Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йәштәр, тормош һеҙгә ҡәнәғәтлек килтерһен

Йәштәр, тормош һеҙгә ҡәнәғәтлек килтерһен

«Һин миңә тормош һуҡмағын белдерәһең» (ЗӘБ. 16:11).

ЙЫРҘАР: 133, 89

1, 2. Тониҙың миҫалы тормошто үҙгәртеп булғанын нисек раҫлай?

ТОНИ атайһыҙ үҫкән. Ул өлкән кластарҙа уҡып йөрөгән, әммә уҡыу уға әллә ни ҡыҙыҡ булмаған. Ысынында, ул мәктәпте ташларға уйлаған. Ял көндәрендә Тони йә киноға йөрөгән, йә дуҫтары менән ваҡыт үткәргән. Ул хулиган да булмаған, наркотик та ҡулланмаған, әммә тормоштоң мәғәнәһен күрмәгән һәм Алланың барлығына шикләнгән. Бер көндө Тони ике Йәһүә шаһитын осратҡан һәм улар менән үҙенең шиктәрен уртаҡлашҡан. Улар уға «Тормош яралыуы. Иғтибарға лайыҡ биш һорау» (урыҫ) һәм «Тормош яратылған булғанмы?» (тат.) тип аталған ике брошюра ҡалдырып киткән.

2 Ҡәрҙәштәр Тониға икенсе тапҡыр килгәндә, уның фекер йөрөтөүе тулыһынса үҙгәргән булған. Ул теге брошюраларҙы шул тиклем ентекләп уҡыған, улар хатта бөгәрләнеп бөткән. Тони уларға: «Алла булырға тейеш», — тигән. Ул Изге Яҙманы өйрәнә башлаған, һәм уның тормошҡа ҡарашы әкренләп үҙгәргән. Өйрәнеү башлағанға тиклем Тони мәктәптә насар уҡыған, әммә тиҙҙән ул иң яҡшы уҡыусыларҙың береһенә әйләнгән! Хатта мәктәп директоры ла аптыраған. Ул Тониға былай тигән: «Һинең тәртибең һәм билдәләрең шул тиклем яҡшырҙы! Был һинең Йәһүә шаһиттары менән аралаша башлауың арҡаһындамы?» Тони «эйе» тигән һәм директорға бер аҙ вәғәзләп алған. Ул мәктәпте яҡшы тамамлаған һәм бөгөн йыйылышта пионер һәм хеҙмәт ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Тони ҡайғыртыусан Атаһы Йәһүәгә яҡынлашыуына бик шат! (Зәб. 68:5).

ЙӘҺҮӘНЕ ТЫҢЛА, ҺӘМ УҢЫШЛЫ БУЛЫРҺЫҢ

3. Йәһүә йәштәргә ниндәй кәңәш бирә?

3 Тониҙың осрағы Йәһүәнең йәштәр хаҡында ысын күңелдән ҡайғыртыуын иҫебеҙгә төшөрә. Ул һинең уңышлы һәм бәхетле тормош алып барыуыңды теләй, шунлыҡтан «йәшлегеңдә бөйөк Барлыҡҡа килтереүсеңде иҫтә тоторға» кәңәш итә (Вәғ. 12:1). Ҡайһы саҡта был еңел түгел, шулай ҙа мөмкин. Алланың ярҙамы менән һин йәш сағыңда ла, өлкәнәйгәс тә бәхетле була алаһың. Быны яҡшыраҡ аңлар өсөн, әйҙәгеҙ, израилдәргә — Вәғәҙә ителгән ерҙе яулап алырға, ә Дауытҡа әзмәүер Ғәлиәфте еңергә нимә ярҙам иткәнен ҡарап сығайыҡ.

4, 5. Израилдәрҙең — ҡынаандарҙы, ә Дауыттың — Ғәлиәфте еңеүендә беҙҙең өсөн ниндәй мөһим һабаҡ бар? (Мәҡәлә башындағы рәсемдәрҙе ҡарағыҙ.)

