Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИОГРАФИЯ

Йәһүә беҙгә ҡарата «игелекле булды»

Йәһүә беҙгә ҡарата «игелекле булды»

МИН ҡатыным Даньела менән ҡунаҡханаға теркәлгәс тә, регистратор миңә: «Боккар әфәнде, һеҙ сик буйы полицияһына шылтырата алмаҫ инегеҙме?» — тип өндәште. Бынан бер нисә сәғәт алдараҡ беҙ Көнбайыш Африкаға Габонға килгәйнек. Унда 1970-се йылдарҙа беҙҙең эшмәкәрлек тыйылғайны.

Даньела, бик һиҙгер кеше булғанға, ҡунаҡхана алдына машина килеп туҡтағанын абайлап ҡолағыма: «Полицияға шылтыратмаһаң да була, улар инде бында!» — тип бышылданы. Бер нисә минуттан һалдаттар беҙҙең икебеҙҙе лә ҡулға алды. Ләкин, Даньела алдан белдергәнгә, мин бер нисә конфиденциаль документты яныбыҙҙа булған бер ағай-ҡәрҙәшкә биреп өлгөрҙөм.

Һалдаттар беҙҙе полицияға алып китеп барғанда, минең шундай ҡыйыу һәм рухи ҡатыным булыуы ниндәй бәхет, тип уйланым. Был беҙ Даньела менән бер команда кеүек эш иткән күп осраҡтарҙың береһе генә ине. Вәғәз эшебеҙ сикләнгән илдәргә ни өсөн барып йөрөүебеҙҙе аңлатырға теләйем.

ЙӘҺҮӘ КҮҘЕМДЕ АСА

Мин 1930 йылда төньяҡ Францияла урынлашҡан Круа тигән бәләкәй генә ҡалала католиктар ғаиләһендә тыуғанмын. Ғаиләбеҙ һәр аҙна мессаға йөрөй торғайны, ә атайым сиркәүҙәге эштәрҙә әүҙем ҡатнаша ине. Ләкин, миңә 14 йәштәр тирәһе булғанда, сиркәүҙең ике йөҙлөлөгөн күрһәткән бер ваҡиға булды.

Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Германия Францияны баҫып алғайны. Виши ҡалаһында нацистар идара итә башланы. Беҙҙең рухани үҙенең вәғәздәрендә кешеләрҙе нацизм яҡлы булырға өндәне. Уның телмәрҙәренән сәстәр үрә торҙо. Франциялағы күп кешеләр кеүек, беҙ ҙә йәшерен генә союздаш ғәскәрҙәрҙән яңылыҡтар тапшырған Би-би-си радиоһын тыңлай торғайныҡ. Шунан рухани ҡапыл икенсе яҡты яҡлай башланы һәм, союздаш ғәскәрҙәрҙең 1944 йылдың сентябрь айындағы уңыштарын билдәләп, рәхмәт белдереү хеҙмәте ойошторҙо. Уның ике йөҙлөлөгөнә шаҡ ҡаттым. Был дин башлыҡтарына ышанысымды ҡаҡшатты.

Һуғыш бөткәндән һуң күп тә үтмәҫтән, атайым үлеп китте. Апайым, кейәүгә сығып, Бельгияла йәшәй ине, шуға күрә миңә әсәйем тураһында ҡайғыртырға кәрәк ине. Мин туҡыу фабрикаһында эш таптым. Минең начальник һәм уның улдары ныҡ бирелгән католиктар ине. Уларҙың компанияһында мине яҡты киләсәк көтһә лә, тиҙҙән бер һынауға дусар булдым.

1953 йылда беҙгә Йәһүә шаһиты булып киткән апайым Симона ҡунаҡҡа килде. Изге Яҙма ярҙамында ул оҫта итеп католик сиркәүенең утлы тамуҡ, Троица һәм үлемһеҙ йән тураһындағы тәғлимәттәренең ялған икәнен аңлатты. Мин башта, һин католиктарҙың Изге Яҙмаһын ҡулланмайһың, тип ҡаршылаштым, әммә тиҙҙән уның хәҡиҡәтте һөйләүенә ышандым. Һуңыраҡ апайым миңә «Күҙәтеү манараһы»ның элекке сығарылыштарын килтерҙе, һәм мин уларҙы төндәрен йоҡо бүлмәмдә йотлоғоп уҡыным. Бының хәҡиҡәт икәнен тиҙ аңланым, шулай ҙа, Йәһүә яғына баҫһам, эшемде юғалтырмын, тип ҡурҡтым.

Бер нисә ай буйы мин Изге Яҙманы һәм «Күҙәтеү манараһы» мәҡәләләрен үҙ аллы өйрәндем. Ахыр сиктә Батшалыҡ залына барырға булдым. Йыйылышта хөкөм һөргән йылы мөхит миңә бик ныҡ тәьҫир итте. Бер тәжрибәле ағай-ҡәрҙәш минең менән Изге Яҙманы өйрәнә башланы, һәм алты айҙан һуң, 1954 йылдың сентябрендә мин һыуға сумдырылдым. Тиҙҙән әсәйем менән һеңлемдең дә Йәһүә шаһиты булып китеүенә бик ҡыуандым.

ТУЛЫ ВАҠЫТЛЫ ХЕҘМӘТТӘ ЙӘҺҮӘГӘ ТАЯНАБЫҘ

1958 йылда миңә Нью-Йоркта үткән халыҡ-ара конгреста булыу бәхете тейҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, конгресҡа тиклем бер нисә аҙна ҡалғас, әсәйем үлеп китте. Хәҙер инде миңә бүтән бер кем тураһында ла ҡайғыртырға кәрәк түгел ине, шунлыҡтан эшемде ташланым да пионер хеҙмәтен башланым. Шул ваҡыттарҙа мин ашҡынып хеҙмәт иткән Даньела Дели исемле пионер апай-ҡәрҙәш менән йәрәштем. 1959 йылдың май айында ул минең һөйөклө ҡатыным булып китте.

Даньела тулы ваҡытлы хеҙмәтен үҙенең өйөнән алыҫта урынлашҡан Бретань тигән ауыл ерендә башлаған. Велосипед менән ауыл ерҙәренә йөрөп, католиктар йәшәгән регионда вәғәзләр өсөн, уға ҡыйыулыҡ кәрәк булған. Минең кеүек, уға ла ашығыслыҡ тойғоһо хас ине, сөнки беҙ ахырҙың ни тиклем яҡын икәнен белмәй инек (Матф. 25:13). Уның фиҙаҡәрлек рухы беҙгә тулы ваҡытлы хеҙмәтте ҡалдырмаҫҡа ярҙам итте.

Өйләнешеп, бер нисә көн үткәс, беҙҙе район хеҙмәтен башҡарырға билдәләнеләр. Беҙ тағы ла ябайыраҡ йәшәү шарттарына яраҡлаштыҡ. Беҙ барған беренсе йыйылышта 14 вәғәзсе ине, һәм ҡәрҙәштәрҙең беҙҙе үҙ йорттарында ҡабул итергә мөмкинлеге юҡ ине. Шунлыҡтан беҙ Батшалыҡ залының сәхнәһенә матрастар түшәп йоҡланыҡ. Был бик үк уңайлы булмаһа ла, арҡа өсөн бик шәп ине!

Йыйылыштарға ошо бәләкәй машинала йөрөй торғайныҡ

Бик тығыҙ графикка ҡарамаҫтан, Даньела район хеҙмәтенә тиҙ күнекте. Уға йыш ҡына өлкәндәрҙең планлаштырылмаған осрашыуы ваҡытында мине бәләкәй машинабыҙҙа көтөп ултырырға тура килде, шулай ҙа ул бер ҡасан да зарланманы. Район хеҙмәтендә беҙ ике йыл ғына ҡатнаштыҡ. Шул ваҡыт эсендә ирле-ҡатынлы өсөн асыҡтан-асыҡ аралашыу һәм команда кеүек эш итеү ни тиклем мөһим икәнен аңланыҡ (Вәғ. 4:9).

ЯҢЫ БИЛДӘЛӘНЕҮҘӘРГӘ ШАТЛАНАБЫҘ

1962 йылда беҙҙе Бруклинда (Нью-Йорк) үткәрелгән Гилеад мәктәбенең 37-се синыфына ун айлыҡ курсҡа уҡырға саҡырҙылар. 100-ҙән ашыу студент араһында 13 ғаилә пары бар ине, шунлыҡтан унда икәү бергә уҡый алыуыбыҙға бик шатландыҡ! Күңелемдә әле һаман Фредерик Френц, Юлиссис Гласс һәм Александр Макмиллан кеүек иман терәктәре менән аралашыуыбыҙ хаҡында йылы хәтирәләр һаҡлана.

Беҙ Гилеад мәктәбендә бергә уҡыуыбыҙға бик шатландыҡ!

Уҡыу ваҡытында беҙҙе күҙәтеүсән булырға һәм төрлө нескәлектәргә иғтибар итергә дәртләндерҙеләр. Ҡайһы берҙә шәмбе көнө төштән һуң, дәрестәр тамамланғас, Нью-Йорк ҡалаһының иҫтәлекле урындарын ҡарарға бара инек. Был уҡыу программаһына инә ине. Дүшәмбе көнө беҙ, ғәҙәттә, күргәндәребеҙ буйынса тест яҙа инек. Йыш ҡына шәмбе кис беҙ хәлдән тая торғайныҡ, әммә беҙҙең экскурсовод — бер вефилсе, тестҡа әҙерләнергә ярҙам итер өсөн, беҙгә һорауҙар бирә ине. Бер шәмбе көнө беҙ ҡалала ярты көн буйы йөрөнөк. Бер обсерваторияла булғанда, метеорҙар һәм метеориттар тураһында белдек. Ә Американың тәбиғи тарих музейында аллигатор менән крокодил араһындағы айырманы аңланыҡ. Вефилгә ҡайтҡас, экскурсовод беҙҙән: «Тимәк, метеор менән метеорит араһында ниндәй айырма бар?» — тип һораны. Даньела бик ныҡ арыған ине, ул: «Метеориттарҙың тештәре оҙонораҡ», — тип яуап ҡайтарҙы.

Африкалағы тоғро ҡәрҙәштәргә барып китеү беҙгә бик оҡшай ине

Беҙҙе Франциялағы филиалға билдәләүҙәре көтөлмәгән хәл булды, унда 53 йылдан ашыу хеҙмәт иттек. 1976 йылда мине филиал комитетының координаторы итеп билдәләнеләр, шулай уҡ Африка һәм Яҡын Көнсығыштағы вәғәз эшебеҙ тыйылған йә сикләнгән илдәргә барып йөрөргә тәғәйенләнеләр. Бына ни өсөн беҙ, мәҡәлә башында әйтелгәнсә, Габонға килгән инек. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ҡайһы саҡта үҙемде бындай көтөлмәгән вазифаларҙы башҡарырға һәләтле түгелмен кеүек тоя инем, әммә Даньела миңә һәр билдәләнеүҙә баһалап бөткөһөҙ ярҙамсы булды.

Парижда «Алланың ғәҙеллеге» тигән конгреста Теодор Ярач ҡәрҙәштең телмәрен тәржемә итәм, 1988 йыл

ҠАТЫ ҺЫНАУ МЕНӘН ОСРАШАБЫҘ

Беҙ Вефилдәге тормошто баштан уҡ яраттыҡ. Гилеад мәктәбенә барғанға тиклем биш ай эсендә инглиз телен өйрәнгән Даньела баҫмаларыбыҙҙың оҫта тәржемәсеһе булып китте. Беҙ Вефилдәге эштән ҙур ҡәнәғәтлек таба инек, ә йыйылыш эштәрендә ҡатнашыу беҙҙең шатлыҡты икеләтә арттыра ине. Мин әле лә төнгә табан Париждағы метрола Даньела менән арып, әммә уңышлы Изге Яҙма өйрәнеүҙәре үткәреүебеҙгә шатланып ҡайтыуыбыҙҙы йылылыҡ менән иҫкә алам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаулығы ҡапыл насарайыуы арҡаһында Даньела хеҙмәттә үҙе теләгәнсә әүҙем ҡатнаша алмай башланы.

1993 йылда уның түшендә яман шеш таптылар. Дауаланыу ауыр булып сыҡты: уға операция яһанылар һәм химиотерапия үткәрҙеләр. 15 йылдан һуң уға тағы бер тапҡыр рак диагнозы ҡуйҙылар, был юлы рак тағы ла ҡурҡынысыраҡ ине. Шулай ҙа Даньела тәржемә эшен бик ныҡ ҡәҙерләй ине, шунлыҡтан хәле яҡшырыу менән был эшкә яңынан тотондо.

Даньеланың ҡаты ауырыуына ҡарамаҫтан, беҙ бер ҡасан да Вефилде ҡалдырыу тураһында уйламаныҡ. Шулай ҙа ауырыу Вефилдә үҙенә күрә бер ауырлыҡтар тыуҙыра, ә башҡалар хәлдең ни тиклем етди икәнен белмәһә, бигерәк тә ауыр була (Ғиб. һүҙ. 14:13). Хатта 80 йәшенә етеп барғанда ла, Даньеланың физик хәле уның мөләйем йөҙөнә һәм тәбиғи күркәмлегенә тәьҫир итмәне. Ул үҙен йәлләп ултырманы, ә, киреһенсә, башҡаларға ярҙам итеү менән мәшғүл булды. Ул иғтибар менән тыңлау ғазапланған кешеләр өсөн бик ҙур ярҙам була алыуын белә ине (Ғиб. һүҙ. 17:17). Даньела кәңәштәр таратырға ашыҡманы, шулай ҙа үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлашып күп апай-ҡәрҙәштәргә рак ауырыуынан ҡурҡмаҫҡа ярҙам итте.

Беҙгә тормоштағы башҡа үҙгәрештәргә лә яраҡлашырға тура килде. Даньела, тулы көн эшләй алмай башлағас, иғтибарын миңә күберәк ярҙам итеүгә тупланы. Ул тормошомдо еңеләйтер өсөн бик күпте эшләне. Мәҫәлән, төшкө ашты бүлмәбеҙҙә бергә ашап һәм бер аҙ ял итеп алыр өсөн, ул барыһын да әҙерләп ҡуя торғайны. Уның ярҙамы менән мин 37 йыл буйы филиал комитетының координаторы булып хеҙмәт итә алдым (Ғиб. һүҙ. 18:22).

КӨН ДӘ БОРСОЛОУҘАРҘЫ ЕҢӘБЕҘ

Даньела тормошто яратҡан оптимистик рухлы кеше ине. Әммә уның өсөнсө тапҡыр рак башланғас, беҙ үҙебеҙҙе көсһөҙ итеп тойҙоҡ. Химио- һәм радиотерапия уның күп көсөн ала ине, хатта ҡайһы берҙә ул саҡ-саҡ йөрөй ине. Оҫта тәржемәсе булған һөйөклө ҡатынымдың, ауырыуы арҡаһында һүҙҙәрҙе онотҡанға, фекерен аңлата алмай интегеүен күреп, йөрәгем өҙгөләнә ине.

Үҙебеҙҙе хәлһеҙ итеп тойһаҡ та, беҙ өҙлөкһөҙ доға ҡылдыҡ, сөнки Йәһүәнең бер ҡасан да көсөбөҙ етмәҫлек ауырлыҡтарға юл ҡуймаясағына ышана инек (1 Кор. 10:13). Беҙ Йәһүәнең үҙ Һүҙе, Вефилдәге медиктар һәм ҡайғыртыусан ҡәрҙәштәр аша биргән ярҙамы өсөн һәр ваҡыт рәхмәтле булырға тырыштыҡ.

