Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

17-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүә һеҙгә көтөлмәгән ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итер

Йәһүә һеҙгә көтөлмәгән ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итер

«Тәҡүә кешенең михнәттәре күп, ләкин Йәһүә уны уларҙың барыһынан да ҡотҡара» (ЗӘБ. 34:19).

44-СЕ ЙЫР Бойоҡҡан кешенең доғаһы

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Беҙ нимәгә инанғанбыҙ?

 ЙӘҺҮӘ беҙҙе ярата һәм тормоштан шатлыҡ табып йәшәүебеҙҙе теләй. Беҙ уның халҡы булараҡ быны яҡшы беләбеҙ (Рим. 8:35—39). Шулай уҡ Изге Яҙмалағы принциптарҙың беҙгә һәр саҡ файҙа килтергәненә инанғанбыҙ (Ишағ. 48:17, 18). Әммә көтөлмәгән ауырлыҡтар менән осрашһаҡ, нимә эшләргә?

2. Беҙҙең ниндәй ауырлыҡтар менән осрашыуыбыҙ бар һәм ниндәй һорауҙарыбыҙ тыуырға мөмкин?

2 Йәһүәнең бөтә хеҙмәтселәре лә ауырлыҡтар менән осраша. Мәҫәлән, ғаиләлә беҙҙе кемдер күңелһеҙләндерергә мөмкин. Һаулығыбыҙҙың насарайып китеүе бар. Шул саҡта беҙ хеҙмәттә тулыһынса ҡатнаша алмайбыҙ. Шулай уҡ тәбиғәт афәтенән зыян күреүебеҙ ихтимал. Йәиһә хөкүмәттәр беҙҙе иманыбыҙ өсөн эҙәрләргә мөмкин. Шундай һынауҙар менән осрашҡанда, «Ни өсөн был минең менән булды? Мин нимәне дөрөҫ эшләмәнем? Йәһүә мине фатихаламаймы әллә?» тигән һорауҙар тыуырға мөмкин. Шундай хистәр һеҙгә танышмы? Таныш булһа, бойоҡмағыҙ. Йәһүәнең күп кенә хеҙмәтселәре шундай хистәр менән көрәшкән (Зәб. 22:1, 2; Аб. 1:2, 3).

3. Зәбур 34:19-ҙан беҙ нимәгә өйрәнәбеҙ?

3 Зәбур 34:19-ҙы b уҡығыҙ. Был аяттағы ике мөһим фекергә иғтибар итегеҙ: 1) тәҡүә кешеләрҙең дә ауырлыҡтары тыуа; 2) Йәһүә беҙҙе михнәттәрҙән ҡотҡара. Ул быны нисек эшләй? Ул тормошобоҙға айыҡ ҡараш һаҡларға ярҙам итә. Йәһүә уға хеҙмәт итеү шатлыҡ килтерәсәге тураһында әйтһә лә, ул беҙгә бәлә-ҡазаһыҙ тормош вәғәҙә итмәгән (Ишағ. 66:14). Ул иғтибарыбыҙҙы киләсәккә тупларға өндәй. Тик яңы донъяла ғына беҙҙе бөтмәҫ бәхетле тормош көтә (2 Кор. 4:16—18). Ә әлегә Йәһүә беҙгә көн һайын бирешмәйенсә йәшәргә ярҙам итә (Ирем. ил. 3:22—24).

4. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

4 Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең боронғо ваҡыттағы һәм бөгөнгө көндәрҙәге хеҙмәтселәренең миҫалдары беҙҙе нимәгә өйрәткәнен ҡарап сығайыҡ. Аллаға хеҙмәт иткән кешеләр көтөлмәгән ауырлыҡтар менән осрашырға мөмкин. Ләкин кеше Йәһүәгә таянһа, ул уны нығытасаҡ (Зәб. 55:22). Был миҫалдарҙы тикшергәндә үҙегеҙгә, «Ошо осраҡта мин нисек эш итер инем? Был миҫал Йәһүәгә иманымды нисек нығыта? Тормошомда ҡуллана алырлыҡ ниндәй һабаҡтар таптым?» тигән һорауҙар бирегеҙ.

