Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

14-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Ғайсаның эҙенән теүәл барығыҙ

Ғайсаның эҙенән теүәл барығыҙ

«Мәсих тә, Үҙенең эҙенән барырға һеҙгә үрнәк ҡалдырып, һеҙҙең өсөн ғазап сикте» (1 ПЕТ. 2:21).

13-СӨ ЙЫР Мәсих — беҙгә өлгө

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

Ғайса, беҙ уның артынан теүәл бара алһын өсөн, беҙгә эҙҙәр ҡалдырған (1, 2-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

1, 2. Беҙ Ғайсаның эҙенән нисек бара алабыҙ? Миҫал килтерегеҙ.

КҮҘ алдына килтерегеҙ: һеҙ дуҫтарығыҙ менән ҡар баҫҡан ҡуйы урман аша бараһығыҙ, ти. Һеҙҙең алдан юлды яҡшы белгән кеше китеп бара. Йомшаҡ ҡар өҫтөндә уның эҙҙәре ҡала. Бер ваҡыт һеҙ юл күрһәтеүсене күҙҙән юғалтаһығыҙ. Әммә һеҙ дуҫтарығыҙ менән борсолмайһығыҙ, сөнки ҡар өҫтөндә уның эҙҙәрен күрәһегеҙ һәм шул эҙҙәр буйынса барырға тырышаһығыҙ.

2 Беҙ, ысын мәсихселәр булараҡ, ниндәйҙер мәғәнәлә был донъяның ҡараңғы урманы аша барабыҙ, тип әйтеп була. Бәхеткә ҡаршы, Йәһүә беҙгә иң яҡшы юл күрһәтеүсене — үҙенең Улын, Ғайса Мәсихте биргән, һәм беҙгә уның эҙенән теүәл барырға кәрәк (1 Пет. 2:21). Изге Яҙма буйынса белешмәләрҙең береһендә, илсе Петр Ғайсаны юл күрһәтеүсе менән сағыштыра, тиелә. Юл күрһәтеүсе һымаҡ, Ғайса ла эҙҙәр ҡалдырған, һәм беҙ был эҙҙәр буйынса барырға тейеш. Быға бәйле өс һорауҙы ҡарап сығайыҡ: Ғайсаның эҙенән барыу нимәне аңлата, ни өсөн беҙгә уның эҙенән барырға кәрәк һәм быны нисек эшләп була?

ҒАЙСАНЫҢ ЭҘЕНӘН БАРЫУ НИМӘНЕ АҢЛАТА?

3. Кешенең эҙенән барыу нимәне аңлата?

3 Кемдеңдер эҙенән барыу нимәне аңлата? Изге Яҙмала «йөрөү» һәм «аҙымдар» тигән һүҙҙәр кешенең ниндәй тормош алып барғанын аңлата (Баш. 6:9; Зәб. 119:59). Кешенең ҡылған эштәрен юлда ҡалдырған эҙҙәр менән сағыштырып була. Шуға күрә кемдеңдер аҙымдарынан барыу был унан үрнәк алыуҙы йәки уға оҡшаш булырға тырышыуҙы аңлата.

4. Ғайсаның эҙенән барыу нимәне аңлата?

4 Улайһа, Ғайсаның эҙенән барыу нимәне аңлата? Ҡыҫҡа ғына әйткәндә, уның үрнәге буйынса эш итеүҙе. Был мәҡәләнең төп аятында Петр Ғайсаның ауыр һынауҙарҙа ниндәй сыҙамлыҡ күрһәткәне тураһында яҙа. Әммә башҡа өлкәләрҙә лә беҙ Ғайсанан үрнәк ала алабыҙ (1 Пет. 2:18—25). Ысынлап әйткәндә, Ғайсаның бөтә тормошо — уның әйткән һүҙҙәре лә, эшләгән эштәре лә — беҙҙең өсөн өлгө булып тора.

5. Камил булмаған кешеләр Ғайсаның камил үрнәгенә эйәрә аламы? Аңлатығыҙ.

5 Беҙ камил түгел. Улайһа, беҙ Ғайсаның үрнәгенә эйәрә алабыҙмы? Эйе. Әлбиттә, беҙ быны камил рәүештә эшләй алмайбыҙ, әммә уның эҙҙәренән теүәлерәк барырға тырышһаҡ, Ғайса һымаҡ йәшәй алырбыҙ (1 Яхъя 2:6).

НИ ӨСӨН ҒАЙСАНЫҢ ЭҘЕНӘН БАРЫРҒА КӘРӘК?

