Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИОГРАФИЯ

Мин көсһөҙ саҡта, Алла мине көслө итә

Мин көсһөҙ саҡта, Алла мине көслө итә

БЕҘ ҡатыным менән 1985 йылда Колумбияға килгәндә, енәйәтселек был илдә бик ныҡ таралған ине. Хөкүмәт был хәлде бер нисек тә үҙгәртә алмай ине. Бөтә хакимлыҡ ҡалалағы наркотик һатыусыларҙың һәм тауҙарҙа енәйәтселек ҡылған фетнәселәрҙең ҡулында ине. Медельи́н ҡалаһының урамдарын ҡоралланған үҫмерҙәр һағалай ине. Наркотик һатыу, талау һәм заказлы үлтереүҙәр улар өсөн ғәҙәти нәмә ине. Уларҙың күптәре йәшләй генә үлгән. Һуңыраҡ беҙҙе шул ҡалаға билдәләнеләр. Беҙ үҙебеҙҙе башҡа планетала кеүек тойҙоҡ.

Беҙҙе, ике фин кешеһен, Көньяҡ Америкаға нимә алып килде һуң? Күп йылдар хеҙмәт итеүем мине нимәгә өйрәтте?

ФИНЛЯНДИЯЛА ҮТКӘН БАЛА САҒЫМ ҺӘМ ҮҪМЕР САҒЫМ

Мин 1955 йылда тыуғанмын һәм ғаиләлә өс малайҙың иң кесеһемен. Беҙ Финляндияның көньяғында үҫтек. Әле ул ерҙә Ва́нтаа ҡалаһы урынлашҡан.

Мин тыуғансы бер нисә йыл алдараҡ әсәйем һыуға сумдырылған һәм Йәһүә шаһиты булып киткән. Ләкин атайым уның диненә ҡаршы ине. Ул әсәйемә беҙҙең менән өйрәнеү үткәрергә һәм үҙе менән йыйылыш осрашыуҙарына йөрөтөргә рөхсәт итмәй ине. Шуға күрә атайым өйҙә булмағанда, әсәйем беҙҙе Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәргә өйрәтә торғайны.

Мин ете йәшемдә үк Йәһүәнең яғында торорға ҡарар иттем

Мин бала саҡта уҡ Йәһүәне тыңларға ҡарар иттем. Ете йәшемдә мәктәптә мин ве́рилятют (ҡандан яһалған фин ҡоймағы) ашамаҫҡа ҡарар иттем. Уҡытыусым асыуынан ярһып китте һәм мине көсләп ашатырға булды. Ауыҙымды астырыр өсөн, ул бер ҡулы менән мине яңағымдан ҡыҫты, ә икенсе ҡулында сәнскегә эләктерелгән ҡоймаҡ ине. Шулай ҙа мин ҡоймаҡ эләктерелгән сәнскене уның ҡулынан һуғып осора алдым.

Миңә 12 йәш булғанда, атайым үлеп китте һәм мин йыйылыш осрашыуҙарына иркен йөрөй ала инем. Йыйылыштағы ағайҙар миңә күп иғтибар бүлде, был мине рухи яҡтан үҫергә дәртләндерҙе. Мин көн һайын Изге Яҙманы уҡыным һәм уға нигеҙләнгән баҫмаларҙы ентекләп өйрәнә башланым. Шул яҡшы ғәҙәттәр мине Аллаға бағышланырға дәртләндерҙе, һәм 1969 йылдың 8 авгусында мин һыуға сумдырылдым. Ул саҡта миңә 14 йәш ине.

Мәктәпте тамамлағас күп тә үтмәҫтән, мин даими пионер булып хеҙмәт итә башланым һәм бер нисә аҙнанан һуң вәғәзселәргә ихтыяж булған ергә Финляндияның төбәгенә, Пи́елавесиға күсендем.