БОРОНҒО ВАҠЫТТАРҘА

Намыҫһыҙ һәм ике йөҙлө Лаван 20 йыл дауамында Яҡубты үҙенә эшләткән. Шулай ҙа Йәһүә Яҡубты фатихалап торған. (5-се абзацты ҡарағыҙ.)

5. Лаван арҡаһында Яҡуб ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан? (Тышлыҡтағы рәсемде лә ҡарағыҙ.)

5 Боронғо ваҡытта Йәһүәнең хеҙмәтселәре көтөлмәгән ауырлыҡтар менән осрашҡан. Яҡубтың миҫалына иғтибар итәйек. Уның атаһы Исхаҡ уға Лавандың ҡыҙҙарының береһенә өйләнергә ҡушҡан, сөнки Лаван Исхаҡтың туғаны булған һәм Йәһүәгә иман иткән. Исхаҡ улын, Йәһүә һине мул итеп фатихалар, тип ышандырған (Баш. 28:1—4). Яҡуб атаһын тыңлаған һәм Ҡынаандан китеп Лавандың өйөнә килгән. Лавандың Лиә һәм Рәхилә исемле ике ҡыҙы булған. Яҡуб уның кесе ҡыҙы Рәхиләгә ғашиҡ булған. Рәхиләгә өйләнер өсөн Яҡуб Лаванға ете йыл эшләргә ризалашҡан (Баш. 29:18). Ләкин хәл кинәт үҙгәргән: Лаван, Яҡубты алдап, уны өлкән ҡыҙына Лиәгә өйләндергән. Бер аҙна үткәс, ул уға Рәхиләгә лә өйләнергә рөхсәт иткән. Әммә Рәхилә өсөн Яҡуб тағы ете йыл эшләргә тейеш булған (Баш. 29:25—27). Бынан тыш, Лаван эшкә бәйле һорауҙарҙа ла Яҡубты алдаған. Ғөмүмән алғанда, ул Яҡубты үҙенә 20 йыл эшләткән! (Баш. 31:41, 42).

6. Яҡубтың тормошонда тағы ниндәй ауырлыҡтар булған?

6 Яҡуб башҡа ауырлыҡтар менән дә осрашҡан. Уның ҙур ғаиләһе булған, әммә улдары үҙ-ара уртаҡ тел тапмаған. Хатта улар ҡустылары Йософто ҡоллоҡҡа һатып ебәргән. Яҡубтың ике улы Симеон менән Леви ғаиләләренең һәм Йәһүәнең исеменә тап төшөргән. Өҫтәүенә, Яҡубтың яратҡан ҡатыны Рәхилә икенсе балаһын тапҡан ваҡытта үлеп киткән. Ҡартайған көнөндә Яҡубҡа аслыҡ арҡаһында Мысырға күсенергә тура килгән (Баш. 34:30; 35:16—19; 37:28; 45:9—11, 28).

7. Йәһүә Яҡубты хуплағанын нисек күрһәткән?

7 Бының барыһына ҡарамаҫтан, Яҡуб бер ҡасан да Йәһүәгә һәм уның вәғәҙәләренә ышанысын юғалтмаған. Ә Йәһүә уны үҙ хуплауына ышандырып торған. Мәҫәлән, Лаван үҙен намыҫһыҙ тотһа ла, Йәһүә Яҡубты матди яҡтан фатихалап торған. Шулай уҡ Яҡуб, улы Йософ менән осрашҡас, Йәһүәгә бик рәхмәтле булғандыр, ул бит улын үле тип һанаған! Йәһүә менән яҡын дуҫлыҡ Яҡубҡа һынауҙарҙы еңеп сығырға ярҙам иткән (Баш. 30:43; 32:9, 10; 46:28—30). Әгәр беҙ ҙә Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы ҡәҙерләһәк, тормоштағы көтөлмәгән һынауҙарҙы уңышлы еңеп сыға алырбыҙ.

8. Дауыт батшаның ниндәй изге теләге булған?

8 Дауыт батша Йәһүә өсөн эшләргә теләгәндең барыһын тормошҡа ашыра алмаған. Мәҫәлән, ул ғибәҙәтхана төҙөргә бик теләгән. Ул үҙенең теләге тураһында Натан пәйғәмбәргә әйткән. Натан уға: «Бар, күңелең теләгәнсә эшлә, сөнки Алла һинең менән», — тигән (1 Йыл. 17:1, 2). Был һүҙҙәр Дауытты бик рухландырғандыр. Дауыт, моғайын, шунда уҡ был ҙур проектҡа пландар ҡора башлағандыр.

9. Дауыт, күңелһеҙ хәбәрҙе ишеткәс, үҙен нисек тотҡан?

9 Әммә тиҙҙән Йәһүәнең пәйғәмбәре күңелһеҙ хәбәр алып килә. Йәһүә «шул уҡ төндө» Натанға, ғибәҙәтхананы Дауыт түгел, ә уның улдарының береһе төҙөйәсәк, тип әйтә (1 Йыл. 17:3, 4, 11, 12). Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Дауыт нимә эшләй? Ул маҡсатын үҙгәртә. Ғибәҙәтхананы төҙөр өсөн Дауыт Сөләймәнгә кәрәк булған аҡса һәм материалдар йыя башлай (1 Йыл. 29:1—5).

10. Йәһүә Дауытты нисек фатихалаған?

10 Йәһүә Дауытҡа ғибәҙәтхананы төҙөмәүе хаҡында әйтһә лә, ул шунда уҡ Дауыт менән килешеү төҙөгән. Йәһүә Дауытҡа уның нәҫеленән булған тоҡомдоң мәңге идара итәсәген вәғәҙә иткән (2 Сам. 7:16). Меңйыллыҡ идара ваҡытында Дауыт үҙенең нәҫеленән килгән Ғайсаның идараһы аҫтында йәшәгәнен белер. Был уға ҙур шатлыҡ килтерер! Изге Яҙмалағы был хәбәр беҙҙе нимәгә өйрәтә? Йәһүәгә теләгәнсә хеҙмәт итә алмаһаҡ та, ул беҙҙең өсөн көтөлмәгән башҡа иҫ киткес бүләктәр әҙерләп ҡуйған.

11. Батшалыҡ мәсихселәр көткән ваҡытта килмәһә лә, Йәһүә уларҙы нисек фатихалаған? (Ғәмәлдәр 6:7).

11 Беренсе быуаттағы мәсихселәр ҙә көтөлмәгән ауырлыҡтар менән осрашҡан. Улар Батшалыҡтың килеүен күрергә бик теләһә лә, уның ҡасан килерен белмәгән (Ғәм. 1:6, 7). Улар нимә эшләгән? Мәсихселәр үҙ көстәрен вәғәз эшенә туплаған. Улар, һөйөнөслө хәбәрҙең киң таралыуын күреп, Йәһүәнең уларҙың тырышлыҡтарын фатихалағанын асыҡ күргән. (Ғәмәлдәр 6:7-не уҡығыҙ.)

12. Беренсе быуаттағы аслыҡ ваҡытында мәсихселәр нимә эшләгән?

12 Беренсе быуатта «бөтөн донъя буйлап ҙур аслыҡ» башланған. Был ауырлыҡ мәсихселәргә лә ҡағылған (Ғәм. 11:28). Уларға бик ауыр булғандыр. Ғаилә башлыҡтары, яҡындарыбыҙ нимә ашар, тип борсолғандыр. Ә йәш мәсихселәргә был ауырлыҡ нисек ҡағылған? Бәлки, улар күберәк хеҙмәт итергә теләгәндер, әммә был ауырлыҡ арҡаһында уларға үҙҙәренең пландарын үҙгәртергә тура килгәндер. Шулай ҙа мәсихселәр был ауыр шарттарға яраҡлаша алған. Улар хәленән килгәнсә вәғәзләгән һәм Йәһүҙиәлә йәшәгән ҡәрҙәштәр менән булғандарын бүлешкән (Ғәм. 11:29, 30).

13. Йәһүә мәсихселәрҙе аслыҡ ваҡытында нисек фатихалаған?

