Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

16-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Ҡәрҙәштәргә ҡарата аңлаусан булайыҡ

Ҡәрҙәштәргә ҡарата аңлаусан булайыҡ

«Тыш яҡтан нисек күренеүенә ҡарап хөкөм итмәгеҙ, хаҡлыҡ менән хөкөм итегеҙ!» (ЯХЪЯ 7:24).

101-СЕ ЙЫР Берҙәмлектә хеҙмәт итәбеҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Изге Яҙмала Йәһүә тураһында ниндәй йыуаныслы хәҡиҡәт яҙылған?

КЕШЕЛӘР, тәнегеҙҙең төҫөнә, йөҙөгөҙгә йә кәүҙәгеҙгә ҡарап һеҙҙең хаҡта һығымта яһаһа, был һеҙгә оҡшар инеме? Моғайын, юҡтыр. Йәһүә беҙҙе тышҡы ҡиәфәтебеҙгә ҡарап хөкөм итмәй. Быны белеү бик йыуата! Мәҫәлән, Самуил, Иессейҙың улдары менән осрашҡас, Йәһүә күргәнде күрмәгән. Йәһүә Самуилға, Иессей улдарының береһе Израилдең батшаһы буласаҡ, тип әйткән. Әммә Йәһүә уларҙың ҡайһыһын һайлаған? Иессейҙың өлкән улы Илиабты күргәс, Самуил: «Бына ул Йәһүәнең майланғаны», — тип уйлаған. Илиаб батша кеүек матур кәүҙәле ир булған. Әммә Йәһүә Самуилға былай тип әйткән: «Уның тышҡы ҡиәфәтенә һәм оҙон буйына ҡарама, сөнки мин уны кире ҡаҡтым». Беҙ бынан ниндәй һабаҡ ала алабыҙ? Йәһүә былай тип дауам иткән: «Кеше — күҙҙәре күргәнде, ә Йәһүә йөрәкте күрә» (1 Сам. 16:1, 6, 7).

2. Ни өсөн Яхъя 7:24-тәге һүҙҙәр буйынса эш итеү бик мөһим? Миҫал килтерегеҙ.

2 Камилһыҙ кешеләр булараҡ, беҙ йыш ҡына башҡаларҙы тышҡы ҡиәфәткә ҡарап хөкөм итәбеҙ. (Яхъя 7:24-те уҡығыҙ.) Әммә, күргәнебеҙгә генә нигеҙләнеп, кеше тураһында бик әҙ белеп була. Бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Хатта һәләтле һәм тәжрибәле табип та, пациентҡа ҡарап ҡына, уның ниндәй хәлдә булғанын белә алмай. Пациенттың элекке ауырыуҙары, борсолоуҙары һәм симптомдары хаҡында белергә теләһә, табипҡа уны иғтибар менән тыңларға кәрәк. Табип хатта уны рентгенға ебәрергә мөмкин. Юғиһә, уның хаталы диагноз ҡуйыуы ихтимал. Шуның шикелле, беҙ ҙә, ҡәрҙәштәрҙең тышҡы ҡиәфәтенә генә ҡарап, уларҙы тулыһынса аңлай алмайбыҙ. Кешенең эске асылын күрергә тырышырға кәрәк. Әлбиттә, беҙ кеше күңелендә нимә булғанын күрмәйбеҙ, шуға күрә башҡаларҙы Йәһүә кеүек яҡшы аңлай алмайбыҙ. Шулай ҙа беҙ Йәһүәнән өлгө ала алабыҙ. Нисек итеп?

3. Был мәҡәләлә ҡаралған миҫалдар беҙгә нисек Йәһүәнән өлгө алырға ярҙам итер?

3 Йәһүә үҙ хеҙмәтселәре менән нисек мөғәмәлә итә? Ул уларҙы тыңлай. Уларҙың элекке тормошон һәм хәҙерге шарттарын иҫәпкә ала. Ул уларҙы йәлләй. Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең Юнысҡа, Ильяс, Хәжәр һәм Лутҡа ҡарата нисек шундай мөнәсәбәт күрһәткәнен ҡарап сығайыҡ, шулай уҡ, ҡәрҙәштәр менән Йәһүә кеүек мөғәмәлә итер өсөн, нимә эшләп булғанын беләйек.

