Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

16-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Үлем тураһындағы хәҡиҡәтте яҡлағыҙ

Үлем тураһындағы хәҡиҡәтте яҡлағыҙ

«Беҙ хәҡиҡәт Рухын һәм ялғанлыҡ рухын таныйбыҙ [йәғни айырабыҙ]» (1 ЯХЪЯ 4:6).

73-СӨ ЙЫР Беҙгә ҡыйыулыҡ бир

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

Беҙ Алла хупламаған йолаларҙа ҡатнашмайбыҙ, әммә ғәзиз кешеһен юғалтҡан туғандарыбыҙҙы йыуатырға тырышабыҙ (1, 2-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

1, 2. а) Иблис кешеләрҙе нисек алдай? б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

«ЯЛҒАНДЫҢ атаһы» Иблис Әҙәм менән Һауа көндәренән алып кешеләрҙе алдай (Яхъя 8:44). Мәҫәлән, ул үлем һәм теге донъялағы тормош хаҡында ялған тәғлимәттәр тарата. Күп йолалар һәм хөрәфәттәр тап ошо тәғлимәттәргә нигеҙләнгән. Һөҙөмтәлә күп ҡәрҙәштәребеҙгә, берәй туғаны йә танышы үлгәндә, үҙ иманын яҡлар өсөн бар көстәрен һалып көрәшергә тура килә (Йәһ. 3).

2 Әгәр һеҙ шундай баҫымға дусар булһағыҙ, үлем тураһындағы хәҡиҡәтте яҡларға һеҙгә нимә ярҙам итер? (Ефес. 6:11). Берәй ҡәрҙәште Алла хупламаған йолаларҙа ҡатнаштырырға теләһәләр, беҙ уны нисек йыуата һәм нығыта алабыҙ? Был мәҡәләлә беҙ Изге Яҙманан ошо темаға бәйле кәңәштәрҙе ҡарап сығырбыҙ. Тәүҙә, әйҙәгеҙ, Изге Яҙмала үлем тураһында нимә әйтелгәнен иҫкә төшөрәйек.

ҮЛЕМ ТУРАҺЫНДА ХӘҠИҠӘТ

3. Беренсе ялған нимәгә килтергән?

3 Алланың ниәте буйынса, кешеләр үлергә тейеш булмаған. Әммә, мәңге йәшәр өсөн, Әҙәм менән Һауаға Йәһүәгә буйһонорға кәрәк булған. Йәһүә уларға бындай ябай әмер биргән: «Яҡшылыҡ менән яуызлыҡты аңлау ағасына теймә, уның емешен ашама: әгәр ашаһаң — шул көндә үк үлерһең» (Баш. 2:16, 17). Ләкин Шайтан йылан аша Һауаға: «Юҡ, үлмәйһегеҙ», — тип әйткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Һауа уның ялған һүҙҙәренә ышанған һәм тыйылған емеште ашаған. Һуңыраҡ Әҙәм дә шул емеште ашаған (Баш. 3:4, 6). Шулай итеп гонаһ менән үлем кеше тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө булып киткән (Рим. 5:12).

4, 5. Иблис нисек кешеләрҙе алдауын дауам итә?

4 Алла киҫәткәнсә, Әҙәм менән Һауа үлгән. Әммә Иблис үлем тураһында ялған таратыуҙан туҡтамаған. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ул башҡа ялған тәғлимәттәр уйлап сығарған. Мәҫәлән, имеш, кеше үлгәндән һуң, уның үлемһеҙ йәне теге донъяла йәшәүен дауам итә. Быуаттар дауамында иҫәпһеҙ күп кеше төрлөсә аңлатылған был ялған тәғлимәткә ышанып алдана (1 Тим. 4:1).

5 Ни өсөн шул тиклем күп кеше был ялғанға ышана? Иблис, кешеләрҙе алдар өсөн, уларҙың үлемгә ҡарата тәбиғи хистәрен ҡуллана. Мәңге йәшәү өсөн барлыҡҡа килтерелгәнгә, беҙ үлергә теләмәйбеҙ (Вәғ. 3:11). Беҙ үлемде дошман тип һанайбыҙ (1 Кор. 15:26).

