Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Тәҡүә кеше Йәһүәлә һөйөнөс табыр

Тәҡүә кеше Йәһүәлә һөйөнөс табыр

ДАЙАНА 80 йәштән уҙған. Уның ире Альцгеймер ауырыуынан интеккән һәм бер нисә йыл дауаханала ятҡандан һуң үлеп киткән. Уның шулай уҡ ике улы үлгән, ә ул үҙе түшендәге яман шеш ауырыуы менән көрәшә. Ләкин ҡәрҙәштәр, уны йыйылышта йә хеҙмәттә осратҡанда, уның һәр ваҡыт шат булыуын күрә.

Джон 43 йылдан ашыу күсеп йөрөүсе күҙәтеүсе булып хеҙмәт иткән. Ул хеҙмәттең был төрөн бик яратҡан, тормошон унһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмаған! Әммә, ауырыу туғаны тураһында ҡайғыртыр өсөн, уға был хеҙмәтен ҡалдырырға тура килгән. Джонды элек белгән ҡәрҙәштәр, уны конгреста осратҡанда, уның бер ҙә үҙгәрмәгәнен күрә. Уның йөҙөнән һаман да шатлыҡ бөркөлә.

Дайанаға һәм Джонға шатлыҡлы булып ҡалырға нимә ярҙам итә? Нисек эмоциональ һәм физик яҡтан ғазап сиккән кеше шатлыҡлы була ала? Һәм нисек яратҡан хеҙмәтен юғалтҡан кеше һаман да үҙен бәхетле итеп тоя ала? Изге Яҙма был һорауҙарға яуап бирә. Унда: «Тәҡүә кеше Йәһүәлә һөйөнөс... табыр», — тиелә (Зәб. 64:10). Был хәҡиҡәтте яҡшыраҡ аңлар өсөн, нимә оҙайлы шатлыҡ бирә, ә нимә бирмәй икәнен белергә кәрәк.

ВАҠЫТЛЫ ШАТЛЫҠ

Ҡайһы бер нәмәләр һәр ваҡыт тиерлек шатлыҡ килтерә. Мәҫәлән, бер-береһен яратҡан парҙың өйләнешеүе тураһында уйлап ҡарағыҙ. Шулай уҡ ирле-ҡатынлының атай йә әсәй булып китеүе йәки ҡәрҙәштең хеҙмәттә яңы билдәләнеү алыуы хаҡында уйлағыҙ. Был нәмәләр шатлыҡ килтерә, сөнки уларҙың барыһын да Йәһүә бүләк иткән. Ул никахҡа нигеҙ һалған, бала табыу һәләте биргән һәм үҙенең ойошмаһында төрлө йөкләмәләр бирә (Баш. 2:18, 22; Зәб. 127:3; 1 Тим. 3:1).

Шулай ҙа шатланыр өсөн ҡайһы бер сәбәптәрҙең ваҡытлы булыуы ихтимал. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше тоғролоҡһоҙ булып китергә йә үлергә мөмкин (Йәз. 24:18; Ос. 3:1). Ҡайһы бер балалар ата-әсәһен һәм Алланы тыңламай йә хатта йыйылыштан сығарыла. Мәҫәлән, Самуилдың улдары Йәһүәгә тейешенсә хеҙмәт итмәгән, ә Дауыттың ғаиләһендә Битсәбиә менән ҡылған гонаһы арҡаһында етди ауырлыҡтар тыуған (1 Сам. 8:1—3; 2 Сам. 12:11). Бындай нәмәләр шатлыҡ түгел, ә күп ҡайғы-хәсрәт килтерә һәм күңелде әрнетә.

Шулай уҡ ҡайһы саҡта насар һаулыҡ, ғаилә бурыстары йә ойошмабыҙҙағы үҙгәрештәр арҡаһында беҙҙең Алла халҡы араһында башҡарған вазифаларыбыҙҙы юғалтыуыбыҙ ихтимал. Бындай үҙгәрештәр кисергәндәрҙең күбеһе үҙ вазифаларын башҡарғанда тойған ҡәнәғәтлектең етмәүен таный.

