Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

18-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Ярыш юлын «аҙағына тиклем» үтегеҙ

Ярыш юлын «аҙағына тиклем» үтегеҙ

«Мин... аҙағына тиклем был юлды [«ярыш юлын», ЯДТ] үтеп, иманымды һаҡланым» (2 ТИМ. 4:7).

129-СЫ ЙЫР Сыҙам булып ҡалайыҡ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Беҙ барыбыҙ ҙа нимә эшләргә тейеш?

ҺЕҘ күп көс талап иткән йүгерештә ҡатнашырға теләр инегеҙме? Ауырыған йә арыған булһағыҙ, моғайын, теләмәҫ инегеҙ. Әммә илсе Павел, бөтә мәсихселәр ҙә билдәле бер йүгерештә ҡатнаша, тип әйткән (Евр. 12:1). Беҙ бөтәбеҙ ҙә, оломо беҙ, йәшме, көслөмө йә көсһөҙмө, Йәһүәнән бүләк алырға теләһәк, был йүгереште сыҙамлыҡ менән тамамларға тейеш (Матф. 24:13).

2. 2 Тимофейға 4:7, 8-ҙән күренеүенсә, ни өсөн Павел йүгерештә ҡатнашыу тураһында һөйләргә ирекле булған?

2 Павел был ярыш юлын «аҙағына тиклем» үткән, шунлыҡтан был хаҡта һөйләргә ирекле булған. (2 Тимофейға 4:7, 8-ҙе уҡығыҙ.) Әммә, ярыш юлы тураһында әйткәндә, Павел нимәне күҙ уңында тотҡан?

БЕҘ НИНДӘЙ ЙҮГЕРЕШТӘ ҠАТНАШАБЫҘ?

3. Павел ниндәй йүгереш тураһында әйткән?

3 Ҡайһы саҡ Павел, мөһим һабаҡтар бирер өсөн, боронғо Грецияла үткәрелгән уйындар менән бәйле миҫалдар килтергән (1 Кор. 9:25—27; 2 Тим. 2:5). Бер нисә тапҡыр ул мәсихсе юлын йүгереш менән сағыштырған (1 Кор. 9:24; 2 Тим. 4:7). Кеше, Йәһүәгә бағышланып һәм һыуға сумдырылып, был йүгерештә ҡатнаша башлай (1 Пет. 3:21). Ә Йәһүәнән мәңгелек тормош бүләген алғанда, ул финиш һыҙығын үтә, тип әйтеп була (Матф. 25:31—34, 46; 2 Тим. 4:8).

4. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

4 Алыҫ дистанцияға йүгереш мәсихсе юлына нимәһе менән оҡшаш? Улар араһында күп оҡшаш яҡтар табып була, әммә беҙ уларҙың өсөһөн генә ҡарап сығырбыҙ. Беренсенән, беҙгә дөрөҫ юл һайларға кәрәк. Икенсенән, беҙ иғтибарҙы финиш һыҙығына тупларға тейеш. Һәм өсөнсөнән, юлыбыҙҙа осраған ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, йүгереште дауам итеү мөһим.

ДӨРӨҪ ЮЛ ҺАЙЛАҒЫҘ

Беҙ бөтәбеҙ ҙә мәсихсе юлынан йүгерергә тейеш (5—7-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

5. Беҙ ниндәй юлдан йүгерергә тейеш һәм ни өсөн?

5 Бүләк алыр өсөн, йүгереүселәр ярышты ойоштороусылар төҙөгән маршрут буйынса йүгерергә тейеш. Шуның шикелле, мәңгелек тормошҡа эйә булырға теләһәк, беҙгә мәсихсе юлынан йүгерергә кәрәк (Ғәм. 20:24; 1 Пет. 2:21). Әммә Шайтан һәм уның йоғонтоһона бирелгән кешеләр дөрөҫ юлдан йүгереүебеҙҙе теләмәй, улар беҙҙе үҙ юлына тарта (1 Пет. 4:4). Улар беҙҙең йәшәү рәүешебеҙҙән мыҫҡыллап көлә, шулай уҡ үҙҙәренең тормош юлын азатлыҡҡа алып бара һәм беҙҙекенән яҡшыраҡ тип раҫлай. Ләкин улар бик ныҡ яңылыша! (2 Пет. 2:19).