6, 7. а) Шайтан үлем тураһындағы хәҡиҡәтте йәшерә алғанмы? Аңлатығыҙ. б) Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт беҙҙе үлемгә бәйле кәрәкһеҙ ҡурҡыуҙарҙан нисек азат итә?

6 Күпме генә тырышлыҡтар һалһа ла, Иблис үлем тураһында хәҡиҡәтте йәшерә алмаған. Бөгөн үлем тураһында хәҡиҡәт һәм үлгәндәр өсөн өмөт хаҡындағы хәбәр тиңһеҙ масштабта таратыла (Вәғ. 9:5, 10; Ғәм. 24:15). Был белемдәр беҙҙе йыуата, шулай уҡ үлемгә бәйле ҡурҡыуҙарыбыҙҙы һәм шиктәребеҙҙе тарата. Мәҫәлән, беҙ үлгәндәрҙән ҡурҡмайбыҙ һәм, үлгән яҡындарыбыҙ ғазапланмаймы икән, тип борсолмайбыҙ. Беҙ үлгәндәрҙең йәшәүҙән туҡтауын һәм башҡаларға зыян килтерә алмауын беләбеҙ. Уларҙың хәле тәрән йоҡоға талған кешенекенә оҡшаш (Яхъя 11:11—14). Беҙ шуны ла беләбеҙ: үлгәндәр өсөн ваҡыт туҡтай, шунлыҡтан, терелтеү ваҡыты башланғас, хатта йөҙәрләгән йылдар элек үлгән кешеләргә лә был ваҡыт күҙ асып йомған ара ғына булып тойолор.

7 Ризалашырһығыҙҙыр, үлгән кешеләрҙең хәле тураһында хәҡиҡәт ябай, аңлайышлы һәм төплө. Ул Шайтандың эҙмә-эҙлекһеҙ ялған тәғлимәттәренән бөтөнләй айырылып тора! Иблис, үҙенең ялған тәғлимәттәрен ҡулланып, кешеләрҙе юлдан яҙҙырып ҡына ҡалмай, ә шулай уҡ Барлыҡҡа килтереүсегә яла яға. Иблистең ни тиклем ҙур зыян килтереүен яҡшыраҡ аңлар өсөн, әйҙәгеҙ, бындай һорауҙарҙы ҡарап сығайыҡ: Шайтандың ялғаны Йәһүәне нисек хурлай? Был ялған нисек Мәсихтең йолом ҡорбанына ышанысыбыҙҙы ҡаҡшата? Был ялған нисек кешеләрҙең ҡайғы-хәсрәттәрен арттыра?

ШАЙТАНДЫҢ ЯЛҒАНЫ КҮП ЗЫЯН КИЛТЕРӘ

8. Иремия 19:5-тән күренеүенсә, Иблистең үлемгә ҡағылышлы ялғаны Йәһүәне нисек хурлай?

8 Шайтандың ялғаны Йәһүәне хурлай. Мәҫәлән, бындай ялған тәғлимәт бар: имеш, үлгән кешеләр утлы тамуҡта ғазаплана. Был тәғлимәт Йәһүәгә яла яға! Нисек итеп? Ул ҡайғыртыусан Аллаға Иблискә хас булған сифаттарҙы таға (1 Яхъя 4:8). Был һеҙҙә ниндәй хистәр уята? Ә тағы ла мөһимерәге, был Йәһүәлә ниндәй хистәр уята? Ул бит йәбер-золомдоң бөтә төрҙәрен дә нәфрәт итә. (Иремия 19:5-те уҡығыҙ *.)

9. Ни өсөн Иблистең ялғаны Мәсихтең Яхъя 3:16 һәм 15:13-тә тасуирланған йолом ҡорбанына ышанысыбыҙҙы ҡаҡшата ала?

