Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

19-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Яңы донъяның килеренә иманыбыҙҙы нығытабыҙ

Яңы донъяның килеренә иманыбыҙҙы нығытабыҙ

«[Йәһүә] берәй нәмә әйтһә, быны эшләмәҫме?» (ҺАН. 23:19).

142-СЕ ЙЫР Өмөтөбөҙгә ныҡ тотонайыҡ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1, 2. Яңы донъяны көткән арала беҙгә нимә эшләргә кәрәк?

 БЕҘ Йәһүәнең, был яуыз донъяны яңы донъяға алмаштырам, тигән вәғәҙәһен бик ҡәҙерләйбеҙ (2 Пет. 3:13). Яңы донъяның ҡасан киләсәген белмәһәк тә, көтөргә инде күп ҡалмағанын бөгөнгө ваҡиғалар күрһәтә (Матф. 24:32—34, 36; Ғәм. 1:7).

2 Нисә генә йыл хәҡиҡәттә булһаҡ та, был ваҡытты көткән арала беҙгә Алланың вәғәҙәһенә ышанысыбыҙҙы нығытырға кәрәк, сөнки иманыбыҙ көслө булһа ла, ул ҡаҡшарға мөмкин. Илсе Павел иман етмәүҙе «беҙҙе еңел генә сыуалтҡан гонаһ» менән сағыштырған (Евр. 12:1, ЯДТ). Иманыбыҙ көслө килеш ҡалһын өсөн, беҙгә яңы донъяның яҡынлашыуын иҫбатлаған дәлилдәрҙе даими тикшереп тороу мөһим (Евр. 11:1).

3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Был мәҡәләлә беҙ Йәһүәнең яңы донъя тураһындағы вәғәҙәһенә иманыбыҙҙы нығытырға ярҙам иткән өс ысулды ҡарап сығырбыҙ: 1) йолом тураһында уйланыу, 2) Йәһүәнең ҡөҙрәте тураһында уйланыу һәм 3) рухи эштәргә ваҡыт бүлеү. Шунан һуң Йәһүәнең Абаҡум пәйғәмбәргә әйткән һүҙҙәре нисек иманыбыҙҙы нығытҡанын белербеҙ. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, тормошобоҙҙа була алған һәм яңы донъяға иманыбыҙҙы һынаған бер нисә осраҡты ҡарап сығайыҡ.

КӨСЛӨ ИМАН ТАЛАП ИТКӘН ОСРАҠТАР

4. Ниндәй ҡарарҙар ныҡлы иман талап итә?

4 Беҙ көн һайын ныҡлы иман талап иткән ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ. Улар аралашыу, күңел асыу, белем алыу, никахҡа инеү, балалар тәрбиәләү һәм эш һайлау менән бәйле булырға мөмкин. Үҙебеҙгә бындай һорауҙар бирергә кәрәк: «Ҡарарҙарым был донъяға әҙ ваҡыт ҡалғанына һәм оҙаҡламай яңы донъяның киләсәгенә ышанғанымды күрһәтәме? Йә мин мәңгелек тормошҡа ышанмаған донъяуи кешеләр һымаҡ эш итәмме?» (Матф. 6:19, 20; Лука 12:16—21). Яңы донъяның яҡын булыуына ныҡ ышанһаҡ, беҙ иң аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итербеҙ.

5, 6. Ни өсөн ауыр шарттарҙа беҙгә көслө иман кәрәк? Миҫал килтерегеҙ.

5 Беҙгә эҙәрләүҙәр, хроник ауырыуҙар йәиһә төшөнкөлөккә килтергән шарттар менән осрашҡанда ла көслө иман кәрәк. Бәлки, тәүҙә беҙ һынауҙа ныҡ ҡалырбыҙ. Әммә ул оҙаҡҡа һуҙылһа, ә йыш ҡына тап шулай була ла, сыҙам ҡалыр өсөн һәм Йәһүәгә шатлыҡ менән хеҙмәт итер өсөн көслө иман кәрәк (Рим. 12:12; 1 Пет. 1:6, 7).