6. Брайандың миҫалынан нимәгә өйрәнеп була?

6 Шайтан донъяһының йоғонтоһо аҫтындағы кешеләр менән йүгереүселәр тиҙҙән шуны аңлар: улар һайлаған юл азатлыҡҡа түгел, ә ҡоллоҡҡа алып бара (Рим. 6:16). Брайандың миҫалына иғтибар итәйек. Ата-әсәһе уны мәсихсе юлына баҫырға дәртләндергән. Әммә үҫмер сағында ул мәсихсе юлының бәхет килтергәненә шикләнә башлаған. Ул Шайтандың нормалары буйынса йәшәгән кешеләр менән йүгерергә булған. Брайан былай ти: «Ул ваҡытта мин был донъяла маҡталған азатлыҡтың төрлө әүәҫлектәргә килтергәнен аңламай инем. Ваҡыт уҙыу менән мин наркотик ҡуллана башланым, иҫерткес эсемлектәргә әүәҫләндем һәм әхлаҡһыҙлыҡҡа баттым. Киләһе йылдарҙа мин тағы ла көслөрәк наркотиктарға ултырҙым һәм уларҙың күбеһенә әүәҫләнеп киттем. Артабан да шундай тормош алып барыр өсөн, үҙем наркотик һата башланым». Ахыр сиктә Брайан Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәргә ҡарар иткән. Ул дөрөҫ юлға баҫҡан һәм 2001 йылда һыуға сумдырылған. Хәҙер мәсихсе юлынан барыу уға күп шатлыҡ килтерә *.

7. Матфей 7:13, 14 буйынса, беҙҙең алда ниндәй ике юл бар?

7 Дөрөҫ юл һайлау үтә мөһим! Шайтан беҙҙең, тормошҡа алып барған «тар» юлды ҡалдырып, күпселек кеше һайлаған киң юлға баҫыуыбыҙҙы теләй. Был юлдан йүгереүе еңел, әммә ул «һәләкәткә» алып бара. (Матфей 7:13, 14-те уҡығыҙ.) Дөрөҫ юлдан тайпылмаҫ өсөн, беҙгә Йәһүәгә таянырға һәм уны тыңларға кәрәк.

ИҒТИБАРҘЫ БҮЛӘККӘ ТУПЛАҒЫҘ

Бүләкте күҙҙән ысҡындырмайыҡ һәм башҡалар алдына абыныу ташы ҡуймайыҡ (8—12-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

8. Йүгереүсе, абынһа, нимә эшләй?

8 Алыҫ дистанцияға йүгереүсе, абынмаҫ өсөн, алдына ҡарай. Әммә ярышта ҡатнашҡан башҡа йүгереүселәр уны яңылыш этеп китергә мөмкин. Йәки уның, берәй нәмәгә абынып, йығылыуы ихтимал. Әммә ҡолаһа ла, ул, тороп баҫып, йүгереүен дауам итә. Йүгереүсе үҙ иғтибарын абындырған нәмәләргә түгел, ә финиш һыҙығына һәм бүләккә туплай.

9. Абынһаҡ, нимә эшләү мөһим?

9 Беҙ юлыбыҙҙа күп тапҡыр абынырға — яңылыш нимәлер әйтергә йә эшләргә мөмкин. Йә яныбыҙҙа йүгергән ҡәрҙәштәр, хата яһап, беҙҙе рәнйетә ала. Был беҙҙе ғәжәпләндерергә тейеш түгел. Беҙ бөтәбеҙ ҙә камилһыҙ һәм бөтәбеҙ ҙә тормошҡа алып барған тар юлдан йүгерәбеҙ. Шуға күрә ваҡыт-ваҡыт бер-беребеҙгә бәреләбеҙ. Павел да ҡай саҡ бер-беребеҙҙе үпкәләтә алыуыбыҙҙы таныған (Кол. 3:13). Әммә иғтибарҙы үҙебеҙҙе абындырған нәмәләргә туплау урынына, әйҙәгеҙ, киләсәктәге бүләгебеҙ тураһында уйланайыҡ. Әгәр ҙә абынһаҡ, тороп баҫып йүгереүҙе дауам итәйек. Кемгәлер асыуланып йә үпкәләп Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтаһаҡ, финиш һыҙығына барып етмәҫбеҙ һәм бүләгебеҙҙе юғалтырбыҙ. Бынан тыш, тормошҡа алып барған тар юлдан йүгерергә тырышҡан мәсихселәргә ҡамасаулауыбыҙ ихтимал.

