Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

15-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Вәғәздә осраған кешеләргә ҡарашығыҙ ниндәй?

Вәғәздә осраған кешеләргә ҡарашығыҙ ниндәй?

«Күтәрелеп ҡарағыҙ, баҫыуҙар ағарып, ураҡҡа өлгөргән инде!» (ЯХЪЯ 4:35).

64-СЕ ЙЫР Уңыш урыуҙа шатланып ҡатнашабыҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. Яхъя 4:35, 36-лағы һүҙҙәрҙе әйткәндә, Ғайса нимәне күҙ уңында тотҡан?

ГАЛИЛЕЯҒА китеп барғанда, Ғайса Мәсих, күрәһең, арпа үҫкән йәшел баҫыуҙар аша үткән (Яхъя 4:3—6). Ураҡ ваҡыты башланғанға тиклем әле дүрт ай самаһы булған. Шуға күрә, Ғайса: «Күтәрелеп ҡарағыҙ, баҫыуҙар ағарып, ураҡҡа өлгөргән инде!» — тип әйткәс, шәкерттәр, моғайын, ғәжәпләнгәндер. (Яхъя 4:35, 36-ны уҡығыҙ.) Ул нимәне күҙ уңында тотҡан?

2 Күрәһең, Ғайса арпа йыйыу тураһында түгел, ә кешеләр йыйыу тураһында әйткән. Бынан алда булған хәлдәргә иғтибар итәйек. Ғәҙәттә, самарияндар йәһүдтәр менән аралашмаһа ла, Ғайса шул халыҡтан булған бер ҡатынға вәғәзләгән, һәм ул Ғайсаны тыңлаған! Шул ҡатын башҡа самарияндарға Ғайса тураһында һөйләгәс, улар ҡыҙыҡһынып уның янына килергә булған. Улар әле юлда булғанда, Ғайса баҫыуҙар ағарғаны тураһында әйткән дә (Яхъя 4:9, 39—42). Бер Изге Яҙма белгесе Ғайса менән булған был осраҡ тураһында былай тигән: «Кешеләрҙең Ғайса янына ашҡынып килеүе... уларҙың өлгөргән игенгә оҡшаш булыуын күрһәткән».

Кешеләргә «ураҡҡа өлгөргән» игенгә ҡарағандай ҡараһаҡ, был хеҙмәтебеҙҙә нисек сағылыр? (3-сө абзацты ҡарағыҙ.)

3. Кешеләргә Ғайса һымаҡ ҡараһағыҙ, был вәғәзләү рәүешегеҙгә нисек тәьҫир итер?

3 Ә һеҙҙең вәғәздә осраған кешеләргә ҡарашығыҙ ниндәй? Һеҙ уларға ураҡҡа өлгөргән игенгә ҡарағандай ҡарайһығыҙмы? Улайһа, был хеҙмәтегеҙҙә нисек сағылыр? Беренсенән, һеҙ ашҡыныбыраҡ вәғәзләрһегеҙ. Ураҡ ваҡыты ҡыҫҡа булғанға, ваҡытты бушҡа сарыф итмәү бик мөһим. Икенсенән, кешеләрҙең һөйөнөслө хәбәрҙе тыңлауын күреп күп шатлыҡ кисерерһегеҙ. Изге Яҙмала, «кешеләр ураҡ өҫтөндә» шатлана, тиелә (Ишағ. 9:3). Өсөнсөнән, һәр кешегә буласаҡ ҡәрҙәшкә ҡараған һымаҡ ҡарарһығыҙ, шунлыҡтан инеш һүҙҙәрегеҙҙе кешеләрҙең ҡыҙыҡһыныуҙарына тура килтерерһегеҙ.

4. Беҙ илсе Павелдан нимәгә өйрәнербеҙ?

