Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йәштәр, Алла һеҙҙең бәхетле булыуығыҙҙы теләй

Йәштәр, Алла һеҙҙең бәхетле булыуығыҙҙы теләй

«Ул ғүмерең буйы һине яҡшы нәмәләр менән туйындыра» (ЗӘБ. 103:5).

ЙЫРҘАР: 135, 39

1, 2. Ни өсөн тормошта маҡсаттар билдәләгәндә Барлыҡҡа килтереүсене тыңлау аҡыллы? (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

ЙӘШ саҡта егеттәр һәм ҡыҙҙар киләсәкте планлаштырыу тураһында күп кәңәштәр ишетә. Уҡытыусылар һәм башҡа кешеләр һине юғары белем алырға йә уңышлы карьера яһарға өндәргә мөмкин. Әммә Йәһүә бөтөнләй икенсе төрлө кәңәштәр бирә. Әлбиттә, ул һинең мәктәптә яҡшы уҡыуыңды теләй, сөнки был һиңә киләсәктә үҙ-үҙеңде тәьмин итергә ярҙам итәсәк (Кол. 3:23). Әммә ул йәш саҡта һиңә бөтә тормошоңа тәьҫир итәсәк мөһим ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәклеген дә белә. Шуға күрә Алла беҙгә ышаныслы принциптар биргән. Шул принциптар буйынса эш итеп, һин был һуңғы көндәрҙә тормошоңдо уны шатландырырлыҡ итеп ҡора алырһың (Матф. 24:14).

2 Шуны ла онотма: Йәһүә бөтә нәмәне белә. Уға киләсәктә ниндәй ваҡиғалар буласағы, шулай уҡ был донъяның ахыры ни тиклем яҡын икәне билдәле (Ишағ. 46:10; Матф. 24:3, 36). Бынан тыш, Йәһүә һине лә яҡшы белә. Ул һиңә нимә бәхет килтерәсәген, ә нимә бәхетһеҙ итәсәген белә. Кешеләрҙең кәңәштәре ҡолаҡҡа ятышлы булып яңғырарға мөмкин, ләкин, әгәр был кәңәштәр Алла Һүҙенә нигеҙләнмәһә, уларҙы аҡыллы тип әйтеп булмай (Ғиб. һүҙ. 19:21).

«ЙӘҺҮӘГӘ ҠАРШЫ ҠУЙЫРЛЫҠ» ЗИРӘКЛЕК ЮҠ

3, 4. Насар кәңәш Әҙәм менән Һауаға һәм уларҙың балаларына нисек тәьҫир иткән?

3 Беренсе насар кәңәш кешелек тарихының иң башында уҡ яңғыраған. Шайтан Һауаға, нисек йәшәргә икәнен Әҙәм менән үҙегеҙ ҡарар итһәгеҙ, бәхетлерәк булырһығыҙ, тигән (Баш. 3:1—6). Әммә Шайтан үҙен генә уйлаған! Ул Әҙәм менән Һауаның, шулай уҡ уларҙың тыуасаҡ тоҡомдарының Йәһүәгә түгел, ә үҙенә буйһоноуын һәм табыныуын теләгән. Ләкин Шайтан кешеләр өсөн бер нәмә лә эшләмәгән. Бөтә нәмәне кешеләргә Йәһүә биргән. Алла Әҙәмгә — ҡатын, ә Һауаға ир бүләк иткән, ул шулай уҡ уларға иҫ киткес матур ожмах баҡсаһы, камил тән һәм мәңге йәшәү мөмкинлеге биргән.

4 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әҙәм менән Һауа Алланы тыңламаған. Шулай итеп улар үҙҙәрен Тормош сығанағынан айырған. Был бик аяныс эҙемтәләргә килтергән. Өҙөлгән сәскә шикелле, Әҙәм менән Һауа әкренләп шиңә башлаған һәм ахыр сиктә үлгән. Шуның арҡаһында уларҙың балалары, шул иҫәптән беҙ ҙә ғазап сигәбеҙ (Рим. 5:12). Әҙәм менән Һауа кеүек, бөгөн күпселек кеше, Алланың әйткәндәрен һанға һуҡмайынса, үҙҙәре теләгәнде генә эшләй (Ефес. 2:1—3). Уларҙың тормошо — «Йәһүәгә ҡаршы ҡуйырлыҡ зирәклек» юҡ икәненә асыҡ дәлил (Ғиб. һүҙ. 21:30).