10. Башҡаларҙың юлына абыныу ташы ҡуймаҫҡа беҙгә нимә ярҙам итер?

10 Ҡәрҙәштәр өсөн абыныу ташы булмаҫҡа беҙгә тағы нимә ярҙам итер? Һәр ваҡыт үҙебеҙ теләгәнсә эш итеү урынына, мөмкин булғанда, юл ҡуйыусан булыу күпкә яҡшыраҡ (Рим. 14:13, 19—21; 1 Кор. 8:9, 13). Был яҡтан беҙ ярышта ҡатнашҡан йүгереүселәргә оҡшаш түгел. Улар бер-береһе менән ярыша, һәм һәр береһе, бүләк алырға тырышып, үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғырта. Шуға күрә улар, алға сығырға тырышып, башҡаларҙы этеп китергә мөмкин. Уларҙан айырмалы рәүештә, беҙ бер-беребеҙ менән ярышмайбыҙ (Гал. 5:26; 6:4). Беҙҙең маҡсат — мөмкин тиклем күберәк кешегә финиш һыҙығына барып етергә һәм тормош бүләген алырға ярҙам итеү. Шунлыҡтан беҙ илсе Павелдың: «Һәр кем үҙ мәнфәғәтен генә түгел, башҡалар хаҡында ла хәстәрлек күрһен», — тигән кәңәше буйынса эш итергә тырышабыҙ (Флп. 2:4).

11. Йүгереүсе иғтибарын нимәгә туплай һәм ни өсөн?

11 Йүгереүсе алдына ҡарауҙан тыш, шулай уҡ иғтибарын финиш һыҙығына туплай. Хатта финиш һыҙығы әле күренмәһә лә, ул уға барып еткәнен һәм бүләк алғанын күҙ алдына килтерә ала. Бүләкте күҙҙән ысҡындырмау уға йүгереүен дауам итергә көс өҫтәй.

12. Йәһүә беҙгә нимә вәғәҙә итә?

12 Йәһүә йүгереште тамамлаған хеҙмәтселәрен ерҙәге йә күктәге мәңгелек тормош менән бүләкләргә вәғәҙә итә. Изге Яҙманан буласаҡ тормош тураһында уҡып, беҙ уның ни тиклем матур буласағын күҙ алдына килтерә алабыҙ. Өмөтөбөҙ тураһында уйланып уны аҡылыбыҙҙа һәм йөрәгебеҙҙә тере килеш һаҡлаһаҡ, беҙ бер нәмәгә лә үҙебеҙҙе абындырырға бирмәҫбеҙ.

АУЫРЛЫҠТАРҒА ҠАРАМАҪТАН, ЙҮГЕРЕҮҘЕ ДАУАМ ИТЕГЕҘ

Беҙ, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, тормош өсөн йүгереүҙе дауам итергә теләйбеҙ (13—20-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

13. Ысын йүгереүселәр менән сағыштырғанда, беҙҙең ниндәй өҫтөнлөк бар?