4 Ғайсаның ҡайһы бер шәкерттәре, самарияндар бер ваҡытта ла һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул итмәйәсәк, тип уйлағандыр. Әммә Ғайса башҡа ҡарашта торған. Ул самарияндарға үҙенең буласаҡ шәкерттәренә ҡарағандай ҡараған. Беҙгә лә территориябыҙҙағы кешеләргә буласаҡ мәсихселәргә ҡараған кеүек ҡарарға кәрәк. Илсе Павел беҙгә бик яҡшы үрнәк ҡалдырған. Беҙ унан нимәгә өйрәнә алабыҙ? Был мәҡәләлә беҙ бындай һорауҙарға яуап алырбыҙ: 1) Павел кешеләрҙең ҡараштары тураһында ҡайҙан белгән? 2) Ул уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын нисек билдәләгән? 3) Кешеләргә Ғайсаның шәкерттәренә ҡараған кеүек ҡарарға уға нимә ярҙам иткән?

КЕШЕЛӘР НИМӘГӘ ЫШАНА?

5. Ни өсөн Павел йәһүдтәрҙе яҡшы аңлаған?

5 Павел йыш ҡына йәһүдтәрҙең синагогаларында вәғәзләгән. Мәҫәлән, Фессалоника синагогаһында ул «өс шәмбе рәттән йәһүдтәр менән Изге Яҙмаларҙа әйтелгәндәр тураһында» әңгәмә ҡорған (Ғәм. 17:1, 2). Павел, күрәһең, синагогала үҙен иркен хис иткән. Ул бит йәһүд динендә үҫкән (Ғәм. 26:4, 5). Ул йәһүдтәрҙе бик яҡшы аңлаған, шунлыҡтан еңел генә улар менән уртаҡ тел таба алған (Флп. 3:4, 5).

6. Афинаның баҙар майҙанындағы кешеләр синагогалағы кешеләрҙән нимә менән айырылып торған?

6 Эҙәрләүҙәр арҡаһында тәүҙә Фессалониканан, ә һуңынан Вериянан ҡасырға тура килгәс, Павел Афинаға киткән. Унда ла «ул ғибәҙәтханала йәһүдтәр һәм Аллаға хөрмәт күрһәтеүсе бүтән кешеләр менән» әңгәмә ҡорған (Ғәм. 17:17). Әммә баҙар майҙанында вәғәзләгәндә, ул бөтөнләй икенсе ҡарашта торған кешеләр — фәлсәфәселәр һәм йәһүд булмағандар менән һөйләшкән. Улар өсөн Павелдың хәбәре «яңы тәғлимәт» булған. Улар уға: «Һин бит сәйер һүҙҙәр һөйләйһең», — тигән (Ғәм. 17:18—20).

7. Ғәмәлдәр 17:22, 23 буйынса, афиндарға вәғәзләгәндә, Павел үҙенең инеш һүҙҙәрен нисек үҙгәрткән?

7 Ғәмәлдәр 17:22, 23-тө уҡығыҙ. Павел афиндарға йәһүдтәргә вәғәзләгән кеүек вәғәзләмәгән. Моғайын, ул: «Афиндағы кешеләр нимәгә ышана?» — тип уйланғандыр. Ул, тирә-яғына ҡаранып, ундағы кешеләрҙең ниндәй дини йолалар тотҡанына иғтибар иткән. Шунан Павел уларҙың дине менән Яҙмаларҙағы хәҡиҡәттәр араһында уртаҡ яҡтар табырға тырышҡан. Бер Изге Яҙма белгесе былай тип яҙған: «Йәһүд халҡынан булған мәсихсе булараҡ, Павел мәжүси гректар йәһүдтәрҙең һәм мәсихселәрҙең „хаҡ“ Аллаһына табынмай икәнен белгән, әммә ул шул Алланың улар өсөн ят булмағанын күрһәтергә тырышҡан». Шулай итеп, Павел уларға ҡарата үҙ яйын табырға әҙер булған. Ул афиндарға, был хәбәр һеҙ табынған «Билдәһеҙ алланан» килә, тип әйткән. Улар Яҙмалар менән таныш булмаһа ла, Павел уларға ҡул һелтәмәгән. Ул афиндарға ураҡҡа өлгөргән игенгә ҡарағандай ҡараған һәм һөйөнөслө хәбәрҙе уларҙы йәлеп итерлек итеп һөйләгән.