Пиелавесиҙа мин үҙемдең ҡәҙерле Си́рккамды осраттым. Мин шунда уҡ уның тыйнаҡ булыуына һәм Йәһүәне ныҡ яратыуына иғтибар иттем. Мин-минлек һәм байлыҡ артынан ҡыуыу уның өсөн ят нәмә ине. Беҙ икебеҙ ҙә ҡайҙа ғына булһаҡ та, ниндәй генә хеҙмәт алып барһаҡ та, бөтә көсөбөҙҙө Йәһүәгә бағышларға теләнек. 1974 йылдың 23 мартында беҙ өйләнештек һәм шул уҡ көндө тиерлек вәғәзселәргә ихтыяж булған Ка́рттула тигән ҡалаға күсендек.

Карттула ҡалаһында (Финляндия) ҡуртымға алған йортобоҙ

ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕҢ ХАҠТА ҠАЙҒЫРТТЫ

Ағайым биргән машина

Туйыбыҙҙан һуң күп тә үтмәҫтән, Йәһүә, Батшалыҡ эштәрен беренсе урынға ҡуйһаҡ, беҙҙең бөтә нәмәбеҙ ҙә буласағын күрһәтте (Матф. 6:33). Мәҫәлән, Карттулала беҙҙең машинабыҙ юҡ ине. Беҙ тәүҙә велосипедта йөрөнөк. Ләкин ҡыш көндәре унда бик һыуыҡ. Шуға күрә йыйылыштың ҙур территорияһында хеҙмәт итер өсөн беҙгә машина кәрәк ине. Ә уны һатып алырға аҡсабыҙ юҡ ине.

Көтмәгәндә беҙгә минең өлкән ағайым килде һәм беҙгә үҙ машинаһын ҡалдырып китте. Страховкаһы инде түләнгән ине. Беҙгә тик бензин генә һатып алырға кәрәк ине. Хәҙер инде вәғәзгә йөрөргә транспорт бар ине.

Шулай итеп Йәһүә матди ихтыяждарыбыҙ хаҡында ҡайғыртасағын күрһәтте. Беҙгә тик Батшалыҡ эштәрен алға алып барырға кәрәк ине.

ГИЛЕАД МӘКТӘБЕ

Пионерҙар мәктәбендә. 1978 йыл

1978 йылда беҙ пионерҙар мәктәбендә уҡығанда уҡытыусыларҙың береһе Ра́ймо Куо́кканен a ҡәрҙәш беҙҙе Гилеад мәктәбенә ғариза тултырырға дәртләндерҙе. Шуға күрә беҙ инглиз телен өйрәнә башланыҡ. Ләкин беҙ Гилеад мәктәбенә анкета тултырып өлгөрмәнек, беҙҙе 1980 йылда Финляндияның филиалына хеҙмәт итергә билдәләнеләр. Ул ваҡытта вефилселәрҙе Гилеад мәктәбенә саҡырмайҙар ине. Ҡайҙа хеҙмәт итергә кәрәклеген Йәһүә үҙе ҡарар итһен тип, беҙ барыһын да Йәһүәгә тапшырҙыҡ һәм Вефилгә киттек. Бәлки, Гилеад мәктәбендә уҡырға мөмкинлек асылыр, тип өмөтләнеп, беҙ инглиз телен артабан да өйрәнергә булдыҡ.

Бер нисә йылдан һуң Етәксе кәңәшмә вефилселәргә Гилеад мәктәбендә уҡырға рөхсәт итте. Беҙ шунда уҡ анкеталарҙы тултырҙыҡ. Ләкин был беҙҙең Вефилдә хеҙмәт итергә теләмәгәнебеҙҙе күрһәтмәй ине. Беҙгә унда хеҙмәт итеү оҡшай ине. Шулай ҙа беҙ Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә күберәк файҙа килтерергә теләй инек. Беҙҙе Гилеад мәктәбенең 79-сы синыфына саҡырҙылар. 1985 йылдың сентябрь айында мәктәп тамамланды һәм беҙ Колумбияға билдәләнеү алдыҡ.