13 Боронғо Грецияла уйындарҙа ҡатнашҡан йүгереүселәр ауыртыу һәм арығанлыҡ кеүек ауырлыҡтарҙы кисереп сығырға тейеш булған. Әммә улар үҙ көстәренә һәм тренировкаларға ғына таяна алған. Шул йүгереүселәр һымаҡ, беҙ ҙә, мәсихсе юлында финишҡа барып етер өсөн, кәрәкле күнекмәләр алабыҙ. Ләкин, улар менән сағыштырғанда, беҙҙең өҫтөнлөк бар — көстө беҙгә Йәһүә бирә, ә уның көсө сикһеҙ. Йәһүәгә таянһаҡ, ул беҙҙе өйрәтергә генә түгел, ә шулай уҡ көслө итергә лә вәғәҙә итә! (1 Пет. 5:10).

14. 2 Коринфтарға 12:9, 10-дағы һүҙҙәр беҙгә нисек ауырлыҡтарға дөрөҫ ҡараш һаҡларға ярҙам итер?

14 Илсе Павел күп ауырлыҡтар менән осрашҡан. Өҫтәүенә, уны кәмһеткәндәр һәм эҙәрләгәндәр. Ваҡыт-ваҡыт ул үҙен көсһөҙ итеп тойған, һәм уға тәнендәге «сәнскәккә» түҙергә тура килгән (2 Кор. 12:7). Әммә Павел быларҙың барыһын бирешер өсөн сәбәп тип һанамаған, ул үҙенең ауырлыҡтарына Йәһүәгә таянырға мөмкинлеккә ҡарағандай ҡараған. (2 Коринфтарға 12:9, 10-ды уҡығыҙ.) Павел шундай ҡарашта торғанға, Йәһүә уға бөтә һынауҙарҙы үтеп сығырға ярҙам иткән.

15. Павелдан үрнәк алһаҡ, беҙ нимә күрербеҙ?

15 Беҙҙең дә иманыбыҙ арҡаһында эҙәрләүгә һәм кәмһетелеүгә дусар булыуыбыҙ ихтимал. Бынан тыш, беҙ насар һаулыҡ менән бәйле ауырлыҡтарҙан интегергә йә арып хәлдән тайырға мөмкин. Әммә, Павелдан үрнәк алһаҡ, был ауырлыҡтарҙың һәр береһе беҙгә Йәһүәнең ярҙам ҡулын күрергә мөмкинлек бирер.

16. Һаулығығыҙ насар булһа ла, һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ?

16 Ә әгәр һеҙ ҡуҙғала ла алмай ауырып ятһағыҙ йә инвалид коляскаһында ултырһағыҙ? Ә, бәлки, тубыҡтарығыҙ һыҙлайҙыр йә күҙегеҙ насар күрәлер? Һеҙҙең һау һәм йәш ҡәрҙәштәр менән бергә мәсихсе юлынан йүгереү хәлегеҙҙән киләме? Һис шикһеҙ! Тормошҡа алып барған юлдан ауырыған һәм оло йәштә булған күп ҡәрҙәштәр йүгерә. Улар быны үҙ көсө менән түгел, ә Йәһүәнән бирелгән көс ярҙамында эшләй. Был көскә эйә булыр өсөн, улар йыйылыш осрашыуҙарының программаһын телефон аша тыңлай йә видео-элемтә буйынса ҡарай. Улар шулай уҡ, табиптарға, шәфҡәт туташтарына һәм туғандарына вәғәзләп, шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнаша.

17. Йәһүә физик яҡтан көсһөҙ хеҙмәтселәренә нисек ҡарай?

17 Йәһүәгә үҙегеҙ теләгәнсә күп хеҙмәт итә алмаһағыҙ, төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ һәм, мәсихсе юлында финиш һыҙығына барып етә алмаҫмын, тип уйламағыҙ. Йәһүә һеҙҙе иманда ныҡ тороуығыҙ һәм йылдар буйына сыҙам булып ҡалыуығыҙ өсөн бик ярата. Хәҙер һеҙ уның ярҙамына айырыуса ныҡ мохтаж, һәм ул һеҙҙе ҡалдырмаясаҡ (Зәб. 9:10). Киреһенсә, ул һеҙгә тағы ла нығыраҡ яҡынайыр. Ауырыуҙан интеккән бер апай-ҡәрҙәш былай ти: «Һаулығым насарая барғанға, башҡаларға хәҡиҡәт тураһында һөйләргә мөмкинлектәрем әҙәйә. Әммә хатта бәләкәй генә тырышлыҡтарым да Йәһүәнең йөрәген һөйөндөрә икәнен белеү миңә ҙур шатлыҡ килтерә». Төшөнкөлөккә бирелгән саҡтарҙа шуны иҫтә тотоғоҙ: һеҙ бер үҙегеҙ түгел, Йәһүә һеҙҙең менән. Павелдың үрнәге тураһында уйланығыҙ, ул бындай рухландырғыс һүҙҙәр әйткән: «Көсһөҙлөккә лә... ризамын, сөнки мин көсһөҙ саҡта ҡеүәтлемен» (2 Кор. 12:10).

