Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Бөтә борсолоуҙарығыҙҙы Йәһүәгә йөкмәтегеҙ

Бөтә борсолоуҙарығыҙҙы Йәһүәгә йөкмәтегеҙ

«Үҙегеҙҙең бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе Аллаға йөкмәтегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта» (1 ПЕТ. 5:7).

ЙЫРҘАР: 32, 23

1, 2. а) Ни өсөн беҙҙең ҡайһы ваҡыт борсолоуға бирелеүебеҙ һис тә ғәжәп түгел? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.) б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

БЕҘ бик ауыр ваҡыттарҙа йәшәйбеҙ. Шайтан Иблис асыу менән яна һәм, «үкереүсе арыҫлан һымаҡ, кемде йоторға тип эҙләнеп йөрөй» (1 Пет. 5:8; Асыл. 12:17). Шуға күрә ҡайһы ваҡыт хатта Алла хеҙмәтселәренең дә борсолоуға бирелеүе һис тә ғәжәп түгел. Йәһүәнең боронғо заманда йәшәгән хеҙмәтселәре лә, мәҫәлән Дауыт батша, ҡай саҡ бик ныҡ борсолған (Зәб. 13:2). Илсе Павел: «Барлыҡ берҙәмлектәр хаҡында хәстәрлек күреүем мине баҫа», — тип яҙған (2 Кор. 11:28). Әммә борсолоу хисе беҙҙе бөтөнләй солғап алһа, нимә эшләргә?

2 Күктәге ҡайғыртыусан Атабыҙ боронғо ваҡытта хеҙмәтселәрен ярҙамһыҙ ҡалдырмаған, һәм бөгөн дә уның ярҙамы менән беҙ борсолоу хисен байтаҡҡа кәметә алабыҙ. Изге Яҙма беҙҙе былай тип дәртләндерә: «Үҙегеҙҙең бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе [„борсолоуҙарығыҙҙы“, төш., ЯДТ] Аллаға йөкмәтегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта» (1 Пет. 5:7). Быны нисек эшләп була? Әйҙәгеҙ, борсолоуҙы еңеп сығырға ярҙам иткән бындай дүрт ысулды ҡарап сығайыҡ: ҡайнар доға ҡылыу, Изге Яҙманы уҡыу һәм уның өҫтөндә уйланыу, Йәһүәнең изге рухына таяныу, ышаныс уятҡан кешегә күңел бушатыу. Был дүрт ысул тураһында уҡығанда, үҙегеҙгә ниндәй аҙымдар яһарға кәрәклеген билдәләргә тырышығыҙ.

«ҮҘ ЙӨГӨҢДӨ ЙӘҺҮӘГӘ ҺАЛ»

3. Доға ярҙамында нисек йөгөгөҙҙө Йәһүәгә һала алаһығыҙ?

3 Беренсе аҙым — Йәһүәгә ҡайнар доға ҡылыу. Хәүеф-хафаға төшөргән һәм борсолоу тыуҙырған хәлгә эләккәндә, күктәге ҡайғыртыусан Атағыҙға күңелегеҙҙе бушатығыҙ. Мәҙхиә йырлаусы Дауыт Йәһүәгә былай тип ялбарған: «Доғамды тыңла, эй Аллам». Унан һуң шул уҡ мәҙхиәлә ул: «Үҙ йөгөңдө Йәһүәгә һал, һәм ул һиңә ярҙам итер», — тигән (Зәб. 55:1, 22). Проблеманы хәл итер өсөн көсөгөҙҙән килгәндең барыһын да эшләһәгеҙ, ҡайнар доға борсолоуға ҡарағанда күберәк файҙа килтерер. Әммә доға борсоулы уйҙарҙан һәм күңел әрнеүенән арынырға нисек ярҙам итә ала? (Зәб. 94:18, 19)

4. Ни өсөн борсолоуға бирелгәндә доға ҡылырға кәрәк?

4 Филиптарға 4:6, 7-не уҡығыҙ. Йәһүә өҙлөкһөҙ әйтелгән эскерһеҙ, ҡайнар доғаларыбыҙға яуап бирә ала. Нисек итеп? Ул беҙгә ауыр уйҙарҙы һәм хистәрҙе ҡыҫырыҡлап сығара алған эске тыныслыҡ бирә ала. Күптәр быны үҙ тәжрибәһендә татыған. Улар тәрән борсолоу кисергәндә һәм киләсәк өсөн хафаланғанда, Йәһүә уларға кеше аҡылынан юғарыраҡ булған тәрән эске тыныслыҡ биргән. Һеҙҙең осраҡта ла шулай булырға мөмкин. «Алла именлеге» һәр ауырлыҡты еңеп сығырға ярҙам итә ала. Һеҙ Йәһүәнең шәфҡәт менән һуғарылған бындай вәғәҙәһенә тулыһынса ышана алаһығыҙ: «Борсолма, сөнки мин һинең Аллаң. Мин һине нығытырмын, эйе, мин һиңә ярҙам итермен» (Ишағ. 41:10).