МИССИОНЕР БУЛЫП БЕРЕНСЕ БИЛДӘЛӘНЕҮЕБЕҘ

Колумбияла беҙ тәүҙә Вефилдә хеҙмәт иттек. Мин ныҡ тырыштым, ләкин ауыр булғанға бер йылдан һуң билдәләнеүебеҙҙең үҙгәртеүҙәрен һораным. Мин ҡәрҙәштәргә шундай үтенес менән тормошомда бер тапҡыр ғына мөрәжәғәт иттем. Беҙҙе Уи́ла департаментының Не́йва тигән ҙур ҡалаһына миссионер булараҡ хеҙмәт итергә ебәрҙеләр.

Вәғәзләү миңә һәр ваҡыт оҡшай ине. Финляндияла, пионер булып хеҙмәт итә башлағас, иртәндән кискә тиклем вәғәзләй торғайным. Өйләнешкәс, беҙ Сиркка менән дә көндәр буйы вәғәзләй торғайныҡ. Алыҫ территорияға китеп хеҙмәт иткәндә беҙ машинала йоҡлап ҡала торғайныҡ. Икенсе көндө юлға ваҡыт сарыф итергә кәрәк түгел, иртәнсәк үк вәғәзгә барырға була.

Миссионер хеҙмәте пионер хеҙмәтендә булған дәртебеҙҙе яңыртып ебәрҙе. Йыйылышыбыҙ үҫә барҙы һәм ҡәрҙәштәр бер-береһенә ҡарата ихтирам, яратыу сағылдырҙы һәм рәхмәтле булды.

ДОҒАНЫҢ КӨСӨ

Нейваға күрше булған ҡалаларҙа бер Йәһүә шаһиты ла юҡ ине. Ундағы кешеләр һөйөнөслө хәбәрҙе нисек ишетер икән тип, ныҡ борсолдом. Партизандар арҡаһында унда барыу ҡурҡыныс ине. Шуға күрә урындағы берәй кеше хәҡиҡәтте ҡабул итер тип өмөтләндем. Ундай кеше бында Нейвала табылыр, рухи яҡтан үҫер, һыуға сумдырылыр һәм туған ҡалаһына вәғәзләргә ҡайтыр тип көттөм. Мин был хаҡта Йәһүәгә доға ҡылдым. Ләкин Йәһүәнең тағы ла яҡшыраҡ ҡарары булған икән.

Күп тә үтмәҫтән, мин Ферна́ндо Гонса́лес исемле бер егет менән өйрәнеү башланым. Ул Йәһүә шаһиттары булмаған ҡалаларҙың береһендә, 50 километр йыраҡлыҡта, Альхеси́рас тигән ҡалала йәшәй ине. Ә Нейва ҡалаһында ул эшләй ине. Ул һәр өйрәнеүгә яҡшы итеп әҙерләнә ине һәм тиҙҙән бөтә йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй башланы. Изге Яҙманы өйрәнә башлағас та, Фернандо, туған ҡалаһының кешеләрен йыйып, үҙе белгәндәрҙе һөйләй торғайны.

Фернандо менән. 1993 йыл

Өйрәнә башлағандан һуң ярты йыл үткәс, Фернандо 1990 йылдың ғинуар айында һыуға сумдырылды. Шунан һуң ул даими пионер хеҙмәтен башланы. Хәҙер инде Альхесираста Йәһүә шаһиты бар ине. Шуға күрә филиал унда ике махсус пионерҙы билдәләне. Ул ваҡытта инде бик ҡурҡыныс түгел ине. 1992 йылдың февраль айында унда йыйылыш ойошторолдо.

Фернандо башҡа ҡалаларҙа ла вәғәзләй торғайны. Ул өйләнгәс, ҡатыны Ольга менән Йәһүә шаһиттары булмаған Сан-Висе́нте-дель-Кагуа́н тигән ҡалаға күсенделәр. Улар унда йыйылыш ойошторорға ярҙам иттеләр. 2002 йылда Фернандо район күҙәтеүсеһе итеп билдәләнде һәм улар ҡатыны менән һаман да район хеҙмәтендә ҡатнаша.

Фернандо менән булған осраҡ мине күпкә өйрәтте. Мин Йәһүәгә һәр ваҡытта ла доға ҡылыу һәм уға барыһын да һөйләп биреү мөһим икәнен аңланым. Ул беҙҙең көсөбөҙҙән килмәгәнде эшләй ала. Ысын ғына әйткәндә, «ашлыҡтың Хужаһы» беҙ түгел, ә Йәһүә бит (Матф. 9:38).

