Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

16-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

64-СЕ ЙЫР Уңыш урыуҙа шатланып ҡатнашабыҙ

Хеҙмәттән нисек күберәк шатлыҡ табырға?

Хеҙмәттән нисек күберәк шатлыҡ табырға?

«Йәһүәгә шатлыҡ менән хеҙмәт ит» (ЗӘБ. 100:2).

ТӨП ФЕКЕР

Беҙгә хеҙмәттән күберәк шатлыҡ табырға нимә ярҙам итер?

1. Ни өсөн ҡайһы берәүҙәргә вәғәзләү оҡшамай? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

 ЙӘҺҮӘНЕҢ хеҙмәтселәре күктәге Аталарын бик ныҡ ярата һәм уның тураһында башҡаларға һөйләргә теләй. Күп кенә Йәһүә шаһиттарына вәғәзләргә бик оҡшай. Башҡалары иһә был эштән шатлыҡ тапмай. Ни өсөн? Кемдер бик оялсан һәм үҙ-үҙенә ышанып етмәй. Башҡалар кешеләргә саҡырылмаған килеш килергә ояла. Кемдер уны тыңламаҫтар, әрләп ташларҙар йә бәхәсләшергә тура килер, тип ҡурҡа. Был ҡәрҙәштәрҙең бөтәһе лә Йәһүәне ярата, ләкин таныш булмаған кешеләр менән Изге Яҙма тураһында һөйләшеп китеү уларға ауыр. Шулай ҙа улар был эштең ни тиклем мөһим икәнен аңлай һәм даими рәүештә унда ҡатнаша. Йәһүә улар менән бик ғорурлана!

Һеҙгә вәғәзләргә оҡшаймы? (1-се абзацты ҡарағыҙ.)


2. Хеҙмәт шатлыҡ килтермәһә, ни өсөн бойоғорға кәрәкмәй?

2 Бәлки, һеҙ ҙә вәғәзгә көскә йөрөйһөгөҙҙөр. Әгәр шулай булһа, бойоҡмағыҙ. Һеҙ бәхәсләшергә һәм үҙегеҙгә артыҡ иғтибар йәлеп итергә теләмәйһегеҙ. Әлбиттә, кемдер һеҙҙе һөйөнөслө хәбәр һөйләгәнегеҙ өсөн әрләһә йә һеҙҙе тыңламаһа, был күңелһеҙ. Күктәге Атайыбыҙ ауырлыҡтарығыҙҙы белә һәм һеҙгә ярҙам итергә вәғәҙә итә (Ишағ. 41:13). Был мәҡәләлә кире хистәрҙе еңергә һәм хеҙмәтте яратырға ярҙам иткән биш кәңәш ҡаралыр.

АЛЛА ҺҮҘЕ ҺЕҘҘЕ НЫҒЫТҺЫН

3. Иремия пәйғәмбәргә Йәһүә биргән йөкләмәне үтәргә нимә ярҙам иткән?

3 Йәһүәнең боронғо хеҙмәтселәре лә ауыр йөкләмәләр алған. Был йөкләмәләрҙе үтәргә уларға нимә ярҙам иткән? Алланың хәбәре. Иремияның миҫалын иҫкә төшөрәйек. Йәһүә уға вәғәзләргә ҡушҡан. Ләкин Иремия, булдыра алмам, тип ҡурҡҡан. Ул Йәһүәгә: «Мин бит һөйләй белмәйем, мин бик йәш әле», — тигән (Ирем. 1:6). Уға нимә ышаныс өҫтәгән? Алла тапшырған хәбәр. Иремия артабан: «Ләкин уның һүҙе... һөйәктәрем эсендә ялҡын шикелле булды. Уны үҙемдә тотоп арып бөттөм», — тигән (Ирем. 20:8, 9). Эйе, кешеләр ҡаты бәғерле булған һәм Иремияны тыңламаған. Шулай ҙа Йәһүә тапшырған хәбәр Иремияны көслө һәм ҡыйыу иткән.

