Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йәһүә үҙен ихластан эҙләгән кешеләрҙе бүләкләй

Йәһүә үҙен ихластан эҙләгән кешеләрҙе бүләкләй

«Уға [Аллаға] килеүсе һәр кем Алланың барлығына һәм Уны эҙләгән кешеләргә Унан әжер аласағына ышанырға тейеш» (ЕВР. 11:6).

ЙЫРҘАР: 26, 55

1, 2. а) Яратыу иман менән нисек бәйле? б) Беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?

БЕҘ Йәһүәне яратабыҙ, «сөнки беренсе булып беҙҙе Алла яратты» (1 Яхъя 4:19). Ул, үҙ хеҙмәтселәрен фатихаларға вәғәҙә биреп, наҙлы яратыуын күрһәтә. Беҙ Йәһүәне нығыраҡ яратҡан һайын, уның барлығына ышаныуҙан тыш, ул беҙҙе мотлаҡ бүләкләйәсәгенә лә ышанысыбыҙ арта бара. (Еврейҙарға 11:6-ны уҡығыҙ.)

2 Йәһүә үҙ хеҙмәтселәрен һәр ваҡыт бүләкләй, сөнки был һыҙат уның айырылғыһыҙ өлөшө. Изге Яҙмала: «Иман — ул өмөтләнеп көткәндәрҙең тормошҡа ашыуына ышаныс», — тип яҙылған. Тимәк, әгәр беҙ Алланың үҙен ихластан эҙләүселәрҙе фатихалаясағына ышанмайбыҙ икән, иманыбыҙ бер бөтөн түгел (Евр. 11:1). Ысын иман Алланың беҙҙе мул итеп фатихалаясағына ныҡлы ышанысты үҙ эсенә ала. Әммә ни өсөн беҙгә әжер алыуыбыҙға бәйле өмөт кәрәк? Йәһүә үҙ хеҙмәтселәрен боронғо заманда нисек фатихалаған һәм беҙҙең көндәрҙә быны нисек эшләй? Әйҙәгеҙ, быны ҡарап сығайыҡ.

ЙӘҺҮӘ ҮҘ ХЕҘМӘТСЕЛӘРЕН ФАТИХАЛАРҒА ВӘҒӘҘӘ ИТӘ

3. Малахи 3:10-да ниндәй вәғәҙә яҙылған?

3 Йәһүә үҙенә тоғро хеҙмәтселәрен фатихаларға вәғәҙә иткән. Шуға күрә ул беҙҙе уның фатихаларын алыр өсөн тырышлыҡ һалырға саҡыра. Изге Яҙмала беҙ бындай һүҙҙәр уҡыйбыҙ: «Мине һынағыҙсы, — тип әйтә Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүә. — Һеҙ бер нәмәгә лә мохтаж булмаһын өсөн, мин күк ҡапҡаларын асмаммы һәм өҫтөгөҙгә фатихалар яуҙырмаммы?» (Мал. 3:10). Беҙ, Йәһүәнең саҡырыуына ҡолаҡ һалып, уға ысын күңелдән рәхмәтле булғаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ.

4. Ни өсөн беҙ Ғайсаның Матфей 6:33-тә яҙылған һүҙҙәренә тулыһынса ышана алабыҙ?

4 Ғайса Мәсих үҙенең шәкерттәрен шуға ышандырған: әгәр Алла Батшалығы уларҙың тормошонда беренсе урында торһа, Алла уларҙы ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡ. (Матфей 6:33-тө уҡығыҙ.) Ни өсөн Ғайса быға ныҡ ышанған? Сөнки Йәһүәнең вәғәҙәләре бер ҡасан да үтәлмәй ҡалмай (Ишағ. 55:11). Бөтә йөрәк менән Йәһүәгә ышанһаҡ, уның «мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам» тигән вәғәҙәһен үтәйәсәгенә һис тә шикләнмәҫкә була (Евр. 13:5). Алланың был вәғәҙәһе беҙгә, Ғайсаның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, Алла Батшалығын һәм уның хаҡлығын эҙләргә ярҙам итә.

Ғайса ҡорбандарға барғандары өсөн шәкерттәрен әжер көтә тип әйткән (5-се абзацты ҡарағыҙ.)

5. Ни өсөн Ғайсаның Петрға әйткән һүҙҙәре иманды нығыта?