АЛЛА ҺҮҘЕ КҮҢЕЛ ТЫНЫСЛЫҒЫ БИРӘ

5. Алла Һүҙе беҙгә нисек күңел тыныслығы бирә ала?

5 Йән тыныслығына эйә булыр өсөн икенсе аҙым — Изге Яҙманы уҡыу һәм уҡығандарыбыҙ хаҡында уйланыу. Ни өсөн был үтә мөһим? Изге Яҙмала борсолмаҫҡа йәки борсолоуҙы еңеп сығырға ярҙам иткән күп аҡыллы кәңәштәр бар. Шуны бер ҡасан да онотмағыҙ: Алла Һүҙендә Барлыҡҡа килтереүсенең фекерҙәре яҙылған, шуға күрә унда ярҙам һәм йыуаныс табып була. Көндөҙ йә төндә шул фекерҙәр өҫтөндә уйланыу һәм Изге Яҙмалағы кәңәште тормошта нисек ҡулланып була икәне хаҡында уйлау һеҙгә көс өҫтәр. Йәһүә Ешуаға: «Ҡыйыу һәм ныҡ бул. Ҡотоң осмаһын һәм ҡурҡма», — тигәндә, уға бының өсөн Алла Һүҙен уҡырға кәрәк буласаҡ икәнен асыҡ итеп күрһәткән (Еш. 1:7—9).

6. Ғайсаның һүҙҙәре һеҙгә нисек тәьҫир итә ала?

6 Алла Һүҙендә Ғайса Мәсихтең йыуаныслы һүҙҙәре яҙылған. Уның һүҙҙәре һәм тәғлимәттәре кешеләргә тыныслыҡ килтергән. Ғайса борсоулы, хәлһеҙ һәм бойоҡҡан кешеләрҙе йыуатҡан, шунлыҡтан күптәрҙең күңеле уға тартылған. (Матфей 11:28—30-ҙы уҡығыҙ.) Ул башҡаларҙың рухи, эмоциональ һәм физик ихтыяждарына иғтибарлы булған (Марк 6:30—32). Ғайсаның, йонсоған кешеләргә ярҙам итәсәкмен, тигән вәғәҙәһе әле лә көсөндә. Был вәғәҙә, элек Ғайса менән йөрөгән илселәргә ҡағылған кеүек, һеҙгә лә ҡағыла. Әлбиттә, бөгөн Ғайса ерҙә йәшәмәй. Әммә, күктәге Батша булараҡ, ул кешеләргә мәрхәмәт күрһәтеүен дауам итә. Хафаға төшкән сағығыҙҙа ул кәрәк ваҡытта һеҙгә ярҙам күрһәтә ала. Ғайсаның һүҙҙәре һеҙгә борсолоуҙы еңеп сығырға ярҙам итер, шулай уҡ өмөт бирер һәм ҡыйыулыҡ өҫтәр (Евр. 2:17, 18; 4:16).

ИЗГЕ РУХ ЕМЕШЕН ТӘШКИЛ ИТКӘН СИФАТТАР

7. Алланың изге рухы һеҙгә ниндәй файҙа килтерә?

7 Ғайса Мәсих, күктәге Атабыҙ үҙенән һораусыларға изге рух бирәсәк, тип вәғәҙә иткән (Лука 11:10—13). Изге рух емеше — борсолмаҫҡа ярҙам иткән өсөнсө ысул. Алланың эш итеүсе көсө беҙгә рух емешен тәшкил иткән ғәжәп матур сифаттарҙы үҫтерергә ярҙам итә. Был сифаттар Сикһеҙ ҡөҙрәтле Аллаға хас. (Галаттарға 5:22, 23-тө уҡығыҙ *, ЯДТ; Кол. 3:10.) Шул сифаттарҙы сағылдырһағыҙ, һеҙҙең башҡа кешеләр менән мөнәсәбәттәрегеҙ күпкә яҡшырыр, һәм күңелде ҡыра алған күп кенә аңлашылмаусанлыҡтар бөтөнләй тыумаҫ. Әйҙәгеҙ, рух емешен тәшкил иткән был сифаттар беҙгә нисек ярҙам итә алғанын ҡыҫҡаса ҡарап сығайыҡ.

