Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

14-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

56-СЫ ЙЫР Хәҡиҡәтте тормош юлың ит

«Етлеккәнлеккә ынтылайыҡ»

«Етлеккәнлеккә ынтылайыҡ»

«Етлеккәнлеккә ынтылайыҡ» (ЕВР. 6:1, ЯДТ).

ТӨП ФЕКЕР

Уйҙары, эштәре һәм аҡыллы ҡарарҙары менән Алланы һөйөндөрөр өсөн, мәсихсегә нисек рухи етлеккәнлеккә өлгәшергә?

1. Йәһүә беҙҙән нимә көтә?

 БАЛАНЫҢ тыуыуы — ата-әсәләр өсөн иң шатлыҡлы ваҡиғаларҙың береһе. Әммә был бәпәй нисек кенә һоҡландырмаһын, улар уның мәңге шулай ҡалыуын теләмәй. Сабый үҫмәһә, ата-әсәләр борсола башлай. Шуның шикелле, мәсихсе юлында беренсе аҙымдарыбыҙҙы яһағанда, Йәһүә шатлана. Әммә ул беҙҙең рухи яҡтан балалар булып ҡалыуыбыҙҙы түгел, ә олоғайыуыбыҙҙы теләй (1 Кор. 3:1; 14:20).

2. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

2 Рухи яҡтан етлеккән мәсихсе нисек уйлай һәм эш итә? Нисек етлеккәнлеккә ынтылырға? Ҡаты рухи аҙыҡ был яҡтан ниндәй роль уйнай? «Аяғымда ныҡ баҫып торам» тип уйлау ни өсөн дөрөҫ түгел? Әйҙәгеҙ, был һорауҙарға яуап алайыҡ.

РУХИ ЯҠТАН ЕТЛЕККӘН МӘСИХСЕ НИСЕК УЙЛАЙ ҺӘМ ЭШ ИТӘ?

3. Етлеккән булып китеү нимәне аңлата?

3 Изге Яҙмала «етлеккән» тигән грек һүҙе «өлгөрөп еткән», йәиһә «тулы күләмдә» тигән мәғәнә йөрөтә (1 Кор. 2:6) a. Бала үҫкән кеүек, беҙ ҙә рухи яҡтан үҫәбеҙ һәм Йәһүә алдында етлеккән мәсихсе булып китәбеҙ. Ләкин был маҡсатҡа өлгәшһәк тә, туҡтарға ярамай (1 Тим. 4:15). Йыйылышта бөтәһе лә, шул иҫәптән йәш кенә мәсихселәр ҙә рухи яҡтан етлеккән була ала. Ундай кешеләр башҡаларҙан ҡайһы яҡтан айырылып тора?

4. Рухи яҡтан етлеккән мәсихсе ниндәй ул?

4 Рухи яҡтан етлеккән мәсихсе Алланың бөтә ҡанундарын ярата. Ул, быныһын үтәйем, быныһын үтәмәйем, тип һайлап тормай. Әлбиттә, ул камилһыҙ булып ҡала һәм хаталар яһай. Шулай ҙа ул көн һайын эштәре һәм уйҙары менән Алланы шатландырырға тырыша. Ул «яңы кешегә» әйләнә һәм Алланың фекер йөрөтөү рәүешен үҙләштерә (Ефес. 4:22—24). Ул Йәһүәнең ҡанундарына һәм принциптарына нигеҙләнеп ҡарарҙар ҡабул итә, шуға күрә уға ҡағиҙәләрҙең оҙон исемлеге кәрәкмәй. Ул тотанаҡлы, шуға башлаған эшен еренә еткерә (1 Кор. 9:26, 27).

5. Рухи яҡтан өлгөрөп етмәгән мәсихсе ниндәй ҡурҡыныстарға эләгә? (Ефестарға 4:14, 15).

5 Рухи яҡтан өлгөрөп етмәгән мәсихсене еңел генә алдап була. Ул ялған яңылыҡтар, заговор теориялары һәм мөртәттәрҙең пропагандаһы менән тиҙ мауыға b. (Ефестарға 4:14, 15-те уҡығыҙ.) Ул көнләшә, талаша, үпкәләй һәм ҡотҡоға ҡаршы тора алмай (1 Кор. 3:3).

