Хәтерләйһегеҙме?
Һуңғы брошюраларҙы иғтибар менән уҡынығыҙмы? Аҫта килтерелгән һорауҙарға яуап бирә алаһығыҙмы?
Матфей 18:15—17-ләге һүҙҙәрҙе әйткәндә, Ғайса Мәсих ниндәй гонаһты күҙ уңында тотҡан?
Ул конфликта ҡатнашлығы булған кешеләр араһында сиселә алған хәлдәр хаҡында әйткән. Шулай ҙа Ғайса күҙ уңында тотҡан гонаһ бик етди һәм, әгәр уның арҡаһында тыуған проблемалар сиселмәһә, кешене йыйылыштан сығарыуға килтерергә мөмкин. Ундай гонаһтарға, мәҫәлән, алдашыу һәм кешенең исеменә тап төшөргән яла яғыу керә (bw570, 11, 12 бб.).
Изге Яҙманы уҡыуҙан күберәк файҙа алыр өсөн нимә эшләп була?
Бына бер нисә кәңәш: Алла Һүҙен уҡыу өсөн зиһенегеҙҙе әҙерләгеҙ; был өҙөктә тормошоғоҙҙа ҡулланырлыҡ ниндәй яңы фекерҙәр барлығы хаҡында уйланығыҙ; үҙ-үҙегеҙгә һорауҙар бирегеҙ (мәҫәлән, башҡаларға ярҙам итер өсөн был мәғлүмәт менән нисек файҙаланып була?); тейешле ҡоралдар ярҙамында тикшереү үткәрегеҙ (bw570, 29—31 бб.).
Терелтеүгә өмөттө иҫәпкә алғанда, мәсихсе өсөн ғәзиз кешеһе үлгәненә ҡайғырыу урынлымы?
Терелтеүгә ышаныу яҡын кешене юғалтыу килтергән әрнеүҙән азат итмәй. Сара үлгәс, Ибраһим уның тураһында ҡайғырып илаған (Баш. 23:2). Ваҡыт уҙыу менән әрнеү аҡрынлап баҫыла (bw570, 4 б.).
Йәзәкил китабының 9-сы бүлегендәге күренештә биленә сәркәтип тартмаһы таҡҡан кеше һәм ҡулдарына емерер өсөн ҡорал тотҡан алты кеше кемде символлаштыра?
Улар Иерусалимды емереүҙә ҡатнашҡан һәм Армагеддонда Шайтандың яуыз донъя төҙөлөшөн юҡ итеүҙә ҡатнашасаҡ күк ғәскәрен символлаштыра. Күренештең хәҙерге үтәлешендә биленә сәркәтип тартмаһы таҡҡан кеше ҡотолоусыларҙың маңлайҙарына билдә ҡуйған Ғайса Мәсихте символлаштыра (bw571, 16, 17 бб.).
Изге Яҙманың һаҡланып ҡалыуына нимә янаған?
1) Изге Яҙманы яҙыусылар ҡулланған папирус һәм пергамент ваҡыт уҙыу менән серегән; 2) сәйәси һәм дини етәкселәр уны юҡ итергә тырышҡан; 3) Изге Яҙманың тексын үҙгәртергә маташҡандар (bw572, 4—7 бб.).
Тормошто нисек ябайлаштырып була?
Төп ихтыяждарҙы билдәләгеҙ һәм кәрәкмәгән сығымдарҙан арынығыҙ. Реаль бюджет төҙөгөҙ. Кәрәкмәгән әйберҙәрҙән ҡотолоғоҙ һәм бурыстарҙы түләп бөтөрөгөҙ. Донъяуи эшкә киткән ваҡытты кәметегеҙ һәм хеҙмәтте киңәйтергә маҡсат ҡуйығыҙ (bw572, 12 б.).
Изге Яҙма буйынса, нимә алтындан да, көмөштән дә ҡиммәтерәк?
Әйүп 28:12, 15-тә әйтелгәнсә, Алланан килгән зирәклек алтындан да, көмөштән дә ҡиммәтерәк. Ундай зирәклекте эҙләгәндә, баҫалҡы булып ҡалырға һәм иманығыҙҙы нығытырға тырышығыҙ (bw573, 18—19 бб.).
Ағай-ҡәрҙәштәргә һаҡал үҫтерергә буламы?
Ҡайһы бер мәҙәниәттәрҙә тәрбиәләп ҡырҡылған һаҡал килешле күренә һәм һөйөнөслө хәбәрҙән иғтибарҙы ситкә йүнәлтмәй. Шулай ҙа ҡайһы бер ағай-ҡәрҙәштәр һаҡал үҫтермәҫкә булған (1 Кор. 8:9). Башҡа мәҙәниәттәрҙә иһә мәсихселәр өсөн һаҡал йөрөтөү дөрөҫ булмаҫ ине (bw574, 21 б.).
Ни өсөн Изге Яҙмала тасуирланған Дауыт һәм Ғәлиәф тураһындағы хәбәргә ышанып була?
Ғәлиәфтең буйы рәсми рәүештә теркәлгән иң оҙон кешенең буйынан 15 сантиметрға ғына оҙонораҡ булған. Археологтар тапҡан бер боронғо яҙыуҙа Дауыт йорто иҫкә алына, Ғайса Мәсих тә Дауыттың ысынлап та йәшәгәнен раҫлаған. Изге Яҙмалағы мәғлүмәт факттарға ҡаршы килмәй (bp174-TAT, 13 б.).
Белем, аңлау һәләте һәм зирәклек араһында ниндәй айырма бар?
Белеме булған кеше мәғлүмәт һәм факттар туплай. Аңлау һәләтенә эйә булған кеше бер факттың икенсеһе менән нисек бәйле булғанын күрә. Ә зирәк кеше, белемгә аңлау һәләтен ҡушып, уларҙы тормошта ҡуллана белә (bw575, 18 б.).