ИҒТИБАР МЕНӘН ТЫҢЛАҒЫҘ

4. Нимә арҡаһында ҡайһы берәүҙәр Юныс хаҡында насар һығымта яһарға мөмкин?

4 Тәү ҡарашҡа, Юныс ышанысһыҙ, хатта тоғролоҡһоҙ кеше булып күренергә мөмкин. Юныс Йәһүәнән тура күрһәтмә алған: ул Ниневия халҡына хөкөм хәбәрен иғлан итергә тейеш булған. Әммә буйһоноу урынына, ул, бөтөнләй икенсе яҡҡа барған карапҡа ултырып, Йәһүәнән ҡасып киткән (Юныс 1:1—3). Һеҙ Юнысҡа был йөкләмәне үтәр өсөн тағы бер мөмкинлек бирер инегеҙме? Бәлки, юҡтыр. Әммә Йәһүә, Юныс быға лайыҡ, тип уйлаған (Юныс 3:1, 2).

5. Юныс 2:1, 2, 9-ҙа яҙылған һүҙҙәрҙән Юныс тураһында нимә белеп була?

5 Һис шикһеҙ, Юныс Йәһүәгә күп тапҡыр доға ҡылған. Балыҡ эсенән ҡылған доғаһынан уның ысынында ниндәй кеше булғанын белергә була. (Юныс 2:1, 2, 9-ҙы * уҡығыҙ.) Был доға шуны күрһәтә: йөкләмәһен үтәмәйенсә ҡасып китһә лә, Юныс Йәһүәгә буйһонорға теләгән һәм баҫалҡы, рәхмәтле кеше булған. Шуға күрә Йәһүәнең, үҙ иғтибарын Юныстың хатаһына тупламайынса, уның доғаһына яуап биргәне һәм уны артабан да пәйғәмбәр итеп ҡулланғаны һис тә ғәжәп түгел!

Ҡәрҙәшебеҙҙең шарттары тураһында күберәк белһәк, уға ҡарата ҡыҙғаныусан булыуы еңелерәк булыр (6-сы абзацты ҡарағыҙ.) *

6. Ни өсөн башҡаларҙы иғтибар менән тыңлау мөһим?

6 Башҡаларҙы иғтибар менән тыңлар өсөн, баҫалҡы һәм түҙемле булырға кәрәк. Был кәм тигәндә өс сәбәп арҡаһында мөһим. Беренсенән, беҙ кешеләр хаҡында насар һығымта яһарға ашыҡмаҫбыҙ. Икенсенән, ҡәрҙәштәрҙең хистәрен һәм этәргес ниәттәрен аңлай алырбыҙ, һәм был беҙгә уларға ҡарата ҡыҙғаныусан булырға ярҙам итер. Өсөнсөнән, ҡәрҙәшебеҙгә күңелен бушатырға мөмкинлек биреп, беҙ уға үҙен яҡшыраҡ аңларға ярҙам итербеҙ. Сөнки ҡайһы саҡта беҙ, ниндәй тойғолар кисергәнебеҙҙе һүҙҙәр менән әйтеп биргәс кенә, үҙебеҙҙе яҡшыраҡ аңлай башлайбыҙ (Ғиб. һүҙ. 20:5). Азиянан бер өлкән былай ти: «Бер тапҡыр мин, апай-ҡәрҙәште тыңлап бөтөрмәйенсә кәңәш биреп, хата яһаным. Мин уға йыйылышта биргән яуаптарын яҡшыртырға кәрәклеге тураһында әйттем. Һуңыраҡ мин шул апай-ҡәрҙәшкә уҡыуы һәм комментарийҙар биреүе ауыр булғаны тураһында белдем». Эйе, өлкәндәр тәүҙә тыңларға, ә шунан һуң ғына кәңәш бирергә тейеш! (Ғиб. һүҙ. 18:13).

7. Йәһүәнең Ильяс менән нисек мөғәмәлә иткәненән нимәгә өйрәнеп була?