4 Израилдәр Вәғәҙә ителгән ергә инергә торғанда, Йәһүә ниндәй күрһәтмәләр биргән? Ул уларға һуғышыуҙа оҫтарырға ҡушҡанмы? Юҡ! (Ҡан. 28:1, 2). Ул израилдәргә үҙенә буйһонорға һәм таянырға ҡушҡан (Еш. 1:7—9). Кеше күҙлегенән был бойороҡ сәйер булып күренә алған, әммә израилдәр өсөн был иң яҡшы кәңәш булған. Йәһүә ҡынаандарға ҡаршы һуғышҡан халҡына еңеү артынан еңеү яуларға ярҙам иткән (Еш. 24:11—13). Аллаға буйһонор өсөн көслө иман кәрәк булған, унһыҙ уңышҡа өлгәшеп булмай. Үткән заманда ла шулай булған, һәм хәҙер ҙә был һүҙҙәр хаҡ булып ҡала.

5 Ғәлиәф бик көслө һуғышсы булған. Уның оҙонлоғо 3 метрға еткән, ҡоралдары ла ҡурҡыныс булған (1 Сам. 17:4—7). Дауыттың иһә таш атҡысы ғына булған, әммә ул Аллаға ныҡ таянған. Иманһыҙ кеше, Дауыттың Ғәлиәф менән һуғышырға йыйынғанын күреп, уны аҡылһыҙ тип һанар ине. Ләкин, ысынында, Ғәлиәф аҡылһыҙ булған (1 Сам. 17:48—51).

6. Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

6 Үткән мәҡәләлә беҙ бәхетле тормош алып барырға ярҙам иткән дүрт кәңәште ҡарап сыҡҡайныҡ. Улар араһында: рухи ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү, Алланы яратҡан дуҫтар табыу, мәғәнәле маҡсаттар ҡуйыу һәм Алла биргән азатлыҡты ҡәҙерләү. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, 16-сы мәҙхиәлә телгә алынған принциптарға иғтибар итеп, был кәңәштәрҙе ентекләберәк ҡарап сығайыҡ.

РУХИ ИХТЫЯЖДАРЫҢДЫ ҠӘНӘҒӘТЛӘНДЕР

7. а) Һин рухи ҡарашлы кешене нисек тасуирлап бирер инең? б) Дауыттың, Йәһүә — минең өлөшөм, тигән һүҙҙәре нимәне аңлата, һәм был Дауытта ниндәй хистәр тыуҙырған?

7 Рухи кеше Аллаға иман итә һәм бөтә нәмәгә Алла кеүек ҡарарға тырыша. Ул тәүәккәллек менән Йәһүәгә буйһона һәм уның кәңәштәрен тота (1 Кор. 2:12, 13). Дауыт рухи ҡарашлы булыуҙа бик яҡшы үрнәк ҡалдырған. Ул: «Йәһүә — минең... өлөшөм», — тип йырлаған (Зәб. 16:5). Дауыт үҙенең «өлөшө», йәғни Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәре өсөн бик рәхмәтле булған һәм Йәһүәлә «һыйыныу урыны» тапҡан (Зәб. 16:1). Һөҙөмтәлә ул: «Бар булмышым шатлана», — тип әйтә алған. Йәһүә менән дуҫлыҡ Дауытҡа иң ҙур бәхет килтергән! (Зәбур 16:9, 11-ҙе уҡығыҙ *.)

8. Тормош ҡәнәғәтлек килтерһен өсөн нимә эшләп була?

8 Аҡса йә күңел асыуҙар тураһында ғына уйлаған кешеләр бер ваҡытта ла Дауыт кеүек бәхетле була алмаясаҡ (1 Тим. 6:9, 10). Канаданан бер ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Ысын ҡәнәғәтлек тормоштан нимә алыуыңдан түгел, ә игелекле бүләктәр биреүсе Йәһүә Аллаға нимә биреүеңдән тора» (Яҡ. 1:17). Көслө иман үҫтереү һәм Йәһүәгә хеҙмәт итеү тормошто мәғәнәле итә һәм ҡәнәғәтлек килтерә. Иманды нығытыр өсөн нимә эшләп була? Йәһүәнең Һүҙен уҡып, ул барлыҡҡа килтергән нәмәләрҙе күҙәтеп һәм Алланың сифаттары, шул иҫәптән уның һине ни тиклем яратыуы тураһында уйланып, Йәһүә менән ваҡыт үткәр (Рим. 1:20; 5:8).

