15-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
124-СЕ ЙЫР Һәр ваҡыт тоғролоҡ күрһәтәбеҙ
Йәһүә ойошмаһына ышанысығыҙҙы нығытығыҙ
«Һеҙгә Алла һүҙен еткергән етәкселәрегеҙҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ» (ЕВР. 13:7).
ТӨП ФЕКЕР
Йәһүә ойошмаһына һәр ваҡыт ышанырға нимә ярҙам итер?
1. Беренсе быуатта Йәһүәнең хеҙмәтселәре нисек ойошторолған булған?
ЙӘҺҮӘ үҙ хеҙмәтселәренә йөкләмә биргәндә, ул был йөкләмәнең яҡшы итеп ойошторолоуын көткән (1 Кор. 14:33). Мәҫәлән, Алла һөйөнөслө хәбәрҙең бөтә ер йөҙө буйлап вәғәзләнеүен теләй (Матф. 24:14). Йәһүә был эште Ғайсаға тапшырған. Ғайса вәғәз эшенең берҙәм һәм тәртипле үтәлеүен күҙәтеп тора. Беренсе быуатта төрлө ерҙәрҙә йыйылыштар барлыҡҡа килгәс, унда өлкәндәр билдәләнгән һәм улар вәғәз эшен алып барыр өсөн үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алған (Ғәм. 14:23). Шулай уҡ йыйылыштар Иерусалимдағы илселәрҙән һәм өлкәндәрҙән торған етәксе кәңәшмәнең ҡарарҙары буйынса эш итергә тейеш булған (Ғәм. 15:2; 16:4). Был күрһәтмәләрҙе ҡулланғанда уларҙың имандары нығынған, һәм «көндән-көн иманға килеүселәрҙең һаны арта» барған (Ғәм. 16:5).
2. 1919 йылдан башлап Йәһүә нисек күрһәтмәләр һәм рухи аҙыҡ бирә?
2 Бөгөн дә Йәһүә үҙ халҡын ойоштора. 1919 йылдан башлап Ғайса, вәғәз эшен алып барыр өсөн һәм шәкерттәренә рухи аҙыҡ өләшер өсөн, майланған мәсихселәрҙең бәләкәй генә төркөмөн ҡуллана (Лука 12:42) a. Һис шикһеҙ, Йәһүә был төркөмдөң тырышлыҡтарын фатихалай (Ишағ. 60:22; 65:13, 14).
3, 4. а) Вәғәз эшенең ойошторолған булыуының ниндәй яҡшы яҡтары бар? б) Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
3 Беҙ яҡшы ойошторолған булмаһаҡ, Ғайса биргән йөкләмәне үтәй алмаҫ инек (Матф. 28:19, 20). Беҙҙең вәғәзләр өсөн участкалар булмаһа, һәр вәғәзсе ҡайҙа теләй, шунда вәғәзләр ине. Ҡайһы бер участкалар яҡшы эшкәртелер ине, ә ҡайһы берҙәре иғтибарһыҙ ҡалыр ине. Вәғәз эшенең ойошторолған булыуының тағы ниндәй яҡшы яҡтары бар?
4 Ғайса бөгөн үҙ шәкерттәрен беренсе быуаттағы кеүек ойоштора. Был мәҡәләлә беҙ Ғайсаның үрнәген ҡарап сығырбыҙ һәм ойошмабыҙ нисек уға эйәргәнен белербеҙ. Шулай уҡ Йәһүәнең ойошмаһына ышанғаныбыҙҙы нисек күрһәтеп булғаны тураһында һөйләшербеҙ.
ОЙОШМАБЫҘ ҒАЙСАНАН ҮРНӘК АЛА
5. Ойошмабыҙ Ғайсанан нисек өлгө ала? (Яхъя 8:28).
5 Ғайса Атаһы өйрәткәнсә һөйләгән һәм эш иткән. Йәһүә ойошмаһы, Ғайсанан өлгө алып, нимә дөрөҫ, ә нимә дөрөҫ түгел икәненә өйрәткәндә һәм күрһәтмәләр биргәндә Алла Һүҙенә нигеҙләнә (Яхъя 8:28-ҙе уҡығыҙ; 2 Тим. 3:16, 17). Беҙгә йыш ҡына Изге Яҙманы өйрәнергә кәрәк тигән кәңәш бирәләр. Ни өсөн был иҫкә төшөрөүҙәргә ҡолаҡ һалыу файҙалы?
6. Изге Яҙманы өйрәнеү Йәһүә ойошмаһына ышанысыбыҙҙы нисек нығыта?
6 Изге Яҙманы өйрәнгәндә беҙ унда әйтелгәндәрҙе ойошмабыҙ биргән күрһәтмәләр менән сағыштыра алабыҙ. Ул күрһәтмәләрҙең Изге Яҙмаға нигеҙләнгәнен күреү беҙҙең Йәһүә ойошмаһына ышанысыбыҙҙы нығыта (Рим. 12:2).
7. Ғайса ниндәй хәбәр вәғәзләгән һәм Йәһүәнең ойошмаһы нисек унан үрнәк ала?
7 Ғайса «Алла Батшалығы тураһындағы һөйөнөслө Хәбәрҙе» вәғәзләгән (Лука 4:43, 44). Ул шәкерттәренә лә шуны уҡ эшләргә ҡушҡан (Лука 9:1, 2; 10:8, 9). Бөгөн Йәһүәнең бөтә хеҙмәтселәре ҡайҙа ғына йәшәһә лә, ойошмала ниндәй генә яуаплы вазифалар башҡарһа ла, Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләй.
8. Беҙгә ниндәй хөрмәт күрһәтелгән?
8 Кешеләргә Алла Батшалығы тураһында һөйләү — беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт! Ләкин был йөкләмә бөтәһенә лә бирелмәгән. Мәҫәлән, Ғайса ерҙә йәшәгәндә яуыз рухтарға уның тураһында һөйләргә рөхсәт итмәгән (Лука 4:41). Бөгөн дә кеше Алла халҡы менән вәғәзләргә теләһә, Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәргә тейеш. Әгәр һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләр өсөн һәр мөмкинлекте ҡулланһаҡ, был эште ҡәҙерләгәнебеҙҙе күрһәтербеҙ. Ғайсанан өлгө алып, беҙ кешеләрҙең күңелдәренә хәҡиҡәт орлоҡтарын сәсәбеҙ һәм һыу һибәбеҙ (Матф. 13:3, 23; 1 Кор. 3:6).
9. Кешеләр Алла исемен белһен өсөн ойошмабыҙ нимә эшләй?
9 Ғайса кешеләргә Алланың исемен белергә ярҙам иткән. Атаһына доға ҡылғанда ул: «Мин Һинең исемеңде уларға белдерҙем», — тигән (Яхъя 17:26). Ғайсанан өлгө алып, ойошмабыҙ кешеләрҙе Алланың исеме менән таныштырыр өсөн күп көс һала. Был йәһәттән «Изге Яҙма. „Яңы донъя“ тәржемәһе» ҙур роль уйнай. Унда Алланың исеме булырға тейеш урындарына ҡуйылған. Бөгөн был тәржемә тулыһынса йәиһә өлөшләтә 270 ашыу телдә бар. Алланың исеме ни өсөн һәм нисек Изге Яҙмала үҙ урындарына ҡуйылғаны тураһында «Алла Һүҙен тикшереү өсөн ҡорал» тигән брошюранан белеп була («Еврей Яҙмаларында Алла исеме» һәм «Мәсихсе Грек Яҙмаларында Алла исеме» тигән бүлектәрҙе ҡарағыҙ). Татар телендәге «Өйрәнеү өсөн Изге Яҙманың» Б ҡушымтаһында Мәсихсе Грек Яҙмаларында Алла исеменең 237 тапҡыр осрағанына өҫтәмә дәлилдәр килтерелә.
10. Алланың исемен белгәс, Мьянмала йәшәгән бер ҡатын нимә тигән һәм был осраҡ беҙҙе нимәгә өйрәтә?
10 Ғайса кеүек беҙ ҙә мөмкин тиклем күберәк кешегә Алла исемен белгертергә тырышабыҙ. Мьянмала йәшәгән 67 йәшлек бер ҡатын уның менән өйрәнеү үткәргән ҡәрҙәшебеҙгә күҙ йәштәре аша: «Мин Алланың исеме Йәһүә икәнен беренсе тапҡыр ишеттем. Һин миңә иң мөһим хәҡиҡәтте астың!» — тигән. Был осраҡтан күренеүенсә, Алла исемен белеү эскерһеҙ кешеләргә ҙур йоғонто яһай.
ЙӘҺҮӘ ОЙОШМАҺЫНА ЫШАНЫҒЫҘ
11. Йыйылыш өлкәндәре Йәһүә ойошмаһына ышанғандарын нисек күрһәтә ала? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
11 Йыйылыш өлкәндәре Йәһүә ойошмаһына ышанғандарын нисек күрһәтә ала? Улар яңы килгән күрһәтмәләрҙе ентекләп уҡып сыға һәм уларҙы мөмкин тиклем яҡшыраҡ ҡулланырға тырыша. Мәҫәлән, уларға йыйылыш осрашыуҙарын нисек үткәрергә, йыйылыш алдында нисек доға ҡылырға тигән күрһәтмәләрҙән тыш, Мәсихтең һарыҡтары тураһында ҡайғыртыуға ҡағылышлы күрһәтмәләр ҙә бирелә. Өлкәндәр ойошманың күрһәтмәләрен ҡулланғанда, ҡәрҙәштәр Йәһүәнең яратыуын һәм ҡайғыртыуын тоя.
