Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

15-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Ғайсаның мөғжизәләре беҙҙе нимәгә өйрәтә?

Ғайсаның мөғжизәләре беҙҙе нимәгә өйрәтә?

«Ғайса яҡшылыҡ ҡылып... кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө» (ҒӘМ. 10:38).

13-СӨ ЙЫР Мәсих — беҙгә өлгө

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Ғайса ниндәй осраҡта беренсе мөғжизәһен ҡылған? Һүрәтләп бирегеҙ.

 БЕҘҘЕҢ эраның 29 йылы. Көҙ. Ғайсаның үҙ хеҙмәтен башлауынан күп тә үтмәҫтән, уны, уның әсәһен, шулай уҡ бер нисә шәкертен туйға саҡыралар. Туй Ғайсаның тыуған ҡалаһы Назаранан төньяҡта булған Кана ҡалаһында үтә. Мәрйәм — кейәү менән кәләштең ғаиләләренә яҡын дуҫ, шуға күрә ҡунаҡтар хаҡында хәстәрлек күрергә ярҙам итә. Әммә туй ваҡытында йәш ғаиләне уңайһыҙ хәлгә ҡуя алған бер ауырлыҡ тыуа — уларҙың шарабы бөтә b. Моғайын, ҡунаҡтар көтөлгәндән күберәк килгәндер. Мәрйәм шунда уҡ улына мөрәжәғәт итеп: «Быларҙың шарабы бөткән», — ти (Яхъя 2:1—3). Ғайса нимә эшләй? Ул мөғжизә ҡыла: һыуҙы «яҡшы шарапҡа» әйләндерә (Яхъя 2:9, 10).

2, 3. а) Ғайса ниндәй мөғжизәләр ҡылған? б) Ни өсөн Ғайсаның мөғжизәләрен ҡарап сығыу файҙалы булыр?

2 Ғайса үҙенең хеҙмәте ваҡытында башҡа күп мөғжизәләр ҡылған c. Ул үҙ көсөн тиҫтәләгән мең кешеләргә ярҙам итер өсөн ҡулланған. Мәҫәлән, бер ваҡыт Ғайса 5 000, ә һуңыраҡ 4 000 ирҙе ашатҡан. Ҡатындарҙы һәм балаларҙы иҫәпкә алһаҡ, Ғайса, моғайын, шул ике осраҡта 27 000-дән ашыу кешене туҡландырғандыр (Матф. 14:15—21; 15:32—38). Ғайса шул осраҡтарҙа күп ауырыуҙарҙы ла һауыҡтырған (Матф. 14:14; 15:30, 31). Күҙ алдына килтерегеҙ, кешеләр Ғайсаның уларҙы һауыҡтырғанын һәм ашатҡанын күреп ни тиклем ғәжәпләнгәндер!

3 Ғайсаның мөғжизәләре беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Улар беҙҙең иманыбыҙҙы нығыта ала. Ошо мәҡәләлә беҙ был мөғжизәләрҙең нимәгә өйрәткәнен ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ беҙ Ғайсаның баҫалҡылығынан һәм шәфҡәтлегенән нисек өлгө алып булғаны тураһында һөйләшербеҙ.

ЙӘҺҮӘ ҺӘМ ҒАЙСА ТУРАҺЫНДА НИМӘГӘ ӨЙРӘНӘБЕҘ?

4. Ғайсаның мөғжизәләре тураһында уҡығанда беҙ Йәһүә тураһында нимә беләбеҙ?

4 Ғайсаның мөғжизәләре уға ғына түгел, шулай уҡ уның Атаһына ла иманыбыҙҙы нығыта. Йәһүә үҙе бит Ғайсаға мөғжизә ҡылырға көс биргән. Ғәмәлдәр 10:38-ҙә былай тип әйтелә: «Алла назаралы Ғайсаны Изге Рух менән һуғарып, Уға ҡөҙрәт бирҙе. Ғайса, яҡшылыҡ ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды». Шулай уҡ онотмағыҙ: Ғайсаның әйткән һүҙҙәрендә, ҡылған эштәрендә, шул иҫәптән мөғжизәләрендә Атаһының хистәре һәм фекерҙәре камил рәүештә сағылған (Яхъя 14:9). Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, Ғайсаның мөғжизәләренән алынған өс һабаҡты ҡарап сығайыҡ.

5. Ғайсаны мөғжизәләр ҡылырға нимә дәртләндергән? (Матфай 20:30—34).

