Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

18-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йыйылыш осрашыуҙарында бер-берегеҙҙе рухландырығыҙ

Йыйылыш осрашыуҙарында бер-берегеҙҙе рухландырығыҙ

«Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, бер-беребеҙҙе... дәртләндерәйек» (ЕВР. 10:24, 25).

88-СЕ ЙЫР Миңә үҙ юлдарыңды күрһәт

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Ни өсөн беҙ йыйылыш осрашыуҙарында комментарийҙар бирәбеҙ?

 НИ ӨСӨН беҙ йыйылыш осрашыуҙарына йөрөйбөҙ? Беренсенән, Йәһүәне данлар өсөн (Зәб. 26:12; 111:1). Икенсенән, был ауыр ваҡыттарҙа бер-беребеҙҙе рухландырыр өсөн (1 Фес. 5:11). Ҡул күтәреп комментарий биргәндә, беҙ ошо ике маҡсатҡа ла өлгәшәбеҙ, тип әйтеп була.

2. Йыйылыш осрашыуҙарында ҡатнашыр өсөн, беҙҙең ниндәй мөмкинлектәр бар?

2 Беҙ йыйылыш осрашыуҙарында аҙна һайын комментарийҙар бирә алабыҙ. Мәҫәлән, ял көндәрендә беҙ «Күҙәтеү манараһын» өйрәнеүҙә ҡатнашабыҙ. Ә аҙна уртаһында беҙ «Рухи ынйылар», «Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү» һәм фекер алышыу булған башҡа пункттарҙа комментарийҙар бирәбеҙ.

3. Комментарий бирергә беҙгә нимә ҡамасауларға мөмкин һәм Еврейҙарға 10:24, 25-тә яҙылған һүҙҙәр беҙгә нисек ярҙам итә ала?

3 Беҙ бөтәбеҙ ҙә Йәһүәне данларға һәм ҡәрҙәштәрҙе рухландырырға теләйбеҙ. Шулай ҙа беҙгә комментарий бирергә нимәлер ҡамасауларға мөмкин. Мәҫәлән, кемдер яуап бирергә ҡурҡа, ә кемдер комментарий бирергә бик ярата, әммә ул ҡул күтәргәндә уны һорамайҙар. Был ауырлыҡтарҙы нисек еңергә? Яуапты беҙ илсе Павелдың һүҙҙәренән табырбыҙ. Еврейҙарға яҙған хатында осрашыуҙарҙың мөһимлеге тураһында әйткәндә, ул мәсихселәрҙе «бер-беребеҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡеүәтләп торайыҡ» тип дәртләндергән. (Еврейҙарға 10:24, 25-те уҡығыҙ.) Иманыбыҙҙы сағылдырған ябай ғына һүҙҙәребеҙ ҡәрҙәштәрҙе дәртләндерә алғанын аңлаһаҡ, беҙ йышыраҡ ҡул күтәрербеҙ. Ә беҙҙе һирәк һораһалар, беҙ башҡаларҙың комментарий бирергә мөмкинлектәре булғанына шатланырбыҙ (1 Пет. 3:8).

4. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

4 Был мәҡәләлә комментарий биреүселәр әҙ булған бәләкәй йыйылышта нисек бер-беребеҙҙе рухландырып булғаны ҡарала. Шунан комментарий биреүселәр күп булған ҙур йыйылышта бер-беребеҙҙе нисек дәртләндереп булғаны тураһында һөйләшербеҙ. Шулай уҡ комментарийҙарыбыҙ башҡаларҙы рухландырһын өсөн, беҙ уларҙы нисек яҡшыртып булғанын күрербеҙ.

БӘЛӘКӘЙ ЙЫЙЫЛЫШТА БЕР-БЕРЕГЕҘҘЕ РУХЛАНДЫРЫҒЫҘ

5. Осрашыуҙа кеше әҙ булғанда, беҙ нисек бер-беребеҙҙе дәртләндерә алабыҙ?