Павел кеүек, күҙәтеүсән булығыҙ, кешеһенә ҡарап инеш һүҙҙәрҙе үҙгәртегеҙ һәм кешеләргә буласаҡ ҡәрҙәштәргә ҡарағандай ҡарағыҙ (8, 12, 18-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

8. а) Территориябыҙҙағы кешеләрҙең нимәгә ышанғанын белер өсөн, нимә эшләп була? б) Минең үҙ динем бар, тигән кешегә нимә әйтергә була?

8 Павел кеүек, күҙәтеүсән булығыҙ. Территорияғыҙҙағы кешеләрҙең нимәгә ышанғанын күрһәткән нәмәләргә иғтибар итегеҙ. Кешенең йортона йә машинаһына ҡарап, уның хужаһы тураһында нимә әйтеп була? Исеме, кейеме, прическаһы йә хатта ниндәй һүҙҙәр ҡулланыуы уның дини ҡараштары тураһында нимә әйтә? Бәлки, ул һеҙгә, минең үҙ динем бар, тип туранан-тура әйтәлер. Ундай саҡтарҙа махсус пионер булып хеҙмәт иткән бер апай-ҡәрҙәш былай ти: «Мин һеҙгә үҙ ҡараштарымды тағыр өсөн килмәнем. Һеҙҙең менән ошондай темаға һөйләшергә генә теләгәйнем...»

9. Дини кеше менән ниндәй уртаҡ нигеҙ табып була?

9 Дини кеше менән ниндәй темаларға һөйләшеп була? Тәүҙә уртаҡ яҡтар табырға тырышығыҙ. Бәлки, ул берҙән-бер Аллаға ышаналыр йә Ғайса Мәсихтең пәйғәмбәр икәнен таныйҙыр. Ә, бәлки, ул тиҙҙән яуызлыҡтың юҡҡа сығасағына ышаналыр. Уртаҡ нигеҙ тапҡас, Изге Яҙмалағы хәбәрҙе кешене йәлеп итерлек итеп һөйләгеҙ.

10. Беҙ нимә эшләргә тырышырға тейеш һәм ни өсөн?

10 Шуны ла иҫтә тотоғоҙ: кеше үҙ диненең ҡайһы бер тәғлимәттәренә ышанмаҫҡа ла мөмкин. Шуға күрә, кешенең ниндәй диндә булғанын билдәләгәс, уның шәхси ҡараштарын белергә тырышығыҙ. Австралияла махсус пионер булып хеҙмәт иткән Дэвид ҡәрҙәш: «Бөгөн күптәр, үҙҙәренең дини ҡараштарынан тыш, төрлө фәлсәфәләргә лә ышана», — тип әйтә. Ә Албаниянан Дональта апай-ҡәрҙәш былай ти: «Үҙ динем бар, тигән ҡайһы бер кешеләр һуңыраҡ Аллаға бөтөнләй ышанмағандарын таный». Аргентинала миссионер булып хеҙмәт иткән бер ағай-ҡәрҙәш әйтеүенсә, ҡайһы берәүҙәр, Троицаға ышанғандары тураһында әйтһә лә, ысынында Ата, Улы һәм изге рух — бер Алла икәненә ышанмай. Шул ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Быны белһәң, кеше менән уртаҡ нигеҙ табыуы күпкә еңелерәк». Шуға күрә кешенең ысынында нимәгә ышанғанын белергә тырышығыҙ. Шул саҡта һеҙ, Павел кеүек, «бөтәһе өсөн барыһына» әйләнерһегеҙ (1 Кор. 9:19—23).

КЕШЕЛӘР НИМӘ МЕНӘН ҠЫҘЫҠҺЫНА?

11. Ғәмәлдәр 14:14—17-нән күренеүенсә, Павел нисек Листра халҡын ҡыҙыҡһындырырлыҡ итеп вәғәзләгән?

11 Ғәмәлдәр 14:14—17-не уҡығыҙ. Павел кешеләрҙең нимә менән ҡыҙыҡһынғанын белергә тырышҡан һәм шуға ҡарап телмәрен төҙөгән. Мәҫәлән, Листра халҡы Яҙмалар тураһында бер нәмә лә белмәгән, тип әйтеп була. Шуға күрә Павел һөйөнөслө хәбәрҙе уларға аңлайышлы итеп еткергән: мул уңыш урыу һәм тормоштан ҡыуаныс алып йәшәү тураһында һөйләгән. Ул тыңлаусылары еңел генә аңлай алған һүҙҙәр һәм миҫалдар ҡулланған.