5. Йәһүә кешеләргә ҡарата нимәлә шикләнмәгән, һәм ул яңылышҡанмы?

5 Шулай ҙа Йәһүә ҡайһы бер кешеләрҙең, шул иҫәптән күп йәштәрҙең уны белергә теләренә һәм уға хеҙмәт итеренә шикләнмәгән (Зәб. 103:17, 18; 110:3). Шундай йәштәр Йәһүә өсөн бик ҡәҙерле! Һин уларҙың береһеме? Улайһа, һин, һис шикһеҙ, Алланан килгән «яҡшы нәмәләргә» кинәнәһең, һәм был тормошоңдо бәхетлерәк итә. (Зәбур 103:5-те уҡығыҙ *; Ғиб. һүҙ. 10:22.) Был бүләктәр араһында рухи аҙыҡ, яҡшы дуҫтар, мәғәнәле маҡсаттар һәм ысын азатлыҡ бар. Әйҙәгеҙ, улар хаҡында күберәк беләйек.

ЙӘҺҮӘ РУХИ ИХТЫЯЖДАРҘЫ ҠӘНӘҒӘТЛӘНДЕРӘ

6. Ни өсөн рухи ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү бик мөһим, һәм Йәһүә был йәһәттән беҙгә нисек ярҙам итә?

6 Хайуандарҙың рухи ихтыяждары юҡ, икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, улар Барлыҡҡа килтереүсене белеүгә мохтажлыҡ һиҙмәй. Әммә беҙ быға мохтаж (Матф. 4:4). Алланы тыңлап, беҙ аңлау һәм зирәклек туплайбыҙ, шулай уҡ бәхетлерәк булып китәбеҙ. Ғайса Мәсих былай тигән: «Аллаға мохтаж булыуҙарын аңлағандар бәхетле» (Матф. 5:3). Алла үҙенең Һүҙе, шулай уҡ «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» сығарған рухи аҙыҡ ярҙамында һинең рухи ихтыяждарыңды ҡәнәғәтләндерә (Матф. 24:45). Рухи аҙыҡтың муллығы таң ҡалдыра! (Ишағ. 65:13, 14).

7. Рухи аҙыҡ һиңә нисек ярҙам итә?

7 Рухи аҙыҡ һиңә зирәклек тупларға һәм фекерләү һәләтен үҫтерергә ярҙам итер, ә был, үҙ сиратында, һине төрлө ҡурҡыныстарҙан һаҡлар. (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:10—14-те уҡығыҙ *.) Был сифаттар һиңә ҡайһы бер ҡараштарҙың, мәҫәлән, Барлыҡҡа килтереүсе юҡ тигән тәғлимәттең дөрөҫ түгел икәнен аңларға ярҙам итер. Улар шулай уҡ һине, аҡса һәм матди нәмәләр — бәхет асҡысы, тигән ялғандан яҡлар. Өҫтәүенә, был сифаттар һиңә насар теләктәрҙе кире ҡағырға һәм зыянлы ғәҙәттәрҙән һаҡланырға ярҙам итер. Шуға күрә зирәк булыр өсөн һәм айыҡ фекер йөрөтөр өсөн бөтә көсөңдө һал. Шул саҡта һин Йәһүәнең үҙеңде яратҡанын һәм һиңә иң яҡшыһын теләгәнен күрерһең (Зәб. 34:8; Ишағ. 48:17, 18).

8. Ни өсөн хәҙерҙән үк Аллаға яҡынлашыу үтә мөһим, һәм киләсәктә был һиңә нисек ярҙам итер?