Шатланыр өсөн бындай сәбәптәрҙең ҡайһы саҡ оҙаҡҡа һуҙылмауы ап-асыҡ. Улайһа, хатта шарттар насар яҡҡа үҙгәргәндә лә юғалмай торған шатлыҡ бармы? Күрәһең, бар, сөнки Самуил, Дауыт һәм башҡалар ауырлыҡтар кисергәндә лә шатлыҡтарын юғалтмаған.

ОҘАЙЛЫ ШАТЛЫҠ

Ғайса шатлыҡтың ысынында нимә икәнен белгән. Ергә килгәнсе күктә уңайлы шарттарҙа йәшәгән сағында ул «уның [Йәһүәнең] ҡаршыһында һәр ваҡыт шатланып торған» (Ғиб. һүҙ. 8:30). Әммә ерҙә ул ҡайһы берҙә ҡаты һынауҙар менән осрашҡан. Шулай ҙа Ғайса Атаһының ихтыярын үтәүҙән кинәнес тапҡан (Яхъя 4:34). Ә уның ерҙәге тормошоноң ғазаплы һуңғы сәғәттәре хаҡында нимә әйтеп була? Изге Яҙмала былай тиелә: «Киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды» (Евр. 12:2). Шуның өсөн беҙ, Ғайса ысын шатлыҡ тураһында әйткән ике яҡты ҡарап сығып, күп нәмәгә өйрәнә алабыҙ.

Бер заман Ғайсаның 70 шәкерте, бөйөк эштәр башҡарғанға һәм ендәрҙе ҡыуып сығарғанға, вәғәздән шатланып ҡайтҡан. Ләкин Ғайса уларға: «Шаҡшы рухтарҙың һеҙгә буйһоноуына түгел, ә исемдәрегеҙҙең күктә яҙылыуына шатланығыҙ», — тигән (Лука 10:1—9, 17, 20). Эйе, берәй махсус вазифанан шатлыҡ табыуға ҡарағанда Йәһүәнең хуплауын алыу күпкә мөһимерәк һәм шатлыҡлыраҡ.

Башҡа бер осраҡта, Ғайса халыҡҡа вәғәзләгәндә, бер йәһүд ҡатыны, уның өйрәтеүенән тәьҫирләнеп, һинең әсәйең бик бәхетле, тигән. Ләкин Ғайса уны төҙәтеп: «Дөрөҫөрәге, Алла һүҙен тыңлаған һәм үтәгән кешеләр бәхетле», — тип яуап биргән (Лука 11:27, 28). Үҙ балаларың менән ғорурланыу беҙҙе бәхетле итә ала, ләкин Йәһүәне тыңлап, уның менән яҡшы мөнәсәбәттәргә эйә булыу ғына оҙайлы шатлыҡ килтерә.

Йәһүәнең беҙҙең менән ҡәнәғәт булыуын һиҙеү ҙур шатлыҡ бирә. Хатта һынауҙар ҙа күңелебеҙҙәге шатлыҡты урлай алмай. Киреһенсә, һынауҙарҙа тоғро булып ҡалһаҡ, шатлығыбыҙ хатта тағы ла арта (Рим. 5:3—5). Шулай уҡ Йәһүә үҙенә таянғандарға изге рух бирә, ә шатлыҡ — изге рух емешенең өлөшө (Гал. 5:22). Был беҙгә ни өсөн Зәбур 64:10-да: «Тәҡүә кеше Йәһүәлә һөйөнөс... табыр», — тип әйтелгәнен аңларға ярҙам итә.

Джонға шатлығын юғалтмаҫҡа нимә ярҙам иткән?