13 Йәһүә мәсихселәрҙе аслыҡ ваҡытында нисек фатихалаған? Гуманитар ярҙам алған ҡәрҙәштәр Йәһүәнең улар хаҡында ҡайғыртҡанына үҙҙәре инанған (Матф. 6:31—33). Улар ярҙам ҡулы һуҙған ҡәрҙәштәре менән, моғайын, тағы ла яҡыныраҡ булып киткәндер. Ә иғәнә биргән һәм имандаштарына башҡаса ярҙам иткән мәсихселәр ҙур шатлыҡ кисергән (Ғәм. 20:35). Йәһүә уларҙың барыһын да шарттарға яраҡлашҡандары өсөн мул итеп фатихалаған.

14. Варнава менән Павел ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан һәм һөҙөмтәһе ниндәй булған? (Ғәмәлдәр 14:21, 22).

14 Беренсе быуатта мәсихселәрҙе йыш эҙәрләгәндәр. Ҡайһы саҡта был көтөлмәгәндә булған. Варнава менән Павел Листрала вәғәзләгән саҡта нимә булғанын ҡарап сығайыҡ. Тәүҙә ундағы кешеләр уларҙы йылы итеп ҡаршы алған. Әммә һуңыраҡ уларҙың ҡайһы берҙәре, дошмандарҙың йоғонтоһона бирелеп, Павелды таш бәргесләп, үлем хәлендә ҡала ситенә сығарып ташлаған (Ғәм. 14:19). Варнава менән Павел вәғәзләүен башҡа урында дауам иткән. Һөҙөмтәһе ниндәй булған? Улар «байтаҡ кешене шәкерт» иткән. Шулай уҡ үҙҙәренең һүҙҙәре һәм үрнәге менән ҡәрҙәштәрен нығытҡан. (Ғәмәлдәр 14:21, 22-не уҡығыҙ.) Варнава менән Павелдың көтөлмәгән ауырлыҡтарға бирешмәүе күптәргә файҙа килтергән. Әгәр беҙ ҙә Йәһүәнең эшен башҡарғанда бирешмәһәк, мул фатихалар урырбыҙ.

БЕҘҘЕҢ КӨНДӘРҘӘ

15. Макмиллан ҡәрҙәштең үрнәге беҙҙе нимәгә өйрәтә?

15 1914 йылға яҡыныраҡ Йәһүә хеҙмәтселәренең ҙур өмөттәре булған. Бына Александр Макми́ллан ҡәрҙәштең миҫалы. Ул ваҡытта Макмиллан ҡәрҙәш, башҡа ҡәрҙәштәр кеүек, күккә барам тип уйлаған. Ул 1914 йылдың сентябрь айында телмәр менән сығыш яһағанда: «Моғайын, был минең һуңғы сығышымдыр», — тигән. Әлбиттә, улай булмаған. Һуңыраҡ Макмиллан ҡәрҙәш былай тип яҙған: «Беҙҙең ҡайһы берҙәребеҙ күккә күтәрелеү ҡарарҙары менән әҙерәк ашыҡҡан». Шунан һуң ул: «Беҙгә Хужабыҙға ашҡынып хеҙмәт итергә кәрәк», — тип өҫтәгән. Макмиллан ҡәрҙәш әйткән һүҙҙәре буйынса эш иткән. Ул вәғәздә янып торған. Шулай уҡ хәрби хеҙмәттән баш тартҡаны өсөн төрмәлә ултырған ҡәрҙәштәрҙе нығытҡан. Оло йәшкә еткәндә лә, ул йыйылыш осрашыуҙарын ҡалдырмаған. Алыр бүләген көткән ваҡытта хеҙмәттә дәртләнеп ҡатнашыу Макмиллан ҡәрҙәшкә ниндәй файҙа килтергән? 1966 йылда, үлер алдынан, ул былай тип яҙған: «Бөгөн минең иманым үткән ваҡыттарға ҡарағанда күпкә көслөрәк». Макмиллан ҡәрҙәш бөтәбеҙ өсөн, айырыуса уйлағандан оҙағыраҡ көтөргә тура килгәндәр өсөн ҙур үрнәк! (Евр. 13:7).

16. Херберт Дженнингс ҡәрҙәш һәм уның ҡатыны ниндәй көтөлмәгән һынау менән осрашҡан? (Яҡ. 4:14).