7 Ҡайһы бер ҡәрҙәштәргә мәҙәниәттәре, холоҡтары йә алған тәрбиәләре арҡаһында күңел бушатыуы ауыр. Уларға үҙ хистәре тураһында һөйләүе еңелерәк булһын өсөн, беҙ нимә эшләй алабыҙ? Ильяс Иезавелдән йәшенеп йөрөгөндә, Йәһүәнең уның менән нисек мөғәмәлә иткәнен иҫкә төшөрәйек. Күп көндәр үткәс кенә, Ильяс күктәге Атаһына йөрәген тулыһынса асҡан. Йәһүә уны иғтибар менән тыңлаған. Шунан ул Ильястың рухын күтәргән һәм уға яуаплы йөкләмә биргән (1 Бат. 19:1—18). Ҡәрҙәшебеҙ, үҙен иркен тойоп, беҙгә күңелен бушата алһын өсөн, ваҡыт талап ителергә мөмкин. Ул үҙенең хистәре менән бүлешкәс кенә, беҙ уны аңлай алырбыҙ. Йәһүәнән өлгө алып, сабыр булһаҡ, ҡәрҙәштәребеҙҙең ышанысын яулай алырбыҙ. Ә улар беҙгә үҙ күңелен бушатҡанда, иғтибар менән тыңларға кәрәк.

ҠӘРҘӘШТӘР МЕНӘН ЯҠЫНДАНЫРАҠ ТАНЫШЫҒЫҘ

8. Башланмыш 16:7—13 буйынса, Йәһүә Хәжәргә нисек ярҙам иткән?

8 Сарайҙың хеҙмәтсеһе Хәжәр, Ибрамдың ҡатыны булып киткәндән һуң, үҙен аҡылһыҙ тотҡан. Ауырға ҡалғас, ул балаға уҙа алмаған Сарайға кәмһетеп ҡарай башлаған. Хәл шул тиклем киҫкенләшкән, хатта Сарай Хәжәрҙе ҡыуып сығарған (Баш. 16:4—6). Камил булмағанға, беҙ Хәжәр тураһында язаға лайыҡ ғорур ҡатын тип уйларға мөмкин. Әммә Йәһүә уға башҡаса ҡараған. Ул уға үҙенең фәрештәһен ебәргән. Фәрештә, Хәжәр янына килеп, уға ҡарашын үҙгәртергә ярҙам иткән һәм уны фатихалаған. Хәжәр Йәһүәнең барыһын күреп торғанын һәм уның ауыр хәлен аңлағанын тойған. Был уға шул тиклем ныҡ тәьҫир иткән, ул хатта Йәһүәне «мине күргән Алла» тип атаған. (Башланмыш 16:7—13-тө уҡығыҙ.)

9. Хәжәр менән мөғәмәлә иткәндә, Йәһүә нимәне иҫәпкә алған?

9 Йәһүә Хәжәрҙә нимә күргән? Алла уның үткән тормошон һәм нимәләр кисереп сыҡҡанын яҡшы белгән (Ғиб. һүҙ. 15:3). Хәжәр Мысыр халҡынан булған һәм еврейҙарҙың ғаиләһендә йәшәгән. Бәлки, ҡайһы саҡта ул үҙен ят кеше итеп тойғандыр. Моғайын, ул үҙенең ғаиләһен һәм тыуған яҡтарын һағынғандыр. Бынан тыш, Хәжәр Ибрамдың берҙән-бер ҡатыны булмаған. Ул ваҡытта Алланың ҡайһы бер тоғро хеҙмәтселәре бер нисә ҡатын алған. Әммә был Алланың башланғыс ниәтенә кермәгән (Матф. 19:4—6). Шуға күрә ундай ғаиләләрҙә ҡатындарҙың көнләшеп һәм талашып йәшәгәне һис тә ғәжәп түгел. Йәһүә, Хәжәрҙең Сарайға ҡарата ихтирамһыҙлығын аҡламаһа ла, уның шарттарын һәм хистәрен аңлаған, шуға күрә уға ҡарата игелекле булған.

Ҡәрҙәштәр менән яҡынданыраҡ танышығыҙ (10—12-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

10. Ҡәрҙәштәрҙе яҡшыраҡ белер өсөн, нимә эшләп була?