9 Шайтандың ялғаны Мәсихтең йолом ҡорбанына ышанысыбыҙҙы ҡаҡшата (Матф. 20:28). Иблис шулай уҡ, кешеләрҙең үлемһеҙ йәне бар, тигән ялған тарата. Ысынлап та шулай булһа, һәр кеше мәңгелек тормошҡа инде эйә булған булыр ине. Ул саҡта, кешеләр мәңге йәшәй алһын өсөн, Ғайсаға үҙ ғүмерен йолом итеп бирергә кәрәк тә булмаҫ ине. Шуны онотмағыҙ: Мәсихтең ҡорбаны — кешелеккә ҡасан да булһа күрһәтелгән иң бөйөк яратыу сағылышы. (Яхъя 3:16; 15:13-тө уҡығыҙ.) Был бөйөк бүләктең әһәмиәтен төшөргән ялған тәғлимәттәр Йәһүә менән Ғайсала ниндәй хистәр уятҡанын күҙ алдына ғына килтерегеҙ!

10. Шайтандың үлемгә ҡағылышлы ялғаны кешеләрҙең ҡайғы-хәсрәттәрен нисек арттыра?

10 Шайтандың ялғаны кешеләрҙең ҡайғы-хәсрәттәрен арттыра. Балаһын юғалтҡан ата-әсәгә ҡайһы саҡта, Алла балағыҙҙы күктә фәрештә итер өсөн үҙенә алған, тип әйтәләр. Был ялған һүҙҙәр уларҙың ҡайғыһын еңеләйтәме йә арттырамы? Утлы тамуҡ тураһындағы ялған тәғлимәт кеше язалауҙы, шул иҫәптән сиркәүгә ҡаршы сыҡҡан еретиктарҙы утта яндырыуҙы аҡлар өсөн ҡулланылған. «Испан инквизицияһы» тигән китапта яҙылғанса, шундай аяуһыҙ эштәрҙә ҡатнашҡан ҡайһы бер кешеләр, күрәһең, еретиктар «мәңгелек тамуҡтың утын татып ҡарап» үлгәнгә тиклем тәүбә итергә һәм тамуҡтан ҡотолоп ҡалырға мөмкин, тип ышанған. Бөгөн күп кенә илдәрҙә кешеләр үлгән ата-бабаларына табына, уларҙы ололай йә уларҙан фатиха алырға ынтыла. Башҡа илдәрҙә иһә кешеләр, үлгән ата-бабалары зыян килтермәһен өсөн, уларҙың күңелен йомшартырға тырыша. Әммә Иблистең ялғанына нигеҙләнгән ышаныуҙар һәм йолалар ысын йыуаныс килтермәй, ә, киреһенсә, кәрәкһеҙ борсолоуҙар һәм ҡурҡыуҙар ғына тыуҙыра.

ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ ХӘҠИҠӘТТЕ НИСЕК ЯҠЛАРҒА?

11. Туғандар йә дуҫтар, яҡшы ниәттәрҙән сығып, беҙгә нисек баҫым яһай ала?

11 Туғандар йә дуҫтар беҙҙе Изге Яҙмаға ҡаршы килгән йолаларҙа ҡатнаштырырға тырышҡанда ла, Алланы һәм уның Һүҙен яратыу беҙгә Йәһүәгә тыңлаусан булып ҡалырға көс бирә. Улар беҙҙе, мәрхүмде яратмайһың йә хөрмәт итмәйһең, тип оялтырға мөмкин. Йәки, шундай тәртибең арҡаһында мәрхүм беҙгә зыян килтерә ала, тип әйтергә мөмкин. Ундай осраҡтарҙа Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте нисек яҡлап була? Әйҙәгеҙ, Алла Һүҙенән бер нисә принцип ҡарап сығайыҡ.

12. Үлемгә бәйле ниндәй йолалар һәм ышаныуҙар Изге Яҙмаға ҡаршы килә?