4. Алла Һүҙен уҡыу һәм уның тураһында уйланыу беҙгә нисек тәьҫир итә? (Колосстарға 1:9, 10).

4 Алла Һүҙендәге хәбәр беренсе быуаттағы мәсихселәргә лә көс биргән. Колосстарға яҙған хатында илсе Павел әйткәнсә, хаҡ белем ҡәрҙәштәргә Йәһүәгә лайыҡлы булып йәшәргә һәм һәр игелекле эштә емеш килтерергә ярҙам итер. (Колосстарға 1:9, 10-ды уҡығыҙ.) Игелекле эштәрҙең береһе — һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү. Алла Һүҙен уҡығанда һәм уның тураһында уйланғанда, Йәһүәгә иманыбыҙ көсәйә бара һәм беҙ кешеләргә һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләү ни тиклем мөһим икәнен яҡшыраҡ аңлай башлайбыҙ.

5. Изге Яҙманы өйрәнеү һәм уҡыу тулы файҙа килтерһен өсөн, нимә эшләргә кәрәк?

5 Алла Һүҙенән тулы файҙа алырға теләһәгеҙ, уны уҡыуға, өйрәнеүгә һәм уйланыуға ваҡыт бүлегеҙ. Ашыҡ-бошоҡ уҡымағыҙ. Уҡыған саҡта аңлашылмаған аят осраһа, уны иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. «Күҙәтеү манараһы баҫмаларының индексы» йәки «Йәһүә шаһиттарының баҫмалары буйынса белешмә» ярҙамында был аятҡа ниндәй аңлатмалар бирелгәнен ҡарап сығығыҙ. Әгәр өйрәнеүгә етерлек ваҡыт бүлеп ҡуйһағыҙ, Алла Һүҙендә яҙылғандарҙың барыһы ла ысын булыуына инанырһығыҙ (1 Фес. 5:21). Быға ышаныуығыҙ нығынған һайын, башҡаларҙы ла Изге Яҙма менән таныштырырға теләгегеҙ көсәйер.

ХЕҘМӘТКӘ ЯҠШЫ ИТЕП ӘҘЕРЛӘНЕГЕҘ

6. Ни өсөн хеҙмәткә яҡшы әҙерләнергә кәрәк?

6 Әгәр хеҙмәткә яҡшы итеп әҙерләнһәгеҙ, һеҙ тулҡынланмаҫһығыҙ һәм кешеләр менән һөйләшеү еңелерәк булыр. Ғайса ла шәкерттәрен вәғәзгә ебәрер алдынан нимә эшләргә кәрәклеге тураһында аныҡ күрһәтмәләр биргән (Лука 10:1—11). Улар Ғайсаның кәңәштәрен ҡулланған. Һөҙөмтәлә был яҡшы уңыштарға килтергән, шунлыҡтан шәкерттәренең йөрәктәре шатлыҡ менән тулған (Лука 10:17).

7. Хеҙмәткә нисек әҙерләнеп була? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

7 Хеҙмәткә нисек әҙерләнеп була? Ниндәй хәҡиҡәттәрҙе әйтергә теләгәнегеҙ һәм уларҙы үҙ һүҙҙәрегеҙ менән нисек аңлатып бирә алғанығыҙ тураһында уйланығыҙ. Ике-өс инеш һүҙ әҙерләгеҙ һәм кешеләрҙең һеҙгә нисек яуап ҡайтарғанын һәм үҙегеҙҙең уларға нимә әйткәнегеҙҙе күҙ алдына килтерегеҙ. Шунан һуң һеҙгә тынысланырға, йылмайырға һәм алсаҡ йөҙлө булырға ғына ҡалыр.

Яҡшы итеп әҙерләнегеҙ. (7-се абзацты ҡарағыҙ.)


8. Ни өсөн илсе Павел мәсихселәрҙе балсыҡ һауыттар менән сағыштырған?

8 Илсе Павел имандаштарына: «Беҙ ни бары хазина һаҡлаған балсыҡ һауыттар ғына», — тип яҙған (2 Кор. 4:7). Хазина — ул беҙҙең ҡиммәтле хеҙмәтебеҙ (2 Кор. 4:1). Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләгәндә беҙ бит кешеләрҙең ғүмерҙәрен ҡотҡарабыҙ. Балсыҡ һауыттар кемдәр улар? Алланың хеҙмәтселәре. Ни өсөн Павел шундай сағыштырыуҙы ҡулланған? Ул йәшәгән ваҡыттарҙа сауҙагәрҙәр балсыҡ һауыттарҙа ҡиммәтле әйберҙәрҙе, мәҫәлән, ризыҡ, шарап, аҡса йөрөткән. Беҙ ҙә кешеләргә бик ҡиммәтле нәмәне — Йәһүә тапшырған һөйөнөслө хәбәрҙе еткерәбеҙ. Ул был йөкләмәне үтәргә көсөбөҙ булһын өсөн ҡайғыртып тора.

ҠЫЙЫУЛЫҠ ҺОРАП ДОҒА ҠЫЛЫҒЫҘ

9. Кешеләр менән һөйләшергә ҡурҡһаҡ, нимә эшләргә? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

9 Ҡайһы саҡта кешеләр беҙгә нимә әйтер һәм беҙгә берәй яуызлыҡ эшләр тип ҡурҡып, улар менән һөйләшергә ҡыймайбыҙ. Был ҡурҡыуҙы нисек еңергә? Юғары кәңәшмә илселәрҙең вәғәзләүен тыйғас, уларҙың нимә тураһында доға ҡылыуҙарын иҫкә төшөрөгөҙ. Улар ҡурҡыуға бирелмәгән, ә киреһенсә, Йәһүәгә: «Ҡолдарыңа Һинең һүҙеңде ҙур ҡыйыулыҡ менән һөйләргә көс бир», — тип доға ҡылған. Алла уларҙың доғаһына шунда уҡ яуап ҡайтарған (Ғәм. 4:18, 29, 31). Ҡай ваҡыт кешеләрҙән ҡурҡыу беҙҙе лә биләп ала. Шуға Йәһүәнән кешеләргә ҡарата яратыу һорап доға ҡылырға кәрәк, сөнки яратыу бөтә ҡурҡыуҙарҙы юҡҡа сығара.

Ҡыйыулыҡ һорап доға ҡылығыҙ. (9-сы абзацты ҡарағыҙ.)


10. Йәһүә беҙгә уның шаһиттары булырға нисек ярҙам итә? (Ишағыя 43:10—12).

10 Йәһүә беҙгә уның шаһиттары булыу хөрмәтен тапшырған. Ул, ҡыйыу булырға ярҙам итәм, тип вәғәҙә итә. Йәһүә быны нисек эшләй? (Ишағыя 43:10—12-не уҡығыҙ.) Әйҙәгеҙ, дүрт ысулды ғына ҡарап сығайыҡ. Беренсенән, беҙ вәғәзләгәндә, Ғайса беҙҙең менән (Матф. 28:18—20). Икенсенән, Йәһүә беҙгә ярҙамға фәрештәләрен ебәрә (Асыл. 14:6). Өсөнсөнән, Йәһүә, беҙгә изге рухын биреп, белгәндәребеҙҙе иҫкә төшөрөргә ярҙам итә (Яхъя 14:25, 26). Дүртенсенән, беҙҙең ышаныслы ҡәрҙәштәребеҙ бар. Йәһүәнең һәм уларҙың ярҙамы менән беҙ булдыра алырбыҙ!