8 Тиҙҙән Шайтан донъяһының бөтә өлөштәре юҡҡа сығасаҡ. Ул ваҡытта Йәһүә генә беҙҙе яҡлай алыр. Шул осорҙа, бәлки, уның ярҙамынан тыш хатта ризыҡ та табыуы ауыр булыр (Аб. 3:2, 12—19). Шуға күрә хәҙерҙән үк Аллаға яҡынлашыу һәм уға тағы ла нығыраҡ таянырға өйрәнеү үтә мөһим (2 Пет. 2:9). Шулай эшләһәң, киләсәктә ниндәй генә ваҡиғалар булһа ла, һин Дауыт кеүек: «Йәһүә гел минең ҡаршымда. Мин һис ҡасан ҡаҡшамам, сөнки ул минең уң яғымда», — тип әйтә алырһың (Зәб. 16:8).

ЙӘҺҮӘ ЯҠШЫ ДУҪТАР БҮЛӘК ИТӘ

9. а) Яхъя 6:44-тәге һүҙҙәр буйынса, Йәһүә нимә эшләй? б) Башҡа ҡәрҙәштәр менән танышыуҙың ниндәй үҙенсәлекле яғы бар?

9 Әйтәйек, һин хәҡиҡәттә булмаған берәй кеше менән танышаһың, ти. Һиңә уның тураһында нимә билдәле? Бәлки, уның исеме һәм нисек кейенгәне генәлер. Әммә, берәй ҡәрҙәш менән танышҡанда, хәл бөтөнләй башҡа. Һин уның Йәһүәне яратҡанын беләһең. Һиңә шул да билдәле: Йәһүә, был ҡәрҙәштең ниндәйҙер яҡшы яҡтарын күреп, уны үҙенең ғаиләһенә саҡырған. (Яхъя 6:44-те уҡығыҙ.) Ул сығышы менән ҡайҙан ғына булһа ла һәм ниндәй генә мөхиттә үҫһә лә, һин уның тураһында инде күпте беләһең, һәм ул да һинең хаҡта күпте белә.

Йәһүә иң яҡшы дуҫтарға эйә булыуыбыҙҙы һәм рухи маҡсаттар ҡуйыуыбыҙҙы теләй (9—12-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

10, 11. Йәһүә хеҙмәтселәренең ниндәй уртаҡ яҡтары бар, һәм был һиндә ниндәй хистәр уята?

10 Һин таныш булмаған берәй ҡәрҙәште осратҡанда, һеҙҙең инде иң мөһим нәмәләргә ҡараштарығыҙ уртаҡ. Төрлө телдәрҙә һөйләшһәгеҙ ҙә, «саф» хәҡиҡәт теле һеҙҙе берләштерә (Саф. 3:9). Шулай булғас, һеҙ икегеҙ ҙә бер үк Аллаға ышанаһығыҙ һәм бер үк әхлаҡи нормалар буйынса йәшәйһегеҙ, шулай уҡ икегеҙ ҙә иҫ киткес киләсәккә өмөтләнәһегеҙ. Быларҙың барыһы һеҙгә бер-берегеҙгә ышанырға нигеҙ бирә һәм мәңге дауам итә алған ныҡлы дуҫлыҡ үҫтерергә мөмкинлек аса.

11 Шуға күрә Йәһүәгә хеҙмәт итһәң, һис тә шикләнмәйенсә, минең иң яҡшы дуҫтарым бар, тип әйтә алаһың. Һинең бөтә ер шары буйынса дуҫтарың бар, һәм киләсәктә һин уларҙың күбеһе менән таныша алырһың! Алла хеҙмәтселәренән башҡа тағы кем ундай бүләккә кинәнә ала?

ЙӘҺҮӘ МӘҒӘНӘЛЕ МАҠСАТТАР ҠУЙЫРҒА ЯРҘАМ ИТӘ

12. Һин ниндәй рухи маҡсаттар ҡуя алаһың?