6. Рухи һәм физик үҫеш ҡайһы яҡтан оҡшаш? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

6 Юғарыла әйтеп кителгәнсә, Изге Яҙма рухи үҫеште физик үҫеш менән сағыштыра. Баланың тормош тәжрибәһе аҙ, шуға күрә ата-әсәһе уны яҡларға һәм уға нимә эшләргә кәрәклеген әйтеп торорға тейеш. Мәҫәлән, юл аша сыҡҡанда әсәй кеше бәләкәй ҡыҙын ҡулынан етәкләй. Ҡыҙ бала әҙерәк үҫкәс, әсәһе уға үҙенә юл аша сығырға рөхсәт итә. Әммә шул уҡ ваҡытта иғтибарлы булырға кәрәклеген әйтеп тора. Үҫеп еткәс, ҡыҙ кеше инде үҙе юл аша сыға ала. Рухи яҡтан өлгөрөп етмәгән мәсихселәр балалар кеүек. Уларға рухи ҡурҡыныстарҙан һаҡланырға һәм аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә етлеккән мәсихселәрҙең ярҙамы кәрәк. Уларҙан айырмалы булараҡ, етлеккән мәсихселәр үҙҙәре ҡарарҙар ҡабул итә. Йәһүәнең ҡарашын аңлар өсөн улар Изге Яҙмалағы принциптар тураһында уйлана һәм уларҙы ҡуллана.

Мәсихсе рухи яҡтан етлеккән булырға теләһә, уға Изге Яҙмалағы принциптар буйынса ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәнергә кәрәк. (6-сы абзацты ҡарағыҙ.)


7. Рухи яҡтан етлеккән мәсихсе башҡаларҙың ярҙамына мохтаж була аламы?

7 Рухи яҡтан етлеккән мәсихсе башҡаларҙың ярҙамына мохтаж була аламы? Эйе. Ҡайһы саҡта ул да ярҙам һорай ала. Әммә ул башҡаларҙың уға нимә эшләргә кәрәклеген әйтеүен йә уның өсөн ҡарар ҡабул итеүен көтмәй. Етлеккән мәсихсе ҡабул иткән ҡарарҙары өсөн яуаплылыҡ уның өҫтөндә ятҡанын аңлай һәм «үҙ йөгөн үҙе [күтәрә]» (Гал. 6:5).

8. Рухи яҡтан етлеккән мәсихселәр бер төрлө булырға тейешме? Аңлатығыҙ.

8 Оло кешеләр бер төрлө була алмай. Шуның шикелле, етлеккән мәсихселәр ҙә рухи яҡтан төрлө. Кемдер зирәк, кемдер ҡыйыу. Кемдер йомарт, кемдер туған йәнле. Бынан тыш, ике етлеккән мәсихсе оҡшаш осраҡта төрлө ҡарар ҡабул итергә мөмкин. Һәм был ҡарарҙарҙың икеһе лә Изге Яҙма ҡарашынан дөрөҫ булыр. Был йыш ҡына выжданыбыҙға ҡағылған һорауҙарға бәйле. Быны аңлағанға, беҙ башҡаларҙы уларҙың ҡарарҙары беҙҙекенән айырылып торғаны өсөн хөкөм итмәҫбеҙ. Бының урынына, иғтибарыбыҙҙы беҙҙе берләштергән нәмәләргә тупларбыҙ (Рим. 14:10; 1 Кор. 1:10).

НИСЕК ЕТЛЕККӘН МӘСИХСЕ БУЛЫП КИТЕРГӘ?

9. Кеше рухи яҡтан үҙенән-үҙе үҫәме? Аңлатығыҙ.

9 Физик яҡтан кеше үҙенән-үҙе үҫә. Әммә рухи яҡтан үҫер өсөн тырышлыҡтар һалырға кәрәк. Мәҫәлән, Коринфтағы мәсихселәр һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул иткән, һыуға сумдырылған һәм изге рух алған. Уларҙы илсе Павел үҙе өйрәткән (Ғәм. 18:8—11). Шулай ҙа, һыуға сумдырылғандан һуң йылдар үтһә лә, күптәр рухи яҡтан сабый булып ҡалған (1 Кор. 3:2). Улар рухи үҫешен үҙҙәре тотҡарлаған. Уларҙың хатаһын нисек ҡабатламаҫҡа?