12. Кешенең ҡыҙыҡһыныуҙарын нисек билдәләп була, һәм шуға ҡарап инеш һүҙҙәрҙе нисек үҙгәртергә?

12 Территорияғыҙҙағы кешеләрҙең нимә менән ҡыҙыҡһынғаны тураһында белергә тырышығыҙ һәм шуға ҡарап инеш һүҙҙәрегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Кешенең йорто янына килеп, уның ҡыҙыҡһыныуҙарын нисек билдәләп була һуң? Яуап шул уҡ: күҙәтеүсән булығыҙ. Бәлки, ул баҡсаһында эшләйҙер, китап уҡый, машинаһын ремонтлай йә башҡа эш менән мәшғүлдер. Урынлы булһа, һөйләшеү башлар өсөн шул шөғөл хаҡында берәй нәмә әйтегеҙ (Яхъя 4:7). Хатта кешенең кейеме лә уның тураһында нимәлер әйтә, мәҫәлән, уның милләтен, шөғөлөн йә яратҡан спорт командаһын билдәләргә ярҙам итә. Густаво исемле ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Мин 19 йәшлек егет менән һөйләшеү башланым. Уның футболкаһында бер күренекле йырсы төшөрөлгән ине. Мин унан шул хаҡта һораштырҙым, һәм ул ни өсөн шул йырсыны оҡшатҡанын һөйләп бирҙе. Был һөйләшеү Изге Яҙма өйрәнеүенә килтерҙе, һәм хәҙер ул беҙҙең ҡәрҙәшебеҙ».

13. Һеҙ нисек Изге Яҙма өйрәнеүен кешене ҡыҙыҡһындырырлыҡ итеп тәҡдим итә алаһығыҙ?

13 Кешегә Изге Яҙманы өйрәнергә тәҡдим иткәндә, быны ҡыҙыҡһындырырлыҡ итеп эшләгеҙ; өйрәнеү уға нисек ярҙам итә алғанын күрһәтегеҙ (Яхъя 4:13—15). Мәҫәлән, хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһынған бер ҡатын апай-ҡәрҙәшебеҙҙе өйөнә саҡырып кереткән. Шул ҡатындың стенаһында педагогика профессоры сертификатын күргәс, ҡәрҙәшебеҙ, беҙ ҙә кешеләрҙе Изге Яҙманы өйрәнеү курстарында һәм йыйылыш осрашыуҙарында өйрәтәбеҙ, тигән. Шул ҡатын өйрәнеүгә ризалашҡан, киләһе көндө йыйылыш осрашыуына барған һәм, күп тә үтмәҫтән, район конгресында булған. Бер йылдан һуң, ул һыуға сумдырылған. Үҙ-үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Ә мин барып йөрөгән кешеләремдең нимә менән ҡыҙыҡһынғанын беләмме? Изге Яҙма өйрәнеүе уларға ҡыҙыҡ булып күренһен өсөн, мин нимә әйтә алам?»

14. Өйрәнеү үткәргәндә, һәр кешенең үҙенсәлектәрен нисек иҫәпкә алырға?

14 Кеше менән өйрәнеү башлағандан һуң, һәр өйрәнеүгә әҙерләнегеҙ. Әҙерләнгәндә, кешенең ниндәй тәрбиә һәм белем алғанын, үткән тормошон һәм ҡыҙыҡһыныуҙарын иҫәпкә алығыҙ. Шулай уҡ, уға Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙе аңлатыр өсөн, ниндәй аяттарҙы, видеояҙмалар һәм миҫалдарҙы ҡулланырығыҙҙы ҡарар итегеҙ. Үҙегеҙгә бындай һорау бирегеҙ: «Өйрәнеүсемдең күңеленә айырыуса нимә яҡын һәм нимә уны нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра?» (Ғиб. һүҙ. 16:23). Албанияла Флора исемле апай-ҡәрҙәш бер ҡатын менән өйрәнеү башлаған. Был ҡатын терелтелеү тураһындағы тәғлимәтте ҡабул итә алмаған. Флора уға баҫым яһамаған. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Мин, уға тәүҙә үлгәндәрҙе терелтергә вәғәҙә иткән Алланы яҡшыраҡ белергә кәрәк, тип уйланым». Шул ваҡыттан алып Флора һәр өйрәнеүҙә Йәһүәнең беҙҙе ни тиклем ныҡ яратҡанына, уның аҡыллы һәм көслө булғанына иғтибар иткән. Һуңыраҡ шул өйрәнеүсе терелтеүгә теләп ышанған. Хәҙер ул хеҙмәт менән янып торған Йәһүә шаһиты.