5 Бәләкәй йыйылышта йәиһә төркөмдәрҙә комментарий биреүселәр күп түгел, шуға осрашыуҙы алып барыусыға ҡәрҙәштәрҙең ҡул күтәргәнен көтөргә тура килә. Шул арҡала фекер алышыу оҙаҡ бара һәм күңелһеҙ булып күренергә мөмкин. Һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ? Йышыраҡ ҡул күтәрергә әҙер булығыҙ. Был башҡаларҙы фекер алышыуҙа ашҡынып ҡатнашырға дәртләндерер.

6, 7. Комментарий биргәндә, нисек тулҡынланыуҙы кәметеп була?

6 Һеҙгә комментарий бирергә кәрәклеге тураһында уйланыуҙан эҫеле-һыуыҡлы булып китһә, нимә эшләргә? Шундай хистәр күптәргә таныш. Әйҙәгеҙ, тулҡынланыуҙы нисек кәметеп булғаны тураһында уйланайыҡ, сөнки йыйылыш осрашыуҙарында комментарийҙар бирһәк, беҙ ҡәрҙәштәрҙе нығыраҡ рухландыра алабыҙ.

7 «Күҙәтеү манараһының» үткән сығарылыштарында килтерелгән кәңәштәрҙе яңынан уҡып сығығыҙ b. Мәҫәлән, яҡшы әҙерләнегеҙ (Ғиб. һүҙ. 21:5). Материалды яҡшы белһәгеҙ, ҡыйыуыраҡ булырһығыҙ (Ғиб. һүҙ. 15:23; 17:27). Бынан тыш, ҡыҫҡа яуаптар әҙерләгеҙ. Яуабығыҙ ҡыҫҡа булһа, һеҙ ул тиклем ныҡ тулҡынланмаҫһығыҙ. Шулай уҡ ҡәрҙәштәргә оҙон, күп фекерҙән торған комментарийға ҡарағанда, бер-ике һөйләмдән торған ҡыҫҡа комментарийҙы аңлау еңелерәк булыр. Үҙ һүҙҙәрегеҙ менән ҡыҫҡа яуап биреү һеҙҙең яҡшы әҙерләнгәнегеҙҙе һәм материалды яҡшы аңлағанығыҙҙы күрһәтә.

8. Йәһүә тырышлыҡтарығыҙға нисек ҡарай?

8 Был кәңәштәрҙең ҡайһы берҙәрен ҡулланып ҡарағандан һуң да тулҡынланһағыҙ һәм бер-икенән күберәк комментарий бирергә ҡыймаһағыҙ, нимә эшләргә? (Лука 21:1—4). Шикләнмәгеҙ, Йәһүә һеҙҙең эскерһеҙ тырышлыҡтарығыҙҙы юғары баһалар. Ул һеҙҙе көсөгөҙҙән килмәгәнде эшләргә һорамай (Флп. 4:5). Нимә эшләй алыуығыҙҙы билдәләгеҙ, өлгәшә алырлыҡ маҡсат ҡуйығыҙ һәм тыныслыҡ һорап Йәһүәгә доға ҡылығыҙ. Кемдер тәүҙә ҡыҫҡа комментарий биреп ҡарар.

ҘУР ЙЫЙЫЛЫШТА БЕР-БЕРЕГЕҘҘЕ РУХЛАНДЫРЫҒЫҘ

9. Ҙур йыйылышта ниндәй ауырлыҡ тыуырға мөмкин?

9 Ҙур йыйылышта башҡа ауырлыҡ тыуа. Комментарий бирергә теләгән ҡәрҙәштәр күп булғанға күрә, күтәргән ҡулығыҙ иғтибарһыҙ ҡалырға мөмкин. Мәҫәлән, Даниэ́ллаға c осрашыуҙарҙа комментарий бирергә бик оҡшай. Был уның өсөн — Аллаға ғибәҙәт ҡылыуҙың бер өлөшө. Шулай уҡ комментарийҙар биреп, ул башҡаларҙы рухландыра һәм Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәргә үҙенең иманын нығыта. Ләкин ул ҙурыраҡ йыйылышҡа күскәс, уны һирәгерәк һорай башлағандар. Ә ҡайһы саҡта бөтә осрашыу дауамында бөтөнләй һорамағандар. «Был мине бик рәнйетте, — тип бүлешә ул. — Миңә хөрмәтле вазифамды юғалтҡандай тойолдо. Был хәл күп тапҡыр ҡабатлағанға күрә, ҡайһы саҡта мине юрый һорамайҙар, тип уйлай инем».