ҺЫҒЫЛМАЛЫ БУЛЫҒЫҘ ҺӘМ ЫҢҒАЙ ҠАРАШ ҺАҠЛАҒЫҘ

11. Кешеләрҙе өйҙә осрата алмаһаҡ, нимә эшләргә? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

11 Кешеләрҙе өйҙә осрата алмаһағыҙ, бойоғаһығыҙмы? Үҙегеҙҙән: «Ә кешеләр хәҙер ҡайҙа? Бәлки, улар эштәлер йә магазиндалыр?» — тип һорағыҙ (Ғәм. 16:13). Шул саҡта урамда вәғәзләү яҡшыраҡ булыр, унда һеҙ күберәк кешеләрҙе осратырһығыҙ. Джо́шуа ҡәрҙәшебеҙ: «Миңә сауҙа үҙәктәрендә һәм парковкаларҙа вәғәзләү оҡшай», — ти. Ул һәм уның ҡатыны Бри́джит участкаға кисен һәм йәкшәмбе көндөҙ килергә тырыша. Уларҙың уйлауынса, шул ваҡытта күберәк кешеләрҙе өйҙә осратып була (Ефес. 5:15, 16).

Һығылмалы булығыҙ: кешеләр өйҙә булмағанда, улар булған ергә барығыҙ. (11-се абзацты ҡарағыҙ.)


12. Кешеләр әллә ни ҡыҙыҡһынмаһа, нимә эшләргә?

12 Кешеләр әллә ни ҡыҙыҡһынмаһа, уларҙың нимәгә ышанғанын йәиһә уларҙы нимә борсоғанын аңларға тырышығыҙ. Джошуа менән Бриджит бына нимә эшләй. Улар, буклеттарыбыҙҙың беренсе битендә килтерелгән һорауҙы ҡулланып, һөйләшеүҙе башлай. Мәҫәлән, «Изге Яҙма ниндәй китап ул?» тигән буклетты ҡулланғанда, улар: «Ҡайһы берәүҙәр Изге Яҙманы — Алланан килгән китап тип һанай. Башҡалар быға ышанмай. Ә һеҙ был турала нимә уйлайһығыҙ?» Бының ярҙамында яҡшы һөйләшеүҙәр башлана.

13. Кешеләр беҙҙе тыңламаһа ла, ни өсөн шатлығыбыҙҙы юғалтмайбыҙ? (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11).

13 Хеҙмәттәге уңышыбыҙ кешеләрҙең беҙҙе тыңлау-тыңламауынан тормай. Иң мөһиме, беҙ Йәһүә һәм уның Улы теләгәнде эшләйбеҙ: беҙ кешеләргә шаһитлыҡ бирәбеҙ (Ғәм. 10:42). Хатта бер кем менән дә һөйләшеп булмаһа ла, беҙ шатлығыбыҙҙы юғалтмайбыҙ, сөнки күктәге Атабыҙҙың беҙҙең менән ҡәнәғәт булғанын беләбеҙ. (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11-ҙе уҡығыҙ.)

14. Хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһынған кешене беҙ түгел, ә башҡа вәғәзсе тапһа, ни өсөн беҙ шатланабыҙ?

14 Хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһынған кешене беҙ түгел, ә башҡа вәғәзсе тапһа, беҙ бөтәбеҙ ҙә ҡыуанабыҙ. Ни өсөн? «Күҙәтеү манараһында» вәғәз эше юғалған баланы эҙләү менән сағыштырылған ине. Уны эҙләүҙә күп кеше ҡатнаша. Улар бөтә ерҙәрҙе ентекләп ҡарап сыға. Ғәҙҙәттә, эҙләүселәрҙең береһе генә уны таба. Ләкин эҙләүҙә ҡатнашҡан бөтә кешеләр ҙә шатлана. Шуның шикелле, бөтә йыйылыш шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнаша. Һәр вәғәзсе үҙ өлөшөн индерә. Бөтә вәғәзселәр ҙә йыйылышҡа билдәләнгән территорияла вәғәзләй. Йыйылыш осрашыуына яңы кеше йөрөй башлаһа, беҙ бөтәбеҙ ҙә ҡыуанабыҙ.

ЙӘҺҮӘНЕ ЯРАТЫҒЫҘ, КЕШЕЛӘРҘЕ ЯРАТЫҒЫҘ

15. Матфай 22:37—39-ҙа яҙылған принцип беҙгә вәғәз эшенән күберәк шатлыҡ алырға нисек ярҙам итә ала? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

15 Иғтибарыбыҙҙы Йәһүәгә һәм кешеләргә ҡарата булған яратыуыбыҙға туплаһаҡ, вәғәз эше беҙгә күберәк шатлыҡ килтерер. (Матфай 22:37—39-ҙы уҡығыҙ.) Вәғәздә ҡатнашыуыбыҙҙы күреп, Йәһүәнең шатланғанын күҙ алдына килтерегеҙ! Изге Яҙманы өйрәнә башлаған кешеләрҙең ни тиклем күп шатлыҡ кисерәсәге тураһында уйланығыҙ! Шулай уҡ онотмағыҙ, һөйөнөслө хәбәргә ҡолаҡ һалған кешеләр киләсәктә мәңге йәшәй ала (Яхъя 6:40; 1 Тим. 4:16).

Йәһүәне һәм кешеләрҙе яратһаҡ, хеҙмәт беҙгә күберәк шатлыҡ килтерер. (15-се абзацты ҡарағыҙ.)


16. Өйҙән сыға алмаһағыҙ ҙа, хеҙмәттән нисек шатлыҡ табырға? Миҫал килтерегеҙ.

16 Бәлки, һеҙ әле өйҙән сығып хеҙмәт итә алмайһығыҙҙыр. Шулай булһа ла, һеҙ Йәһүә һәм яҡындарығыҙға яратыу күрһәтә алаһығыҙ. Пандемия ваҡытында Самве́л менән Да́нияға өйҙә ултырырға тура килгән. Шул ауыр ваҡытта улар телефон аша вәғәзләгән, хаттар яҙған һәм зум аша Изге Яҙма өйрәнеүҙәре үткәргән. Самвел рак ауырыуынан дауаланыр өсөн больницаға йөрөгән һәм унда осратҡан кешеләр менән һөйләшкән. Ул былай ти: «Ауырлыҡтар беҙҙе физик, эмоциональ һәм рухи яҡтан йонсотмаһын өсөн, Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән шатлыҡ табырға кәрәк ине». Өҫтәүенә, Дания йығылып, өс ай түшәктә ятҡан. Шунан һуң ул ярты йыл буйына инвалид креслоһында ғына йөрөй алған. Ул былай ти: «Мин эшләй алған нәмәләргә иғтибарымды тупларға тырыштым. Беҙгә килгән шәфҡәт туташына һәм әйбер алып килтереүселәргә вәғәзләнем. Шулай уҡ медицина фирмаһында эшләгән бер ҡатын менән телефон аша яҡшы һөйләшеүҙәрем булды». Самвел менән Дания элекке кеүек күп эшләй алмаған, шуға күрә көстәренән килгәндәргә иғтибарын туплаған һәм шунан шатлыҡ тапҡан.

17. Ниндәй осраҡта был мәҡәләләге кәңәштәр беҙгә ҙур файҙа килтерер?

17 Был мәҡәләләге кәңәштәрҙең бөтәһен дә ҡулланһаҡ, беҙ мөмкин тиклем күберәк файҙа алырбыҙ. Быны рецепт менән сағыштырып була. Тәмле ашамлыҡ әҙерләр өсөн бер ингредиенты ла оноторға ярамай. Әгәр беҙ был мәҡәләлә ҡаралған бөтә кәңәштәрҙе ҡулланһаҡ, беҙ кире хистәрҙе еңә алырбыҙ һәм хеҙмәттән күберәк шатлыҡ табырбыҙ.

ХЕҘМӘТТӘ КҮБЕРӘК ШАТЛЫҠ АЛЫР ӨСӨН, БЕҘГӘ НИСЕК...

  • яҡшы әҙерләнеү ярҙам итер?

  • ҡыйыулыҡ тураһында доға ҡылыу ярҙам итер?

  • Йәһүәгә һәм кешеләргә ҡарата яратыу ярҙам итер?

80-СЕ ЙЫР «Йәһүәнең игелеген татығыҙ һәм күрегеҙ»