5 Бер ваҡыт илсе Петр Ғайса Мәсихтән былай тип һораған: «Бына беҙ, бөтә нәмәбеҙҙе ҡалдырып, Һиңә эйәрҙек. Бының өсөн беҙгә ни булыр?» (Матф. 19:27). Петрҙы тәнҡитләү урынына, Ғайса ҡорбандарға барғандары өсөн шәкерттәрен әжер көтә тип әйткән. Ғайсаның тоғро шәкерттәренең һәм уға эйәреүселәрҙең уның менән бергә күктә идара итергә өмөтө булған. Әммә улар ерҙә лә фатихалар алған. Ғайса былай тигән: «Өйҙәрен, ағай-энеләрен, апай-һеңлеләрен, ата-әсәһен, балаларын йә баҫыуҙарын Минең хаҡҡа ҡалдырып киткән һәр кемгә йөҙ тапҡыр күберәк биреләсәк һәм ул мәңгелек тормош аласаҡ» (Матф. 19:29). Шәкерттәренең ҡорбандары мул фатихалар менән тулыһынса ҡапланған. Беҙҙең хаҡта ла шуны уҡ әйтеп була. Рухи атай-әсәйҙәр, ағай-энеләр, апай-һеңлеләр һәм балалар беҙ Батшалыҡ хаҡына ҡалдырған бөтә нәмәгә һәм биргән ҡорбандарға ҡарағанда күпкә ҡәҙерлерәк түгелме ни?

ЙӘНЕБЕҘ ӨСӨН ЯКОРЬ

6. Ни өсөн Йәһүә үҙ хеҙмәтселәрен бүләкләргә вәғәҙә итә?

6 Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәренә әжер биреү хаҡындағы вәғәҙәһе беҙгә һынауҙар ваҡытында уға тоғро булып ҡалырға көс өҫтәй. Алланың тоғро хеҙмәтселәре инде хәҙер күп фатихалар ала, ә киләсәктә уларҙы тағы ла ҙурыраҡ әжер көтә (1 Тим. 4:8). Алланы ихластан эҙләүселәр унан әжер аласаҡ. Быға ышаныу беҙгә ныҡлы иман һаҡларға ярҙам итер (Евр. 11:6).

7. Ни өсөн өмөттө якорь менән сағыштырып була?

7 Тауҙағы вәғәзендә Ғайса былай тигән: «Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктәрҙә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай эҙәрләнеләр» (Матф. 5:12). Күктәге әжерҙе аласаҡ майланған мәсихселәр генә түгел, ә шулай уҡ ерҙәге ожмахта мәңге йәшәргә өмөтләнгән кешеләр ҙә шатланыр һәм ҡыуаныр (Зәб. 37:11; Лука 18:30). Әжеребеҙ ниндәй генә булмаһын, өмөтөбөҙ «беҙҙең йәнебеҙ өсөн ныҡлы һәм ышаныслы якорь» була ала (Евр. 6:17—20). Дауыл ваҡытында карапты урынында тотоп торған якорь һымаҡ, бындай өмөт аҡылыбыҙҙы яҡлай, шулай уҡ беҙгә эмоциональ һәм рухи яҡтан ныҡ булып ҡалырға һәм һынауҙар ваҡытында бирешмәҫкә ярҙам итә ала.

8. Өмөт борсолоуҙар менән көрәшергә нисек ярҙам итә?

8 Изге Яҙмаға нигеҙләнгән өмөтөбөҙ борсолоуҙарҙы еңергә ярҙам итә. Алланың вәғәҙәләре борсоулы күңелебеҙҙе тынысландыра торған бәлзәм кеүек. «Үҙ йөгөңдө Йәһүәгә һал, һәм ул һиңә ярҙам итер» тигән һүҙҙәр беҙҙе ни тиклем йыуата! (Зәб. 55:22) Алланың «һорағаныбыҙҙан йәки уйлағаныбыҙҙан сағыштырғыһыҙ күберәк эшләй» алыуына беҙ һис тә шикләнмәйбеҙ (Ефес. 3:20). Уйлап ҡына ҡарағыҙ: күберәк кенә түгел, ә «сағыштырғыһыҙ күберәк»!

9. Йәһүәнең беҙҙе бүләкләйәсәгенә ышаныуыбыҙ ни тиклем көслө булырға тейеш?