10. Рухи үҫеш нимәнән башлана? (Йәһүҙә 20).

10 Рухи яҡтан етлеккән булыр өсөн тәүҙә теләк кәрәк. «Тәжрибәһеҙлекте» һөйгәндәр һәм үҙгәрергә теләмәгәндәр рухи яҡтан сабый булып ҡала (Ғиб. һүҙ. 1:22). Олоғайған, әммә ата-әсәһенең уның өсөн ҡарар ҡабул итеүен көтөп ултырған кешегә оҡшаш булырға теләмәйбеҙ. Киреһенсә, рухи үҫешебеҙ өсөн үҙебеҙ яуаплы булырға әҙербеҙ. (Йәһүҙә 20-не уҡығыҙ.) Әгәр нимәнелер үҙгәртергә кәрәк икәнен аңлаһаҡ, әйҙәгеҙ, Йәһүәгә доға ҡылайыҡ һәм унан «теләк тә, һәләт тә» һорайыҡ (Флп. 2:13).

11. Йәһүә беҙгә рухи яҡтан үҫергә нисек ярҙам итә? (Ефестарға 4:11—13).

11 Рухи үҫеш тураһында әйткәндә, Йәһүә беҙҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Ул мәсихселәр йыйылышында көтөүселәр һәм уҡытыусылар булыуы тураһында ҡайғыртҡан. Улар беҙгә «Мәсих кимәленә еткән кешеләр» булырға ярҙам итә. (Ефестарға 4:11—13-тө уҡығыҙ.) Беҙ «Мәсих аңына» эйә була алһын өсөн, Йәһүә беҙгә шулай уҡ изге рух бирә (1 Кор. 2:14—16). Бынан тыш, беҙҙә дүрт Һөйөнөслө Хәбәр китабы бар. Унда Ғайсаның ерҙә йәшәгәндә нисек уйлағаны, нимә әйткәне һәм нимә эшләгәне тасуирланған. Ғайсанан өлгө алғанда һәм уның фекер йөрөтөү рәүешен үҙләштергәндә, беҙ рухи яҡтан етлеккән мәсихсе булып китәбеҙ.

ҠАТЫ РУХИ АҘЫҠ НИНДӘЙ РОЛЬ УЙНАЙ?

12. «Мәсих тәғлимәтенең... башланғыс өлөштәре» нимә ул?

12 Рухи етлеккәнлеккә өлгәшер өсөн, беҙгә «Мәсих тәғлимәтенең... башланғыс өлөштәре» менән генә ҡәнәғәтләнеү әҙ. Мәҫәлән, улар тәүбә итеү, Аллаға инаныу, һыуға сумдырылыу һәм үлгәндәрҙең терелеүенән тора (Евр. 6:1, 2). Был тәғлимәттәр мәсихселәр диненең нигеҙе булып тора. Бына ни өсөн илсе Петр Илленсе көн байрамында вәғәзләгәндә улар тураһында әйтеп киткән (Ғәм. 2:32—35, 38). Мәсихтең шәкерттәре булыр өсөн, беҙгә был башланғыс тәғлимәттәрҙе ҡабул итергә кәрәк. Мәҫәлән, илсе Павел әйтеүенсә, әгәр беҙ үлгәндәрҙең терелеүенә ышанмаһаҡ, мәсихселәр тип атала алмайбыҙ (1 Кор. 15:12—14). Ләкин «Мәсих тәғлимәтенең... башланғыс өлөштәрен» алғандан һуң да беҙ туҡталырға тейеш түгел.

13. Еврейҙарға 5:14-тә иҫкә алынған ҡаты рухи аҙыҡ беҙгә файҙа килтерһен өсөн, нимә эшләргә кәрәк? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

13 Башланғыс тәғлимәттәрҙән айырмалы булараҡ, ҡаты рухи аҙыҡ Йәһүәнең ҡанундарын ғына түгел, уның принциптарын да үҙ эсенә ала. Был принциптар беҙгә Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүешенә төшөнөргә ярҙам итә. Был рухи аҙыҡ файҙа килтерһен өсөн, беҙгә Изге Яҙманы өйрәнергә, уның өҫтөндә уйланырға һәм белгәндәребеҙҙе тормошта ҡулланырға кәрәк. Шул саҡта беҙ Йәһүәне шатландырған ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәнәбеҙ c. (Еврейҙарға 5:14-те уҡығыҙ.)