6 Һынауҙар оҙаҡҡа һуҙылһа, Йәһүә вәғәҙә иткән яңы донъя бер ҡасан да килмәйәсәк, тип уйлауыбыҙ бар. Ундай уйҙар иманыбыҙ көсһөҙләнгән тигәнде күрһәтәме? Әлбиттә, юҡ. Бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Сатлама һыуыҡ ҡыш көндәрендә йәй бер ҡасан да килеп етмәҫ кеүек тойолорға мөмкин. Әммә беҙ беләбеҙ, йәй килмәй ҡалмай. Шуның шикелле, беҙ ныҡ бойоҡҡанда яңы донъя бер ҡасан да булмаҫ кеүек тойолорға мөмкин. Әммә иманыбыҙ көслө булһа, Алланың вәғәҙәләре үтәләсәген беҙ беләбеҙ (Зәб. 94:3, 14, 15; Евр. 6:17—19). Быға ышаныу Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе тормошобоҙҙа беренсе урынға ҡуйырға ярҙам итә.

7. Ниндәй ҡараштан һаҡланырға кәрәк?

7 Ныҡлы иман талап иткән тағы бер өлкәгә — вәғәз эшенә иғтибар итәйек. Күптәр яңы донъя тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе ишеткәс, был бер ҡасан да булмай, тип әйтә (Матф. 24:14; Йәз. 33:32). Ундай ҡараштарҙың беҙгә тәьҫир итеүен теләмәйбеҙ. Шуға күрә беҙгә һәр ваҡыт иманыбыҙҙы нығытырға кәрәк. Беҙ быны нисек эшләй алабыҙ? Әйҙәгеҙ, өс ысулды ҡарап сығайыҡ.

ЙОЛОМ ТУРАҺЫНДА УЙЛАНЫҒЫҘ

8, 9. Йолом тураһында уйланыу иманыбыҙҙы нисек нығыта?

8 Иманыбыҙҙы нығытҡан ысулдарҙың береһе — йолом тураһында уйланыу. Йолом беҙҙе Алла вәғәҙәләренең үтәләсәгенә ышандыра. Беҙгә Йәһүәнең ни өсөн йолом түләгәне һәм уға ниндәй ҡорбандарға барырға тура килгәне хаҡында уйланыу мөһим. Шулай эш итһәк, беҙ Алланың беҙгә мәңгелек тормош бирәсәгенә ышанысыбыҙҙы нығытырбыҙ. Ни өсөн шулай тип әйтеп була?

9 Йолом түләр өсөн Йәһүәгә ниндәй ҡорбандарға барырға тура килгән? Ул үҙенең берҙән-бер Улын — иң яҡын дуҫын ергә ебәргән. Ерҙә йәшәгәндә Ғайса, кеше булараҡ, төрлө ауырлыҡтар менән осрашҡан, ә шунан ул ғазаплап үлтерелгән булған. Йәһүә беҙҙең өсөн ниндәй ҙур хаҡ түләгән! Тормошобоҙҙо ваҡытлыса ғына яҡшыртыр өсөн, Аллабыҙ Улының ғазапланыуын һәм үлеүен бер ҡасан да рөхсәт итмәҫ ине (Яхъя 3:16; 1 Пет. 1:18, 19). Әгәр ҙә Йәһүә ундай ҙур хаҡ түләгән икән, тимәк, ул яңы донъялағы мәңгелек тормоштоң ысындан да булыуы хаҡында ҡайғыртҡан.

ЙӘҺҮӘНЕҢ ҠӨҘРӘТЕ ТУРАҺЫНДА УЙЛАНЫҒЫҘ

10. Ефестарға 3:20-лә әйтелгәнсә, Йәһүә нимә эшләргә һәләтле?

10 Иманыбыҙҙы нығытҡан икенсе ысул — Йәһүәнең ҡөҙрәте тураһында уйланыу. Йәһүәнең үҙ вәғәҙәләрен үтәргә көсө етә. Күптәргә яңы донъялағы мәңгелек тормош мөмкин түгел кеүек күренә. Ләкин Йәһүә — Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе һәм йыш ҡына ул кеше эшләй алмағанды вәғәҙә итә (Әйүп 42:2; Марк 10:27). Шуға күрә ул беҙгә иҫ киткес нәмәләрҙе вәғәҙә иткәндә, беҙ бер ҙә ғәжәпләнмәйбеҙ. (Ефестарға 3:20-не уҡығыҙ.)