КЕШЕЛӘРГӘ БУЛАСАҠ ҠӘРҘӘШТӘРГӘ ҠАРАҒАНДАЙ ҠАРАҒЫҘ

15. Ғәмәлдәр 17:16—18 буйынса, афиндарҙың ниндәй тәртибе Павелды борсоған, әммә ни өсөн ул уларға ҡул һелтәмәгән?

15 Ғәмәлдәр 17:16—18-ҙе уҡығыҙ. Афиндар боттарға табынған, мәжүси фәлсәфәләргә ышанған һәм енси аҙғынлыҡҡа бирелгән булған. Шуға ҡарамаҫтан, Павел, афиндар бер ҡасан да хәҡиҡәткә килмәйәсәк, тип уйламаған. Хатта уларҙың ҡаты һүҙҙәре лә уны үпкәләтмәгән. Ул үҙе лә «иман тотоусыларҙы эҙәрлекләгән тәкәббер кеше» булған, әммә ул мәсихсе булып киткән (1 Тим. 1:12, 13). Ғайса Павелда үҙенең буласаҡ шәкертен күргән кеүек, Павел да афиндарға буласаҡ ҡәрҙәштәргә ҡарағандай ҡараған. Һәм уның өмөттәре аҡланған (Ғәм. 9:13, 15; 17:34).

16, 17. Хәҡиҡәт юлына төрлө кешеләр баҫа алғаны нимәнән күренә? Миҫал килтерегеҙ.

16 Беренсе быуатта төрлө кешеләр Ғайсаның шәкерттәре булып киткән. Грециялағы Коринф ҡалаһында йәшәгән мәсихселәргә хат яҙғанда, Павел уларҙың ҡайһы берҙәренең элек енәйәтселәр булғанын йә бик аҙғын тормош алып барғанын телгә алған һәм былай тип өҫтәгән: «Һеҙҙең ҡайһы берҙәрегеҙ бына шундайҙарҙан ине. Әммә... йыуылып таҙарындығыҙ» (1 Кор. 6:9—11). Әгәр һеҙ шундай кешеләрҙе осратһағыҙ, уларҙың, үҙгәреп, шәкерттәр булып китә алғанына ышаныр инегеҙме?

17 Бөгөн дә төрлө кешеләр, кәрәкле үҙгәрештәр яһап, Ғайсаның шәкерттәре булып китә. Австралияла махсус пионер булып хеҙмәт иткән Юкина исемле апай-ҡәрҙәш быға үҙ тәжрибәһендә инанған. Бер тапҡыр ул күсемһеҙ милек офисында киң кейем кейгән һәм татуировкалар яһатҡан йәш ҡатынды күргән. «Тәүҙә мин уға вәғәзләргәме, юҡмы тип шикләнеп торҙом, — ти Юкина. — Әммә шунан уның менән һөйләшергә булдым һәм шуны белдем: ул Изге Яҙма менән шул тиклем ҡыҙыҡһына, хатта бер нисә татуировкаһында Зәбур китабынан аяттар яҙҙыртҡан!» Шул ҡатын Изге Яҙманы өйрәнергә ризалашҡан һәм йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй башлаған *.

18. Ни өсөн беҙ кешеләрҙе хөкөм итергә тейеш түгел?

