Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Рух хуплаған нәмәләр хаҡында уйлау тормош һәм тыныслыҡ килтерә

Рух хуплаған нәмәләр хаҡында уйлау тормош һәм тыныслыҡ килтерә

«Изге Рух буйынса йәшәүселәр... Рух теләге тураһында хәстәрләй [„Алла рухы хуплаған нәмәләр тураһында уйлап йәшәй“, ЯДТ]» (РИМ. 8:5).

ЙЫРҘАР: 22, 52

1, 2. Ни өсөн римдарға яҙылған хаттың 8-се бүлеге майланған мәсихселәргә айырыуса ҡыҙыҡ?

ЙЫЛ һайын Ғайса Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһе үткән осорҙа һеҙ, моғайын, Римдарға 8:15—17-не уҡыйһығыҙҙыр. Был мөһим өҙөктә мәсихселәрҙең үҙҙәренең майланған булыуын ҡайҙан белеүе аңлатыла: изге рух, уларҙың рухы менән бергә, Алла балалары булыуын раҫлай. Был бүлектең беренсе шиғыры «Ғайса Мәсихтеке булғандарға» төбәп яҙылған. Әммә римдарға яҙылған хаттың 8-се бүлеге тик майланған мәсихселәргә генә ҡағыламы? Йәки ошо өҙөктән ерҙә йәшәргә өмөтләнгән мәсихселәр ҙә мөһим һабаҡтар ала аламы?

2 Был бүлектә һүҙ беренсе сиратта майланған мәсихселәр тураһында бара. Улар, изге рух алып, уллыҡҡа алыныуҙарын һәм тәндән азат ителеүҙәрен түҙемһеҙлек менән көтә (Рим. 8:23). Киләсәктә улар Алла балалары булып күктә йәшәйәсәк. Быларҙың барыһы уларҙың һыуға сумдырылыуы, Алланың уларҙы йолом ҡорбаны нигеҙендә кисереүе һәм, рухи улдары булып китһендәр өсөн, тәҡүә тип иғлан итеүе ярҙамында мөмкин булды (Рим. 3:23—26; 4:25; 8:30).

3. Ни өсөн римдарға яҙылған хаттың 8-се бүлеге ерҙә йәшәргә өмөтләнеүселәргә лә ҡыҙыҡлы булырға тейеш?

3 Әммә Римдарға 8-се бүлек ерҙә йәшәргә өмөтләнеүселәр өсөн дә ҡыҙыҡ, сөнки Алла билдәле бер дәрәжәлә уларҙы ла тәҡүә тип һанай. Был Павелдың шул хатында алдараҡ яҙған һүҙҙәренән күренә. 4-се бүлектә ул Ибраһим хаҡында яҙа. Был иманлы кеше Израилгә Алла ҡанун биргәнгә тиклем һәм Ғайса Мәсих гонаһтарыбыҙ өсөн үлгәндән күпкә алдараҡ йәшәгән булған. Шулай ҙа Йәһүә Ибраһимдың бик көслө иманына иғтибар иткән һәм уны тәҡүә тип һанаған. (Римдарға 4:20—22-не уҡығыҙ.) Шуның шикелле, бөгөн дә Йәһүә ерҙә мәңге йәшәргә өмөтләнгән тоғро мәсихселәрҙе тәҡүә тип таный ала. Шуға күрә 8-се бүлектәге кәңәш уларға ла ҡағыла.

4. Римдарға 8:21-ҙәге һүҙҙәр беҙҙе нимә тураһында уйланырға дәртләндерә?

4 Римдарға 8:21-ҙәге һүҙҙәр беҙҙе яңы донъяның мотлаҡ буласағына инандыра. Был шиғырҙа: «Алла яратҡандарҙың барыһы ла фанилыҡ ҡоллоғонан ҡотолдоролоп, Алла балаларының данлы азатлығын уртаҡлашасаҡ», — тип вәғәҙә ителгән. Һеҙ был бүләкте аласағығыҙға ныҡ ышанаһығыҙмы? Быға ышанысығыҙҙы нығытырға һеҙгә Римдарға 8-се бүлектәге кәңәш ярҙам итер.

