Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

17-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

«Мин һеҙҙе дуҫтарым тип атаным»

«Мин һеҙҙе дуҫтарым тип атаным»

«Мин һеҙҙе дуҫтарым тип атаным, сөнки Атамдан ишеткәндәремдең барыһын да һеҙгә еткерҙем» (ЯХЪЯ 15:15).

13-СӨ ЙЫР Мәсих — беҙгә өлгө

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Берәйһе менән нисек дуҫлашып була?

БЕРӘЙҺЕ менән дуҫлашырға теләһәгеҙ, һеҙгә уның менән ваҡыт үткәрергә кәрәк. Аралашҡанда, бер-берегеҙ менән фекерҙәрегеҙҙе һәм хистәрегеҙҙе уртаҡлашҡанда, һеҙ яҡынлашып китәһегеҙ. Әммә Ғайса Мәсих менән дуҫлашыуы еңел түгел. Беҙгә нимә ҡамасаулай ала?

2. Беренсе ауырлыҡ ниндәй?

2 Беренсе ауырлыҡ — беҙҙең бер ҡасан да Ғайса Мәсих менән осрашҡаныбыҙ юҡ. Беренсе быуаттағы күп мәсихселәр ҙә шундай ауырлыҡ менән осрашҡан. Шулай ҙа илсе Петр: «Һеҙ Уны күрмәгән булһағыҙ ҙа, яратаһығыҙ; хәҙер ҙә, күрмәһәгеҙ ҙә, Уға ышанаһығыҙ», — тип яҙған (1 Пет. 1:8, 9). Тимәк, Ғайсаны күрмәһәк тә, беҙ уның менән яҡын дуҫтар булып китә алабыҙ.

3. Икенсе ауырлыҡ ниндәй?

3 Икенсе ауырлыҡ — беҙ Ғайса Мәсих менән һөйләшә алмайбыҙ. Доға ҡылғанда, беҙ Йәһүәгә мөрәжәғәт итәбеҙ. Эйе, беҙ Ғайса исеме хаҡына доға ҡылабыҙ, әммә доғала беҙ уның менән һөйләшмәйбеҙ. Ғайса беҙҙең үҙенә доға ҡылыуыбыҙҙы теләмәй ҙә. Ни өсөн? Сөнки доға — ғибәҙәттең өлөшө, ә ғибәҙәткә Йәһүә генә лайыҡ (Матф. 4:10). Шулай ҙа беҙ Ғайсаға яратыуыбыҙҙы күрһәтә алабыҙ.

4. Өсөнсө ауырлыҡ ниндәй, һәм был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

4 Өсөнсө ауырлыҡ — Ғайса Мәсих күктә йәшәй, шуға күрә беҙ уның менән ваҡыт үткәрә алмайбыҙ. Әммә, Ғайса янында булмаһаҡ та, беҙ уның тураһында күп нәмә белә алабыҙ. Был мәҡәләлә беҙ уның менән дуҫлығыбыҙҙы нығыта алған дүрт аҙымды ҡарап сығырбыҙ. Әммә тәүҙә, әйҙәгеҙ, ни өсөн уның менән дуҫлашыу шул тиклем мөһим икәнен беләйек.

НИ ӨСӨН ҒАЙСА МЕНӘН ДУҪЛАШЫУ БИК МӨҺИМ?

5. Ни өсөн Ғайса Мәсих менән дуҫлашыу мөһим? (« Ғайса менән дуҫлыҡ үҫтереп, Йәһүә менән дуҫлашабыҙ» һәм « Ғайсаның роленә дөрөҫ ҡараш» тигән рамкаларҙы ла ҡарағыҙ.)