9 Әжеребеҙҙе алырға теләһәк, беҙгә Йәһүәгә тулыһынса ышанырға һәм уның әмерҙәренә буйһонорға кәрәк. Муса Израиль халҡына былай тигән: «Йәһүә һине, һис шикһеҙ, Аллаң Йәһүә үҙеңә мираҫ итеп биреләсәк ерҙә фатихалар. Ләкин һиңә Аллаң Йәһүәгә тулыһынса буйһонорға һәм мин һиңә бөгөн биргән бөтөн был әмерҙәрҙе ентекләп үтәргә генә кәрәк. Аллаң Йәһүә, үҙе вәғәҙә иткәнсә, һине фатихалар» (Ҡан. 15:4—6). Йәһүәгә артабан да тоғро хеҙмәт итһәгеҙ, ул һеҙҙе мотлаҡ фатихалаясаҡ. Һеҙ быға тулыһынса ышанаһығыҙмы? Әлбиттә, быға ышаныр өсөн бөтә сәбәптәр бар.

ЙӘҺҮӘ УЛАРҘЫ БҮЛӘКЛӘГӘН

10, 11. Йәһүә Йософто нисек бүләкләгән?

10 Изге Яҙма беҙҙең файҙабыҙ өсөн яҙылған. Унда Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәрен нисек фатихалағаны тураһында күп миҫалдар бар (Рим. 15:4). Уларҙың береһе Йософ булған. Тәүҙә уның ағалары, ә шунан һуң хужаһының ҡатыны уға ҡарата ғәҙелһеҙ эш иткән. Һөҙөмтәлә Йософ Мысырҙағы төрмәгә эләккән. Йәһүә уны онотҡанмы? Әлбиттә, юҡ! «Әммә Раббы Йософто бында ла ташламаны, уға рәхмәтен һалды... Уның һәр эшендә ярҙам итеп торҙо» (Баш. 39:21—23). Йософ ауыр ваҡытта сабырлыҡ менән үҙенең Аллаһын көткән.

11 Йылдар үткәс, фирғәүен Йософто төрмәнән сығарған, һәм ябай ҡол Мысырҙа идарасы булып киткән, фирғәүен генә унан юғарыраҡ булған (Баш. 41:1, 37—43). Ҡатыны Йософҡа ике бала тыуҙырғас, уның тураһында Изге Яҙмала бына нимә әйтелгән: «Баш балаһына Йософ Менашше тип исем ҡушты, был: „Алла миңә барлыҡ ҡайғымды һәм атам йортон оноторға ярҙам итте“, — тигәнде аңлата. „Алла мине ғазапҡа дусар булған ерҙә мәртәбәле итте“, — тип, икенсеһенә Эфраим тигән исем бирҙе» (Баш. 41:51, 52). Йософ Аллаға тоғро булып ҡалғанға, Алла уны фатихалаған. Һөҙөмтәлә израилдәр ҙә, мысырҙар ҙа иҫән ҡалған. Йософ үҙенең бөтә фатихаларының Йәһүәнән булғанын яҡшы аңлаған (Баш. 45:5—9).

12. Һынауҙар ваҡытында тоғро булып ҡалырға Ғайсаға нимә ярҙам иткән?

12 Ғайса Мәсих тә төрлө һынауҙарҙа Аллаға тоғролоҡ һаҡлаған һәм бының өсөн бүләкләнгән. Уға сыҙам булып ҡалырға нимә ярҙам иткән? Изге Яҙмала былай тиелә: «Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа [„яфаланыу бағанаһына“, ЯДТ] ҡаҙаҡланды» (Евр. 12:2). Әлбиттә, Ғайса Алла исемен изгеләндереүҙә ҙур шатлыҡ тапҡан. Бынан тыш, Атаһының хуплауы һәм уға күп вазифалар тапшырыуы Ғайса өсөн ысын бүләк булған. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, ул «Алла тәхетенең уң яғына» ултырған. Уның хаҡында шулай уҡ былай тиелгән: «Алла тарафынан Ул барыһынан да юғары күтәрелде, Уға бөтөн исемдәрҙән бөйөгөрәк исем бирелде» (Флп. 2:9).

ЙӘҺҮӘ ЯҠШЫ ЭШТӘРЕБЕҘҘЕ ОНОТМАЙ

13, 14. Беҙ Йәһүә өсөн нимәлер эшләгәндә, ул нимә хис итә?