6, 7. Ни өсөн беҙ Ғайсаның эҙенән барғанда Йәһүәгә яҡынлашабыҙ?

6 Ғайсаның эҙенән барып, беҙ Йәһүәгә яҡынлашабыҙ. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Беренсенән, Ғайса үҙ тормошо менән Алланың йөрәген нисек ҡыуандырып булғанын күрһәткән (Яхъя 8:29). Шуға күрә беҙ ҙә, Ғайсаның эҙенән барып, Йәһүәнең йөрәген ҡыуандырабыҙ. Әгәр күктәге Атабыҙға яҡын дуҫ булырға тырышһаҡ, ул да беҙгә яҡынлашыр, тип ышана алабыҙ (Яҡ. 4:8).

7 Икенсенән, Ғайса камил рәүештә Атаһының сифаттарын сағылдырған. Бына ни өсөн ул былай тигән: «Мине күргән кеше Атаны ла күргән була» (Яхъя 14:9). Беҙ Ғайсаның кешеләр менән үҙен нисек тотҡанынан өлгө ала алабыҙ. Мәҫәлән, ул махаулы кешене, ҡаты ауырыуҙан интеккән ҡатын-ҡыҙҙы һәм ғәзиз туғандарын юғалтҡан кешеләрҙе йәлләгән. Ғайсанан үрнәк алып, беҙ ысынында Йәһүәнән үрнәк алабыҙ (Марк 1:40, 41; 5:25—34; Яхъя 11:33—35). Ә Йәһүәнең сифаттарын яҡшыраҡ сағылдырған һайын, беҙ уға тағы ла нығыраҡ яҡынлашабыҙ.

8. Ғайсаның эҙенән барыу донъяны еңергә нисек ярҙам итә?

8 Ғайсаның эҙенән барһаҡ, беҙҙе был донъя тәҡдим иткән нәмәләр ҡыҙыҡтырмаҫ. Ерҙәге тормошоноң һуңғы кисендә Ғайса: «Мин донъяны еңдем!» — тигән (Яхъя 16:33). Ул нимәне күҙ уңында тотҡан? Ғайса был донъяға үҙенең фекер йөрөтөүенә, маҡсаттарына һәм тәртибенә йоғонто яһарға бирмәгән. Ул ни өсөн ергә килгәнен һәр ваҡыт иҫендә тотҡан. Ул Йәһүәнең исемен аҡларға тейеш булған. Ә беҙҙең турала нимә әйтеп була? Был донъяла күп нәмә иғтибарыбыҙҙы Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән ситкә алып китә ала. Әммә әгәр Ғайса һымаҡ иғтибарыбыҙҙы Йәһүәнең ихтыярын үтәүгә йүнәлтһәк, беҙ ҙә был донъяны еңә алырбыҙ (1 Яхъя 5:5).

9. Мәңгелек тормошҡа алып барған юлда ҡалыр өсөн, беҙгә нимә эшләргә кәрәк?

9 Ғайсаның эҙенән барып, беҙ мәңгелек тормошҡа эйә булырбыҙ. Бер бай йәш егет Ғайсанан: «Мәңгелек тормошҡа эйә булыр өсөн, миңә ниндәй изгелек эшләргә кәрәк?» — тип һорағас, Ғайса уға: «Кил дә Миңә эйәр», — тип әйткән (Матф. 19:16—21). Ә үҙенә ышанмаған ҡайһы бер йәһүдтәргә Ғайса былай тигән: «Минең һарыҡтарым... Минең артымдан бара. Мин уларға мәңгелек тормош бирәм» (Яхъя 10:24—29). Ғайса үҙенең өйрәтеүҙәре менән ҡыҙыҡһынған Юғары кәңәшмә ағзаһы Никодимға: «Алла Улына инанған һәр кем мәңгелек тормошҡа эйә булыр», — тигән (Яхъя 3:16). Ғайса әйткәнде тыңлап һәм уның үрнәге буйынса эш итеп, беҙ уға иман иткәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Ә был беҙгә мәңгелек тормошҡа алып барған юлда ҡалырға ярҙам итә (Матф. 7:14).

ҒАЙСАНЫҢ ЭҘЕНӘН НИСЕК ТЕҮӘЛЕРӘК БАРЫРҒА?

10. Яхъя 17:3 буйынса, Ғайса тураһында белем алыу нимәне аңлата?