9. Һин Алла Һүҙенә үҙеңде формалаштырырға бирер өсөн нимә эшләй алаһың?

9 Ҡайһы саҡта Йәһүә, ҡайғыртыусан атай балаларын төҙәткән кеүек, беҙҙе төҙәтеп яратыуын күрһәтә. Йәһүә төҙәткәндә, Дауыт быға бик шатланған. Ул былай тигән: «Миңә кәңәш биргән Йәһүәне маҡтармын мин. Төндә лә йәшерен уйҙарым мине төҙәтә» (Зәб. 16:7). Дауыт Алланың фекерҙәре тураһында уйланған һәм уларҙы үҙләштерергә тырышҡан. Ул Алла Һүҙенә үҙен формалаштырырға биргән. Шулай эшләһәң, Аллаға ҡарата мөхәббәтең һәм уны ҡыуандырырға теләгең көсәйер, һәм һин рухи яҡтан етлеккән мәсихсе булып китә алырһың. Кристин исемле апай-ҡәрҙәш әйтеүенсә, ул берәй һорау буйынса шәхси өйрәнеү үткәргәндә һәм уҡығандары тураһында уйланғанда, уға Йәһүә шул фекерҙәрҙе тап уның өсөн яҙған кеүек тойола!

10. Ишағыя 26:3 буйынса, бөтә нәмәгә рухи ҡараш менән ҡарау һиңә нисек ярҙам итер?

10 Рухи ҡарашлы кеше был донъяға һәм уның киләсәгенә Алла кеүек ҡарай. Йәһүә һиңә иҫ киткес белем һәм аңлау бирә. Ни өсөн? Ул һинең тормошта нимә иң мөһиме икәнен белеүеңде, аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итеүеңде һәм киләсәккә һис ҡурҡыуһыҙ ҡарауыңды теләй. (Ишағыя 26:3-тө уҡығыҙ *.) Ҡушма Штаттарҙа йәшәгән Джошуа исемле ағай-ҡәрҙәш, Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәр тормошта нимә мөһим, ә нимә мөһим түгел икәнен асыҡ күрергә ярҙам итә, ти.

ЫСЫН ДУҪТАР ТАП

11. Дауыт кемдәр менән дуҫлашҡан?

11 Зәбур 16:3-тө уҡығыҙ *. Дауыт кем менән дуҫлашырға кәрәклеген белгән. Йәһүәне яратҡан кешеләр менән дуҫлашыу уға «ҙур шатлыҡ» килтергән. Ул үҙенең дуҫтарын «изгеләр» тип атаған, сөнки улар Йәһүәнең саф әхлаҡи нормалары буйынса йәшәргә тырышҡан. Икенсе мәҙхиә йырлаусы дуҫтар һайлауға шундай уҡ ҡарашта торған. Ул: «Һине тәрән хөрмәт итеүселәрҙең, бойороҡтарыңды үтәп йәшәүселәрҙең һәммәһенә дуҫ мин», — тип яҙған (Зәб. 119:63). Үткән мәҡәләлә әйтелгәнсә, һин дә Йәһүәне яратҡан һәм уға буйһонған кешеләр араһында күп яҡшы дуҫтар таба алаһың. Шул уҡ ваҡытта дуҫтарың төрлө йәштә булырға мөмкин.

12. Ни өсөн Дауыт менән Йонафан яҡшы дуҫтар булған?