5 Беренсе һабаҡ. Ғайса һәм уның Атаһы беҙҙе бик ныҡ ярата. Ғайса Атаһы биргән көстө кешеләрҙең ғазаптарын еңеләйтер өсөн ҡулланған, шулай итеп уларҙы ни тиклем ныҡ итеп яратҡанын күрһәткән. Бер тапҡыр ике һуҡыр кеше унан үтенеп ярҙам һораған. (Матфай 20:30—34-те уҡығыҙ.) Иғтибар итегеҙ, Ғайса уларҙы йәлләгән һәм һауыҡтырған. Бында «йәлләп» тип тәржемә ителгән грек телендәге ҡылым күңел түренән сыҡҡан ныҡ ҡыҙғаныуҙы аңлата. Тап шундай ҡыҙғаныу Ғайсаны ас кешеләрҙе туҡландырырға һәм махаулыларҙы һауыҡтырырға дәртләндергән (Матф. 15:32; Марк 1:41). Беҙ бер ҙә шикләнмәйбеҙ: «шәфҡәткә мул» Йәһүә һәм уның Улы беҙҙе бик ныҡ ярата, һәм беҙҙең яфа сигеүебеҙ уларҙы әрнетә (Лука 1:78; 1 Пет. 5:7). Улар кешелекте бөтә бәләләрҙән һәм ҡайғыларҙан азат итергә бик теләй!

6. Алла Ғайсаға ниндәй көс биргән?

6 Икенсе һабаҡ. Йәһүә Ғайсаға кешеләрҙең ауырлыҡтарын хәл итергә көс биргән. Ғайса, мөғжизәләр ҡылып, кешелек бер ҡасан да хәл итә алмаған ауырлыҡтарҙы хәл итә аласағын иҫбатлаған. Мәҫәлән, ул бөтә ауырлыҡтарҙың сәбәбен, йәғни гонаһты һәм гонаһтың эҙемтәләрен — ауырыуҙарҙы һәм үлемде, юҡ итәсәк (Матф. 9:1—6; Рим. 5:12, 18, 19). Ғайсаның мөғжизәләре уның кешеләрҙе төрлө ауырыуҙарҙан һауыҡтыра алғанын һәм хатта үлгән кешеләрҙе терелтә алғанын иҫбатлаған (Матф. 4:23; Яхъя 11:43, 44). Бынан тыш, ул көслө дауылдарҙы тынысландырған һәм кешеләрҙе яуыз рухтарҙан азат иткән (Марк 4:37—39; Лука 8:2). Йәһүәнең Ғайсаға шундай ҙур көс биргәнен белеү бик шатландыра!

7, 8. а) Ғайсаның мөғжизәләре беҙҙе нимәгә ышандыра? б) Яңы донъяла һеҙ ниндәй мөғжизәнең тормошҡа ашыуын көтәһегеҙ?

7 Өсөнсө һабаҡ. Алла Батшалығы идара иткәндә, Йәһүәнең бөтә вәғәҙәләре үтәләсәк. Ғайса ҡылған мөғжизәләр уның Батша булараҡ бөтә ер йөҙө буйынса тағы ла күберәкте эшләйәсәген күрһәтә. Беҙҙе киләсәктә нимә көткәне тураһында уйлап ҡына ҡарағыҙ! Сәләмәтлегебеҙ камил буласаҡ, сөнки Ғайса кешеләрҙе йонсотҡан бөтә ауырыуҙарҙы бөтөрәсәк (Ишағ. 33:24; 35:5, 6; Асыл. 21:3, 4). Беҙ бер ҡасан да асыҡмаҫбыҙ һәм ҡурҡыныс тәбиғәт афәттәре өҫтөбөҙгә бер ҡасан да ябырылмаҫ (Ишағ. 25:6; Марк 4:41). Терелгән яҡындарыбыҙҙы ҡаршы алғанда йөрәгебеҙ шатлыҡ менән ташып торор (Яхъя 5:28, 29). Яңы донъяла һеҙ ниндәй мөғжизәнең тормошҡа ашыуын көтәһегеҙ?

8 Мөғжизәләр ҡылғанда Ғайса бөйөк мәрхәмәтлек һәм баҫалҡылыҡ сағылдырған. Был сифаттарҙы беҙгә лә үҫтереү мөһим. Әйҙәгеҙ, ике осраҡты ҡарап сығайыҡ. Ка́нала булған туй тураһындағы хәбәрҙән башлайыҡ.

БАҪАЛҠЫЛЫҠ ҮҪТЕРЕРГӘ НИМӘ ЯРҘАМ ИТЕР?

9. Ғайса Канала үткән туйҙа ниндәй мөғжизә ҡылған? (Яхъя 2:6—10).

