Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

16-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

«Ҡустығыҙ тереләсәк»!

«Ҡустығыҙ тереләсәк»!

«Ҡустығыҙ тереләсәк, — тине уға [Марфаға] Ғайса» (ЯХЪЯ 11:23).

151-СЕ ЙЫР Ул яңынан йәшәү бирәсәк

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Бер малай үҙенең терелтеүгә өмөтөн нисек күрһәткән?

 МЕТЬЮ бик ныҡ ауырый һәм уға инде күп операция яһағандар. Уға ете йәш булғанда, ул ата-әсәһе менән JW Broadcasting® программаһында яңы донъяла үлгәндәрҙең терелеүе тураһында музыкаль видеояҙма ҡараған b. Программа бөткәндән һуң Метью, ата-әсәһе янына килеп, уларҙы ҡулынан алған да: «Әсәй, атай, күрҙегеҙме: мин үлһәм дә, тереләсәкмен. Һеҙ мине көтөгөҙ, йәме. Барыһы ла яҡшы буласаҡ», — тигән. Метьюның терелтеүгә ныҡлы өмөтө ата-әсәһен ни тиклем йыуатҡанын күҙ алдына ғына килтерегеҙ!

2, 3. Ни өсөн Алланың үлгәндәрҙе терелтәсәге тураһында уйланыу файҙалы?

2 Ваҡыт-ваҡыт бөтәбеҙгә лә Алланың үлгәндәрҙе терелтәсәге тураһында уйланыу файҙалы (Яхъя 5:28, 29). Ни өсөн? Сөнки ауырып китеүебеҙ, яҡындарыбыҙҙы юғалтыуыбыҙ бар (Вәғ. 9:11; Яҡ. 4:13, 14). Терелтеүгә өмөтөбөҙ шундай һынауҙарҙа беҙгә ныҡ ҡалырға ярҙам итер (1 Фес. 4:13). Изге Яҙма Алланың беҙҙе бик яҡшы белгәненә һәм ныҡ яратҡанына ышандыра (Лука 12:7). Уйлап ҡарағыҙ, Йәһүә беҙҙе яңынан йәшәүгә ҡайтарыр өсөн холҡобоҙҙоң нескәлектәрен һәм хәтирәләребеҙҙе ни тиклем яҡшы белергә тейеш! Шулай уҡ Йәһүәнең беҙгә мәңге йәшәргә мөмкинлек биреүендә яратыуы күренә. Әгәр үлһәк тә, ул беҙҙе терелтәсәк.

3 Был мәҡәләлә ни өсөн терелтеүгә ышана алыуыбыҙҙы ҡарап сығырбыҙ. Шунан һуң төп аяттың контексын тикшерербеҙ (Яхъя 11:23). Һәм терелтеүгә өмөтөбөҙҙө нисек нығытып булғанын белербеҙ.

НИ ӨСӨН БЕҘ ТЕРЕЛТЕҮГӘ ЫШАНА АЛАБЫҘ?

4. Берәй вәғәҙәгә ышаныр өсөн нимәгә инанған булырға тейешбеҙ? Миҫал килтерегеҙ.

4 Берәй вәғәҙәгә ышаныр өсөн, беҙ уны биргән шәхестең үҙ вәғәҙәһен үтәргә теләге лә, көсө лә бар икәненә инанған булырға тейешбеҙ. Миҫал килтерәйек. Әйтәйек, һеҙҙең өйөгөҙ тәбиғәт афәтенән ҙур зыян күргән, ти. Дуҫығыҙ килә лә, һеҙгә: «Борсолма, мин һиңә өйөңдө торғоҙорға ярҙам итермен», — ти. Ул ысын күңелдән әйтә, шуға күрә уның һеҙгә ярҙам итергә теләге бар икәненә һеҙ ышанаһығыҙ. Әгәр ул тәжрибәле төҙөүсе һәм уның кәрәкле ҡоралдары булһа, тимәк, ул һеҙгә ярҙам итә ала. Ә Алла тураһында нимә әйтеп була? Уның вәғәҙәһен үтәргә теләге һәм көсө бармы икән?