18. Ни өсөн ҡайһы берәүҙәргә айырыуса ауыр?

18 Тормошҡа алып барған юлдан йүгергән ҡайһы бер мәсихселәр бүтән ауырлыҡ менән осраша. Уларҙың проблемалары тыштан күренмәй, шунлыҡтан ҡайһы ваҡыт башҡалар уларҙы аңламай. Мәҫәлән, улар депрессиянан интегергә йә борсоулы хистәр менән көрәшергә мөмкин. Ни өсөн был ҡәҙерле ҡәрҙәштәргә айырыуса ауыр? Сөнки кеше ҡулын һындырһа йә инвалид коляскаһында ултырһа, барыһы ла быны күрә һәм ярҙам итергә тырыша. Әммә эмоциональ йә психик ауырыу менән көрәшкән ҡәрҙәштәрҙең ғазаптары тыштан күренмәҫкә лә мөмкин. Улар кисергән әрнеү ҡулы йә аяғы һынған кешенеке кеүек көслө. Әммә башҡалар быны күрмәй, шуға күрә уларға ҡарата әллә ни ҡыҙғаныусан түгел.

19. Мәфибәшиттең миҫалынан нимәгә өйрәнеп була?

19 Хеҙмәтегеҙҙе сикләгән ауырлыҡтарығыҙ булһа һәм башҡалар һеҙҙе аңламай кеүек тойолһа, Мәфибәшиттең миҫалы һеҙгә көс өҫтәр (2 Сам. 4:4). Ул зәғиф булған. Өҫтәүенә, Дауыт батша, яңылыш һығымтаға килеп, уның менән ғәҙелһеҙ эш иткән. Мәфибәшит үҙ ауырлыҡтарында ғәйепле булмаған. Шулай ҙа ул тиҫкәре хистәргә бирелмәгән, ә тормошондағы яҡшы нәмәләрҙе ҡәҙерләгән. Ул Дауыт батшаға элек ҡылған игелеге өсөн рәхмәтле булған (2 Сам. 9:6—10). Шуға күрә, Дауыт уның менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә иткәс, ул шул хәлгә ҡағылышлы бөтә яҡтарҙы ла иҫәпкә алырға тырышҡан. Ул Дауыттың хатаһы арҡаһында асыулы булып китмәгән һәм Йәһүәне лә ғәйепләмәгән. Мәфибәшит Йәһүә тарафынан билдәләнгән батша яғында булған һәм уға ярҙам итергә теләгән (2 Сам. 16:1—4; 19:24—30). Йәһүә Мәфибәшиттең өлгөлө миҫалын беҙҙең өсөн нәсихәт итеп Изге Яҙмаға яҙҙыртҡан (Рим. 15:4).

20. Борсоулы хистәр ҡайһы берәүҙәргә нисек тәьҫир итә, һәм шундай мәсихселәр нимәгә тулыһынса ышана ала?