12 Дауыт төрлө йәштәге кешеләр менән дуҫлашҡан. Уның бер иң яҡын дуҫының исемен хәтерләйһеңме? Эйе, Йонафан. Дауыт менән Йонафандың дуҫлығы — Изге Яҙмала тасуирланғандарҙың иң матуры. Әммә һин Йонафандың Дауыттан яҡынса 30 йәшкә олораҡ булғанын белә инеңме? Уларҙы нимә берләштергән һуң? Уларҙың дуҫлығы көслө иманға нигеҙләнгән. Бынан тыш, улар бер-береһен хөрмәт иткән һәм бер-береһенең яҡшы сифаттарын ҡәҙерләгән. Мәҫәлән, улар икеһе лә Алланың дошмандарына ҡаршы көрәшкәндә ҡыйыулыҡ сағылдырған (1 Сам. 13:3; 14:13; 17:48—50; 18:1).

13. Нисек күберәк дуҫтар табырға? Миҫал килтерегеҙ.

13 Дауыт менән Йонафан һымаҡ, беҙ ҙә, Йәһүәне яратҡан һәм уға иман иткән кешеләр менән дуҫлашып, «ҙур шатлыҡ» кисерә алабыҙ. Аллаға күп йылдар хеҙмәт иткән Кира исемле апай-ҡәрҙәш былай тип бүлешә: «Минең бөтә ер шары буйынса йәшәгән дуҫтарым бар. Улар сығыштары менән бик ныҡ айырылып тора». Аралашыу даирәңде киңәйтһәң, һин дә Алла Һүҙенең һәм изге рухтың кешеләрҙе берләштереү көсөнә эйә булғанын күрерһең.

ЯҠШЫ МАҠСАТТАРҒА ЫНТЫЛ

14. а) Мәғәнәле маҡсаттар ҡуйырға һиңә нимә ярҙам итер? б) Ҡайһы бер йәштәр маҡсаттары тураһында нимә әйтә?

14 Зәбур 16:8-ҙе уҡығыҙ *. Йәһүәгә хеҙмәт итеү Дауыт өсөн иң мөһиме булған. Дауыттан үрнәк алып, яҡшы маҡсаттар ҡуйһаң һәм Йәһүәнең үҙеңдән нимә көткәне тураһында уйланһаң, тормош һиңә күберәк ҡәнәғәтлек килтерер. Стивен исемле ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Берәй маҡсатҡа ынтылыу һәм уға өлгәшеү, ә шунан ниндәй уңыштарға ирешкәнемде күреү миңә ҙур ҡәнәғәтлек килтерә». Ә сығышы менән Германиянан булған һәм хәҙер икенсе илдә хеҙмәт иткән бер йәш ағай-ҡәрҙәш былай тип әйтә: «Олоғайғас, үткәндәремә күҙ һалғанда, үҙем өсөн генә йәшәгәнемде күрергә теләмәҫ инем». Һин был ағай-ҡәрҙәштең һүҙҙәре менән ризамы? Улайһа, көсөңдө һәм һәләттәреңде Аллаға дан килтерер өсөн һәм башҡаларға ярҙам итер өсөн ҡуллан (Гал. 6:10). Хеҙмәттә маҡсаттар ҡуй һәм Йәһүәнән маҡсаттарыңа өлгәшер өсөн ярҙам һора. Һис тә шикләнмә: Йәһүә доғаларыңа теләп яуап бирер! (1 Яхъя 3:22; 5:14, 15).

15. Һин ниндәй маҡсаттар ҡуя алаһың? (« Ниндәй маҡсаттар ҡуйып була?» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

15 Һин ниндәй маҡсаттар ҡуя алаһың? Мәҫәлән, йыйылыш осрашыуҙарында үҙ һүҙҙәрең менән яуап бирергә, пионер хеҙмәтен башларға йәки вефилсе булып китергә маҡсат ҡуйып була. Шулай уҡ, һөйөнөслө хәбәрҙе күберәк кешеләр менән уртаҡлашыр өсөн, берәй сит тел өйрәнергә була. Тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнашҡан Барак исемле йәш ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Көн һайын бөтә көсөмдө Йәһүәгә биргәнемде белеп уяныу миңә бер нәмә менән дә сағыштырмаҫлыҡ шатлыҡ килтерә».