5, 6. Ни өсөн беҙ Йәһүәнең үлгәндәрҙе терелтергә теләге бар икәненә ышана алабыҙ?

5 Йәһүәнең үлгәндәрҙе терелтергә теләге бармы? Һис шикһеҙ бар! Ул, бер нисә кешене рухландырып, был вәғәҙәне Изге Яҙмаға яҙҙыртҡан (Ишағ. 26:19; Ос. 13:14; Асыл. 20:11—13). Ә Йәһүә нимәлер вәғәҙә итә икән, ул уны һәр ваҡыт үтәй (Еш. 23:14). Йәһүә үлгәндәрҙе терелтергә бик теләй. Ни өсөн шулай тип әйтә алабыҙ?

6 Әйүптең һүҙҙәрен иҫкә төшөрөгөҙ. Ул, үлһә, Йәһүәнең уны һағынасағына һәм йәшәүгә ҡайтарасағына бик ышанған (Әйүп 14:14, 15). Йәһүә шулай уҡ үлгән хеҙмәтселәренең бөтәһенең дә яңынан йәшәүен һәм уларҙың һау-сәләмәт, бәхетле булыуҙарын теләй. Ә Йәһүәне белмәйенсә үлгән миллиардлаған кешеләр тураһында нимә әйтеп була? Ҡайғыртыусан Аллабыҙ уларҙы ла терелтергә теләй (Ғәм. 24:15). Йәһүә уларҙың уның менән дуҫ булыуҙарын һәм ерҙә мәңге йәшәй алыуҙарын теләй (Яхъя 3:16). Шуныһы ап-асыҡ: Йәһүәнең үлгәндәрҙе терелтергә теләге бар.

7, 8. Ни өсөн беҙ Йәһүәнең үлгәндәрҙе терелтергә көсө бар икәненә ышана алабыҙ?

7 Ә Йәһүәнең үлгәндәрҙе терелтергә көсө бармы? Әлбиттә, бар! Ул бит «сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе» (Асыл. 1:8). Уның һәр дошманды, хатта үлемде лә еңергә көсө етерлек (1 Кор. 15:26). Быны белеү беҙҙе нығыта һәм йыуата. Бына Эмма Арно́льд апай-ҡәрҙәштең миҫалы. Ул ғаиләһе менән Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында ҡаты һынауҙар менән осрашҡан. Концлагерҙа яҡындарын юғалтҡандан һуң, Эмма ҡыҙын йыуатырға теләп: «Әгәр үлем кешеләрҙе үҙенең бығауында мәңге тотҡан булһа, ул Алланан да көслөрәк булып сыға», — тигән. Ләкин бер нәмә лә, бер кем дә Йәһүәнән көслөрәк була алмай! Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Йәһүәнең бөтә нәмәне барлыҡҡа килтерергә көсө еткән икән, уның үлгәндәрҙе йәшәүгә ҡайтарырға ла көсө етәсәк.

8 Алланың үлгәндәрҙе терелтәсәгенә ышандырған тағы бер сәбәп — уның сикһеҙ хәтере. Ул һәр йондоҙҙо исеме менән атай (Ишағ. 40:26). Ул шулай уҡ үлгәндәрҙең барыһын да хәтерендә тота (Әйүп 14:13; Лука 20:37, 38). Йәһүә терелтәсәк кешенең тышҡы ҡиәфәтен, холоҡ үҙенсәлектәрен, тормош тәжрибәһен һәм хәтирәләрен еңел генә иҫенә төшөрә ала.

9. Ни өсөн һеҙ Йәһүәнең, үлгәндәрҙе терелтәсәкмен, тигән вәғәҙәһенә ышанаһығыҙ?

9 Эйе, Йәһүәнең үлгәндәрҙе терелтәсәгенә беҙ ышана алабыҙ, сөнки быны эшләргә уның теләге лә, көсө лә бар. Бына тағы бер сәбәп: Йәһүә үткәндә кешеләрҙе инде терелткән. Боронғо ваҡытта ул Ғайсаға, шулай уҡ үҙенең бер нисә тоғро хеҙмәтсеһенә үлгәндәрҙе терелтер өсөн көс биргән. Әйҙәгеҙ, Ғайса башҡарған бер терелтеүҙе ҡарап сығайыҡ. Ул Яхъя китабының 11-се бүлегендә яҙылған.

ҒАЙСАНЫҢ ЯҠЫН ДУҪЫ ҮЛӘ

10. Ғайса Иордандың аръяғында хеҙмәт иткәндә, Вифанияла ниндәй хәл була һәм ул нимә эшләй? (Яхъя 11:1—3).

10 Яхъя 11:1—3-тө уҡығыҙ. Б. э. 32 йылы, Вифания ауылы. Был ауылда Ғайсаның дуҫтары: Лазарь һәм уның апалары Марфа менән Мәрйәм йәшәй (Лука 10:38—42). Лазарь ауырып китә һәм был хәл Марфа менән Мәрйәмде борсоуға һала. Улар Иордан аръяғында Вифаниянан ике көнлөк юл йыраҡлыҡта хеҙмәт иткән Ғайсаға хәбәр иттерә (Яхъя 10:40). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәбәрсе килеп еткәнсе Лазарь үлеп тә китә. Ғайса дуҫының әле генә үлгәнен белһә лә, унда тағы ике көнгә ҡала һәм шунан һуң ғына Вифанияға юл тота. Тимәк, Ғайса Вифанияға ҡайтып еткәнсе, Лазарь инде дүрт көн үле була. Ғайса дуҫтарын шатландырырға һәм Алланы данларға теләй, шуға күрә мөғжизә ҡылырға була (Яхъя 11:4, 6, 11, 17).

11. Изге Яҙмалағы был хәбәр беҙҙе дуҫлыҡ тураһында нимәгә өйрәтә?

11 Был ысын дуҫлыҡтың өлгөһө. Уйлап ҡарағыҙ: Мәрйәм менән Марфа Ғайсаның Вифанияға килеүен һорамаған. Улар, яҡын дуҫың ауырып китте тип, хәбәр генә иткән (Яхъя 11:3). Лазарь үлгәс, Ғайса уны йыраҡтан да терелтә алыр ине. Шулай ҙа ул Вифанияға килергә һәм үҙенең дуҫтары Мәрйәм менән Марфа янында булырға теләгән. Ә һеҙҙең һорамағанда ярҙамға килергә әҙер булған дуҫығыҙ бармы? Ундай дуҫҡа «яҡын туғаныңа таянғандай таянып була» (Ғиб. һүҙ. 17:17). Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә башҡалар өсөн Ғайса кеүек дуҫтар булайыҡ! Вифанияла артабан нимә булған?

12. Ғайса Марфаға ниндәй вәғәҙә бирә һәм ни өсөн беҙ был һүҙҙәр буш түгел тип әйтә алабыҙ? (Яхъя 11:23—26).