Ҡаты рухи аҙыҡ менән туҡланып, беҙ Йәһүәне һөйөндөргән ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәнәбеҙ. (13-сө абзацты ҡарағыҙ.) d


14. Павел коринфтарға рухи яҡтан үҫергә нисек ярҙам иткән?

14 Изге Яҙмала аныҡ ҡанун булмағанда, рухи яҡтан өлгөрөп етмәгән мәсихселәргә принциптарға таянып ҡарарҙар ҡабул итеү еңел түгел. Ҡайһы берәүҙәр шул саҡта, нимә теләһәң, шуны эшләп була, тип уйлай, башҡалар иһә билдәле ҡағиҙәләр урынлаштырырға кәрәк, ти. Коринфтағы мәсихселәр Павелдан, боттарға ҡорбан ителгән ризыҡ ашарға яраймы, тип һорағанда, уның берәй ҡағиҙә урынлаштырыуын теләгәндер. Бының урынына, Павел уларға выждандың роле тураһында һәм һәр кешенең һайлау ирке булыуы хаҡында әйткән. Павел улар менән бер нисә принципты ҡарап сыҡҡан. Улар ярҙамында нисек выжданға ҡаршы бармаҫҡа һәм башҡалар өсөн кәртә булмаҫҡа икәнен күрһәткән (1 Кор. 8:4, 7—9). Павел уларҙың кеше фекерҙәренә һәм ҡағиҙәләренә түгел, ә Алла Һүҙенә таяныуҙарын теләгән. Шулай итеп улар рухи яҡтан етлеккән мәсихсе булып китә алыр ине.

15. Павел мәсихсе булып киткән еврейҙарға нисек рухи яҡтан алға ынтылырға ярҙам иткән?

15 Илсе Павелдың Еврейҙарға яҙған хатынан беҙ тағы мөһим һабаҡ алабыҙ. Уларҙың ҡайһы берҙәренең рухи үҫеше туҡтаған, һәм улар башланғыс тәғлимәттәргә кире ҡайтҡан. Шуға күрә лә Павел уларға: «Һеҙгә [рухи] ҡаты ризыҡ түгел, ә һөт кәрәк», — тигән (Евр. 5:12). Улар Йәһүә йыйылыш аша әкренләп асҡан хәҡиҡәттәрҙе ҡабул итергә ашыҡмаған (Ғиб. һүҙ. 4:18). Мәҫәлән, мәсихсе булып киткән еврейҙарҙың күптәре һаман да Муса ҡануны буйынса йәшәгән. Был ҡанун 30 йыл самаһы элек, Ғайсаның үлеменән һуң, ғәмәлдән сығарылған булған (Рим. 10:4; Тит. 1:10). Ризалашырһығыҙ, 30 йыл эсендә яңы нәмәләргә инде өйрәнергә була. Шуға күрә Павел ҡәрҙәштәренә тәрән хәҡиҡәттәрҙе үҙләштерергә ярҙам итергә теләгән. Уның хаты уларға әлеге табыныуҙары элеккегә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ икәнен күрергә ярҙам иткән. Был уларға, йәһүдтәрҙең ҡаршылыҡтарына ҡарамаҫтан, ҡыйыулыҡ менән вәғәзләргә ярҙам иткән (Евр. 10:19—23).

ЕТЛЕККӘН БУЛЫП ҠАЛЫР ӨСӨН АРТАБАН ДА КӨС ҺАЛЫҒЫҘ

16. Мәсихсе, рухи етлеккәнлеккә өлгәшкәс, нимә эшләргә тейеш?

16 Беҙгә рухи яҡтан етлеккән мәсихсе булып китергә генә түгел, ә шундай мәсихсе булып ҡалыу ҙа мөһим. Бының өсөн хәҙер инде мин «аяғымда ныҡ баҫып торам» тип уйлауҙан һаҡланырға кәрәк (1 Кор. 10:12). Артабан да рухи үҫешебеҙҙе тикшереү мөһим (2 Кор. 13:5).

17. Павелдың колосстарға яҙған хаты рухи яҡтан етлеккән булып ҡалыуҙың мөһимлегенә нисек иғтибар итә?