10 Ғайсаның эҙенән теүәлерәк барыр өсөн, беҙгә уның тураһында яҡшы белергә кәрәк. (Яхъя 17:3-тө уҡығыҙ.) Уның хаҡында даими рәүештә белем алыу мөһим. Беҙгә уның менән яҡшыраҡ танышырға, уның сифаттарын, фекер йөрөтеү һәм эш итеү рәүешен белергә кәрәк. Хәҡиҡәттә күпме генә йылдар булһаҡ та, беҙ Йәһүә һәм уның Улы тураһында белем алыуыбыҙҙы дауам итергә тейеш.

11. «Һөйөнөслө Хәбәр» китаптарында нимә тураһында һүҙ бара?

11 Йәһүә беҙҙең Ғайса Мәсих тураһында яҡшыраҡ белеүебеҙҙе теләй. Шуға күрә Йәһүә үҙенең Һүҙенә Ғайсаның тормошо һәм хеҙмәте тураһында дүрт «Һөйөнөслө Хәбәр» китабын яҙҙыртҡан. Был дүрт китаптан беҙ Ғайсаның өйрәтеүҙәре, эштәре һәм хистәре тураһында күп нәмә белә алабыҙ. Улар беҙгә Ғайсаның үрнәге тураһында тәрән уйланырға ярҙам итә (Евр. 12:3). Был китаптарҙа Ғайсаның тормош эҙҙәре һаҡланып ҡалған, тип әйтеп була. «Һөйөнөслө Хәбәр» китаптарын өйрәнеп, беҙ Ғайсаны тағы ла яҡшыраҡ белербеҙ. Һөҙөмтәлә беҙ уның эҙенән теүәлерәк бара алырбыҙ.

12. «Һөйөнөслө Хәбәр» китаптарынан тулы файҙа алыр өсөн нимә эшләргә кәрәк?

12 «Һөйөнөслө Хәбәр» китаптары беҙгә файҙа килтереүен теләһәк, уларҙы уҡып сығыу ғына етмәй. Уларҙы иғтибар менән өйрәнер өсөн һәм тәрән уйланыр өсөн, ваҡыт бүлергә кәрәк. (Ешуа 1:8 менән сағыштырығыҙ.) Был китаптар өҫтөндә уйланырға һәм уҡығандарыбыҙҙы тормошта ҡулланырға беҙгә нимә ярҙам итер? Әйҙәгеҙ, ике яҡҡа иғтибар итәйек.

13. «Һөйөнөслө Хәбәр» китаптарында яҙылғандарҙы нисек йәнләндереп ебәрергә була?

13 Беренсенән, «Һөйөнөслө Хәбәр» китаптарында яҙылғандарҙы йәнләндереп ебәрегеҙ. Күҙ алдына килтереү һәләте һеҙгә уҡығандарҙы күрергә, ишетергә һәм тойорға ярҙам итһен. Быны эшләүе еңелерәк булһын өсөн, Йәһүәнең ойошмаһы сығарған әҙәбиәттән үҙегеҙгә кәрәкле мәғлүмәт эҙләгеҙ. Уҡыған өҙөктөң контексын иҫәпкә алығыҙ. Был өҙөктә яҙылған ваҡиғаға тиклем һәм унан һуң нимә булғанына иғтибар итегеҙ. Унда иҫкә алынған кешеләр һәм урындар тураһында күберәк белергә тырышығыҙ. Был осраҡ тураһында башҡа «Һөйөнөслө Хәбәр» китаптарында нимә яҙылғанын ҡарағыҙ. Ҡайһы ваҡыт яҙыусыларҙың береһе башҡалары әһәмиәт бирмәгән нескәлектәргә иғтибар итә.

14, 15. «Һөйөнөслө Хәбәр» китаптарында яҙылғандарҙы тормошта нисек ҡулланып була?

14 Икенсенән, «Һөйөнөслө Хәбәр» китаптарынан Ғайса тураһында белгәндәрегеҙҙе ҡулланығыҙ (Яхъя 13:17). Бының өсөн уҡыған өҙөктө тикшергәндән һуң, үҙегеҙгә бындай һорау бирегеҙ: «Был өҙөк мине нимәгә өйрәтә һәм уны нисек ҡулланырға? Белгәндәремде башҡаларға ярҙам итер өсөн нисек ҡуллана алам?» Конкрет кеше тураһында уйлағыҙ һәм, яйы сыҡҡанда, ипле генә уға белгәндәрегеҙҙе һөйләгеҙ.

15 Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, Ғайса ғибәҙәтханала күргән ярлы тол ҡатындың миҫалы ярҙамында был ике кәңәште нисек ҡулланып булғанын ҡарап сығайыҡ.

ЯРЛЫ ТОЛ ҠАТЫН

16. Марк 12:41-ҙә ниндәй осраҡ һүрәтләнә?

16 «Һөйөнөслө Хәбәр» китаптарында яҙылғандарҙы йәнләндерегеҙ. (Марк 12:41-ҙе уҡығыҙ.) Б. э. 33 йылының 11 нисан көнөндә булған ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтерегеҙ. Ғайсаның үлеменә тиклем бер нисә генә көн ҡалып бара. Көнө буйы тиерлек Ғайса ғибәҙәтханала кешеләрҙе өйрәтә, һәм был дин етәкселәренең асыуын сығара. Бер нисә көн алдараҡ уларҙың ҡайһы берҙәре Ғайсаның хеҙмәте хаҡында: «Был вәкәләтте Һиңә кем бирҙе?» — тип һорай. Ә ҡайһы берәүҙәре уға бәйләнергә тырышып төрлө һорауҙар бирә (Марк 11:27—33; 12:13—34). Хәҙер Ғайса ғибәҙәтхананың башҡа бер өлөшөнә, күрәһең, ҡатын-ҡыҙҙар ихатаһы тип аталған өлөшөнә бара. Унда стена буйында иғәнә һауыттары тора. Ул ултыра ла, кешеләрҙең иғәнә һалғанын күҙәтә башлай. Ғайса бай кешеләрҙең күп аҡса һалғанын күрә һәм хатта улар һалған тәңкәләрҙең һауыт төбөнә зыңғырлап төшкәнен ишетә.

17. Марк 12:42-лә иҫкә алынған тол ҡатын нимә эшләгән?

17 Марк 12:42-не уҡығыҙ. Күпмелер ваҡыт үткәс, Ғайса ярлы тол ҡатынға иғтибар итә. Был ҡатындың тормошо еңел түгел. Ул саҡ осон-осҡа ялғап йәшәй. Шулай ҙа ул иғәнә һауыттарының береһе янына бара ла, ике ваҡ тәңкә төшөрә. Был аҡсаларҙың төшкәне, бәлки, ишетелмәйҙер ҙә. Ғайса уның ике лепта ғына һалғанын белә. Был ул ваҡыттағы аҡсаларҙың иң вағы булған. Ике лептаға хатта бер турғай ҙа һатып алып булмаҫ ине, ә ул ваҡытта турғай ашар өсөн һатылған ҡоштарҙың иң арзаны булған.

18. Марк 12:43, 44-тән күренеүенсә, Ғайса тол ҡатындың иғәнәһе тураһында нимә әйткән?

18 Марк 12:43, 44-те уҡығыҙ. Ғайсаның күргәндәре уға ныҡ тәьҫир итә. Ул үҙ шәкерттәрен янына саҡырып ала ла, тол ҡатынға күрһәтеп, былай ти: «Был ярлы тол ҡатын саҙаҡа һандығына бөтәһенән дә күберәк һалды». Артабан ул былай тип аңлата: «Тегеләрҙең барыһы ла [айырыуса байҙар] үҙҙәренән артҡанын бирҙе, ә ул, ярлы булыуына ҡарамаҫтан, үҙендә булғандың бөтәһен... һалды». Аллаға тоғро булған был тол ҡатын, үҙенең бөтә аҡсаһын иғәнә итеп биреп, үҙ тормошон Йәһүәнең ҡайғыртыусан ҡулына тапшырған (Зәб. 26:3).

Ғайса һымаҡ, Йәһүәгә иң яҡшыһын бирергә тырышҡан ҡәрҙәштәрҙе маҡтағыҙ (19, 20-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

19. Ғайсаның ярлы тол ҡатын тураһында әйткән һүҙҙәре беҙҙе нимәгә өйрәтә?

19 Белгәндәрегеҙҙе ҡулланығыҙ. «Мин Ғайсаның тол ҡатын тураһында әйткәндәренән нимәгә өйрәнә алам?» — тип үҙегеҙҙән һорағыҙ. Әйҙәгеҙ, был ҡатын тураһында уйлап алайыҡ. Әлбиттә, ул Йәһүәгә күберәк бирергә шат булыр ине. Нисек кенә булһа ла, ул хәленән килгәндең барыһын эшләгән — Йәһүәгә үҙендә булғандың иң яҡшыһын биргән. Ғайса был ҡатындың иғәнәһе Йәһүә өсөн бик ҡәҙерле икәнен белгән. Был беҙҙе мөһим нәмәгә өйрәтә: әгәр беҙ Йәһүәгә иң яҡшыһын бирһәк, йәғни бөтөн йөрәктән уға хеҙмәт итһәк, ул бик шатлана (Матф. 22:37; Кол. 3:23). Был беҙҙең ғибәҙәт ҡылыуыбыҙға, шул иҫәптән вәғәз эшенә һәм йыйылыш осрашыуҙарына күпме ваҡыт һәм көс бағышлағаныбыҙға ҡағыла.