20 Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр, борсоулы хистәрҙән интеккәнгә, көндәлек тормошта стресс кисерә һәм башҡа кешеләр менән осрашҡанда тулҡынлана һәм ояла. Уларға күп кеше йыйылған урындарҙа булыуы ауыр, әммә, шуға ҡарамаҫтан, улар йыйылыш осрашыуҙарын һәм конгрестарҙы ҡалдырмай. Таныш булмаған кешеләр менән һөйләшеү улар өсөн үҙе бер һынау, шулай ҙа улар вәғәздә ҡатнаша. Һеҙҙең осраҡта ла шулай булһа, шикләнмәгеҙ: һеҙ бер үҙегеҙ түгел, күптәр шундай уҡ көрәш алып бара. Онотмағыҙ: Йәһүә һеҙҙең бөтә йөрәктән һалған тырышлыҡтарығыҙҙы бик ҡәҙерләй. Бирешмәүегеҙ уның һеҙҙе фатихалағанына һәм һеҙгә көс биреп торғанына дәлил булып тора (Флп. 4:6, 7; 1 Пет. 5:7) *. Физик сикләүҙәргә йә эмоциональ ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, хеҙмәтегеҙҙе дауам итһәгеҙ, Йәһүәне ҡыуандырғанығыҙға һис тә шикләнмәгеҙ.

21. Йәһүәнең ярҙамы менән беҙ барыбыҙ ҙа нимә эшләй алырбыҙ?

21 Бәхеткә күрә, ысын йүгереш һәм Павел телгә алған йүгереш араһында айырмалыҡтар ҙа бар. Боронғо ваҡытта йүгерештә ҡатнашыусыларҙың береһе генә бүләк алған. Беҙҙең осраҡта иһә финишҡа барып еткән һәр мәсихсе мәңгелек тормош бүләген аласаҡ (Яхъя 3:16). Ысын йүгерештә бөтә ҡатнашыусылар ҙа физик яҡтан көслө булырға тейеш булған, юғиһә, улар еңеүгә өмөтләнә алмаған. Ә рухи йүгерештә ҡатнашыусыларҙың күбеһе яҡшы һаулыҡ менән айырылып тормай, шулай ҙа беҙ йүгереүҙе дауам итәбеҙ (2 Кор. 4:16). Йәһүәнең ярҙамы менән беҙ бөтәбеҙ ҙә финиш һыҙығын үтә аласаҡбыҙ!

144-СЕ ЙЫР Бүләктән күҙеңде алма!

^ 5 абз. Йәһүәнең күп кенә хеҙмәтселәре оло йәшкә бәйле ауырлыҡтар кисерә йә ауырыуҙарҙан интегә. Бынан тыш, ваҡыт-ваҡыт беҙ барыбыҙ ҙа арып китәбеҙ. Шуға күрә йүгерештә ҡатнашыу хаҡында уй беҙҙе ҡурҡытырға мөмкин. Сыҙамлыҡ менән йүгерергә һәм Павел телгә алған ярыш юлында еңеүсе булып сығырға беҙгә нимә ярҙам итер? Был мәҡәләлә ошо һорауҙарға яуап бирелер.

^ 6 абз. 2013 йыл 1 ғинуар һанында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда (тат.) «Изге Яҙма тормошто үҙгәртә» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

^ 20 абз. Борсоулы хистәр менән көрәшергә ярҙам иткән кәңәштәр табырға һәм шундай көрәштә уңышлы булған ҡәрҙәштәр тураһында күберәк белергә теләһәгеҙ, jw.org® сайтында 2019 йылдың май айында сыҡҡан тапшырыуҙы (тат.) ҡарағыҙ. (КИТАПХАНА > JW ТЕЛЕВИДЕНИЕҺЫ® тигән һылтанма буйынса табып була.)

^ 63 абз. РӘСЕМДӘ: вәғәздә әүҙем ҡатнашып, оло йәштәге ағай-ҡәрҙәш мәсихсе юлынан йүгереүен дауам итә.

^ 65 абз. РӘСЕМДӘ: башҡаларҙы күберәк эсергә ҡыҫтаһаҡ йә үҙебеҙ самаһын белмәйенсә эсһәк, улар алдына абыныу ташы ҡуйыуыбыҙ ихтимал.

^ 67 абз. РӘСЕМДӘ: ҡуҙғала алмай ауырып ятҡан ағай-ҡәрҙәш, медперсоналға вәғәзләп, рухи йүгерештә ҡатнаша.