ЙӘҺҮӘ БЕҘГӘ «ТЕЛӘК ТӘ, ҺӘЛӘТ ТӘ» БИРӘ

1990 йылда беҙ район хеҙмәтен башланыҡ. Беҙҙең беренсе районыбыҙ баш ҡала Богота́ ине. Ләкин беҙ булдыра алмаҫбыҙ тип ҡурҡтыҡ, сөнки беҙ ҡатыным менән ябай кешеләр һәм ҙур ҡалала йәшәп өйрәнмәгәнбеҙ. Әммә Филипптарға 2:​13-тә: «Эшмәкәрлегегеҙ өсөн Алла Үҙенең ихтыяры менән һеҙҙә теләк тә, һәләт тә тыуҙыра», — тип яҙылған. Был һүҙҙәрҙең беҙҙең хеҙмәтебеҙҙә нисек үтәлгәнен күрҙек.

Һуңыраҡ Медельин ҡалаһы беҙҙең районыбыҙ булып китте. Был хаҡта мин инде әйтеп киткән инем. Унда йәшәгән кешеләр урамдағы енәйәтселеккә шул тиклем өйрәнгән, хатта уға иғтибар ҙа итмәй ине. Бер көндө өйрәнеү үткәргәндә беҙ ултырған өй янында атыш башланды. Ҡурҡышымдан мин, иҙәнгә йығылырға кәрәк микән, тип уйлап ҡуйҙым. Ә өйрәнеүсем хатта ҡашын да һелкетмәне, абзацты уҡыуын дауам итте. Уҡып бөткәс, ул ғәфү үтенде лә, тышҡа сығып китте. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ул ике улын етәкләп керҙе һәм тыныс ҡына итеп: «Ғәфү итегеҙ, миңә был малайҙарҙы өйгә ҡыуып керетергә кәрәк ине», — тине.

Беҙҙең башҡа ҡурҡыныс осраҡтар ҙа булды. Бер көндө өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләгәндә, Сиркка яныма йүгереп килде. Ул ҡурҡышынан ағарынып киткән ине. «Яңы ғына миңә аттылар», — тине ул. Мин эҫеле-һыуыҡлы булып киттем. Ләкин һуңыраҡ, Сирккаға түгел, ә уның янында булған бер кешегә атҡандарын белдек.

Яйлап беҙ ундай тормошҡа өйрәндек. Беҙҙе урындағы Йәһүә шаһиттарының ҡыйыулығы рухландырҙы. Уларға тағы ла ҡурҡынысыраҡ осраҡтарға эләгергә тура килгән. Беҙ шундай фекергә килдек: Йәһүә уларға ярҙам итә икән, тимәк, беҙгә лә ярҙам итәсәк. Беҙ йыйылыш өлкәндәренең кәңәштәрен тоттоҡ, һаҡ булырға тырыштыҡ, ә ҡалғанын Йәһүәнең ҡулына тапшырҙыҡ.

Хеҙмәтебеҙҙә ҡыҙыҡ осраҡтар ҙа булды. Мәҫәлән, бер көндө мин тышта яңғыраған тауыш ишеттем һәм, ике ҡатын талаша икән, тип уйлап ҡуйҙым. Мин был хәлде күҙәтеп торорға теләмәнем, ләкин беҙ йәшәгән өйҙөң хужабикәһе мине ишек алдына сығырға саҡырҙы. Баҡһаң, ике попугай күрше ҡатындарҙың тауышын сығарып ҡылана икән.

ЯҢЫ ЙӨКЛӘМӘЛӘР ҺӘМ ЯҢЫ АУЫРЛЫҠТАР

1997 йылда мине Хеҙмәтте яҡшыртыу мәктәбенең уҡытыусыһы итеп билдәләнеләр b. Миңә теократик мәктәптәрҙә уҡырға һәр ваҡытта ла оҡшаны. Ләкин уларҙың береһен уҡытыусы булараҡ алып барырмын тип, бер ҡасан да уйламаған инем.