10. Осрашыуҙа һеҙҙе һораһындар өсөн нимә эшләп була?

10 Һеҙгә Даниэлланың хистәре танышмы? Таныш булһа, һеҙ, моғайын, ҡайһы саҡта бирешергә һәм тик тыңлап ҡына ултырырға теләрһегеҙ. Шулай ҙа комментарий бирергә тырышығыҙ. Быны нисек эшләп була? Мәҫәлән, һәр бер осрашыуға бер нисә яуап әҙерләгеҙ. Шул саҡта өйрәнеүҙең башында һорамаһалар ҙа, аҙағында комментарий бирә алырһығыҙ. «Күҙәтеү манараһына» әҙерләнгәндә, һәр абзац мәҡәләнең темаһы менән нисек бәйле икәне тураһында уйлағыҙ. Шул саҡта һеҙ өйрәнеү дауамында күп фекерҙәр менән бүлешә алырһығыҙ. Өҫтәүенә, тәрән хәҡиҡәттәрҙе аңлатҡан абзацтарға яуап әҙерләп була (1 Кор. 2:10). Шундай абзацтарҙы аңлатыуы ауыр булғанға, ғәҙәттә, комментарий биреүселәр әҙерәк. Әммә шул кәңәштәрҙе ҡулланып ҡараһағыҙ ҙа, бер нисә осрашыу дауамында һеҙҙе һорамаһалар, нимә эшләргә? Осрашыу алдынан өйрәнеүҙе алып барған ҡәрҙәшкә ниндәй һорауға яуап бирергә теләгәнегеҙҙе әйтеп була.

11. Филиптарға 2:4-тә яҙылған һүҙҙәр беҙҙе нимәгә дәртләндерә?

11 Филиптарға 2:4-те уҡығыҙ. Алла тарафынан рухландырылып, илсе Павел мәсихселәрҙе башҡалар хаҡында ла хәстәрлек күрергә өндәгән. Башҡаларҙың фекер алышыуҙа ҡатнашырға теләгәндәрен иҫтә тотоп, беҙ был кәңәште йыйылыш осрашыуҙарында ҡуллана алабыҙ.

Аралашҡанда кешеләргә һөйләргә мөмкинлек биргән кеүек, йыйылыш осрашыуҙарында ла ҡәрҙәштәргә һүҙ бирегеҙ (12-се абзацты ҡарағыҙ.)

12. Йыйылыш осрашыуҙарында беҙ башҡаларҙы нисек рухландыра алабыҙ? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

12 Әйҙәгеҙ, был хәлгә икенсе яҡтан ҡарайыҡ. Дуҫтарығыҙ менән аралашҡанда һәр ваҡыт үҙегеҙ генә һөйләмәйһегеҙ бит, ә башҡаларға ла аралашыуҙа ҡатнашырға мөмкинлек бирәһегеҙ. Шуның шикелле, йыйылыш осрашыуҙарында мөмкин тиклем күберәк ҡәрҙәштәрҙең үҙ фекерҙәре менән бүлешеүҙәрен теләйбеҙ. Башҡаларҙы рухландырырға теләһәк, уларға үҙ имандарын белдерергә мөмкинлек бирәйек (1 Кор. 10:24). Быны нисек эшләп була?

13. Фекер алышыуҙа күберәк ҡәрҙәштәр ҡатнаша алһын өсөн, беҙ нимә эшләй алабыҙ?