12 Изге Яҙмаға ҡаршы килгән йолаларҙан ситтә тороғоҙ (2 Кор. 6:17). Кариб утрауҙарында йәшәгән бер халыҡта бындай хөрәфәт таралған: имеш, кеше үлгәндән һуң, уның рухы тереләр араһында йөрөй һәм элек үҙе менән насар мөғәмәлә иткән кешеләргә яза бирә. Бер белешмәлә әйтелгәнсә, был рух хатта «бөтөн ҡәбиләгә зыян килтерергә» мөмкин. Ә Африкала үлгән кешенең өйөндә көҙгөләрҙе ҡаплайҙар һәм уның фотоларын стена яғына бороп ҡуялар. Ни өсөн? Сөнки, үлгән кеше үҙен күрергә тейеш түгел, тип һанайҙар. Йәһүәнең хеҙмәтселәре булараҡ, беҙ ундай хөрәфәттәргә ышанмайбыҙ һәм Шайтандың ялғаны менән бәйле йолаларҙа ҡатнашмайбыҙ (1 Кор. 10:21, 22).

Изге Яҙманы тәрәнтен тикшереү һәм хәҡиҡәттә булмаған туғандар менән асыҡ аралашыу күп ауырлыҡтарҙан һаҡлай (13, 14-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

13. Берәй йолала ҡатнашырғамы, юҡмы тип шикләнһәгеҙ, Яҡуб 1:5 буйынса, нимә эшләргә кәрәк?

13 Берәй йоланың Изге Яҙмаға ҡаршы киләме, юҡмы икәнлегенә шикләнһәгеҙ, Йәһүәнән зирәклек һорап доға ҡылығыҙ. (Яҡуб 1:5-те уҡығыҙ.) Шунан баҫмаларыбыҙ ярҙамында тикшереү үткәрегеҙ. Кәрәк булһа, йыйылыш өлкәндәре менән кәңәшләшегеҙ. Улар һеҙгә нимә эшләргә икәнен әйтмәҫ, шулай ҙа Изге Яҙманан һеҙҙең осраҡта ҡулланырлыҡ принциптар табырға ярҙам итер, мәҫәлән, ошо мәҡәләлә ҡаралған принциптарҙы иҫегеҙгә төшөрөр. Бөтә был аҙымдарҙы яһап, һеҙ «яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға» өйрәнерһегеҙ (Евр. 5:14).

14. Кешеләр өсөн абыныу ташы булмаҫҡа беҙгә нимә ярҙам итер?

14 «Бөтөнөһөн дә Алла даны өсөн башҡарығыҙ. ...Ҡаршылыҡ [йәғни абыныу ташы] булып тормағыҙ» (1 Кор. 10:31, 32). Берәй йолала ҡатнашырғамы, юҡмы икәнен ҡарар иткәндә, беҙ үҙебеҙгә бындай һорау бирергә тейеш: «Ҡарарым башҡаларҙың, ә айырыуса ҡәрҙәштәрҙең выжданына нисек тәьҫир итер?» Беҙ бер кем өсөн дә абыныу ташы булырға теләмәҫ инек (Марк 9:42). Өҫтәүенә, беҙ хәҡиҡәттә булмаған кешеләрҙе рәнйетергә теләмәйбеҙ. Яратыу беҙҙе улар менән ихтирамлы итеп һөйләшергә һәм уларҙың хистәрен иҫәпкә алырға дәртләндерер, ә был, үҙ сиратында, Йәһүәгә дан килтерер. Әлбиттә, беҙ кешеләр менән әрләшергә йә уларҙың йолаларынан мыҫҡыллап көлөргә тейеш түгел. Шуны онотмағыҙ: яратыу ҙур көскә эйә! Ҡаршы килеүселәргә яратыу сағылдырып, беҙ хатта уларҙың күңелдәрен йомшарта алабыҙ.

15, 16. а) Ни өсөн башҡаларға ҡараштарығыҙ тураһында алдан әйтеп ҡуйыу аҡыллы булыр ине? Миҫал килтерегеҙ. б) Беҙ Павелдың Римдарға 1:16-лағы һүҙҙәрен нисек ҡуллана алабыҙ?