Был шулай уҡ юғарыла иҫкә алынған Дайана менән Джондың ни өсөн ауыр шарттарҙа шатлыҡлы булып ҡала алғандарын аңлата. Дайана былай ти: «Бала атаһына һыйынған кеүек, мин Йәһүәлә һыйыныс таптым». Ул Алланың хуплауын нисек һиҙә? «Йәһүә мине артабан да шатлыҡ менән даими вәғәзләргә көс биреп фатихалай», — ти ул. Яратҡан вазифаһын ҡалдырырға тура килгәндән һуң, Джонға хеҙмәттә шатлыҡлы һәм әүҙем булып ҡалырға нимә ярҙам иткән? Ул былай ти: «1998 йылда Хеҙмәтте яҡшыртыу мәктәбендә уҡытырға билдәләнгәндән алып мин элеккегә ҡарағанда шаҡтай күберәк шәхси өйрәнеү үткәрҙем». Ул, ҡатыным менән миңә был үҙгәреште кисереү бик үк ауыр булманы, сөнки беҙ һәр ваҡыт Йәһүә ҡушҡанды эшләргә әҙер инек, тип аңлата. «Беҙ бер нәмәгә лә үкенмәйбеҙ», — тип өҫтәй ул.

Күп кенә башҡа ҡәрҙәштәр ҙә Зәбур 64:10-дағы һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә инанған. Миҫал итеп 30 йылдан ашыу Ҡушма Штаттарҙағы Вефилдә хеҙмәт иткән бер ғаилә парын алайыҡ. Һуңыраҡ уларҙы махсус пионер итеп билдәләгәндәр. Улар: «Ҡайғырыу — үҙең яратҡан берәй нәмәне юғалтҡанда тыуған тәбиғи хис», — тип таный һәм: «Әммә мәңге ҡайғырып булмай», — тип өҫтәй. Тиҙҙән улар бөтә иғтибарын йыйылыш менән вәғәзләүгә йүнәлткән. Улар былай ти: «Беҙ бер нисә конкрет нәмә тураһында доға ҡылдыҡ. Доғаларыбыҙға яуап алыу беҙҙе бик рухландырҙы һәм шатлыҡ килтерҙе. Беҙ килеүҙән һуң күп тә үтмәҫтән, йыйылышта ҡайһы бер ҡәрҙәштәр пионер хеҙмәтен башланы, беҙгә шулай уҡ рухи уңыштар яһаған ике кеше менән Изге Яҙма өйрәнеү бәхете тейҙе».

«МӘҢГЕ ҠЫУАНЫП ШАТЛАНЫҒЫҘ»

Әлбиттә, һәр ваҡыт шат булыу еңел түгел, күңел күтәренке булған һәм күңел төшкән саҡтар була. Әммә Йәһүә Зәбур 64:10-дағы һүҙҙәр менән беҙҙе нығыта. Хатта төшөнкөлөккә бирелгән саҡтарҙа ла, шарттарыбыҙҙың ниндәй булыуына ҡарамаҫтан тоғро булып ҡалһаҡ, «Йәһүәлә һөйөнөс... табырбыҙ». Бынан тыш, беҙ Йәһүәнең «яңы күктәр һәм яңы ер» тураһындағы вәғәҙәһенең үтәлеүен көтә алабыҙ. Ул саҡта һәр кеше камил буласаҡ һәм Йәһүә башҡарған бөтә эштәргә «мәңге шатланасаҡ» (Ишағ. 65:17, 18).

Күҙ алдына ғына килтерегеҙ: беҙҙең һаулығыбыҙ камил буласаҡ һәм көн һайын беҙ яңы көс менән уянасаҡбыҙ. Үткәндә беҙҙе ҡайғыға һалған ниндәй генә нәмәләр булһа ла, улар бүтән күңелебеҙҙе әрнетмәҫ. Йәһүә беҙҙе: «Элекке нәмәләр инде иҫкә төшмәҫ һәм күңелгә лә килмәҫ», — тип ышандыра. Беҙ үленән терелгән яҡындарыбыҙҙы ҡаршы аласаҡбыҙ һәм Ғайса терелткән 12 йәшлек ҡыҙҙың ата-әсәһенеке кеүек хистәр кисерәсәкбеҙ. Улар хаҡында: «Быны күреп, ата-әсәһе сикһеҙ шатланды», — тип әйтелә (Марк 5:42, ЯДТ). Ахыр сиктә ерҙәге һәр кеше тулы мәғәнәлә «тәҡүә» буласаҡ һәм мәңге «Йәһүәлә һөйөнөс... табасаҡ».