17 Колосстарға яҙған хатында Павел рухи яҡтан етлеккән булып ҡалыуҙың мөһимлегенә тағы иғтибар итә. Ундағы мәсихселәр рухи яҡтан инде сабый булмаһа ла, Павел уларҙы был донъя фәлсәфәһенә мауығып китеүҙән киҫәткән (Кол. 2:6—10). Эпафрас, күрәһең, ул йыйылыштағы ҡәрҙәштәрҙе яҡшы белгән, шуға күрә «иманда ныҡлы» булып ҡалыуҙарын теләп, улар өсөн һәр ваҡыт доға ҡылған (Кол. 4:12). Күреүебеҙсә, Павел да, Эпафрас та көс һалыуҙың һәм Аллаға таяныуҙың кәрәклеген таныған. Улар Колосстағы мәсихселәрҙең ниндәй генә һынауҙар менән осрашһа ла, рухи яҡтан етлеккән булып ҡалыуҙарын теләгән.

18. Рухи яҡтан етлеккән мәсихсе менән нимә булырға мөмкин? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

18 Павел еврей халҡынан булған ҡәрҙәштәрен, етлеккән мәсихселәр ҙә Алла менән мөнәсәбәттәрен мәңгегә юғалта ала, тип киҫәткән. Кешенең күңеле шул тиклем тупаҫлана, ул хатта тәүбә итергә теләмәй һәм Йәһүәнең кисереүен ала алмай. Бәхеткә ҡаршы, йәһүдтәр ундай рухи ҡараңғылыҡҡа батмаған (Евр. 6:4—9). Ә беҙҙең көндәр тураһында нимә әйтеп була? Актив булмаған ҡәрҙәштәр тураһында һәм йыйылыштан сығарылған, әммә һуңыраҡ тәүбә иткән ҡәрҙәштәр тураһында Йәһүә нимә уйлай? Уларҙың ысын күңелдән тәүбә итеүе Павел әйтеп киткән кешеләрҙән айырылып торғанын күрһәтә. Әммә Йәһүәгә кире ҡайтҡанда, уларға Алланың ярҙамы кәрәк (Йәз. 34:15, 16). Йыйылыш өлкәндәре тәжрибәле ҡәрҙәштәрҙең шундайҙарға рухи яҡтан нығынып китергә ярҙам итеүҙәре хаҡында ҡайғыртыр.

Йәһүә рухи яҡтан нығырға теләгәндәргә ярҙам итә. (18-се абзацты ҡарағыҙ.)


19. Беҙгә ниндәй маҡсаттар ҡуйырға кәрәк?

19 Етлеккән мәсихсе булып китер өсөн бар көсөгөҙҙө һалығыҙ, һәм һеҙ был маҡсатҡа ирешерһегеҙ. Ҡаты рухи аҙыҡ менән туҡланығыҙ һәм фекерләү рәүешегеҙ Йәһүәнекенә күберәк оҡшаш булһын өсөн уны үҙгәртегеҙ. Ә инде рухи етлеккәнлеккә өлгәшһәгеҙ, уны һаҡлап ҡалығыҙ.

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Рухи яҡтан етлеккән мәсихсе ниндәй ул?

  • Нисек рухи яҡтан етлеккән мәсихсе булып китергә?

  • «Аяғымда ныҡ баҫып торам» тип уйлау ни өсөн дөрөҫ түгел?

65-СЕ ЙЫР Алға бар!

a Еврей Яҙмаларында «өлгөрөп еткән» һәм «өлгөрөп етмәгән» тигән һүҙҙәр булмаһа ла, унда шундай мәғәнә йөрөткән һүҙҙәр бар. Мәҫәлән, Ғибрәтле һүҙҙәр китабында йәш һәм тәжрибәһеҙ кеше зирәк һәм аңлаусан кешегә ҡаршы ҡуйыла (Ғиб. һүҙ. 1:4, 5).

b jw.org сайтында һәм JW Library® ҡушымтаһында «Төрлө темалар» тигән өлөштә «Үҙегеҙҙе ялған мәғлүмәттән һаҡлағыҙ!» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

c Был сығарылышта килтерелгән «Өйрәнеү өсөн тема» тигән рубриканы ҡарағыҙ.

d ФОТОҺҮРӘТТӘ. Фильмдарҙы һайлағанда ир ҡәрҙәшебеҙ Изге Яҙмалағы принциптарҙы иҫенә төшөрә.