Беҙ йыш ҡына Йәһүәнән дауаланыу ысулын һайларға ярҙам итеүен һораныҡ. Бер ваҡыт беҙ бер ниндәй ҙә дауаланыу алманыҡ. Даньеланы 23 йыл буйы дауалаған табип уның ни өсөн һәр химиотерапиянан һуң иҫен юғалтыуын аңламаны һәм бүтән төрлө дауаланыу ҙа тәҡдим итә алманы. Беҙ үҙебеҙҙе был ауырыу менән яңғыҙ ҡалғандай тойҙоҡ һәм артабан нимә булырын белмәнек. Шунан һуң икенсе бер онколог Даньеланы дауаларға ризалашты. Был Йәһүә беҙгә борсолоуҙарҙы еңергә ярҙам итер өсөн «үтеү юлын» күрһәткән кеүек булды.

Беҙ, бөгөнгө көн тураһында ғына уйлап, борсолоуҙарҙы еңергә өйрәндек. Ғайса әйткәнсә, «һәр көндөң үҙ мәшәҡәттәре етәрлек» (Матф. 6:34). Ыңғай ҡараш һәм юмор хисе шулай уҡ ярҙам итте. Мәҫәлән, Даньела, ике ай буйы химиотерапия яһалмаған саҡта, шаян йылмайып миңә: «Беләһеңме, бер ҡасан да үҙемде яҡшыраҡ хис иткәнем булманы!» — тине (Ғиб. һүҙ. 17:22). Яфа сигеүенә ҡарамаҫтан, ул, яңы Батшалыҡ йырҙарына репитиция яһағанда, уларҙы ҡысҡырып йырлауҙан ҙур шатлыҡ таба ине.

Даньеланың ыңғай ҡарашы миңә үҙемдең сикләүҙәремә эйәләшергә ярҙам итте. Дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙ өйләнешкәндән алып 57 йыл буйы ул минең төрлө ихтыяждарымды хәстәрләне. Ул хатта миңә нисек йомортҡа ҡурырға кәрәклеген дә күрһәтергә теләмәне. Шуға күрә, уның хәле насарайып киткәс, миңә һауыт-һаба, кер йыуырға, шулай уҡ ябай ризыҡ әҙерләргә өйрәнергә тура килде. Мин яңылыш бер нисә сынаяҡ ваттым, әммә ҡатыным өсөн нимәлер эшләү миңә ҙур шатлыҡ килтерә ине *.

ЙӘҺҮӘНЕҢ ИГЕЛЕГЕ ӨСӨН РӘХМӘТЛЕМЕН

Үткәндәргә күҙ һалып, шуны әйтә алам: мин насар һаулыҡ һәм оло йәшкә бәйле сикләүҙәрҙән фәһемле һабаҡтар алдым. Беренсенән, беҙ һәр ваҡыт һөйөклө тормош иптәшебеҙгә иғтибар күрһәтер өсөн ваҡыт табырға тейеш. Ғүмеребеҙҙең көс-дәрт ташып торған йылдарын бушҡа әрәм итмәйенсә, яратҡан кешеләребеҙ хаҡында хәстәрлек күрергә кәрәк (Вәғ. 9:9). Икенсенән, ваҡ-төйәк хаҡында сиктән тыш борсолорға ярамай, юғиһә көн дә татыған фатихаларыбыҙҙы күрмәй ҡалыуыбыҙ бар (Ғиб. һүҙ. 15:15).

Тулы ваҡытлы хеҙмәттә уҙған тормошобоҙ хаҡында уйланғанда, мин Йәһүәнең беҙҙе беҙ уйлағандан да күберәк фатихалағанын тоям. Мәҙхиә йырлаусы: «Йәһүә миңә ҡарата игелекле булды», — тигән (Зәб. 116:7). Мин дә шундай уҡ хистәр кисерәм!

^ 32 абз. Ошо мәҡәлә баҫтырылыуға әҙерләнгәндә, Даньела Боккар апай-ҡәрҙәш вафат булды. Уға 78 йәш ине.