9 Яхъя 2:6—10-ды уҡығыҙ. Туйҙа шарап бөткәс, Ғайса нимәлер эшләргә тейеш булғанмы? Юҡ. Изге Яҙмала, Мәсих мөғжизәле рәүештә шарап яһар, тигән пәйғәмбәрлек килтерелмәй. Әммә күҙ алдына килтерегеҙ, туйығыҙҙа һый бөтһә, үҙегеҙҙе нисек хис итер инегеҙ. Ғайса, кейәү менән кәләштең хәлен аңлап, уларҙың уңайһыҙ хәлгә ҡалыуын теләмәгәндер. Шуға күрә ул мөғжизә ҡылған — 390 литр һыуҙы яҡшы шарапҡа әйләндергән. Ни өсөн ул шул тиклем күп шарап яһаған? Һуңынан, бәлки, кәрәк булһа, йәш ғаилә уны һатып аҡсаһынан файҙалана алыр ине. Кейәү менән кәләш Ғайсаға ни тиклем рәхмәтле булғандыр!

Ғайсаның баҫалҡылығынан өлгө алһаҡ, беҙ үҙ ҡаҙаныштарыбыҙ менән маҡтанмаҫбыҙ (10, 11-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) e

10. Яхъя китабының 2-се бүлегендә ниндәй мөһим нескәлектәр бар? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

10 Яхъя китабының 2-се бүлегендә мөһим нескәлектәр бар. Иғтибар итегеҙ, Ғайса киҫмәктәрҙе, йәғни һауыттарҙы һыу менән үҙе тултырмаған. Ул быны хеҙмәтселәргә эшләргә ҡушҡан (6, 7-се аяттар). Ни өсөн? Ғайса үҙенә иғтибар йәлеп итергә теләмәгән һәм һыуҙы шарапҡа әйләндергәндән һуң уны туй башлығына үҙе алып килмәгән. Ғайса быны ла хеҙмәтселәргә эшләргә ҡушҡан (8-се аят). Ғайсаның уртаға сығып, ҡулына шарап тулы каса алып, бөтәһенә: «Мин әле генә яһаған шарапты эсеп ҡарағыҙ әле!» — тип әйтеүен күҙ алдына ла килтереп булмай.

11. Ғайсаның мөғжизәһе беҙҙе нимәгә өйрәтә?

11 Ғайсаның был мөғжизәһе беҙҙе баҫалҡылыҡҡа өйрәтә. Ғайса һыуҙы шарапҡа әйләндерә алғаны менән маҡтанмаған. Ысын әйткәндә, ул үҙенең ҡаҙаныштары менән бер ҡасан да маҡтанмаған. Киреһенсә, ул баҫалҡы булған һәм һәр ваҡыт Атаһын данлаған (Яхъя 5:19, 30; 8:28). Әгәр Ғайсаның баҫалҡылығынан өлгө алһаҡ, беҙ үҙ ҡаҙаныштарыбыҙ менән маҡтанмаҫбыҙ. Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә нимә генә эшләһәк тә, әйҙәгеҙ, үҙебеҙ менән түгел, ә Йәһүәгә хеҙмәт итә алыуыбыҙ менән маҡтанайыҡ (Ирем. 9:23, 24). Әйҙәгеҙ, Йәһүәне данлайыҡ, сөнки ул быға лайыҡ. Йәһүә беҙгә ярҙам итмәгән булһа, беҙ берәй нәмәгә өлгәшә алыр инекме? (1 Кор. 1:26—31).

12. Ғайсаның баҫалҡылығы тураһында әйткәндә, беҙ тағы нимәгә өйрәнә алабыҙ? Миҫал килтерегеҙ.

12 Ғайсаның баҫалҡылығы тураһында әйткәндә, беҙ тағы нимәгә өйрәнә алабыҙ? Күҙ алдына килтерегеҙ, өлкән булып хеҙмәт иткән ағай-ҡәрҙәш бер йәш хеҙмәт ярҙамсыһына беренсе асыҡ телмәр әҙерләргә ярҙам итер өсөн күп ваҡыт бүлә, ти. Һөҙөмтәлә йәш ағай-ҡәрҙәш бик матур сығыш яһай. Бөтә йыйылыш уның өсөн шатлана. Осрашыуҙан һуң кемдер өлкәнгә килеп: «Был ағай-ҡәрҙәш шәп телмәр яһаны, шулай бит?» — ти. Өлкән: «Эйе, белһәң ине, уға ярҙам итер өсөн күпме ваҡыт сарыф иттем», — тип әйтерме? Йәиһә ул баҫалҡылыҡ менән: «Ризамын. Мин уның өсөн бик шат!» — тип әйтерме? Әгәр баҫалҡы булһаҡ, беҙ башҡаларға ярҙам иткәнебеҙ өсөн маҡтау көтмәҫбеҙ. Йәһүә эштәребеҙҙе күрә һәм ҡәҙерләй. Беҙ шуның менән ҡәнәғәт (Матфай 6:2—4 менән сағыштырығыҙ; Евр. 13:16) Ғайсаның баҫалҡылығынан өлгө алғанда, беҙ Йәһүәне ҡыуандырабыҙ (1 Пет. 5:6).