5 Йәһүә менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙә булырға теләһәк, беҙгә Ғайсаның дуҫы булырға кәрәк. Ни өсөн шундай һығымта яһап була? Быға ике сәбәп бар. Беренсенән, Ғайса үҙенең шәкерттәренә былай тигән: «Мине яратҡанығыҙға... күрә, Атам Үҙе һеҙҙе ярата» (Яхъя 16:27). Бынан тыш, ул: «Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була», — тип әйткән (Яхъя 14:6). Ғайса менән дуҫлашмайынса, Йәһүәнең дуҫы булырға тырышыу йортҡа ишекте асмайынса керергә маташыуға тиң. Ғайса шуға оҡшаш сағыштырыу килтергән. Ул: «Мин — һарыҡтарға ҡапҡа», — тигән (Яхъя 10:7). Икенсенән, Ғайса Атаһының сифаттарын камил рәүештә сағылдырған. Ул үҙ шәкерттәренә: «Мине күргән кеше Атаны ла күргән була», — тип әйткән (Яхъя 14:9). Шуға күрә, Йәһүәне яҡшыраҡ белергә теләһәк, Ғайсаның тормошон өйрәнергә кәрәк. Ғайса тураһында күберәк белгән һайын, беҙ уны тағы ла нығыраҡ яратырбыҙ. Ә Ғайса менән дуҫлығыбыҙ нығынған һайын, уның Атаһына ҡарата яратыуыбыҙ тағы ла нығыраҡ тәрәнәйер.

6. Ғайса менән яҡшы мөнәсәбәттәр үҫтерер өсөн тағы ниндәй сәбәп бар? Аңлатығыҙ.

6 Доғаларыбыҙға яуап алырға теләһәк, беҙгә Ғайса менән яҡшы мөнәсәбәттәр үҫтерергә кәрәк. Шуға күрә «доғамды Ғайса Мәсих аша ҡабул ит» тип әйтеү генә әҙ. Беҙ Йәһүәнең, доғаларға яуап биргәндә, Ғайсаны нисек ҡулланғанын аңларға тейеш. Ғайса үҙенең илселәренә: «Исемемде әйтеп нимә генә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен», — тип әйткән (Яхъя 14:13). Әлбиттә, Йәһүә генә доғаларҙы тыңлай һәм уларға яуап бирә, шулай ҙа ул, үҙ ҡарарҙарын тормошҡа ашырыр өсөн, Ғайсаға хакимлыҡ биргән (Матф. 28:18). Бынан тыш, доғаларыбыҙға яуап бирер алдынан, Йәһүә Ғайсаның әмерҙәрен үтәйбеҙме, юҡмы икәнен иҫәпкә ала. Мәҫәлән, Ғайса былай тигән: «Һеҙ кешеләрҙең насар ғәмәлдәрен ғәфү итһәгеҙ, Күктәге Атағыҙ һеҙҙекен дә кисерер. Кешеләрҙең насар ғәмәлдәрен кисермәһәгеҙ инде, Күктәге Атағыҙ һеҙҙекен дә кисермәҫ» (Матф. 6:14, 15). Эйе, Йәһүә менән Ғайса беҙҙең менән нисек мөғәмәлә итә, беҙгә лә башҡалар менән шул рәүешсә мөғәмәлә итергә кәрәк!

7. Ғайсаның йолом ҡорбаны кемгә файҙа килтерәсәк?

7 Ғайса менән дуҫлашҡан кешеләр генә уның йолом ҡорбанынан файҙа аласаҡ. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? Ғайса «дуҫтары өсөн үҙенең йәнен» биргән (Яхъя 15:13). Ғайсаның тыуыуына тиклем йәшәгән тоғро кешеләргә лә уның тураһында белем алырға һәм уға ҡарата яратыу үҫтерергә кәрәк булыр. Алла Ибраһим, Сара, Муса һәм Рахав кеүек тәҡүә хеҙмәтселәрен терелтәсәк, әммә хатта уларға ла, мәңгелек тормошҡа эйә булыр өсөн, Ғайса менән дуҫлашырға кәрәк булыр (Яхъя 17:3; Ғәм. 24:15; Евр. 11:8—12, 24—26; Яҡ. 2:25).

8, 9. Яхъя 15:4, 5-тә аңлатылғанса, Ғайса менән дуҫлыҡ беҙгә ниндәй эште башҡарырға ярҙам итә, һәм ни өсөн уның менән берҙәмлектә ҡалыу мөһим?

