Борсолоуҙарҙы нисек еңергә?
БОРСОЛОУҘАР йөрәккә ауыр таш булып ята (Ғиб. һүҙ. 12:25). Һеҙҙең ҡасан да булһа көслө хәүеф тойғоһон кисергәнегеҙ булдымы? Улай булһа, һеҙ бер үҙегеҙ түгел. Күптәргә ауырыған туғаны хаҡында ҡайғыртырға тура килә, кемдер яҡын кешеһен юғалтҡан йә афәттәрҙән зыян күргән. Эйе, беҙҙең физик, эмоциональ һәм психик хәлебеҙгә насар йоғонто яһаған ауыр шарттар һанап бөтөргөһөҙ. Әммә борсолоуҙарҙы нисек еңергә? a
Был йәһәттән беҙ Дауыт батшанан күпкә өйрәнә алабыҙ. Уның тормошо бәлә-ҡазалар менән тулы булған. Ҡайһы саҡта ул хатта үлем сигендә торған (1 Сам. 17:34, 35; 18:10, 11). Дауыт борсолоуҙарын нисек еңә алған? Уның миҫалы беҙгә ҡайһы яҡтан файҙалы?
ДАУЫТ БОРСОЛОУҘАРЫН НИСЕК ЕҢГӘН?
Ҡайһы саҡта Дауыттың өҫтөнә бер юлы күп ғазаптар ябырылған. Шаул батшанан ҡасып йөрөгәндә, уның менән нимә булғанын иҫебеҙгә төшөрәйек. Дауыт үҙенең ғәскәре менән һуғыштан ҡайта. Улар амалектарҙың ҡалаға һөжүм иткәнен һәм өйҙәрен яндырып, бөтә булған мал-мөлкәттәрен талап, ҡатындарын һәм балаларын әсирлеккә алып киткәнен күрә. Дауытҡа һәм уның кешеләренә шул тиклем ауыр була, улар хатта ҡысҡырып илай башлай. Әммә өҫтәүенә уның кешеләре уны таш бәреп үлтерергә һүҙ ҡуйыша (1 Сам. 30:1—6). Күреүебеҙсә, Дауыттың өҫтөнә өс бәлә ябырыла: уның ғаиләһе ҡурҡыныс аҫтында, дуҫтары уны үлтерергә йыйына һәм Шаул батша һаман да уны һағалап йөрөй. Дауыт түҙә алмаҫлыҡ ҡайғы кисерә!
«Дауыт көс-ярҙамды Аллаһы Йәһүәнән» тапҡан. Бының өсөн ул нимә эшләгән? Һәр ваҡыттағыса Дауыт, Йәһүәнән ярҙам һорап, доға ҡылған. Шулай уҡ Йәһүә уға элек ярҙам иткән осраҡтарҙы иҫенә төшөргән (1 Сам. 17:37; Зәб. 18:2, 6). Өҫтәүенә, Дауыт Алланың күрһәтмәләрен эҙләргә кәрәклеген аңлаған. Шуға күрә ул Йәһүәнән нимә эшләргә кәрәклеге хаҡында һораған. Күрһәтмәләр алғас, Дауыт шунда уҡ уларҙы ҡулланған. Һөҙөмтәлә Алла уға һәм уның кешеләренә ғаиләләрен һәм бөтә мал-мөлкәтен ҡайтарырға ярҙам иткән (1 Сам. 30:7—9, 18, 19). Дауыттың ниндәй өс аҙым яһағанына иғтибар иттегеҙме? Ул ярҙам һорап доға ҡылған, Йәһүә уға элек нисек ярҙам иткәнен иҫенә төшөргән һәм Алланың күрһәтмәләрен ҡулланған. Беҙгә лә был ысулдарҙы күҙ уңында тоторға кәрәк. Әйҙәгеҙ, уларҙы ентекләберәк ҡарап сығайыҡ.