16 Йәһүәнең күп кенә хеҙмәтселәре һаулыҡтары менән бәйле булған көтөлмәгән ауырлыҡтар менән осраша. Бына Хе́рберт Дже́ннингс c ҡәрҙәштең миҫалы. Ул үҙенең биографияһында ҡатыны менән Га́нала миссионерҙар булып хеҙмәт иткәндәре тураһында һөйләгән. Улар хеҙмәттәрен бик яратҡан. Әммә бер ни тиклем ваҡыттан һуң ул психик ауырыуы менән ауырып киткән. Дженнингс ҡәрҙәш, Яҡуб 4:14-тәге (уҡығыҙ) һүҙҙәрҙе иҫенә төшөрөп: «Беҙҙең өсөн көтөлмәгән „иртәгә“ килеп етте», — тигән. Ул былай тип яҙған: «Беҙ хәлде яҡшы аңлай инек, шуға күрә дауаланыр өсөн Канадаға ҡайтырға булдыҡ. Әлбиттә, бының өсөн беҙгә Ганала бергә хеҙмәт иткән дуҫтарыбыҙҙы ҡалдырып китергә тура килде». Йәһүә Дженнингс ҡәрҙәшкә һәм уның ҡатынына етди һынауҙарға ҡарамаҫтан хеҙмәттәрен дауам итергә ярҙам иткән.

17. Дженнингс ҡәрҙәштең өлгөһө башҡаларға нисек тәьҫир иткән?

17 Дженнингс ҡәрҙәштең үҙе тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләүе күптәргә ҙур файҙа килтергән. Бер апай-ҡәрҙәш былай тип яҙған: «Херберт Дженнингс ҡәрҙәштең биографияһы күңелемә үтеп инде. Уның, сәләмәтлеге хаҡында ҡайғыртыр өсөн, миссионер хеҙмәтен ҡалдырғаны миңә үҙ шарттарыма дөрөҫ ҡарарға ярҙам итте». Ә бер ағай-ҡәрҙәш былай тип бүлешә: «Мин 10 йыл өлкән булып хеҙмәт иттем. Хеҙмәтемде бик ҡәҙерләһәм дә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, психик ауырыуым арҡаһында уны үтәй алмай инем. Йәһүәгә уңышлы хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәрҙең биографияларын уҡығанда, мин үҙемде эшкинмәгән тип һанай инем, хатта шуның арҡаһында төшөнкөлөккә бирелә инем. Әммә был мәҡәләнән Дженнингс ҡәрҙәштең сыҙамлығы тураһында белгәс, мин дәртләнеп киттем». Быларҙың барыһы беҙҙең көтөлмәгән ауырлыҡтар менән осрашҡанда ла башҡаларҙы рухландыра алыуыбыҙҙы иҫебеҙгә төшөрә. Тормошобоҙ киҫкен үҙгәргәндә лә беҙ иман һәм сыҙамлыҡ өлгөһө була алабыҙ (1 Пет. 5:9).

Көтөлмәгән ауырлыҡтар тыуғанда Йәһүәгә таяныу беҙҙе уға тағы ла яҡыныраҡ итер (18-се абзацты ҡарағыҙ.)

18. Нигериянан бер тол апай-ҡәрҙәштең миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә? (Сәхнәләштерелгән фотоһүрәттәрҙе лә ҡарағыҙ.)

18 Йәһүәнең күп кенә хеҙмәтселәре төрлө бәләләрҙән интегә. Бына COVID-19 пандемияһы ваҡытында булған бер осраҡ. Нигерияла йәшәгән бер тол апай-ҡәрҙәшебеҙҙең ризығы ла, аҡсаһы ла ҡалмаған тиерлек. Бер тапҡыр иртәнсәк уның ҡыҙы: «Ҡалған дөгөнө бешергәндән һуң нимә ашайбыҙ?» — тип һораған. Апай-ҡәрҙәшебеҙ уға: «Беҙҙең аҡсабыҙ ҙа, ризығыбыҙ ҙа юҡ, әммә Сарепталағы тол ҡатындан өлгө алып, булған дөгөнән ризыҡ әҙерләйек тә Йәһүәгә таянайыҡ», — тигән (1 Бат. 17:8—16). Улар төшкө ашҡа нимә ашауҙары хаҡында уйлап та өлгөрмәгән, ҡәрҙәштәрҙән гуманитар ярҙам алған. Шулай итеп уларҙың ике аҙнанан да күберәккә етерлек ризыҡтары булған. Апай-ҡәрҙәштең әйтеүенсә, ул ҡыҙы менән һөйләшкәндә Йәһүәнең уларҙы иғтибар менән тыңлағанын уйлап та бирмәгән. Һис шикһеҙ, Йәһүәгә таянһаҡ, көтөлмәгән ауырлыҡтар беҙҙе уның менән тағы ла нығыраҡ яҡынлаштырыр (1 Пет. 5:6, 7).