Һуңыраҡ мине өлкә күҙәтеүсеһе итеп билдәләнеләр. Ул хеҙмәт туҡталғас, мин район күҙәтеүсе хеҙмәтенә кире ҡайттым. Дөйөм алғанда, уҡытыусы һәм район күҙәтеүсеһе булып 30 йылдан артыҡ хеҙмәт итәм. Шул йылдар дауамында Алла мине мул итеп фатихалап торҙо. Ләкин хеҙмәт юлында ауырлыҡтар ҙа булды. Бына нимә тураһында әйткем килә.

Мин көслө холоҡло кеше. Был миңә ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә. Ләкин ҡайһы саҡта, йыйылыштағы етешһеҙлектәрҙе төҙәтәм тип, минең артыҡ тырышып ташлаған саҡтарым да булды. Бер ваҡыт мин ныҡышып ҡәрҙәштәрҙе мөхәббәт һәм аҡыллылыҡ сағылдырырға өндәнем. Ысынында был сифаттарҙың үҙемә етмәгәнен һуңыраҡ аңланым (Рим. 7:21—23).

Хаталарым арҡаһында мин ҡайһы саҡта ныҡ бойоға инем (Рим. 7:24). Мин хатта Йәһүәгә, миссионер хеҙмәтен ҡалдырып, Финляндияға ҡайтһам яҡшыраҡ булыр, тинем. Шул көндө кисен йыйылыш осрашыуы булды. Шул осрашыуҙа Йәһүә мине үҙ урынымда булыуыма ышандырҙы: миңә ҡалырға һәм холҡомдо үҙгәртергә кәрәк ине. Йәһүәнең доғама асыҡ итеп яуап биреүе күңел түремә үтеп инде. Был һаман да хәтеремдә. Мин Йәһүәгә шул йылдар дауамында түҙемле һәм игелекле итеп етешһеҙлектәрем менән көрәшергә ярҙам иткәненә бик рәхмәтле.

АЛҒА ЫШАНЫС МЕНӘН ҠАРАЙЫМ

Беҙ Сиркка менән Йәһүәгә тормошобоҙҙоң ҙур өлөшөн тулы ваҡытлы хеҙмәттә үткәрергә рөхсәт иткәне өсөн бик рәхмәтле. Мин шулай уҡ Йәһүәгә ҡатыным өсөн рәхмәттәр әйтәм. Ошо йылдар дауамында Сиркка минең өсөн ҡайғыртыусан, тоғро таянысым булды.

Оҙаҡламай миңә 70 йәш тула. Шуға күрә миңә уҡытыусы һәм район күҙәтеүсе хеҙмәтен ҡалдырырға тура килер. Ләкин мин был хаҡта борсолмайым. Ни өсөн? Мин шуға тулыһынса ышанам: Йәһүә өсөн кеселекле булыуыбыҙ һәм уға ысын күңелдән хеҙмәт итеүебеҙ күпкә мөһимерәк. Ул беҙҙең яратыуыбыҙҙы һәм уға рәхмәтле булыуыбыҙҙы күреп һөйөнә (Миҡ. 6:8; Марк 12:32—34). Ниндәй генә вазифалар башҡарһаҡ та, беҙ Йәһүәне данлай алабыҙ.

Тормошома әйләнеп ҡарайым да, Йәһүәнең миңә төрлө йөкләмәләрҙе башҡаларҙан лайыҡлыраҡ йә һәләтлерәк булғаныма түгел, ә, етешһеҙлектәремә ҡарамаҫтан, йомарт игелегенән тапшырғанын аңлайым. Мин тик Йәһүә менән генә үҙ вазифаларымды башҡара алғанымды яҡшы беләм. Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, мин көсһөҙ саҡта, Йәһүә мине көслө итте (2 Кор. 12:9).

a Раймо Куокканен ҡәрҙәштең биографияһын «Күҙәтеү манараһы» 2006 йылдың 1 апрель сығарылышында «Полны решимости служить Иегове» (урыҫ) тигән мәҡәләлә уҡып була.

b Хәҙер был Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбе.