Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

17-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

111-СЕ ЙЫР Шатланыр өсөн сәбәптәр

Рухи ожмахтан бер ҡасан да китмәгеҙ

Рухи ожмахтан бер ҡасан да китмәгеҙ

«Барлыҡҡа килтергәндәремә ҡарап, мәңге ҡыуанып шатланығыҙ» (ИШАҒ. 65:18).

ТӨП ФЕКЕР

Ни өсөн беҙгә рухи ожмахта булыу оҡшай һәм башҡаларҙы унда йәлеп итер өсөн нимә эшләп була?

1. Нимә ул рухи ожмах һәм унда йәшәгәндәр нимәне теләй?

 БӨГӨН ерҙә ожмах бар. Унда тыныслыҡты һөйгән һәм игелек ҡылған миллионлаған кеше йәшәй. Улар унда мәңге ҡалырға теләй. Унда йәшәүселәр башҡаларҙы ла был ожмахҡа саҡыра, уның ишектәре бөтәһе өсөн дә асыҡ. Һүҙ рухи ожмах тураһында бара! a

2. Ни өсөн рухи ожмахтың булыуы мөғжизә?

2 Бөгөнгө донъя нәфрәт һәм яуызлыҡ менән тулы (1 Яхъя 5:19; Асыл. 12:12). Был ҡурҡыныс донъяла шундай тыныслыҡтың булыуы ғәжәйеп. Был тыныслыҡты ҡайғыртыусан Аллабыҙ беҙ рухи яҡтан сәскә атһын өсөн булдырған. Изге Яҙмала рухи ожмах «ышыҡ урын» һәм «яҡшы һуғарылған баҡса» итеп һүрәтләнә (Ишағ. 4:6; 58:11). Йәһүә унда йәшәүселәрҙе фатихалай, һәм улар был ауыр көндәрҙә үҙҙәрен хәүефһеҙлектә тоя (Ишағ. 54:14; 2 Тим. 3:1).

3. Ишағыя китабының 65-се бүлегендә яҙылған пәйғәмбәрлек нисек беренсе тапҡыр үтәлгән?

3 Йәһүә рухи ожмахта тормош ниндәй буласағын тасуирлаған. Был пәйғәмбәрлек Ишағыя китабының 65-се бүлегендә яҙылған. Беренсе тапҡыр ул б. э. т. 537 йылда үтәлгән. Ул ваҡытта тәүбә иткән еврейҙар Вавилондың әсирлегенән азат ителгән һәм туған ерҙәренә ҡайтҡан. Йәһүә уларҙы фатихалаған. Ул уларға емерелгән Иерусалимды матур ҡалаға әйләндерергә һәм Израилдәге хаҡ табыныуҙың үҙәген — ғибәҙәтхананы торғоҙорға ярҙам иткән (Ишағ. 51:11; Зәк. 8:3).

4. Ишағыя китабының 65-се бүлегендә яҙылған пәйғәмбәрлек беҙҙең көндәрҙә нисек үтәлә?

4 Ишағыяның пәйғәмбәрлеге икенсе тапҡыр 1919 йылда үтәлә башланған. Ул саҡта Йәһүәнең хеҙмәтселәре Бөйөк Вавилондан азат ителгән. Шул йылдан алып рухи ожмахтың сиктәре киңәйгән. Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәр вәғәзләнгән. Бөтә донъя буйлап күп кенә йыйылыштар ойошторолған булған. Ә рухи ожмахта йәшәүселәр Мәсихтән тағы ла күберәк өлгө ала башлаған. Ҡасандыр үҙҙәрен аяуһыҙ һәм әхлаҡһыҙ тотҡан ирҙәр һәм ҡатындар «Алла сүрәтендә яратылған... яңы кешегә» әйләнгән (Ефес. 4:24). Әлбиттә, Ишағыя китабындағы күп кенә фатихалар тулыһынса тик яңы донъяла ғына үтәләсәк, ләкин ул фатихаларҙың ҡайһы берҙәрен беҙ инде үҙ тормошобоҙҙа урабыҙ. Әйҙәгеҙ, рухи ожмахтың үҙенсәлектәрен ҡарап сығайыҡ һәм ни өсөн унан бер ҡасан да китергә кәрәкмәгәне хаҡында уйланайыҡ.

НИ ӨСӨН БЕҘГӘ РУХИ ОЖМАХТА ЙӘШӘРГӘ ОҠШАЙ?

5. Ишағыя 65:13-тәге һүҙҙәр нисек беҙҙең тормошобоҙҙа үтәлә?

5 Беҙ туҡ һәм һау-сәләмәт. Ишағыя пәйғәмбәрлегендә рухи ожмахта йәшәгәндәр менән рухи ожмахта йәшәмәгәндәр араһында ҙур айырма булыуы күрһәтелә. (Ишағыя 65:13-тө уҡығыҙ.) Йәһүә — йомарт Атай. Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең рухи ихтыяждарын ҡайғырта. Беҙ ашап-эсеп шатланһын өсөн, ул беҙгә изге рух, үҙенең Һүҙен һәм мул рухи аҙыҡ биргән. (Асылыш 22:17 менән сағыштырығыҙ.) Ә рухи ожмахта йәшәмәгәндәр тураһында нимә әйтеп була? Алланы белмәгәнгә, улар хурлыҡта йәшәй һәм аслыҡтан интегә (Амос 8:11).

6. Йәһүәнең Йәил 2:21—24-тә яҙылған вәғәҙәһе бөгөн нисек үтәлә?

6 Йәил иһә, үҙ пәйғәмбәрлегендә ашлыҡ, шарап һәм зәйтүн майы тураһында әйтә. Былар боронғо Израилдә төп ризыҡ булған. Бының менән Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең рухи ризыҡтары мул буласағын күрһәтергә теләгән (Йәил 2:21—24). Ә бөгөн Йәһүә ниндәй ашамлыҡтар тәҡдим итә? Беҙҙең Изге Яҙма, баҫмалар, сайт, шулай уҡ йыйылыш осрашыуҙары һәм конгрестар бар. Беҙ көн һайын туйғансы ашай алабыҙ. Шуға күрә беҙ туҡ һәм һау-сәләмәт.

7. Ни өсөн беҙҙең «йөрәктәр шатлыҡ менән тулы»? (Ишағыя 65:14).

7 Беҙ бәхетле һәм ҡәнәғәт. Алла хеҙмәтселәренең йөрәктәре рәхмәт тойғоһо менән тулы булғанға, улар «ҡыуанып ҡысҡыра». (Ишағыя 65:14-те уҡығыҙ.) Беҙ Йәһүәгә хәҡиҡәт, вәғәҙәләр һәм Мәсихтең ҡорбанына нигеҙләнгән ныҡлы өмөт өсөн рәхмәттәр әйтәбеҙ. Ә ҡәрҙәштәребеҙ менән был фатихалар тураһында фекер алышҡанда, беҙ ни тиклем бәхетле икәнебеҙҙе тағы ла яҡшыраҡ аңлайбыҙ! (Зәб. 34:8; 133:1—3).

8. Рухи ожмахтың ике төп үҙенсәлеге тураһында әйтеп бирегеҙ.

8 Йәһүә халҡы араһында булған яратыу менән берҙәмлек — рухи ожмахтың ике төп үҙенсәлеге. Беҙ инде хәҙер йыйылыштарҙа яҡшы мөхит булдырырға тырышабыҙ. Ә яңы донъяла беҙ быны тағы ла яҡшыраҡ эшләйәсәкбеҙ (Кол. 3:14). Бер ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ Йәһүә шаһиттары менән беренсе тапҡыр осрашҡаны тураһында былай тип һөйләй: «Мин хатта ғаиләмдә лә үҙемде бәхетле тойманым. Ысын яратыуҙы мин Алла халҡы араһында күрҙем». Кешеләр рухи ожмахтың ниндәй булыуын тойғас ҡына, ысынлап та бәхетле һәм ҡәнәғәт булыуҙың нимә икәнен аңлар. Бәлки, улар элек Йәһүә шаһиттары тураһында күп насар нәмәләр ишеткәндер, ләкин йыйылыш осрашыуҙарына килгәс кенә, беҙҙе Йәһүә фатихалағанына инаныр (Ишағ. 65:15).

9. Ишағыя 65:16, 17-лә әйтелгәнсә, Йәһүә беҙҙе ғазаптарҙан нисек ҡотҡарырға вәғәҙә итә?

9 Беҙ йән тыныслығы тоябыҙ. Ишағыя 65:14-тә рухи ожмахта йәшәргә теләмәгәндәр тураһында «һеҙ йөрәк әрнеүенән ҡысҡырырһығыҙ, рух төшөнкөлөгөнән ыңғырашырһығыҙ» тип әйтелә. Ләкин Йәһүә шаһиттары ла бит бөгөн ғазап сигә. Эйе, шулай. Ләкин беҙ беләбеҙ: ваҡыт үтеү менән «элекке ҡайғы-хәсрәттәр онотолор һәм [Алланың] күҙ алдынан алып ҡуйылыр». (Ишағыя 65:16, 17-не уҡығыҙ.) Йәһүә ауыртыуҙарҙы юҡ итеп кенә ҡалмай, улар тураһында иҫтәлектәрҙе лә юйып ташлаясаҡ.

10. Ни өсөн беҙгә ҡәрҙәштәр араһында булыу бик оҡшай? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

10 Инде бөгөн йыйылыш осрашыуҙары беҙҙең өсөн шифалы бәлзәм кеүек булып тора: унда килеп, беҙ бөтә мәшәҡәттәребеҙҙе һәм борсолоуҙарыбыҙҙы онотабыҙ. Алла рухы тәшкил иткән сифаттарҙы, мәҫәлән, мөхәббәт, шатлыҡ, именлек, изгелек, баҫалҡылыҡ сағылдырһаҡ ҡына, беҙ йыйылышта яҡшы мөхит булдыра алабыҙ (Гал. 5:22, 23). Алланың ойошмаһында булыу — ҙур бәхет! Рухи ожмахта ҡалғандар Йәһүәнең киләсәктә «яңы күктәр һәм яңы ер» тураһындағы вәғәҙәһенең үтәлеүен үҙ күҙҙәре менән күрер.

Рухи ожмахта — Йәһүәнең ғаиләһендә булыуҙан да яҡшыраҡ нәмә юҡ. (10-сы абзацты ҡарағыҙ.) c


11. Ишағыя 65:18, 19 буйынса, Йәһүә барлыҡҡа килтергән рухи ожмахта беҙ үҙебеҙҙе нисек хис итәбеҙ?

11 Беҙ рәхмәтле һәм шатлыҡлы. Шунан һуң Ишағыя рухи ожмахта ҡыуаныр өсөн сәбәптәребеҙ барлығы тураһында аңлата. Был рухи ожмахты Йәһүә барлыҡҡа килтергән. (Ишағыя 65:18, 19-ҙы уҡығыҙ.) Шуға күрә Алланың кешеләргә был иҫке донъяның ойошмаларынан сығырға ярҙам итеүе ғәжәп түгел. Ул ойошмалар көйөп бөткән сүл кеүек. Ә беҙ үҙебеҙҙе рухи ожмахта сәскә атҡан иҫ киткес баҡсала кеүек тоябыҙ, шуға күрә унда башҡаларҙы ла саҡырабыҙ (Ирем. 31:12).

12. Ишағыя 65:20—24-тәге ниндәй вәғәҙәләр һеҙгә оҡшай һәм ни өсөн?

12 Рухи ожмахта йәшәүселәрҙең яңы донъяға өмөтө уларҙы рәхмәтле һәм шатлыҡлы итә. Ул саҡта тормоштоң ниндәй буласағын күҙ алдына ғына килтерегеҙ! Изге Яҙма: «Унда бер нисә көн генә йәшәп үлгән сабый бүтән булмаҫ, йәшәр көндәрен йәшәп бөтөрмәгән ҡарт кеше лә булмаҫ», — тип вәғәҙә итә. Беҙ өйҙәр төҙөрбөҙ һәм унда йәшәрбеҙ, йөҙөм ағастары ултыртырбыҙ һәм уларҙың емештәрен ашарбыҙ. Беҙ «тырышып эшләгәндәр юҡҡа булмаҫ», сөнки Йәһүә беҙҙе фатихалап торор. Ул беҙгә хәүефһеҙ, бәхетле һәм тулы мәғәнәле тормош вәғәҙә итә. Беҙ әле һорағансы, Алла беҙгә нимә кәрәк, шуны бирер һәм «һәр тере йәндең теләген ҡәнәғәтләндерер» (Ишағ. 65:20—24; Зәб. 145:16).

13. Ишағыя 65:25 буйынса, кешеләр Йәһүәгә хеҙмәт итә башлағас, ҡайһы яҡҡа үҙгәрә?

13 Беҙ татыу һәм үҙебеҙҙе хәүефһеҙлектә тоябыҙ. Алланың изге рухы ярҙамында күптәр ҙур үҙгәрештәр яһаны. Улар элек ҡырағай хайуандар кеүек аяуһыҙ, яуыз ине һәм үҙҙәрен ғәҙелһеҙ тота ине. (Ишағыя 65:25-те уҡығыҙ.) Ләкин улар үҙгәрер өсөн күп көс һалды (Рим. 12:2; Ефес. 4:22—24). Әлбиттә, беҙ камил түгел һәм хаталар эшләрбеҙ. Шулай ҙа Йәһүә беҙҙе, төрлө булһаҡ та, мөхәббәт һәм именлек бәйләнештәре менән берләштергән (Тит. 2:11). Шундай мөғжизәләрҙе тик Хоҙай Тәғәлә генә эшләй ала!

14. Бер йәш егеттең тормошо Ишағыя 65:25-тәге һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн нисек раҫлай?

14 Кеше үҙенең эске булмышын ысынлап та үҙгәртә аламы? Бер йәш егеттең тормошона иғтибар итәйек. Ул үҙ-үҙен ҡулда тота алмаған һәм бәйһеҙ тормош алып барған. 20 йәшенә ул инде күп тапҡыр төрмәлә ултырып сыҡҡан. Уны күп тапҡыр машина урлауҙа, йорт талауҙа һәм башҡа етди енәйәттәрҙә ғәйепләгәндәр. Ул һуғыш суҡмары булған. Һуңыраҡ был егет Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт менән танышҡан һәм Йәһүә шаһиттарының йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй башлаған. Шул саҡта ул тормош мәғәнәһен — рухи ожмахты — тапҡанын аңлаған. Һыуға сумдырылғандан һуң ул йыш ҡына Ишағыя 65:25-тәге һүҙҙәрҙең үҙенең тормошонда нисек үтәлгәне тураһында уйланған. Арыҫландан ул бәрәскә әйләнгән тип әйтеп була.

15. Ни өсөн беҙ мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙең халыҡ-ара ғаиләбеҙгә ҡушылыуын теләйбеҙ һәм нисек уларға ярҙам итеп була?

15 Ишағыя 65-се бүлек 13-сө аят «Аллаһы Тәғәлә Йәһүә былай ти» тигән һүҙҙәр менән башлана. Был бүлек шулай уҡ Йәһүәнең һүҙҙәре менән тамамлана. Эйе, Йәһүәнең вәғәҙәләре һәр ваҡыт тормошҡа аша (Ишағ. 55:10, 11). Рухи ожмах — бөгөнгө ысынбарлыҡ. Йәһүә иҫ киткес халыҡ булдырған. Уның хеҙмәтселәре араһында беҙ үҙебеҙҙе тыныс һәм имен тоябыҙ. Беҙҙең ойошмабыҙ был аяуһыҙ донъяла — ысын оазис (Зәб. 72:7). Шуға күрә беҙ мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙең халыҡ-ара ғаиләбеҙгә ҡушылыуын теләйбеҙ. Ә бының өсөн шәкерттәр әҙерләү эшендә күберәк ҡатнашырға кәрәк (Матф. 28:19, 20).

БАШҠАЛАРҘЫ РУХИ ОЖМАХҠА НИСЕК ЙӘЛЕП ИТЕРГӘ?

16. Ни өсөн кешеләрҙең рухи ожмахта булыу теләге тыуа?

16 Башҡаларҙың да рухи ожмахта булыу теләге тыуһын өсөн, һәр беребеҙ күп нәмә эшләй ала. Бының өсөн Йәһүәнән өлгө алырға кәрәк. Ул кешеләрҙе үҙенең ойошмаһына килергә мәжбүр итмәй. Ул уларҙы үҙенә наҙлы итеп йәлеп итә (Ирем. 31:3; Яхъя 6:44). Эскерһеҙ кешеләр Алла ниндәй икәнен белгәс, үҙҙәре уға тартыла. Башҡаларҙы рухи ожмахҡа йәлеп итер өсөн, уны сифаттарыбыҙ һәм тәртибебеҙ менән нисек биҙәй алабыҙ?

17. Кешеләр йыйылыш осрашыуҙарына килгәндә нимә күрә?

17 Йыйылышта бер-беребеҙгә ҡарата яратыуыбыҙ күҙгә сағылмай ҡалмай. Кешеләр беренсе тапҡыр Батшалыҡ залына килгәндә нимә күрә? Беҙ уларҙың боронғо Коринфта йәшәүселәр кеүек «Алланың һеҙҙең арағыҙҙа булыуы хаҡ!» тип әйтеүҙәрен теләйбеҙ (1 Кор. 14:24, 25; Зәк. 8:23). Тимәк, беҙгә артабан да Изге Яҙмалағы «үҙ-ара тыныс йәшәгеҙ» тигән һүҙҙәр буйынса эш итергә кәрәк (1 Фес. 5:13).

18. Ни өсөн кешеләр Алланың ойошмаһына ҡушылырға теләй?

18 Беҙ имандаштарыбыҙға Йәһүә кеүек ҡарарға теләйбеҙ. Шуға күрә уларҙың йомшаҡ яҡтарына түгел, ә яҡшы сифаттарына иғтибар итәбеҙ. Ваҡыт үтеү менән уларҙың етешһеҙлектәре юҡҡа сығыр. Әлбиттә, ҡайһы саҡта ҡаршылыҡтар тыуа. Ләкин беҙ яратыу, игелек, шәфҡәтлек күрһәтеп һәм бер-беребеҙҙе кисереп, был һорауҙарҙы хәл итәбеҙ (Ефес. 4:32). Бының ярҙамында рухи ожмахыбыҙ яратыу һәм игелек тойорға теләгән кешеләрҙе үҙенә йәлеп итә b.

РУХИ ОЖМАХТАН БЕР ҠАСАН ДА КИТМӘГЕҘ

19. а) Рухи ожмахҡа ҡайтҡандар нимә хис итә?  («Улар рухи ожмахҡа ҡайтҡан» тигән рамканы ҡарағыҙ.) б) Рухи ожмахты ҡәҙерләгәнебеҙҙе нисек күрһәтеп була? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

19 Беҙ рухи ожмахыбыҙҙы бик ҡәҙерләйбеҙ! Ул көндән-көн матурая һәм киңәйә бара. Йәһүәгә был иҫ киткес бүләк өсөн һәр ваҡыт рәхмәтлебеҙ. Рухи ожмахта беҙ бәхет, шатлыҡ, тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек табабыҙ. Шуға күрә уны бер ҡасан да ҡалдырмайыҡ. Беҙгә һаҡ булырға кәрәк, сөнки Шайтан беҙҙе унан хәйләләп сығарырға маташа (1 Пет. 5:8; Асыл. 12:9). Беҙ уға бирешергә тейеш түгел. Әйҙәгеҙ, артабан да рухи ожмахтың матурлығын, сафлығын һәм татыулығын һаҡлайыҡ!

Рухи ожмахта ҡалғандар ысын ожмахта йәшәйәсәк. (19-сы абзацты ҡарағыҙ.)


ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Рухи ожмах нимә ул?

  • Ни өсөн беҙгә рухи ожмахта булыу оҡшай?

  • Башҡаларҙы рухи ожмахҡа йәлеп итер өсөн беҙ нимә эшләй алабыҙ?

144-СЕ ЙЫР Бүләктән күҙеңде алма

a АҢЛАТМА. Рухи ожмах — Йәһүәгә берҙәмлектә ғибәҙәт ҡылған хәүефһеҙ мөхит. Был ожмахта беҙ Йәһүә һәм бер-беребеҙ менән яҡшы мөнәсәбәттәргә кинәнәбеҙ.

b jw.org сайтыбыҙҙа «Улар хәҙер ни хәлдә? Алена Житникова. Хыялым ысынға ашты» тигән видеояҙманы (тат.) ҡарағыҙ һәм ҡәрҙәшебеҙҙең ни өсөн рухи ожмахты ҡәҙерләгәнен белегеҙ.

c ФОТОҺҮРӘТТӘ. Батшалыҡ залында барыһы ла шатланып аралаша. Ә бер ир ҡәрҙәш айырым ултыра һәм уның бер кем менән дә һөйләшкеһе килмәй.