20. Ярлы тол ҡатын тураһында белгәндәрегеҙҙе нисек ҡулланып була? Миҫал килтерегеҙ.

20 Ярлы тол ҡатын тураһында белгәндәрегеҙҙе нисек ҡулланып була? Үҙегеҙ ярҙам итә алған берәй ҡәрҙәш тураһында уйлағыҙ. Уны, бәлки, Йәһүә өсөн уның хеҙмәте ҡәҙерле икәненә ышандырырға кәрәктер. Мәҫәлән, оло йәштәге апай-ҡәрҙәш Йәһүәгә элеккесә күп хеҙмәт итә алмайҙыр. Бының арҡаһында ул үҙен ғәйепләргә һәм файҙаһыҙ итеп хис итергә мөмкин. Ә, бәлки, һеҙ ҡаты хроник ауырыуҙан интеккән ағай-ҡәрҙәште беләһегеҙҙер. Ул, Батшалыҡ залында һәр осрашыуҙа була алмағанға, төшөнкөлөккә бирелергә мөмкин. Шундай ҡәрҙәштәрҙе нығыта алған игелекле һүҙҙәр әйтегеҙ (Ефес. 4:29). Уларға ярлы тол ҡатын тураһында белгәндәрегеҙҙе һөйләгеҙ. Һеҙҙең дәртләндергес һүҙҙәрегеҙ был ҡәрҙәштәрҙе шуға ышандыра ала: улар Йәһүәгә иң яҡшыһын биргәндә, был уға шатлыҡ килтерә (Ғиб. һүҙ. 15:23; 1 Фес. 5:11). Ҡәрҙәштәр үҙҙәренең хеҙмәттә һалған тырышлыҡтарын әһәмиәтһеҙ тип һанарға мөмкин. Ундай ҡәрҙәштәрҙе Йәһүәгә иң яҡшыһын бирергә тырышҡандары өсөн маҡтаһағыҙ, һеҙ Ғайсаның эҙенән теүәл бараһығыҙ.

21. Был мәҡәлә һеҙҙе нимәгә дәртләндерҙе?

21 «Һөйөнөслө Хәбәр» китаптарында Ғайсаның тормошона ҡағылышлы күп нескәлектәр килтерелгәне өсөн, беҙ бик рәхмәтлебеҙ. Был беҙгә уның эҙенән теүәл барырға ярҙам итә. Әйҙәгеҙ, шәхси өйрәнеүҙә йәки ғаилә өйрәнеүендә «Һөйөнөслө Хәбәр» китаптарының өҙөктәре буйынса тикшереүҙәр үткәрәйек. Шуны иҫтә тотоу мөһим: өйрәнеү файҙа килтерһен өсөн, беҙгә уҡығандарыбыҙҙы йәнләндерергә һәм белгәндәребеҙҙе ҡулланырға кәрәк. Әммә беҙгә, Ғайсаның үрнәгенә эйәреүҙән тыш, шулай уҡ уның һүҙҙәренә лә иғтибарлы булырға кәрәк. Киләһе мәҡәләнән беҙ Ғайсаның үлер алдынан әйткән һүҙҙәренән нимәгә өйрәнеп булғанын белербеҙ.

15-СЕ ЙЫР Йәһ Улын данлағыҙ!

^ 5 абз. Мәсихселәр булараҡ, беҙ Ғайса Мәсихтең эҙенән теүәл барырға тейеш. Был нимәне аңлата? Ни өсөн беҙгә уның эҙенән барырға кәрәк һәм быны нисек эшләргә? Был мәҡәләлә ошо һорауҙарға яуап ҡаралыр.

^ 60 абз. РӘСЕМДӘРҘӘ: йәш апай-ҡәрҙәш Ғайсаның тол ҡатын тураһында әйткән һүҙҙәре тураһында уйлана һәм оло йәштәге апай-ҡәрҙәште Йәһүәгә ысын күңелдән хеҙмәт иткәне өсөн эскерһеҙ маҡтай.