12 Яхъя 11:23—26-ны уҡығыҙ. Марфа Ғайсаның Вифанияға килә ятҡаны тураһында ишеткәс, ул шунда уҡ ҡаршы сыға һәм уға: «Хужам, Һин бында булһаң, ҡустыбыҙ үлмәгән булыр ине», — тип өндәшә (Яхъя 11:21). Эйе, ысынлап та Ғайса Лазарҙы һауыҡтыра алыр ине. Ләкин ул бер ғәжәйеп эш башҡарырға йыйына. Ул: «Ҡустығыҙ тереләсәк», — тип вәғәҙә итә. Марфаның уның һүҙҙәренә ышанырға тағы бер сәбәбе бар. Ғайса уға: «Мин терелеү һәм тормош», — ти. Эйе, Алла Ғайсаға йәшәү һәм үлем өҫтөнән ҙур хакимлыҡ биргән. Быға тиклем Ғайса бер ҡыҙ баланы һәм йәш егетте терелткән. Күрәһең, ул уларҙы үлгән көндө үк терелткән (Лука 7:11—15; 8:49—55). Әммә дүрт көн үле булған һәм тәне еҫләнә башлаған кешене ул терелтә алырмы?

«ЛАЗАРЬ, СЫҠ!»

Ғайса ҡайғырған дуҫтарын бик ныҡ йәлләгән (13, 14-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

13. Яхъя 11:32—35-тә яҙылған һүҙҙәр буйынса, Мәрйәмдең һәм башҡаларҙың илағанын күргәс, Ғайса үҙен нисек тота? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

13 Яхъя 11:32—35-те уҡығыҙ. Артабан нимә булған? Мәрйәм дә Ғайсаны ҡаршы алырға сыға. Ул апаһының һүҙҙәрен ҡабатлап: «Хужам! Һин бында булһаң, ҡустыбыҙ үлмәгән булыр ине», — ти. Мәрйәм һәм уның янында булғандар бик ныҡ ҡайғыра. Ғайса уларҙың илағанын күргәс, ныҡ көйөнә. Ул дуҫтарын бик ныҡ йәлләй һәм илап ебәрә. Ғәзиз кешене юғалтыу күпме әрнеү килтергәнен Ғайса яҡшы аңлай. Шуға ул кешеләргә ҡайғы килтергән бөтә нимәне юҡ итергә теләй!

14. Ғайсаның Мәрйәм менән бергә илауы Йәһүә тураһында нимәгә өйрәтә?

14 Ғайсаның илауы Йәһүәнең ҡыҙғаныусан Алла булыуын күрһәтә. Ни өсөн шулай тип әйтә алабыҙ? Үткән мәҡәләнән белеүебеҙсә, Ғайса Атаһының фекерҙәрен һәм хистәрен камил рәүештә сағылдыра (Яхъя 12:45). Ғайса ҡайғыға батҡан дуҫтарын шул тиклем йәлләгән, хатта илап ебәргән. Тимәк, Йәһүә лә, беҙҙең илауыбыҙҙы күреп, шундай уҡ хистәр тоя, тип әйтеп була (Зәб. 56:8). Был беҙҙе хәлебеҙгә инә белгән Аллаға тағы ла яҡыныраҡ булырға дәртләндермәйме әллә?

Ғайса кешеләрҙе терелтергә көсө барлығын күрһәткән (15, 16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

15. Лазарҙың ҡәбере янында нимә булғанын һүрәтләп бирегеҙ (Яхъя 11:41—44). (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

15 Яхъя 11:41—44-те уҡығыҙ. Ғайса ҡәбер янына килеп, уны ҡаплаған ташты шылдырырға ҡуша. Әммә Марфа уға: «Хужам, мәрхүм инде еҫләнгәндер», — тип ҡаршы төшә. Ғайса уға: «Мин һиңә: „Әгәр ҙә ышанһаң, Алланың данлы бөйөклөгөн күрерһең“, — тимәгәйнемме ни?» — ти (Яхъя 11:39, 40). Шунан Ғайса башын күккә күтәреп ҡысҡырып доға ҡыла. Шулай эшләп, ул мөғжизә ҡылырға көстө Йәһүә биргәнен күрһәтергә һәм уны данларға теләй. Ул көслө тауыш менән: «Лазарь, сыҡ!» — тип бойора, һәм үлгән кеше ҡәберҙән килеп сыға. Ғайса башҡаларға мөмкин түгел кеүек күренгән мөғжизә ҡыла! (Өйрәнеү өсөн Изге Яҙмаларҙа (тат.) Яхъя 11:17-се аятҡа килтерелгән аңлатманы ҡарағыҙ.)