10 Беҙ, ҡәрҙәштәрҙе яҡшыраҡ аңларға тырышып, Йәһүәнән үрнәк ала алабыҙ. Бының өсөн ҡәрҙәштәр менән яҡынданыраҡ танышыу мөһим. Йыйылыш осрашыуы алдынан һәм унан һуң улар менән аралашығыҙ, бергә вәғәзләгеҙ һәм, мөмкин булһа, уларҙы ҡунаҡҡа саҡырығыҙ. Шулай эшләп, һеҙ, бәлки, шуны күрерһегеҙ: яғымлы булып күренмәгән апай-ҡәрҙәш ысынында бик оялсан; күп аҡса эшләгән ағай-ҡәрҙәш материалист түгел, ә бик йомарт кеше; йыйылыш осрашыуҙарына йыш ҡына һуңлап килгән апай-ҡәрҙәш һәм уның балалары ғаиләлә ҡаты ҡаршылыҡ менән осраша (Әйүп 6:29). Әлбиттә, беҙ «кеше эшенә» ҡыҫылырға тейеш түгел (1 Тим. 5:13). Шулай ҙа ҡәрҙәштәребеҙ тураһында һәм уларҙың холоҡтарына тәьҫир иткән шарттар хаҡында күберәк белеү беҙгә уларҙы яҡшыраҡ аңларға ярҙам итер.

11. Ни өсөн өлкәндәргә ҡәрҙәштәрҙе яҡшы белергә кәрәк?

11 Ә өлкәндәргә йыйылыштағы ҡәрҙәштәрҙең үткән тормошо һәм шарттары тураһында белеү айырыуса мөһим. Район күҙәтеүсеһе булып хеҙмәт иткән Артур исемле ағай-ҡәрҙәштең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Ул бер өлкән менән йомоҡ һәм оялсан булып күренгән апай-ҡәрҙәштең хәлен белеп сығырға булған. «Беҙ уның ире туйҙан һуң бер нисә генә йыл үткәс үлгәнен белдек, — ти Артур. — Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, был апай-ҡәрҙәш ике ҡыҙын да Йәһүәне яратырға өйрәткән, һәм улар Алланың тоғро хеҙмәтселәре булып киткән. Әммә хәҙер ул насар күрә башлаған һәм депрессияға бирелгән. Шулай ҙа уның Йәһүәгә ҡарата яратыуы һәм иманы көслө булып ҡалған. Беҙ был апай-ҡәрҙәштең яҡшы үрнәгенән күп нәмәгә өйрәнеп булғанын аңланыҡ» (Флп. 2:3). Был район күҙәтеүсеһе Йәһүәнән үрнәк алып эш иткән. Йәһүә үҙенең бөтә хеҙмәтселәрен һәм уларҙың әрнеүҙәрен белә (Сығ. 3:7). Ҡәрҙәштәрҙе яҡшы белгән өлкәндәр уларға яҡшыраҡ ярҙам итә алыр.

12. Бер апай-ҡәрҙәшкә имандашы менән яҡшыраҡ танышыу ниндәй файҙа килтергән?

12 Асыуығыҙҙы сығарған ҡәрҙәште яҡшыраҡ белергә тырышһағыҙ, уға ҡарата йәлләүсән булыуы еңелерәк булыр. Азияла йәшәгән бер апай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Ул былай ти: «Йыйылышымдағы бер апай-ҡәрҙәш ҡысҡырып һөйләшә ине. Мин уның был ҡылығын әҙәпһеҙлек тип һанай инем. Әммә уның менән вәғәзләгәндә, шуны белдем: элек ул ата-әсәһенә баҙарҙа балыҡ һатырға ярҙам иткән, һәм уға һатып алыусыларҙы ҡысҡырып саҡырырға тура килгән. Мин шундай һығымтаға килдем: ҡәрҙәштәрҙе яҡшыраҡ аңлар өсөн, уларҙың үткән тормошо һәм шарттары тураһында белеү мөһим». Әлбиттә, бының өсөн тырышлыҡтар һалырға кәрәк. Әммә, Изге Яҙмала кәңәш ителгәнсә, башҡалар өсөн йөрәгебеҙҙе киң асып, беҙ «бөтөн кешеләрҙе» яратҡан Йәһүәнән өлгө алабыҙ (1 Тим. 2:3, 4; 2 Кор. 6:11—13).