8—12. Алла рухының емеше борсолоуҙы еңеп сығырға йә стресс тыуҙырған хәлдәрҙән һаҡланырға нисек ярҙам итә?

8 «Мөхәббәт, шатлыҡ, тыныслыҡ». Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, кешеләр менән ихтирамлы мөғәмәлә итергә тырышҡанда, тиҫкәре хистәрҙе ҡулда тотоу еңелерәк. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Башҡаларға туғандарса яратыу, наҙлылыҡ һәм хөрмәт күрһәтеп, һеҙ борсолоу тыуҙыра алған хәлдәргә эләкмәҫһегеҙ (Рим. 12:10).

9 «Түҙемлек, игелек, яҡшылыҡ». Башҡалар менән татыу мөнәсәбәттәр һаҡларға бындай кәңәш ярҙам итер: «Бер-берегеҙгә ҡарата изгелекле, шәфҡәтле булығыҙ, ...бер-берегеҙҙе кисерегеҙ» (Ефес. 4:32). Шулай эшләп, һеҙ етди ауырлыҡтар тыуыуына юл ҡуймаҫһығыҙ һәм камил булмауыбыҙ менән бәйле проблемаларҙы уңышлы хәл итә алырһығыҙ.

10 «Иман». Беҙ йыш ҡына аҡса йә мөлкәт арҡаһында борсолабыҙ (Ғиб. һүҙ. 18:11). Йәһүәнең һеҙҙең хаҡта ҡайғыртасағына иман итһәгеҙ, һеҙ ундай борсолоуҙарҙы еңеп сыға алырһығыҙ йә уларҙан бөтөнләй арынырһығыҙ. Нисек итеп? Илсе Павелдың кәңәшенә ҡолаҡ һалып. Ул, Алла тарафынан рухландырылып, былай тигән: «Бары менән ҡәнәғәт йәшәгеҙ». Шунан ул былай тип өҫтәгән: «Сөнки Алла: „Мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам“, — тип әйткән. Шулай булғас, беҙ ҡыйыу рәүештә: „Раббым — минең Ярҙамсым, мин бер ниҙән дә ҡурҡмаясаҡмын. Кеше миңә нимә эшләй алһын?“ — тип әйтә алабыҙ» (Евр. 13:5, 6).

11 «Йыуашлыҡ, тотанаҡлыҡ». Был сифаттарҙы сағылдырыу ни тиклем аҡыллы икәне хаҡында уйлап ҡарағыҙ. Уларҙы сағылдырһағыҙ, һеҙ, моғайын, борсолоуҙар тыуҙырған эштәр ҡылмаҫһығыҙ, һәм тормошоғоҙҙа «әсенеү, ярһыу, асыу, ҡысҡырыу, яман теллелек һәм һәр төрлө яуызлыҡтар[ға]» урын булмаҫ (Ефес. 4:31).

12 Әлбиттә, беҙгә, «Алланың ҡөҙрәтенә» буйһоноп, бөтә борсолоуҙарҙы уға йөкмәтер өсөн баҫалҡылыҡ кәрәк (1 Пет. 5:6, 7). Баҫалҡылыҡ үҫтереп, һеҙ Алланың хуплауын һәм һеҙгә ярҙам итеп тороуын һиҙерһегеҙ (Миҡ. 6:8). Үҙегеҙҙең физик һәм эмоциональ көстәрегеҙҙе, шулай уҡ аҡылығыҙ кимәлен самалап, һеҙ сиктән тыш борсолмаҫһығыҙ һәм Аллаға таянырға өйрәнерһегеҙ.

«БОРСОЛМАҒЫҘ»

13. Ғайса, «борсолмағыҙ» тип әйткәндә, нимәне күҙ уңында тотҡан?

13 Матфей 6:34-тә (уҡығыҙ) Ғайса Мәсихтең: «Борсолмағыҙ», — тигән мөһим кәңәше яҙылған. Әммә был кәңәш буйынса эш итеү еңел түгел кеүек тойолорға мөмкин. Ғайса, «борсолмағыҙ» тип әйткәндә, нимәне күҙ уңында тотҡан? Әлбиттә, ул, Алла хеҙмәтсеһенең тормошонда борсолоуҙар бөтөнләй булмаҫ, тип әйтергә теләмәгән. Беҙ Дауыт менән Павелдың был хаҡта нимә әйткәнен ҡарап сыҡтыҡ инде. Ғайса үҙенең шәкерттәренә сиктән тыш борсолоу проблемаларҙы хәл итмәй икәнен аңлатырға теләгән. Һәр көндөң үҙ мәшәҡәттәре бар, шуға күрә мәсихсегә бөгөнгө көндөң борсолоуҙарына үткәндә булған йә киләсәктә була алған борсолоуҙарҙы өҫтәргә кәрәкмәй. Ғайсаның кәңәшен тотоп, борсоулы уйҙарҙан нисек ҡотолорға?