ГОНАҺЛЫ ТӘБИҒӘТ ТЕЛӘКТӘРЕ ТУРАҺЫНДА УЙЛАУ

5. Римдарға 8:4—13-тә Павел ниндәй етди һорау күтәргән?

5 Римдарға 8:4—13-тө уҡығыҙ. Римдарға 8-се бүлектә «гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәүселәр» «Изге Рух буйынса йәшәүселәр[гә]» ҡапма-ҡаршы ҡуйыла. Кемдер, бында Аллаға хеҙмәт иткән һәм уға хеҙмәт итмәгән кешеләр хаҡында һүҙ бара, тип уйлай. Ләкин Павел был хатты «Алланың Рим ҡалаһында йәшәгән бөтөн ҡәҙерлеләренә, Уның изге халҡы булырға саҡырылғандарға» яҙған (Рим. 1:7). Тимәк, Павел гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәгән мәсихселәр һәм Алла рухы буйынса йәшәгән мәсихселәр араһындағы айырманы күрһәткән. Ниндәй айырма тураһында һүҙ бара?

6, 7. Римдарға 8:4—13-тә Павел «гонаһлы тәбиғәт» тигән һүҙбәйләнеште ниндәй мәғәнәлә ҡулланған?

6 Был өҙөктә ҡулланылған грек һүҙе башҡа шиғырҙарҙа «гонаһлы тәбиғәт» тип тәржемә ителгән; ул шулай уҡ физик тәнде аңлатырға мөмкин (Рим. 2:28; 1 Кор. 15:39, 50). Өҫтәүенә, был грек һүҙе туғанлыҡ, йәғни ҡан ҡәрҙәшлек мәғәнәһен белдерә. Ғайса Мәсих «сығышы менән Дауыт нәҫеленән булған», ә Павел еврейҙарҙы «ҡан-ҡәрҙәштәрем» тип атаған (Рим. 1:3, 4; 9:3).

7 Әммә Павелдың, Римдарға 8:4—13-тә «гонаһлы тәбиғәт» тигән һүҙбәйләнеште ҡулланғанда, нимәне күҙ уңында тотҡанын аңлар өсөн уның 7-се бүлектә нимә хаҡында яҙғанын белергә кәрәк. Римдарға 7:5-тә ул, «гонаһлы тәбиғәте» буйынса йәшәүселәрҙә «гонаһлы нәфселәр» эш итә, тигән. Бынан Павелдың, 8-се бүлектә гонаһлы тәбиғәт теләктәре тураһында уйлап йәшәүселәр хаҡында яҙғанда, кемдәрҙе күҙ уңында тотҡанын билдәләп була. Ундай кешеләр үҙҙәренең гонаһлы теләктәре тәьҫирендә йәшәй һәм уларҙы ғәмәлгә ашыра. Улар, үҙҙәрен тыя алмайынса, көслө тартымға һәм төрлө нәфселәргә, мәҫәлән, енси йә башҡа теләктәргә бирелә.

8. Ни өсөн Павелдың киҫәтеүе хатта майланған мәсихселәргә лә ҡағылған?

8 Ләкин бындай һорау тыуырға мөмкин: ни өсөн Павел майланған мәсихселәрҙе гонаһлы тәбиғәт теләктәре буйынса йәшәүҙән киҫәткән? Һәм ундай ҡурҡыныс Алла үҙенең дуҫтары тип һанаған һәм тәҡүә тип таныған кешеләргә янаймы? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр мәсихсе лә гонаһлы тән теләктәренә бирелеп йәшәй башларға мөмкин. Шулай итеп, Павел яҙғанса, Римда йәшәгән ҡайһы бер ҡәрҙәштәр «үҙҙәренең ҡарындарына хеҙмәт» иткән, йәғни ашау-эсеү, енси мөнәсәбәттәр һәм башҡа рәхәтлектәр менән бәйле теләктәренең ҡолдары булған. Уларҙың ҡайһы берҙәре «ихлас күңеллеләрҙе алда[ған]» (Рим. 16:17, 18; Флп. 3:18, 19; Йәһ. 4, 8, 12). Ә Коринфта йәшәгән бер мәсихсе күпмелер ваҡыт «үгәй әсәһен ҡатыны итеп» тотҡан (1 Кор. 5:1). Бына ни өсөн Алла Павелды мәсихселәргә, гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса йәшәмәгеҙ, тип яҙырға дәртләндергән (Рим. 8:5, 6).

9. Павелдың Римдарға 8:6-лағы киҫәтеүе нимәгә ҡағылмай?

9 Павелдың киҫәтеүе бөгөн дә урынлы. Мәсихсе, Аллаға күп йылдар хеҙмәт итһә лә, гонаһлы тән теләктәре тураһында уйлап йәшәй башларға мөмкин. Бында ризыҡ, эш, ял һәм хатта романтик мөнәсәбәттәр хаҡындағы йүгерек уйҙар тураһында һүҙ бармай. Ундай уйҙар Алла хеҙмәтселәре өсөн тәбиғи. Ғайса ризыҡ ашап кинәнгән, шулай уҡ башҡаларҙы туҡландырған. Ул ял итеүҙең мөһимлеген аңлаған. Ә Павел енси теләктәрҙе никахта ҡәнәғәтләндереп булыуы хаҡында яҙған.

Һөйләшеүҙәрегеҙ һеҙҙең рух буйынса йәки гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса йәшәүегеҙҙе күрһәтәме? (10, 11-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

10. Римдарға 8:5, 6-лағы «теләктәре буйынса... фекер йөрөтә» тигән һүҙҙәр нимәне аңлата?

10 Улайһа, гонаһлы тәбиғәт теләктәре тураһында уйлап йәшәү хаҡында яҙғанда, Павел нимәне күҙ уңында тотҡан һуң? Бер белешмәлә әйтелгәнсә, Павел ҡулланған грек һүҙе «аҡыл менән йөрәкте нимәгәлер көйләү, эш итеүҙе ентекле планлаштырыр өсөн фекерләү һәләтен ҡулланыу» тигән мәғәнә йөрөтә. Гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәгән кешенең тормошон күбеһенсә уның гонаһлы теләктәре йүнәлтә. Римдарға 8:5-тә ҡулланылған һүҙ тураһында бер ғалим бына нимә тигән: «Уларҙың бөтә уйҙары — ҡыҙыҡһыныуҙары, һөйләшеүҙәре, шөғөлдәре һәм шатлыҡтары — тәнгә ҡағыла».

11. Нимәне беренсе урынға ҡуйыуыбыҙҙы тикшергәндә, тормоштоң ниндәй өлкәләре тураһында уйланырға кәрәк?

11 Римдағы мәсихселәр үҙ тормошо ысынында нимәгә тупланған икәне хаҡында уйланырға тейеш булған. Бәлки, уларҙың тормошонда гонаһлы тәбиғәткә ҡағылышлы нәмәләр өҫтөнлөк алғандыр? Беҙгә лә был хаҡта уйланырға кәрәк. Беҙҙе барыһынан да бигерәк нимә ҡыҙыҡһындыра? Һөйләшеүҙәребеҙ нимә хаҡында? Көндән-көн нимәне күҙ уңында тотоп йәшәйбеҙ? Шундай һорауҙар өҫтөндә уйланып, кемдер үҙенең шараптың яңы сорттарын тәмләп ҡарауға әүәҫләнеп киткәнен абайлар, кемдер тормошонда төп хәстәрлек — йорт йыһазландырыу икәнен аңлар, ә кемдер үҙенең тик инвестициялар, мода яңылыҡтары, отпуск планлаштырыу һәм башҡа шундай темалар менән генә ҡыҙыҡһыныуын асыҡлар. Быларҙың барыһы хаҡында уйлау насар түгел һәм кеше өсөн тәбиғи. Мәҫәлән, Ғайса бер ваҡыт һыуҙы шарапҡа әйләндергән, ә Павел Тимофейға «аҙ ғына шарап» эсергә ҡушҡан (1 Тим. 5:23; Яхъя 2:3—11). Ләкин уларҙың бөтә «һөйләшеүҙәре, шөғөлдәре һәм шатлыҡтары» шарапҡа бәйле булғанмы? Әлбиттә, юҡ. Ә беҙҙең хаҡта нимә әйтеп була? Тормошобоҙҙа иң мөһиме нимә?