11. Алланың ышанмаҫлыҡ булып күренгән вәғәҙәләренең береһен әйтеп китегеҙ. ( «Йәһүәнең үтәлгән ҡайһы бер ғәжәйеп вәғәҙәләре» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

11 Йәһүәнең боронғо ваҡытта үҙенең хеҙмәтселәренә биргән бер нисә вәғәҙәһен ҡарап сығайыҡ. Был вәғәҙәләргә ышаныуы ауыр булған. Йәһүә олоғайған Ибраһимға, Сара һиңә ул тыуҙырыр, тигән (Баш. 17:15—17). Шулай уҡ ул Ибраһимға, һинең тоҡомдарыңа Ҡынаан ерҙәре бирелер, тип әйткән. Күп йылдар дауамында Ибраһимдың тоҡомдары, израилдәр, Мысырҙа ҡоллоҡта булған, шуға күрә был вәғәҙә бер ҡасан да үтәлмәйәсәк булып күренгән. Әммә ул үтәлгән. Һуңыраҡ Йәһүә, оло йәштәге Елизаветаның балаһы тыуасаҡ, тип вәғәҙә иткән. Шулай уҡ Мәрйәмдең, ғиффәтле ҡыҙҙың, улы тыуасаҡ, тип әйткән. Был баланың тыуыуы хаҡында Йәһүә меңәрләгән йыл элек Эден баҡсаһында пәйғәмбәрлек иткән, һәм был вәғәҙә үтәлгән (Баш. 3:15).

12. Ешуа 23:14 һәм Ишағыя 55:10, 11-ҙәге һүҙҙәр Йәһүәнең үҙ вәғәҙәләрен үтәргә көсө барлығына нисек ышандыра?

12 Йәһүәнең вәғәҙәләре һәм уларҙың нисек үтәлгәне тураһында уйланыу ниндәй файҙа килтерә? Беҙ Йәһүәнең яңы донъяны булдырырға көсө барлығына иманыбыҙҙы нығытабыҙ. (Ешуа 23:14 b; Ишағыя 55:10, 11-ҙе c уҡығыҙ.) Ә ныҡлы иман башҡаларға яңы донъя хыял йәиһә әкиәт түгел икәнен аңлатырға ярҙам итә. Йәһүә үҙе «яңы күк һәм яңы ер» тураһында әйткәндә, «был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ» тип беҙҙе ышандыра (Асыл. 21:1, 5).

РУХИ ЭШТӘРГӘ ВАҠЫТ БҮЛЕГЕҘ

ЙЫЙЫЛЫШ ОСРАШЫУҘАРЫ

Был рухи эштәр иманыбыҙҙы нисек нығыта? (13-се абзацты ҡарағыҙ.)

13. Йыйылыш осрашыуҙары нисек иманыбыҙҙы нығыта? Аңлатығыҙ.

13 Иманыбыҙҙы нығытҡан өсөнсө ысул — рухи эштәргә ваҡыт бүлеү. Әйҙәгеҙ, йыйылыш осрашыуҙары беҙгә ниндәй файҙа килтергәнен ҡарап сығайыҡ. Тиҫтәләгән йылдар дауамында тулы ваҡытлы хеҙмәттең төрлө төрҙәрендә ҡатнашҡан Анна d былай ти: «Осрашыуҙар миңә ныҡлы иман үҫтерергә ярҙам итә. Хатта тәжрибәһе ҙур булмаған ҡәрҙәш сығыш яһаһа ла, йәиһә сәхнәнән яңы мәғлүмәт яңғырамаһа ла, мин йыш ҡына үҙемә Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте яҡшыраҡ аңларға һәм иманымды нығытырға ярҙам иткән нәмәләр ишетәм». Шулай уҡ осрашыуҙа ҡәрҙәштәрҙең биргән комментарийҙары ярҙамында иманыбыҙ нығый (Рим. 1:11, 12; 10:17).

ВӘҒӘЗ ЭШЕ

Был рухи эштәр иманыбыҙҙы нисек нығыта? (14-се абзацты ҡарағыҙ.)

14. Вәғәз эше нисек иманыбыҙҙы нығыта?