15 Башҡаларға Йәһүә шаһиты булыуығыҙҙы алдан әйтеп ҡуйығыҙ (Ишағ. 43:10). Туғандарығыҙ һәм таныштарығыҙ Йәһүәгә хеҙмәт итеүегеҙҙе алдан белһә, һеҙгә көсөргәнешле хәлдәрҙе кисереп сығыуы, моғайын, еңелерәк булыр. Мозамбикта йәшәгән Франсишку былай тип яҙа: «Хәҡиҡәтте белгәс, беҙ ҡатыным Каролина менән туғандарыбыҙға мәрхүмдәргә бүтән табынмаясағыбыҙҙы әйттек. Каролинаның апаһы үлгәс, тәүәккәллегебеҙ һыналды. Беҙҙең яҡтарҙа шундай йола бар: мәйетте йыуалар ҙа һыуҙы түгәләр, ә шунан мәрхүмдең иң яҡын туғаны һыуҙы түккән ерҙә өс төн йоҡларға тейеш. Кешеләр, шулай эшләп мәрхүмдең рухын тынысландырырға була, тип ышана. Туғандарыбыҙ, был йоланы Каролина үтәр, тип көткән».

16 Франсишку менән Каролина нисек эш иткән? Франсишку былай тип бүлешә: «Йәһүәне яратҡанға һәм уны ҡыуандырырға теләгәнгә, беҙ был йолала ҡатнашыуҙан баш тарттыҡ. Каролинаның туғандары бик ныҡ асыуланды. Улар беҙҙе мәрхүмде хөрмәт итмәүҙә ғәйепләне, шулай уҡ, һеҙгә бүтән килмәйәсәкбеҙ һәм ярҙам итмәйәсәкбеҙ, тип әйтте. Беҙ уларға ҡараштарыбыҙҙы алдан аңлатҡан инек, шуға күрә улар асыуланған саҡта бер нәмә лә әйтмәҫкә булдыҡ. Ҡайһы бер туғандар хатта, улар үҙ ҡараштарын беҙгә аңлатҡайны бит, тип беҙҙе яҡлашты. Ваҡыт уҙыу менән Каролинаның туғандары тынысланды, һәм беҙ улар менән татыулаштыҡ. Уларҙың ҡайһы берҙәре хатта, беҙгә килеп, Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әҙәбиәт һораны». Әйҙәгеҙ, бер ҡасан да Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте яҡларға оялмайыҡ! (Римдарға 1:16-ны уҡығыҙ.)

ҠАЙҒЫРҒАН КЕШЕЛӘРҘЕ ЙЫУАТЫҒЫҘ ҺӘМ НЫҒЫТЫҒЫҘ

Ысын дуҫтар яҡын кешеһен юғалтҡан ҡәрҙәштәрҙе йыуата һәм нығыта (17—19-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

17. Ҡайғырған ҡәрҙәшебеҙгә ысын дуҫ булырға беҙгә нимә ярҙам итер?

17 Имандашыбыҙ яҡын кешеһен юғалтҡанда, беҙ «ысын дуҫ», «бәхетһеҙлеккә осрағанда уға яҡын туған» булырға тейеш (Ғиб. һүҙ. 17:17). Ҡайғырған ҡәрҙәшебеҙгә нисек ысын дуҫ булырға? Туғандары уны Алла хупламаған йолаларҙа ҡатнаштырырға тырышһа, уны нисек нығытып була? Был йәһәттән беҙгә Изге Яҙманан ике принцип ярҙам итер.

18. Ни өсөн Ғайса илаған, һәм беҙ уның миҫалынан нимәгә өйрәнә алабыҙ?

18 «Илағандар менән бергә илағыҙ» (Рим. 12:15). Беҙ ҡайғырған кешегә нимә әйтергә лә белмәҫкә мөмкин. Ҡайһы саҡта күҙ йәштәре һүҙҙәрҙән дә ҙурыраҡ көскә эйә. Ғайсаның дуҫы Лазарь үлгәс, Мәрйәм менән Марфа һәм башҡа кешеләр һыҡтап илаған. Дүрт көн үткәндән һуң, Ғайса килгән. Лазарҙы терелтәсәген белһә лә, ул барыбер илап ебәргән (Яхъя 11:17, 33—35). Шулай итеп Ғайса Йәһүәнең нимә хис итеүен күрһәткән. Ғайсаның күҙ йәштәре шулай уҡ уның был ғаиләне ни тиклем ныҡ яратыуын күрһәткән, һәм был, һис шикһеҙ, Мәрйәм менән Марфаны бик йыуатҡан. Шуның шикелле, ҡәрҙәштәр, беҙҙең яратыуҙы һәм ҡайғыртыуҙы тойоп, үҙҙәренең яңғыҙ булмауын аңлай.