12 Вәғәзсе 11:9—12:1-ҙе уҡығыҙ *. Һинең рухи маҡсаттарың бармы? Бәлки, һин Изге Яҙманы көн дә уҡырға, йыйылыш осрашыуҙарына йөкләмәләрҙе сифатлыраҡ итеп әҙерләргә, яҡшыраҡ уйланылған комментарийҙар бирергә йәки вәғәздә Изге Яҙманы оҫтараҡ ҡулланырға маҡсат ҡуйғанһыңдыр. Үҙеңдең ниндәйҙер өлкәлә яҡшырғаныңды һиҙгәндә йә берәйһе һиңә был хаҡта әйткәндә, һин үҙеңде нисек тояһың? Моғайын, күңелең шатлыҡ менән тулалыр. Ни өсөн? Сөнки һин, Ғайса кеүек, Йәһүә теләгәнде эшләйһең (Зәб. 40:8; Ғиб. һүҙ. 27:11).

13. Ни өсөн Аллаға хеҙмәт итеү был донъяла киң таралған маҡсаттарға ынтылыуға ҡарағанда яҡшыраҡ?

13 Иғтибарыңды хеҙмәткә туплап, һин бәхет килтергән һәм тормошоңдо мәғәнәле иткән эште башҡараһың. Илсе Павел былай тип яҙған: «Раббы эшенә һәр ваҡыт үҙегеҙҙе бағышлап һәм бар көсөгөҙҙө һалып, ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ, Раббы өсөн хеҙмәтегеҙҙең бушҡа булмағанын беләһегеҙ бит» (1 Кор. 15:58). Ә был донъяла киң таралған маҡсаттарға ынтылыу иһә, мәҫәлән, күп аҡса эшләргә йә дан ҡаҙанырға тырышыу ысын бәхет килтермәй. Хатта уңышҡа өлгәшкән кешеләр ҙә йыш ҡына күңел бушлығы тоя (Лука 9:25). Сөләймән батша быны үҙ тәжрибәһендә татыған (Рим. 15:4).

14. Сөләймәндең осрағынан ниндәй һабаҡ алып була?

14 Сөләймән батша ер йөҙөндә ҡасан да булһа йәшәгән иң бай һәм иң дәрәжәле кешеләрҙең береһе булған. Ул «рәхәт тормош татып ҡарарға» булған (Вәғ. 2:1—10). Шуға күрә Сөләймән зиннәтле йорттар төҙөгән, матур-матур баҡсалар ултыртҡан һәм башҡа теләктәрен тормошҡа ашырған. Ул бәхет һәм ҡәнәғәтлек кисергәнме? Башҡарған бөтә эштәренә әйләнеп ҡарағас, Сөләймән былай тигән: «Шуны күрҙем: бар нәмә мәғәнәһеҙ... Бер нәмәнең дә әһәмиәте юҡ» (Вәғ. 2:11). Һин Сөләймәндең осрағынан һабаҡ алырһыңмы?

15. Ни өсөн көслө иман үҫтереү мөһим, һәм, Зәбур 32:8 буйынса, ундай иман һиңә нисек ярҙам итә ала?

15 Ҡайһы берәүҙәр, хаталар яһап, аяныс эҙемтәләр кисергәндән һуң ғына һабаҡтар ала. Йәһүә һине шундай проблемаларҙан һаҡларға теләй, шуға һине тыңлаусан булырға өндәй. Бының өсөн иман кәрәк, әммә һин иманға нигеҙләнеп ҡабул иткән ҡарарҙарыңа бер ваҡытта ла үкенмәйәсәкһең. Иҫеңдә тот: Йәһүә «Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәте[ңде]» бер ҡасан да онотмаясаҡ (Евр. 6:10). Шунлыҡтан көслө иман үҫтерер өсөн бөтә тырышлығыңды һал. Шул саҡта һин аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итерһең һәм күктәге Атайыңдың һиңә иң яҡшыһын ғына теләгәнен күрерһең. (Зәбур 32:8-ҙе уҡығыҙ *.)

АЛЛА ЫСЫН АЗАТЛЫҠ БИРӘ

16. Ни өсөн азатлыҡты ҡәҙерләргә һәм уны аҡыллы итеп ҡулланырға кәрәк?