14 Вәғәз эшендә ҡатнашыу шулай уҡ иманыбыҙҙы нығыта (Евр. 10:23). Йәһүәгә инде 70 йылдан ашыу хеҙмәт иткән Ба́рбара ҡәрҙәш былай ти: «Вәғәздә ҡатнашыу һәр ваҡыт иманымды нығытып торҙо. Башҡаларға Йәһүәнең иҫ киткес вәғәҙәләре тураһында күберәк һөйләгән һайын, үҙемдең дә иманым нығый бара».

ШӘХСИ ӨЙРӘНЕҮ

Был рухи эштәр иманыбыҙҙы нисек нығыта? (15-се абзацты ҡарағыҙ.)

15. Шәхси өйрәнеү нисек иманыбыҙҙы нығыта? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

15 Иманыбыҙҙы нығытҡан тағы бер ысул — шәхси өйрәнеү. Сью́зан ҡәрҙәш шәхси өйрәнеүен планлаштырыр өсөн алдан график төҙөй. Ул былай ти: «Йәкшәмбе көн мин киләһе аҙнала үтәсәк „Күҙәтеү манараһын“ өйрәнәм. Дүшәмбе һәм шишәмбе көн аҙна уртаһында үткән осрашыуға әҙерләнәм. Ә ҡалған көндәрҙе мин үҙемә ҡыҙыҡлы булған темаларҙы тикшерәм». Сьюзан ҡәрҙәш, график буйынса эш итеп, кирбес өҫтөнә кирбес һалған кеүек, үҙ иманын төҙөй. Күп йылдар баш идаралыҡта хеҙмәт иткән Айри́н ҡәрҙәш, Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе тикшереп, үҙ иманын нығыта. Ул: «Йәһүә әйткән пәйғәмбәрлектәрҙең нескәлектәренә тиклем үтәлгәне мине һоҡландыра!» — тип бүлешә e.

«УЛ БИТ ҺИС ШИКҺЕҘ ҮТӘЛӘСӘК»

16. Ни өсөн Йәһүәнең Абаҡум пәйғәмбәргә әйткән һүҙҙәре беҙгә лә ҡағыла тип әйтә алабыҙ? (Еврейҙарға 10:36, 37).

16 Йәһүәнең ҡайһы бер хеҙмәтселәре был донъяның ахырын инде күп йылдар көтә. Кеше күҙлегенән Алланың был вәғәҙәһе тотҡарлана кеүек тойола. Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәренең хистәрен аңлағаны Абаҡум пәйғәмбәргә әйткән һүҙҙәренән күренә: «Был күренеш әле билдәләнгән ваҡытта үтәлергә тейеш. Ул үҙ ахырына ашыға һәм алдамаясаҡ. Тотҡарланһа ла, көт уны! Ул бит һис шикһеҙ үтәләсәк. Һуңға ҡалмаясаҡ!» (Аб. 2:3). Алланың был һүҙҙәре тик Абаҡумға ғына ҡағылғанмы? Әллә улар беҙгә лә ҡағыламы? Илсе Павел, Алла тарафынан рухландырылып, был һүҙҙәрҙе яңы донъяны түҙемһеҙлек менән көткән мәсихселәргә ҡулланған. (Еврейҙарға 10:36, 37-не уҡығыҙ.) Беҙҙең ҡотолоуыбыҙ тотҡарлана кеүек күренһә лә, Йәһүәнең: «Ул бит һис шикһеҙ үтәләсәк. Һуңға ҡалмаясаҡ!» — тигән вәғәҙәһенә ышана алабыҙ.

17. Йәһүәнең Абаҡум пәйғәмбәргә биргән кәңәшен бер апай-ҡәрҙәш нисек ҡулланған?

17 Инде күп йылдар Алланың вәғәҙәһен көтөп йәшәгән хеҙмәтселәр уның «көт уны» тигән һүҙҙәре буйынса эш итә. Мәҫәлән, Луиза ҡәрҙәш Йәһүәгә 1939 йылда хеҙмәт итә башлаған. Ул былай ти: «Мин, Армагеддон килгәнсе мәктәпте тамамлап өлгөрмәҫмен, тип уйлай торғайным. Әммә улай булманы. Изге Яҙманан Нух, Ибраһим, Йософ һәм Алланың башҡа хеҙмәтселәре тураһында уҡыу күп йылдар дауамында миңә ярҙам итте. Улар ҙа бит Йәһүә вәғәҙә иткән бүләкте оҙаҡ көткән. Быны белеү миңә һәм башҡаларға яңы донъяның бик яҡын булыуын күҙҙән ысҡындырмаҫҡа ярҙам итә». Йәһүәгә инде күп йылдар хеҙмәт иткән башҡа мәсихселәр Луизаның һүҙҙәре менән ризалашыр.