АЛЛА БИРГӘН АЗАТЛЫҠТЫ ҠӘҘЕРЛӘ

16. Дауыт Йәһүәнең ҡанундарына һәм принциптарына нисек ҡараған һәм ни өсөн?

16 Зәбур 16:2, 4-те уҡығыҙ *. Үткән мәҡәләнән белгәнебеҙсә, Алланың ҡанундары һәм принциптары буйынса йәшәп, беҙ ысын азатлыҡҡа эйә булабыҙ. Улар ярҙамында беҙ яҡшылыҡты яратырға һәм яманлыҡты нәфрәт итергә өйрәнәбеҙ (Амос 5:15). Дауыт Йәһүәне «игелек шишмәһе» тип атаған. Игелек — юғары әхлаҡи сафлыҡ, яҡшылыҡҡа ынтылыу. Йәһүә бар эштәрен тел тейҙергеһеҙ итеп башҡара, һәм беҙҙә булған бөтә нәмә — унан. Дауыт бөтә көсөн һалып Алланан өлгө алған һәм ул яратҡанды яратырға тырышҡан. Шул уҡ ваҡытта Дауыт Йәһүә нәфрәт иткән нәмәләрҙе нәфрәт итергә лә өйрәнгән. Шундай нәмәләрҙең береһе — боттарға, йәғни Йәһүәнән башҡа кемгәлер йә нимәгәлер табыныу. Боттарға табыныу кешене кәмһетә һәм Йәһүәгә тигән данды урлай (Ишағ. 2:8, 9; Асыл. 4:11).

17, 18. а) Дауыт боттарға табыныуҙың насар эҙемтәләре тураһында нимә әйткән? б) Бөгөн кешеләрҙең «хәсрәттәрен» нимә арттыра?

17 Боронғо замандарҙа боттарға табыныу йыш ҡына енси әхлаҡһыҙлыҡ менән бәйле булған (Ос. 4:13, 14). Күп кешеләргә ялған илаһтарға табыныу оҡшаған, сөнки был уларға гонаһлы теләктәрен ҡәнәғәтләндерергә мөмкинлек биргән. Ләкин был уларҙы бәхетле иткәнме? Һис тә юҡ! Дауыт: «Башҡа илаһтарға эйәргән кешеләр хәсрәттәрен арттыра», — тип әйткән. Шул кешеләр хатта балаларын ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтергән! (Ишағ. 57:5). Йәһүә ундай ҡанһыҙлыҡты нәфрәт иткән (Ирем. 7:31). Ул ваҡыттарҙа йәшәһәң, атай-әсәйеңдең Йәһүәгә табыныуына шат булмаҫ инеңме ни?

18 Бөгөн күп ялған диндәр енси әхлаҡһыҙлыҡты, шул иҫәптән гомосексуализмды ҡабул итә. Был, кешеләргә үҙҙәрен азат итеп хис итергә мөмкинлек бирһә лә, ысынында уларҙың «хәсрәттәрен арттыра» (1 Кор. 6:18, 19). Моғайын, һин үҙең дә быны күреп тораһыңдыр. Шуға күрә күктәге Атайыңды тыңла. Һис тә шикләнмә, был һиңә файҙа ғына килтерәсәк. Әхлаҡһыҙ тәртиптең аяныс эҙемтәләре тураһында уйлан. Гонаһ килтергән ҡыҫҡа ваҡытлы ләззәт күп бәләләр ҙә килтергәнен онотма (Гал. 6:8). Юғарыла иҫкә алынған Джошуа былай ти: «Беҙ азатлығыбыҙҙы теләһә нисек ҡуллана алабыҙ, әммә уны дөрөҫ ҡулланыу ғына бәхет килтерә».

19, 20. Йәһүәгә иман иткән һәм уға буйһонған йәштәрҙе ниндәй фатихалар көтә?