16 Павел: «Раббы Рухы булған ерҙә — азатлыҡ», — тип яҙған (2 Кор. 3:17). Йәһүә азатлыҡты ярата, һәм ул шундай хисте беҙҙең күңелгә лә һалған. Шулай ҙа Йәһүә һинең азатлыҡты аҡыллы итеп ҡулланыуыңды көтә, сөнки һине төрлө ҡурҡыныстарҙан һаҡларға теләй. Ҡайһы бер йәштәштәрең порнография ҡарарға, әхлаҡһыҙ тормош алып барырға, ғүмерҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған спорт төрҙәре менән шөғөлләнергә, иҫерткес эсемлектәрҙе саманан тыш күп эсергә йә наркотик ҡулланырға мөмкин. Тәүҙә шундай эштәрҙең ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс булып күренеүе ихтимал, әммә улар йыш ҡына аяныс эҙемтәләргә, мәҫәлән, ауырыуҙарға, әүәҫлеккә йә хатта үлемгә килтерә (Гал. 6:7, 8). Шундай эштәр менән шөғөлләнгән йәштәр үҙҙәрен азат итеп тойорға мөмкин, ләкин ысынында улай түгел.

17, 18. а) Ни өсөн Алланы тыңлау беҙгә ысын азатлыҡ бирә? б) Ниндәй мәғәнәлә Әҙәм менән Һауа хәҙерге ваҡытта йәшәгән кешеләргә ҡарағанда күберәк азатлыҡҡа эйә булған?

17 Ә Йәһүәне тыңлау иһә һаулығыбыҙҙы ныҡ килеш һаҡларға ярҙам итә һәм беҙгә ысын азатлыҡ бирә (Зәб. 19:7—11). Азатлығыңды аҡыллы итеп ҡулланып, йәғни Алланың камил ҡанундары һәм принциптары буйынса эш итеп, һин Аллаға ла, атай-әсәйеңә лә үҙеңдең ышаныслы кеше булыуыңды күрһәтәһең. Атай-әсәйең, бәлки, һиңә нығыраҡ ышана башлар һәм күберәк азатлыҡ бирер. Йәһүә тиҙҙән бөтә хеҙмәтселәренә лә камил азатлыҡ бирергә вәғәҙә итә. Был азатлыҡ Изге Яҙмала «Алла балаларының данлы азатлығы» тип атала (Рим. 8:21).

18 Әҙәм менән Һауа тап шундай азатлыҡҡа кинәнгән дә. Эден баҡсаһында Алла уларҙы тик бер генә нәмәнән тыйған. Уларға билдәле бер ағастың емештәрен ашарға ярамаған (Баш. 2:9, 17). Был әмерҙе биреп, Алла ғәҙелһеҙ йә сиктән тыш ҡаты эш иткәнме? Әлбиттә, юҡ! Уйлап ҡына ҡарағыҙ, бөгөн кешеләр ни тиклем күп ҡанунды белергә һәм үтәргә тейеш. Ә Йәһүә Әҙәм менән Һауаға бер генә ҡанун биргән.

19. Йәһүә менән Ғайса беҙҙе нисек азат булырға өйрәтә?

19 Беҙҙең менән мөғәмәлә иткәндә, Йәһүә иҫ киткес аҡыллылыҡ сағылдыра. Бик күп ҡанундар биреү урынына, ул сабырлыҡ менән беҙҙе яратыу ҡанунына өйрәтә. Ул беҙҙе үҙенең принциптары буйынса йәшәргә һәм насарлыҡты нәфрәт итергә өйрәтә (Рим. 12:9). Уның Улы, Ғайса Мәсих, үҙенең Тауҙағы вәғәзендә кешеләрҙең ни өсөн насар эштәр ҡылыуын аңлатҡан (Матф. 5:27, 28). Яңы донъяла, Алла Батшалығының Батшаһы булараҡ, Ғайса беҙҙе артабан да тәҡүәлеккә һәм яуызлыҡҡа үҙе ҡараған кеүек ҡарарға өйрәтәсәк (Евр. 1:9). Ғайса шулай уҡ аҡылыбыҙҙы һәм тәнебеҙҙе камил итәсәк. Күҙ алдына килтерегеҙ: тиҙҙән беҙ бер ниндәй ҡотҡоларға дусар булмаҫбыҙ һәм камилһыҙлыҡ килтергән ауырлыҡтарҙан интекмәҫбеҙ. Шул саҡта беҙ, ниһайәт, Йәһүә вәғәҙә иткән «данлы азатлы[ҡҡа]» кинәнербеҙ.