ҠЫҘҒАНЫУСАН БУЛЫҒЫҘ

13. Башланмыш 19:15, 16-нан күренеүенсә, Лут яйлағас, фәрештәләр нимә эшләгән һәм ни өсөн?

13 Тормошоноң хәл иткес осоронда Лут Йәһүәнең күрһәтмәләре буйынса эш итергә ашыҡмаған. Ике фәрештә, килеп, уға ғаиләһен Содомдан алып сығырға ҡушҡан. Ни өсөн? Сөнки улар был ҡаланы юҡ итергә йыйынған (Баш. 19:12, 13). Киләһе көндөң иртәһендә Лут һәм уның ғаиләһе һаман да өйҙә булған. Фәрештәләр Лутты ҡабат киҫәткән, әммә ул яйлаған. Бәлки, беҙ, Лут Йәһүәнең һүҙҙәренә битараф ҡараған һәм хатта тыңлауһыҙ булған, тип уйлайбыҙҙыр. Әммә Йәһүә уны кире ҡаҡмаған. Йәһүә уға ҡарата мәрхәмәтле булғанға, фәрештәләр Лутты, уның ҡатынын һәм ике ҡыҙын ҡулдарынан етәкләп ҡаланан сығарған. (Башланмыш 19:15, 16-ны уҡығыҙ.)

14. Йәһүәнең Лутты йәлләргә ниндәй сәбәптәре була алған?

14 Йәһүәнең Лутты йәлләргә бер нисә сәбәбе булған. Лут, бәлки, ҡала ситендәге кешеләрҙән ҡурҡып, өйөнән китергә теләмәгәндер. Уға башҡа ҡурҡыныстар ҙа янаған. Ул, күрәһең, яҡындағы үҙәндә ике батшаның асфальтлы соҡорға ҡолап төшкәнен ишеткән (Баш. 14:8—12). Ир һәм атай булараҡ, Лут, моғайын, үҙенең ғаиләһе хаҡында борсолған. Бынан тыш, Лут бай булған, шунлыҡтан Содомда, күрәһең, уның яҡшы йорто булған (Баш. 13:5, 6). Әлбиттә, был сәбәптәр Луттың Алла күрһәтмәләренә шунда уҡ буйһонмағанын аҡламай. Әммә, Лут хата яһаһа ла, Алла уны «тәҡүә кеше» тип һанаған (2 Пет. 2:7, 8).

Ҡәрҙәште иғтибар менән тыңлаһаҡ, уның хәленә инә алырбыҙ (15, 16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

15. Башҡаларҙы хөкөм итер урынға, нимә эшләргә кәрәк?

15 Башҡаларҙы хөкөм итер урынға, уларҙың хистәрен аңларға тырышығыҙ. Европанан Вероника исемле апай-ҡәрҙәш шулай эшләгән дә. «Бер апай-ҡәрҙәш һәр ваҡыт кәйефһеҙ булып күренә ине, — ти Вероника. — Ул башҡаларҙан ситләште. Ҡайһы саҡ мин уның янына барырға ла ҡурҡа инем. Әммә мин, уның урынында булһам, дуҫҡа мохтаж булыр инем, тип уйлап ҡуйҙым. Шуға күрә унан үҙен нисек хис иткәне тураһында һораным. Һәм ул миңә күңелен бушатты! Хәҙер мин уны күпкә яҡшыраҡ аңлайым».

16. Ни өсөн, башҡаларҙың хәленә инергә теләһәк, Йәһүәнән ярҙам һорарға кәрәк?

16 Йәһүә генә беҙҙе тулыһынса аңлай ала (Ғиб. һүҙ. 15:11). Шуға күрә Йәһүәнән ҡәрҙәштәрҙә ул күргәнде күрергә һәм уларҙың хәленә инә белергә ярҙам итеүен һорағыҙ. Доға ҡылыу Анжела исемле апай-ҡәрҙәшкә башҡаларҙың хәленә инергә ярҙам иткән. Бер ваҡыт уға йыйылышындағы бер апай-ҡәрҙәш менән аралашыуы ауыр була башлаған. Анжела былай ти: «Был апай-ҡәрҙәште тәнҡитләп, уға ҡул һелтәү еңел юл булыр ине. Әммә мин Йәһүәнән уны аңларға ярҙам итеүен һораным». Йәһүә уның доғаһына яуап биргәнме? Анжела былай тип дауам итә: «Беҙ шул апай-ҡәрҙәш менән хеҙмәткә барҙыҡ, ә унан һуң бер нисә сәғәт буйы һөйләшеп ултырҙыҡ. Мин, уны тыңлағанда, хистәрен аңларға тырыштым. Хәҙер мин уны нығыраҡ яратам һәм уға ярҙам итергә бик теләйем».

17. Һеҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә йыйынаһығыҙ?

17 Беҙ ҡәрҙәштәрҙең ҡайһыһы йәлләүгә лайыҡ, ә ҡайһыһы юҡ икәнен билдәләргә хоҡуҡлы түгел. Улар бөтәһе лә, Юныс, Ильяс, Хәжәр һәм Лут һымаҡ, ауырлыҡтар менән осраша. Ҡайһы саҡта улар ауырлыҡтарында үҙҙәре ғәйепле. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ваҡыт-ваҡыт һәр беребеҙ тураһында шулай әйтеп була. Шуға күрә Йәһүә бер-беребеҙгә ҡарата ҡыҙғаныусан булырға ҡуша ла (1 Пет. 3:8). Йәһүәгә тыңлаусан булып, беҙ иҫ-киткес халыҡ-ара ҡәрҙәшлегебеҙҙең берҙәмлегенә өлөш индерәбеҙ. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, ҡәрҙәштәребеҙҙе иғтибар менән тыңларға, улар менән яҡынданыраҡ танышырға һәм уларға ҡарата ҡыҙғаныусан булырға тырышайыҡ.

87-СЕ ЙЫР Килеп, көс-дәрт ал!

^ 5 абз. Камил булмағанға, беҙ йыш ҡына, башҡалар тураһында ашығыс һығымталар яһап, уларҙың этәргес ниәттәрен шик аҫтына ҡуябыҙ. Йәһүә иһә «йөрәкте күрә» (1 Сам. 16:7). Был мәҡәләлә беҙ Йәһүәнең, яратыу сағылдырып, Юнысҡа, Ильяс, Хәжәр һәм Лутҡа нисек ярҙам иткәнен ҡарап сығырбыҙ. Был беҙгә, ҡәрҙәштәр менән мөғәмәлә иткәндә, Йәһүәнән үрнәк алырға ярҙам итер.

^ 5 абз. Юныс 2:1, 2, 9: «Шул балыҡтың ҡарынынан Юныс, үҙ Аллаһы Йәһүәгә доға ҡылып, былай тине: „Бәлә ваҡытында Йәһүәгә ялбарҙым, һәм ул яуап бирҙе. Ҡәбер эсенән ярҙам һорап үтендем. Һәм һин тауышымды ишеттең. Мин иһә, һиңә рәхмәттәр уҡып, ҡорбан килтерермен. Әйткән нәҙерҙәремде үтәрмен. Ҡотолоу Йәһүәнән килә“».

^ 53 абз. РӘСЕМДӘРҘӘ: оло йәштәге ағай-ҡәрҙәш, йәшерәк ҡәрҙәш осрашыуға һуңлағанға, асыулана. Әммә һуңыраҡ ул шул ҡәрҙәштең аварияға эләккәнгә һуңлағанын белеп ҡала.

^ 55 абз. РӘСЕМДӘРҘӘ: тәүҙә вәғәз төркөмөнөң күҙәтеүсеһе бер апай-ҡәрҙәш тураһында башҡаларҙан ситләшә тип уйлай, ләкин һуңыраҡ ул уның бик оялсан икәнен һәм яҡшы таныш булмаған кешеләр араһында уңайһыҙланғанын белеп ҡала.

^ 57 абз. РӘСЕМДӘРҘӘ: Батшалыҡ залында беренсе тапҡыр осрашҡанда, апай-ҡәрҙәш башҡа ҡәрҙәш тураһында туң һәм ҡырыҫ тип уйлап ҡуя, әммә уның менән яҡынданыраҡ танышҡас, яңылышҡанын аңлай.