МӘРХӘМӘТЛЕК ҮҪТЕРЕРГӘ НИМӘ ЯРҘАМ ИТЕР?

13. Ғайса Наин ҡалаһында нимә күрә һәм нимә эшләй? (Лука 7:11—15).

13 Лука 7:11—15-те уҡығыҙ. Әйҙәгеҙ, Ғайсаның хеҙмәт итеү йылдарының уртаһында Галилеяла булған осраҡ тураһында һөйләшәйек. Ғайса Наи́н ҡалаһына китеп бара. Был ҡала Шунам ҡалаһынан йыраҡ түгел. Яҡынса 900 йыл элек Шунам ҡалаһында Елисей пәйғәмбәр бер ҡатындың улын терелткән булған (2 Бат. 4:32—37). Ғайса ҡала ҡапҡаһына яҡынлашҡанда мәйет күтәреп сығып килгән кешеләрҙе күрә. Үлгән егет тол ҡатындың берҙән-бер улы булғанлыҡтан, был хәл айырыуса ҡыҙғаныс. Тол ҡатынды ҡаланан бик күп кеше оҙатып килә. Ғайса, мәйет күтәреп барыусыларҙы туҡтатып, был ҡатын өсөн иҫ киткес мөғжизә башҡара — уның улын терелтә! Был терелтеү — Ғайса кешеләрҙе терелткән осраҡтарҙың беренсеһе.

Ғайсанан үрнәк алып, ҡайғы кисергәндәргә мәрхәмәтлек сағылдырығыҙ (14—16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

14. Лука китабының 7-се бүлегендә ниндәй нескәлектәр бар? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

14 Лука китабының 7-се бүлегендә мөһим нескәлектәр бар. Иғтибар иттегеҙме, Ғайса ҡайғыға батҡан әсәй кешене күргәс, «уны йәлләгән» (13-сө аят). Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, улының кәүҙәһе ятҡан табут алдынан илап барған әсәй кешене күреү уның йөрәген әрнеткән. Шуға күрә Ғайса был ҡатынды йәлләп кенә ҡалмаған, ә мәрхәмәтле булыуын эштәр менән күрһәткән. Ғайса уға йылы тауыш менән: «Илама», — тигән. Шунан һуң ул егетте терелткән һәм «әсәһенә ҡайтарып биргән» (14, 15-се аяттар).

15. Ғайсаның Наин ҡалаһы янында башҡарған мөғжизәһе беҙҙе нимәгә өйрәтә?

15 Ғайсаның был мөғжизәһе беҙҙе ҡайғырғандарға мәрхәмәтлек күрһәтергә өйрәтә. Әлбиттә, беҙ Ғайса кеүек үлгәндәрҙе терелтә алмайбыҙ. Ләкин яҡындарын юғалтҡан кешеләргә мәрхәмәтле булып, беҙ унан өлгө ала алабыҙ. Бының өсөн иғтибарлы ғына булырға кәрәк. Уларҙы йәлләүҙән тыш, шулай уҡ йыуатыу һәм уларға ярҙам итеү мөһим (Ғиб. һүҙ. 17:17; 2 Кор. 1:3, 4; 1 Пет. 3:8) d. Хатта ябай ғына һүҙҙәр һәм бәләкәй генә эштәр ҙә уларҙы бик йыуата ала.

16. Ҡыҙы үлгән әсәй кешенең һүҙҙәренән һеҙ нимәгә өйрәнәһегеҙ? (Сәхнәләштерелгән фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