19. Ҡайғырған кешене йыуатҡанда, Вәғәзсе 3:7-ләге принципты нисек ҡулланып була?

19 «Өндәшмәү ваҡыты бар һәм һөйләү ваҡыты бар» (Вәғ. 3:7). Ҡайғырған ҡәрҙәште йыуатыр өсөн тағы бер ысул — иғтибар менән тыңлау. Уға күңелен бушатырға бирегеҙ һәм, дыуамал һүҙҙәр әйтһә, үпкәләмәгеҙ (Әйүп 6:2, 3). Хәҡиҡәттә булмаған туғандары баҫым яһағанға, ул ҙур стресс кисерергә мөмкин. Уның менән бергә доға ҡылығыҙ. «Доғаларҙы тыңлаусы» Йәһүәнән көс биреүен һәм айыҡ ҡараш һаҡларға ярҙам итеүен һорағыҙ (Зәб. 65:2). Урынлы булһа, шул ҡәрҙәш менән бергә Изге Яҙманан өҙөк йәки баҫмаларыбыҙҙан берәй мәҡәлә, мәҫәлән, рухландырғыс биография уҡығыҙ.

20. Киләһе мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

20 Беҙ үлгәндәрҙең ниндәй хәлдә булғанын һәм уларҙы ниндәй киләсәк көткәнен белеүебеҙгә бик шатбыҙ! (Яхъя 5:28, 29). Әйҙәгеҙ, һүҙҙәребеҙ һәм эштәребеҙ менән Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте ҡыйыу рәүештә яҡлайыҡ һәм, һәр мөмкинлектән файҙаланып, башҡаларға уның хаҡында һөйләйек. Киләһе мәҡәләлә Шайтандың кешеләрҙе рухи ҡараңғылыҡта тотор өсөн ҡулланған тағы бер ысулы — спиритизм ҡаралыр. Беҙ ендәрҙең был тоҙағы менән бәйле эштәрҙән һәм күңел асыуҙарҙан ситтә тороу ни өсөн мөһим икәнен белербеҙ.

24-СЕ ЙЫР Йәһүә тауына килегеҙ

^ 5 абз. Шайтан Иблис һәм уның ендәре, үлем тураһында ялған тәғлимәттәр таратып, кешеләрҙе алдай. Был тәғлимәттәр арҡаһында Изге Яҙмаға ҡаршы килгән йолалар киң таралған. Башҡалар беҙҙе шул йолаларҙа ҡатнаштырырға тырышырға мөмкин. Был мәҡәләлә ундай осраҡтарҙа Йәһүәгә тоғро булып ҡалыр өсөн нимә эшләп булғаны ҡарала.

^ 8 абз. Иремия 19:5: «Улар, улдарын Ваалға тулайым яндырыу ҡорбандары итеп утта яндырыр өсөн, Ваал бейеклектәрен төҙөй. Мин быны эшләргә ҡушманым, бының тураһында әйтмәнем, һәм был һис ҡасан хатта уйыма ла килмәне».

^ 56 абз. РӘСЕМДӘ: Йәһүә шаһиттары ғәзиз кешеһен юғалтҡан туғанын йыуата.

^ 58 абз. РӘСЕМДӘ: ерләүгә бәйле йолаларҙың ҡайҙан килеп сыҡҡанын тикшергәс, ағай-ҡәрҙәш туғандарына үҙенең ҡараштарын ипле генә аңлата.

^ 60 абз. РӘСЕМДӘ: йыйылыш өлкәндәре яҡын кешеһен юғалтҡан ағай-ҡәрҙәште йыуата.