20. а) Йәһүә үҙенең азатлығын нисек ҡуллана? б) Һин Йәһүәнән нисек үрнәк ала алаһың?

20 Әлбиттә, яңы донъяла беҙҙең азатлыҡ барыбер сикле буласаҡ. Ни өсөн? Сөнки беҙгә бар эштәребеҙҙе лә Аллаға һәм башҡаларға ҡарата яратыуҙан сығып башҡарырға кәрәк булыр. Шулай эшләп, беҙ Йәһүәнән өлгө алабыҙ. Тулы азатлыҡҡа эйә булһа ла, Йәһүә бөтә эштәрен мөхәббәттән сығып башҡарырға, шул иҫәптән беҙҙең менән игелекле мөғәмәлә итергә ҡарар итә (1 Яхъя 4:7, 8). Шуға күрә, Алланан үрнәк алыусылар ғына ысын азатлыҡҡа эйә була ала, тигән һығымта яһау бик тә аҡыллы.

21. а) Дауыт Йәһүәгә ҡарата ниндәй хистәр кисергән? б) Киләһе мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

21 Һин Йәһүәнең бөтә бүләктәре өсөн рәхмәтлеме? Ул һиңә рухи аҙыҡ, яҡшы дуҫтар, мәғәнәле маҡсаттар, киләсәктә камил азатлыҡҡа эйә булыу мөмкинлеге һәм башҡа күп иҫ киткес бүләктәр бирә (Зәб. 103:5). Дауыт былай тип доға ҡылған: «Һин миңә тормош һуҡмағын белдерәһең. Һин барында — шатлыҡҡа күмеләм, һинең уң яғыңда булыу — һис бөтмәҫ бәхет ул» (Зәб. 16:11). Бәлки, һин дә үҙеңде Дауыт кеүек хис итәһеңдер. Киләһе мәҡәләлә беҙ 16-сы мәҙхиәлә иҫкә алынған башҡа ҡиммәтле бүләктәрҙе ҡарап сығырбыҙ. Был һиңә бәхетле тормош серҙәрен тағы ла асығыраҡ күрергә ярҙам итер!

^ 5 абз. Зәбур 103:5: «Ул ғүмерең буйы һине яҡшы нәмәләр менән туйындыра, һәм һинең йәшлегең бөркөттөкө шикелле яңыра».

^ 7 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 2:10—14: «Зирәклек йөрәгеңә инеп урынлашҡас, белем йән рәхәте булып киткәс, аң һине һаҡлап, үткер аҡыл һине яҡлап торор. Улар һине яман юлдан, аҙғын һүҙҙәр һөйләүсе кешенән ҡотҡарып торор. Намыҫлылыҡ юлынан тайпылып, ҡараңғылыҡ һуҡмағынан йөрөүселәрҙән, яман эшкә һөйөнөүселәрҙән, яуызлыҡҡа һәм аҙғынлыҡҡа ҡыуаныусыларҙан [яҡлап торор]».

^ 12 абз. Вәғәзсе 11:9—12:1: «Егет, йәш сағыңда шатланып йәшә, йәшлек көндәреңдә күңелең һөйөнһөн. Йөрәгең ҡушҡан һәм күҙҙәрең күргән юлдарҙан йөрө. Тик шуны бел: Алла һине бының барыһы өсөн хөкөмгә тартасаҡ. Шуға күрә күңелеңдәге борсолоуҙарҙы алып ташла, тәнеңде зыянлы нәмәләрҙән арындыр, йәшлек һәм ғүмер таңы — буш нәмә бит. Йәшлегеңдә бөйөк Барлыҡҡа килтереүсеңде иҫтә тот. Ауыр көндәрең еткәнсе, „тормоштан йәм тапмайым“, — тип әйтәсәк йылдарың килгәнсе [уны хәтерлә]».

^ 15 абз. Зәбур 32:8: «Мин һиңә аңлау һәләте бирермен һәм дөрөҫ юлға өйрәтермен. Кәңәш биреп, һине күҙәтермен».