ДАУЫТТАН ӨЛГӨ АЛЫҒЫҘ
1. Доға ҡылығыҙ. Борсолоуҙар биләп алғанда, Йәһүәнән ярҙам һәм зирәклек һорап доға ҡылығыҙ. Уға күңелегеҙҙә булғандың барыһын һөйләп бирегеҙ, шул саҡта ауыр йөк булып ятҡан хис-тойғоларҙан арынырһығыҙ. Оҙаҡ доға ҡылырға мөмкинлегегеҙ булмаһа, Йәһүәгә бер нисә һүҙ булһа ла әйтегеҙ. Дауыт былай тип йырлаған: «Йәһүә минең ҡаяташым, нығытмам һәм мине ҡотҡарыусы Аллам. Аллам — минең ҡаям, унда мин яҡлау табам» (Зәб. 18:2). Йәһүәгә ярҙам һорап доға ҡылғанда, һеҙ уға тулыһынса таянғанығыҙҙы күрһәтәһегеҙ. Әммә доға ысынлап та хәлде үҙгәртә аламы? Пионер булып хеҙмәт иткән Калия исемле апай ҡәрҙәш былай тип бүлешә: «Йәһүә менән һөйләшеп алғандан һуң, мин күңелемдә тыныслыҡ тоям. Доға миңә Йәһүә һымаҡ уйларға һәм уға тағы ла нығыраҡ ышанырға ярҙам итә». Доға, ауыртыуҙы баҫа торған дарыу һымаҡ, борсоу хистәрен еңергә ярҙам итә. Уны беҙгә Йәһүә үҙе тәҡдим итә.
2. Үткәндәрҙе иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Тормошоғоҙҙа булғандарға әйләнеп ҡарағыҙ. Тик Йәһүә ярҙамы менән генә еңә алған ауырлыҡтарҙы хәтерләйһегеҙме? Йәһүә беҙҙе һәм боронғо заманда үҙ хеҙмәтселәрен нисек итеп нығытҡаны тураһында уйланыу беҙгә эске ныҡлыҡ бирә һәм уға ҡарата ышаныс үҫтерә (Зәб. 18:17—19). «Мин яуап алған доғаларымдың исемлеген яҙып барам, — тип һөйләй Джошуа исемле бер өлкән. — Был миңә Йәһүә доғаларыма тура яуап биргән осраҡтарҙы онотмаҫҡа ярҙам итә». Эйе, Йәһүәнең беҙгә элек ярҙам иткәнен иҫкә төшөрөү борсолоуҙар менән көрәшергә яңы көс өҫтәр.
3. Ҡулланығыҙ. Стресс тыуҙырған хәлде яйға һалыр алдынан, Изге Яҙмаға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Тик унда ғына беҙ кәрәкле күрһәтмәләр табырбыҙ (Зәб. 19:7, 11). Күп кенә ҡәрҙәштәрҙең күҙәтеүҙәре буйынса, кәрәкле аятты нисек ҡулланып булғанын аңлар өсөн тикшереүҙәр үткәрергә кәрәк. Джаррод исемле өлкән былай тип аңлата: «Шәхси өйрәнеү миңә аяттың бөтә яҡтарын күрергә һәм Йәһүәнең миңә нимә әйтергә теләгәнен аңларға ярҙам итә. Белгәндәрем йөрәккә уйылып ҡала, шуға күрә Алланың күрһәтмәләрен ҡулланыу еңелерәк булып китә». Изге Яҙманан Йәһүәнең күрһәтмәләрен табып, уны ҡулланһаҡ, борсолоуҙар менән көрәшер өсөн яҡшы ҡоралланғанбыҙ, тип әйтеп була.
ЙӘҺҮӘНЕҢ ЯРҘАМЫ МЕНӘН ҺЕҘ УҢЫШЛЫ БУЛА АЛАҺЫҒЫҘ!
Дауыт Йәһүәнең ярҙамы менән генә борсолоуҙарҙы еңә алғанын аңлаған. Йәһүәгә үҙ рәхмәттәрен ул бындай һүҙҙәр менән белдергән: «Алланың ҡөҙрәте менән мин стеналарға менә алам. Алла мине көс-ҡеүәткә төрөндөрә» (Зәб. 18:29, 32). Ауырлыҡтар алдыбыҙҙа үҫеп сыҡҡан стена һымаҡ тойолорға мөмкин. Әммә Йәһүә беҙҙең менән, шуға күрә ауырлыҡтар стена һымаҡ булһа ла, уларҙы еңә алырбыҙ. Әгәр Йәһүәгә ярҙам һорап доға ҡылһаҡ, уның беҙҙең өсөн ҡылған эштәрен иҫебеҙҙә тотһаҡ һәм уның күрһәтмәләре буйынса йәшәһәк, ул беҙгә борсолоуҙарҙы еңеп сығырға көс һәм зирәклек бирәсәк!
a Психикаһы ҡаҡшаған кешегә медик ярҙам кәрәк булырға мөмкин.