8 Вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнашып, Ғайса менән хеҙмәттәшлек итеү беҙгә ҙур шатлыҡ килтерә. Ерҙә булғанда, Ғайса кешеләрҙе өйрәткән. Күккә ҡайтҡас та, ул, йыйылыштың башы булараҡ, вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эше менән етәкселек итеүен дауам иткән. Ғайса һеҙҙең мөмкин тиклем күберәк кешегә үҙе һәм Атаһы тураһында белем алырға ярҙам итеүегеҙҙе күрә һәм быны ҡәҙерләй. Ысынында, беҙ был эште Йәһүәнең һәм Ғайсаның ярҙамы менән генә башҡара алабыҙ. (Яхъя 15:4, 5-те уҡығыҙ.)

9 Шулай итеп, Алла Һүҙенән күренеүенсә, Йәһүәнең хуплауын алырға теләһәк, беҙгә Ғайса Мәсихкә ҡарата яратыу үҫтерергә һәм уның менән яҡшы мөнәсәбәттәр һаҡларға кәрәк. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, Ғайса менән дуҫлашырға ярҙам иткән дүрт аҙымды ҡарап сығайыҡ.

ҒАЙСА МЕНӘН НИСЕК ДУҪЛАШЫРҒА?

Ғайса менән дуҫлашыр өсөн, 1) уның тураһында күберәк белем алығыҙ, 2) уның кеүек фекер йөрөтөргә һәм эш итергә өйрәнегеҙ, 3) Мәсихтең ҡәрҙәштәренә ярҙам итегеҙ һәм 4) Йәһүә ойошмаһының ҡарарҙары буйынса эш итегеҙ (10—14-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

10. Ғайса менән дуҫлашыуға алып барған беренсе аҙым ниндәй?

10 1. Ғайсаны яҡшыраҡ белергә тырышығыҙ. Был йәһәттән беҙгә Матфей, Марк, Лука һәм Яхъя яҙған китаптар ярҙам итер. Изге Яҙманан Ғайсаның тормошо хаҡында уҡып һәм уҡығандарыбыҙ тураһында уйланып, беҙ уны ярата һәм хөрмәт итә башлайбыҙ, сөнки ул кешеләр менән наҙлы һәм игелекле мөғәмәлә иткән. Мәҫәлән, Хужа булһа ла, ул шәкерттәренә ҡолдарға ҡарағандай ҡарамаған. Киреһенсә, уларға күңел түрендәге уйҙарын һәм хистәрен асҡан (Яхъя 15:15). Ғайса уларҙың йән әрнеүҙәрен тойған һәм улар менән бергә илаған (Яхъя 11:32—36). Ул һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул иткән кешеләргә дуҫ булырға тырышҡан, һәм хатта дошмандары ла быны таныған (Матф. 11:19). Ғайса үҙ шәкерттәре менән нисек мөғәмәлә иткән, беҙгә лә башҡалар менән шулай мөғәмәлә итергә кәрәк. Шул саҡта улар менән мөнәсәбәттәребеҙ яҡшырыр, беҙ күберәк ҡәнәғәтлек һәм бәхет кисерербеҙ, шулай уҡ Ғайса менән дуҫлығыбыҙ нығыныр.

11. Ғайса менән дуҫлашыр өсөн икенсе аҙым ниндәй, һәм ни өсөн был аҙым бик мөһим?