13 Һис шикһеҙ, Йәһүә хеҙмәттә һалған бар тырышлыҡтарыбыҙҙы бик ҡәҙерләй. Үҙ көсөбөҙгә шикләнһәк йәки үҙ-үҙебеҙгә ышанып етмәһәк, ул беҙҙе яҡшы аңлай. Беҙ матди ҡыйынлыҡтар кисергәндә һәм насар һаулыҡ йә эмоциональ ауырлыҡтар хеҙмәтебеҙҙе сикләгәндә, Йәһүә беҙҙе йәлләй. Беҙ һис тә шикләнмәйбеҙ: Йәһүә беҙҙең уға тоғро булып ҡалыр өсөн биргән ҡорбандарыбыҙҙы бер ҡасан да онотмаясаҡ. (Еврейҙарға 6:10, 11-ҙе уҡығыҙ.)

14 Шуны ла иҫтә тотоғоҙ: «Доғаларҙы тыңлаусы» үтенестәребеҙгә иғтибарлы, уға һәр саҡ мөрәжәғәт итеп була (Зәб. 65:2). «Һәр яҡлап йыуатыусы» Алла һәм «шәфҡәтлелек күрһәтеүсе» Атабыҙ беҙгә эмоциональ һәм рухи яҡтан кәрәк булғандың барыһын бирәсәк һәм бының өсөн, бәлки, берәй ҡәрҙәшебеҙҙе ҡулланыр (2 Кор. 1:3). Беҙҙең башҡаларға шәфҡәтлек күрһәтеүебеҙ Йәһүәнең күңелендә йылы хистәр уята. Уның Һүҙендә былай тиелгән: «Мохтаж әҙәмгә илтифат күрһәткән кеше Йәһүәгә бурысҡа биргән була, Хоҙай уға бының өсөн әжерен ҡайтарыр» (Ғиб. һүҙ. 19:17; Матф. 6:3, 4). Шулай итеп, беҙ ауырлыҡтар кисергән кешеләргә рыяһыҙ ярҙам иткәндә, Йәһүә үҙен беҙҙең алда бурыслы итеп тоя. Һәм ул яҡшы эштәребеҙ өсөн беҙҙе бүләкләргә вәғәҙә итә.

ХӘҘЕРГЕ ҺӘМ КИЛӘСӘКТӘГЕ БҮЛӘКТӘР

15. Һеҙ ниндәй бүләк алырға өмөтләнәһегеҙ? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

15 Майланған мәсихселәр Ғайса Мәсихтән бүләк итеп «хаҡлыҡтың еңеү тажы[н]» алырға өмөтләнә (2 Тим. 4:7, 8). Ләкин һеҙгә башҡа төрлө бүләк вәғәҙә ителгән булһа, Алла мине мөһим нәмәнән мәхрүм итте, тип уйламағыҙ. Миллионлаған «бүтән һарыҡтар» ерҙәге ожмахта мәңге йәшәү бүләген зарығып көтә. Унда улар «сикһеҙ тыныслыҡтан ҙур рәхәтлек табасаҡ» (Яхъя 10:16; Зәб. 37:11).

16. 1 Яхъя 3:19, 20-лә ниндәй йыуаныслы һүҙҙәр яҙылған?

16 Ҡайһы ваҡыт беҙ, Батшалыҡ эшенә индергән өлөшөбөҙ бик бәләкәй, тип уйларға йә Йәһүәнең тырышлыҡтарыбыҙ менән ҡәнәғәт булыуына шикләнергә мөмкин. Беҙҙең хатта үҙебеҙ хаҡында киләсәктәге бүләккә лайыҡ түгел тип уйлауыбыҙ ихтимал. Әммә бер ҡасан да онотмағыҙ: Алла «йөрәгебеҙҙән ҙурыраҡ һәм бөтә нәмәне белә». (1 Яхъя 3:19, 20-не уҡығыҙ.) Беҙҙең үҙебеҙгә ҡорбандарыбыҙ бик әһиәмиәтһеҙ булып күренһә лә, Йәһүә изге хеҙмәттә яратыу һәм иман сағылдырып һалған бөтә тырышлыҡтарыбыҙҙы ҡәҙерләй (Марк 12:41—44).

17. Ниндәй бүләктәргә беҙ инде хәҙер кинәнәбеҙ?