12, 13. Ни өсөн нимә тураһында уйлап йәшәүебеҙҙе тикшереү үтә мөһим?

12 Үҙ-үҙеңде тикшереү бик мөһим. Ни өсөн? Павел: «Гонаһлы тәбиғәт буйынса уйлау — үлемгә... килтерә», — тип яҙған (Рим. 8:6). Был бик етди киҫәтеү: һүҙ тәүҙә — рухи, ә һуңыраҡ тура мәғәнәләге үлем хаҡында бара. Шулай ҙа Павел, гонаһлы теләктәр тураһында уйлап йәшәгән кеше мотлаҡ үләсәк, тимәгән. Кеше үҙгәрергә мөмкин. Коринфтағы гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәй башлаған мәсихсене иҫкә төшөрөгөҙ. Уны йыйылыштан сығарғандар, әммә ул төҙәлә алған. Насар тәртибенән баш тартып, ул яңынан тура юлға баҫҡан (2 Кор. 2:6—8).

13 Коринфтағы шул кеше үҙгәрә алғас, тимәк, хәҙерге ваҡытта ниндәйҙер дәрәжәлә гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәй башлаған мәсихселәр ҙә быны эшләй ала. Павелдың ундай кешеләрҙе нимә көтөүе хаҡында яҙған киҫәтеүе мәсихселәрҙе кәрәкле үҙгәрештәр яһар өсөн бар көстәрен һалырға этәрергә тейеш!

РУХ ХУПЛАҒАН НӘМӘЛӘР ТУРАҺЫНДА УЙЛАУ

14, 15. а) Гонаһлы теләктәр хаҡында уйлау урынына нимә тураһында уйлап йәшәргә кәрәк? б) «Рух буйынса уйлау» нимәне аңлатмай?

14 Гонаһлы тәбиғәт теләктәре тураһында уйлап йәшәүҙән киҫәткәндән һуң, илсе бындай өмөтлө һүҙҙәр яҙған: «Рух буйынса уйлау тормошҡа һәм именлеккә килтерә». Ниндәй иҫ киткес бүләк! Уны нисек алырға?

15 «Рух буйынса уйлау», йәғни рух хуплаған нәмәләр тураһында уйлап йәшәү — хыял диңгеҙендә йөҙөү тигән һүҙ түгел. Был шулай уҡ һәр ваҡыт Изге Яҙма, Йәһүәгә ҡарата һөйөү һәм киләсәккә өмөт тураһында ғына уйлауҙы һәм һөйләшеүҙе аңлатмай. Мәҫәлән, Павел һәм беренсе быуатта йәшәгән башҡа мәсихселәр ғәҙәти тормош алып барған. Улар тәмле ризыҡ ашап һәм шарап эсеп кинәнгән. Уларҙың күбеһе ғаилә тормошоноң шатлыҡтарын татыған һәм, аҡса эшләп, ғаиләһе хаҡында ҡайғыртҡан (Марк 6:3; 1 Фес. 2:9).

16. Павел, ғәҙәти тормош алып барһа ла, нимәне беренсе урынға ҡуйған?

16 Әммә Алланың шул ваҡытта йәшәгән хеҙмәтселәре тормоштағы ғәҙәти эштәрҙе беренсе урынға ҡуймаған. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Павел сатыр яһау менән шөғөлләнгән, ләкин даими вәғәзләү һәм кешеләрҙе хәҡиҡәткә өйрәтеү уның өсөн иң мөһиме булған. (Ғәмәлдәр 18:2—4; 20:20, 21, 34, 35-те уҡығыҙ.) Һәм Римдағы имандаштарын ул шул уҡ эштәргә дәртләндергән. Шулай итеп, Павел рухи нәмәләрҙе тормошонда беренсе урынға ҡуйған, һәм Римда йәшәгән мәсихселәр унан өлгө алырға тейеш булған. Беҙгә лә шулай эш итергә кәрәк (Рим. 15:15, 16).