14. Элекке хаталар менән бәйле борсолоуҙы нисек еңеп сығырға?

14 Ҡайһы ваҡыт кеше элек ҡылған хаталары йә гонаһтары арҡаһында борсола. Уның хатта күп йылдар элек ҡылған эше өсөн күңеле әрнергә мөмкин. Дауыт батша, шундай хистәр кисергәндә, былай тип яҙған: «Гонаһтарым баштан ашты». Ул, ҡайғырып: «Йөрәгем әрнеүенән ҡаты ыңғырашам», — тигән (Зәб. 38:3, 4, 8, 18). Дауыт шул хәлдә нисек эш итһә, аҡыллы булыр ине? Ул Йәһүәнең мәрхәмәт күрһәтеүенә һәм кисереүенә ышанған. Ул һис шикләнмәйенсә былай тигән: «Енәйәте кисерелгән... кеше бәхетле». (Зәбур 32:1—3, 5-те уҡығыҙ *.)

15. а) Ни өсөн беҙ әле булып ятҡан хәлдәр арҡаһында борсолорға тейеш түгел? б) Борсолоуҙы еңеп сығыр өсөн нимә эшләп була? (« Борсолоуҙы нисек еңеп сығырға?» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

15 Ҡай саҡ беҙ әле булып ятҡан хәлдәр арҡаһында борсолабыҙ. Мәҫәлән, Дауыт, 55-се мәҙхиәне яҙғанда, үҙ ғүмере өсөн ҡурҡҡан булған (Зәб. 55, 2—5). Шуға ҡарамаҫтан, ул борсолоуҙарға Йәһүәгә ышаныуын ҡаҡшатырға бирмәгән. Дауыт ауырлыҡтары хаҡында ҡайнар доға ҡылған, шул уҡ ваҡытта ул борсолоуҙарының сәбәбен бөтөрөр өсөн нимәлер эшләргә кәрәклеген яҡшы аңлаған (2 Сам. 15:30—34). Дауыттан өлгө алып, борсолоу хисенә үҙегеҙҙе солғап алырға бирмәгеҙ. Проблеманы хәл итер өсөн көсөгөҙҙән килгәндең барыһын да эшләгәндән һуң, уны Йәһүәгә ышанып тапшырығыҙ.

16. Алла исеменең тәрән мәғәнәһе хаҡында уйланыу иманыбыҙҙы нисек нығыта ала?

16 Ҡайһы ваҡыт мәсихсе киләсәктә була алған ауырлыҡтар хаҡында бик көйәләнеп нигеҙһеҙ борсолоу кисерергә мөмкин. Әммә беҙгә әлегә билдәле булмаған ваҡиғалар арҡаһында хафаланырға кәрәкмәй. Ни өсөн? Сөнки йыш ҡына беҙҙең ҡурҡыуҙар бушҡа ғына булып сыға. Бынан тыш, Алла үҙ контроле аҫтына ала алмаған хәл юҡ, тимәк, беҙ уға бөтә борсолоуҙарыбыҙҙы йөкмәтә алабыҙ. Хатта уның исеме лә «Ул булырға бирә» тигәнде аңлата (Сығ. 3:14). Алла исеменең тәрән мәғәнәһе беҙҙе шуға инандыра: ул үҙ хеҙмәтселәренә ҡарата ихтыярын үтәргә һәләтле. Алланың үҙенә тоғро булғандарҙы бүләкләйәсәгенә, шулай уҡ уларға үткәндә булған, әле булып ятҡан һәм киләсәктә була алған хәлдәр менән бәйле борсолоуҙарҙы еңеп сығырға ярҙам итәсәгенә һис тә шикләнмәгеҙ.

КҮҢЕЛ БУШАТЫУ

17, 18. Күңел бушатыу нисек борсолоуҙарҙы еңеп сығырға ярҙам итә?

17 Борсолоуҙы еңеп сығырға ярҙам иткән дүртенсе ысул — ышаныс уятҡан кешегә күңел бушатыу. Тормош иптәшегеҙ, яҡын дуҫығыҙ йәки өлкән һеҙгә хәлегеҙҙе дөрөҫ баһаларға ярҙам итергә мөмкин. Изге Яҙмала былай тиелә: «Борсолоуҙар кешенең күңелен төшөрә, ә яҡшы һүҙ күңелен күтәрә» (Ғиб. һүҙ. 12:25). Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү һеҙгә үҙ хистәрегеҙҙе яҡшыраҡ аңларға һәм уларҙы йүгәнләргә ярҙам итер. Ғибрәтле һүҙҙәр 15:22-лә: «Кәңәшһеҙ — ниәттәр тарҡала, ә кәңәшселәр күп булғанда — тормошҡа аша», — тиелә.