17 Шайтан донъяһының шомло һуңғы көндәрендә лә Йәһүә үҙ халҡын фатихалай. Тоғро хеҙмәтселәре, мул итеп бирелгән рухи бүләктәрҙән кинәнеп, рухи ожмахта гөрләп сәскә атһын өсөн, Йәһүә улар хаҡында ҡайғырта (Ишағ. 54:13). Ғайса вәғәҙә иткәнсә, Йәһүә беҙҙе инде хәҙер бүләкләй: ул беҙҙе яратыу хөкөм һөргән ғаиләгә саҡырған. Был ғаиләгә ҡушылып, беҙ бөтә донъя буйынса йәшәгән апай- һәм ағай-ҡәрҙәштәр менән бүләкләндек (Марк 10:29, 30). Өҫтәүенә, Алла үҙен ихластан эҙләүселәргә йән тыныслығы, ҡәнәғәтлек һәм шатлыҡ тойғоһо бирә (Флп. 4:4—7).

18, 19. Йәһүәнең хеҙмәтселәре унан ниндәй фатихалар алғаны хаҡында нимә һөйләй?

18 Йәһүәнең төрлө илдәрҙә йәшәгән хеҙмәтселәре унан ниндәй фатихалар алғаны хаҡында һөйләй ала. Германиянан Бьянка исемле апай-ҡәрҙәш бына нимә ти: «Мин көн дә Йәһүәнең янымда булыуын һәм борсолоуҙарымды еңергә ярҙам итеүен һиҙәм. Бының өсөн уға әйтеп бөтөргөһөҙ рәхмәтлемен! Тирә-яҡта — тәртипһеҙлек һәм төшөнкөлөк. Әммә, Йәһүә менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеп, мин уның ышаныслы ҡулдарында үҙемде хәүефһеҙлектә тоям. Мин уның өсөн ҡорбандарға барғанда, Йәһүә миңә йөҙ тапҡыр арттырып фатихалар яуҙыра».

19 Шулай уҡ Канадала йәшәгән 70 йәшлек Поланың миҫалын ҡарап сығайыҡ. Ул спи́на би́фида тип аталған умыртҡа һөйәге ауырыуынан интегә. Пола былай ти: «Миңә хәрәкәтләнеү ауыр булһа ла, хеҙмәтем бынан зыян күрмәй. Мин хеҙмәттең төрлө төрҙәрендә ҡатнашам, мәҫәлән, телефон аша йә осраҡлы рәүештә вәғәзләйем. Үҙемде рухландырыр өсөн бер блокнотҡа Изге Яҙманан дәртләндергес шиғырҙар йә баҫмаларыбыҙҙан фекерҙәр яҙып барам һәм ваҡыт-ваҡыт яҙғандарымды яңынан уҡып сығам. Мин уны „Минең ярҙамсы-блокнотым“ тип атайым. Йәһүәнең вәғәҙәләрен һәр ваҡыт иҫтә тотһаҡ, төшөнкөлөк оҙаҡҡа һуҙылмай. Шарттарыбыҙ ни тиклем ауыр булыуына ҡарамаҫтан, Йәһүә һәр саҡ беҙгә ярҙамға килергә әҙер». Бәлки, һеҙҙең шарттарығыҙ Бьянка йә Поланыҡынан айырылып торалыр. Әммә һеҙ ҙә Алланың нисек үҙегеҙҙе һәм дуҫтарығыҙ менән яҡындарығыҙҙы бүләкләгәнен хәтерләй алаһығыҙ. Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең беҙҙе хәҙерге ваҡытта нисек фатихалауы һәм киләсәктә нисек фатихалаясағы хаҡында уйланайыҡ!

20. Йәһүәгә ихлас күңелдән хеҙмәт итһәк, нимәгә өмөтләнә алабыҙ?

20 Бер ҡасан да онотмағыҙ: Йәһүәгә ҡайнар доға ҡылһағыҙ, «йомарт бүләкләнәсәкһегеҙ». «Алла ихтыярын үтәп, шунан һуң вәғәҙә ителгәнде» аласағығыҙға бер ҙә шикләнмәгеҙ (Евр. 10:35, 36). Шуға күрә, әйҙәгеҙ, бүләкләнәсәгебеҙҙе иҫтә тотоп, артабан да иманыбыҙҙы нығытайыҡ һәм Йәһүәгә ихлас күңелдән хеҙмәт итәйек. (Колосстарға 3:23, 24-те уҡығыҙ.)