренсенән, өҙлөкһөҙ доға ҡылығыҙ. Икенсенән, хатта ауыр булғанда ла, Йәһүәгә буйһоноғоҙ һәм ашҡынып вәғәзләгеҙ. Өсөнсөнән, ауырлыҡтар кисергәндә, дуҫтарығыҙҙың ярҙамын ҡабул итегеҙ. Шул саҡта Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе һаҡлар. Һәм һеҙ, Ғайса кеүек, һәр ҡайһы һынауҙа еңеүсе булып сыға алырһығыҙ! (Яхъя 16:33-тө уҡығыҙ.)

41-СЕ ЙЫР Эй Раббым, доғамды ишет

^ 5 абз. Беҙ бөтәбеҙ ҙә йән тыныслығын урлай алған ауырлыҡтар менән осрашабыҙ. Ғайса Мәсих йән тыныслығын юғалтмаҫ өсөн нимә эшләгән? Был мәҡәләлә ошо һорауға яуап бирелер һәм беҙгә, хатта ҡаты һынауҙар менән осрашҡанда ла, тыныс булып ҡалыр өсөн нимә эшләргә кәрәклеге аңлатылыр.