18 Йәһүә беҙгә йыйылыш осрашыуҙары ярҙамында ла борсолоуҙы кәметергә ярҙам итә. Унда беҙ башҡаларҙы дәртләндерергә теләгән ҡайғыртыусан ҡәрҙәштәр менән аралаша алабыҙ (Евр. 10:24, 25). «Бер-беребеҙҙе дәртләндереү» беҙгә, рухи көсөбөҙҙө яңыртып, ауыр хистәрҙән арынырға ярҙам итә (Рим. 1:12).

АЛЛА МЕНӘН МӨНӘСӘБӘТТӘР — КӨС СЫҒАНАҒЫ

19. Ни өсөн Алла менән мөнәсәбәттәрҙең беҙгә көс өҫтәй алыуына һис тә шикләнмәҫкә була?

19 Канадала йәшәгән бер өлкәндең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Ул борсолоуҙарҙы Йәһүәгә йөкмәтеү ни тиклем мөһим икәнен аңлаған. Ул мәктәптә уҡытыусы булып эшләй, эше бик көсөргәнешле. Шулай уҡ ул борсолоу ауырыуынан интегә. Был ағай-ҡәрҙәшкә нимә ярҙам итә? Ул былай ти: «Мин шуны аңланым: борсолоуҙар менән көрәшкәндә көстөң төп сығанағы — Йәһүә менән мөнәсәбәттәр, шуға күрә мин уларҙы нығытыр өсөн күп тырышлыҡтар һалам. Айырыуса ауыр ваҡыттар кисергәндә ысын дуҫтарҙың һәм имандаштарҙың ярҙамы минең өсөн ҙур терәк булып тора. Мин ҡатыныма хистәрем тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләйем. Башҡа өлкәндәр һәм район күҙәтеүсеһе миңә күп нәмәгә киңерәк ҡарарға ярҙам итте. Мин шулай уҡ табипҡа мөрәжәғәт иттем, көн тәртибен үҙгәрттем, ял һәм физик күнегеүҙәр өсөн етерлек ваҡыт бүлеп ҡуйҙым. Әкренләп мин үҙ тормошома хужа булғанымды һиҙә башланым. Нимәнелер контроль аҫтында тота алмаһам, уны Йәһүәгә ышанып тапшырам».

20. а) Борсолоуҙарҙы Йәһүәгә йөкмәтер өсөн нимә эшләргә? б) Киләһе мәҡәләлә нимә тураһында һүҙ барасаҡ?

20 Шулай итеп, күреүебеҙсә, борсолоуҙарҙы Аллаға йөкмәтергә беҙгә ҡайнар доға ҡылыу, Изге Яҙманы уҡыу һәм уның өҫтөндә уйланыу ярҙам итер. Унан тыш, беҙ изге рух емешенең сифаттарын үҫтереү, ышаныс уятҡан кешегә күңел бушатыу һәм имандаштарыбыҙ менән аралашыуҙан көс алыу ни тиклем мөһим икәнен күрҙек. Йәһүә шулай уҡ беҙҙе бүләкләргә вәғәҙә итеп тә нығыта. Был хаҡта һүҙ киләһе мәҡәләлә барасаҡ (Евр. 11:6).

^ 7 абз. Галаттарға 5:22, 23, ЯДТ: «Ә рух емеше — мөхәббәт, шатлыҡ, тыныслыҡ, түҙемлек, игелек, яҡшылыҡ, иман, йыуашлыҡ, тотанаҡлыҡ. Бындайҙарға ҡаршы бер ниндәй ҡанун юҡ».

^ 14 абз. Зәбур 32:1—3, 5: «Енәйәте кисерелгән, гонаһы ғәфү ителгән кеше бәхетле. Йәһүә ғәйепле тип һанамаған, күңелендә хәйлә булмаған кеше бәхетле. Өндәшмәй йөрөгән сағымда көндәр буйы ыңғырашыуҙан һөйәктәрем кибеп бөттө... Ахыр сиктә, мин һиңә үҙ гонаһымды асып һалдым, ғәйебемде йәшермәнем. Мин: „Енәйәттәремде Йәһүәгә асырмын“, — тинем. Шунда һин ғәйебемде һәм гонаһтарымды кисерҙең».