Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ӨЙРӘНЕҮ ӨСӨН ТЕМА

Йәһүәнең ҡарашын ҡәҙерләгән кешеләр аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итә

Йәһүәнең ҡарашын ҡәҙерләгән кешеләр аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итә

Башланмыш 25:29—34-те уҡығыҙ һәм Ғаяз менән Яҡубтың ниндәй ҡарарҙар ҡабул иткәндәрен белегеҙ. Уларҙың ҡайһыһы аҡыллы эш иткән?

Контексҡа иғтибар итегеҙ. Быға тиклем нимә булған? (Баш. 25:20—28). Унан һуң нимә булған? (Баш. 27:1—46).

Нескәлектәрҙе иҫәпкә алығыҙ. Ул ваҡытта беренсе тыуған ир баланың ниндәй хоҡуҡтары һәм бурыстары булған? (Баш. 18:18, 19; w10-U 1/5 13 б.).

  • Мәсихтең ата-бабаһы булыу хөрмәте беренсе булып тыуған бөтә ир балаларға ла тейгәнме? (w17.12 14—15 бб.).

Белгәндәрегеҙ тураһында уйланығыҙ һәм уларҙы тормошта ҡулланығыҙ. Ни өсөн Ғаяз менән Яҡуптың беренсе булып тыуыу хоҡуғына ҡараштары төрлө булған? (Евр. 12:16, 17; w03-U 15/10 28—29 бб.). Йәһүә был ағай-энегә нисек ҡараған һәм ни өсөн? (Мал. 1:2, 3). Аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итер өсөн, Ғаяз нимә эшләй алған?

  • Үҙегеҙҙән һорағыҙ: «Мин рухи нәмәләрҙе ҡәҙерләйемме? Мәҫәлән, мин ғаилә өйрәнеүен даими рәүештә үткәрәмме?»