13 Кәңәштәрҙең береһе — ҡыҫҡа яуаптар биреү. Шулай эшләһәгеҙ, күберәк ҡәрҙәштәр фекер алышыуҙа ҡатнаша алыр. Өлкәндәр һәм тәжрибәле вәғәзселәр был яҡтан яҡшы өлгө күрһәтә ала. Комментарийығыҙ ҡыҫҡа булһа ла, абзацтағы бөтә фекерҙәргә ҡағылмағыҙ. Әгәр һеҙ бөтә абзацты һөйләп бирһәгеҙ, башҡаларҙың өҫтәр һүҙе ҡалмаҫ. Шулай итеп, был абзацта ике тәҡдим бирелә: ҡыҫҡа яуап бирергә һәм күп фекерҙәргә ҡағылмаҫҡа. Ошо абзацҡа беренсе булып яуап бирһәгеҙ, был фекерҙәрҙең береһен генә әйтеп китеү яҡшы булыр.

Ҡайһы осраҡтарҙа беҙ, бәлки, комментарий бирмәҫкә булырбыҙ? (14-се абзацты ҡарағыҙ.) g

14. Йыш ҡул күтәреү тураһында әйткәндә, нимәне иҫәпкә алырға кәрәк? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

14 Күп комментарий биреү тураһында әйткәндә, беҙгә аҡыл менән эш итергә кәрәк. Әгәр беҙ бигерәк йыш ҡул күтәрһәк, өйрәнеү алып барған ҡәрҙәш, тик беҙҙе генә һорарға кәрәк, тип уйлар. Ул саҡта башҡаларҙың ҡул күтәрергә теләге булмаҫ (Вәғ. 3:7).

15. а) Осрашыуҙарҙа беҙҙе һорамаһалар, быға нисек ҡарарға кәрәк? б) Фекер алышыу алып барған ҡәрҙәш нисек бөтәһенә лә иғтибар бирә ала? ( «Фекер алышыу үткәргән ҡәрҙәшкә нимәне иҫәпкә алырға кәрәк?» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

15 Осрашыуҙа яуап бирергә теләүселәр күп булғанда, беҙҙе беҙ теләгәнсә йыш һорамаҫтар. Ә бәлки, бөтөнләй һорап өлгөрмәҫтәр. Шул арҡала борсолоуыбыҙ бар. Әммә үпкәләргә ашыҡмағыҙ (Вәғ. 7:9).

16. Комментарийҙар биргән ҡәрҙәштәрҙе тағы нисек рухландырып була?

16 Әгәр ҙә һеҙ теләгәнсә йыш комментарий бирә алмаһағыҙ, башҡаларҙы иғтибар менән тыңлағыҙ һәм осрашыуҙан һуң уларҙы яуаптары өсөн маҡтағыҙ. Маҡтау һүҙҙәребеҙ комментарийҙар кеүек башҡаларҙы рухландыра ала (Ғиб. һүҙ. 10:21). Маҡтау — бер-беребеҙгә дәрт өҫтәр өсөн тағы бер ысул.

ТАҒЫ НИСЕК БЕР-БЕРЕБЕҘҘЕ РУХЛАНДЫРЫП БУЛА?

17. а) Ата-әсәләр балаларына комментарий әҙерләргә нисек ярҙам итә ала? б) Комментарий әҙерләргә ниндәй дүрт аҙым ярҙам итә? (Төшөрмәне ҡарағыҙ.)

17 Беҙ осрашыуҙарҙа тағы нисек бер-беребеҙҙе рухландыра алабыҙ? Балаларығыҙ булһа, уларҙың нисә йәштә булыуын иҫәпкә алып, уларға комментарий әҙерләргә ярҙам итегеҙ (Матф. 21:16). Ҡайһы саҡта өйрәнеүҙә никахҡа йәиһә әхлаҡи таҙалыҡҡа ҡағылышлы етди һорауҙар күтәрелә. Әммә мәҡәләлә йыш ҡына балалар яуап бирә алған бер-ике абзац була. Шулай уҡ балаларығыҙға улар ҡул күтәргәндә ни өсөн уларҙы ҡайһы саҡта һорамаясаҡтарын алдан аңлатығыҙ. Әгәр һеҙ быны балаларығыҙға аңлатһағыҙ, уларҙы һорамаһалар, улар күңелһеҙләнмәҫ (1 Тим. 6:18) d.