11 2. Ғайса кеүек фекер йөрөтөргә һәм эш итергә өйрәнегеҙ. Ғайсаның фекер йөрөтөү рәүешен яҡшыраҡ аңлаған һайын һәм уны нығыраҡ үҙләштергән һайын, уның менән дуҫлығыбыҙ тағы ла яҡыныраҡ булыр (1 Кор. 2:16). Беҙ унан нисек өлгө ала алабыҙ? Мәҫәлән, Ғайса күберәк үҙе тураһында түгел, ә башҡалар хаҡында уйлаған, уларға ярҙам итергә тырышҡан (Матф. 20:28; Рим. 15:1—3). Шулай фекер йөрөткәнгә, ул фиҙаҡәр булған һәм башҡаларҙы теләп ғәфү иткән. Ул кешеләрҙең үҙе тураһында әйткән насар һүҙҙәренә үпкәләргә ашыҡмаған (Яхъя 1:46, 47). Бынан тыш, Ғайса шуны аңлаған: ваҡыт үтә һәм кешеләр үҙгәрә. Шунлыҡтан кешенең үткәндә ҡылған хаталары Ғайсаның шул кешегә ҡарата мөнәсәбәтенә тәьҫир итмәгән (1 Тим. 1:12—14). Ғайса былай тигән: «Бер-берегеҙҙе яратыуығыҙҙан барыһы ла һеҙҙең Минең шәкерттәрем булыуығыҙҙы белер» (Яхъя 13:35). Шуға күрә үҙегеҙгә бындай һорау бирегеҙ: «Мин, ҡәрҙәштәр менән татыу мөнәсәбәттәр һаҡлар өсөн бар көсөмдө һалып, Ғайсанан үрнәк аламмы?»

12. Ғайса менән дуҫлашыуға алып барған өсөнсө аҙым ниндәй, һәм беҙ быны нисек эшләй алабыҙ?

12 3. Мәсихтең ҡәрҙәштәренә ярҙам итегеҙ. Ғайса үҙенең майланған ҡәрҙәштәренә эшләгән яҡшы эштәребеҙҙе үҙе өсөн башҡарылған тип һанай (Матф. 25:34—40). Ғайса үҙенең шәкерттәренә вәғәзләргә һәм шәкерттәр әҙерләргә ҡушҡан, һәм был эштә тулы рәүештә ҡатнашыу — майланғандарға ярҙам итер өсөн төп ысул (Матф. 28:19, 20; Ғәм. 10:42). Мәсихтең ҡәрҙәштәре беҙҙең көндәрҙә бөтә донъя буйынса алып барылған вәғәз эшен «бүтән һарыҡтар» ярҙамында ғына башҡара ала (Яхъя 10:16). «Бүтән һарыҡтар» һанына керһәгеҙ, шуны иҫтә тотоғоҙ: вәғәз эшендә ҡатнашҡан һайын, һеҙ майланғандарға ғына түгел, ә шулай уҡ Ғайса Мәсихкә лә яратыуығыҙҙы күрһәтәһегеҙ.

13. Беҙ Ғайсаның Лука 16:9-ҙа яҙылған кәңәшен нисек ҡуллана алабыҙ?

13 Йәһүә һәм Ғайса Мәсих етәкселек иткән эшкә матди яҡтан булышлыҡ итеп тә, улар менән дуҫлашырға була. (Лука 16:9-ҙы уҡығыҙ.) Мәҫәлән, беҙ бөтә донъя эшмәкәрлегебеҙ өсөн ирекле иғәнә һала алабыҙ. Был иғәнәләр, мәҫәлән, шундай маҡсаттар өсөн ҡулланыла: йыраҡ урынлашҡан ерҙәрҙә һөйөнөслө хәбәр таратыу, ғибәҙәт өсөн тәғәйенләнгән биналар төҙөү һәм уларҙы хеҙмәтләндереү, тәбиғәт афәттәренән зыян күргәндәргә ярҙам итеү. Беҙҙең шулай уҡ йыйылыш ихтыяждары өсөн иғәнә һалырға һәм арабыҙҙағы мохтаж ҡәрҙәштәргә ярҙам итергә мөмкинлегебеҙ бар (Ғиб. һүҙ. 19:17). Шулай эшләп, беҙ Мәсихтең ҡәрҙәштәренә ярҙам итәбеҙ.

14. Ефестарға 4:15, 16 буйынса, Ғайсаның дуҫы булыр өсөн дүртенсе аҙым ниндәй?