12. а) Ни өсөн беҙгә үҙ өҫтөнә етәкселек алғандар менән хеҙмәттәшлек итергә кәрәк? (Еврейҙарға 13:7, 17). б) Ни өсөн беҙ иғтибарыбыҙҙы өлкәндәрҙең ыңғай сифаттарына тупларға тейеш?
12 Йыйылыш өлкәндәренән күрһәтмәләр алғанда беҙгә шунда уҡ уларҙы ҡулланырға кәрәк. Шулай эшләһәк, яуаплы ҡәрҙәштәргә үҙ вазифаларын үтәргә еңелерәк булыр. Изге Яҙма үҙ өҫтөнә етәкселек алғандарҙы «тыңлағыҙ һәм уларға буйһоноғоҙ» тип өйрәтә. (Еврейҙарға 13:7, 17-не уҡығыҙ.) Ул ирҙәр камил булмағанға, ҡайһы ваҡыт был еңел түгел. Ләкин беҙ уларҙың яҡшы сифаттарын күрмәй башлаһаҡ, ә иғтибарыбыҙҙы уларҙың етешһеҙлектәренә туплаһаҡ, асылда беҙ дошмандарҙы шатландырабыҙ. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Шулай эшләү ойошмабыҙға ҡарата ышанысыбыҙҙы ҡаҡшата, ә дошмандар шуны көтөп кенә тора. Дошмандарҙың ялған пропагандаһын нисек күрергә һәм был тоҙаҡҡа эләкмәҫ өсөн нимә эшләргә?
БАШҠАЛАРҒА АЛЛА ОЙОШМАҺЫНА ЫШАНЫСТЫ ҠАҠШАТЫРҒА ЮЛ ҠУЙМАҒЫҘ
13. Дошмандар Алла ойошмаһын нисек насар яҡтан күрһәтергә маташа?
13 Алланың дошмандары уның ойошмаһын кире яҡтан күрһәтергә маташа. Мәҫәлән, Изге Яҙманан күреүебеҙсә, Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең физик, әхлаҡи һәм рухи яҡтан таҙа булыуҙарын теләй. Йәһүә әйтеүенсә, гонаһ ҡылған һәм үҙгәрергә теләмәгән кеше йыйылышта ҡала алмай (1 Кор. 5:11—13; 6:9, 10). Беҙ Изге Яҙмалағы был әмергә буйһонабыҙ. Ләкин дошмандар беҙҙе кешеләрҙе яратмауҙа, уларға түҙемһеҙ булыуҙа һәм беҙҙән айырылып торған кешеләр тураһында насар уйлауҙа ғәйепләй.
14. Йәһүә ойошмаһы тураһында кем ялған мәғлүмәт тарата?
14 Һеҙгә кем һөжүм иткәнен билдәләгеҙ. Был Шайтан Иблис. Ул Изге Яҙмала «ялғандың атаһы» тип атала (Яхъя 8:44; Баш. 3:1—5). Шуға күрә уның ялған таратыуҙа дошмандарҙы ҡулланыуы беҙҙе ғәжәпләндермәй. Беренсе быуатта ла шулай булған.
15. Ғайсаның һәм уның шәкерттәренең абруйына тап төшөрөр өсөн, дин әһелдәре нимә эшләгән?
15 Алланың улы Ғайса гонаһһыҙ булһа ла һәм күп мөғжизәләр ҡылһа ла, Шайтан кешеләр аша уның тураһында күп ялған таратҡан. Мәҫәлән, дин әһелдәре, Ғайса «ендәрҙе ендәр башлығының көсө менән ҡыуып сығара» тигән (Марк 3:22). Ғайса хөкөмгә тартылғанда, дин әһелдәре уны көфөр һүҙ һөйләүҙә ғәйепләгән һәм халыҡты уның үлемен талап итергә ҡотортҡан (Матф. 27:20). Һуңыраҡ Ғайсаның шәкерттәре һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләгәндә, дошмандар, «йәһүд булмағандарҙы [уларға] ҡаршы ҡотортоп, уларға ҡарата асыу» һеңдергән (Ғәм. 14:2, 19). «Күҙәтеү манараһы» 1998 йылдың 1 декабрь сығарылышында Ғәмәлдәр 14:2-гә ошондай комментарий бирелгән ине: «Йәһүдтәр — мәсихселәр диненең дошмандары һөйөнөслө хәбәрҙе кире ҡағып ҡына ҡалмаған, улар ялған таратҡан һәм йәһүд булмағандарҙы Ғайсаның шәкерттәренә ҡаршы ҡотортҡан».