16. Яхъя китабының 11-се бүлегендә яҙылған хәбәр терелтеүгә иманыбыҙҙы нисек нығыта?

16 Яхъя китабының 11-се бүлегендә яҙылған хәбәр үлгәндәрҙең терелеүенә иманыбыҙҙы нығыта. Нисек итеп? Ғайсаның Марфаға «ҡустығыҙ тереләсәк» тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрәйек (Яхъя 11:23). Ғайсаның да, Йәһүәнеке кеүек, был вәғәҙәне үтәргә теләге лә, көсө лә бар. Ғайсаның илауы үлемде һәм ғазаптарҙы бөтөрөргә көслө теләге булыуын күрһәтә. Лазарҙы терелтеп, Ғайса үлгәндәрҙе терелтергә көсө булғанын тағы бер тапҡыр иҫбатлаған. Бынан тыш, уның Марфаға «„Әгәр ҙә ышанһаң, Алланың данлы бөйөклөгөн күрерһең“, — тимәгәйнемме ни?» тигән һүҙҙәре тураһында уйланығыҙ (Яхъя 11:40). Беҙ Алланың үлгәндәрҙе терелтәсәгенә бер ҙә шикләнмәйбеҙ. Ләкин был өмөттө нисек нығытып була?

ТЕРЕЛТЕҮГӘ ӨМӨТӨБӨҘҘӨ ТАҒЫ НИСЕК НЫҒЫТА АЛАБЫҘ?

17. Изге Яҙманан үлгәндәрҙең терелеүе тураһында уҡығанда нимә өҫтөндә уйланыу мөһим?

17 Үткәндә булған терелтеү тураһында уҡығыҙ һәм улар тураһында уйланығыҙ. Изге Яҙмала һигеҙ терелтеү тураһында яҙылған c. Уларҙың һәр береһен ентекләп тикшерергә була. Тикшереү үткәргәндә терелгән кешеләрҙең ысынлап та ерҙә йәшәгән ирҙәр, ҡатындар, балалар булғанын онотмағыҙ. Үҙегеҙгә һабаҡтар табырға тырышығыҙ. Һәр миҫал Алланың үлгәндәрҙе терелтергә көсө лә, теләге лә бар икәнен нисек күрһәтә? Был хаҡта уйланығыҙ. Ә иң тәүҙә, иң мөһим терелтеү — Ғайсаның терелтеүе тураһында уйланығыҙ. Онотмағыҙ, был терелтеүҙе йөҙәрләгән кеше күргән. Ғайсаның терелеүе киләсәктә миллиардлаған кешеләрҙең терелеүенә ышанғаныбыҙға ныҡлы нигеҙ булып тора (1 Кор. 15:3—6, 20—22).

18. Терелтеү тураһындағы йырҙар һеҙҙе нығытһын өсөн нимә эшләп була? (Төшөрмәне лә ҡарағыҙ.)

18 Терелтеү тураһындағы йырҙарҙы тыңлағыҙ һәм уларҙы йырлағыҙ (Ефес. 5:19) d. Был йырҙар терелтеүҙең буласағына ышанырға ярҙам итер. Улар шулай уҡ был вәғәҙә үтәләсәгенә иманығыҙҙы нығытыр. Уларҙы тыңлағыҙ һәм йырларға өйрәнегеҙ. Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыуҙа уларҙың һүҙҙәре тураһында фекер алышығыҙ. Был йырҙарҙың һүҙҙәрен ятлағыҙ, шул саҡта улар уйығыҙға һәм йөрәгегеҙгә уйылып ҡалыр. Ауыр һынауҙар менән осрашһағыҙ йәки яҡын кешегеҙҙе юғалтһағыҙ, Йәһүә рухы был йырҙарҙы иҫкә төшөрөргә ярҙам итер. Улар һеҙҙе йыуатыр һәм һеҙгә көс өҫтәр.