18. Барлыҡҡа килтерелгән нәмәләр яңы донъяның киләсәгенә иманыбыҙҙы нисек нығыта?

18 Әлбиттә, яңы донъя әлегә юҡ. Әммә, әйҙәгеҙ, булған нәмәләргә иғтибар итәйек, мәҫәлән, йондоҙҙарға, ағастарға, хайуандарға һәм кешеләргә. Элек улар ҙа булмаған, ләкин бөгөн уларҙың барлығына бер кем дә шикләнмәй. Улар Йәһүә барлыҡҡа килтергәнгә генә бөгөн бар (Баш. 1:1, 26, 27). Аллабыҙ яңы донъя булдырырға вәғәҙә итә һәм ул быны мотлаҡ эшләйәсәк. Ул ваҡытта кешеләр һау-сәләмәт буласаҡ һәм мәңге йәшәйәсәк. Беҙ йәшәгән Ғаләм ысын барлыҡта булған кеүек, яңы донъя ла Йәһүә билдәләгән ваҡытта ысынлап та буласаҡ (Ишағ. 65:17; Асыл. 21:3, 4).

19. Һеҙ нисек иманығыҙҙы нығыта алаһығыҙ?

19 Ә әлегә иманығыҙҙы нығытыр өсөн һәр мөмкинлекте ҡулланығыҙ. Йолом өсөн рәхмәтле булығыҙ. Йәһүәнең ҡөҙрәте тураһында уйланығыҙ. Йәһүәгә яҡынайтҡан эштәр менән мәшғүл булығыҙ. Шул саҡта һеҙ «иман һәм түҙемлек аша үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде мираҫ итеп алыусылар» араһында булырһығыҙ (Евр. 6:11, 12; Рим. 5:5).

139-СЫ ЙЫР Ожмахты күҙ алдына килтер

a Бөгөн күптәр яңы донъя тураһындағы вәғәҙәләргә ышанмай. Был улар өсөн үтәлә алмаҫлыҡ матур әкиәт кенә. Әммә беҙ Йәһүәнең бөтә вәғәҙәләренең үтәләсәгенә ышанабыҙ. Шулай ҙа иманыбыҙҙы тере килеш һаҡлар өсөн уны нығытырға кәрәк. Әйҙәгеҙ, быны нисек эшләп булғанын бергәләп ҡарап сығайыҡ.

b Ешуа 23:14: «Бына, тиҙҙән мин үләм. Аллағыҙ Йәһүә биргән бөтә яҡшы вәғәҙәләрҙең бер һүҙе лә үтәлмәй ҡалманы, һеҙ быны бөтә йөрәгегеҙ һәм бөтә йәнегеҙ менән бик яҡшы беләһегеҙ. Һеҙҙең өсөн улар бөтөнөһө үтәлде. Уларҙың береһе лә үтәлмәй ҡалманы».

c Ишағыя 55:10, 11: «Ямғыр менән ҡар, күктән яуып, ерҙе һуғармайынса күккә кире ҡайтмай. Ул ерҙе уңдырышлы итә, унда үҫемлектәр үҫтерә; сәсеүсегә — орлоҡ, ашаусыға икмәк бирә. 11 Минең ауыҙымдан сыҡҡан һүҙ ҙә шулай. Ул үтәлмәйенсә миңә кире ҡайтмаҫ, мин теләгәнде, һис шикһеҙ, башҡарыр, уны нимә өсөн ебәрһәм, шуны үтәр».

d Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

e Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәр тураһында күп мәҡәләләрҙе «Күҙәтеү манараһы баҫмаларының индексынан» (урыҫ) «Пророчества» тигән өҫтәмә исемдә табып була. Мәҫәлән, «Күҙәтеү манараһы» 2008 йылдың 1 ғинуар сығарылышында «Йәһүә алдан әйткән һүҙҙәр үтәлә» тигән мәҡәләне (тат.) ҡарағыҙ.