16. Йәһүә ойошмаһы тураһында ялған ишетһәк, нимәне иҫтә тотоу мөһим?
16 Шайтан бөгөн дә ялған таратыуын дауам итә һәм «донъяны алдаусы» булып ҡала (Асыл. 12:9). Йәһүә ойошмаһына һәм яуаплы ҡәрҙәштәргә ҡаршы ғәйепләүҙәр ишетһәгеҙ, дошмандарҙың беренсе быуатта Ғайсаның шәкерттәре менән нисек эш иткәндәрен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Бөгөн Йәһүәнең хеҙмәтселәрен эҙәрләйҙәр һәм мыҫҡыллайҙар. Ләкин был беҙҙе ғәжәпләндермәй, сөнки Изге Яҙмала шулай булыр тип алдан әйтелгән булған (Матф. 5:11, 12). Әгәр ялғандың ҡайҙан килгәнен аңлаһаҡ һәм шунда уҡ үҙебеҙҙе яҡлар өсөн саралар күрһәк, беҙ алданмаҫбыҙ. Ниндәй саралар тураһында һүҙ бара?
17. Беҙ ялған хәбәрҙәрҙән нисек һаҡлана алабыҙ? (2 Тимофейға 1:13). ( «Дөрөҫ булмаған хәбәрҙәрҙе ишеткәндә нисек эш итергә?» тигән рамканы ҡарағыҙ.)
17 Дөрөҫ булмаған хәбәрҙәрҙе кире ҡағығыҙ. Илсе Павел, ялған хәбәрҙәрҙе ишеткәндә нимә эшләргә кәрәклеге тураһында аныҡ күрһәтмәләр биргән. Ул Тимофейҙы «Алланы һанға һуҡмаған... уйҙырма хәбәрҙәрҙән» ары йөрөргә өндәгән һәм башҡаларға ла шундай бойороҡ биргән (1 Тим. 1:3, 4; 4:7). Беҙ иҙәндә ятҡан нәмәне алып, шунда уҡ ауыҙына ҡапҡан бала кеүек булырға теләмәйбеҙ. Оло кешеләр шулай эшләмәй. Беҙ ялған артында кем торғанын аңлайбыҙ, шуға уны кире ҡағабыҙ. Беҙ «хаҡ тәғлимәтте өлгө итеп» тотабыҙ. (2 Тимофейға 1:13-тө уҡығыҙ.)
18. Йәһүә ойошмаһына ышанғаныбыҙҙы нисек күрһәтеп була?
18 Беҙ Алла ойошмаһының Ғайсанан өлгө алған өс яғын ҡарап сыҡтыҡ. Изге Яҙманы өйрәнгәндә быға ҡағылышлы башҡа дәлилдәрҙе лә табырға тырышығыҙ. Ҡәрҙәштәргә ойошмабыҙға ышаныс үҫтерергә ярҙам итегеҙ. Үҙегеҙ ҙә, Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итеп һәм уның ихтыярын үтәгән ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек итеп, ышанысығыҙҙы күрһәтегеҙ (Зәб. 37:28). Йәһүә беҙгә үҙ халҡы менән хеҙмәттәшлек итергә мөмкинлек биреп хөрмәт күрһәтә. Әйҙәгеҙ, быны ҡәҙерләйек!
ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?
-
Алла ойошмаһы Ғайсанан ниндәй өлгө ала?
-
Алла ойошмаһына ышанғаныбыҙҙы нисек күрһәтеп була?
-
Дөрөҫ булмаған хәбәрҙәргә нисек ҡарарға?
103-СӨ ЙЫР Көтөүселәр — бүләк итеп бирелгән кешеләр
a «Саф ғибәҙәт торғоҙолған!» тигән китаптың (тат.) 102—103 биттәрендә килтерелгән «Ни өсөн 1919 йыл?» тигән рамканы ҡарағыҙ.
b ФОТОҺҮРӘТТӘ. Йыйылыш өлкәндәре йәмәғәт урындарында вәғәзләүгә ҡағылышлы күрһәтмәләр буйынса фекер алыша. Шунан һуң төркөм өсөн яуаплы ҡәрҙәш ҡыҙ ҡәрҙәштәргә стенд менән вәғәзләгәндә стенаға арт менән торорға кәрәклеге хаҡында әйтә.