18. Комментарий биргәндә нисек үҙебеҙгә сиктән тыш иғтибар йәлеп итмәҫкә? (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:2).

18 Беҙ бөтәбеҙ ҙә Йәһүәне данлаған һәм ҡәрҙәштәрҙе нығытҡан рухландырғыс комментарийҙар әҙерләй алабыҙ (Ғиб. һүҙ. 25:11). Тәжрибәбеҙ менән бүлешкән саҡта үҙебеҙ тураһында сиктән тыш күп һөйләмәҫбеҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:2-не e уҡығыҙ; 2 Кор. 10:18). Бының урынына комментарийыбыҙҙы Йәһүәгә, уның Һүҙенә һәм уның халҡына туплау яҡшыраҡ булыр (Асыл. 4:11). Абзацҡа килтерелгән һорауҙа хистәребеҙ менән бүлешергә тәҡдим ителһә, быны эшләү урынлы булыр. Ундай һорауҙы беҙ киләһе абзацта ҡарап сығырбыҙ.

19. а) Осрашыуға килгән ҡәрҙәштәр хаҡында хәстәрлек күрһәк, беҙ нимәгә өлгәшербеҙ? (Римдарға 1:11, 12). б) Ни өсөн һеҙгә йыйылыш осрашыуҙарында комментарий биреү оҡшай?

19 Комментарий биреү тураһында ҡәтғи ҡағиҙәләр булмаһа ла, һәр беребеҙ башҡаларҙы рухландырыр өсөн нисек үҙ өлөшөн индерә ала? Ҡайһы бер осраҡтарҙа йышыраҡ комментарий биреп була. Ә башҡа осраҡтарҙа яуап бирә алғаныбыҙға ҡәнәғәт булырбыҙ һәм башҡаларҙың фекер алышыуҙа ҡатнашҡанына шатланырбыҙ. Осрашыуҙарҙа башҡалар хаҡында хәстәрлек күрһәк, был бөтәбеҙгә лә «уртаҡ иманыбыҙ нигеҙендә» ныҡ ҡалырға ярҙам итер. (Римдарға 1:11, 12-не уҡығыҙ.)

93-СЫ ЙЫР Беҙҙең осрашыуҙарҙы фатихала

a Осрашыуҙарҙа комментарий биргәндә беҙ бер-беребеҙҙе рухландырабыҙ. Әммә ҡайһы берәүҙәр комментарий бирергә ҡурҡа. Ә кемдер бик ярата, шуға күрә улар йыш бирергә теләй. Ошо ике осраҡта һәр беребеҙ рухландырыу алһын өсөн, нисек бер-беребеҙгә иғтибарлы булырға? Нисек ҡәрҙәштәрҙе яҡшы эштәргә дәртләндергән комментарийҙар бирергә? Был һорауҙарға яуапты ошо мәҡәләнән белербеҙ.

b Башҡа кәңәштәрҙе «Күҙәтеү манараһы» 2019 йылдың ғинуар айының сығарылышында 8—13-сө биттәрҙә «Йәһүәне йыйылышта данлағыҙ» тигән мәҡәләлә һәм 2003 йылдың 1 сентябрь сығарылышында (урыҫ) 19—22-се биттәрҙә табып була.

c Исем үҙгәртелгән.

d jw.org сайтында «Йәһүәнең дуҫы бул. Яуабыңды әҙерлә» тигән видеояҙманы (тат.) ҡарағыҙ.

e Ғибрәтле һүҙҙәр 27:2: «Һине үҙ телең түгел, ә башҡа берәү маҡтаһын, үҙ ауыҙың түгел, ә башҡалар данлаһын».

g ФОТОҺҮРӘТ: ҙур йыйылышта комментарий биргән ағай-ҡәрҙәш башҡаларға ла ҡатнашырға мөмкинлек бирә.