19 Ғайса Мәсих: «Минең һүҙемде тотһағыҙ, ысын шәкерттәрем булырһығыҙ. Ана шунда хәҡиҡәтте белерһегеҙ һәм ул һеҙҙе ирекле итер», — тигән (Яхъя 8:31, 32). Йәһүәнең ярҙамы менән беҙ ялған диндән, наҙанлыҡ һәм хөрәфәттәрҙән азат булдыҡ. Ә киләсәктә беҙ «Алла балаларының данлы азатлығын» аласаҡбыҙ (Рим. 8:21). Ниндәйҙер кимәлдә һин инде хәҙер шундай азатлыҡҡа кинәнә алаһың. Бының өсөн Мәсихтең тәғлимәттәрен тоторға кәрәк. Шулай эшләһәң, һин теорияла ғына түгел, ә ғәмәлдә «хәҡиҡәтте белерһе[ң]»!

20 Алла биргән азатлыҡты ҡәҙерлә һәм уны аҡыллы итеп ҡуллан. Был, һиңә хәҙерге ваҡытта аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итеп, киләсәгеңде яҡшыртыр. Бер йәш ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Үҫмер саҡта азатлығыңды аҡыллы итеп ҡулланһаң, һуңыраҡ күпкә етдиерәк һорауҙарҙа, мәҫәлән, ҡайҙа эшләргә йә ғаилә ҡорорғамы, әллә ҡормай торорғамы тигән һорауҙарҙа яҡшы ҡарарҙар ҡабул итә алырһың».

21. Нисек «ысын тормошҡа» эйә булырға?

21 Был иҫке донъяла хатта «яҡшы» тип һаналған тормош та ҡыҫҡа ваҡытлы. Бер кеше лә иртәгә ни булырын белмәй (Яҡ. 4:13, 14). Шуға күрә иң аҡыллыһы — «ысын тормошҡа», йәғни яңы донъялағы мәңгелек тормошҡа эйә булырға ярҙам иткән ҡарарҙар ҡабул итеү (1 Тим. 6:19). Йәһүә бер кемде лә үҙенә хеҙмәт итергә мәжбүр итмәй. Һәр кеше үҙе быны ҡарар итергә тейеш. Йәштәр, Йәһүәгә яҡынлашыр өсөн көн дә тырышлыҡ һалып, уны үҙ «өлөшөгөҙ» итегеҙ һәм ул биргән бөтә «яҡшы нәмәләрҙе» ҡәҙерләгеҙ (Зәб. 103:5). Һис тә шикләнмәгеҙ: Йәһүә, һеҙҙе «шатлыҡҡа күмеп», «бөтмәҫ бәхет» бирә ала! (Зәб. 16:11).

^ 7 абз. Зәбур 16:9, 11: «Шунлыҡтан күңелем ҡыуана, бар булмышым шатлана. Көндәрем дә именлектә үтә. Һин миңә тормош һуҡмағын белдерәһең. Һин барында — шатлыҡҡа күмеләм, һинең уң яғыңда булыу — һис бөтмәҫ бәхет ул».

^ 10 абз. Ишағыя 26:3: «Һин үҙеңә таянған кешеләрҙе яҡларһың. Уларға бөтмәҫ тыныслыҡ бирерһең, сөнки улар һиңә өмөтләнә».

^ 11 абз. Зәбур 16:3: «Ерҙәге изгеләр, күренеклеләр, миңә ҙур шатлыҡ килтерә».

^ 14 абз. Зәбур 16:8: «Йәһүә гел минең ҡаршымда. Мин һис ҡасан ҡаҡшамам, сөнки ул минең уң яғымда».

^ 16 абз. Зәбур 16:2, 4: «Мин Йәһүәгә: „Һин — Йәһүә, минең игелек шишмәһе“, — тинем. Башҡа илаһтарға эйәргән кешеләр хәсрәттәрен арттыра. Мин бер ҡасан да уларҙың ҡанлы шарап бүләктәрен килтермәм, уларҙың исемдәрен дә телгә алмам».