17. Рух хуплаған нәмәләр хаҡында уйлап йәшәһәк, тормошобоҙ ниндәй буласаҡ?

17 Рух хуплаған нәмәләр тураһында уйлап йәшәһәк, беҙҙе нимә көтә? Римдарға 8:6-ла асыҡ итеп былай тиелгән: «Рух буйынса уйлау тормошҡа һәм именлеккә килтерә». Рух хуплаған нәмәләр хаҡында уйлар өсөн, беҙгә Алла рухына аҡылыбыҙға тәьҫир итергә бирергә һәм Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүешен үҙләштерергә кәрәк. Рухи нәмәләрҙе беренсе урынға ҡуйһаҡ, тормошобоҙ инде бөгөн һис шикһеҙ бәхетле һәм мәғәнәле буласаҡ. Ә киләсәктә беҙ — күктәме, ерҙәме — мәңге йәшәйәсәкбеҙ.

18. Ни өсөн, рух хуплаған нәмәләр хаҡында уйлау тыныслыҡ килтерә, тип әйтеп була?

18 Ә ниндәй мәғәнәлә рух хуплаған нәмәләр хаҡында уйлау именлек, йәғни тыныслыҡ килтерә? Күп кешеләрҙең йән тыныслығына эйә булыр өсөн һалған тырышлыҡтары уңышһыҙ булып сыға, ә беҙ инде хәҙер эске тыныслыҡ тоябыҙ. Мәҫәлән, беҙ туғандарыбыҙ һәм имандаштарыбыҙ менән татыу булырға тырышабыҙ. Үҙебеҙҙең дә, ҡәрҙәштәрҙең дә камил түгел икәнен аңлау бик мөһим. Шунлыҡтан ваҡыт-ваҡыт беҙҙең арала аңлашылмаусанлыҡтар тыуырға мөмкин. Шундай осраҡтарҙа беҙгә Ғайса Мәсихтең: «Туғаның менән яраш», — тигән кәңәше буйынса эш итергә кәрәк (Матф. 5:24). Ҡәрҙәшебеҙ ҙә именлек Аллаһына хеҙмәт итә икәнен иҫкә төшөрһәк, уның менән ярашыу еңелерәк буласаҡ (Рим. 15:33; 16:20).

19. Рух хуплаған нәмәләр хаҡында уйланһаҡ, тағы ниндәй фатихаға эйә булырбыҙ?

19 Рух хуплаған нәмәләр хаҡында уйланып, беҙ сағыштырғыһыҙ фатихаға — Алла менән татыу мөнәсәбәттәргә эйә булабыҙ. Ишағыя үҙе йәшәгән көндәргә ҡағылған, әммә беҙҙең көндәрҙә тағы ла ҙурыраҡ масштабта үтәлгән бындай пәйғәмбәрлек яҙып ҡалдырған: «Һин [Йәһүә] үҙеңә таянған кешеләрҙе яҡларһың. Уларға бөтмәҫ тыныслыҡ бирерһең, сөнки улар һиңә өмөтләнә» (Ишағ. 26:3; Римдарға 5:1-ҙе уҡығыҙ).

20. Ни өсөн һеҙ Римдарға 8-се бүлектәге кәңәш өсөн рәхмәтле?

20 Шулай итеп, майланған мәсихселәр ҙә, ерҙә йәшәргә өмөтләнеүселәр ҙә Римдарға 8-се бүлектә яҙылған кәңәш өсөн рәхмәтле була ала. Беҙ барыбыҙ ҙа гонаһлы тәбиғәт буйынса йәшәүҙән киҫәтеү өсөн бик рәхмәтлебеҙ! Беҙ: «Рух буйынса уйлау тормошҡа һәм именлеккә килтерә», — тигән һүҙҙәргә ҡолаҡ һалыу ни тиклем аҡыллы икәнен асыҡ күрәбеҙ. Ошо кәңәш буйынса эш итеүселәр мәңгелек тормош менән бүләкләнәсәк, сөнки Павел былай тип яҙған: «Гонаһ әжере — үлем, ә Алла бүләге — Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтәге мәңгелек тормош» (Рим. 6:23).