14 4. Йәһүә ойошмаһының ҡарарҙары буйынса эш итегеҙ. Беҙҙең хаҡта ҡайғыртырға билдәләнгән яуаплы ҡәрҙәштәр менән хеҙмәттәшлек итеп, беҙ йыйылыштың башы Ғайса менән дуҫлығыбыҙҙы нығытабыҙ. (Ефестарға 4:15, 16-ны уҡығыҙ.) Мәҫәлән, хәҙерге ваҡытта беҙ бөтә Батшалыҡ залдарын мөмкин тиклем тулыраҡ ҡулланырға тырышабыҙ. Был маҡсатҡа өлгәшер өсөн, ҡайһы бер йыйылыштар берләштерелә һәм уларҙың территорияларының сиктәре үҙгәрә. Был саралар күп кенә аҡсаны һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер вәғәзселәргә яңы шарттарға өйрәнергә тура килә. Бәлки, был тоғро вәғәзселәр күп йылдар бер үк йыйылышта хеҙмәт иткәндер һәм ундағы ҡәрҙәштәр менән бик дуҫлашып киткәндер. Ә хәҙер уларға икенсе йыйылышҡа күсергә тәҡдим итәләр. Ғайса шундай тоғро ҡәрҙәштәрҙең Йәһүә ойошмаһының ҡарарҙары буйынса эш итеүен күреп бик шатлана!

МӘҢГЕЛЕК ДУҪЛЫҠ

15. Киләсәктә Ғайса менән мөнәсәбәттәребеҙ нисек тағы ла нығыраҡ яҡшырыр?

15 Изге рух менән майланған мәсихселәр Ғайса менән бергә Алла Батшалығында идара итәсәк. Улар Мәсих менән мәңге бергә булыр: уны күрер, уның менән аралашыр һәм ваҡыт үткәрер (Яхъя 14:2, 3). Ерҙә йәшәргә өмөтләнгән мәсихселәр ҙә Ғайсаның яратыуын һәм ҡайғыртыуын тойор. Ғайсаны күрмәһәләр ҙә, уларҙың Ғайса менән дуҫлығы көндән-көн нығына барыр. Улар Йәһүә Ғайса аша бүләк иткән тормошҡа шатланып йәшәр (Ишағ. 9:6, 7).

16. Ғайса менән дуҫлыҡ ниндәй фатихалар килтерә?

16 Ғайса беҙҙе үҙенең дуҫы булырға саҡыра. Уның саҡырыуын ҡабул итеп, беҙ күп фатихалар урабыҙ. Мәҫәлән, беҙ инде хәҙер уның яратыуын тоябыҙ һәм ярҙамын алабыҙ. Беҙҙең мәңге йәшәргә өмөтөбөҙ бар. Ә иң мөһиме, Ғайса менән дуҫлашып, беҙ иң ҡиммәтле хазинаға — уның Атаһы Йәһүә менән йылы, яҡын мөнәсәбәттәргә эйә булабыҙ. Ғайса менән дуҫ булыу — ҙур хөрмәт һәм фатиха!

17-СЕ ЙЫР «Теләйем!»

^ 5 абз. Илселәр бер нисә йыл Ғайса Мәсих менән аралашҡан һәм хеҙмәттәшлек иткән. Улар уның яҡшы дуҫтары булып киткән. Ғайса беҙҙең менән дә дуҫлашырға теләй, әммә, илселәрҙән айырмалы рәүештә, беҙгә Ғайса менән дуҫлашыуы еңел түгел. Был мәҡәләлә беҙ шуға бәйле ауырлыҡтарҙың ҡайһы берҙәрен ҡарап сығырбыҙ һәм, Ғайса менән ныҡлы дуҫлыҡ үҫтерер өсөн, нимә эшләп булғанын белербеҙ.

^ 55 абз. РӘСЕМДӘРҘӘ: 1) Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу кисендә Ғайсаның тормошон һәм хеҙмәтен өйрәнеп була. 2) Йыйылышта беҙ ҡәрҙәштәр менән татыу мөнәсәбәттәр һаҡларға тырышабыҙ. 3) Хеҙмәттә тулы рәүештә ҡатнашып, беҙ Мәсихтең ҡәрҙәштәренә ярҙам итәбеҙ. 4) Йыйылыштар берләшкәндә, беҙ өлкәндәрҙең ҡарарҙары буйынса эш итәбеҙ.