19. Терелтеү тураһында уйланғанда нимәне күҙ алдына килтереп була? ( «Һеҙ уларҙан нимә тураһында һорар инегеҙ?» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)

19 Күҙ алдына килтереү һәләтен ҡулланығыҙ. Йәһүә беҙгә үҙебеҙҙе яңы донъяла күҙ алдына килтереү һәләтен биргән. Бер апай-ҡәрҙәш: «Йыш ҡына мин үҙемде яңы донъяла булғандай күҙ алдына килтерәм, хатта ожмахта сәскә атҡан гөлдәрҙең еҫтәрен һиҙәм», — тип бүлешә. Боронғо ваҡытта йәшәгән Алланың хеҙмәтселәре менән нисек осрашыуығыҙ тураһында уйланығыҙ. Һеҙ кемде күрергә теләр инегеҙ? Унан нимә тураһында һорар инегеҙ? Үҙегеҙҙең яҡындарығыҙ менән осрашыуығыҙҙы ла күҙ алдына килтерегеҙ. Улар менән осрашҡанда, әйткән беренсе һүҙегеҙҙе, йылы итеп ҡосаҡлашыуығыҙҙы һәм шатлыҡтан аҡҡан күҙ йәшегеҙҙе ҡәләм менән түгел, ә матур төҫтәге буяуҙар менән төшөрөлгән һүрәт итеп күҙ алдына килтерегеҙ.

20. Беҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә теләйбеҙ?

20 Беҙ Йәһүәгә, үлгәндәрҙе терелтәм, тигән вәғәҙәһе өсөн бик рәхмәтле! Был вәғәҙәнең үтәләсәгенә беҙ бер ҙә шикләнмәйбеҙ, сөнки уның быны эшләргә теләге лә, көсө лә бар. Әйҙәгеҙ, терелтеүгә иманыбыҙҙы нығытайыҡ. Был беҙгә «Һинең яҡындарың тереләсәк!» тигән вәғәҙә биргән Алла менән тағы ла яҡыныраҡ булырға ярҙам итер.

147-СЕ ЙЫР Вәғәҙә ителгән мәңгелек тормош

a Яҡын кешегеҙҙе юғалтҡан булһағыҙ, Йәһүәнең үлгәндәрҙе терелтәсәге тураһындағы вәғәҙәһе әлбиттә һеҙҙе йыуата. Ләкин был вәғәҙәгә ышанғанығыҙҙы башҡаларға нисек аңлата алыр инегеҙ? Һәм үҙегеҙ терелтеүгә өмөтөгөҙҙө нисек нығыта алаһығыҙ? Был мәҡәлә бөтәбеҙгә лә Алланың үлгәндәрҙе терелтәсәгенә ныҡ ышанырға ярҙам итер.

b Был музыкаль видеояҙма «Был көн бик яҡын!» тип атала. Ул JW Broadcasting программаһында 2016 йылдың ноябрь сығарылышында күрһәтелгән ине.

c «Күҙәтеү манараһының» (тат.) 2015 йылдың 1 август сығарылышында 4-се биттә «Изге Яҙмаларҙа телгә алынған һигеҙ терелтеү осрағы» тигән рамканы ҡарағыҙ.

d «Шатланып йырлағыҙ» тигән йыр китабында киләһе йырҙарҙы ҡарағыҙ: «Ожмахты күҙ алдына килтер» (139-сы йыр), «Бүләктән күҙеңде алма!» (144-се йыр) һәм «Ул яңынан йәшәү бирәсәк» (151-се йыр). Шулай уҡ jw.org. сайтында «Яңы донъя килә!», «Этот день очень близко!», «Мир любви и гармонии» тигән йырҙарҙы ҡарағыҙ.