18 Кешеләрҙе ураҡҡа өлгөргән иген менән сағыштырғанда, Ғайса, күпселек кеше хәҡиҡәтте ҡабул итер, тип әйтергә теләгәнме? Һис тә юҡ. Яҙмаларҙа, Ғайсаға иман иткән кешеләр әллә ни күп булмаҫ, тип алдан әйтелгән булған (Яхъя 12:37, 38). Бынан тыш, Ғайса кешеләрҙең күңелендә нимә булғанын күрә алған (Матф. 9:4). Үҙенә эйәрергә теләгән кешеләргә күп иғтибар бүлһә лә, Ғайса, бар көсөн һалып, бөтә кешегә лә вәғәзләгән. Беҙ, унан айырмалы рәүештә, кешеләрҙең йөрәктәрен күрмәйбеҙ, шунлыҡтан беҙгә участкабыҙҙа йәшәүселәрҙе йә ниндәйҙер бер конкрет кешене хөкөм итмәү айырыуса мөһим! Беҙ, киреһенсә, кешеләргә буласаҡ ҡәрҙәштәргә ҡарағандай ҡарарға тейеш. Буркина-Фасо илендә миссионер булып хеҙмәт иткән Марк ҡәрҙәш былай ти: «Йыш ҡына мин, рухи яҡтан үҫер, тип уйлаған кешеләр Изге Яҙма өйрәнеүен ҡалдыра. Ә өмөтһөҙ булып күренгән кешеләр, киреһенсә, рухи уңыштарға өлгәшә. Шуға күрә үҙ белдегемә түгел, ә Йәһүәнең рухына таяныу күпкә яҡшыраҡ икәнен аңланым».

19. Беҙ территориябыҙҙа йәшәгән кешеләргә нисек ҡарарға тейеш?

19 Тәү ҡарашҡа, территориябыҙҙа өлгөргән игенгә оҡшаған кешеләр күп түгел һымаҡ тойолорға мөмкин. Әммә Ғайсаның үҙ шәкерттәренә нимә әйткәнен иҫкә төшөрәйек: баҫыуҙар ағарған, йәғни ураҡҡа әҙер. Кешеләр, үҙгәреп, Ғайсаның шәкерттәре булып китә ала. Йәһүә ундай кешеләрҙе «ҡиммәтле» тип һанай (Агг. 2:7). Вәғәздә осраған кешеләргә Йәһүә һәм Ғайса Мәсих кеүек ҡараһаҡ, уларҙы яҡшыраҡ аңларға һәм уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары тураһында белергә тырышырбыҙ. Беҙ уларға сит кешеләргә ҡарағандай түгел, ә буласаҡ ҡәрҙәштәребеҙгә ҡараған һымаҡ ҡарарбыҙ.

57-СЕ ЙЫР Һәр төрлө кешегә вәғәзләйбеҙ

^ 5 абз. Кешеләргә ҡарашыбыҙ вәғәзләү рәүешебеҙгә нисек тәьҫир итә? Был мәҡәләлә беҙ Ғайса Мәсихтең һәм Павелдың миҫалдарына иғтибар итербеҙ: улар кешеләрҙең ҡараштарын һәм ҡыҙыҡһыныуҙарын иҫәпкә алған, шулай уҡ уларға буласаҡ шәкерттәргә ҡарағандай ҡараған. Беҙ нисек уларҙан өлгө ала алабыҙ?

^ 17 абз. Күберәк шундай миҫалдар табыр өсөн, «Изге Яҙма тормошто үҙгәртә» тигән рубрика аҫтында сыҡҡан мәҡәләләрҙе ҡарағыҙ. Был мәҡәләләр 2017 йылға тиклем сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы» журналдарында баҫтырылған ине. Ә хәҙер уларҙы jw.org® сайтында БЕҘҘЕҢ ТУРАЛА > ЙӘҺҮӘ ШАҺИТТАРЫНЫҢ БИОГРАФИЯЛАРЫ тигән һылтанма буйынса табып була.

^ 57 абз. РӘСЕМДӘ: өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләгәндә, ирле-ҡатынлы төрлө йорттар күрә. 1) Сәскәләр менән биҙәлгән йәмле йорт; 2) бәләкәй бала тәрбиәләгән ғаиләнең йорто; 3) эстән дә, тыштан да ҡаралмаған йорт; 4) дини кешеләр йәшәгән йорт. Һеҙҙеңсә, был йорттарҙың ҡайһыһында буласаҡ мәсихсе йәшәй?