16 Бына бер осраҡ. Бер нисә йыл элек йыйылыш осрашыуында апай-ҡәрҙәш унан ситтәрәк торған икенсе апай-ҡәрҙәштең илағанын абайлап ҡалған. Йырҙа үлгәндәр өсөн өмөт тураһында йырланған, ә күптән түгел теге апай-ҡәрҙәштең бәләкәй генә ҡыҙы үлеп киткән булған. Был хәлде белгәнгә, апай-ҡәрҙәш, уның янына килеп, уны ҡосаҡлаған да йырҙың ҡалған өлөшөн уның менән бергә йырлаған. Һуңыраҡ теге әсәй кеше былай тип иҫенә төшөргән: «Мин үҙемдә ҡәрҙәштәргә ҡарата ҡайнар яратыу тойҙом». Шул көндө ул йыйылыш осрашыуына килгәнгә бик шат булған. Шулай уҡ ул: «Беҙ ярҙамды Батшалыҡ залында таба алабыҙ», — тип әйткән. Ҡайғырған һәм бойоҡҡан кешеләрҙе ҡыҙғанып, уларға әҙ генә булһа ла иғтибар бирһәк, Йәһүә быны күрә һәм ҡәҙерләй. Беҙ быға бер ҙә шикләнмәйбеҙ (Зәб. 34:18).

ҒАЙСАНЫҢ МӨҒЖИЗӘЛӘРЕ ТУРАҺЫНДА КҮБЕРӘК БЕЛЕГЕҘ

17. Был мәҡәләнән беҙ нимә белдек?

17 Ғайсаның һөйөнөслө хәбәр китаптарында яҙылған мөғжизәләре тураһында күберәк белеп, беҙ иманыбыҙҙы нығытабыҙ. Был мөғжизәләр Йәһүә менән Ғайсаның беҙҙе яратҡанына, шулай уҡ Ғайсаның кешеләрҙең проблемаларын хәл итергә көсө бар икәненә өйрәтә. Өҫтәүенә был мөғжизәләр Йәһүәнең вәғәҙәләре оҙаҡламай үтәләсәгенә ышандыра. Ғайсаның мөғжизәләре тураһында уйланғанда, уның сифаттарынан нисек өлгө алып булғаны тураһында ла уйлағыҙ. Шәхси өйрәнеүҙә һәм ғаилә өйрәнеүендә уның мөғжизәләре тураһында күберәк белергә маҡсат ҡуйығыҙ. Һис шикһеҙ, һеҙ күп рухи ынйылар табырһығыҙ. Улар тураһында башҡаларға һөйләргә онотмағыҙ. Ундай һөйләшеүҙәр һеҙҙе һәм башҡаларҙы нығытыр! (Рим. 1:11, 12).

18. Киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

18 Изге Яҙмала Ғайсаның кешеләрҙе терелткән өс осрағы тураһында әйтелә. Өсөнсө терелтеү уның ерҙәге хеҙмәтенең аҙағында булған. Был терелтеү башҡаларҙан айырылып торған: Ғайса үҙенең яҡын дуҫын — дүрт көн үле булған Лазарҙы терелткән. Был хәбәрҙән беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ? Һәм был мөғжизә беҙҙең терелтеүгә иманыбыҙҙы нисек нығыта? Киләһе мәҡәләлә был һорауҙарға яуаптар табырбыҙ.

20-СЕ ЙЫР Ҡәҙерле Улыңды бирҙең

a Ул дауылды тынысландырған, ауырыуҙарҙы һауыҡтырған һәм үлеләрҙе терелткән. Ғайсаның мөғжизәләре тураһында уҡыу беҙҙе һоҡландыра! Ләкин улар Изге Яҙмала беҙҙе таң ҡалдырыр өсөн түгел, ә нимәгәлер өйрәтер өсөн яҙылған. Әйҙәгеҙ, был мөғжизәләрҙең ҡайһы берҙәрен ҡарап сығайыҡ. Уларҙан иманыбыҙҙы нығытҡан һабаҡтар табырбыҙ, шулай уҡ үҙебеҙгә үҫтерергә кәрәк булған мөһим сифаттарҙы билдәләрбеҙ.

b Бер Изге Яҙма тикшереүсе былай ти: «Көнсығышта ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеү изге бурыс тип һаналған. Ҡунаҡты һыйлау ғына етмәгән. Ысын ҡунаҡсыллыҡ, айырыуса туйҙа, мул итеп һыйлауҙы талап иткән».

c Инжилдә Ғайсаның 30-ҙан ашыу мөғжизәһе иҫкә алына. Әммә унда уларҙың һәр береһе тураһында ентекләп әйтелмәй. Бер ваҡыт Ғайса янына бөтә ҡала йыйылған һәм ул «күптәрҙе төрлө сирҙәренән һауыҡтырған» (Марк 1:32—34).

d Яҡынын юғалтҡан кешене йыуатырға ярҙам иткән кәңәштәрҙе «Күҙәтеү манараһы» 2016 йылдың 1 май сығарылышында табып була.

e РӘСЕМДӘ: кейәү менән кәләш һәм уларҙың ҡунаҡтары яҡшы шарапҡа шатлана. Ғайса артҡы планда тора.