19. Алексей Ершов нимә менән осрашҡан?

19 Һуңғы йылдарҙа күп кенә ҡәрҙәштәребеҙ көтөлмәгән эҙәрләүҙәр менән осраша. Рәсәйҙә йәшәгән Алексей Ершовтың миҫалына иғтибар итәйек. Ул 1994 йылда һыуға сумдырыла. Ул ваҡытта был илдә Йәһүә шаһиттары иркен вәғәзләй ала, әммә һуңыраҡ Рәсәйҙә хәл үҙгәрә. 2020 йылда Алексейҙың фатирында тентеү үткәрәләр. Конфискация яһап уның әйберҙәрен тартып алалар. Бер нисә айҙан һуң уны ғәҙелһеҙ ғәйепләйҙәр. Беләһегеҙме, был ғәйепләү Изге Яҙма менән ҡыҙыҡһынған булып ҡыланған кеше яһаған видеояҙмаларға нигеҙләнгән булған. Ниндәй хыянат!

20. Алексей Ершов Йәһүә менән мөнәсәбәттәрен нисек нығыта?

20 Әммә Алексей Ершов эҙәрләүҙәргә бирешмәгән. Киреһенсә, уның Йәһүә менән мөнәсәбәттәре тағы ла нығыраҡ булып киткән. Алексей былай ти: «Беҙ ҡатыным менән бергә йышыраҡ доға ҡыла башланыҡ. Йәһүә ярҙам итмәһә, был ауырлыҡты үҙем йырып сыға алмағанымды аңлайым». Ул былай тип өҫтәй: «Миңә шулай уҡ шәхси өйрәнеү ярҙам итә. Боронғо хеҙмәтселәрҙең миҫалдары тураһында уйланам. Изге Яҙмала тыныс ҡалыуҙың һәм Йәһүәгә таяныуҙың мөһимлеген күрһәткән күп кенә осраҡтар яҙылған».

21. Был мәҡәлә беҙҙе нимәгә өйрәтте?

21 Был мәҡәлә беҙҙе нимәгә өйрәтә? Был донъялағы тормош кинәт үҙгәрергә мөмкин. Әммә Йәһүә уға таянғандарға һәр ваҡыт ярҙам итеп тора. Был мәҡәләнең төп аятында әйтелгәнсә, «тәҡүә кешенең михнәттәре күп, ләкин Йәһүә уны уларҙың барыһынан да ҡотҡара» (Зәб. 34:19). Әйҙәгеҙ, артабан да иғтибарыбыҙҙы ауырлыҡтарыбыҙға түгел, ә Йәһүә биргән көскә туплайыҡ. Шул саҡта беҙ ҙә, илсе Павел кеүек: «Саманан тыш ҙур ҡөҙрәт беҙҙеке түгел, ә Алланыҡы», — тип әйтә алырбыҙ (2 Кор. 4:7).

38-СЕ ЙЫР Алла һиңә ҡеүәт бирер

a Беҙ был донъяла ҡайһы ваҡыт көтөлмәгән ауырлыҡтар менән осрашабыҙ. Ләкин Йәһүә үҙенә тоғро булғандарҙы ҡалдырмай. Ул үҙ хеҙмәтселәренә боронғо ваҡытта нисек ярҙам иткән һәм бөгөн нисек ярҙам итә? Әйҙәгеҙ, бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ. Был миҫалдар Йәһүәнең ярҙам итәсәгенә иманыбыҙҙы нығытыр.

b Зәбур 34:19: «Тәҡүә кешенең михнәттәре күп, ләкин Йәһүә уны уларҙың барыһынан да ҡотҡара».